Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Сәләх Кулибай (1910—1976)

Сәләх Кулибай (Сәләх Габит улы Кулибаев) 1910 йылдың 15 июлендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Таһир ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1921 — 1923 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 — 1925 йылдарҙа Түбә руднигының фабзавучында уҡый, аҙаҡ приискыларҙа эшләй. 1929 йылда Баймаҡ заводының тау-техник мәктәбен тамамлап сыға.

1930 йылда “Башҡортостан” гәзите Сәләх Кулибайҙы промышленность бүлегенә әҙәби сотрудник итеп эшкә саҡыра. С. Кулибай 1933 — 1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Кулибай 1945 — 1950 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, “Әҙәби Башҡортостан” журналы сотруднигы, СССР Яҙыусылар союзының Литфонд вәкиле булып эшләй. Шунан һуң ун йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы һәм шул бүлектең мөдире вазифаларын башҡара.

Сәләх Кулибайҙың тәүге шиғыры 1927 йылда “Сәсән” журналында баҫылып сыға. Ул шунан эшсе-хәбәрсе сифатында “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәрендә, “Сәсән” журналында хәбәрҙәр һәм шиғырҙар менән сығыш яһай башлай.

Кулибайҙың “Эш тауында” (1930), “Суйындар һулышы” (1931) тигән шиғыр китаптарында шау-гөр килгән тимерҙәр хәрәкәтен, үҙ-ара һөйләшеп йөрөгән завод торбаларын, мартендар һулышын, суйындар парадын күрергә мөмкин. С. Кулибайҙың башланғыс ижадындағы тышҡы эффектҡа бирелеү оҙаҡламай кеше күңеленә диҡҡәт менән алышына.

Кешеләрҙең ғәжәйеп бай рухи донъяларын шиғыр юлдары аша яңғыратыу, кинәнесле хеҙмәтте юғары поэзия, оло ижад дәрәжәһенә күтәреп тасуирлау Сәләх Кулибайҙың һуғышҡа тиклем үк яҙылған күп шиғырҙарының аҫыл сифатын тәшкил итә барҙы. “Төйәгем”, “Эш йыры”, “Алтау һәйкәле”, “Хыяллы тау”, “Тәҙрәмдә рәсемдәр” кеүек лирик шиғырҙары ошо яҡтары менән көслө һәм күркәм ине.

Уның 50 — 60-сы йылдарҙа яҙылған “Аҫыл таштар”, “Юлдағы уйҙар”, “Һинең менән” ише шиғырҙары “Тауҙар йыры” циклы — хеҙмәткә арналған поэтик әҫәрҙәренең матур үрнәктәре.

Сәләх Кулибайҙың мәҫәл, юмористик һәм сатирик хикәйәләр, повестар, ҙур һәм бәләкәй пьесалар яҙыу өлкәһендә лә бына тигән ҡаҙаныштары бар. Сәләх Кулибай тәржемә эше менән дә шөғөлләнә.

1934 йылдан бирле Яҙыусылар союзы ағзаһы булды.

ТӨРЛӨ БИҘӘКТӘР Сәләх Кулибай (1910 — 1976) үҙенең бер китабын “Төрлө биҙәктәр” (1958) тип атағайны. Ул, ысындан да, төрлө биҙәк булырлыҡ жанрҙарҙан, шиғырҙарҙан, мәҫәлдәрҙән, поэтик фельетондарҙан, йырҙарҙан һәм хикәйәләрҙән тора ине. Ғөмүмән, Сәләх Кулибайҙың бер китабы ғына түгел, бөтә ижады төрлө биҙәкле. Шуның менән ул күркәм дә. Ижадтары бынан илле-алтмыш йылдар элек башланған тәүге йәки икенсе быуын әҙиптәрҙең тормошо һәм әҙәби юл баштары хаҡында хәҙер беҙгә йыш ҡына фараз итергә тура килә. Улар әкренләп, нисектер, тарих монарына төрөлөп алыҫая-алыҫая күкһелләнеп күренә килгән төҫлө. Әммә Сергей Есенин әйткәнсә, шағирҙың тормошо, бөтә барлығы уның шиғырҙарында. Бына Сәләх Кулибайҙың 30-70-се йылдар дауамындағы ижады заманыбыҙҙың етеҙ ағышын һәм шағирҙың үҙ тормошон, уй-кисерештәрен тулы итеп күҙ алдына баҫтыра, ә быларҙы үҙҙәре лә кисереп үткәргән ҡорҙаштары тағы тәрәнерәк аңлай торғандарҙыр. Әгәр шағир дәүер һулышын үҙ шиғырҙарында оҙаҡ йылдар буйына тойҙорорлоҡ итеп һаҡлап килә ала икән, тимәк, ул ысын шағир тигән һүҙ. Малай саҡта гиҙҙем Уралтауҙы, Йәшлегемдә булдым Амурҙа, Һалдаты ла булдым оло яуҙың Азатлыҡты һаҡлап ҡалыуҙа; Гиҙеп үттем алыҫ Карпаттауҙы, Кисеп сыҡтым Тисса йылғаһын, Дәфтәремә һайлап яҙып барҙым Хәтирәһен данлы йылдарҙың. Тыуған илемдең мин киңлегенән Гөлдәр һайлап алған шикелле, Хеҙмәтемдә дәрт һәм ләззәт табып, Йәшлек, һөйөү йәмен кисерҙем. Ошо Һаран, әммә тәрән мәғәнәле шиғри юлдарҙа Сәләх Кулибайҙың Ватан улы булып сынығып еткән ғүмер юлының сәхифәләре һәм хеҙмәтенең кинәнесе сағылып уҙа. Ошо данлы юлда уның ғүмере төҫлө ҡәҙерле ижады бөрөләнә, поэзияһының саф ынйылар һымаҡ аҫыл бөртөктәре ишәйә. Сәләх Кулибай әҙәбиәткә тимер-томорҙар шалтыратып, мартен мейестәре, завод торбалары күтәреп килгән шағир. Әгәр уның 1930 йылда сыҡҡан “Эш тауында” йәки 1931 йыл баҫылған “Суйындар һулышы” тигән шиғыр йыйынтыҡтарын алып ҡарағанда, уларҙа шау-гөр килгән тимерҙәр хәрәкәтен, үҙ-ара һөйләшеп йөрөгән завод торбаларын, суйындар парадын күрергә мөмкин. Йәш шағир шул саҡтағы әҙәби модаға эйәреүе буйынса, быны производство темаһы тип аңлай. Ләкин ул әле ана шул завод ҡоймалары, оҙон мөрйәләр, корпустар менән әүрәп, заводтың төп хужалары — эшселәрҙе бик шәйләп етә алмай. Ғәлимов Сәләм һүҙҙәре менән әйткәндә, ул мәл “шиғыр әле цех тышында йөрөнө прогуллап”. Рудниктарҙа, шахталарҙа кәйлә тотоп эшләп, тау промышленносы мәктәбен тамамлап килгән үҫмер Сәләхетдиндең теләге изге, әлбиттә: производство темаһын ҡыйыу рәүештә әҙәбиәткә индереү, үҙе яҡшы белгән эшселәр хеҙмәтенә дан йырлау. Ә әле килештереп йырлай алмау, күрәһең, йәшлектән, тәжрибә етмәүҙән. Ижады ҡанат ярған саҡтағы әҫәрҙәре тураһында олоғайғас Сәләх Кулибай шулай тип яҙҙы: “Уларҙың күпселеге производствоға, эшсе синыфҡа бағышланған булыуына ҡарамаҫтан, тышҡы эффектҡа, тышҡы күренешкә ҡоролғандар. Шуға күрә лә байтаҡ йылдар миңә “тимер-томор шағиры” тигән ҡушаматты ишетергә тура килгеләй ине. Әлбиттә, был ҡушамат миңә бик оҡшай ине. Сөнки бик дөрөҫ, минең ижадымдың нигеҙе лә ерҙең шул байлығына, уны иретеп сығарыусы һәм илгә байлыҡ, ҡорал, техника биреүсе эшсе синыфтың хеҙмәтенә, тормошона ярашлы итеп ҡоролған. Һәм мин алда ла шул металл, уны ҡайнатып сығарыусы баһадир эшселәр тураһында яҙасаҡмын. Ләкин башлап яҙылғандағыса түгел, башҡаса, хәҙерге талаптарға яуап бирерлек итеп яҙыуыма ышанам”. Совет кешеләренең ғәжәйеп бай рухи донъяларын поэтик юлдар аша яңғыратыу, кинәнесле хеҙмәтте юғары поэзия, оло ижад дәрәжәһенә күтәреп тасуирлау Сәләх Кулибайҙың һуғышҡа тиклем үк яҙылған күп шиғырҙарының аҫыл сифаттарын тәшкил итә барҙы. “Төйәгем”, “Эш йыры”, “Алтау һәйкәле”, “Хыяллы тау”, “Тәҙрәмдә рәсемдәр” кеүек лирик шиғырҙары ошо яҡтары менән күркәм һәм көслө инеләр. Утыҙынсы йылдарҙа ижад ителгән “Асыу”, “Бәхетле ер””, “Өс һөйөү”, “Дәүер әкиәте” кеүек поэмалары социализм төҙөлөшө күренештәрен бөтә реаллегендә һүрәтләүҙәре, совет кешеһенең гүзәл һыҙаттарын сағылдырырға ынтылыштары менән характерлы. Әгәр Сәләх Кулибайҙың бөтә ижадына күҙ ташлағанда уның илһам сығанағының, иң яҡшы әҫәрҙәренең темаһы һәм поэтик йүнәлеше тыуған яҡтары, күкһел Ирәндек буйҙары, үҙе эшләгән Түбә рудниктары, тау эшселәренең тормошо һәм уйҙары менән айырылғыһыҙ бәйләнешен күрергә мөмкин. Уның күп әҫәрҙәренең шиғри төйәге тауҙар ҡуйынында, мәғдән сығарылған шахталарҙа, дөрөҫөрәге, ошо тау эшселәренең күңелендә. Шағир ҡулына ҡәләм алһа, уның уйҙары йыш ҡына, ҡоростарҙы үҙенә тартҡан көслө магнит төҫлө, баҡыр тауҙарына тартыла. Быны шағир үҙе үк әйтә: Антрацит булып янмаһам да, Йырға кәрәк ут та, ялҡын да, Шуның өсөн минең йырым сымы Баҡыр тауҙарына тартылған. Эҫе бында, ләкин тынсыу түгел, Йылы алам домна утынан, Был — төйәгем минең, шуның өсөн Таштарын да маҡтап ултырам. Оҫта ташсы аҫыл таштарҙан ғәжәйеп әйберҙәр, һәйкәлдәр төҙөй алғаны шикелле, Сәләх Кулибай ҙа халыҡ күңеленән йыйылған аҫыл һүҙҙәр ярҙамында ҙур поэзия тыуҙыра. Ул һүҙҙәр мәғдәнен үҙ йөрәгендә етерлек ҡайнатҡанда саф ынйыларҙан торған шиғри юлдар ҡоя. Уның һуңғы йылдарҙа яҙылған “Аҫыл таштар”, “Юлдағы уйҙар”, “Һинең менән” кеүек шиғырҙары, “Тауҙар йыры” циклы эшсе синыфына, уның хеҙмәтенә арналған матур үрнәктәр булды. Эшселәрҙең яҡты образдарын Һәм поэзияға тиң хеҙмәттәрен Сәләх Кулибай “Оҫталар” тигән поэмаһында киң полотнола кәүҙәләндерә алды. Ғөмүмән, Сәләх Кулибай нимә тураһында ғына яҙмаһын, ниндәй мөһим темалар күтәрмәһен, үҙен сыныҡтырған эшселәр синыфы күҙлегенән ҡарағанда, уның йөрәк йылыһын яҡшы тойғанда ул ысын ижади уңыштар кисерҙе. Әгәр ул ошо илһам сығанағынан алыҫлаша икән, уның шиғырҙарының сатҡыһы һүрәнләнә башлауы, поэтик биҙәктәре төҫһөҙләнеүе лә сер түгел ине. Бында, әлбиттә, домнала руданың мәғлүм бер юғары температурала ғына иреп, ҡоросҡа әүерелгәне шикелле, шиғырҙың да тейешле дәрәжәлә кисерелеп, йөрәк ялҡыны менән ижад ителгәндә генә ысын поэзияға әйләнеүен оноторға ярамай. Кеше ғүмеренең шатлыҡлы һәм ҡайғылы минуттары булған кеүек, шул тормоштоң бер көҙгөһө булған Сәләх Кулибай поэзияһының да шатлыҡ менән тулы, шулай уҡ борсолоу, һағыштан да мәхрүм түгел төрлө моңо бар. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарынан алып, еңеү көндәренә саҡлы фронтта йөрөгән, Украина далалары, Карпат тауҙары аша дошманды ҡыуып барған шағир-һалдат Кулибайҙың был осорҙағы ижады яу йылдарының ауыр һәм данлы шиғри көндәлеге рәүешендә ҡуйын дәфтәренә яҙыла бара. Ә тиҙҙән улар фронттан тыуған Башҡортостанға “Яуҙағы йыр” булып ҡайталар. Уларҙа һуғыш һөрөмө һалған ҡайғы ла, еңеү килеренә ышаныс, тыуған илгә ҡайнар һөйөү, дошманға утлы нәфрәт ташып сыға. Ә яуҙарҙан һуңғы поэзияһы яңынан шат моңдар менән байыға, шиғри биҙәктәргә йәнә ишәйә төшә. Ана, ул оҙаҡ йылдар һағындырған тыуған яҡтарында йөрөй, яҡташтарының хеҙмәтенә дан яуҙыра, уларҙың яҡты образдарын йырға, поэзияға алып инә. “Яуҙарҙан һуң”, “Оҫталар”, “Шат ҡарттар” поэмаларында кәүҙәләндерелгән Юлай һәм Зифа, Ғата һәм Данило, Ишкилде һәм Йәнбикә ана шул гүзәл образдар галереяһынан. Сәләх Кулибай ижадында ыңғай геройҙары менән бергә, әле беҙҙең тормошта яҡшы кешеләр араһында сыбалып йөрөгән төрлө бәндәләр осраған шикелле, тиҫкәре типтар ҙа күренгеләне. Кулибай үҙе кешегә шундай һәйбәт, кешелекле һәм кеселекле булғаны һымаҡ, ижадында ла ошо холҡона тоғро ҡалып, ыңғай геройҙарын һөйөп, үҙ итеп һүрәтләй, ә тиҫкәрелектәрҙе ҡайыҙлағанда ошо сабыр ғына кеүек ағайыбыҙ уҫал сатирикка әүерелә ине. Ул төрлө бюрократтарҙы, карьеристарҙы, елғыуарҙарҙы, мещандарҙы һәм башҡа шундай бәндәләрҙе әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдырмайынса туҡтаманы. Һеҙ, ана, уның “Һайланма әҫәрҙәр”енең бер томлығына ингән юмористик хикәйәләрен генә алып ҡарағыҙ. Юмормы, әллә тағы зәһәрерәгеме икәнлеген тиҙ төшөнөрһөгөҙ. “Зәррә ҡәҙәр нур юҡ дошманыма, дуҫҡа һалҡын таш юҡ йөрәктә” тигән һүҙҙәренә ул һәр саҡ тоғро булды. Сәләх Кулибай әҙәбиәттең төрлө жанрҙарында ла актив һәм уңышлы эшләп килгән әҙип ине. Уның лирик поэзия, поэма, басня, юмористик һәм сатирик хикәйәләр, повестар, ҙур һәм бәләкәй пьесалар яҙыу өлкәһендә бына тигән ҡаҙаныштары булды. Уның бер шаршаулы пьесалары колхоз һәм совхоз клубтарында ҙур алҡыштар менән үтә, басня һәм юмористик хикәйәләре лә йыш ҡына сәхнәләргә күтәрелә. Балалар уның мажаралы хикәйәләрен, поэмаларын түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. Корея халҡында, балаларыңа мираҫ итеп миллион тин ҡалдырғансы бер китап ҡалдыр, тигән һәйбәт мәҡәл бар. Сәләх Кулибай халҡына бер генә түгел, тиҫтәләрсә китаптар бүләк иткән һәм киң массаның ихтирамын яулаған яҙыусы ине. Беҙҙең халыҡ, ташҡа баҫҡан һүҙ юйылмаҫ, ти. Ә шул ташҡа баҫҡан һүҙ халыҡ күңеленән урын алһа, әҙип ғүмере үлемһеҙ тигән һүҙ. “Ғүмер” тигән һәйбәт шиғырынан ике строфаһын цитировать итәһе килә: Нисәнсе яҙ һәм йәй килә, үтә Көҙ, ҡыш етә, тағы яҙ килә... Ҡартайырһың микән һин дә шағир? Ҡартайғанда, эшең аҙ, тимә... Үкенесһеҙ үтһен ошо ғүмер, Бер нәмә лә түгел мәңгегә. Мәңгеләштер ҡыҫҡа ғүмерҙе лә: Ул — кешегә килә бер генә. Сәләх Кулибайҙың илле йылға яҡын ижад ғүмере тынғыһыҙ эш өҫтөндә ҡайнап үтте, тимәк, үткән юл үкенесле түгел, ә ҙур хеҙмәт, дан, хөрмәт менән биҙәлгән булды. Башҡорт совет әҙәбиәтендә уның билдәле бер эҙе, ижади биҙәктәре бар. (Ғайса Хөсәйенов) 1981 й.