Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Салауат Юлаев (1754-1800)

ХVIII быуат башҡорт әҙәби мираҫында Салауат Юлаев ижады үҙенә башҡа бер урынды алып тора. Салауат — шиғырҙары халыҡ хәтере һәм яҙма сығанаҡтар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән талантлы сәсән-шағир. 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының күренекле сардары, осорҙоң ижтимағи аңын сағылдырыусы аҡыл эйәһе, башҡорт халҡының легендар геройы.

Салауат Юлаев 1754 (бүтән сығанаҡтар буйынса 1752) йылдың йәйендә Өфө провинцияһы Себер юлы Шайтан-Көҙәй йорто (хәҙер — Башҡортостандың Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуып үҫкән. Уның атаһы Юлай Аҙналин Шайтан-Көҙәй йорто старшинаһы һәм күп яуҙар үткән кеше була. Салауат бик яҡшы белем һәм тәрбиә ала. Риүәйәттәргә ҡарағанда, хәреф танырға ул әсәһенән өйрәнә, аҙаҡ Нәби Кәбири тигән муллала уҡый. 16-17 йәшендә ил аҡһаҡалы Байыҡ Айҙар сәсән менән осрашып, яҡындан таныша. Е. Пугачев етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы башланыу мәлендә Салауат Юлаев башҡорт халҡын ирек өсөн көрәшкә күтәрерлек шәхес булып өлгөрә.

Ул 1200 кешелек атлы ғәскәр менән яуға ҡушылып, һәләтле полководец халыҡтың яратҡан батыры һәм шағиры булып таныла. Крәҫтиәндәр һуғышы еңелеү менән тамамланғас, Салауатты атаһы, бер нисә көрәштәше менән ҡулға алып, 1775 йылдың октябрендә Балтик диңгеҙе Рогервикка (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһына) ғүмерлеккә каторгаға ебәрәләр. Шағир 1800 йылдың 26 сентябрендә шунда вафат була.

Салауат Юлаев әҫәрҙәре беҙҙең көндәргә халыҡ хәтерендә һаҡланған йыр йә ҡобайыр рәүешендә һәм 7 шиғыры рус теленә юлма-юл тәржемә формаһында килеп еткән, һуңғылары 1893 йылда Р. Г. Игнатъевтың “Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор” тигән мәҡәләһендә донъя күрә. Р. Г. Игнатьев яҙыуынса, С. Юлаевтың был шиғырҙары 1868 йылда төп нөсхәнән руссаға Дәүләтшин тигән кеше тарафынан тәржемә ителгән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҫәрҙәрҙең башҡорт йәки төрки телендәге нөсхәләре һаҡланып ҡалмаған.

Әлеге 7 шиғыр ҡайтанан башҡортсаға 1922 йылда Сәғит Мирасов тарафынан тәржемә ителә. 1952 йылда Рәшит Ниғмәти уларҙы яңынан эшкәртеп “Әҙәби Башҡортостан” журналында сығара.

Салауат Юлаевтың поэтик ижады башҡорт халҡының бай ауыҙ-тел әҙәбиәте һәм фольклорынан, шулай уҡ Көнсығыштың классик шиғриәтенән һут алып майҙанға килгән. Шағирҙың барлыҡ әҫәрҙәренә лә тәрән лиризм һәм хислелек хас, улар халыҡҡа, тыуған ергә һәм уның тәбиғәтенә оло һөйөү, ә дошманға көслө нәфрәт тойғолары менән һуғарылған. Азатлыҡ өсөн көрәш рухы уларҙың төп асылын билдәләй.

ҠАҺАРМАНДЫҢ ШАНЛЫ ЯҘМЫШЫ Салауат Юлаевтың яу ҡаһарманлығына һәм сәсәнлек ҡомарына бәйле даны бына ике быуаттан ашыу дәүер инде телдәрҙән төшмәй. Уның исеме Рәсәй халыҡтарының синфи һәм социаль иҙеүгә, милли ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы оҙайлы көрәше тыуҙырған ғәййәр батырҙар рәтендә үҙенең хаҡлы урынын тапты. Тарихи мәғлүмәттәр һәм фольклор сығанаҡтары Салауаттың булмышын сағыу тасуирлай, XVIII быуатта Рәсәйҙе дер һелкеткән иң ҙур халыҡ хәрәкәтенең мәшһүр яу башлығы, ихтилалсылар власын оҫта ойоштороусы һынын күҙ алдыбыҙға баҫтыра. Серле вафат булған император Павел III титулын үҙенә таҡҡан Емельян Пугачевка 1773 йылдың ноябрь айында ҡушыла Салауат. Крәҫтиәндәр һуғышында уға тик бер йыл ғына ҡатнашырға тура килә. Мәгәр ошо сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт арауығында йәш кенә уҙаман башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың легендаһына әүерелә: ихтилал ғәскәрендә — полковник, һуңынан бригадир Салауат, отрядтар туплап, уларҙы күп меңлек “армияға” буйһондора һәм хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышҡа әйҙәй: ҡәлғәләрҙе, ҡалаларҙы ҡамай, Ырымбур, Ҡазан губерналарында лөғәттәре төрлө ярлы-ябағаны күтәрелеш сафтарына ҡуша, ваҡытлыса азат ителгән төбәктәрҙә яңы идара берәмектәре ойоштора. Юлай улы Салауаттың егерменән ашыу алышта шәхсән ҡатнашыуын, йәнә уның ерле халыҡ араһындағы хакимлыҡ һәм хоҡуҡи эшмәкәрлеген раҫлаусы документтар байтаҡ. Батырҙың шанлы яҙмышына күҙ һалайыҡ. Салауат 1754 йылда Ырымбур губернаһына ҡараған Өфө провинцияһы Себер юлының Шайтан-Көҙәй волосы Тәкәй ауылында тыуа, яҡындағы Юлай ауылында буй еткерә. Тыуған йылын 1775 йылдың февралендә Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һорау алған саҡта үҙе әйтә. Шартлы рәүештә Салауаттың тыуған көнө йыл уртаһында — 15 июндә билдәләнә. Атаһы — йөҙ башы Юлай Аҙналин, ул 1765 йылда волость старшинаһы итеп тәғәйенләнә. Сит ил походына киткәндә был вазифаны үтәү ун һигеҙ йәшлек Салауатҡа йөкмәтелә. Юлай Аҙналин хәрби таһылы (Польша походында маҡтаулы әләм ала) менән дә, батша ярандары, байҙар һәм завод эйәләре төрлөсә ҡыҫмаҡҡа алған ябай башҡорттар мәнфәғәтен ғәҙел яҡлаусы булараҡ та киң танылыу ҡаҙана. Салауаттың әсәһе хаҡында рәсми ҡағыҙҙар һаҡланмаған. Батыр иртә өйләнә, мосолман йолаларына ярашлы, өс ҡатын ала. 1775 йыл урталарына ике улы, ике (өс) ҡыҙы булғаны мәғлүм. Социаль һәм милли иҙеүгә ҡаршы йүнәлтелгән көрәшкә Салауат ихтилалсыларҙың Ырымбур эргәһендәге Берды лагерында ҡушыла. Әлбиттә, батшалыҡ тәхетенә, хөкүмәт армияһына һәм дворяндар синыфына ҡылыс күтәрәсәген аңлай, әммә ғәзиз халҡына, ниндәй милләткә һәм синыфҡа ҡарауын айырмайса, бүтән халыҡтарға ла азатлыҡ, ғәҙел, етеш тормош яулау маҡсаты уны көрәш юлына баҫтыра. Салауат баш күтәреүселәр ҡамауында ҡалған губерна үҙәге ғәскәрҙәре менән бәрелештәрҙә ҡыйыулыҡ күрһәтә, йәрәхәт ала. Полковник чинын биреп, “Петр III” — Пугачев декабрь аҙаҡтарында Салауатты Өфө провинцияһына ебәрә: уға эре отрядтар ойоштороу, Красноуфимск ҡәлғәһен алыу, артабан Пермь провинцияһына — Көңгөргә сығыу бурысы йөкмәтелә. 1774 йылдың ғинуар-март айҙарында уҡ Салауат Юлаев — Ырымбур крайының төньяғында һәм уға сиктәш Ҡазан губернаһы биләмәләрендә хәрәкәт иткән көстәрҙең иң төп етәксеһе. 23 ғинуарҙа башҡорт ир-егеттәренән, Яйыҡ казактарынан, ерле крәҫтиәндәрҙән һәм яҡын-тирә завод эшселәренән төҙөлгән 4 меңлек сиреү Көңгөрҙө штурмлауҙа ҡатнаша. Алыш аяуһыҙ була, ауыр яраһы төҙәлер-төҙәлмәҫтән Салауат йәнә яуҙа: февраль-март айҙарында “корпус” Красноуфимск менән Сарапул аралығыңда һуғыша. Апрелдә иһә, батша чиновниктары әйткәнсә, “ал-ял белмәй” Баш ғәскәргә отрядтар туплай башлай һәм аҙаҡ уларҙы Магнит ҡәлғәһенә табан әйҙәй. Салауаттың дүрт меңләп һыбайлыһы була. Был көсө менән ул еңмеш батша офицеры И. И. Михельсон һалдаттарына тәүәккәл һөжүмдәр яһай. Май айындағы өс алышта — Эҫем заводы һәм Әй пристане янында салауатсылар менән михельсонсылар күҙмә-күҙ бәрелешә. “Басурмандар”ҙың ҡыйыулығына һәм ныҡлығына хатта дошмандары ла аптырай һәм ирекһеҙҙән һоҡлана. Салауат отрядтары Пугачев армияһына ҡушылғас, 3 һәм 5 июндә Әй ярындағы һуғыш тактик йәһәттән дә, рухи яҡтан да бик отошло уҙғарыла. З июнь көнө Үрге Ҡыйғы тирәһендәге алыш өс сәғәткә һуҙыла: бында “мылтыҡтарҙан һәм пушкаларҙан иҫ китмәле атыш үтә”. Михельсондың иҫәпләүенсә, һөжүм итеүселәр сафында “З мең самаһы кеше, өс йөҙләп урыҫтан тыш, бөтәһе лә башҡорт” була. 5 июнь иртәһендә Уразмәт ауылына яҡын уйпатта баш күтәреүселәр Михельсонды ҡабат ҡыҫырыҡлай. Подполковник тиҙҙән доклад яҙа: башҡорттар “төрлө яҡтан ырғылып, бөтә көстәре менән... миңә атака яһаны” һәм һуғыш “аҙ булмаған ваҡыт” бара. Шулай итеп, Михельсон үҙҙәренең командующийына фетнәселәрҙе тар-мар итеүе хаҡында рапорт ебәрә. Әммә үҙен язаларҙан алда Пугачев күрһәтмә бирә: уныҡылар бер нисек тә “Михельсонды... һындыра алмай”, тегеләр ҙә “уны туҙҙырмай”, шуға күрә “һәр кем үҙ юлынан китте” ти. Салауат иһә Әйҙәге яуҙар хаҡында “Ә гусарҙар менән ике алыш булды, уларҙың күбеһе ҡырылды, тик әҙ генәһе ҡасып ҡотолдо” тип яҙасаҡ. 5 июндә Е. И. Пугачев күптәрҙе бүләкләй, Салауат Юлаевты иһә бригадир дәрәжәһенә үҫтерә. 11 июндә Ачитск ҡәлғәһе янында Салауат һыбайлылары Пугачевтың төп көстәре менән берлектә подполковник А. В. Папава етәкләгән Көңгөр командаһын ҡулсаға ала һәм уны Көңгөргә сигенергә мәжбүр итә. Уса ҡәлғәһе өсөн 18 июндә ҡанлы атака йәйелдерелә, бында Салауат өсөнсөгә ҡаты йәрәхәт ала. Өс тәүлек барған һөжүмдән һуң ҡала бирелә. Иртәгәһенә Баш ғәскәр Каманың уң яғына сыға һәм Ҡазанға ҡарай эркелә. Пугачев тоғро бригадирын Ырымбур губернаһында ҡалдыра. Август баштарында Салауат Юлаев отрядтары Өфөгә табан юллана. Был поход һәр яҡлап уйланған һәм әҙерлекле булғандыр — ҡалаға кәмендә ете кавалерия төркөмө яҡынлаша. Бүтән отрядтар менән килешеп, Өфөнө төрлө яҡтан ҡулсаға алырға самалай Салауат. Эйе, август һәм ноябрь айҙарында Кама ярҙарынан Ҡатау заводтарына тиклем аралыҡ, йәғни Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш тарафтары тотошлай яу яланына әйләнә. Сентябрь башында Ағиҙел менән Беүә йылғалары үҙәнендә ихтилалсылар премьер-майор И. Г. Штерич “деташаменты” (отряды) менән бәрелешә, айҙың икенсе яртыһында подполковник И. К. Рылеев ғәскәренә ҡаршы сыға. Тарихи яҙмаларҙан күренеүенсә, халыҡ юлбашсыһының даны ныҡ тарала, “Салауаттың исеме... был тирәлә һәр ерҙә ишетелә”. Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы Г. И. Панин башҡорттарҙан ҡорал һалыуҙы талап итә, “үҙҙәренең эскерһеҙ үкенеүҙәре һәм подданныйҙарса буйһоноуҙары йөҙөнән” Салауатты, атаһы Юлай Аҙналинды ла каратель частарының “иң яҡын йөрөгән начальнигына” тотоп бирергә бойора. Йәшерен комиссия начальнигы П. С. Потемкин иһә батырға туранан-тура өндәшә: “Тәүбәгә кил, ғәйебеңде таны ла баш һал”. Ләкин Салауат һәм уның яуҙаштары: “...һәләк булғанғаса тынғы белмәҫкә һәм дә бирелмәҫкә” тигән орандай анттарын боҙмай. Һуңғы һуғышын Салауат 1774 йылдың ноябрендә Ҡатау-Иван заводына яҡын ерҙә ойоштора. Хөкүмәт ғәскәре командирҙары уны, ҡыйыу һәм көтөлмәгән, иң мөһиме, тактик йәһәттән уйланылған алыш, тип баһалай. Ә бит Салауаттың хәрби маһирлығына юғары баһаны ут-һыуҙарҙы кискән тәжрибәле офицерҙар биргән. Подполковник И. И. Михельсонды ғына алайыҡ. Ул — Пруссия менән ете йыллыҡ һуғыш яугиры, 1768 — 1770 йылдарҙағы рус-төрөк кампанияһында ҡатнашыусы, йәнә Польша конфедераттары менән яу барышында А. В. Суворов ҡарамағына ебәрелеүен дә онотмайыҡ, һәр хәлдә, Александр Васильевич И. Михельсонға ҡағылышлы түбәндәгеләрҙе теркәй: “...боласыларҙы кире ҡағыу таһылы айырата ныҡ күренер ине һәм ошо уңыштарынан оло мәртәбә ҡаҙанды”. Регуляр армия офицерҙарының хәрби белемдәренә һәм таһылдарына Салауат үҙенең саялығын, осҡор зиһенен, ҡурҡыу белмәҫ ихтыярын, йәнә атай-олатайҙарынан күреп, бала сағынан үҙләштергән “һуғыш уйыны күнекмәләрен” ҡаршы ҡуя. Ғөмүмән, хөкүмәт яғы начальниктарының ихтилалсылар менән алыштарҙы тасуирлаған рапорттары, әсирлеккә төшкән пугачевсыларҙың шаһитнамәләре егерме йәшлек Салауат Юлаевтың ғәскәри талантын һәм полководец һәләтен бәхәсһеҙ раҫлай. Восстаниеның ҡоласы баш күтәреүселәр өлгәшкән хәрби ҡаҙаныштар менән генә түгел, бәлки, “Петр III” — Пугачевтың һәм уның юлдаштарының Урал — Волга буйы хеҙмәтсәндәренең төрлө ҡатламдарына төрлө “ирек” бирергә, “үҙ ереңә үҙең хужа” булып йәшәргә вәғәҙәләр яҙылған өндәмәләрҙең ифрат киң таралыуы менән дә билдәләнә. Салауат “император Петр Федорович”тың манифестарын һәм указдарын төрлө тарафтарға ебәрә, бүтән атамандар менән берлектә рус һәм төрки телдәрҙә мөрәжәғәттәр тултырып тарата, уларға үҙенән күңел ярһыуын, көрәштең ғәҙеллегенә тәрән инаныуын өҫтәй. Мәҫәлән, 1774 йылдың 19 ғинуарында Көңгөр кешеләренән ҡаласыҡты үҙ иректәре менән һөжүм итеүселәргә тапшырыуҙы даулап, “ысын” император Петр Федоровичҡа ант бирергә өгөтләй, уларҙы батша-государь “ҡаҡмай-һуҡмай ғына... империяның әҙ булмаған өлөшөнә эйә булды” тип ышандыра. Йәнә Салауат гарнизон командирҙарын хәрби бәрелештәр ҡуптармаҫҡа, шулай ҡан ҡойоуға, донъяны тәләф итеүҙәргә юл ҡуймаҫҡа димләй: “...яралылар һәм әсирҙәр күбәйҙе бит, шул етмәҫме, улар ғәйепһеҙ көйө ҡорбан була, ә бәғзеләре үлде лә инде”. Үҙҙәрен Красноуфимскиҙа ҡаршылауҙарын хисле буяуҙар менән бәйән итә: “Бөтә граждандар, ватаныбыҙға ихтирамлы күңелсәкләнеп, алға барыусы тотош армияны ҡаршылау ойошторҙолар, тоғролоҡ йөҙөнән ут ялпылдаған ҡорал менән бөтә артиллерияны остан ебәрҙеләр һәм ҡаршылаған саҡта әләмдәрҙе эйҙеләр, ҡаланың үҙенә ингәндә император ғәли йәнәптәре һаулығына пушкаларҙан атыш булды”. 20 ғинуарҙа Көңгөргә тапшырған өндәмәлә пугачевсы бригадирҙар — Салауат Юлаев менән Ырымбур казагы Иван Кузнецов ҡалала йәшәүселәрҙе “император... армияһы бөтәһе лә россияндарҙан һәм дә бүтән дин тотоусыларҙан” тора, уларға “ҡалаларҙы алған саҡта йәшәгән кешеләргә бер ниндәй ҡыҫмаҡ, талау, йәберләү, һалым түләтеү һәм ғәйепһеҙгә ҡан ҡойош” ҡылмаҫҡа фарман еткерелде, тип ышандыралар. Өгөтнамәнең 6-сы пункты айырым ҡыҙыҡһыныу уята — унда Көңгөр властарының һөйләшеүҙәр алып барыу ҡағиҙәләрен боҙоузары тәнҡитләнә. Шулай, ихтилал етәкселәре үҙҙәрен тиң хоҡуҡлы яҡ һанай: килешеүгә ебәрелгән вәкилдәрҙең тейелгеһеҙлеген һанға һуҡмай, көңгөрҙәрҙең уларҙы тотоп төрмәгә ябыуҙарына әрнеүле үпкә белдерәләр. Закон буйынса “...беҙҙең беренсе императорыбыҙ һәм дә барса монархтар йәғни, унан бигерәк, һәммә державстволар... бер-береһенә илсе ебәрә”, — тип аңлатырға тырыша Салауат менән Иван. — ... бер генә “хаким да йә булмаһа ҡала ла уларҙы тотоу хоҡуғына эйә түгел”, — тип тә өҫтәйҙәр. Нәҡ әлеге хат генерал-аншеф А. И. Бибиков ебәргән почта аша Екатерина II өҫтәленә барып ята. Күрәһең, хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы бунтовщиктарҙың “көтөлмәгән тупаҫлығын” императрицаға еткермәксе булғандыр. Батшабикә Екатерина II полковник Салауат Юлаев хаҡындағы тәүге мәғлүмәт менән бына шулай таныша. Үкенескә күрә, Салауат Юлаевтың яҙма мөрәжәғәттәре бик аҙ һаҡланып ҡалған. Мәгәр уларҙың массалар аңына тәьҫире, бигерәк тә халыҡтарҙы ихтилалға йәлеп итеү ҡөҙрәте хаҡында Өфө провинция канцелярияһында фекер күп яңғырай, сөнки 1775 йылдың май-июнь айҙарында нәҡ ошонда Салауат Юлаевтың “эше” тикшерелә. Канцелярияла хөкөм сығарыр өсөн Хәрби уставтың дүрт артикулы һайлап алына, һәм Салауатты “һүҙ” вә “хаттар” менән халыҡты сыуалышҡа әйҙәүҙә ғәйепләйҙәр. Әйткәндәй, ун биш йыл уҙғас, ошо уҡ закон мәшһүр әҙип А. Н. Радищевты яуапҡа тарттырғанда ла файҙаланыла. Төрлө милләт, теләһә ҡайһы ҡатлам кешеләрен яуға ылыҡтыра алыуы, уларҙы уңай вазифаға тәғәйенләй белеүе лә — Салауаттың арҙаҡлы шәхес булыуына дәлил. Мәҫәлән, өлгөлө хәрби хеҙмәттәре өсөн мари Иҙелбай Аҡбаевты полковник дәрәжәһенә күтәрә, абруйлы бригадирының тәҡдимен хуплап, Е. Пугачев татар Абдулла Туҡтаровҡа полковник чинын таға, башҡорт муллаһы Яҡуп Теләүембәтовты — поход старшинаһы, ә казак Семен Шеметовты атаман итеп билдәләй. Яуҙаш дуҫтары ла Салауаттың төрлө милләттән: урыҫ һалдаты Иван Белобородов, крәҫтиән Иван Васев, казак Иван Кузнецов, мишәрҙәр Ҡәнзәфәр Усаев менән Бәхтийәр Ҡанҡаев, татарҙар Абдулла Туҡтаров менән Йәрмөхәмәт Ҡәҙермәтов... 1773 йылдың декабренән 1774 йылдың ҡара көҙөнә хәтлем баш күтәреүселәр биләгән райондарҙа Салауат Юлаевтың поход канцелярияһы — хәрби һәм гражданлыҡ идараһы эшләй. Был идара органы стихиялы халыҡ ҡуҙғалышын бер йоҙроҡҡа төйнәү һәм халыҡ массаларын берләштереү ҡеүәһенә эйә була. Уралдағы иң әүәлге Суксун заводын восстаниеға ҡушылдырыу, йә иһә Ҡатау-Иван заводы менән нейтралитет хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыу — канцелярия эшмәкәрлегенең баҙыҡ миҫалдары була ала. Тәүгеһе, башҡа бик күп заводтар ише, пугачевсыларға үҙ ирке менән баш һала, байтаҡ эшселәре Салауат отрядына эйәреп китә. Ә икенсеһе хәйлә менән бирелеп тора ла аҙаҡ хәрби гарнизон ҡотҡоһонда тәүге аҙымынан баш тарта, һәм эшселәр ҡабат администрация ҡарамағында ҡала. Салауат завод хужалары менән оҙайлы һөйләшеү алып барырға мәжбүр: тәүҙәрәк үҙенә эйәрергә әйҙәй, һуңғараҡ бер яҡҡа ла аумаҫҡа өндәй, “тыныс йәшәргә” саҡыра, “беҙ һеҙҙекеләргә теймәйбеҙ, сөнки һеҙгә ҡарата яманлыҡ көҫәмәйбеҙ” ти. Салауаттың поход канцелярияһы, хәрби бурыстарын үтәүҙән тыш, ҡәҙимге тормош мәсьәләләре менән дә байтаҡ шөғөлләнә. Бында төрлө йомош, дәғүә менән инәләр, күптәр элекке администрацияның башбаштаҡлығы һәм хөкөм әһелдәре өҫтөнән ялыу бирә, “законлы” хоҡуҡтарын таныуҙы һәм тейешле иғтибар талап итә. Әйтергә кәрәк, Салауат, ысынлап та, яңы законлыҡты бойомға ашырыусы була. Көңгөрҙө штурмлар алдынан ғәскәрен иҫкәртә һәм ҡәтғи фарманға имзаһын ҡуя: “...ҡала әсирлеккә төшөр, әммә унда ингәс, берәүҙе лә сапмаҫҡа (үлтермәҫкә)”; ә ҡала кешеләренә тыныс көнитмеш, тәртип, дини яҡтан үҙ-ара һыйышыу вәғәҙәләй һәм бының ҡоро һүҙ булмаҫы шик уятмай. Дини һәм милли тиңлек принциптары, ғөмүмән, Салауат Юлаев үткәргән сәйәсәттә иғтибарҙы үҙенә ныҡ тарта. Мәҫәлән, сиркәү хеҙмәткәре Макар Поповты Красноуфимскиҙа “казачий изба” атаманы итеп ҡуя, ә керәшен Әбил Байдашевҡа ҡабат элекке диненә ҡайтырға “яҙма ирек” бирә. Мосолман рухлы Салауат христиандарҙың мәнфәғәттәренә илтифатлы ҡарай — ул буйһондорған крепостарҙа һәм ауылдарҙа сиркәүҙәр хеҙмәте туҡтатылмай. Салауат үҙ эшмәкәрлегендә һәр саҡ атаһына таяна алған. Баш күтәреүселәр полковнигы Юлай Аҙналин Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә халыҡ хәрәкәтенә йүнәлеш биреүҙә һиммәтле роль уйнай, һәр хәлдә, Е. Пугачев 1774 йылдың июнь баштарында уны баш атаман, Өфө провинцияһы Өфө даруғаһы халҡы өҫтөнән “судья” итеп юҡтан ғына тәғәйенләмәгәндер. Красноуфимскиҙа үҙидара органы — станица йортон урынлаштырғанда кәңәшсе-тәрбиәсе сүрәтендә күрһәтә батыр үҙен. Нығытма халҡына воевода вазифаһының һәм воевода канцелярияһының бөтөрөлөүен иғлан иткәс, казактар һайлаған атаманды һәм есаулды раҫлай. Восстание учреждениелары етәкселәренең шәхси һыҙаттарынан Салауат гелән “император ғәли йәнәптәре хаҡына хеҙмәткә” бирелгәнлекте, йәнә “яҡшы уйлы һәм айыҡ” булыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә ала. Атаман М. И. Поповтың нәҡ шундай һыҙаттарын атап үтә. Станица йортона бирелгән указдар һәм кәңәшсел күрһәтмәләрҙә яңы властарҙың идара, тәртип һаҡлау һ.б. өлкәләрҙәге сараларҙың ҡоласы ярайһы асыҡ билдәләнә. Үрҙә телгә алынған документтар — община йыйылыштары, уларҙың ҡарарҙары аша ерле халыҡты идара итеү эшенә ылыҡтырыу һәм ике яҡта ла — яуаплылыҡ, власть әһәлдәре менән граждандар араһында үҙ-ара контроль булдырыу кеүек моменттарҙы күҙ уңында тота. Атаман һәм есаул “бындағы граждандар менән итәғәтле булырға: бер ниндәй һылтау аҫтында иғәнә йыйыу, ҡыҫмаҡлау һәм һалым түләү... бер кемдең өлөшөнә теймәҫкә, бирелгән ришүәттәргә ҡағылмаҫҡа” тигән күрһәтмә ала. Ай ярым самаһы ғына эшләп ҡалыуына ҡарамаҫтан, Красноуфимск станица йорто баш күтәреү хәрәкәтенә һиҙелерлек тәртип индереүгә өлгәшә. Эйе, йән үртәгес крепостнойлыҡ шауҡымы, сәйәси тупаҫлыҡ, батшаның ҡыҫыр вәғәҙәләре хөкөм һөргән осорҙа Салауат һыны зирәк эшмәкәр, иҙелгән халыҡтың тын алышын тәрән аңлаусы, ғәҙел йәмғиәт ҡорорға ынтылған юлбашсы булып күҙаллана. Билдәле ки, феодаль йәмғиәттең ҡеүәтен ниндәй ҙә хәрби-сәйәси саралар ярҙамында ғына ҡаҡшатыу мөмкин булмаған, шуға күрә бындай программаның алдан уҡ уңышһыҙлыҡҡа осраясағы ла тәбиғи. Ләкин әлеге хәҡиҡәт Салауат һәм уның көрәштәштәре бойомға ашырған бәғзе бер демократик сараларҙың ҡиммәтен һис тә кәметмәй. Бригадир Салауат Юлаев ҡайһылай ҙа тәүәккәл булмаһын, үҙе ҡылған эштәрҙең ғәҙеллегенә ышанып, нисек тә уңышҡа талпынмаһын, баш күтәреүселәр ғәйрәтле империя менән алышта еңелеүгә дусар ине. 1774 йылдың 25 ноябрендә генерал Ф. Ю. Фреймандың “көслө төркөмө” һәм властарға тоғро мишәр старшиналары төҙөгән отряд тарафынан Миндеш ауылына яҡын Ҡаратау урманында (хәҙерге Салауат районы биләмәләре) Салауат тотҡонға әйләнә. Ноябрь аҙағында подполковник Н. Я. Аршеневскийҙың поход канцелярияһы Салауат Юлаев өҫтөнән тикшереү башлай, һәм ул ете ай ярымға — Ырымбур губернаторы 1775 йылдың 15 июлендә приговор сығарғанға хәтлем һуҙыла. Императрицаның талабына ярашлы, тәфтишсе следователдәргә бер юлы Юлай Аҙналиндың да ғәйебен асыҡлау бурысы йөкмәтелә. Властар халыҡ ҡуҙғалышының социаль сәбәптәрен аныҡларға тырышмай, ихтилалдың ысын маҡсаттарын боҙоп күрһәтә. Екатерина II фарманы буйынса Салауат һәм Юлай эшен тикшереүсе верховный эҙәрлекләү органы — Сенаттың Йәшерен экспедицияһы ла, Ырымбурҙағы губерна, Өфөләге провинция канцеляриялары ла (һуңғылары Йәшерен экспедиция тәүге приговор сығарғандан һуң тикшереү башлай), шулай уҡ губернатор ҙа Салауатты һәм уның дуҫ-иштәрен “фетнәселәр”, “йәмәғәт тыныслығы дошмандары”, “юлбаҫарҙар”, “йән ҡыйыусылар” тип атай. Допростар мәлендә батыр, үҙен хаҡлы тойоп, ҡораллы отрядтар етәкләүен, регуляр ғәскәрҙәр менән бәрелештәрҙә ҡатнашыуын, заводтарҙы баҫып алыуын танмай, әммә үҙен махсус уйланылған “үлтерештәрҙә һәм яуызлыҡтарҙа” ғәйепләүҙәрҙән ныҡышмалы ҡурсалай. Салауат ауыр тән язаларына һәм мыҫҡыллауҙарға дусар ителһә лә, сабырлығын юймай, рухын һындырмай. Суд-тикшереү процессы Салауатты, уның атаһын аяуһыҙ һәм оҙон-оҙаҡ физик ғазаплау менән тамамлана. Яфа сигеүҙәрен күрһәтеү һәм халыҡтың күҙ алдында һуҡтырыу өсөн йөҙҙәрсә саҡрым араға ташып йөрөтөлә улар. Яңы болалар ҡуптармаҫ өсөн халыҡ шулай шөрләргә тейеш, тип иҫәпләй властар, һәм язалау үҙенә күрә сәйәси акцияға әйләнә: күрегеҙ, тетрәнегеҙ — йәшәп килгән тәртиптәргә ҡаршы һәр енәйәттең ҡоно бына ошолай ҡайтарыла. Салауат менән Юлай рәхимһеҙ язаға — 175-әр ҡамсы менән һуҡтырыуға тарттырыла. Өҫтәүенә, танау ярылары йолҡоп алына, сикәләренә ҡыҙған тимер менән “З”, “Б”, “И” хәрефтәре — “злодей”, “бунтовщик”, “изменник” келәймәләре көйҙөрөлә. Тән ғазаптары ла, ғаиләһе өсөн әрнеү ҙә һыҙландыра Салауатты. 1774 йылдың көҙөндә үк әле ҡатындары, бала-сағаһы аманат сифатында Өфөгә оҙатыла. Генерал Фрейман Салауаттың улын, ҡала башлығы полковник С. С. Мясоедов бисәһен һәм икенсе улын бик аҫтында тота. Башҡа ҡатындарын һәм ҡыҙҙарын бүтән чиновниктар бүлешеп ала. 1775 йылдың майында Салауат Өфө төрмәһенән туғандарына һәм иректәге элекке дуҫтарына, ғаиләһен властарҙың үлемесле тоҙағынан ҡотҡарыуҙы үтенеп, хат яҙып ебәрергә ынтылыш яһай, тик был хатты ҡарауыл командаһы эләктерә. Салауат ғаиләһе ағзаларының артабанғы яҙмышына бәйле башҡа мәғлүмәттәрҙе тарихсылар белмәй. Батша офицерҙары уларҙы Салауат нәҫеленең тамырын ҡоротоу, ҡаһармандың исем-шәрифтәрен халыҡ хәтеренән мәңгегә һыҙып ташлау өсөн ирекһеҙләгәндер, тигән һығымтаны икеләнмәй яһарға мөмкин. 2 октябрҙә аяҡ-ҡулдары бығаулы аталы-уллы батырҙар Өфөнән алыҫ һөргөнгә ҡыуыла. Ят тупраҡта — Эстляндия губернаһының диңгеҙ ярындағы Балтика портында, элекке Рогервик нығытмаһы зинданында, сирек быуат ғүмере уҙа Салауаттың. Ауыр мәлдәрендә ул башҡа ун каторжан — элекке ҡыйыу ҡоралдаштары, тоғро юлдаштары менән аралаша. Улар — Пугачев байрағы аҫтына халыҡты туплап, социаль ғәҙеллек өсөн, “мәңгелек һәм төрлө иреклек”, “быуатҡа һуҙылыр һил тормош хаҡына” яҙмыштарын ҡаты һынауға ҡуйып, дауыл уйнатып яу сапҡан уҙамандар. Салауат менән бергә тотҡонлоҡ ыҙаларын баш күтәреүселәр Хәрби коллегияһының дума дьягы И. И. Почиталин, Себер крәҫтиәндәре атаманы Е. И. Тюленев, баш полковник Ҡәнзәфәр Усаев һәм атаһы башҡаларға ҡарағанда оҙағыраҡ кисерә — 1797 йылда иҫән була әле улар. Быныһы — Юлай Аҙналинға ҡағылышлы һуңғы мәғлүмәт. Салауат иһә 1800 йылдың 26 сентябрендә донъя ҡуя. Башҡорт халҡының мәшһүр улы, яугир һәм шағир, полководец Салауат Юлаевтың бөтөн ғүмере һәм тынғыһыҙ эшмәкәрлеге кешенең азатлыҡ, изгелек, матур тормош хыялдары менән һуғарылған. Уның ғәҙелһеҙлекте, боҙоҡлоҡто һөйһөнмәгән йөрәге, ижади аҡылы Рәсәй халыҡтарының баҙыҡ символына әүерелә. Салауаттың ҡаһарманлығы һәм үлемһеҙлеге нәҡ ана шунда. (Инга Гвоздикова) 2004 й.