Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Шафиҡ Әминев-тамъяни (1858-1936)

Сәсән-шағир Шафик Әминев-Тамъяни 1858 йылда Ырымбур губернаһы Үрге-Урал өйәҙе Тамъян-Түңгәүер волосы (Башҡортостандың хәҙерге Әбйәлил районы) Әбделғәзе ауылында тыуа. Ауыл мәҙрәсәһенән һуң Троицкиҙа һабаҡ ала. Йәй айҙарында ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта.

Үҙенең уңғанлығы, ғәҙеллеге һәм белемле булыуы менән халыҡ араһында оло абруй ҡаҙана. Уны Шафиҡ мулла тип йөрөтәләр.

Шафиҡ Әминев әҫәрҙәре беҙҙең көндәргә ике формала — яттан һөйләү рәүешендә һәм ҡулъяҙма көйө килеп еткән. Уның айырым шиғырҙары матбуғатта тәү башлап 70-се йылдарҙа баҫылып сыҡты.

ШАФИҠ ТАМЪЯНИ-ӘМИНЕВ Cәсән, хәҙерге Әбйәлил районы Әбделғәзе ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде ауыл мәҙрәсәһендә алған, һуңынан Троицкиҙа "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә уҡыған. Төп фамилияһы — Әминев, ә Тамъяни — уның ырыу исеменән алынған ҡушаматы. Абруйлы, уҡымышлы, сәсән телле булғаны өсөн халыҡ уны "Шафиҡ мулла" тип кенә йөрөткән. Шафиҡ мулла йәштән үкһеҙ етем ҡалып, ғаиләлә оло булараҡ, донъяһын рәтләп, туғандарын ҡарап үҫтергән. Совет осоро йылдарында уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнгән. Шиғырҙарынан күренеүенсә, Шафиҡ мулла Мәккәгә хаж сәфәренә лә барған булһа кәрәк. Шафиҡ мулланың шиғырҙары 70-се йылдарҙа ғына фән донъяһына килеп инде, улар башлыса, дәфтәрҙән дәфтәргә күсереп таратылған. Шафиҡ Тамъяни ижадында "Урал", һәм "Кеше ғүмере" тигән шиғырҙар циклы үҙҙәренә айырым урын алып тора. Уларҙың тәүгеһендә сәсән тыуған төйәк, ер-һыуға мәдхиә йырлай, Уралды хатта "ер кендеге", "мәғдән ояһы" итеп поэтиклаштыра, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ ниғмәтенә, хушбуй еҫле сәскәләренә, тәмле һыулы йылғаларына һоҡлана: Һиндә ағас, һиндә емеш, төрлө ниғмәт күбәймеш, Һин үҙең мәғдән ояһы, ҡаҙһалар — алтын, көмөш. Һин хазина, һин төкәнмәҫ, һин һауын һыуалмаған, Илебеҙҙә юҡтыр кеше һинән файҙа алмаған. Әммә сәсәнде ошо ожмах илдә йәшәгән башҡорттоң аяныслы яҙмышы борсой, шиғырҙа тәбиғәттәге бөтөнлөк, ятышлы-лыҡ, килешлелек менән йәмғиәттәге тигеҙһеҙлек, артталыҡ, ғәфләтлек (вайымһыҙлыҡ, моңһоҙлоҡ, ғәмһеҙлек) бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. Шафиҡ Тамъяни малға, байлыҡҡа ынтылып та, мәғариф, мәҙәниәткә илтифат етмәүгә зарлана: "Ергә байҙар, малға байҙар, бер ғилемгә ярлылар", — ти сәсән. Үҙенең йөкмәткеһе менән, мәғәнәүи йүнәлеше яғынан "Урал" циклына "Башҡорт бабаларының тарихы" шиғыры бик яҡын, хатта улар бер-береһенең дауамы булып ҡабул ителә. Уларҙың тәүгеһе, әйткәнебеҙсә, Уралға дан йырлаһа, икенсеһе ере-һыуы өсөн ҡорбан булған, ҡан түгеп үҙҙәренең аҫабалыҡтарын һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙға дан йырлай: Ватанын, йөрөгән ерен бик һөйгәндер, Һуғыштан ҡасҡандарға ныҡ көйгәндер, Хурлыҡ берлә донъяла йәшәгәнсе, Намыҫ берлә үлгәнде хуп, тигәндер. "Башҡорт бабаларының тарихы" — этнографик йөкмәткеле әҫәр. Унда боронғо башҡорттарҙың йәшәйеше, кәсебе, аш-һыуы, эш, яу ҡоралдары шаҡтай тулы сағылып ҡалған. Түбәндәге юлдарҙа, мәҫәлән, батырҙарҙың уҡ-һаҙаҡты ҡәҙерләүҙәрен күрмәү мөмкин түгел: Һәр кеше малик булған уҡ-йәйәгә, Бирмәгәндәр яңғыҙ уҡты бер бейәгә. Шиғырҙа боронғо ата-бабаларыбыҙҙы идеаль образ дәрәжәһенә күтәреү асыҡ һиҙелә, "батырҙан батыр тыуа" тигән фекер үткәрелә: Бабалар эре булған, оҙаҡ йәшәп, Ҡарттары һикһән йәштә ҡурмас ашап, Шул батыр бабаларҙан тыуған булһа, Балаһы насар булһын кемгә оҡшап? "Кеше ғүмере" тигән цикл, исеменән күренеүенсә, ғүмерҙең төрлө осорҙарына иҫ китмәле аныҡ баһа биреүе менән көслө. Бына, мәҫәлән, сабыйлыҡ дәүеренең бер күренеше: Ике имсәк һөтө миңә тейә ине, Дошманым юҡ, һәр кем мине һөйә ине. Кешенең егетлек дәүерен һүрәтләгәндә, сәсән өйләнеү, башлы-күҙле булыу кеүек мәлдәргә туҡтала: Бөргән күлдәк, шәл ябынған — хуш күренә, Бере шунан насип булһа кәрәк имде. Шиғырҙа өгөт-нәсихәт, тәрбиәүи мотивтар күҙгә асыҡ ташлана: Түштәренә өлкән талир тәңкә теҙеп, Ире юҡта йөрөмәһә икән урам гиҙеп, Барлығына, юҡлығына ирҙең түҙеп, Ер йөҙөндә фәрештәләй булһа имде. Сәсән кеше ғүмеренең утыҙ, ҡырҡ, илле йәшлек осорҙарына ла бик аныҡ баһа бирә. Утыҙ йәшлек ир-егеттәрҙе ул бала-саға хаҡы өсөн эшләргә, кәсеп итергә, ә инде ҡырҡ йәшкә еткәндәрҙе дин, шәриғәт өйрәнергә, аҡыл-әҙәп төйнәргә саҡыра. Шафиҡ Тамъяниҙың үҙ тормошона бәйле ваҡиғалар был шәлкемдең "Илле йәшлек хәле" тигән шиғырында һәйбәт сағылған. Унан күренеүенсә, сәсән үҙ ғүмерендә ниндәйҙер түрәлек вазифаһын башҡарған булһа кәрәк. "Үҙ илемә бер аҙыраҡ түрә булдым", — ти был хаҡта сәсән, шунан былай тип өҫтәп ҡуя: Түрә булһаң, шараптар ҙа бергә ултыра, Бүҫкә булһа, һауыттарҙы һәм тултыра. Шафиҡ Тамъяни ижадында халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт традицияларының айырылмаҫ бөтөнлөгө күҙгә ташлана. Сәсәндең боронғо яҙма ҡомартҡылар менән яҡшы таныш икәнлеге ап-асыҡ күренеп тора. (Салауат Галин) 2004 й.