Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Зәйнәб Биишева (1908-1996)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева ижады әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биттәрен тәшкил итә. Уның жанрҙары яғынан күп төрлө, идея йөкмәткеһе, художестволы формаһы, тел-стиль саралары яғынан бай һәм үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһын тәшкил итә.

Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, 1924 йылда ул Ырымбурҙағы башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға. 1929 — 1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй, ауылда яңы тормош төҙөү эшендә әүҙем ҡатнаша.

1931 йылда 3. Биишева Өфөлә уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу курсын үткәндән һуң, Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә ҡалдырыла. Тәүҙә ул башҡорт һәм татар телдәрендә сыға торған “Пионер” исемле дәреслек-журналдың яуаплы мөхәррире, аҙаҡ нәшриәттең дәреслектәр секторында мөхәррир булып эшләй.

1938 — 1951 йылдарҙа 3. Биишева төрлө гәзиттәрҙә, радиокомитетта эшләй. 1951 йылдан һуң — профессиональ яҙыусы.

Зәйнәб Биишева — төрлө жанрҙарҙа берҙәй оҫта эшләгән әҙип. Уның тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмалары, “Дуҫлыҡ”, “Серле ҡурай”, “Гөлбәҙәр” тигән драма әҫәрҙәре, балалар өсөн яҙылған әкиәттәре бар.

Зәйнәб Биишева бигерәк тә проза өлкәһендә актив эшләп килә. Уның “Яҡтыға” трилогияһына ингән “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” исемле романдары уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алынды һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде.

Үҙенең “Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар...”, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?” тигән повестарында яҙыусы йәштәр тормошоноң мөһим яҡтарын һүрәтләй.

“Мөхәббәт һәм нәфрәт” тигән китабы яҙыусының хикәйәт жанрының оҫтаһы булыуын күрһәтте.

1981 — 1982 йылдарҙа әҫәрҙәренең 4 томлы йыйынтығы баҫылып сыҡты. Күп әҫәрҙәре урыҫ телендә донъя күрҙе. Яҙыусы әҙәби тәнҡит һәм тәржемә өлкәһендә лә һәләтен һынаны. Зәйнәб Биишева йәмәғәт эштәрендә һәм әҙәбиәт өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн миҙалдар һәм өс тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнде. 1968 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булды.

Әҙибә 1996 йылда Өфө ҡалаһында вафат булды.

ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫ Зәйнәб Биишева үҙенең бер иҫтәлегендә былай тип яҙа: “Бөтә булған көсөмдө, һәләтемде, йөрәк йылымды уға, [Ватанға] тик уға ғына, һибә итергә тырыштым. Ил өсөн, халыҡ өсөн намыҫлы хеҙмәт — минең иң ҙур бәхетем булды”. Ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙҙәр! Ысынлап та, күренекле яҙыусы, һоҡланғыс кеше Зәйнәб Биишеваның бөтә тормошо, ижади эшмәкәрлеге Тыуған илгә, халыҡҡа арымай-талмай хеҙмәт итеүҙең юғары өлгөһө ул. Зәйнәб Биишева — символик мәғәнәгә эйә шәхес. XX быуатта азатлыҡ өсөн көрәш тарафынан хәрәкәткә килтерелгән хеҙмәтсән башҡорт халҡының бөйөк рухи талантын кәүҙәләндерә ул. Яҙыусының иң ҙур әҫәре — өс романдан торған “Бер ғүмерҙең тарихы” тигән трилогияһы уны башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкилдәре араһына баҫтырҙы. Трилогияны тәшкил итеүсе “Кәмһетелгәндәр”, “Уяныу”, “Яҡтыға” исемле романдар Мәскәүҙә рус телендә баҫылып сығып, төрлө милләт кешеләренең яратып уҡыған китаптарына әүерелде. Эйек йылғаһы (яҙыусының бала саҡтары үткән ер) Һаҡмарға ҡарай аҡҡан кеүек, Зәйнәб Биишева ижады күп милләтле илебеҙ әҙәбиәтенә барып ҡушыла. Яҙыусы өсөн шунан да ҙур бәхет булыуы мөмкинме?! Трилогия ни өсөн “Бер ғүмерҙең тарихы” тип аталған? Сөнки әҫәрҙең төп геройы Емештең — Октябрь революцияһын ялан аяҡ ҡаршылаған кескәй ҡыҙҙың яҙмышын һүрәтләү романдан-романға күсә килә. Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сыҡҡан бер ғүмерҙең тарихы аша тотош бер милләттең — башҡорт хеҙмәтсән халҡының — батша иҙелеүе аҫтынан социалистик тормош бейеклектәренә табан рухи үҫеш юлы һүрәтләп бирелә. Шуныһы фәһемле: Емештең тормош юлы күп йәһәттән яҙыусының үҙ биографияһын хәтерләтә. Өс йәш ярым саҡтан уҡ әсәһеҙ ҡалған Зәйнәб тә, Емеш шикелле, етемлектең, кәмһетелеүҙең бөтә әсеһен татып үҫә; Емеш шикелле үк, Зәйнәб тә бары тик революцион хәрәкәт арҡаһында ҡәһәрле тормоштан ҡотолоп, кешелек хоҡуҡтары ала. “Бөйөк Октябрь тулҡындары мине — һәммә нәмәнән төңөлгән ялан аяҡлы ҡыҙҙы гүйә упҡындан күтәреп алып аяҡҡа баҫтырҙы, нурлы мәктәп донъяһына алып инде, — тип хәтерләй Зәйнәб Биишева. — Шунда мин тәү тапҡыр Ленин һүҙен ишеттем: “Ленин — иҙелгән, кәмһетелгәндәрҙең яҡлаусыһы. Ленин — дуҫлыҡ, туғанлыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ һаҡсыһы!” Зирәк, аҡыллы ҡыҙ ун алты-ун ете йәштәрҙә иң әүҙем, ярһыу комсомолкаларҙың береһе булып китә. Зәйнәб Биишеваға “пионер” исемен йөрөтөргә тура килмәй, сөнки был ваҡытҡа пионер йәшенән сығып өлгөргән була. Ә ҡыҙыл галстуклы балалар — пионерҙар — йәш сағынан уҡ уның иң яратҡан кешеләренә әүерелә. 1924 йылдың көҙөндә Ырымбурға, Каруанһарайҙағы башҡорт педагогия техникумына барып ингәс, комсомолдағы иң тәүге эше пионервожатый булыуҙан башлана. Техникумда уҡыған йылдарҙа йәйге каникул осорҙарында үҙенең тыуған ауылы Туйымбәттә пионер ячейкаһы ойоштороуҙа ҡатнаша, техникум тамамлап, Баймаҡ районы Билал ауылына барғас, комсомол һәм пионер эшен юлға һалып ебәреүҙә ең һыҙғанып эшләй. Был йылдар Зәйнәб өсөн яҡтыға талпыныу осоро, шәхес булып формалашыу йылдарына әүерелә. Уҡыусы балалар һәм, ғөмүмән, уҡыусылар яҙыусы менән осрашҡанда ла, хаттар аша ла йыш ҡына былай тип һораусан: — Емеш образының прототибы һеҙ үҙегеҙме? “Әлбиттә, — ти 3. Биишева, — Емеш миңә бик яҡшы таныш, унда үҙемә хас тормош тәжрибәм ята. Шул уҡ ваҡытта үҙем күргән, үҙем ишеткән күп ҡыҙҙарҙың яҙмышы ла дөйөмләштерелеп алынған был образда”. Зәйнәб Биишева — оҙайлы ижад юлы үткән яҙыусы. “Гөрләүектәр араһында” исемле хикәйәһе “Октябрь” журналында 1930 йылда баҫылып сыға. Унан һуңғы йылдарҙа журналислыҡ эшенә бик ныҡ бирелеп китә, ә әҙәби ижадҡа бары тик Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ныҡлап тотона. 1941 — 1942 йылдарҙа “Өс кис”, “Партизан малай” исемле хикәйәләре донъя күрә. Унда үҫмерҙәрҙең һуғыш яландарында күрһәткән батырлыҡтары героик планда кәүҙәләндерелә. Һуғыш башланған, дәһшәтле мәлдә Зәйнәб Биишева партия сафына инә. Бөгөн Зәйнәб Биишеваны әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы тип беләләр. “Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар”, “Дуҫ булайыҡ” повестары, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?”, “Далала таң” хикәйәләре, “Мөхәббәт һәм нәфрәт”, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәттәре, “Тылсымлы ҡурай”, “Нәҙер” пьесалары, күп шиғырҙары, тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләре бар уның. Үҫмер балалар тормошон сағылдырған “Дуҫ булайыҡ” повесы рус, шулай уҡ башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡты, төрлө милләт балаларының яратып уҡыған әҫәренә әүерелде. “Кирәй Мәргән”, “Ел-ел, арбам”, “Бәхет ҡыҙы” әкиәттәрен дә кескәйҙәр һәр ваҡыт үҙ китабы тип иҫәпләй. Зәйнәб Биишеваның әҙәбиәттәге иң ҙур ҡаҙанышы — ул ижад иткән ҡатын-ҡыҙ образдарылыр, моғайын. Емеш, Бибеш, Сәғүрә, Таибә әбей, Гөлниса, Суфия, Гөлбәҙәр — бына уларҙың иң күренеклеләре, иң иҫтә ҡала торғандары. Уларҙың кешелек сифаттарын тыуҙырғанда яҙыусы тышҡы портрет, телмәр, ым-ишара, тәбиғәт күренештәрен киң һәм оҫта ҡуллана. Телдең халыҡсанлығы, халыҡтың тормош-көнкүрешен, йолаларын тәрән белеү, шуларҙы әҫәр туҡымаһына уңышлы индереү, хикәйәләүҙең иркен талғынлығы, ентекле тасуирилыҡ, сюжет үҫтерелешендә лирик сигенеүҙәр, хикмәтле легенда һәм риүәйәттәрҙең урын алыуы, һүҙҙең күп мәғәнәлелеге — былар бөтәһе яҙыусы стиленә ҡабатланмаҫ үҙенсәлек бирә. Зәйнәб Биишева ижадының ана шул сифаттары, уның яҙыусылыҡ көсө һәм сифаты “Бер ғүмерҙең тарихы” трилогияһында айырыуса сағыу балҡыны. Был әҫәр — оҙайлы тынғыһыҙ ижад емеше: 1929 йылда, Билалда уҡытҡан сағында, яҙыла башлаған был эпик полотно 70-се йылдарға аяҡ баҫҡанда ғына тамамлана. “Бер ғүмерҙең тарихы” — талмаҫ көс, тынмаҫ йөрәкле яҙыусының иң ҙур китабы, тынғыһыҙ яныуҙар емеше, сөнки яҙыусы үҙе әйтмешләй, “ижад ул йөрәк эше, йөрәк емеше”. Трилогияны күҙ уңында тотоп, 3. Биишева былай ти: “Был әҫәрҙәрем... — минең тиҫтәләрсә йылдар күңелемдә һаҡлап килгән иң мөҡәддәс теләгем ине. Һәм мин ... ошо изге теләккә ирештем. Мине, ябай башҡорт ҡыҙын, урамдан алып кеше иткән, яҙыусы иткән Бөйөк Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу көндәренә буш ҡул менән килмәүем өсөн үҙемде сикһеҙ бәхетле һанайым”. Яҙыусы был әҫәрен, айырыуса “Яҡтыға” романын киңәйтеү, камиллаштырыу буйынса һуңғы йылдарҙа күп эш башҡарҙы. Ошо трилогияның “Кәмһетелгәндәр”, “Уяныу” романдары өсөн 1968 йылда уға Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Киң ҡоласлы талант эйәһе булараҡ, 3. Биишева әҙәбиәттең һәр жанрында ялҡынланып ижад итте: шиғыр, поэма, хикәйә, повесть, роман, пьеса — һәммәһе бар. Ошо сифат — тормош материалы талап иткән әҙәби формалар менән иркен эш итеү уның публицистикаһында ла күҙгә бәрелеп тора. Унда проблемалы мәҡәлә, биографик материалға нигеҙләнгән очерк, ижади портрет, эссе һ. б. шундай жанрҙарҙы осратырға мөмкин. Әммә улар күпселек осраҡта ысын әҙәби әҫәр һымаҡ ҡабул ителә. Тормоштағы, кеше биографияһындағы теге йәки был ваҡиға, күренеш авторҙың йөрәге, фантазияһы аша үткәрелеп, мөһим дөйөмләштереүҙәргә килтерә. Яҙыусының яҡташы Советтар Союзы Геройы Суфый Суфияновтың Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы батырлыҡтарын тасуирлаған “Батыр яуҙа һынала” исемле очеркта ҡаһарманлыҡтың социаль һәм рухи нигеҙҙәре хаҡында уйланыуҙар әҫәрҙең философик-публицистик пафосын тәшкил итә. “Бәхетле, осраҡлы шарттарҙың ыңғай тура килеп тороуымы, әллә ир-егеттең тәбиғи характерынан килеп сыҡҡанмы был батырлыҡ?” — тигән һорауға яуап эҙләйем, ти яҙыусы. Һәм быға берҙән-бер дөрөҫ яуап бирелә: “Социалистик ысынбарлыҡ шарттарында совет кешеһендә тәрбиәләнгән төп сифат — Ватанды һөйөү. Ошо сифат Ватан өсөн бөйөк һынау килгән көндәрҙә совет һуғышсыһын тиңдәшһеҙ батырлыҡҡа рухландырҙы”. Күренеүенсә, конкрет бер кешенең тормош биографияһына бәйләп һәр кемде тулҡынландырған, уйландырған, берләштергән мораль-этик проблема күтәрелә. Публицистың ошо сифаты “Яҡшылыҡ”, “Хеҙмәттә икән бәхет...” тигән мәҡәләләрендә асыҡ сағыла. Беренсеһендә рус ҡатыны врач Мария Матвеевнаның бер башҡорт балаһын Бөйөк Ватан һуғышы барған ауыр мәлдәрҙә ихлас күңелдән дауалауын һүрәтләү аша ике халыҡ араһындағы ҡайнар дуҫлыҡ күрһәтеп бирелә, икенсеһендә “яҡшылыҡ” төшөнсәһе кешеләрҙең социаль асылын күрһәтеүсе мөһим сифат итеп тасуирлана. Зәйнәб Биишева публицистикаһының байтаҡ өлөшө әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре хаҡында. М. Горький, Һ. Дәүләтшина, М. Йәлил, А. Алиш, С. Агиш, Б. Вәлид, Һ. Таҡташ, Х. Мохтар тураһындағы очерктарҙы тулҡынланмай уҡыу мөмкинме?! Уларҙағы һәр юл — тормош һәм әҙәбиәт, ижад кешеһе һәм халыҡ хаҡында уйланыуҙарҙың сағылышы. М. Горькийға арнап яҙылған “Остаҙыбыҙ” очеркында ошондай тәрән мәғәнәле юлдар бар: “Рус әҙәбиәтенең иҫ киткес вәкилдәре — бөйөк гуманистары А. С. Пушкин, Л. Н. Толстой. И. С. Тургенев, Ф. М. Достоевскийҙар беҙгә халыҡҡа оло мөхәббәт, тәрән хөрмәт менән ҡарарға, халыҡ ҡайғыһы менән ҡайғыланып, шатлығы менән шатланып йәшәргә өйрәтте, халыҡтың ауыр тормошон, яҡты рухын иң ғали юғарылыҡҡа күтәреп данларға өндәне, уның уйын, теләген, ынтылыштарын бөтә тәрәнлегендә яҡтыртыу — яҙыусының иң изге бурысы икәнлеген төшөндөрҙө... Ә А. М. Горький әҫәрҙәре беҙҙе иҙелгәндәр, кәмһетелгәндәр тормошон бөтә ҡатмарлылығы, ауырлығы һәм ғалилығы менән яҡтыртырға ғына түгел, ә иҙелгәндәр бәхете өсөн көрәшергә һәм еңергә өйрәтте”. Был юлдарҙа Зәйнәб Биишеваның, яҙыусы булараҡ, әҙәбиәттең тормоштағы урынын, үҙ ижад позицияһын билдәләүе ята. Халыҡҡа оло хөрмәт, тәрән мөхәббәт менән ҡарау, кәмһетелгән, иҙелгәндәрҙең бәхете өсөн үҙҙәрен аямай көрәшеүсе батырҙарҙы тасуирлау — яҙыусы Зәйнәб Биишеваның төп ижад принцибы булды. “Серле ҡурай”, “Нәҙер” драмалары, “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдары халыҡ тормошоноң ҡатмарлы яҡтарын юғары художество көсө менән яҡтыртыуы арҡаһында яҙыусыға оло хөрмәт килтерҙе, уны халыҡ яҙыусыһы итте. Тормош, сәнғәт, рәссам проблемаһы башҡа очерктарҙа тағы ла конкретлаштырыла, киңәйтелә, тәрәнәйтелә төшә. Мәшһүр татар шағиры Һаҙый Таҡташтың ижады һәм ғүмер юлы тураһында уйланып, “Ҡанатлы йәшлек” тигән әҫәрендә Зәйнәб Биишева былай тип билдәләй: “Ҡартайыу ҙа, онотолоу ҙа юҡ уға. Халыҡ күңелен шиңмәҫ сәскәләр менән байытып киткән ғали йәндәргә ҡартлыҡ та, үлем дә хас түгел. Улар йыр булып мәңге йәшәр өсөн, һәр осорҙоң үҙ замандашы булып йәшәр өсөн тыуалар”. Аңлашылыуынса, ижадсының үлемһеҙлеге, барыһынан да былай, уның халыҡҡа күрһәткән изгелеге буйынса билдәләнә. Яҙыусының ошо ҡарашы уның публицистикаһындағы “Халыҡ — һоҡланғыс йырҙар оҫтаһы”, “Башҡорт халыҡ бейеүҙәре хаҡында” кеүек проблемалы мәҡәләләрендә лә үҫтерелә. Уларҙа башҡорт йыр һәм бейеү сәнғәтенең ҡайһы бер бәхәсле мәсьәләләре күтәрелә. Уларҙы ыңғай хәл итеүҙә яҙыусы-публицист ошондай бер принциптан сығып эш итергә кәрәк тип иҫәпләй: әҙәбиәт, сәнғәттең төп көсө һәм бурысы уларҙың ысынбарлыҡты тулы, дөрөҫ сағылдырыуында. Ошо айҡанлы “Халыҡ — һоҡланғыс йырҙар оҫтаһы” исемле мәҡәләлә былай тип билдәләнә: “... халыҡ йырҙы алтын өсөн түгел, халҡы өсөн йырлаған”. Ысын йөрәктән сыҡҡан йырҙың кешелә юғары эстетик тойғолар тәрбиәләүен әйтеп, ҡайһы бер шағир һәм композиторҙарҙың халыҡтың классик йыр традицияларынан ныҡ ситләшеүен һәм һөҙөмтәлә йыр түгел, ә таҡмаҡ тыуҙырыуын билдәләй яҙыусы. Йыр — шиғырҙан башлана. “Композиторҙы көй сығарырға иң элек шиғыр үҙе дәртләндерергә, үҙенең йөкмәткеһе, ҡабатланмаҫ образлылығы менән тәүге музыкаль өндәрҙе аңғармаҫтан әйтеп торорға тейештер”, — тип уйлай 3. Биишева. Был мәҡәлә бынан тиҫтәләрсә йылдар элек яҙылған. Ә ундағы фекер, ҡайһы бер бәхәсле урындар барлығына ҡарамаҫтан, әле лә актуаль яңғырамаймы ни? Йыр яҙыусы шағирҙарыбыҙ, композиторҙарыбыҙ уйланаһы урындар бик асыҡ билдәләнгән бит. Яҙыусыны тулҡынландырған, тынғылыҡ бирмәйенсә борсоған социаль, мораль-этик, философик мәсьәләләр, ҡоро аҡыл һатыу рәүешендә бирелмәйенсә, һүрәтләнгән герой, хәл-ваҡиға, күренештәрҙең тел төбө, образлы айышы, шуларҙың логик һығымтаһы рәүешендә килеп сыға. Уларҙың һәр ҡайһыһында йөрәк аша үткән аҡыл, кисерелгән фекер ярылып ята. Шуға ла тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән яҙмалар тулҡынландыра, күңелде, зиһенде арбай. Ошо урында яҙыусының Хәсән Мохтар хаҡында әйткән һүҙҙәрен килтерге килә: “Эйе, Мохтар дуҫ урта-маҙар эшләүҙе, ары-бире ойпалап ҡотолоуҙы белмәй торған яҙыусы ине... Эш өсөн бөтә йөрәктән янып-көйөп, үҙен-үҙе аямай, бөтә һәләтен бирә белә торған һоҡланғыс кеше ине”. Зәйнәб Биишеваның үҙ әҫәрҙәре лә бына шундай сифаттарға эйә: улар урта ҡулдан ары-бире ойпаланмаған, бөтә күңелдән эшләнгән. Зәйнәб Биишева публицистикаһында бик ҡыҙыҡлы бер күренешкә тап булына: тәү ҡарашҡа ул үҙенең сығыштарында башҡа кешеләр, үҙе күргән-ишеткән ваҡиғалар тураһында һүҙ алып барған һымаҡ. Иғтибарлыраҡ ҡараһаң инде, йыш ҡына уларҙа яҙыусының үҙ шәхесе хаҡында һүҙ бара булып сыға. “Боевой иптәш, тоғро дуҫ” исемле иҫтәлектә, мәҫәлән, Зәйнәб тигән йәш башҡорт ҡыҙының Ырымбур ҡалаларына беренсе тапҡыр барып уҡырға кереүе һәм шунда тәүге тапҡыр “Башҡортостан” гәзитен ҡулына алып уҡыуы тасуирлана. Ошонда беҙ яҙыусы биографияһындағы бик мөһим бер мәл менән осрашабыҙ. Был гәзиттә: “Башҡортостандың ҡайһылыр иң төпкөл райондарының береһендә 14 йәшлек ҡыҙҙы малға һатып ебәргәндәр”, тигән хәбәр уҡый. Ҡыҙҙы тулҡынландырғаны был түгел — ул хатта бының башҡаса булырын белмәй ҙә. Ҡыҙҙың иҫен китәргән, аптыратҡан яғы — ҡыҙҙарҙы һатмаҫҡа мөмкин булыуы! Һәм ҡыҙ бала ошо тәьҫирҙән әҫәрләнеп шиғыр яҙа. Зәйнәб Биишеваның беренсе шиғыры була был. Был типтағы әҫәрҙәрендә Зәйнәб Биишеваның художестволы проза стиле балҡып китә. Хикәйәләүҙәге текемле-лек, һөйләм конструкцияларының һығылмалылығы, сюжеттың эҙмә-эҙлелеге һәм көсөргәнешлеге алғы планға сыға. Уларҙа фекерҙең эмоционаллеге, тасуирилығы көслө. Шуға күрә, был төркөм сығыштарға ҡарата яҙыусы публицистикаһы тигән билдәләмәне ҡулланырға кәрәк. Ошо йәһәттән ҡарағанда “Үткән юлдар, уҙған йылдар...” исемле автобиографик яҙмалары үҙе бер күренеш. Жанр йәһәтенән ул автобиографик повесть менән эссе үҙенсәлектәрен туплаған. Унда автор үҙ тормошоноң айырым мәлдәрен ысын реалистик прозалағыса ентекләп һүрәтләп биргән урындар айырыуса иҫтә ҡала (бала саҡты тасуирлаған өлөштәргә был бигерәк тә хас); шул уҡ ваҡытта яҙыусы һәм заман, әҙәбиәт һәм тормош, тәбиғи талант һәм ижтимағи тормош шарттары һ. б. шуның шикелле төшөнсәләр хаҡында кинәйәләп уйланыуҙар ҙа йыш осрай. Тәүҙә үк ошондай бер фәһемле өҙөккә тап булына: “Дөрөҫөн әйткәндә, мин бала сағымды иҫкә алырға һис тә яратмайым. Кемдең, һис юғы уйҙа ғына булһа ла, яҡтынан ҡараңғыға ҡайтҡыһы килһен инде?! Ләкин үтелгән оҙон юлдың тәүге һуҡмаҡтары, уҙған шаулы йылдарҙың төп сығанаҡтары шунда — бала саҡта ята бит. Улай ғына ла түгел, алда үтәһе юлдарға, уҙаһы йылдарға әле булһа шауҡымы ҡағылып ята ул бала саҡтың. Шулай булғас, үҙеңдең тормош һәм ижад юлың хаҡында һөйләргә йыйынғанда бала саҡты иҫкә алмай уҙырға мөмкинме һуң? Әлбиттә, юҡ”. Был юлдарҙа бөгөн һәм һәр саҡ онотолмаҫҡа тейешле бер хәҡиҡәт күҙаллана. Бала саҡта күңелгә төшкән орлоҡтар ғүмер буйына шыта, шуға күрә матурлыҡ, изгелек, кешелеклек төшөнсәләре бала саҡтан һалыныуы хәйерле. Яҙыусы һәм уның тормоштағы урыны, яҙыусы һәм заман, талант һәм хеҙмәт тураһында уйланғанда, Зәйнәб Биишева ошондайыраҡ ҡарашта тора: “Миңә юғары уҡыу йорттарында уҡырға тура килмәне. Ләкин мин ғүмер буйы уҡыным. Эшләнем һәм уҡыным. Совет ҡоролошо, илдә социализм өсөн, коммунизм өсөн барған героик көрәш фронты — минең өсөн иң ҙур университет булды. Мин ни ҙә булһа өйрәнмәй, уҡымай торған көндәремде белмәйем. Сөнки яҙыусы, хатта ул ниндәй генә уҡыу йортон тамамламаһын, даими уҡымай, үҙенә талапсан булмай, үҙ өҫтөндә эшләмәй икән, иң мөһиме — өҙлөкһөҙ халыҡ йөрәгенә мөрәжәғәт итмәй икән, ул барыбер заман менән тиң баҫа алмай. Заман талабына торош итерлек әҫәр ижад итә алмай. Шуға күрә яҙыусының иң мөһим һәм беренсе бурысы — даими уҡыу, өйрәнеү”. “Кәмһетелгәндәр”, “Уяныу”, “Яҡтыға” романдарына бәйле рәүештә әйтелгән фекерҙәр уҡыусыларға ла, әҙәбиәт белгестәренә лә ҡыҙыҡлы булыр һымаҡ: “... эйе, трилогия — социаль-тарихи роман. Ләкин тарихҡа иллюстрация түгел. Дөрөҫөрәге, ул кеше рухының, уның эске донъяһының үҫеш эволюцияһы, яңы йәш быуындың тыуыу, күтәрелеү, формалашыу тарихы... Әлбиттә, былар бөтәһе лә минең үҙем яҡшы белгән тормош күренештәре аша, үҙ ҡарашым, үҙемә хас тормош һәм ижад тәжрибәм аша кәүҙәләнеш тапҡан. Сөнки ижад ул йөрәк эше, йөрәк емеше”. Зәйнәб Биишева публицистикаһында, шулай итеп, яҙыусының үҙ тормошо һәм ижады менән бәйле мәсьәләләр ҙә, заманыбыҙға һәм замандашҡа ҡағылышлы байтаҡ ҡараштар ҙа сағылыш таба. Әҙәбиәт һәм сәнғәт проблемаларына ҡараған, сәнғәттә интернациональ һәм милли үҙенсәлектәр хаҡындағы уйланыуҙар, әҙәби тәнҡиттә ихласлыҡ һәм талапсанлыҡ, ижтимағи тормошта халыҡтар араһында дуҫлыҡ темаһына бәйле сентенциялар айырыуса заманса яңғырай. Шул уҡ ваҡытта Зәйнәб Биишева публицистикаһының башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш юлдарын, уның башҡа туғандаш әҙәбиәттәр менән бәйләнештәрен, шулай уҡ күренекле яҙыусының үҙ ижадын өйрәнеүҙә билдәле әһәмиәте бар. Зәйнәб Биишева — һәр саҡ тынғыһыҙ ижад итеүсе рәссам. Ул Н. Гоголдең “Тарас Бульба”, И. Тургеневтың “Бежин туғайы”, А. Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы”, Л. Кассилдең “Минең ҡәҙерле малайҙарым” әҫәрҙәрен, С. Аксаковтың, А. Чеховтың, М. Горькийҙың хикәйәләрен башҡортсаға тәржемә итте. Бынан тыш төрлө йылдарҙа “Пионер” журналында, Башҡортостан китап нәшриәтендә, Башҡортостан радиоһында редактор булып эшләй, төрлө баҫмаларҙа редколлегия ағзаһы булып тора, Башҡортостан һәм РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана. Башҡорт совет әҙәбиәтен үҫтереүҙәге күренекле хеҙмәттәре өсөн Зәйнәб Биишева ике тапҡыр Почет билдәһе ордены, миҙалдар, РСФСР һәм БАССР Верховный Советы Президиумының Почет Грамоталары менән бүләкләнә. Уға “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән исем бирелә. Эйе, тормош төпкөлөнән, хеҙмәтсән халыҡ ҡатламдарынан сығып, һоҡланғыс ижад бейеклектәренә күтәрелгән Зәйнәб Биишева ысын-ысынлап халыҡ яҙыусыһы һәм был хәҡиҡәт йылдар үткән һайын асығыраҡ була бара. (Тимерғәле Килмөхәмәтов) 1998 й.