Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Шәйехзада Бабич (1895-1919)

Шәйехзада Бабич 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губгернаһының Бөрө өйәҙендә (хәҙерге Дүртөйлө районында) Әсән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Мөхәммәтзакир шаҡтай хөр фекерле кеше булған. Батшаға тел тейҙергән өсөн ул хатта эҙәрләнеүҙәргә дусар ителгән.

Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы уҡытҡан мәҙрәсәлә ала. Ул бәләкәстән уҡырға бик зирәк була. Туҡай, Аҡмулла, Мәжит Ғафури уның иң яратҡан шағирҙарына әйләнә. Халыҡтың йырҙарын, бәйеттәрен, әкиәттәрен мауығып тыңлай, күптәрен йәһәт отоп ала.

1910 йылда, ун алты йәшенә сыҡҡанда, Бабич ҡаҙаҡ далаларына сығып китә. Ҡустанай өлкәһенең Турғай далаларында ятҡан Дүсәнбай тигән ҡаҙаҡ ауылында балалар уҡыта. Шулай итеп, бер ни тиклем аҡса йүнәткәс, 1911 йылдың көҙөнә Өфөгә ҡайтып, “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Ике йылдан һуң, 1913 йылдың йәйендә, йәнә үҙе уҡытып йөрөгән Дүсәнбай ауылына китә, ҡаҙаҡ балаларын уҡытыуын дауам итә. Был юлы ул ҡаҙаҡ телен ныҡлап үҙләштереп өлгөрә, аҡындарҙың әйтештәрен, өләңдәрен тыңлай, ҡаҙаҡ халҡының бөйөк шағиры Абай Ҡонанбаевтың әҫәрҙәре менән таныша. Ул “Себер сәхрәһендә, ҡаҙаҡта уҙҙырған көндәрем” тигән көндәлек дәфтәрендә, “Ҡонанбайҙың өләңендә төп нәфислек вә ләззәт табып, уны татарҙың Туҡайы, ғәрәптең Имрекәйе дәрәжәһенә мендерҙем” тип һоҡланып яҙа.

Бабич Абай тәржемәләре аша урыҫ поэзияһының айырым өлгөләре менән дә таныша. Уны бигерәк тә Лермонтов шиғырҙары хайран итә.

Шәйехзада Бабичтың әҙәби ижад, сәнғәт өлкәһенә тартылыуында Өфөнөң мәҙәни тормошо, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе ғәйәт ҙур роль уйнай. Ул мәҙрәсәлә сығарылған “Эләктергес”, “Парлаҡ” исемле ҡулъяҙма журналдарҙа үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра, “Милли көй, сәхнә вә әҙәбиәт” түңәрәгендә йыш ҡатнаша. Йор һүҙле, музыкаль тәбиғәтле, мандолинала ғәжәп шәп уйнаусы Бабич әҙәби-музыкаль кисәләрҙең төп фигураһына әйләнә.

Мәҙрәсәлә Ғәлимйән Ибраһимов кеүек танылған яҙыусының уҡытыуы Бабичтың әҙәби ижад эшенә ылығыуын тағы тиҙләтеп ебәрә, әҙәбиәткә, сәнғәткә, ғөмүмән ижад эшенә етди ҡарарға өйрәтә.

1916 йылда Бабич “Ғәлиә”не тамамлағас, Троицк ҡалаһына барып, уҡытыусы булып эшләй. Ҡалала сыға торған “Аҡмулла” исемле сатирик журнал эшендә яҡындан ҡатнаша: шиғырҙар, эпиграммалар яҙа.

Бер йылдан һуң Бабич Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм 1917 йылдың авгусында “Ҡармаҡ” журналы редакцияһының саҡырыуы буйынса Ырымбурға китә, шул журналдың секретары булып эшләй башлай. Был осорҙа ул Ырымбурҙа төҙөлгән милли “Башҡорт хөкүмәте” эшенә, “Тулҡын” тигән әҙәби ойошмаға ылығып китә һәм милли азатлыҡ көрәше уртаһында ҡайнай.

1919 йылдың февралендә башҡорт ғәскәрҙәре менән бергә Бабич Ҡыҙыл Армияға килеп ҡушыла. Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлгән тарихи көндәрҙә совет матбуғаты хеҙмәткәре булып эшләп йөрөй. Ләкин Граждандар һуғышы ҡыҙыу барған был осорҙа, фронт һыҙығынан йыраҡ түгел ерҙә, 1919 йылдың 28 мартында фажиғәле рәүештә һәләк була.

АЛ ДА НУР СӘС ХАЛҠЫҢА! Шағирҙың өлгөрөүе уйҙарының халыҡ фекерен сағылдырыу дәрәжәһенә күтәрелеүенән башлана торғандыр. Бындай юғарылыҡҡа халыҡтың хыялдары менән ҡанатланып, уның теләктәре менән дәртләнеп йәшәгәндә генә күтәрелеү мөмкин. Бабичтың ваҡиғаларҙы тетрәп-тетрәп кисереү һәләте, ил яҙмышына иғтибарлы булыуы уның шәхси һыҙланыуҙарын бик күптәр өсөн уртаҡ итте. Ул халыҡтың өмөтө менән өмөтләнде, халыҡ ҡайғыһы менән ҡайғырҙы, халыҡ нәфрәте менән нәфрәтләнде. Быларҙың барыһы ла уның күңеленә халыҡтағы иң яҡты ынтылыштарҙы тупланы. Бабичтың “Кем өсөн?” (1916) исемле шиғырында ижадтың маҡсаты бик үҙенсәлекле асыла: Айға үрләп, нурҙа уйнап, Күкрәгемде нурланым: — Ит ғәфү әй, ай, тинем мин, Нурҙарыңды урланым. — Һис зарар юҡ, ал, тине ай, Ал да сәс нур халҡыңа. Мин дә бит төн хаҡына Алдым ҡояштың нурҙарын. Ал да нур сәс халҡыңа! Иң изге бурысын, ғүмеренең маҡсатын шағир бына нәмәлә — халыҡты уратып алған ҡараңғылыҡты таратыуҙа, тыуған ергә яҡтылыҡ бөркөүҙә күрә, “Халҡым өсөн” (1914) шиғыры менән Бабич шиғриәтенең иң ҡәҙерле биттәре асылып китә. Уның сабый саҡтарҙан йыйылып килгән ғәзиз уй-теләктәре бергә тупланып, был шиғырҙа аҫыл кристалл хәленә етеп балҡый. Был әҫәр — шағирҙың ижад программаһы, эстетик кредоһы. Бында ижадтың тамырҙары ла, шағирҙың илһам шишмәһе лә асыҡ күрһәтелгән. Тар ғына донъяһына бикләнеп үкһегән, үҙ шәхесендә генә соҡсонған шағирҙарға ҡаршы сыҡҡандай, Бабич “Халҡым өсөн” тигән принципты байраҡ итеп күтәрә. Ул “данлыҡ өсөн”, “алтын өсөн” дә, шәхси зауҡы, дәрте өсөн дә йырламай, саф йөрәкле, дәртле, көләс кешеләрҙе яҡлап, “үҙ туған халҡы өсөн” һүҙ әйтәсәген, шуның яҙмышын ҡурсалап көрәшәсәген белдерә: Йәш сағым, алтын сағым, Ялҡын сағым булһын фиҙа Халҡым алдында минең Биргән таҙа антым өсөн. Шағирҙы үҙ ҡайғыһынан бигерәк халыҡ ҡайғыһы борсой. Башҡалар бәхетһеҙ саҡта ул үҙенең бәхетле була алмаясағын белә. Ил зары алдында Бабичтың үҙ ҡайғылары кесерәйеп ҡалғандай була: Иламайым мин көндәрем Һырғаҡ, һыуыҡ, һалҡын өсөн, Илайым тик ярлы, меҫкен, Ҡыҙғаныс халҡым өсөн. Шулай итеп, халыҡ Бабичтың ғүмер буйы табынасаҡ иң оло мөхәббәтенә әйләнә һәм ҡалған барлыҡ кисерештәре ошо бөйөк тойғо тирәһенә туплана. “Был шиғырҙа шулай уҡ Бабич ижадын аңлау өсөн мөһим асҡыс булырҙай бер нәмә күҙгә ташлана: шағир халыҡҡа тик бер яҡлы ғына ҡарамай. Уның тыуған халҡы социаль һәм милли колониаль иҙеү һөҙөмтәһендә ҡарап тороуға аяныс, меҫкен бер хәлгә килеп терәлгән, ләкин йәшәү дәрте, рухи ҡеүәте һүнмәгән: ул “мәңге шат, дәртле, көләс”. Ысынлап та, Бабич лирикаһында аяныс яҙмышҡа зарланыу, хәсрәтләнеү тойғоларына халыҡтың киләсәгенә ышаныу, өмөт сатҡылары яҡтылыҡ һибеп тора. Шағирҙың халыҡ алдында “таҙа ант” биреүе лә был ышаныстың ни тиклем көслө булыуы тураһында һөйләй: тыуыр көнгә өмөт булмаһа, ант биреүҙең дә кәрәге ҡалмаҫ ине. Салауаттан алып Бабичҡа тиклемге ҙур тарихи арала шағирҙың халыҡ менән яҡынайыу юлында төрлө миҙгелдәр үтелгәйне. Салауат бының һәйбәт үрнәктәрен ҡалдырҙы, ләкин шиғриәт ун туғыҙынсы быуат аҙаҡтарында — егерменсе быуат баштарында халыҡ тормошона тәрәнерәк үтеп инә башланы. Бабичтың ижад принциптары формалашҡан йылдарҙа башҡорт халҡының поэтик хазинаһында Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тип, туранан-тура халыҡҡа төбәлгән ижады, Мәжит Ғафуриҙың ябай кешеләрҙе яҡлаусы шиғриәте, Сафуан Яҡшығоловтың башҡорт хәлдәрен ҡайғыртып яҙылған әҫәрҙәре кеүек байтаҡ ҡына байлыҡ тупланып өлгөргәйне. Бигерәк тә Мәжит Ғафури 1912 йылдарҙа “Үҙем һәм халҡым”, “Мин ҡайҙа” исемле шиғырҙарында әҙәбиәттең тормоштағы урыны, шағир менән халыҡ араһындағы мөнәсәбәт мәсьәләләренә ҙур иғтибар биргәйне һәм “ҡайҙа ярлы, ҡайҙа зарлы, ҡайҙа моңлолар була, мин шулар янында булам” тигән принцибына таянып: Бер аҙым алға баҫам да Әйләнәм мин артыма. Ҡайҙа баҫҡандар икән, тип Күҙ һаламын халҡыма, — тип белдергәйне. Башҡорт әҙәбиәтендә ижадҡа ошондай реалистик ҡараштың билдәле традициялары бар ине. Бабич менән бер осорҙараҡ башҡорт әҙәбиәтенә килгән йәш шағирҙар бына ошо традицияларҙы дауам итеп, артабан үҫтереп алып киттеләр. Дауыт Юлтыйҙың “яҙыр йырҙарымды яҙалмайым, ҡара таммаҫ борон йәш тама” тигән һүҙҙәрендә уларҙың уртаҡ уйҙары әйтелгән, ләкин йәшкә ҡапланһа ла, уларҙың күҙҙәре халыҡҡа төбәлгәйне. Йыш ҡына ҡара томандар эсендә аҙашып ҡалғанда, күңелдәре билдәһеҙлек эсендә өҙгөләнгәндә, улар тыуған халыҡҡа ҡарап өмөтләнделәр. Был осорҙа халыҡ һүҙе дөйөм төшөнсә булып ҡына ҡалмайынса, уның йөкмәткеһе шаҡтай асыҡлана бара. Аҡмулланың “башҡорттарым!” тип өндәшеүе бөтә милләтте уянырға саҡырыу ине. Ғафуриҙың ҡайҙа зарлы, ҡайҙа ярлы — шунда ынтылыуы, Юлтыйҙың иң түбән тормош төбөнән моң алыуы, йырҙарының иң түбән халыҡ йөрәгенән ағыуы — шиғриәттә көндән-көн йышыраҡ ишетелә башлаған ошондай фекерҙәрҙә элек күберәк дөйөм һүҙ булып йөрөгән халыҡ төшөнсәһе конкретлаша төшә, ул асыҡ социаль йөкмәтке менән тулылана башлай. “1914 йылда яҙылған “Халҡым өсөн” тигән шиғыр менән Бабич ижадының өлгөргән һәм күп яғы менән шул замандағы башҡорт һәм татар шағирҙарының бик күбеһенән өҫтөн күтәрелгән осоро башлана” икән, был осорҙоң иң төп һыҙаты шағирҙың тормошҡа яҡынайыуы, халыҡ яҙмышын ҡайғыртырлыҡ ил улы булып өлгөрә барыуы ине. Бабич ижадындағы йылдар ваҡыт теҙмәһе генә түгел, улар шағир ҡарашының киңәйеүен, ышаныстарының, инаныуының нығыныуын сағылдырған үҙенсәлекле баҫҡысты хәтерләтә. 1914 йылды шағир “Халҡым өсөн” тигән поэтик лозунг менән башлап ебәрһә, 1915 йылда замандаштарына “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!” тип оран һалды, иҙелгән халҡын “Әйҙә, милләт!” тип алға саҡырҙы. 1916 йылда “Көтәм”, “Кем өсөн?” кеүек мәшһүр шиғырҙарында Бабичтың был йүнәлеше тағы ла тормошсаныраҡ төҫ алды. Әлбиттә, милләтен алға әйҙәһә лә, уны алға илтер юлдарҙы, күптәр кеүек, Бабичҡа ла күреү түгел, хатта төҫмөрләүе ҡыйын ине. Алда, яҡты офоҡҡа тиклем һуҙылып, киң юл ялтырап ятҡанда, илдең иртәгәге бәхетле яҙмышы көн кеүек асыҡ саҡта шағирҙың халыҡты тиҙерәк алға ашыҡтырыуы, туҡтауһыҙ алға әйҙәүе, бәлки, әллә ни ҙур егетлек тә түгелдер. Ибраһим Нуруллиндың “шағир “Әйҙә, милләт!” шиғырында милләткә алда яҡты көн вәғәҙә итә һәм “ана күренә ҡибла яҡлап бик матур аҡ шәүләһе” тип тамамлай. Был һүҙҙәр ҙә томан эсенән ялтыраған ут шәүләһе булып ҡына күренәләр” тигән күҙәтеүе Бабичтың ҡараштарындағы ҡаршылыҡлы моментты дөрөҫ сағылдыра. “Әйҙә, милләт!”, “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!” кеүек шиғырҙарҙың әлегә беҙҙе башҡа яғы ҡыҙыҡһындыра. Юл ауыр, юл болғауыр булһа ла, шағир халыҡты, “алда рәхәт ҡәҙерене белмәккә михнәт файҙалы” тип алға өндәй. Нурлы көндәрҙең ҡайҙа көткәнен уның зирәк күңеле бары һиҙемләй генә әле. Бабич кешеләрҙе ошо болғауыр, тынсыу тормоштан сығыу юлдарын бергә-бергә эҙләшергә саҡыра, бәхет эҙләү юлындағы михнәттәрҙе улар менән уртаҡлашырға әҙер тора. Күпме шағирҙар кешене “теге донъя” рәхәтлектәренә әҙерләгәндә, уның ихтыярын бығаулап, тәңре алдында теҙ сүктергәндә, хан замандарындағы “алтын дәүерҙәрҙең” көйөн көйләп, күңелде йоҡомһоратырға тырышҡанда йәки мөхәббәт идиллияһы менән әүрәткәндә әлегә үҙе киләсәккә атлар юлдарҙы асыҡ ҡына күрмәһә лә, кешеләрҙе активлыҡҡа, көрәшкә саҡырыуы үҙе үк Бабичтың был йылдарҙағы ҡаһарманлығы ине. Был йәһәттән “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!” исемле шиғыры ла бик характерлы. Ҡанын ағыулап, йәнен сығарырҙай булып, көйҙөргән-һыҙлаған күңеленә шағир былай тип өндәшә: Үҙеңде һин иҙеп янған менән Уйлама һин ваҡыт үтер тип, Ҡара төндә ҡара болот булып, Ерҙе баҫҡан золом китер тип. Шағир аяҡ-ҡулдағы бығауҙарҙы тиҙ генә өҙөп булмаясағын, аяҡ аҫты тулы тәрән соҡорҙарҙың юлды бүләсәген киҫәтә. Тимәк, үҙ-үҙеңде иҙеп яныу менән генә донъяны әллә ни үҙгәртә алмаясаҡһың. Шуға ла: Төкөр донъяһына, бул түҙемле, Ағыулама юҡҡа тамырыңды, Ысын ирекле алғы көндәр өсөн Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде! Һинең һыҙланыуҙарың алдағы ирекле көндәр өсөн уртаҡ көрәшкә ҡушылғанда ғына был ғүмерҙең мәғәнәһе буласаҡ. Шиғырын “Ник һыҙлайһың, күңелем?” тигән һорауҙан башлаған шағир үҙ-үҙенә ошондай яуап бирә. Шиғыр “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!” тигән юл менән йомғаҡланған төҫлө. Ләкин уның башҡортса “һайланма әҫәрҙәр”гә инмәгән ошондай дауамы бар: Һөйөү, выждан, иман, хаҡлыҡ кеүек Матур һүҙҙәр — иҫкән ел генә; Улар — сәмауи һүҙ, күктә улар, Уларҙы тик һөйләй тел генә. Ҡарғалған ер үҙенең тамуғында Әле бик күп йылдар янасаҡ. Рыя, нифаҡ, вәхшәт һаҙлығында Бик күп йылдар батып ятасаҡ. Ерҙең ире — йыртҡыс, тура килһәң, Йыртыр, нисек йырта айыуҙар... Ҡатын — зәһәр йылан, тейә ҡалһаң, Мәңгелеккә һине ағыулар. Уйлама һин, тиҙҙән емерелер, тип, Яҡтылыҡты япҡан таш диуар, Бик күп йылдар әле көсһөҙҙәрҙең. Күҙҙәренән ҡанлы йәш ағыр. Баяғы урында тамамланһа, шиғыр бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда “дөрөҫөрәк” килеп сығыр ине. Ысынлап та, “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!” тигән орандан һуң килгән юлдар шағирҙың, позицияларҙы ташлап, артҡа сигенеүе түгелме? Ләкин был юлдарҙың шул замандың рухи атмосфераһында тыумай ҡалыуы мөмкин түгел ине. “Һөйөү”, “выждан”, “иман”, “хаҡлыҡ” кеүек һүҙҙәрҙең аяҡ аҫтына һалып тапалыуын, вәхшәт һаҙлығына, тамуҡҡа әйләнгән был донъяның күҙҙәрҙән әле байтаҡ ҡанлы йәш ағыҙасағын шағир уҡыусының күңелен төшөрөр өсөн һөйләмәй. “Төкөр донъяһына!” тигәс, ул ошо “ире — айыу”, “ҡатыны — йылан” булған донъяның портретын күҙ алдына баҫтыра. “Бул түҙемле” тигән һүҙҙәр ҙә социаль иҙеүҙә түҙеп йәшәргә өндәү түгел, әлбиттә. Шиғыр баштан аҙаҡ көрәш юлында түҙемле, көслө булырға саҡырыу рухы менән һуғарылған, сөнки, һуңғы юлдарҙа әйтелгәнсә, “бик күп йылдар әле көсһөҙҙәрҙең күҙҙәренән ҡанлы йәш ағыр”. Шағир ниндәйҙер әҙер бәхет, еңел көрәш (көрәш еңел булмайҙыр ҙа) вәғәҙә итмәй, алда торған ҡыйынлыҡтарға ла иғтибарҙы бора. Башҡорт шағирҙарының халыҡ яҙмышын уйлап һыҙланыуҙары, уның тормошон яҡшыртырлыҡ бер генә сара таба алмайынса, төшөнкөлөккә бирелеүҙәре әҫәрҙәрҙә йыш ҡына уҙғандарҙы идеаллаштырыуға, киң сәхрәләрҙе, йәмле йәйләүҙәрҙе һағыныуға килтерҙе. Бындай мотивтар айырыуса Сафуан Яҡшығолов, Фазыл Туйкин кеүек шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә йыш ишетелде. Мәжит Ғафуриҙың ҡайһы бер шиғырҙарында “ата-бабаларҙың тормошона ниндәйҙер яҡшы өлгө итеп ҡарау, үткәнде идеаллаштырыу ныҡ ҡына сағылып ҡалды”. “Тәүҙә башҡорт милләтенең үткәне өсөн янған шағир хәҙер татар һәм дөйөм төрөк милләтселегенә лә өлөш сығарҙы”. Дауыт Юлтый ҙа тыуған халҡының бөлгөнлөккә төшөүенә аптырап: “Ҡайҙа, башҡортҡайым, һауалыҡтар, ғорурлыҡтар тулған күкрәгең?” — тигән һорауҙы ҡабатлап ҡуйҙы. Әлбиттә, бындай әсенеп әйтелгән һүҙҙәр уҙғанды идеаллаштырыуҙан бигерәк халыҡтың бөгөнгө көндә шул тиклем иҙелеп йәшәүенең сәбәптәрен аңларға тырышыуҙан килә ине. Башҡорт әҙәбиәтендә революцияға тиклем һиҙелерлек урын алған ошондай мотивтар Бабич шиғырҙарында бөтөнләй тиерлек юҡ. Был яғы менән ул 1914 — 1916 йылдарҙағы ижад осоронда күпселек башҡорт шағирҙарынан айырылып тора. Уның туҡтауһыҙ алға ынтылыуы, алға әйҙәүе бында ла еңеп сыға. Ҡара томандар эсендә лә киләсәктәге яҡтылыҡты күрергә өмөтөн өҙмәгән шағир уҙғандар хаҡында хыялдарға бирелеп ултыра алмай. Уның ҡарашы — киләсәктә. Хыялдары — киләсәктә. Шулай итеп, Бабичтың тынғыһыҙ шиғри тәбиғәте уның ижадындағы темпераментта, ярһыуҙа ғына түгел, әҫәрҙәренең ҡайһы яҡҡа төбәлгән булыуында ла күренә. Был осорҙа Бабичтың алыҫ уҙғандарҙы иҫкә төшөрөп, аҙыраҡ моңайып алған тик бер генә мәлен күрәбеҙ. Был мәл уның “Ҡанун тыңлағанда” исемле шиғырында сағылған. Революцияға тиклемге башҡа бер генә шиғырында ла был хәл ҡабатланмай. Шиғырҙың башына автор “Фараби хәҙрәттәренә бағышлайым” тип ҡуйған. Фараби Әбү Насыр Мөхәммәт (870 - 950) Урта Азияла йәшәгән философ. Ул боронғо грек философияһын Шәреҡтә таратыусыларҙың береһе була, йәндең үлемһеҙлегенә, әхирәттәге тормошҡа ышанмауҙа, ҡыҫҡаһы, аллаһыҙлыҡта ғәйепләп, Фарабиҙы дин әһелдәре эҙәрлекләйҙәр. Фараби — музыка тураһында фәндең урта быуаттарҙағы үҫешенә ҙур йоғонто яһаған кеше. Үҙенең капиталь хеҙмәтендә ул музыканың килеп сығыу тарихы, теорияһы, эстетикаһы, уйнау ҡоралдары кеүек күп мәсьәләләрҙе киң яҡтыртҡан. Урта Азия халыҡтарында киң таралған ҡанун исемле боронғо музыка ҡоралының килеп сығышын легенда шулай уҡ уның исеменә бәйләй. Ҡаҙаҡтарҙағы ике ҡыллы думбыраны ла Фараби уйлап тапҡан тигән ҡараш бар. Йыр-моңға ғашиҡ Шәйхзаданы Фараби шәхесенең иң элек шул музыкаға бәйле яғы үҙенә тартҡан булырға тейеш. Әй Фараби хәҙрәте, төркөм, ҡаным, нәҫелем, йәнем, Мәңге онотолмаҫ әҫәрҙән беҙгә ҡалдырҙың ҡанун, — тип башлана шиғыр. Фарабиҙың музыкаль талантына баш эйеү, ҡанун моңона һоҡланыу шиғырҙың буйынан-буйына дауам итә. Ҡанундың сихри моңон тыңлап тәьҫирләнгәндә Бабичта ниндәй тойғолар уяна һуң? Уның күҙ алдынан ниндәй тормош күренештәре үтә? Нисәмә йөҙ йылдар буйына төрлө халыҡтарҙың күңелендәге аһ-зарҙы үҙенә йыйған ҡанун тауышы “иҫке хәлдәр, иҫке саҡтарҙы терелтә, тыңлата” икән һәм ошо тауыш аша шағирға “әллә ҡайҙа, әллә ҡасанғы ҡәүемдәр” ыңғырашыуы ишетелә икән, бындай кисерештәр нескә күңелле Бабичтың тәбиғәтенә бик тап килә. Арфа йәки лира тауышы беҙҙең уйҙарҙы үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән боронғо Элладаға, көснә ҡылдарының сыңлап китеүе боронғо рус тормошона борған кеүек, ҡанундың Бабичта туғандаш моңдарға һоҡланыу уятыуы, уның күҙ алдына алыҫ уҙғандарҙы, бабайҙар донъяһын баҫтырыуы ғәжәп түгел. Уҙғандарҙы күҙ алдынан кисергәндә шағир уларға үҙенең мөнәсәбәтен дә асып һала. Былары инде шағирҙың боронғо моң менән тәьҫирләнеүе генә түгел. Был юлдарҙа башҡаларҙы ҡол итеп, ҡурсаҡ итеп тотҡан саҡтарҙы һағыныу, уҙғандарҙы идеаллаштырып, ҡайҙа ул саҡтар тип аһ ороу шаҡтай ныҡ һиҙелеп ҡала. Шуға ла “Ҡанун тыңлағанда” шиғыры шул осорҙа башҡорт интеллигенцияһы араһында “абруйы” бөтөнләй үк төшмәгән дөйөм төркилек лозунгылары Бабич күңелендә лә аҙмы-күпме урын алыуы хаҡында һөйләй. Фарабиға “төркөм, ҡаным, нәҫелем” тип өҙөлөп өндәшеү ҙә туғандаш моңға һоҡланыуҙан ғына түгел, шағирҙың дөйөм төркилек идеялары менән мауығып алыуынан килә. “Сит уйындарҙан күңел ҡайтты хәҙер” тигән һүҙҙәрҙә Бабичтың тыуған халыҡ моңона һыуһауы ла күренеп ҡуя. Башҡортостанда киң генә таралған “төркилек биҙәгенең” Бабичҡа бөтөнләй ҡағылмайынса урап үтеүен көтөүе ҡыйын ине, әлбиттә. Ләкин сәләмәт күңелле, халыҡсан рухлы шағир был ауырыуҙы еңел үткәрҙе. Бабичҡа һирпелә биреп ҡалған был ҡыҫҡа ваҡытлы зәхмәт, шағир йөрәгендә туған халҡы өсөн дөрләгән ут-ялҡында янып, юҡҡа сыҡты, Бабичтың 1914 — 1916 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙарында халыҡ төшөнсәһе, конкрет социаль ерлек һәм һыҙаттар алып, тулылана бара. Шағирҙың поэтик оҫталығы үҫеү менән бергә уның донъяға ҡарашы, тормошҡа мөнәсәбәте лә үҙгәрешһеҙ ҡалмай. “Халҡым өсөн”, “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!”, “Әйҙә, милләт!” кеүек ижадтың маҡсатын, программаһын нигеҙләгән шиғырҙарға халыҡ хәлен реаль күренештәрҙә һүрәтләү өҫтәлә. Башҡорт яҙмышын төрлөсә юраған бәхәстәргә үҙ мөнәсәбәтен туранан-тура белдермәһә лә, Бабич туған халҡы тураһында һүҙ көрәштереүҙәргә битараф ҡала алмай, әлбиттә. Күптәрҙең аңында әле һаман да төрөксөлөк, мосолмансылыҡ кеүек иҫкергән пәрҙәләргә төрөнөп ятҡан халыҡ төшөнсәһенең Бабич шиғырҙарында ысын йөҙө, тормошсан һыҙаттары йышыраҡ күренә башлай. Был осорҙа шағирҙың халыҡ менән яҡыная барыуы башҡорт фольклорының үҙенсәлекле йоғонтоһонда ла күренә. Мәҫәлән “Халҡым өсөн” шиғыры үҙенең яңғырашы менән йырҙарға бик яҡын тора. Хатта уны шағир мандолинаһына ҡушылып йыш ҡына йырлай ҙа торған булған. Шулай уҡ “Тимергә” исемле шиғырҙа: Доға ҡылдым Тимергә, Бәхете булһын ғүмергә; Бәхетең үҫеп, бай булһаң, Мин баймын, тип тилермә, — кеүек строфаларҙың ҡобайырҙарҙа, сеңләүҙәрҙә йыш осрай торған теләк формалары менән (мәс., “Ишет быны ҡартыңдан, һүҙ булмаһын артымдан” йәки “Эштәреңдә үрнәк бул, ыласындай зирәк бул”) шиғри техника яғынан да, мәғәнәүи яҡтан да туғанлыҡ ярылып ята. “Яҙғы йыр”ҙа “йырҙар яҙам тауҙың күкрәгендә” тигән юлдарҙа башҡорт фольклорындағыса кешенең тыуған ергә һыйынып илһамланыу, тау күкрәгенә йыр яҙыу традицияһының Бабичҡа тәьҫире һиҙелеп ҡала. Ә “Ситлектәге һандуғас янында” исемле шиғырҙағы ҡайһы бер строфалар шағирҙың, башҡорт йыры стихияһына сумып, ваҡыты менән бөтөнләй уның ағышына бирелеп китеүенә асыҡ миҫал: Йөрәгемдә янған һағыштарҙы Һиҙҙеңме әллә, моңло һандуғас? Мин йырламай, былбыл, кем йырлаһын, Йөрәк ялҡындарым ҡабынғас... Ҡараһана, былбыл, ситлегеңдән: Урал тауы тора күгәреп, Шул тауҙарға ҡарап, мин йырлайым, Уйҙарымды йыраҡ ебәреп. Бабич бала сағынан уҡ йыр, әкиәт тыңларға һәүәҫ була, уларҙы дәфтәрҙәренә лә байтаҡ күсереп ала. Юғарылағы ҡайһы бер миҫалдар ғына ла шағирҙың башҡорт фольклорындағы рухи ынтылыштарҙы, шиғри традицияларҙы йөрәгенә һеңдереп, шулар йоғонтоһонда ижад итеүен иҫбатлай. Шағир был йылдарҙа йырҙарын күтәреп ятҡан Уралға ҡарап, халыҡ йөрәгенә төбәп йырлаған ҡаялағы егет ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫа. Уның ихлас йөрәктән сыҡҡан моңо халыҡ күңеленә нығыраҡ үтә бара. Туған халҡына мөхәббәте, уның киләсәгенә бағлаған өмөттәре Бабичтың 1916 йылда яҙылған “Көтәм” исемле шиғырындағы һәр юлға мөлдөрәмә тулған. Был шиғыр — Бабич ижадында ғына түгел, барлыҡ башҡорт лирикаһындағы иң аҫыл әҫәрҙәрҙең береһе. Гөлөстан кеүек йәйрәп ятҡан башҡорт ерҙәре... Уның йәмле туғайҙарын, сәскәгә күмелгән сәхрәләрен күреп, шағирҙың күңеле әллә ҡайҙарға елкенә. Тауҙарына менһә, уның алдында йәннәт нурҙары балҡығандай була. Ләкин башҡорт ауылына килеп инеү менән был яҡты тәьҫораттарҙың әҫәре лә ҡалмай. Ошо гөлөстан кеүек тәбиғәт ҡосағындағы тормоштан аһ-зар, хәсрәт аңҡып тора: Гүрстандай ғәмле ауылдарҙа Ҡыбырҙаша йәнле мәйеттәр. Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен көйләп, Илап аға Һаҡмар, Яйыҡтар. Башта балҡып торған тәбиғәт, ентекләберәк ҡараһаң, бер ҙә улай шат йөҙлө түгел икән: йылғалары ла уның, ил ғәмен көйләп, илап аға. Туған халҡының ошондай тетрәткес тормош эсендә һыҙланыуы, шағир күңеленә йыйылып, һағыш булып һығылып тама: Янып-көйөп, бәғерем, өҙгөләнеп, Ләғнәт уҡыйым, кемгә — белмәйем. “Килер микән аҡ көн беҙгә лә?” тип Уралҡайға ҡарап илайым. Шағир был фажиғәле яҙмышты ситтән килгән бер үткенсе кеүек күҙәтмәй. Ул үҙен ошо йәнле мәйеттәрҙең, Һаҡмар, Яйыҡтарҙың бер туғаны итеп иҫәпләй, улар менән бергә “килер микән аҡ көн беҙгә лә?” тип ғазаплана. Әле генә Урал тауҙарына ҡарап йырлаған егет хәҙер шул тауҙарға ҡарап илай. Ләкин шатлыҡ елкендергәндә лә, ҡайғы йөҙәткәндә лә, тойғолары менән бүлешергә теләгәндәй, Бабичтың Уралға ҡарауы һис тә юҡҡа түгел. Мөһабәт Уралға ҡараһа, ундағы ғәйрәт, уңдағы сабырлыҡ шағирға лә күскәндәй була. Урал тупрағына һеңгән моң-хәсрәт менән бергә шул ерҙәге йәшәү дәртенең дә үҙ йөрәгенә ҡойолғанын, ошо ерҙең ҡайғыһы менән дә, өмөтө менән дә тулышҡанын тоя шағир: Күрәм: үҙ олпатын боҙмай һаҡлап, Урал ята әкрен, тын ғына; Ала шунда йәнде тынлыҡ ҡаплап, Килә башлай тәмле уй ғына. Урал — шағирҙы гүрстандай ауылдарҙа йөрөтөп илатыусы ла, яралы күңелен өмөт менән һауыҡтырыусы ла. Башҡорт халҡының героик эпостарында, ялҡынлы ҡобайырҙарында, йырҙарында данланып, Башҡортостандың, халыҡ берҙәмлегенең символына әйләнгән, ауырлыҡтарҙа ла олпатлығын һаҡлап ҡалған Уралға Бабич торған һайын нығыраҡ таяна, табаны тыуған тупраҡ йылыһын һиҙгерерәк тоя. Ошондай бәйләнеш арҡаһында һүҙен шағир: Ишеткәндәй булам әллә ҡайҙан Ырыҫ-бәхет, өмөт йырҙарын; Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын, — тип тамамлай. Иле хатта гүрстанға әйләнгән заманда, күкрәгенән ҡайнап, ташып торорлоҡ өмөтө булғанға ла шағир әҫәрен “Көтәм” тип исемләгән. Башҡорт ерҙәренең таланыуы, халыҡтың аяныс социаль хәле хаҡында ун туғыҙынсы быуат аҙағында — егерменсе быуат башында прогрессив рус яҙыусылары айырыуса борсолоп яҙҙылар. Бигерәк тә Г. Й. Успенскийҙың “Ырымбурҙан Өфөгә тиклем” исемле әҫәрендә, Уралдың талантлы йырсыһы Д. Н. Мамин-Сибиряктың романдарында, повестарында, хикәйәләрендә һәм очерктарында, башҡа байтаҡ яҙыусыларҙың китаптарында Башҡортостандың һоҡландырғыс тәбиғәте менән ундағы хеҙмәтсән халыҡтың бөлгөнлөгө ҡапма-ҡаршы ҡуйылды. Рус яҙыусылары башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәш тарихы, уның героик эпостары, музыкаль һәләте хаҡында оло хөрмәт менән һөйләнеләр һәм, уның социаль-ижтимағи хоҡуҡтарын яҡлап, ҙур гражданлыҡ ҡыйыулығы күрһәттеләр. “Башҡорттар араһында шундай һәйбәт, аҡыллы шәхестәр бар, етерлек ғәйрәт запасы бар, үлеүгә табан барыусы башҡорттарҙы күтәрә торған күп һәйбәт һыҙаттар бар, аҙаҡ килеп, яҡты ғилем һәм бөйөк мөхәббәт кешеләре бар ҙабаһа — һис бер юл, һис бер ҡотолоу юҡмы ни?” — тип яҙҙы Д. Н. Мамин-Сибиряк. Егерменсе быуат башында ошондай уҡ кисерештәр Н. А. Крашенинниковты ла борсоно. Революцияға тиклемге башҡорт халҡының тормошон төрлө яҡлап сағылдырған “Һүнеп барыусы Башҡортостан” (1907) исемле китабында ул: “Әй, хәҙрәттәр иле, ҡол ҡатындар иле, бында тимерҙән дә ҡатыраҡ — ҡараңғылыҡ!.. Ҡасан һуң таң атыр, ҡасан атыр?” — тип һыҙланды. Рус яҙыусыларының күпселек әҫәрҙәрендә башҡорттарҙың ауыр хәлен аяуһыҙ дөрөҫлөк менән һүрәтләү уның ижад һәләтенә һоҡланыу, потенциаль көстәренә оло өмөт һәм ышаныс һаҡлау менән һуғарылғайны. Ш. Бабичтың “Көтәм” исемле шиғырындағы уй-кисерештәр рус яҙыусыларының ошондай гуманистик рухтағы әҫәрҙәре менән ауаздаш ине. “Көтәм” исемле шиғырҙың башҡортса яҙылыуы ла уны әҙәбиәтебеҙҙең формалашыу юлында үҙенсә бер тарихи факт дәрәжәһенә күтәрә. Башҡорт телен танымаҫҡа тырышыусыларҙың тауышы әленән-әле ишетелеп торған саҡта уҡ Бабичтың туған телдә шиғыр яҙырға һәм уны матбуғатҡа тәҡдим итергә ҡыйыулығы етә. Ул үҙенең “көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде” тигән тормош ҡағиҙәһенә тоғро булып, туған теленә матбуғатта тулы хоҡуҡ биреү өсөн тәүгеләрҙән булып эшкә тотона. Башҡортса яҙылған был шиғырҙың ниндәй резонанс тыуҙырыуы ла ҡыҙыҡлы. 1916 йылдың йәйендә “Тормыш” газетаһы редакцияһы рамазан ғәйете айҡанлы Мәжит Ғафури, Сәғит Рәмиев, Нәжип Думави, Сәғит Сүнчәләй, Зариф Бәшири һәм Шәихзада Бабичтың берәр шиғырын баҫтырып сығарырға була һәм гәзиттең 18 июль һанында Ғафуриҙың, Сүнчәләйҙең, Бәшириҙең шиғырҙары баҫылып та сыға. Был номерҙы әҙерләгәндә Бабич үҙенең “Көтәм” тигән шиғырын алып килә һәм ҡалған биш шағир ҙа был ваҡытта редактор янында була. “Бабичтың шиғырын уҡыр алдынан әйткән ошо һүҙҙәре, — тип хәтерләй Зариф Бәшири,— бөгөнгөләй хәтеремдә ҡалған: — Алдан уҡ әйтеп ҡуяйым: шиғырымдың ике сәйер яғы бар. Беренсенән, ул шаҡтай ҡыйыу мәсләкле, икенсенән, шиғыр башҡорт телендә яҙылған. Сөнки башҡорттоң бөгөнгө гүрстандай ауыр тормошо хаҡында милләте башҡорт булған шағир үҙ шиғырын башҡортса яҙмай булдыра алманы, һәм мин уның гәзиттә башҡортса баҫылыуын теләр инем”. ...Бабичтың был “Көтәм” тигән шиғыры миңә лә, башҡаларға ла оҡшаны. Шулай ҙа уны “Тормыш” газетаһының редакторы Закир Ҡадири хупламаны. — Мин был шиғырҙы, — тине ул, — Бабич үҙе әйткән сәйер яҡтарын алып ташлағанда ғына баҫып сығара алам, ә был көйө — юҡ. Бындай хөкөмдө ишеткәс, Бабич шиғырҙы ҡуйын кеҫәһенә тыҡты ла урынынан торҙо һәм Закир Ҡадиригә: — Беҙҙең халыҡҡа ирекле көндәр килмәйенсә, был шиғыр донъя күрә алмаҫ, ахыры. Ә мин ул көндө көтәм! — тине лә редактор бүлмәһен ташлап сығып китте”. Ошо ваҡыттарҙа яҙа башлаған “Китабеннас”ының бер бабында Бабичтың Закир Ҡадириҙе ҡанһыҙлыҡта, деспотлыҡта (истибдад) ғәйепләп: Әл-Ҡадирҙың ҡәҙере төшмәк әлмисаҡтан бирлелер, Аҡылына, фәһеменә, истибдадлы хиссиәт мөдир! —. тип ҡаты ғына эләктереп китеүенә редактор бүлмәһендәге ваҡиға ла ниндәйҙер дәрәжәлә сәбәпсе булғандыр, моғайын. (Рауил Бикбаев) 1981 й.