Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Зөһрә Ҡотлогилдина (1951)

Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина 1951 йылдың 20 авгусында Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында тыуа. Башланғыс белемде үҙҙәрендә алғандан һуң, күрше Таймаҫ ауылында урта мәктәпте тамамлай.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитенә эшкә саҡырыла. Әлеге көндә лә ул — редакцияның әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире.

Өлкәндәр һәм балалар өсөн “Уйылам уйҙарымдан” (1983), “Әсә һөйөнөсө” (1985), “Шәфәҡ нуры” (1988), “Йырсы Гөлдәр” (1993), “Ҡышҡы ҡояш” (1996) исемле шиғыр һәм хикәйәләр китаптарының авторы.

1989 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

УЙЛЫ ШАҒИРӘ Зөһрә һеңлекәш Ҡотлогилдина ла, шулай итеп, иллеһен тултыра икән. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙың тәғәйен йәшен бигүк әйтеп бармаған булалар. Йәшереү менән бит йәш тигән нәмә кешенең енес-затын һанға һуҡмай — бара бирә. Зөһрәнең иллегә етеп олоғайыуын һис тә уның кәмселеге тип һанамайымсы — мәртәбә итеп күрәм. Ошо ярты быуатлыҡ арауыҡты ул, — бәләкәй сағынан бик күп ауырлыҡ: күреп үҫһә лә, өлкәнәйгән һайын ул ҡыйынлыҡтарҙы шаҡтай кисерһә лә, ғәҙелһеҙлектәрҙән ғарҡ булһа ла, — тормошҡа нәфрәтле йәшәп, яҙмышына зарланып үтмәне. Әлбиттә, болоҡһоу уйҙары, моңһоу кисерештәре, әрнеү-һыҙланыуҙары сағылмай түгел Зөһрә Ҡотлогилдинаның шиғырҙарында, иллә мәгәр тормошҡа үпкәһе йәки үсе юҡ шағирәнең. Әле бына уның иң тәүге үҙ китабын — “Уйылам уйҙарымдан”ын ҡарап ултырам. “Изгелек” тигән шиғыр менән асыла. Зөһрәнең лирик геройы һыуһағанда, асыҡҡанда, кәңәштәргә мохтажлығында, яңылышҡанында кешеләрҙән гел изгелек күргәнен бәйән итә бында һәм бик тә фәһемле, уй уятырлыҡ фекергә килә: “...изгелеккә бурыстары булған бер йәнмен”. Изгелеккә изгелек, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарыу идеяһы мәңгелек, әлбиттә. Уны һәр быуын шағирҙары үҙенсә аса, үҙенсә йөкмәтке һала, үҙенсә баһалай. Зөһрәлә иһә, күреүебеҙсә, изгелеккә ҡарата изгелек эшләү әҙәм балаларының мәңге түләп бөтөрә алмаҫлыҡ бурысы дәрәжәһенә мендерелгән. Ошонан сығып ҡарағанда ла шағирәнең ауыр үткәндәргә йоҙроҡ түгел, мәрхәмәтле ҡул болғағанын ап-асыҡ күрергә мөмкин. Тормош мине йәберләне тип, тормошто йәберләп булмай ҙаһа — бына шағирәнең үҙенсәлекле бер ижад кредоһы, йәшәйешенең төп принцибы. Ҡабатлабырак булһа ла үрҙәге һүҙҙәремде әйтәйем: тормошто яратҡан, йәшәйештең асылы хаҡында фәлсәфи уй-фекер йөрөткән ысын шағирә юғарылығында ул Зөһрә. Заманында мине һоҡландырған, үрҙәгеләргә миҫал булырҙай “Ғүмер” тигән шиғырын тулыһынса килтерергә баҙнат итәйек: Һабаҡташтар бер мәл осрашты ла Иҫләнеләр ғәмһеҙ үткәнде: “Өйләндеңме әле? Туйыма кил!” “Көтәм бына көҙҙәр еткәнде”. Тормош һуҡмағында йылғыр йылдар Осраштырҙы олпат дуҫтарҙы: “Хәлдәр нисек?” “Йәшәп ятыш әле. Үҫтерәбеҙ ҡыҙҙар-улдарҙы”. Тап булдылар тағы бер аҙҙан һуң, Йөҙҙәр уйсан, сәстәр сал инде. “Ҡыҙың нисек? Улың өйләндеме?” “Ейән бағыу — иң шәп ял инде”. Ҡышҡы һуҡмаҡтарҙан килә улар, Иңгә яуған — ауыр ҡар микән? “Һаулыҡ нисек, ҡорҙаш?” Кемде күрҙең? Кемдәр иҫән, кемдәр бар икән?” Был шиғырҙы уҡығандар, әгәр авторының кем икәнлегенә — ир-атмы, ҡатын-ҡыҙмы булыуына — иғтибар итмәһә, үҙен күреп белмәһә, уны күпте кисергән олпат бер кеше тарафынан яҙылған тип уйларға мөмкин. “Ғүмер”ҙе Зөһрә үҙ ғүмеренең утыҙын үткәс ижад иткәйне. Күреүегеҙсә, шағирә сағыштырмаса йәш сағында ла ололарса олпат уйлы, мәғәнәүи фекерле ижадсы булараҡ күҙ алдына килеп баҫа. Әҙәби тәнҡиттә лә, әҙиптәрҙең былай үҙ-ара әңгәмәләрендә лә шағирәләрҙең әсәйҙәр һәм мөхәббәт тураһында йыш һәм күп яҙыуҙарын шелтәләп алалар. Үҙем иһә быға тыныс ҡарайым, былар хаҡында бөтөнләй аҙ яҙһам да... Яңыраҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында үткәрелгән әҙәби шаршамбыла шиғриәт буйынса дөйөм һүҙ-хәбәр киткәс, кемдер Зөһрә Ҡотлогилдина һәм уның әхирәттәре баҡсаһына таш ырғытҡан, имеш. Шағир Тимер Йосопов, ғәҙәтенсә, янып-ярһып ҡалҡҡан да әйткән таснатып: “Әсәйҙәр хаҡында бик шәп шиғырҙар яҙған Зөһрә бит әле ул!” Тимер ағайға ҡаршы сығыусы табылмаған. Заманында олуғ прозаик Рәшит ағай Солтангәрәев та былай тип яҙғайны: “Ата-әсәләр тураһында шиғырҙарҙың йыш яҙылыуы һис тә ғәжәп түгел. Яҙылырға тейеш улар”. Солтангәрәев әйткәндең хикмәте шунда: Зөһрә менән уның апайы шағирә Миңлегөл Хисамова атайҙан бик йәшләй ҡалалар, әсәй-өләсәй тәрбиәһендә үҫәләр; инде үҫеп еттек тигәндә әсәйҙәре Миңһылыу апай үҙе түшәккә йығыла, булған ғына ғүмеренең аҙағынаса балалары ҡулына ҡала; ғаиләнең бөтөн михнәттәре һәм барлыҡ ҡыуаныс-йыуаныстары ошо ҡатын-ҡыҙ өсәүҙең тормошо, тормошондағы кисерештәре менән мөлдөрәмә тулы була. Былар, әлбиттә, апалы-һеңлеле Зөһрә Ҡотлогилдина менән Миңлегөл Хисамованың шиғырҙарында шулай уҡ сағылыш тапмай ҡалмай. Зөһрәнең шиғырҙарынан түбәндәге юлдарға өҙөктәргә иғтибар итһәгеҙ, күп нәмә аңлашылыр, моғайын: Беҙгә иһә атай наҙы түгел, Әсә наҙы тейҙе самалы. Беҙ генәме, күпме етемдәрҙең Күңелдәре ине ямаулы. (“Ер төҫө”) Төбәп ҡайтыр тупһам булмағанға, Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡайтһам тыуған яҡҡа, Хөрмәтләйҙәр икән яҡташтарым — Беләм, әсәй, ул бит һинең хаҡҡа. (“Беләм, әсәй”) Магнитофон таҫмалары Әйләнә илай-илай, Үткәндәрҙән-киткәндәрҙән Унда әсәйем йырлай. Магнитофон таҫмалары Әйләнә илай-илай, Киләсәккә-көткәндәргә Унда әсәйем йырлай. (“Магнитофон таҫмалары”) Мин һылыу ҙа мин һылыу тип, Йөрөйһөң хәҙер ҡайҙа? Зөһрә ҡыҙым янына тип, Остоңмо әллә Айға?! (“Мин һылыу тип...”) Миҫалдарҙы артабан байтаҡ дауам итергә мөмкин, ләкин аңлашыла: бын-дайын тойғоларҙы беҙҙең мең михнәтле тормошта мең әҙәм кисерә, әммә уларҙы образлы тел менән, уйлы фекер менән яп-ябай күренгән һүҙҙәр аша тик шағирәләр генә әйтеп бирә, сағылдыра алалыр... Ғөмүмән, кеше үҙенең булмышын-йәшәйешен башҡа берәүҙең (әлеге осраҡта әсәйҙең) ғүмер асылы менән үлсәү-баһалау — Зөһрә Ҡотлогилдинаның ижадына хас лейтмотивтарҙың береһе. Юҡҡамы ни ул шулай тип яҙа ла: Был донъянан киткән сағымда ла Бағыр төҫлө ғәзиз йөҙҙәре, Һәм оҙатыр мине йыһанымда Һуңғы йондоҙ — әсәм күҙҙәре. (“Әсәм күҙҙәре”) Заманында Зөһрә Ҡотлогилдина менән минең яҡташым Нияз ҡусты Мәһәҙиев өйләнешергә һүҙ ҡуйыштылар. Бығаса шағирәнең мөхәббәт тураһында яҙғандарын артыҡ әһәмиәт биреп уҡымай инем, ҡабаттан ҡарап сығырға тура килде. Ни өсөнмө? Эш шунда: Зөһрәне Нияз ҡустыға әйттереүҙә лә, аҙаҡ туйҙарында ла ҡатыным менән яҡындан ҡатнашылды; бәҫ, мөхәббәтте нисегерәк кисергәнен яҡшыраҡ белергә кәрәк тәһә, тип уйланым. Уҡып сыҡтым. Табыныуҙар, юҡһыныуҙар, һағыныуҙар, ҡыуаныуҙар, көйөнөүҙәр... Барыһы ла әҙәм балаларына хас нәмәләр. Үҙем дә ошолар аша үткәнмен, ләкин шашыныбыраҡ, дыуамалыраҡ үткәнмен. Зөһрәлә уйсан үә фәлсәфиерәк, тыныс мөхәббәт икән дә. Һөйөүҙән хатта уның күңеле күгендә йәйғор балҡыһа ла, хис бураны уйнаһа ла (“Ике йөрәк”); хатта осрашыумы– хушлашыумы икәнлеге һис аңлашылмаған мәлдә “һинме бик йәл, минме бик йәл, кемгә кем йәл” тип өҙгөләнгәнендә лә (“Шундай бер мәл”)... Хәйер, Ҡотлогилдинаның “Күҙҙәремә ҡара” тигән киң билдәле йыр-шиғырын хәтергә алһаҡ, хәбәремдең юҫыҡ-айышы асыҡлана төшөр, моғайын. Йәки икенсе бер исемһеҙ шиғырындағыса тап бына Зөһрә генә әйтә алалыр шулай тип: Мөхәббәттә юҡ ул ҡон ҡайтарыу. Була икән, тимәк, һөйөү түгел. Таң ысығы төҫлө саф тойғоно Ҡан итә алмаҫ үлеп һөйгән күңел. Мөхәббәттә юҡ ул хәйер һорау. Була икән, тимәк, һөйөү түгел. Ҡанатлы хис, зәңгәр күктәр өсөн Түбәнлеккә төшмәҫ һөйгән күңел. Ысынлап та, мөхәббәттә нимәләр генә кисерелмәһен, нимәләр генә ҡылынмаһын — түбәнлеккә, меҫкенлеккә төшөүҙән дә яманы юҡтыр. Шулай тип ышандыра үҙ уҡыусыларын һөйөүҙе кисергән шағирә, һәм үҙе лә ысын мөхәббәт бейеклегендә ҡала. Заманында Зөһрә менән сәхнәләрҙә һәм эфир аша башҡарылған йырҙар тураһында әңгәмәләшеп алғайныҡ. Мин йыр текстары мәсьәләһендә принципиалмен, ҡәтғимен. Позициям Назар Нәжмиҙеке менән тулыһынса тиерлек тап килә, йәғни мәғәнәһе самалы һүҙбәйләнештәр йыйылмаһына композиторҙарҙың көй яҙыуына ҡаршымын. Зөһрәнең фекеренсә, көй йырлай белмәгәндәр ҙә тиҙ генә отоп алырлыҡ булһын. Уның “Мин һине яратам”, “Бик һағынған саҡтарымда”, “Тауыш бирсе”, “Ниңә берҙән-бер түгел” һ.б. шиғырҙарына Салауат Низаметдинов көй яҙған, “Һанама, кәкүк”, “Һандуғасың булам, тимә”, “Китәм инде” һ.б. (көйҙәре Роберт Тимербаев, Рәшит Йыһанов, Азамат Аҙнағоловтарҙыҡы) тип аталған шиғырҙарын да ҡарап сыҡтым. Ҙур поэтик табышлылар рәтенә индермәйем уларҙы — ғәфү итһен мине Зөһрә. Мәҫәлән, “Һыуыҡта туңған тәпәйҙән Аҡ ҡарҙа ал ҡан ҡала” тигән юлдар бәхәсле хатта (турғай тәпәйе туңғанда ҡанай микән ул?). Күрәһең, “һағынырһың минең ҡулдарымды, минән башҡа бер кем шулай наҙлап һөймәгәндер йомшаҡ сәсеңдән” йәки “Мөхәббәтем, бик һағындым һине, тауыш бирсе һөйөү иленән” кеүегерәк нәмәләрҙә мин нимәнелер аңлап еткермәйемдер, ә Зөһрә үрҙә аталған йыр-шиғырҙарҙа нимәнелер күберәк беләлер... Юҡҡа популяр түгелдер инде уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар. Заманында Зөһрә апайы Миңлегөл менән уртаҡлап бер китап сығарғайны. “Миләш тәлгәштәре” тип атала. Шуға баш һүҙендә арҙаҡлы Рәшит Солтангәрәев былай тип әйткәйне: “уларҙың шиғырҙарында күңел болоҡһоуы, моңһоулыҡ бар икән, сәбәбе лә бар, ә ялғанлыҡ, фальш юҡ”. Бына шулай. “Етди темалы” шиғырҙарында ла, мөхәббәт лирикаһында ла (ә уларына, үрҙә телгә алғанымса, киң билдәле йырҙар яҙылған) Зөһрә Ҡотлогилдина алдаша белмәй. Рәшит Солтангәрәевты йөпләүем тиктәҫтән түгел, сөнки беҙҙә берҙе уйлап, икенсене һөйләп, өсөнсөнө сәйләп шиғыр яҙыусылар ҙа бар бит әле... Юбилей мәҡәләһен ғәҙәттә әҙиптең йә биографияһынан башлайҙар, йә шуның менән тамамлайҙар. Был юлайы мин улай итмәнем. Юбилейы уңайы менән әҙиптәр ижады тураһында һүҙ әйтелергә тейеш — инанғанмын, сөнки әҙәби тәнҡит теге йәки был яҙыусының ижады йәки берәй китабы, әҫәре буйынса бигүк һүҙ күтәреп бармай. Кемгәлер нисәнселер “түңәрәк” йәш тулыу — был йәһәттән ифрат та уңайлы осраҡ. Мин, әлбиттә, Зөһрәнең ижадына тулы нарыҡ-анализ биреүгә иҫәп тотманым. Юбилей мәҡәләһендә быға дәғүә итеп тә булмайҙыр. Әгәр шағирәгә хас бәғзе сифаттарҙы тойомлата алғанмын икән — маҡсатыма өлгәшелгән, тимәк. Әйткәндәй, Зөһрә Ҡотлогилдинаның шәхес булараҡ ҡайһы бер сифаттарына сала-сарпа туҡталып китәйек әле. Тура ла, хаҡ та һүҙле ул. Берәгәйле ҡыҫҡа хәбәре менән теге йәки был хәл-ваҡиғаға, күренешкә ысын баһаһын ҡуйыр, һине уйландырыр әҙәмдәр затынан. Заманында Зөһрә менән Вьетнамға барып ҡайтҡайныҡ, һуғыштар тамамланғанына алтынсы ғына йыл. Ауыр, ләкин насар уҡ йәшәмәй халҡы. Зөһрәне үҙҙәренә — вьетнам ҡыҙҙарына оҡшатып бер булдылар бында. “Вьетнамка булһам ине лә ул”, — тип яуаплай торғайны Зөһрә. Бында мин уның башҡортлоҡтан баш тартыу уй-ниәтен күрмәнем, ә уйлы кешенең кешеләрҙең тормоштары тураһында фекер йөрөтөү даирәһен тойҙом. Ипле тәбиғәтле, хәйлә-мәкер белмәгән Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙарында ла шулай. Уның балаларға атап нәшер иткән “Әсә һөйөнөсө” тигән проза һәм “Йырсы Гөлдәр” тигән шиғырҙар китаптарында ла әҙибәнең үҙ характеры апаруҡ сағыу сағылыш тапҡан. Хәҙер мәктәптәрҙә “Тормош һабаҡтары” тигән дәрес уҡыталар. Беҙгә уҡытманылар, иллә мәгәр үттек уны тормоштоң үҙе менән. Шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина ярты быуатлыҡ ғүмерен тормоштан ныҡ һабаҡ алып үтте, ләкин ауырһынманы. Артабан да оҙаҡ йылдар шулай булыр, яҙасаҡ әҫәрҙәрендә был һис шикһеҙ сағылыш табыр. (Аҫылғужа Баһуманов) 2001 й.