Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Шәкир Янбаев (1925-2005)

Шакир Мәхийән улы Янбаев 1925 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостандың Күгәрсен районы Бикбулат ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1943 йылда, Мораҡ урта мәктәбенең 10 класында уҡыған мәлендә, Совет Армияһы сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын шофер булып үтә. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградланған.

Демобилизацияланып ҡайтҡандан һуң, ике йыл Күгәрсен районы мәктәптәрендә балалар уҡыта. 1950 — 1952 йылдарҙа Өфө музыка училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта Башҡортостан радиокомитетында диктор һәм редактор булып та эшләй. 1952 — 1957 йылдарҙа — М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты. Институтты тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар Радио һәм телевидение тапшырыуҙар комитетында редактор була. Һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналы баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын үтәне.

Ш. Янбаев үҙ әҫәрҙәрендә беҙҙең замандаштарыбыҙҙың хәтерҙә һаҡланырлыҡ мауыҡтырғыс образдарын тыуҙырыуға иреште. 1976 йылда Ш. Янбаев “Зәңгәр сатыр” тигән тәүге ҙур күләмле романын ижад итте. Геологтар тормошон реалистик картиналарҙа кәүҙәләндергән был әҫәр яҙыусы өсөн генә түгел, бөтә башҡорт прозаһының ҡаҙанышы булараҡ популярлыҡ яуланы.

Ш. Янбаев — үҙенсәлекле хикәйәләү оҫтаһы.

1972 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.