Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Талха Ғиниәтуллин (1926)

Талха Ғиниәтуллин 1926 йылда Башҡортостандың Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, заводта әллә ни оҙаҡ эшләргә тура килмәй, 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр фронт, яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә.

1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп урта белем ала. 1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.

Талха Ғиниәтуллин тыуған яҡтарына, Ураҙ ауылына йыш ҡына ҡайтып йөрөй, яҡташтары менән бәйләнеште өҙмәй.

"ҺАЛДАТ ПРОЗАҺЫ" ГЕНЕРАЛЫ Талха Ғиниәтуллин. Был исем башҡорт әҙәбиәт һөйөүсеһенә хәҙер яҡшы таныш. Республика гәзит-журналдарында, нигеҙҙә, минең тәржемәлә, повесть, хикәйәләре баҫылып тора һәм бөгөнгө башҡорт прозаһын уның әҫәрҙәренән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ул әҙәбиәтебеҙгә һуғыш темаһын, һуғышҡа яңы ҡараш, пацифистик идеялар алып килде, прозабыҙҙы үҙенсәлекле стиль, яңы геройҙар, яңы кисерештәр, фекер-һығымталар менән байытты. Үткән һуғыш тематикаһын киң һәм тәрән яҡтырта алған рус прозаһында шартлы рәүештә өс йүнәлеште төҫмөрләргә була: генералитет (Чаковский, Карпов, Стаднюк...), лейтенант (Бондарев, Бакланов, Богомолов, Быков, Воробьев, Курочкин...) һәм һалдат (Астафьев, Кондратьев...) прозаһы. Тәүге төркөмдөң тасуир итеү объекты — полк, дивизия, корпус, армия, фронт, хатта Верховный башкомандующий ставкаһы, лейтенанттарҙыҡында — взвод, рота, батальон кимәле, ә һалдаттар төркөмөндә, билдәле, отделение, отделениелағы айырым һалдат. Кондратьевҡа тиклем ябай һалдат, оло һуғышта ҡатнашҡан бер берәмек хаҡында яҙған әҙип булманы ла тиерлек, күп әҙиптәр һуғышты йышыраҡ офицерҙар, генералдар кимәлендә генә яҡтыртты, ә дошман менән күҙгә-күҙ, йөҙгә-йөҙ осрашҡан рядовойҙы күрмәмешкә һалышты. Был ғәҙелһеҙлектең үҙ объектив һәм субъектив сәбәптәре бар, шуға күрә "күрмәмешкә һалышты", "күрәләтә яҙманылар" тип өҙә генә әйтеү бигүк дөрөҫ тә булмаҫ. Шулай килеп сыҡты: урта һәм югары рангылағы офицерҙар араһынан сыҡҡан әҙиптәр күберәк тә, әҙерлеклерәк тә ине, ә рядовойҙар, сержанттар составында ҡәләм тотоусылар аҙыраҡ, булғаны ла ҡыйыуһыҙ (фронтта офицерҙарҙан ҡурҡҡан кеүек — юғары даирәнән ҡурҡыу стереотибы), унан килеп, йәмғиәт социаль яҡтан быға әҙер түгел, Еңеү эйфорияһы дауам итә ине. Бер-бер артлы генералдар, маршалдар мемуарҙары донъя күрҙе, һуғышта иң төп көс беҙ булдыҡ, тип лейтенанттар күкрәк ҡаҡты, ә һалдат һаман, бойороҡ тыңлағандары һымаҡ, өндәшмәүсе төркөм булып ҡала бирҙе. Бына бер мәл Кондратьев, уның артынса уҡ Генатулин (Талха Ғиниәтуллин) бына ошо өсөнсө йүнәлеште башлап ебәрҙе. 80-се йылдарҙа яҡташыбыҙ элекке СССР-ҙа һуғыш темаһына яҙыусыларҙың иң күренеклеһе булып танылды. Уның фамилияһы билдәле прозаиктарҙың исем-шәрифе менән бергә аталды, әҫәрҙәре күҙәтеүҙәрҙә тикшерелде, өлгө итеп ҡуйылды. Үҙәк журналдар, үҙәк нәшриәттәр повесть, хикәйәләрен баҫты. Айырым әҫәрҙәре Германияла, Польшала, Чехословакияла, Ҡытайҙа, Һиндостанда, һ. б. илдәрҙә донъя күрҙе, һөҙөмтәлә беҙ тап Талха Ғиниәтуллин прозаһы аша генералдар, лейтенанттар биргән бойороҡ һуңғы инстанция булған ябай һалдатҡа барып етеүен, уның, ошо бойороҡҡа буйһоноп, окоптан күтәрелеүен һәм бойороҡтоң үтәлеү-үтәлмәүе барыбер ҙә һалдаттың көсөнә, таҫыллығына, ныҡлығына бәйле икәнен күрҙек. Ни генә тимә, алыш, бәрелеш уңышы — армия иерархияһының иң түбән вәкилдәре елкәһендә. Берлиндың Трептов-паркында Е. Вучетичтың "Азат итеүсе һуғышсыға" тигән билдәле скульптураһы бар ине (хәҙер бармы-юҡмы, белмәйем), проза өлкәһендә шундай геройҙы табырға ҡушһалар, мин һис икеләнмәй Т. Ғиниәтуллиндың ябай һалдатын, үҙе әйтмешләй, "пехтура"ны атар инем. Талха Ғиниәтуллиндың әҙәбиәткә килеү юлы ауыр, һикәлтәле. Торғонлоҡ йылдары идеологияһы уның ижадын ҡабул итмәне, ошо идеологияға нигеҙләнгән социалистик реализм принциптары әҙип өсөн дә ят ине. Һөҙөмтәлә уның тәүге хикәйәһе — 1961 йылда, йәғни яҙыусыға 36 йәш саҡта, беренсе китабы 1969 йылда, йәғни яҙыусыға 44 йәштә саҡта ғына донъя күрә. Бик ҡыйбатҡа төшә уға башҡалар һымаҡ шыма яҙа белмәүе, бик ҡыйбатҡа төшә көтөүгә ҡушылмай яңғыҙ йөрөүе. Һуғыш дөрөҫлөгөн, сигенеүҙе, ҡурҡыуҙы, һуғышҡа бармаҫ өсөн бармаҡтарын ҡырҡҡан, күҙен боҙған, аҡылдан "яҙған" кешеләрҙе һүрәтләгән повестары кире ҡайтарыла, ә "Һөжүм" тигән повесы ун биш йыл буйы редакциянан-редакцияға йөрөй, баҫылған башҡа әҫәрҙәре лә ҡыҫҡартылып, төҙәтелеп, цензуранан таралып сығарыла. Улар нәшер ителһә, совет ҡоролошон тотоп торған бағаналар ауыр, социалистик идеялар шик аҫтына алыныр инеме икән ни? Юҡ, әлбиттә. Илдә бер партиялыҡ ҡына хөкөм һөргән кеүек, дөрөҫөрәге, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, бер идеология ғына йәшәй, әҙәбиәттә, сәнғәттә соцреализм хакимлыҡ итә — саҡ ҡына ситкә баҫтыңмы, үҙеңсә фекерләй, теге йәки был күренеште үҙеңсә тасуирлай башланыңмы, һин — диссидент. Талха Ғиниәтуллиндың төп бәләһе, әҫәрҙәренең унар, ун бишәр йылдар буйы саңланып журнал, нәшриәт кәштәләрендә ятыуының сәбәбе лә ана шул үҙенсә яҙыуында, дөйөм хорға ҡушыла белмәүендә, тирә-яҡты, кешеләрҙе, йәмғиәттәге кире яҡтарҙы үҙенсә күреүендә, тормошто нисек бар шул көйө һүрәтләүендә! Әгәр ул ваҡиғаларҙы шымартһа, осло мөйөштәрҙе урап үтһә, әлбиттә, дөйөм ҡор тарафынан ҡабул ителеп, күптән төрлө кимәлдәге награда, премияларға лайыҡ булған булыр ине... Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәренең күбеһе — автобиографик характерҙа. Иртә атай-әсәйһеҙ ҡалыу, ауыр бала саҡ, ФЗО, завод, һуғыш, һуғыштан һуң төрлө төҙөлөштәрҙә эшләү, институт, яҙыша башлау, әҫәрҙәренең баҫылмауы уның күп кенә повестарында ҡабатлана, бер-береһенә күсеп йөрөй. Йәғни автор, нигеҙҙә, үҙе кисергәнен, үҙенең башынан үткәндәрҙе яҙа, шуға ла улар ифрат тормошсан, ышандырғыс, хис-тойғоға, бала саҡ, йәшлек кисерештәренә бай. Еңел уҡылһа ла, Т. Ғиниәтуллин прозаһы ҡатмарлы, күп ҡатлы, күп ҡырлы. Уға фекер тослоғо, характерҙар, уйҙар бәрелеше, тәрән психологизм хас. Герой тормошо ауыл, ил тормошо менән бергә, йәнәшә бара, илдәге хәл-ваҡиғалар солғанышында сағыла, ул — уның, сәйәсәттең, ҡоло, шул уҡ ваҡытта актив ҡатнашыусыһы ла, шуны ижад итеүсе лә. Т. Ғиниәтуллин әҫәрҙәре йыш ҡына тормоштоң ҡараңғы яҡтарын яҡтыртыусан. Яҙыусы, нигеҙҙә, үҙен яҙа, тиҙәр. Үҙ башынан үткәндәре шулай һоро төҫтә булғас, нисек оптимистик рухта яҙырға тейеш һуң? Ә, үтә натурализмға бирелеп китә, тигәндәргә минең фекер былай. Беҙ бындай прозаға күнекмәгәнбеҙ, фекерләү кимәле, ҡабул итеү кимәле түбән әле беҙҙең, художестволы әҙәбиәттә төрлө тасуирлау, күрһәтеү сара-алымдары булыу ихтималлығын уйлап еткермәйбеҙ. Ул шулай яҙа, һәм беҙгә уны нисек бар — шулай ҡабул итергә кәрәктер. Әҙиптең ижад даирәһе һуғыш тематикаһы ғына түгел, әлбиттә. Ул бөгөнгө көн темаһына ла, балалар, йәштәр, ҡарттар тураһында ла берҙәй талантлы итеп яҙа ала. Шулай ҙа мин уның ижад кредоһын былай тип билдәләр инем: һуғыш һәм һуғыш ҡалдырған һағыш. Һуғыш үтте, һағышы ҡалды һәм был йән яраһы һис төҙәлмәй, киреһенсә, йылдар үткән һайын, тәрәнәйә генә бара. Ваҡыт — табип, ул бөтәһен дә дауалай, тиҙәр. Т. Ғиниәтуллин геройҙарын ул дауаламай, ә һыҙландыра, үкендерә, төштәренә кереп йонсота. Мәҫәлән, әҙиптең "Һуғышта йөҙ аҙым" исемле хикәйәһендә ошондай юлдар бар: "Ғүмерем буйы йүгерәм, арҡамда автомат прицелының кескәй ҡара тәреһен тойоп, йылдар аша йәшенер өсөн асыҡ мунса ишегенә ынтылам. Кем белә, бәлки, үлемдән ҡасам тип, ҡотолғоһоҙ рәүештә атыу көткән урынға йүгерәмдер..." Был юлдарға аңлатма кәрәкмәй, ҡеүәтләп шуны ғына әйтмәксемен: һуғыш ваҡиғалары, һуғыш күренештәре яҙыусының әҫәрҙәренә төрлө юҫыҡтан тороп, төрлө һында тасуирлана, әммә бар ерҙә бер нәмә ҡабатлана, ул — йөрәккә инеп ултырған һары һағыш... Шуныһы ҡыуаныслы: Т. Ғиниәтуллин русса яҙһа ла, күп әҫәрҙәренең мөхите — башҡорт ерлеге. Урал тәбиғәте, тау-һыуҙары, ялан-туғайҙары; күп әҫәрҙәрендә — башҡорт характеры, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, исемдәре. Әҙип үҙе тыуған ерҙәренән алыҫта йәшәгәнгәмелер, бөтә ижадында ҡыҙыл еп булып ниндәйҙер һағыныу һәм ностальгия һиҙелә, ул юлдарҙа — эмоциональ күтәренкелек һәм һоҡланыу. Шундай уй ҙа башҡа килә: яҙыусы Ураҙҙа йәшәһә, тәбиғәт хозурлығын шулай һоҡланғыс тасуирлай алыр инеме икән? Юҡтыр. Көн дә күргәндең бәҫе бөтәлер, төҫө уңалыр... Ошо уйға икенсеһе лә ялғана: әҙип үҙ ауылында йәки Өфөлә йәшәһә, әлегәсә юғары кимәлдәге хикәйә, повестар ижад итә алыр инеме икән? Шикләнәм. Мәскәү юғарылығын, Мәскәү кимәлен бындағы провинциализм менән сағыштырырлыҡмы. Аралашыу, юғары ерҙә юғары булырға тырышыу сәмен дә онотмайыҡ. ...Дөрөҫөн әйткәндә, юбилей мәҡәләһе булманы инде был. Йыйынтыҡтарын, айырым әҫәрҙәрен һанау, авторҙың уларҙа сағылыш тапҡан уй-фекерҙәрен барлау урынына хикәйә, повестарын уҡыу, тәржемә итеү барышында тыуған ҡайһы бер күҙәтеүҙәрем менән уртаҡлашыу ғына килеп сыҡты. Хәйер, мин әллә ни олоға дәғүә лә итмәнем. Оло әҙиптең, ҙур художниктың тәрәнлеген асыу, уның рухи донъяһына үтеп инеү — етди ғалимдар, етди тәнҡитселәр эше. Киләһе көндәрҙә уның ижады буйынса монографиялар, мәҡәләләр яҙылыр, әҫәрҙәре уҡыу дәреслектәренә инер, исеме әҙәбиәт һөйөүселәрҙең теленән төшмәҫ. Минең быға иманым камил. Талха Ғиниәтуллин ижады быға һис шикһеҙ лайыҡ. (Әмир Әминев) 2000 й.