Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Зөлфәр Хисмәтуллин (1923-1983)

Зөлфәр Фазылетдин улы Хисмәтуллин 1923 йылдың 11 июлендә Башҡортостандың Белорет районы Юғары Сермән ауылында тыуған. Ошо ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет металлургия техникумына уҡырға инә. 1941 йылда Белорет металлургия заводында техник булып эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1946 йылда армиянан ҡайта һәм Белорет райкомында инструктор булып эшләй. 1947 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә алына. Шул ваҡыттан бирле республиканың матбуғат органдарында эшләй. 1950 йылда “Ленинсы” гәзите сыға башлағас, башҡорт теле буйынса мөхәррир урынбаҫары итеп үрләтелә. 1951 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай.

1956 йылдан алып ул “Һәнәк” журналының яуаплы секретары булды, һуңынан Башҡортостан Яҙыусылар союзында литфонд директоры вазифаһын башҡарҙы.

Зөлфәр Хисмәтуллин башҡорт әҙәбиәтенә журналистика аша килде. Уның тәүге хикәйәһе “Совет Башҡортостаны” гәзитендә 1947 йылда баҫыла. Унан һуң “Пионер”, “Ағиҙел”, “Һәнәк”, “Крокодил”, “Чаян” журналдарында уның үҙенсәлекле ҡыҫҡа хикәйәләре, фельетондары йыш күренә башлай.

1959 йылда Зөлфәр Хисмәтуллиндың “Тау шишмәһе” тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға. Был китапҡа ингән байтаҡ хикәйәләрҙән уның балалар тормошон гүзәл тәбиғәт күренештәре аша оҫта һүрәтләй алыуын билдәләп була. Ул — ҡыҫҡа хикәйәләр оҫтаһы. Еңелсә юмор, үткер художество деталдәре, психологик тәрәнлек, образдарҙы ентекләп индивидуалләштереү хас Зөлфәр Хисмәтуллин хикәйәләренә.

Юмор һәм сатира алымдары менән һуғарылған “Әбейҙәр сыуағы”, “Алмаш-тилмәш”, “Шундай-шундай эштәр”, “Ҡунаҡта” китаптары һәм айырыуса “Мөхәббәт серҙәре” китабына ингән повесть һәм хикәйәләре әҙәбиәтебеҙгә үҙенсәлекле өлөш булды.

Зөлфәр Хисмәтуллиндың байтаҡ хикәйә һәм фельетондары үзбәк, татар, сыуаш, украин, тажик, азербайжан, рус телдәрендә лә баҫылды. Ул үҙе рус яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте.

Башҡортостандың атҡаҙанған культура работнигы ине.

1964 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы булып торҙо.