Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Шамил Анаҡ (1928-2005)

Шамил Анаҡ (Шамил Гүмәр улы Мәхмүтов) 1928 йылдың 25 ноябрендә Башҡортостандың Әлшәй районы Әбдрәшит ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. 1945 йыл — Дәүләкән педагогия училищеһын, 1950 йыл Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡ ошо уҡ университеттың аспирантураһында уҡый. Бер-ике йыл М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында уҡыта.

1959 йылда шағир тыуған ауылына ҡайта. 1964 йылдан алып Әлшәй ҡасабаһында йәшәне.

Ижадының тәүге осоронда Шамил Анаҡ күберәк тәржемәсе булараҡ билдәле. Ул нигеҙҙә Назым Хикмәттең әҫәрҙәрен башҡорт телдәренә тәржемә итте. Назым Хикмәттең Шамил Анаҡ тарафынан тәржемә ителгән “Мөхәббәт тураһында легенда”, “Онотолган кеше”, “Ҡармаҡ” тигән пьесалары Башҡорт дәүләт академия театры сәхнәһендә ҡуйылды. 1968 йыл Башҡортостан китап нәшриәте Ш. Анаҡ тәржемәһендә төрөк хикәйәләре китабын сығарҙы.

Илленсе йылдар, башынан Ш. Анаҡ шағир булараҡ йышыраҡ сығыш яһай. “Европа уртаһынан репортаж” тигән шиғырҙар китабы башҡортса 1963 йылда донъя күрҙе. Бигерәк тә уның Өфөлә сыҡҡан “Таш тамғалар” исемле шиғырҙар китабы поэзия һөйөүселәр тарафынан йылы ҡабул ителде.

Ш. Анаҡтың китаптары рус, татар телдәрендә Мәскәүҙә, Ҡазанда күп тапҡырҙар баҫылып сыҡты. Ш. Анаҡ аҡ шиғыр, ирекле шиғыр менән яҙыуҙа байтаҡ тәжрибәләр тупланы.

1969 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ИЖАД ОФОҠТАРЫ Һәр шағирҙың үҙ поэтик донъяһы, шуға илтер үҙ һуҡмаҡтары бар. Ул һуҡмаҡтарҙың түтә йә урау, оҙон һәм ауыр булыуы ла мөмкин. Илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында поэзияға килгән Шамил Мәхмутов-Анаҡтың поэтик һуҡмаҡтары, яңы юлдар эҙләүе шаҡтай оҙайлы һәм мәшәҡәтле булды. Ул Мәскәү университетын, уның аспирантураһын тамамлап, Әҙәбиәт институтында уҡытып, ҙур филологик әҙерлек, аҡыл-белем йыйып килде. Үҙе шиғырҙар яҙғансы тәржемә менән шөғөлләнде; төрөк шағиры Назым Хикмәт шиғырҙарын, драматик поэма-легендаларын башҡорт, татар телдәрендә яңғыратты. 1957 йылда Шамил Мәхмутов-Анаҡ Чехословакияға Муса Йәлил шиғырҙарын чех телендә сығарышырға барған еренән үҙе “Европа уртаһынан репортаж” һәм “Прага дәфтәре” исемле ҙур-ҙур шиғыр циклдарын алып ҡайтты. Улар 1963 йылда “Европа уртаһынан репортаж” исемендә башҡортса айырым китап булып сыҡты, татар һәм рус телдәрендә баҫылды, аҙаҡ Прага һәм Братиславала чех һәм словак телдәрендә лә донъя күрҙе. Республикабыҙҙың поэзия һөйөүселәре һәм әҙәби тәнҡит был йәш авторҙың тәүге китабын, нисектер, абайлабыраҡ һәм һағайыбыраҡ ҡабул итте, әҙәби тәнҡит хуплау менән бергә шаҡтай киҫкен тәнҡит һүҙҙәре лә әйтте. Поэтик эксперимент, әлбиттә, ике яҡлы: йә уңаһың, йә туңаһың. Шул уҡ ваҡытта — тәүәккәлләгән таш та ярған. Шамил Анаҡ поэтик эксперименттарын артабан да тәүәккәл дауам итеп, “туңған” яҡтарын мөмкин тиклем бөтөрөргә, “уңғандарын” үҫтерергә тырышып, әкренләп поэтик табыштарын ишәйтә, үҙ тауышын көрәйтә барҙы. Башҡортса һәм татарса Өфөлә, Ҡазанда сыҡҡан “Ябай әйберҙәргә мәдхиәләр”, “Юлдағы ҡояш”, “Көтөлмәгән осрашыуҙар” тигән китаптарында, ниһайәт, “Таш тамғалар” йыйынтығында уның гражданлыҡ һәм философик лирикаһы яңыса яңғыраш тапты. Поэтик фекерләү рәүеше һәм шиғри-техник алымдары яңы поэзияның һәм милли поэтиканың үҙенә яҡын яҡтарын ижади беректереү йүнәлешендә эволюция кисерҙе. Хәҙер Шамил Анаҡтың поэтик донъяһы ғәйәт киң. Шағир уйы тыуған төбәктән башлап Тыуған ил киңлектәре аша ер шары меридиандарын да иркен иңләй йәиһә күк-йыһандарғаса аша ла йәнә тыуған йортҡа, кешеләр күңеленә әйләнеп ҡайта. “Таш тамғалар” китабының тәүге ҙур бүлеге “Йорт, Ер, Ватан” тип атала. Халыҡтың мәҡәл-әйтемдәренә, образлы фекерләүенә таянып, шағир Йорт, Ер, Ватанды айырылғыһыҙ бер бөтөн итеп һынландыра. Ваҡыт, Заман төшөнсәләре лә конкрет һәм абстракт мәғәнәһендә төрлө яҡлап асыла. Улар билдәле бер конкрет төшөнсәнән философик категорияға, унан эстетик категорияға еңел әйләнәләр. Ваҡыт кеше ғүмере өсөн, билдәле, — кескәй үлсәм, ғаләм ғүмере өсөн — мәңгелек. Хатта көндөң, тәбиғәттең, ғүмерҙең үҙ миҙгелдәре бар (“Көн миҙгелдәре” циклы, тәбиғәт миҙгеле шиғырҙары, этюдтары, кеше ғүмере хаҡында һ. б.). Кеше ғүмерҙәре мәңгелек түгел тигәндә лә ул ҡалдырған эҙҙәр, юғалмаҫ эштәр уйланырға мәжбүр итә. Көн миҙгелдәре ғүмер миҙгелдәренә оҡшаш: Иртә — аҡ донъяға аяҡ баҫҡан саҡ, Көндөҙ — тимер өҙгән ирлек заманы, Кисен — хәтирәләр килә, тын ҡартайыу, Ә төн — ял сәғәте, ғүмер тамамы. Йәшәү-үлем хаҡында философик фекерләүҙәрҙән шағир йыш ҡына кешелек ғүмере, ер яҙмышы — замандың социаль, мораль-этик мәсьәләләренә килә. Кешеләрҙең тыныс тормошон боҙоусы, ғүмерен киҫеүсе яман көстәрҙе — фашизмды ҡәһәрләй, яңы һуғыш менән яҫҡыныусы яуыз заттарҙы киҫәтә. “Прага дәфтәре”, “Реквием”, “Тыныслыҡҡа мәдхиәләр”, “Әсәләрҙең дүрт һүрәте” циклдарында ул мотив реквием, ләғнәт доғаһы булып ишетелә. Ер шарын күсәренән ысҡындырырлык, кешелекте, бөтә цивилизацияны бик аҙ ваҡыт эсендә лә юҡҡа сығарырлыҡ яман дәһшәтле ҡоралдар яһалған һәм аҫыралған хәҙерге заманда “донъя көл буламы, гөл буламы?” тигән оло һорау борсой шағирҙы (“Сирек быуат...”) Ләкин уға гамлетса, “булырмы? юҡмы?” тип икеле һорау биреү генә етмәй. Һис бер “эзоп теле, кинәйәһеҙ” тыныслыҡ өсөн көрәш, кешеләрҙе уяулыҡҡа саҡырыу бөтөн социаль-тарихи, мораль-этик аспекттарында тура, киҫкен итеп ҡуйыла Ш. Анаҡ ижадында. Үлемгә, һуғышҡа ҡаршы набатлы һәм ләғнәтле ауаз йәшәүгә, тыныслыҡҡа, тормошҡа мәдхиә йырҙары менән аралаша. Былары бәхет, һағыш, һөйөү, ирек, тормош йыры — кешеләрҙең төп йырҙары. Анаҡ поэзияһының былар — лейтмотивы. Ергә, тәбиғәткә, төрлө әйберҙәргә маҡтау һүҙҙәре яуҙырыла икән, улар — йәшәүгә, тормошҡа, кешегә мәдхиә. Бына шундай үҙәк мотивтар Анаҡ поэзияһында шағир теле менән бөтә конкретлығы һәм тәбиғи асылында бер бөтөн булып асыла бара кеүек. Шағирҙың поэтик донъяһы, донъяның үҙе шикелле, диалектик ҡаршылыҡтары менән бер бөтөн. Уның тарихи үткәне, хәҙергеһе, киләсәге бар. Тарих, ваҡыт, ара төшөнсәләре тығыҙ аралаша. Тәғәйене, улар социаль-философик, эстетик категорияларға әйләнәләр. Бына “Мәңгелек сәфәр” шиғыры. Был шиғырҙың төп мәғәнәһе йәшәйештең асылына ҡайтып, философик Ваҡыт, Ара төшөнсәләрен дә үҙенсә поэтик мәңгеләштерә. Мәңгелек проблемалар глобаль, философик төҫ ала. Шағир уйы Ғаләм төпкөлдәренә лә төбәлә. Мәңгелектән-мәңгелеккә барыусы ғаләм кеүек, икһеҙ-сикһеҙ сәфәргә сыҡҡан кешелектән, әйтәйек, шағирҙың бик боронғо ата-бабаларының ҡайҙандыр Азия ҡосаҡтарынан, тәү бишектәренән алған юлдары, күсәбә көнкүрештәре, хәҙергегә ялғанған остары шуның бары кескәй киҫәге. Боронғо төрки ҡәбиләләр ҡалдырған таш һындар — балбалдар таш йәдкәр булып, ниндәйҙер тарих һөйләйҙәр һымаҡ. Башҡорт тарихи йырҙарында “мендем тауҙың башына, тарих яҙҙым ташына”, “ташҡайҙарға соҡоп тарих яҙҙым, ейәндәрем уҡыр бер саҡта” ише һүҙҙәр осрай. Шамил Анаҡ “Таш тамғалар” китабының инеш рәүешендәге шиғырына башҡорт йырынан әлеге “тарих яҙҙым ташына” һүҙҙәрен эпиграф итеп ҡуя. Азия киңлектәренә, хатта Урал буйҙарына һибелеп, нисектер, һаҡланып ҡалған боронғо таш яҙмалар ниҙәр генә һөйләмәй икән? Ергә сүгә ғорур таш һындар, мәғрур ҡурғандарҙан саң ҡала. Тарих төпкөлөнән ауаз һала ташҡа уйған тере тамғалар. Кемдең ҡулы һыҙған ул юлдарҙы? Ҡасан? Күпме мең йылдар элек? Кемдәр уҙған был донъянан, беҙҙең кеүек илап йә көлөп? Ниндәй яҙмыштарҙы һөйләй улар, кемдең һөйөүҙәрен, һағышын?.. Ундай таш яҙыуҙарҙың, Орхон-Енисейҙәгеләренең күптәренең хәҙер сере асылған, телгә килгән: улар боронғо төрки ата-бабаларҙың көнкүрешен, яуҙарын, батырлыҡтарын, телгә, әҙәбиәткә һәләтен һөйләгән таш дастандар, таштағы тарих. Ә серҙәрен әле асмағандары күпме. Улары әллә ни хәтле һорауҙар, уйҙар ҡуҙғата. Серле таш яҙмалар ғынамы, бөтә донъя үҙе лә бит күпме һорауҙар йомғағы. Шамил Анаҡ кешегә өндәшеп, “әйт һин, кеше, хәбәрҙармы донъяның һин иң-иң алыҫ еренән? Бар йыһандан? Серҙәр серенән? Үткәндәрҙән, килерҙән? Йәшәрҙән һәм үлерҙән?” кеүек һорауҙар ҙа бирә. Уның башына тағы әллә ни хәтле, күптәре ҡаршылыҡлы сәйер һорауҙар килә. Ғәҙәттә, һорау ҡуя белеүҙе уйланыу, ҡыҙыҡһыныу билдәһе тиҙәр, һорау — ул донъяны, кешеләрҙе танып белеүҙең бер формаһы ла. Баланың тирә-йүнде, донъяны аңлай башлағанда һорау артынан һорауҙар биреүе, яуаптар эҙләүе шунан килә бит. Шамил Анаҡ шиғырҙарының күпселегенең ана шулай һорауҙарға ҡоролоуы, улар шиғырҙың композицион үҙәген тәшкил итеүе — ысынбарлыҡты сағылдырыуының, поэтик уйланыуҙарының бер формаһы. Риторик һорауҙар йә поэтик төйөн, йә композицион үҙәк, йә структур сылбыр рәүешен алалар. Мәҫәлән, әлеге “Сәйер һорауҙар” шиғырында һорауҙар композицион үҙәккә әйләнгән. Әммә уның һәр бер теҙеме мәҡәл йә әйтемдәрҙән, тапҡыр һүҙҙәрҙән килгән структур сылбырҙар рәүешендәрәк ойошҡан. Ә үтәнән-үтә теҙем ҡобайырҙарҙағы теҙемдәрҙе хәтерләтә. Донъяның контрастарын, диалекталь ҡаршылыҡтарын аңларға тырышыу, һорауҙар ҡуйыу һәм яуаптар эҙләү Ш. Анаҡ поэзияһында поэтик антитеза, контраст алымдарын, омоним сараларын бер система итеп активлаштырып ебәрә. Анаҡ донъяла кешеләрҙе лә ҡапма-ҡаршы ике төргә бүлә. “Бүленелеү” миниатюраһында ул шулай: “Донъяла кешеләр ике төр, ике бүлем: аҙғындар — тыйнаҡтар, ҡыйыуҙар — ҡурҡаҡтар, ҡырыҫтар — ҡуштандар, дуҫтар — дошмандар, күндәмдәр — киреләр, аҡыллылар — тилеләр, һаңғырауҙар — һиҙгерҙәр, гонаһлылар — изгеләр...” Бына шундай ҡапма-ҡаршылыҡтар, бүленеүҙәр эсендә Анаҡ поэзияһында йәшәү һәм үлем, һуғыш һәм тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ, һөйөү һәм нәфрәт, хаҡлыҡ һәм ялғанлыҡ, бөйөклөк һәм түбәнлек, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ кеүек категориялар полярлашып, йә киң социаль-философик планда, йә мораль-этик, психологик аспектта, йә ниндәйҙер бер ситуация, тамаша рәүешендә төрлөсә конкрет поэтик сағылыш табалар. Шуға уның шиғриәтендә гражданлыҡ һәм философик лирика өлгөләре менән бергә айырым ситуацияға, сюжетҡа ҡоролған психологик, драматик шиғырҙар ҙа аҙ түгел, поэтик этюд, миниатюра кеүектәре лә бар. Улар, йөкмәткеһенә ҡарап, йә мәдхиә, йә элегия, йә ләғнәт, йә реквием, йә мөхәббәт йыры булып яңғырай. Шиғриәтенән кешелелек, һуғышсан гуманизм һәм интернационализм мотивтары көслөрәк ишетелә. Поэтик фекерләү ысулы, айырым шиғри алымдары, шиғыр төҙөлөшө менән Шамил Анаҡ поэзияһы XX быуаттағы яңы урбанистик поэтик ағымға тартымыраҡ. Анаҡ бөтә донъя әҙәбиәтенең боронғо көнсығыш поэзияһынан алып, хәҙерге көнбайыш һәм совет поэзияһының ижадтарын тос һәм тапҡыр фекергә, экспрессив сараларға ҡорорға яратҡан шағирҙарына күберәк ориентация тотҡан автор. Ул үҙ поэтик ижадында берләштерергә һәм үҫтерергә ынтылған өс тенденцияны — психологизмды, философизмды һәм кешесәнлекте — тәүгеһен— Аполлинер менән Поль Элюар, икенсеһен — Пабло Неруда, өсөнсөһөн Назым Хикмәт поэзияларынан килгән сифаттарға бәйләп ҡарай. Хикмәт бында ниндәйҙер эйәреүҙә йәки өйрәнеүҙә генә түгел, бәлки хәҙерге поэзияла яңы юлдар ярырға, яңы поэтик мөмкинлектәр юлларға ынтылышта. Хәҙерге поэзияла рационализм, интеллектуализм һыҙаттары ла бермә-бер көсәйә. Хискә ҡарағанда фекер поэзияһы алғараҡ сыға. Ул үҙ нәүбәтендә образдар системаһына, поэтикаға һәм шиғыр техникаһына үҙ эҙен һала, йәтешле формаларын юллата. Бындай поэзия предметты бик биҙәргә лә яратмай, уны конкрет атарға, төп сифатын, асылын билдәләргә тырыша. Шуға унда атау, һанау күберәк, биҙәкләү аҙ йәки бөтөнләй юҡ. Шамил Анаҡтың күп шиғырҙары фекер һәм мәғлүмәттәр теҙмәһенән ойоша. Бына тыуған яҡҡа бағышланған “Тыуған төйәк” шиғыры. Тыуған яҡтың тәбиғәтен, ер-һыуҙарын тасуирлаған, һоҡланыу хистәрен белдергән, поэтик биҙәктәрҙе мул ҡулланған традицион шиғырҙарҙан айырмалы рәүештә Анаҡ “өйһөҙ, ғаиләһеҙ — кеше ышыҡһыҙ...”, “ил-төйәкһеҙ — кеше, уҙғынсылай, ят юлдарҙың йота асы туҙанын” рәүешендә ҡоро ғына һүҙҙе башлай ҙа “ил-төйәкле тейеш белергә — ошо ерҙә кендектәр киҫелһә, ошо ерҙә ятһа олатайҙар һөйәге, башҡа илдәр, башҡа ерҙәр түгел, тап ошо ер — тыуған төйәгең” тип раҫлап, рациональ тонда шиғырын тамамлай. Йәки кешеләрҙең ерҙәге тормоштарын, һәүетемсә көнкүрештәрен, бар эшен, бар булмышын ғорур бер сабырлыҡ менән һөйләп биргән “Ер кешеләре” шиғырында ниндәйҙер моң-хис түгел, ер күсәрен тотҡан тартыу көсөндәй, фекер үҙәге, мәғәнә айышы тота. “Мин — Хиросима” шиғырында Хиросима образы атом бомбаһынан көл-күмер ителгән ҡаланың үҙенән һөйләтеү, атом ғәрәсәтенең яман шомло эҙҙәрен һанау аша тыуа һәм шиғыр тетрәтә. Ана шулай атау, һанау, теҙем ярҙамында фекерҙәр төйөнөн предметтың асылын асырға йүнәлтеү Шамил Анаҡ шиғырҙарының эске тәбиғәтен, үҙенсәлеген, билдәле бер поэтик системаһын билдәләтә. Шул уҡ теҙем шиғырҙың структураһын, конструкцияһын ҡороша. Шул яҡтан бик хосусиәтле “Ҡоштар кешеләрҙән элек...” шиғырының структураһын ҡарап үтәйек. Ҡоштар кешеләрҙән элек осҡан зәңгәр күктә, Балыҡтар кешеләрҙән элек йөҙгән күк диңгеҙҙә, Ағастар кешеләрҙән элек үҫкән йәшел ерҙә. Был тәүге строфала һәр шиғыр юлындағы һөйләм бер бөтөн фекер-мәғлүмәтте еткерә. Һәр өс һөйләм синтаксик конструкцияһы менән бер төрлө, үҙ-ара ритмик-интонацион яҡын яңғырашлы. Был әле тәбиғәт халәте. Тәбиғәттең беренсел асылы. Икенсе строфа: Кеше, ғәйепләмәйем һине Зәңгәр күктә осҡан был тимер ҡоштарың өсөн, Күк диңгеҙҙә йөҙгән был тимер балыҡтарың өсөн, Йәшел ерҙә үҫкән был тимер ағастарың өсөн... Бында кеше тыуҙырған икенсе тәбиғәт халәте алға баҫа. Ул тәүге строфала ҡулланылған күренешкә ҡапма-ҡаршы параллель рәүешендә бирелә. Метафораға күскән образ тыуа, тәүге строфанан үҫеп сыҡҡан икенсе семантик, синтаксик конструкциялар ойоша, шиғыр структураһы бер төрлөрәк ҡала. Һин бит аҡыл эйәһе, тыуҙыр, ләкин онотма бер ҡасан — беренселлек хаҡы бар ағастарҙа, балыҡтарҙа, ҡоштарҙа, — тип йомғаҡлап ҡуйыусы юлдар менән ҡоршала строфа. Шиғыр ҡатмарлы структуралы строфа менән тамамлана: Ләкин хөкөм итмә үлемгә — ҡалһын ерҙә тере ҡоштар, ҡалһын ерҙә тере балыҡтар, ҡалһын ерҙә тере ағастар, сөнки тере ҡоштар был тимер ҡоштарҙан элек осҡан зәңгәр күктә, һәм тере балыҡтар был тимер балыҡтарҙан элек йөҙгән күк диңгеҙҙә, һәм тере ағастар был тимер ағастарҙан элек үҫкән йәшел ерҙә. Автор шиғырын шулай тәбиғәттең үҙ тәбиғилеген һаҡлау, уның гармонияһын боҙмау кәрәклек фекерен әйтеп ослай. Ә шиғырҙың структураһы, семантик, синтаксик конструкцияһы тәүге строфаларҙың нигеҙен һаҡлап, шулай уҡ симметрик теҙемле ойоша. Бындай шиғыр һәм образдарҙың тыуыуында фекерҙән — фекер, образдан — образ яралыш — ассоциативлыҡ көслө. Бына “Мәңгелек ҡанун” миниатюраһында образдың ябай яралыш ысулы: Мәңгелек ҡанун: икмәк ярала тирҙән, һауыт ярала ерҙән, йырҙар — шатлыҡ-көйөүҙөн, кеше тыуа һөйөүҙән. Бында предметтан — бер орлоҡтан яңы образ — метафора ярала. Был шиғыр үҙенең тәбиғәте менән көнбайыш поэзияһынан, атап әйткәндә, Поль Элюарҙың түбәндәге шиғри орлоҡтарынан шыта: “Кешеләрҙең ҡайнар ҡануны шул: виноградтан вино яһайҙар, күмерҙән ут яһайҙар, үбештән кеше яһайҙар. Кешеләрҙең ҡаты ҡануны шул: һуғыш булһа ла сыҙау, үлем килгәндә лә түҙеү. Кешеләрҙең нескә ҡануны шул: һыуҙы утҡа әйләндереү, хыялды — өнгә, дошманды — дуҫҡа”. Шундай принципта Шамил Анаҡтың күп миниатюралары халыҡсан метафора, символдарға әүерелә: “Өс юл ерҙә. Тыуыу юлы, үлем юлы, яңғыҙ ғына үтә торған юл. Бер юл — тыуыу менән үлем араһында — яңғыҙ ғына үтмәй торған юл” (“Өс юл”); “Донъя — ҡунаҡ йорто, шиғырым тулы, һәр кем ваҡытлыса тораҡ ала: беҙгә тиклем унда кемдер була, беҙҙән һуң да унда кемдер ҡала” (“Ҡунаҡ йорто”) һ. б. ш. Шамил Анаҡ поэзияһында шиғырҙы, поэтик фекерҙе ойоштороуҙа мәҡәл һәм әйтемдәр ҙә ғәйәт ҙур роль уйнай. Мәҡәл һәм әйтем — үҙе үк тапҡыр һүҙ һәм образлылыҡ йомғағы. Шағир уны йә тағатыбыраҡ ҡарай, йә үҙенсә үҫтереберәк ебәрергә тырыша. Бына уның “Көн миҙгелдәре” циклы тотош мәҡәл-әйтемдәр нигеҙендә ойошҡан. Шағирҙың байтаҡ ҡына миниатюралары ла афористик ижад рухында. Донъя поэзияһында миниатюраларҙың төрлө төрө бар: ике, өс, дүрт, биш, алты һ. б. юллыҡтар; бәйеттәр, робағиҙар, ҡитғалар, хокку, танкалар һ. б. Улар барыһы ла тамсы хәтле генә. Әммә тамсыла ла ҡояш сағылған шикелле, уларға ла донъя, ҡояш хәтле фекер һыя. Шамил Анаҡ миниатюраларының бер ишеһе мәҡәл-әйтемдәрҙән үҫеп сыға, бер ишеһе хатта япон поэзияһындағы хокку, танка формаларына төрөнә. “Йөрәк менән беҙҙең байраҡ — икеһе бер, икеһе лә ҡан ҡыҙыл”; “әй тыуған илем һауаһы, һулайым, һулайым, туя алмайым, һин дәрттәрем дауаһы”, “оҙон-оҙаҡ юл үтеп, арыған таштар ултыралар юл ситендә ял итеп...” кеүек өс юллыҡтар танка формаһында. Шамил Анаҡ ҡайһы бер шиғырҙарын атаҡлы аҡыл эйәләренең йәки шағирҙарҙың тапҡыр һүҙенә ҡороп, үҫтереп ебәрә (“Мәңгелек сәфәр”, “Ҡояшҡа”, “Кешеләрҙең йырҙары” һ. б.). Ул төҫтәрҙе бер образға әйләндереү, уның тирәһенә фекер ептәрен ялғау кеүек сараларҙы ла таҫыллы ғына ҡуллана (“Аҡ әйберҙәр”, “Ҡара нәмәләргә ләғнәт”, “Аҡ, ҡыҙыл, зәңгәр”, “Йәшел төҫ тураһында” һ. б.). Бер фекер, факт, предмет, төҫ, һүрәт, халәт, тамаша тирәһенә тупланған шиғырҙы йәки уның состав өлөштәрен ойоштороу, хатта циклдар хасил итеү Анаҡ поэтикаһының характерлы бер ысулы. “Көн миҙгелдәре”, “Һуғыштың өс һүрәте”, “Әсәләрҙең дүрт һүрәте”, “Реквием”, “Һөйләшкән ағастар” циклы ана шундай принципта төҙөлгән. Психологик йәки синтаксик параллелизм, поэтик контраслыҡ алымдары бик йыш ҡулланыла, улар шиғырҙың мөһим структур өлөшөнә әйләнә. Шамил Анаҡтың башҡорт поэтикаһына алып килгән бер яңы структур формаһы айырыуса иғтибарға лайыҡлы. Ул “Йорт, Ер, Ватан”, “Тупраҡ, Һыу, Ут, Тимер” тигән шиғырҙарында асыҡ формалаштырылған. Бына беренсе шиғырҙың тәүге строфаһы: Өйһөҙ — кеше утһыҙ, ышыҡһыҙ, ояһы юҡ, тормошо шыҡһыҙ. (Өйөн һаҡлаһа, ерен дә һаҡлай кеше.) Атама һүҙ, шуға аңлатма теҙмә, йәйәләр эсендә һығымта семантик, синтаксик конструкцияны, строфаның структураһын төҙөй. Ошо структур форма икенсе, өсөнсө строфала ла ҡабатлана: Ерһеҙ — кеше көсһөҙ, терәкһеҙ, тамыры юҡ, яуҙа йөрәкһеҙ (Ерен һаҡлаһа, өйөн дә һаҡлай кеше). Илһеҙ — кеше телһеҙ, исемһеҙ... Аҙаҡҡы строфа иһә бары ике юлдан ғибарәт: Йорт, Ер, Ватан — Шулар булһа ғына кеше бит кеше. Бында тәүге өс строфалағы фекер, уның тәүге һәм аҙаҡҡы юлдары берегеү аша бергә килеп туплана, шиғыр аккорд яңғырашы ала. Шиғыр үҙе атама теҙем, эске рифма, рәдиф рәүешлерәк үткән һүҙ (“кеше”), ритмик быуындарҙың самаса ҡабатланышы менән ярым ирекле шиғырға тарта. “Тупраҡ, Һыу, Ут, Тимер” шиғырының структураһы ла шул типтараҡ. Образдар ҡороу, фекерләү ысулдарының, структураның үҙенсәлеге, ғөмүмән, образ, фекер һөрөлөшө үҙҙәре үк формалар иркенлеген һәм төрлөлөгөн килтереп тыуҙыра. Шул яҡтан Шамил Анаҡтың шиғыр төҙөлөшө лә шаҡтай төрлө һәм ярым ирекле. Ритм-интонацияһы, рифмалары көйләп-йырлап торған традицион силлабик шиғырға күнеккән уҡыусыға рифмаһыҙ-ниһеҙ ирекле юлдар башта сәйерерәк күренде. Әллә шаулы урамда, Әллә был саф һауала талғын, йомшаҡ бер моң бар: әллә сыңлай саф көмөш, әллә билләүер каса, ә, бәлки, уйнайҙыр Яначек квартеты... Бындай юлдар традицион шиғырға оҡшамаһа ла, яҡшылап ҡолаҡ һалһаң, ниндәйҙер тигеҙ ритмик ағышты ритм тыуҙырыусы өҫтәмә сараларҙы (анафора булып яңғыраған “әллә” һүҙе) абайлайһың. Йәки бына яңы шиғырҙарынан бер миҫал: Ҡара көнөмдә, ауырлыҡтар килгәңдә, мине ташлап китһәң, — тимәк, һин — ҡурҡаҡ. Байрам көнөндә, мин тантана иткәндә, вайымһыҙ ҡалһаң, — һин — миңә дошман. Яҡты еңел сәғәттә, шатлығыңа күмелеп, мине онотһаң, — тимәк, һөймәйһең мине. Бында ла рифма-фәлән юҡ. Әммә традицион дүрт юллыҡ шиғыр строфаһы бар, ритмик быуындар тигеҙ сиратлаша, бер төрлө синтаксик конструкциялар ойошоп, өҫтәмә ритмды хасил итә, ритмик-синтаксик симметрия барлыҡҡа килә — былар бөтәһе бергә дөйөм ритмиканы тыуҙыра, шиғырҙы шиғыр итә. Был — аҡ шиғыр. Шамил Анаҡ поэзияһында аҡ шиғыр ҙа, ирекле шиғыр ҙа, хатта ритмик проза (“Туристар” әҫәре), ярым прозаизм күренештәре лә (“Томанлы вәғәҙәләр, ишаралар...”, “Әгәр бөгөн тағы ла...”) осрай. Уларҙа, әйтәйек, Аполлинер, Поль Элюар шиғырҙарындағы кеүек үк, ғәҙәти үлсәм дә, рифма ла, ассонанстар ҙа юҡ. Улар фәҡәт эске ритмға, һүҙҙәр берекмәһенә ҡоролған: йә айырым һүҙҙәр, синтаксик конструкциялар ҡабатлана, теҙемдәр барлыҡҡа килә һ. б. Ләкин, күнегелмәгәнгәме, нисектер, ни хәтле сәйер булып тойолмаһын, аҡ шиғыр ҙа, ирекле шиғыр ҙа йәшәргә хаҡлы. Тик уларҙың тамырҙары, ритмик нигеҙе булһын. Уларҙың үҙ ерлеге булыуы ла шарт. Аҡ һәм ирекле шиғырҙың башҡорт халыҡ ижадында һәм яҙма поэзияла үҙ ерлеге, милли һыҙаттары бар. Ул мәҡәл, әйтемдәрҙән ҡобайырҙарға һәм йырҙарғаса үтеп ингән; боронғо һәм урта быуат яҙма поэтик сығанаҡтарҙа һаҡланған. Халыҡ ижадының һәм яҙма поэзияның ана шундай ирекле шиғыр формалары тәжрибәһен иҫкә алып, Анаҡ ритмик нигеҙҙе тыуҙырыусы өҫтәмә сараларҙы — синтаксик конструкциялар симметрияһын, синтаксик анафора, эпифораларҙы һ. б. киң ҡулланыуы менән ирекле шиғыр өлкәһендә уңыштарға өлгәшә башланы. Автор үҙе уны “ирекле шиғыр, йәғни бөтөнләй яңыса ҡоролған, ләкин теүәл метрикалы (ритмик симметриялары яңыса ҡоролған), башҡорт-татар телдәренең эске ҡанундарына нигеҙләнгән шиғыр” тип ҡарай. Әммә шағир бының менән генә сикләнмәй, боронғо һәм хәҙерге төрки шиғырының ирекле йәки ярым ирекле формаларына ла мөрәжәғәт итә. Байтаҡ ҡына эксперимент һәм тәжрибәләрҙән һуң Анаҡ көнбайыш әҙәбиәтендә верлибр тип йөрөтөлгән ирекле шиғырҙан милли ерлекле ирекле һәм ярым ирекле шиғырға килде. Йыйып ҡына әйткәндә, Шамил Анаҡтың поэтик эҙләнеүҙәрендә һәм егерме йылға яҡын һуҙылған ижад тәжрибәһендә, поэтик фекерләү, образдар ҡороу үҙенсәлектәре, ярым ирекле шиғыр формалары менән айырылыбыраҡ торған шиғриәтендә, хәҙерге башҡорт поэзияһындағы яңы ағымдың үҙенсәлекле үҫеш тенденцияһы сағыла. Ул төрлө халыҡтар, бигерәк тә төрки халыҡтар һәм башҡорт поэзияһындағы боронғо һәм яңы үҙенсәлекле поэтик күренештәрҙе, шиғри мөмкинселектәрҙе ижади үҙләштерергә һәм үҫтереп заманса яңы формаларын тыуҙырырға, байытырға ынтылышы менән перспективалы һәм хуплауға лайыҡ. Хәҙерге поэзияның иң яҡшы поэтик традицияларға таянып, яңы ижади асыштарға килеүе, төрлөләнеүе, байығыуы бик мөһим. (Ғайса Хөсәйенов) 1981 й.