Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Шәриф Бикҡол (1924-1996)

Шәриф Биҡҡол (Шәриф Сәғәҙәтулла улы Биҡҡолов) 1924 йылдың 28 майында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылында тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1937 йылда Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә, уны 1940 йылда тамамлай. Артабан ете йыллыҡ мәктәптә уҡытыусы, совхозда политик бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

1942 йылдан Шәриф Биҡҡол Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.

1945 — 1949 йылдарҙа Шәриф Биҡҡол Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1949 йылдан Өфө театр техникумында уҡытыусы, уҡытыу эштәре мөдире була. 1952 йылда “Пионер” журналының мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 1962 йылда ул Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы сәркәтибе итеп һайлана, һуңынан йәнә “Пионер” журналына эшкә ҡайта.

1947 йылда уның “Ынтылыу” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. “Замандашым” тигән икенсе китабы уға шағир булараҡ ҙур танылыу килтерә. Шәриф Биҡҡол — утыҙлап китаптың авторы. “Әле йәшәйбеҙ икән” романы Ватан һуғышы ваҡиғаларын һүрәтләй.

Шәриф Биҡҡолдоң бик күп шиғырҙарына йырҙар ижад ителде. 1969 йылда Шәриф Биҡҡол республиканың Ғ. Сәләм исемендәге комсомол премияһына лайыҡ була.

1950 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

ЯУГИР ШАҒИР Йәй менән көҙ ҡауышҡан мәл ине. Ҡапыл телефон шылтыраны. Шәриф ағайҙың сәләмәтлеге шәптән түгел тигән хәбәр әйттеләр. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Әллә ниндәй шомло уйҙар үтте башымдан. Йәһәт кенә кейендем дә больницаға табан юл тоттом. Эс бошорғос шөҡәтһеҙ көн. Бер туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Дөрөҫөн генә әйткәндә, күктә болот илай, ерҙә минең йөрәк илай... “Йә, Хоҙай, яҡын күргән өлкән дуҫыма ни булды икән?” — тип ул ятҡан палатаға атылып барып индем. Был мәл ҡанаттары ҡайырылған яралы бөркөт хәлендә ине Шәриф ағайыбыҙ. Шөкөр тимен, көсөргәнешле минуттар, хәүефле тәүлектәр артта ҡалды. Хәстәрлекле врачтарҙың һәм шағирҙың мәрхәмәтле ғаиләһенең тырышлығы арҡаһында Шәриф ағай тиҙ арала һауыҡты. Ниһайәт, мин уны Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында осраттым. Таяҡҡа таянып, һылтыҡлап атлап арҙаҡлы бер шәхестең күркәм юбилей кисәһенә килгәйне Шәриф Бикҡол. Кисәлә беҙ йәнәш ултырҙыҡ. Аҙаҡ танһыҡлаған хистәрҙе серләшә-серләшә Өфө урамы буйлап яй ғына атланыҡ. Ағайҙы мин өйөнә саҡлы оҙата барҙым. Ул шундай итеп ихлас йылмайып, таяғына таянып ҡапҡа төбөндә оҙатып ҡалды мине. “Аллаһы тәғәлә ярҙам итһә, тиҙҙән ҡулындағы таяғын да ташлар әле. Әллә ни саҡлы ҡаты ауырыуҙарҙы, әллә ни саҡлы бәлә-ҡазаларҙы еңеп сыҡҡан, һуғышта ике тапҡыр яраланған, яу уттарында сыныҡҡан Ил арыҫланы бит ул Шәриф ағай”, — тип уйлап ҡуйҙым шул саҡта. Уйҙарым ысынға сыҡты. Шәриф ағай яңынан сафҡа баҫты. Дарҫлап типкән йөрәгендә йәшәү көсө артты, ижад сәме, ижад ғәйрәте артты. Үҙенең етмеш йәшлек юбилейын да ул әҙәбиәтебеҙҙең бәҫен, милләтебеҙҙең рухын, күңелен күтәрерлек итеп гөрләтеп үткәрҙе... Ләкин көтмәгәндә башҡорт әҙәбиәте оло юғалтыу кисерҙе. Күренекле шағир, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡортостан республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәриф Сәғәҙәтулла улы Бикҡолов (Шәриф Бикҡол) оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 72-се йәшендә вафат булды. Шәриф Бикҡолдо Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡып йөрөгән мөлдәрҙән үк, студент саҡтарҙан уҡ беләм. Ул шул тиклем нескә хисле шағир, гүзәл һүҙ оҫтаһы ине. Күк томандар төшкән үҙәндәренә, ебәк хәтфә түшәлгән биләндәренә, аҡсарлаҡлы ялтыр күлдәренә, кендек ҡаны тамған ерҙәренә иҫ белгәне бирле ғашиҡ булғандыр ул, моғайын. Сөнки ошо изге тупраҡта, Ҡарлыман тупрағында уның юйылмаҫ эҙҙәре ҡалған, Ҡырмыҫҡалының йәшел сирәмдәренә әсе күҙ йәштәре тамған... Шәриф Бикҡол — Бөйөк Ватан һуғышына хәтлем үк ҡәләм тибрәткән авторҙарыбыҙҙың береһе. Уның 1947 йылда “Ынтылыу” тигән тәүге йыйынтығы донъя күрҙе. Шунан бирле Өфө һәм Мәскәү нәшриәттәрендә Шәриф Бикҡолдоң тиҫтә-тиҫтә китаптары баҫылып сыҡты. Шағирҙың байтаҡ әҫәрҙәре рус, татар, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде. Шәриф Бикҡол — бөтә жанрҙарҙа ла ҙур ныҡышмалылыҡ менән берәгәйле ижад иткән оло әҙип ине. 1965 йылда Шәриф Бикҡол композитор Шамил Ҡолбарисов менән бергәләп “Бер ҡабынһа ғишыҡ уты” тигән музыкаль комедия яҙҙы. Етмешенсе йылдарҙа “Әле йәшәйбеҙ икән” тигән автобиографик роман баҫтырып сығарҙы. Шәриф Бикҡол балалар әҙәбиәте донъяһында ла сағыу эҙ ҡалдырған талантлы авторҙарыбыҙҙың береһе булды. Ул тәнәйҙәр, кескәй йәштәге мәктәп балалары һәм үҫмерҙәр өсөн “Көндәштәр” исемле повесть, шулай уҡ бихисап шиғырҙар, балладалар, поэмалар, әкиәттәр, хикәйәттәр, пьесалар ижад итте. Йәш сағымда миңә лә баш мөхәррире Шәриф Бикҡол булған “Пионер” журналы редакцияһында йөҙөп эшләргә насип булды. Ҡыңғыраулы бала саҡтың берҙән-бер журналы “Пионер”ҙың (хәҙерге “Аманат”) һәр ай һайын үҙ ваҡытында донъяға сығыуы, унда баҫылған материалдарҙың сифатлы булыуы, тиражының артыуы өсөн бөтә коллектив ифрат та күп көс сарыф итте, әлбиттә. Ә Шәриф Сәғәҙәтулла улы Бикҡолов баш мөхәррирлек вазифаһын башҡарҙы, редакция арбаһын төпкә егелеп тартты. Килеп тыуған һәр етди мәсьәләне ул аҡылына һәм йөрәгенә таянып хәл итте. Журналға Зәйнәб Биишева, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Мостай Кәрим, Әнүәр Бикчәнтәев, Фәрит Иҫәнғолов, Рәис Ғабдрахманов, Рәис Низамов, Динис Бүләков кеүек балалар яҙыусыларын ылыҡтырыуҙа ла уның роле ҙур булды. Заманында Башҡортостан Яҙыусылары Союзы идараһының яуаплы сәркәтибе итеп һайланды ул. Һәр төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Ниндәй генә вазифа башҡарһа ла уның абруйы ла, шәхси үрнәге лә ҙур булды. Ул бер ҡасан да выжданы ҡушмаған ергә атлығып бармаҫ, маһайырлыҡ саҡтарҙа ла маһаймаҫ, яҡын дуҫтарының һүҙен аяҡ аҫтына тапамаҫ, юҡҡа ғына мөгөҙ сайҡамаҫ. Ана шундай үҙ бәҫен, үҙ дәрәжәһен белгән аҫыл зат ине ул. Шағир нимә уйлағанын, нимә кисергәнен ил күҙенә ҡарап әйтә килде. Ана шуға күрә лә халыҡ күңеленә уның иманлы һүҙе, илаһи моңо һеңде. Шағирҙың әҫәрҙәрен төрлө миҙгелдә, төрлө кәйефтә ҡабат-ҡабат уҡығаным бар. Уҡыған һайын уҡыйһы килә был шиғырҙарҙы. Шәриф Бикҡол шиғриәтендә, әйтерһең дә, ниндәйҙер бер сихри көс бар. Үҙе ябай, үҙе тәбиғи, үҙе илаһи! Сылтырап аҡҡан тау шишмәһе кеүек һәр шиғыры уның сыңғырап тора, йырлап тора. 1971 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы Юғары әҙәби курстарҙы тамамлап Мәскәүҙән Өфөгә ҡайтып төштөм. Үҙебеҙҙең мосолман моңдарын, Башҡортостан моңдарын шул тиклем сарсап һағынғанмын. Өфө радиоһынан тапшырыласаҡ концертты көтөп алдым. Шундай матур, шундай аҫыл йырҙарыбыҙ тулҡын-тулҡын булып күңелемә килеп ҡағылды. Ә береһен айырыуса йөрәкһеп, йәнем семерҙәп йотлоғоп тыңланым. Тыңланым да, артыҡ тулҡынланыуҙанмы, йөрәгемде усыма йомарлап, һығылып ҡына һыҡтаным. Сиртә-сиртә күңелемдең Иң-иң нескә ҡылдарына: Оҙата кил ғүмеремдең Йәшәлмәгән йылдарына, — тип тамамланды был йыр. Йырҙың көйөн — Наил Ғәлиев, шиғырын Шәриф Бикҡол яҙған. Ә йырҙы шундай моңло тауыш менән үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп Венер Килмөхәмәтов башҡарҙы. Үкенескә ҡаршы, был талантлы йәш йырсыбыҙ ҙа яҡты донъянан бик иртә китте шул. Аҡ буранлы күпме ҡыштар, сәскә гөлләмәләре бүләк итә-итә күпме яҙҙар үтте. Ҡабат мәңге урап ҡайтмаҫ өсөн, ғүмерем тирәге менән хушлашып, күпме йыл-ҡоштарым осоп китте... Әммә ләкин Шәриф Бикҡол шиғырына яҙылған ошо йыр һаман да йөрәгем түрендә йөрөй. Шәриф Бикҡол шиғырҙары, Шәриф Бикҡол йырҙары йәнде арбай торған тылсымлы моңдар улар! Йырсы шағирыбыҙҙың байтаҡ әҫәрҙәре тыуған ергә, тәбиғәткә, матурлыҡҡа, тоғролоҡҡа, дуҫлыҡҡа, йәшлеккә, мөхәббәткә бағышланған. Уның “Башҡортостан икмәге”, “Яҙҙар еткәс ҡайтырмын”, “Төшөрәм иҫтәремә”, “Бер минут”, “Ниңә гелән, иркәм?”, “Зәңгәр күҙҙәр”, “Оҙата кил”, “Гел генә”, “Әгәр белгән булһам”, “Юҡһыныу”, “Бөгөлә ҡайын”, “Тулҡындар, тулҡындар”, “Һандуғасым-былбылым”, “Әлдә һин бар” кеүек халыҡсан йырҙары бына нисә йылдар инде Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһынан яңғырай. Был йырҙар мәҙәниәт һарайҙарында, ауыл клубтарында, мәктәп сәхнәләрендә, әҙәби-музыкаль кисәләрҙә башҡарыла. Һабан туйҙарында, күңелле мәжлестәрҙә, ғаилә табындарында йырлана. Белһәң икән башҡа һис кемдең дә Йөрәгемә яҡын түгелен, Ниңә гелән, иркәм, Һиндә генә икән, Һиндә генә икән күңелем? (“Ниңә гелән, иркәм?”) Ул көндәр бөгөн дә Һаҡлана күңелдә Йырлап та туйғыһыҙ йыр булып; Әйтерһең, Бығаса йәшәлгән ғүмерем Бер минут, Бары тик бер минут... (“Бер минут”) Көт һин мине, иркәм, һәр көн иртән, Өмөтөңдө өҙмә тамсы ла; Оҙаҡ ҡайтмай, тимә, Янма, көймә, Керпегеңде йәшкә мансыма! (“Көт һин мине”) Миҫал итеп килтерелгән был строфаларҙы йыр һөйөүсе һәр бер мосолман кешеһе яттан беләлер, тип уйлайым. Шәриф ағай менән ижади дуҫлыҡ, бер-беребеҙгә ҡарата булған ихласлыҡ йылдар үткән һайын йөрәктәргә тәрәнерәк тамыр йәйҙе. Яҙмыш юлдары беҙҙе Мәскәүгә лә, Колымаға ла, тундраға ла, Якутстанға ла алып барҙы. Уның менән Ҡазан ҡалаһында ла ике тапҡыр бергә булырға тура килде. Беренсеһендә йәш яҙыусыларҙың фестиваленә барғайныҡ. Ә икенсеһендә Татарстанда уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙналығында бергә ҡатнаштыҡ. Ҡазанға ике тапҡыр барыуымда ла Шәриф ағай мине хайран ҡалдырҙы. Уны Ҡазанда ла бик яҡшы беләләр икән. Гәзит һәм журнал редакцияларында ла, нәшриәттә лә, радио һәм телевидениела ла, театрҙарҙа ла яҡын дуҫтары, таныштары, фекерҙәштәре, ҡәләмдәштәре уны ҡолас йәйеп ҡаршы алды. “Үҙебеҙҙең Шәрифуллабыҙ ҡайтҡан!”, “Үҙебеҙҙең кейәүебеҙ ҡайтҡан!”, — тип уның ҡулдарын ҡайнар итеп ҡыҫып, ихласлап, шаяртып-мәрәкәләп һүҙ ҡушыусылар ҙа булды. Шул да мәғлүм булһын, Шәриф Сәғәҙәтулла улы Бикҡоловтың хәләл ефете һөйөклө Рәйсә еңгәйебеҙ Татарстан сибәре ул. Шәриф ағайҙың мөхәббәт хаҡындағы иң гүзәл шиғырҙары ла уға бағышланған. Шәриф Бикҡолдоң Башҡортостанда ла, Татарстанда ла популяр шағир булыуының сере ниҙә? Уның сере Шәриф Бикҡолдоң талантлы шағир булыуындалыр, йырсы-шағир булыуындалыр, моғайын. Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙары тарафынан Шәриф Бикҡол шиғырҙарына яҙылған йырҙар үҙебеҙҙең Өфөләге кеүек үк Ҡазан радиоһынан да көн дә тип әйтерлек яңғырап тора. Донъялар боларып, тормош даръялары буръяҡланып, заманалар ҡырҡҡа төрләнде. Бәғзе берәүҙәр, көтөлмәгән дәрәжәгә үрләп, танауҙарын күккә сөйҙө, икенселәр, түрәләргә ярамһаҡланып, ҡойроҡ болғай-болғай йәшәй бирҙе. Өсөнсөләр, ҡанһыҙ замандың бәғерһеҙлегенә сыҙай алмайынса бөгөлөп төштө. Әммә утты-һыуҙы кискән Шәриф Бикҡол болот һымаҡ ябырылып килгән ауырлыҡтарға ла, ҡаршылыҡтарға ла бирешмәне, һис тә үҙгәрмәне. Һуңғы һулышына тиклем ул үҙе булып ҡалды. Шәриф Бикҡол тигән кешелекле, кеселекле шағир булып ҡалды. Бик тә талапсан, көслө рухлы яугир-шағир булып ҡалды. Ырамлы эше, емешле ижады менән үҙ милләтенең абруйын күтәргән оло яҙмышлы шағир булып ҡалды. 1993 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Шәриф Бикҡолдоң “Баш эйәм алдарыңда” тигән йыйынтығы донъя күргәйне. Ә шағир вафат булғандан һуң уның “Һандуғас ҡунды талдарға” тигән ҙур күләмле йыйынтығы Татарстан китап нәшриәтендә баҫылып сыҡты. Асылда был китаптарға шағир ижадының иң матур ынйылары, шиғриәтенең иң гүзәл йәүһәрҙәре тупланған. Үҙенең тематик һәм жанр төрлөлөгө менән дә үҙенсәлекле был китаптар. Унда ваҡыт һынауҙарын үткән аһәңле йырҙар ҙа, юмористик һәм сатирик әҫәрҙәр ҙә, шәлкем-шәлкем лирик шиғырҙар ҙа бар. Эйе, шағирҙың лирик шиғырҙары йәмле йәйҙә сәхрәләрҙә сыңғыраған ҡыңғырау сәскәләре шикелле шул тиклем нәфис тә, яғымлы ла, наҙлы ла. Гүйәки, минең ошо шиғри юлдарымда әйтелгәнсә: Бары һеҙҙең өсөн генә йырлайым-йырлайым, Күңелегеҙҙе моңға сорнайым-сорнайым, — тип әкрен генә өндәшә кеүек улар. Авторҙың “Табанымда — ерем йылыһы”, “Оло юлдан берәү килә” , “Күҙмә — күҙ”, “Ил яҙмышы — ирҙәр иңендә”, “Яралы йыр”, “Ике ҡояшымдың береһе һүнгәс” исемле поэмалары — ошо китаптарҙы нурландырып, балҡытып торған дастандар улар. Хәтерҙә уйылып ҡалырлыҡ һәйбәт дастандар, тыуған тупраҡ еҫе, икмәк еҫе бөркөлгән һутлы шиғырҙар ижад итеүсе шағир Шәриф Бикҡол ғүмеренең һуңғы йылдарында айырыуса ырамлы эшләне. Ысын асыштарға, ижад балҡыштарына юлыҡты ул. Ләкин, үкенескә ҡаршы, уның асыштары, ижад балҡыштары үҙе иҫән сағында тейешенсә баһаланманы шул. Ә бит Шәриф Бикҡол тынғыһыҙ заман йөктәрен үҙ иңендә күтәрешкән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе ине. Донъя ғәмдәре өсөн, ер ғәмдәре өсөн бәғере һыҙлап, борсолоп-янып йәшәгән милли шағирҙарыбыҙҙың, мәшһүр әҙиптәребеҙҙең береһе ине. Ул беҙҙең тотош шиғриәтебеҙгә йәйғорло төҫ бирерҙәй, күрк һәм йәм бирерҙәй аҫыл, иманлы китаптар ижад итте. Йылдар уҙған һайын Шәриф Бикҡол ижадының бәҫе тағы ла артыр, инсандарҙың күңелен һаман да үҙенә тартыр. (Абдулхаҡ Игебаев) 1996 й.