Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Тимер Йосопов (1938)

Тимер Йосоп улы Йосопов 1938 йылдың 31 майында Башҡортостандың Дыуан районы Әпсәләм ауылында тыуа. Өлкөндө урта мәктәбен тамамлағас, Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында эшләй, аҙаҡ Ҡыйғы районы гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр була. 1962 — 1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Бөрйән районы Асҡар урта мәктәбендә уҡыта, Өфөлә “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайтҡас, 1983 — 1988 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары була. Тимер Йосоповтың “Икмәк еҫе”, “Йылдар сылбыры”, “Алтын туҙан”, “Усаҡ яна”, “Хәтеремдең тере ҡуҙҙары”, “Ташҡын”, “Олатайҙар юлы”, “Ҡая өҫтөндә уйланыу” тигән шиғри йыйынтыҡтарын уҡыусылар ихлас ҡабул итте. Мәскәүҙә рус телендә “Снежное поле” исемле китабы баҫылып сыҡты.

“Беште ер еләккәйҙәре” китабы өсөн Тимер Йосоповҡа 1998 йылда республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.

1988 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән исемгә лайыҡ булды.

1971 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ТЫНЛЫҠТА УЙЛАНЫУҘАР Күңелдә гел борсоулы бер һорау йөрөй: беҙҙең шиғырҙарҙы уҡыйҙармы, юҡмы? Минеңсә, уҡымайҙар, сөнки беҙҙең гәзит-журналдарҙа баҫылған шиғырҙар тураһында уҡыусыларҙан бер кемдең бер ниндәй һүҙ әйткәне юҡ. Иғтибар иттем: “Ағиҙел” журналындағы “Беҙгә яҙалар” тигән яҙмаларҙа шиғырҙар тураһында ләм-мим бит. Бәлки, шағирҙар һәр береһе үҙҙәренең уҡыусыларынан айырым-айырым хат ала торғандыр? Был хәл — шиғри әҫәрҙәрҙе уҡыу ғәҙәткә инмәгәнгәме, әллә интеллект етмәйме, әллә бөтөнләй ҡул һелтәйҙәрме? Үҙемдән сығып (үҙемдән тип әйткәнгә ғәфү итегеҙ, сөнки башҡорт шағирҙары араһында мин иң өлкәнемен, шиғри тәжрибәм дә күберәктер, “мин” тип һүҙ ҡушырға ла әҙерәк хаҡым барҙыр) шуны әйтә алам: минең башҡорт телендә гәзит-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан шиғырҙарым тураһында бер-ике кешенән башҡа хат алғаным булманы. Был хәл беҙҙең башҡорт, татар уҡыусылары өсөн характерлы бер хәлме, әллә минең яҙғандар кешеләрҙең күңеленә хуш килеп бөтмәгәнме? Улай тиһәң, урыҫ теленә тәржемә ителгән шиғырҙарым, китаптарым тураһында урыҫ кешеләренән байтаҡ хаттар алған саҡтарым булды. Дөрөҫ, осрашҡан, күрешкән саҡтарҙа ҡайһы бер ҡәләмдәштәрҙән маҡтау һүҙҙәре лә ишеткәнем бар. Бер ваҡыт мин дә Рәсүл Ғамзатовтың яңы шиғырҙарын маҡтағайным, ул үҙ акценты менән: “Спасибо, но пиши об этом”, — тине. Ысынлап та, яҙырға кәрәктер. Шуның өсөн дә Тимер Йосоповтың “Ағиҙел” журналында (12-се һан, 1995 йыл) баҫылған шиғырҙары тураһында яҙырға булдым. Бында мин был яҙыуҙарым менән ниндәйҙер бер ҡалыпҡа һуғылғаныраҡ тәнҡит мәҡәләһенә оҡшатырға тырышмайым, күрәһегеҙ, төп мәсьәләгә күсер алдынан инеш һүҙем дә оҙаҡҡа һуҙылды. Шиғырҙар шәлкеме лә, журналдың һаны ла “Йөрәккәйем китә өҙөлөп” тигән шиғыр менән асыла. Яҙҙар етте инде, Йырындарҙан Ҡар һыуҙары аға һыҙылып. Тамған ғына саҡта тамсыларҙың Билкәйҙәре китә һығылып... Миңә ҡалһа, һыуҙарҙың һыҙылып аҡҡаны, тамсыларҙың биле һығылыуы, шиғри образ булараҡ, миңә килеп етмәһә лә, әгәр ҙә шағир уларҙы шулай итеп күҙ алдына килтерә икән, күрә икән, ризаһыҙлыҡ белдереп булмай. Бер йылда шул тиклем шиғыр яҙылғас, уларҙы һанап ҡараным: 25 шиғыр! Бер йылға — 25! Ҡасандыр, 1950 — 1951 йылдарҙамы, А. Фадеевтың: “Быйылғы йыл Михаил Исаковский өсөн бик уңышлы йыл булды — 13 йыр яҙҙы”, — тигән һүҙҙәре хәтергә килде һәм шулай уҡ үҙемдең Мәлих Харисҡа арналған шиғырымдағы юлдар иҫемә төштө: ...Бөтә ғүмерең шулдыр: Егерме туғыҙ йәшеңдә — Егерме туғыҙ шиғыр. Әгәр ҙә Мәлих Харис 29 йәш йәшәп, 29 шиғыры менән шиғриәттә урын алһа, тимәк, Тимер Йосопов Мәлих Харистың бөтә ижади ғүмерен бер йылда үткән тигән һүҙ. Был яҡшымы, яманмы? Һис тә яман түгел. Мәлих Харис быуыны һәм шағирҙың яҙмышы менән Тимер Йосопов быуыны һәм был шағирҙың яҙмышында айырма ҙур. Тимер Йосоповтың шулай әүҙем эшләүе тәбиғи, уны хупларға ғына ҡала. Мәҡәләнең башын юҡҡа ғына “Тынлыҡта уйланыуҙар” тип ҡуйманым, сөнки Тимер Йосопов тәбиғәте менән тынлыҡта уйланыусы шағир. Бындай уйланыу ысын шиғриәткә хас һәм Хәсән Назарҙың ошо уҡ журналда баҫылған шәлкеменән бер шиғырындағы фекер менән килешмәү мөмкин түгел: Бар ул беҙҙә сәхнә шағирҙары, Яңрай шиғыр залды тултырып. Бер ҙә күңел тулмай Һин уларҙы Уҡығанда яңғыҙ ултырып. Тимер Йосоповтың ошо шиғыр шәлкемен, дөрөҫөрәге, йыйынтығын, Хәсән әйткәнсә, яңғыҙ ултырып уҡығанда ысынлап та күңел тула. Был уның шәлкемдәге икенсе шиғырынан башланды. Бында инде һыуҙар ҙа һыҙылып аҡмай, тамсыларҙың да биле һығылмай, бөтәһе лә тәбиғи, бер төрлө бөҙрәләтеү юҡ, ә йөрәккә осҡон булып инеп, күңелде тағы ла ялҡынландырып ебәрә. Бына ул юлдар: ...Ирҙәр йәне нисек түҙҙе Колониаль ҡыҫымға? Ситтәр гел алла ҡашҡаһы, Башҡортомдан башҡаһы. Башҡорт башына етте шул Килгән-киткән батшаһы. ...Постаментта үрә ҡалҡа Салауаттың ҡашҡаһы. Ошо шиғырҙы уҡығас, Тимер Йосоповтың бынан бер нисә йылдар элек, бер ҙур шағирҙың шиғырын миҫалға килтереп, бына ниндәй глобаль образ, тип, уға иҫе китеп, бына беҙ нисегерәк яҙырға тейешбеҙ тигәнерәк фекер әйткәне иҫкә төштө. Ул “глобаль” образдың йөрәккә ятырлыҡ бер нәмәһе булмағанлығын, шиғырҙың йөрәк аҡылы менән түгел, ә зиһен аҡылы менән яҙылғанын төшөнмәүе өсөн эстән генә уға бик ризаһыҙлыҡ белдергәйнем. Бына был шиғыр һис тә глобаль образға ҡоролмаған, асылда мөхәббәт. Тыуған илеңә, милләтеңә, телеңә мөхәббәт тойғоһо әсенеү аша, йөрәк әрнеүе аша бирелгән. Йөрәк әрнеүһеҙ булған мөхәббәт тә мөхәббәт түгел. Әгәр ҙә бөйөк Лермонтов: “Прощай, немытая Россия”, — ти икән, унда ниндәй әрнеүле мөхәббәт! Әгәр ҙә Тютчев: “Умом Россию не понять, аршином общим не измерить, у ней особенная стать — в Россию можно только верить”, — тиһә, ғорурланыу тойғоларында асылда әрнеү ята: аҡылың менән аңлап булмаған, йөрәгең менән тоя белмәгән илдә нисек йәшәргә мөмкин һуң? Әгәр ҙә шағир әсенеүҙе тоймаған хәлдә, был әсенеү беҙҙә, уҡыусыла, тыуа. Эйе, урыҫ үҙ илен урыҫса яратһа, хәҙер инде беҙ, Аллаға шөкөр, үҙ еребеҙҙе башҡортса ярата алабыҙ. Элек бындай яратыуҙы милли сикләнеү тиҙәр ине, ә бит бындай “сикләнеү” “һөйәм һине, туған халҡым, ерем” тип боғаҙ ярыуҙан, күкрәк ҡағыуҙан йөҙ тапҡыр тәьҫирлерәк. Был әрнеү халыҡтар дуҫлығы тигән ялғандың беҙҙең аңда һаман йәшәп ятҡанында айырыуса ҡәҙерле. Эйе, шағир йөрәге әрней икән, тимәк, ул яралы. Яралы йөрәк хаҡында көн-төн йырлау китте. Кемдер өсөн ауыр һүҙ ҙә яра (дөрөҫ, кеше һүҙе кешене лә үлтерә), әммә шағир йөрәгенең яраһы, йырҙа йырланғанса, радио аша тапшырылғанса, ваҡ-төйәк яра түгел, ул юғарыраҡ яра — ил яҙмышы, ер яҙмышы, милләт яҙмышы, халыҡ яҙмышына бәйле яра. Беҙҙә шағирҙарға ҡарата ғәҙәткә ингән, тапалып бөткән аныҡлауыс йәшәп килә: “Уның, — тиҙәр, — үҙ тауышы бар”. Үҙ тауышы булмаған шағир шағир буламы ни? Улайға китһә, талантһыҙҙың да үҙ тауышы бар, ләкин ул ысын шиғриәт тауышы түгел. Минеңсә, шағирҙың тик үҙенә хас шиғриәте, үҙ шиғри донъяһы булырға тейеш. Тимер Йосопов ана шундай шағир. Уның үҙенә генә хас фекер ағышы, шиғри образдарҙың ҡоролошо, системаһы, алымы, шиғри интонацияһы, хатта һүҙҙәрҙең яңғырашы, әйтәйек, тәбиғәттең үҙ поэтик күренеше менән дә бер кемгә оҡшамаған. Дөрөҫ, уның поэтик образдары урыны менән саманан тыш үтә нескәлеге менән шиғырҙың бәҫен төшөрөп ҡуйған осраҡтары бар, ул хаҡта һүҙ алдараҡ булыр. Тимер Йосопов, өҫтә әйткәнемсә, йөрәк әрнеүле шағир. Ысын шағирҙың башҡа төрлө булыуы мөмкин түгел. Шәлкеме араһында берҙән-бер һигеҙ юллыҡ шиғыр бар, мин уны тулы көйө бында күсерәм: Эҫе йәшем ағып китә Йөҙөмдәге һырҙарҙан. Ҡайһы саҡта бәлә көтәм, Дан көтмәйем йырҙарҙан, Һис ваҡытта һатыу итмәм Булмаған даным менән. Ҡара менән йыр яҙманым, Йыр яҙҙым ҡаным менән. (Һуңғы ике юлды, миңә ҡалһа, “Ҡара менән йыр яҙһам да, яҙылды ҡаным менән; тип әйткәндә, һәйбәтерәк булмаҫмы икән тип уйларға баҙнат итәм.) Бәлә һәм дан... Был төшөнсәләр — “Ғүмер” тигән таяҡтың ике башы. Ижадта дан ҡаҙанғандар ижади бәләнең ни икәнен дә белмәй. Ижадтағы бәлә — ул эскерһеҙлек бәләһе, дөрөҫлөктө ярып һалыу, ҡыйыулыҡ, ялғанламау, ялағайланмау, ике йөҙлөләнмәү бәләһе. Үткән тоталитар заманда дөрөҫтө әйтеп кемдең дан ҡаҙанғаны, төрлө исемдәр яулағаны булды (мин бында Башҡортостан шарттарын күҙ алдында тотам. Мәҫәлән, дөрөҫтө әйткән мәскәүҙәр сит илгә китте йә булмаһа көсләп ҡыуылды)? Ҡан менән яҙылған шиғырҙар бер ваҡытта ла ысын шағирға дан килтермәне, әммә һуғышта аҡҡан ҡан менән һатыу итеүҙәр дан килтермәне түгел. Тимер Йосопов үҙ тәбиғәте буйынса бер ни менән дә һатыу итеүселәрҙән түгел. Бындай кешеләргә һиҙелер-һиҙелмәҫ иҫкән ғәмһеҙлек еле лә йөрәгенә килеп ҡағыла — шуның өсөн дә шағирҙың: “Бөтәһе лә миңә ҡағыла шул”, — тип әйтеүе юҡҡа түгел. Шағирҙы бәләкәй генә яҡшылыҡ та шатландыра, ваҡ ҡына ғәҙелһеҙлек тә көйөндөрә. Көндәлек тормошта осраған төрлө йыртҡыслыҡҡа күнегеп бөтмәһәк тә, әммә ата — улды, инә — ҡыҙҙы, оло — кесене, кесе — олоно белмәгән төрлө яман күренештәргә күнегеп килгән саҡтарҙа шағир йөрәге баш күтәрә икән, ул уның кешелеклеге тураһында һөйләй. Шағир, мәҫәлән, өлкәндәргә булған ҙур ихтирамлы хистәрен йәшермәй. Бигерәк тә һуғыш ветерандары алдында баш эйеп, “мылтыҡ тауышын да ишетмәгән, дары еҫкәмәгән еүеш танау”ҙарға, ололарҙың йөҙөн йыртҡан “көҙгө әтәстәр”ҙең ҡыланыуҙарына, хатта уларға һыртын ҡуйған кишер танаулы “яңы батша”ларға ла шағирҙың нәфрәте ҙур. Шағирса әйтелгән тағы бер хәҡиҡәт: Үксәгеҙгә хәҙер баҫып киләм, Ауылымдың уйсан ҡарттары. Йәмғиәттә һеҙҙең урынығыҙ — Түрәләрҙең ишек арттары... Был үҙәкте өҙгөс хәҡиҡәт бөтәбеҙҙең башынан үткән һәм һаман да үтә килә, тик йәмғиәттең һайланмалары ғына бындай түбәнлектән азат. Хәҙер инде шиғырҙың һуңғы юлдарына иғтибар итәйек: Әүәлге лә инде түрәләрҙең Биләмәһе һаман үрҙәрҙә. Килгәндәрҙең урыны — ишек төбө, Киткәндәрҙең урыны гүрҙәрҙә. Бындай хәҡиҡәттең раҫлығына башҡа бер ниндәй һүҙ ҙә өҫтәп булмай. Былар бөтәһе лә өҫтә ятҡан, барыбыҙҙың да күҙенә сағылған, ләкин Тимер Йосопов кеүек шиғырға әйләндерә алмаған, әйләндерә белмәгән нәмәләргә шағир тәрәнерәк ҡарап, тәрәнерәк төшөп фекер йөрөтә башлай: — Донъя хөрриәт! — тип Ашыныуҙар. Шашыныуҙар китте күпкәрәк. Тарих даръяһының ләме ләм дә, Ынйылары батҡан төпкәрәк. Бөтәһе лә үтер, Шау-шыу тыныр, Күпкә түҙҙек инде, түҙ, бәндә. Ынйы сыҡмай, Бары ләм сыға шул Болғансыҡта балыҡ һөҙгәндә. Үткәндәрҙең ләме өҫкә ҡалҡа, Шау-шыу китте инде күпкәрәк. Тарих даръяһының ынйылары Күңелемә батҡан төпкәрәк... Шул ынйыларһыҙ бит халыҡ та юҡ, шағир ҙа юҡ. Шул ынйылар тураһында уйланыу, өҙгөләнеү үҙе генә лә шағир донъяһының уй офоҡтары ниндәй киңлектә булыуы тураһында һөйләй. Икенсе төрлө әйткәндә, был халыҡсанлыҡ тип атала, ә халыҡсанлыҡҡа ирешеү, үҙ сиратында, ана шул төпкөлдәрҙән, төпкөлдәгеләрҙән килә. “Миңә ҡағыла” тигән шиғырға (автор уны “шәлкем” тип атаған) айырым туҡталғы килә. Эйе, шағир күңеленә ҡағылмаған нәмә юҡ. Бик күп ҡабатлана торғас, трафаретҡа әйләнә яҙған “әгәр ер шары сатнаһа, уның ярығы шағир йөрәге аша үтергә тейеш” тигән Генрих Гейненың ҡанатлы һүҙен — шиғриәттең бөтә мәғәнәһен асып бирә торған һүҙен — ҡабатларға теләмәһәм дә, ҡабатламай сарам юҡ, сөнки һәр ысын шағирға үтә әрнеүле яныу (урыҫса әйткәндә, “высокая боль”) хас ҡына түгел, ул — рухи сифат та, бөтә булмышы ла, бөтә шиғри һулышы ла. Был үтә әрнеү төрлө шағирҙа төрлө кимәлдә була торғандыр. Әгәр Пушкин “Клеветникам России” тигән шиғыры менән үҙ фекерен үҙ кимәлендә, үҙ милли күҙлегенән, үҙ милли юғарылығынан фекер йөрөтһә, Туҡай ҙа “Китмәйбеҙ” тигән шиғырында шул уҡ кимәлдә үҙ фекерен ярып һала икән, тимәк, уларҙың икеһен дә бер үк нәмә — кеше өсөн иң мөҡәддәс төшөнсә — ил яҙмышы, милләт яҙмышы, халыҡ яҙмышы борсой. Был ике бөйөк шағирҙың исемен һәм шиғырҙарын иҫкә алыуым юҡҡа түгел, сөнки шағир өсөн йөрәкте әрнеткән нәмәләр бихисап, ләкин нимә тураһында, ниндәй кимәлдә әрнеүең мөһим. Был мәҡәләне уҡыусылар ғәфү итһен — ҡасандыр бер яҙмамда: “Маҡтауға бик һаранмын, ә маҡтай башлаһам, сама белмәйем”, — тиеберәк әйткәйнем. Был осраҡта ла самаламауҙар була ҡалһа, шуны әйтмәксемен: Ҡөрьәнде шиғыр менән яҙылған, тиҙәр. Ғәрәп телен белмәгәс, уның яҙылыу нескәлектәрен аңлауы ауыр, әммә Ҡөрьәндең көйләнеп уҡылыуы уның шиғыр менән яҙылыуын иҫбатлай. Ә бит Ҡөрьәндең шиғри юлдарын кешеләргә еткерә торған махсус кешеләр бар. Ә бына беҙҙең ысынбарлыҡта шиғыр юлдарын халыҡҡа еткереүсе бармы? “Бар! — тиерҙәр. — Уҡытыусылар бар. Сәхнәнән уҡыусы, һөйләүсе артистар бар!” Эйе, шағир ижады тураһында дәрес биреүсе уҡытыусылар бар. Эйе, сәхнәнән шиғыр уҡый торған артистар бар. Улар, ғәҙәттә, күңелде ҡытыҡлай торған (уны ни менән генә ҡытыҡламайҙар!) шиғырҙарҙы уҡыусан. Шиғыр шулай уҡ көйгә һалып уҡыла — йырлана. Тимәк, шиғыр халыҡҡа еткерелә тип әйтеп була, әммә мәсьәлә шунда: ниндәй шиғырҙар еткерелә һуң? Хәҙер бит, ғәҙәттә, шиғриәткә яҡын да килмәгән “шиғырҙар” мөңрәүле көйгә һалынып, магнит таҫмаһына яҙылып, көн-төн яңғырағанда, шиғырҙарында ысын шиғриәт, көйҙәрендә ысын сәнғәт барлығын тойорға, аңларға, төшөнөргә ваҡыт бармы ла, төшөндөрә торған кешеләр бармы? Уларҙы, ысын сәнғәт, ысын шиғриәт өсөн көрәшеүселәрҙе, көндөҙ сыра яндырып эҙләү хәленә ҡалдыҡ. Беҙҙең шиғриәтебеҙҙә “Ҡөрьән аяттарына тиң булырлыҡ шиғри юлдар бар, уларҙы кеше күңеленә кем еткерә? “Баш осонан болот ағыла бит” тигән юлдарҙың тәрән хәүефлеген кеше йөрәгенә һалып, уны йоҡоһонан кем уятырға тейеш һуң? Ундай шиғри юлдарҙың бер ваҡытта ла көйгә һалынғаны юҡ. Дөрөҫ, һәр ваҡытта, һәр сәғәттә “баш осонда болот ағыла” тип киҫәтеп тороу ҙа күңелле түгел, кеше, нисектер, килделе-китмәле йырҙар менән дә төрлө-төрлө ығы-зығыларҙан, көсөргәнешле уйҙарҙан азат ителергә лә тейештер, ләкин хәл йәшәү ысулына әйләнеп китһә, бик тә ҡурҡыныс һәм ҡыҙғаныс. Ә бына, ғөмүмән, Тимер Йосоповтың музыка өсөн махсус шиғыр яҙғаны бармы? Яҙған сүрәттә, уны музыка күтәрә аламы — был хаҡта шағирҙың үҙенең дә уйланғаны юҡ булһа кәрәк, сөнки уның, башҡалар шикелле, композиторҙың итәгенә тотоноп, һөйрәлеп йөрөгәне юҡ — шиғри донъяһы бүтән, холҡо бүтән, булмышы бүтән. Тимер Йосопов, күреп тораһығыҙ, бик етди шағир. Әле һүҙ алып барылған шиғырҙар шағир донъяһының бер миҙгеле генә. Ә шиғыр (быны мин аҙмы-күпме үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм) ғүмер буйы камиллана торған әйбер. Әле һүҙ алып барылған шәлкемдәге шиғырҙарҙың ҡайһы берҙәрендә камиллаштырыр урындары юҡ түгел. Шағирға кәңәш биреү ҙә килешеп бөтмәҫ, сөнки һәр шиғыр баҫылып сыҡҡандың һуңында ла авторҙың үҙ сират күперенән үтә. Мәҡәләне нисек тамамларға? Шағирҙың “Ил ҡайғыһы — йөрәктә” тигән шиғырын тотошлай күсереп алам — башҡаса мөмкин түгел. Тағы бер тапҡыр бергәләп уҡыйыҡ: Ғүмер тигән араларҙы Үтәбеҙ шул ут йотоп. Берәй иркен һуланыҡмы, Ил ҡайғыһын онотоп? Төшлөгөндә торған ҡояш Ни арала төшкән һуң? Ил ҡайғыһы — төшкә тиклем, Үҙ ҡайғыбыҙ — төштән һуң... Аҙмы дуҫтар ауҙы инде Үткән саҡта үрҙәрҙе. Ил ҡайғыһы бөгә икән Шәмдәй генә ирҙәрҙе. Яҙҙар килер был төбәккә, Бөрө шартлар тирәктә. Үҙ ҡайғыларым — итәктә, Ил ҡайғыһы — йөрәктә. (Назар Нәжми) 1996 й.