Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Сәғит Агиш (1905-1973)

Сәғит Ишмөхәмәт улы Агиш 1905 йылдың 19 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районының Иҫәнгилде ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. 1917 йылда Ырымбур ҡалаһына барып, “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенең башланғыс класына уҡырға инә һәм 1919 йылға тиклем шунда уҡый. 1919 йылда ауырып, үҙ ауылдарына ҡайта һәм күрше Юлдаш ауылында асылған II баҫҡыс мәктәпкә керә. 1921 йылда тағы ла Ырымбурға барып, яңыраҡ асылған Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә.

Ошо осорҙа Сәғит Агиш әҙәбиәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, пьесалар яҙа башлай. Улар техникум сәхнәһендә һәм ҡайһы берҙәре һәүәҫкәрҙәр тарафынан ҡала сәхнәләрендә лә ҡуйыла.

1925 йылда комсомолдың өлкә комитеты органы “Башҡортостан йәштәре” газетаһына секретарь итеп алына. Ошо ваҡыттан алып ул әҙәби ижадҡа ныҡлап бирелә. “Белем” журналында “Ауыл дауылда” тигән тәүге шиғыры баҫыла, уның шиғырҙары, хикәйә һәм очерктары йыш күренә башлай. 1932 йылдан башлап ул үҙенең бөтә ижади көсөн проза жанрында эшләүгә бирә.

1932 йылда С. Агиш Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетының киске бүлегенә уҡырға инә, 1934 йылда, институттың II курсын тамамлап, уҡытыусы булып китә. Сермән, Дәүләкән педучилищеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта. 1939 йылда Өфөгә килеп, Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында башҡорт әҙәбиәте методикаһы буйынса ғилми сотрудник булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул Ғафури районында ике йыл Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләй. 1943 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына һайлана. Өфөгә ҡайта, Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй.

1949-1951 йылдарҙа С.Агиш “Әҙәби Башҡортостан” журналының яуаплы редакторы.

1933 йылда С. Агиштың “Шартына килһен” исемле хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға. “Шартына килһен”, “Ялағай”, “Ғәләмшә бурылы”, “Сафиулла илай”, “Тәпән”, “Микрофон”, “Һуңғы мәйеттәр” кеүек әҫәрҙәре үҙҙәренең оригиналлеге, оҫта яҙылыуы менән уҡыусының иғтибарын тарта.

Сәғит Агиштың ижады утыҙынсы йылдарҙың аҙағында тормошто эпик һүрәтләүгә күсеүе менән характерлана. Ул 1939 — 1940 йылдарҙа “Мәхмүтов”, “Егеттәр”, “Мәзин йортонда” тигән өс повесть яҙҙы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сәғит Агиш совет кешеләренең патриотик һыҙаттарын һүрәтләгән “Атлы Илмырҙа” (1942), “Әхмәдулла” (1944), “Фронтҡа” (1944), балалар өсөн “Минең өс айым”, “Ерәнсәй” тигән китаптарын яҙҙы.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Сәғит Агиш ижады артабан үҫә һәм байый, яҙыусының художество оҫталығы камиллаша. 1949 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында “Нигеҙ” романының айырым главалары баҫыла. 1951 йылда китап булып сыға.

Хикәйә һәм новеллалар оҫтаһы Сәғит Агиштың айырыуса “Фәтхи һалдат”, “Дан”, “Ҡунаҡ һәм намыҫ” кеүек хикәйәләре популярлыҡ яуланылар, СССР-ҙа йәшәүсе күп кенә халыҡ телдәренә тәржемә ителделәр.

С. Агиш балалар әҙәбиәте үҫешенә лә күп көс һалды, драматургия жанрына ла өлөш индерҙе.

Киң диапазонлы яҙыусының ижады башҡорт әҙәбиәте үҫешендә ғәйәт әһәмиәтле урын алды һәм үҙе үлгәндән һуң 1975 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелде. Ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланғайны.

1934 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

ЯБАЙЛЫҠТЫҢ МАТУРЛЫҒЫ Яҫы һырттар ҡуйынынан башланған дала йылғалары башта кескәй генә шишмә булып атылып сығалар ҙа түбәнгә, тигеҙ ерҙәргә, килеп еткәнсе ары-бире һуғылып, ғәҙәттә, шаулап-шаршылап алыусан булалар. Уйһыулыҡтарҙа улар, нисектер, тынысланып, ирәйеп китәләр, йәйелеп, бик талғын ағалар. Көҙгөләй тигеҙ һәм ялтыр һыу өҫтө лә тәпәш ярҙарының, бар һынын, туғайҙар күркен, яр талдарын һәм ҡамыштарын төҫө-йәме менән үҙендә сағылдыра... Күренекле башҡорт яҙыусыһы Сәғит Агиштың ижады ла шундай дала йылғаларының, атап әйткәндә, үҙе тыуып-үҫкән, һыуын эскән Туҡсоран буйҙарының тәбиғәтенә күпмелер оҡшаш кеүек. Тыуған ауылы Иҫәнгилделә, аҙаҡ Ырымбурҙа уҡып йөрөгән йылдарында ҡәләм тибрәтә башлаған Сәғит башта шиғырҙар, пьесалар яҙғылай. Шиғырҙары, ярһыу тәбиғәтле йәш кешенең күңеле кеүек, ялҡынлы дәрт, ашҡыныу менән тулы; “Ауыл — дауылда” исемле шиғырындағыса, бөтә пафосы, ритм-интонациялары ла, гүйә, шаулап, дауылланып тора. Уның 1927 йылда Өфөлә баҫылып сыҡҡан “Беҙҙең көлөү” тигән шиғырҙар йыйынтығы нәҡ шул рухта. Заманында мәктәп, клуб сәхнәләрендә уйналып, йәш автор үҙе лә уйнап йөрөгән ҡулъяҙма пьесалары шулай уҡ дәртле йәштәр — комсомолецтар тормошон сағылдырған. Был ижади башланғыстар — дала йылғаһының башта ары-бире һуғылып, шаулап ағышы шикелле,— эҙләнеүҙәр, ҡәләм күнекмәләре күренеше. Утыҙынсы йылдар башында Сәғит Агиш үҙ һәләтен ныҡлап проза жанрҙарында тапты. Поэзия, драма әҫәрҙәре йәшлек мауығыуҙары булып артта ҡалды, танылыуға, әкренләп олпатланыуға таныҡ булып, һәлмәк проза әҫәрҙәре майҙан ала башланы. Был, әлбиттә, Сәғит Агиш шиғыр һәм пьесаларҙан тамам ваз кисте тигән һүҙ түгел: ул ғүмер буйы был әҙәби төрҙәрҙе лә үҙ итте, шиғырҙар ҙа, пьесалар ҙа яҙғылаштырҙы; иң мөһиме — поэзия рухы, пьесаларҙағы драматизм, психологизм уның проза әҫәрҙәренә өҫтәмә ҡеүәт һәм биҙәк булып ҡушылды. Сәғит Агиштың хикәйәләрҙән башланған прозаһы йәнә новелла, иҫтәлек, парса кеүек жанрҙар менән дә ишәйеп, тора-бара повесть, роман ише ҙур формаларға байығып, киң эпик ҡолас алды. Был жанрҙарҙың һәр береһендә уның үҙенсә маһирлығы, яңылығы беленде. Әммә Сәғит Агиштың талант көсө барыһынан да элек хикәйә жанрында асығыраҡ сағылды: ул башҡорт әҙәбиәтендә ысын мәғәнәһендә хикәйәләр оҫтаһы булып танылды. Уның әҙәби эшсәнлегенең нигеҙен прозаның ошо кескәй тос жанры тәшкил итә. Ул илле йылға яҡын ижад ғүмерендә бер нисә том тәшкил итерлек бына тигән хикәйәләр яҙҙы, башҡорт совет әҙәбиәтендә был ҡыҫҡа жанрҙың үҫешенә ҙур өлөш индерҙе, уның иң аҫыл үрнәктәрен биреп ҡалдырҙы. Октябрь революцияһының илле йыллыҡ байрамы алдынан республика газетаһына биргән интервьюһында С. Агиш шулай тигән ине: “Мин хәҙер, нигеҙҙә, ҡыҫҡа һәм юмористик хикәйәләр өҫтөндә эшләйем. Минән ҡайһы саҡта, ни эшләп бәләкәй нәмәләр яҙаһығыҙ, тип һорайҙар. Беләһегеҙме, был хаҡта француз яҙыусыһы Альфонс Доде бына нәмә тигән: “Ниңә йырың ҡыҫҡа?” — тип һандуғастан һорайҙар икән. “Донъяла йырҙар күп,— тигән һандуғас.— Ә минең ғүмерем берәү генә, етмәһә, ҡыҫҡа, йырым ҡыҫҡа булған һайын күберәк йырлай алам мин”. Миңә лә хикәйәләрем күпме ҡыҫҡа булһа, шунса күп һәм яҡшыраҡ яҙыла кеүек. Шуға күрә хикәйәләр минең яратҡан төп жанрым ул”. Хикәйә, күләме менән бәләкәй булһа ла, шаҡтай ҡатмарлы, ҙур оҫталыҡ һорай торған жанр. Яҙыусынан ул зирәклек тә, тапҡырлыҡ та талап итә. Бында сюжетты таҫыллы ҡороу бик мөһим. Сюжетҡа ҡарата С. Агиштың үҙенең өс шарт ҡуйғаны булыр. Беренсенән, сюжет ул бик ябай һәм ышандырырлыҡ булырға, икенсенән, мауыҡтырырға, ниһайәт, фәһем бирергә тейеш. Ә уның сере — нескә күҙәтеүсәнлектә һәм тормоштан ябай, ләкин социаль әһәмиәтле деталдәрҙе таба белеүҙә. Сәғит Агиш ана шундай талаптарға яуап биргән талант ине. Уйың яҡын дуҫы, яҡташыбыҙ, татар яҙыусыһы Мирсәй Әмир әйткәнсә, Сәғит Агиш ҡолаҡҡа бер аҙ ҡатыраҡ булһа ла, бик күпте ишеткән, күҙгә самалыраҡ булһа ла, бик күпте күргән һәм шуларҙы матур итеп тасуирлап биргән һүҙ оҫтаһы ине. Әлбиттә, ҡарау менән күреүҙең дә айырмаһы бар. “Ҡарарға, мөмкин күрмәҫкә мөмкин”,— ти рус совет яҙыусыһы Михаил Пришвин. “Ысынлап та, бик күп нәмәләрҙе ҡарайбыҙ — күрә алмайбыҙ,— тип ҡушыла был фекергә С. Агиш.— Яҙыусы үҙе ҡараған нәмәне күрергә, өйрәнергә тейеш. Беҙ, мәҫәлән, эттәргә бала саҡтан уҡ ҡарайбыҙ. Ләкин Чехов Каштанканы күргән төҫлө күрә алмайбыҙ”. Ана шундай зирәк күҙәтеү, сюжет ҡороу, тапҡыр деталь табыу оҫталығына С. Агиш А. П. Чеховтан һәм Ш. Камалдан күп нәмәгә өйрәнде. “Мин Шәриф Камалды, Антон Павлович Чеховты яраттым,— тип яҙа ул көндәлектәрендә.— Уларҙан ни нәмәгә булһа ла өйрәнә алдым”. Сәғит Агиш хикәйәләренең ҡайһылары шул саҡлы тәрән, улар хатта повесть, роман йөкмәткеләрен һыйҙырмалы. Мәҫәлән, “Фәтхи һалдат”, “Ҡунаҡ һәм намыҫ” кеүек хикәйәләре халыҡтың характерын, ҙур тормош тәжрибәһен һәм тарихын һыйҙыра алған. Сәғит Агиш, ғәҙәттә, үҙе күргән-белгәнде яҙҙы; үҙенә яҡын һәм ныҡ үҙләштергән тормош материалдарына мөрәжәғәт итте. Шуға уның күпселек әҫәрҙәре — ярым автобиографик характерҙа һәм үҙе йәшәгән тирә-йүн, тормош күренештәре. Уның “Мәзин йортонда” “Оло ағайҙың уйҙары”, “Бажалар”, “Ялан юлында”, “Уҡытыусылар дәрескә инде” кеүек хикәйәләре аша авторҙың үҙенең һәм халыҡтың, илебеҙ тарихының теге йәки был осорондағы тормош, көнкүреш хәлдәрен күҙәтергә мөмкин. Геройҙар галереяһына ла бик бай Сәғит Агиш ижады. Унда иҫке тормош типтарынан бай, сауҙагәр, мулла, мәзиндәрҙән алып хәҙерге заман кешеләренән эшсе, колхозсы, интеллигенция вәкилдәренең төрлө социаль ҡатламдарын осратырға мөмкин. Уларҙың күпселеге социаль тип, оло характер дәрәжәһенә күтәрелеп кәүҙәләндерелеше менән күркәм, һәр геройҙың үҙ ҡылығы, тормошсан характеры бар. Ҡунаҡ һәм намыҫ мәсьәләләренә һәр саҡ тоғро Тимербулат ҡарт (“Ҡунаҡ һәм намыҫ” хикәйәһе), уңған Хөршиҙә әбей (“Эш самауырҙа түгел”), Ғәйнулла учитель (“Күңелдәр”), батыр Фәтхи һалдат (“Фәтхи һалдат”) кеүек образдар йәнле, һөйкөмлө кешеләр булып күҙ алдына баҫа. Шартына килтереп яраҡлашып йәшәргә тырышҡан Саяф (“Шартына килһен”), ҡырҡ төрлөгә борғоланыусы ялағай Сабиров (“Ялағай”), белемле булып ҡыланыусы булдыҡһыҙ Абъязов (“Ул колхозда булды”), мораль һөйләп йөрөүсе үҙе әхлаҡһыҙ Надыров (“Иҙән таҙа булырға тейеш”) ише тиҫкәре типтар яҙыусының ярым сатирик образдар тыуҙырыу өлкәһендәге оҫталығын, теле үткерлеген күрергә ярҙам итәләр. Бындай типтарҙы һүрәтләүҙә автор персонаждың үҙенән һөйләтеү йәки уларҙы киҫкен психологик ситуацияларға ҡуйып тасуирлау алымдарын киң ҡуллана. Ана шундай йәнле образдар галереяһы китап уҡыусының зиһененә һәм күңеленә һеңеп, уның рухи донъяһының бер киҫәге булып әүерелә. Тормошта аҡтан ҡараны айыра белергә, алтын менән ялтырауыҡты бутамаҫҡа булыша. Ябай хеҙмәт кешеләренең бай рухи донъяһын тасуирлай белеү, халыҡта күп быуаттар буйына формалаша һәм баҙыҡлана килгән иң һәйбәт әҙәп-әхлаҡ сифаттарҙы ололау С. Агиш әҫәрҙәренең эске матурлығын, этик, эстетик тәрбиәүи әһәмиәтен билдәләй. Сәғит Агиш әҫәрҙәренең йәнә бер күркәм яғы — ғәҙәти хәлдәрҙең ололоғон, ябайлыҡтың матурлығын сәнғәтсә һынландырыуында. Яҙыусы өсөн тормош — үҙе бер поэзия, һәр һәйбәт кеше — үҙенсә шағир. Ул бигерәк тә оло йәнле, кешелекле, кешеләргә иғтибарлы. Иғтибары ихтирамға әйләнә. Бына “Суфыя ханым” тигән хикәйәне генә хәтерләгеҙ. Уның героиняһы — Суфыя ханым — бик ихтирамлы, юғары культуралы ҡатын. Ҡалала уны белмәгән, хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Уның үҙен тотоуына, әҙәплелегенә, белеменә ҡарап ҙур белгес, артистка йә художник тип уйларға ла мөмкин. Ә ул, баҡһаң, бары ябай бер тегеүсе икән. Әммә ул үҙ эшенең оҫтаһы, үҙ һөнәре художнигы. Үҙе теккән ҡупшы кейемдәре менән кешеләрҙе күркәмләп кенә ҡалмай, ул үҙ һөйкөмлөлөгө, күңел күрке менән дә кешеләрҙе һоҡландыра, донъяны йәмләй. Ошондай ябай һәм гүзәл геройҙары менән Сәғит Агиш кешеләрҙең күңел күркен күрә, йәшәүҙең йәмен, тәмен таный һәм татый белергә күндерә. Шуның менән китап уҡыусының рухын байыта. Сәғит Агиш үҙ әҫәрҙәрендә ябай ғына хәл-ваҡиғалар, кешеләрҙең ғәҙәти, көндәлек тормош хәлдәре аша үрнәк булырлыҡ күренеш, тамаша тыуҙыра, ғибрәт йә фәһем алырлыҡ фекер әйтә белә. Бына “Күңелдәр” тигән хикәйә бик ғәҙәти генә хәлдәр, көндәлек тормош хаҡында. Уның геройҙары ғүмер буйы балалар уҡытып, хәҙер пенсияға сыҡҡан Ғәйнулла учитель һәм элек унан күпмелер һабаҡ алған, хәҙер күберәк үҙ көнөн генә ҡайғыртып йәшәгән Яубаҫар тигән әҙәм. Ғәйнулла бала йәнле, хәстәрлекле, киң күңелле кеше булып ҡалған. Ә бына Яубаҫар үҙ көнө генә үҙенә көн, тар күңелле, ҡаты бәғерле әҙәмгә әйләнгән. Яҙыусы был хикәйәһендә һис бер вәғәзһеҙ-ниһеҙ Ғәйнулла кеүек кешеләр менән һоҡлана белергә, ә Яубаҫар ише ҡаты бәғерле булмаҫҡа өндәй, уҡыусыға ғибрәтле фәһем бирә. Тыштан ялтыр, эстән ҡалтыр әҙәпһеҙ Надыровтарҙың, булдыҡһыҙ Абъязовтарҙың, кеше ҡыҙынғанда йылыныр Әлмөхәммәтовтарҙың ҡылыҡтары ла үҙенсә ғибрәтле һабаҡ. Геройҙарының ҡылған эштәренә, ҡылыҡтарына ҡарап, С. Агиш әҫәрҙәрендә сарказм йәки яғымлы юмор сараларын, төртмә теллелекте йә кинәйәлекте бик таҫыллы ҡуллана. Шул яҡтары менән ул үҙен башҡорт совет әҙәбиәтендә үткер сатирик һәм яғымлы юморист итеп тә танытҡан әҙип. Баязит Бикбай С. Агиш тураһындағы бер мәҡәләһендә шулай яҙғайны: “Көлөү — кеше күңеленең иң күркәм сифаты. Көлөү — тормошто шат яһай, матурлай. Ә кешелә ошо гүзәл тойғоларҙы уята белгән яҙыусы — икеләтә бәхетле. Ул үҙенең күңел көрлөгө менән генә кинәнеп ҡалмай, башҡаларҙы ла тоҡандыра, шат кинәндерә. Көлөү шул уҡ ваҡыт үҙенә ҡаршы йүнәлдерелгән дошмандарҙы аяуһыҙ үлтерә лә! С. Агиш үҙенең тәүге хикәйәләре менән үк беҙҙең ҡулыбыҙға шундай көслө ҡорал бирҙе”. Сәғит Агиш үҙенең тәбиғәте менән дә, ижад үҙенсәлеге йәһәтенән дә шундай көлә белеү, юмор һәләтенә эйә яҙыусы. Күңелдәрҙе көрәйтә торған юмор, аламалыҡтарҙы көйҙөрә торған сатира уның, хикәйә һәм повестарында әҫәрҙең тоҙо төҫлө талымлы һәм тәбиғи иреп таралған. Ғөмүмән, юмор-сатираһыҙ С. Агиш ижадын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Хикәйәләрендәгесә йыйнаҡ һәм тос итеп яҙыу һәләте С. Агиштың повестарына ла күсә. Ул илебеҙ үҫешенең төрлө осорҙарын сағылдырған, ишле генә характерҙар тыуҙырған “Мәхмүтов”, “Егеттәр”, “Тәүге дәрестәр”, “Яҡташтар” исемле повестарында ла хикәйәсе булып ҡала. Уларҙың композицияһы ла ыҡсым, сюжеттары ла бер һыҙыҡлы, тел һәм стиле лә ябай һәм төҙөк. Улар С. Агиш прозаһына үҙенсә бер олпатлыҡ сифатын өҫтәй. Роман жанры өлкәһендә лә үҙ көсөн һынап ҡараны С. Агиш. Мәғлүм булыуынса, утыҙынсы йылдарҙың урталарынан илленсе йылдың баштарына саҡлы, 14 — 15 йылдар самаһы башҡорт әҙәбиәтендә роман жанры күренмәйерәк торҙо. Шуға күрәме, был ҙур форманы танһыҡлап өлгөргән китап уҡыусылар Сәғит Агиштың 1949 йылда яҙып тамамлаған “Нигеҙ” романын шатланып көтөп алдылар, яратып уҡынылар. Ул бер нисә тапҡыр баҫылып сығырға, рус теленә тәржемә ителергә, хрестоматияларҙа ныҡлы урын алырға өлгөрҙө. Шул әҫәре менән ул хәҙерге заман башҡорт романына нигеҙ ташын да һалышты. Сәғит Агиштың ҡул арты еңел булды: илленсе йылдарҙа бер-бер артлы яңы романдар донъяға килә башланы, ә хәҙер ул башҡорт әҙәбиәтенең төп эпик формаһына әйләнде. “Нигеҙ” романының яҙылыу тарихын ҡыҙыҡ ҡына аңлата автор. “1944 йылда мин тыуған ауылымда булдым,— тип яҙа ул.— Һәм шунда миңә Ташбулат исемле бер яҡын таныш ҡартым үҙенең өй нигеҙе менән булған ошондай ҡыҙыҡ хәлде һөйләне. Ташбулат ҡарт элек, колхозға инмәҫ борон, ҡот осҡос фәҡирлектә йәшәгән һәм бының бөтә сәбәбен өйө ултырған нигеҙҙән күреп йөрөгән. Башҡа сәбәптең булыуы ла мөмкин түгел, ти ул, сөнки мин үҙем, шулай уҡ атайым мәрхүм дә бөтә ғүмеребеҙҙе эшләп үткәрҙек, шулай булһа ла, өҫтөбөҙҙө генә лә бөтәйтә алманыҡ. Ташбулат оҙаҡ йылдар буйы өйөнөң нигеҙе насар тип уйлап йөрөгән һәм, ниһайәт, сикһеҙ расходтарға батып булһа ла, яңы нигеҙгә күсеп ултырған, тик барыбер мандый алмаған, һуңынан ул үҙенең хаталаныуын аңлаған. “Ләкин шулай ҙа эш барыбер нигеҙҙә булған,— тине ул.— Тик бер минең өйҙөң нигеҙендә генә түгел, ә бөтә ауылдың, ауылдың ғына түгел, бөтә илдең нигеҙендә, уны үҙгәртеп ҡороуҙа булған икән”. Ташбулаттың был һүҙҙәре мине бик тулҡынландырҙы, мин был турала яҙмай булдыра алманым...” Сәғит Агиш — бынамын тигән бер стилист. Ул — хикәйә йә новеллаларҙа, повесть йә романдарҙа булһын — берҙәй оҫталыҡ менән халыҡсан хикәйәләү алымдарын таҫыллы ҡулланып үҙ стилен тапҡан һәм башҡорт прозаһы поэтикаһын байытып, төрлөләндереп ебәргән һүҙ оҫтаһы. Уның иң яратып ҡулланған әҙәби-стилистик сараларының береһе — үҙ-ара һөйләшеү, әңгәмәләшеү алымы. Халыҡ хикәйәләрендә, көләмәстәрҙә киң файҙаланылған был алым С. Агиш хикәйәләренә үҙенсә бер йәнлелек, тәбиғилек төҫөн бирә, халыҡсан һөйләү, телмәр саралары менән иркен эш итергә киң мөмкинлектәр аса. “Шартына килһен”, “Мәхмүтов” кеүек ҙур эпик әҫәрҙәрендә бының менән ҡатар төп геройҙың үҙ һөйләүен — тышҡы һәм эске монолог алымдарын да еңел үҙәкләштереп ебәрә. “Фәтхи һалдат” хикәйәһендә хикәйәләү бик йәтеш итеп хикәйәт, риүәйәт стиленәрәк көйләнә. “Ҡарт таусы йөрәге”, “Аяҡлы тарих” кеүек хикәйәләрҙең дә үҙенә күрә “тарихлы” үҙ стиль төҫмөрҙәре ярылып ята. Сатирик йәки юмористик, йә булмаһа юмор ҡатыш хикәйәләр, ғәҙәттә, көләмәстәр стиленә тартым. Һүҙ оҫталығы йәһәтенән Сәғит Агиш прозаһында халыҡтың бай һүҙ хазинаһынан төрлө лексик ҡатламды, тапҡыр һүҙ, мәҡәл, әйтем, мәргән фразалар кеүек һүҙ ғәүһәрҙәрен аҙым һайын осратырға, дөрөҫөрәге, әҫәрҙең шуларҙан тәбиғи туҡылышын күрергә мөмкин. Уның лексиконы халыҡ телендәгесә ябай ҙа, тәрән мәғәнәле һәм тәбиғи ҙә. Һәр хәлдә, Сәғит Агиштың һүҙ оҫталығы үҙе бер махсус өйрәнеүгә лайыҡ. Сәғит Агиштың иң яҡшы сәсмә әҫәрҙәре, айырыуса хикәйәләре һәм “Мәхмүтов” кеүек повестары, башҡорт әҙәбиәте үҫешенең бер этабын һәм идея-эстетик ҡаҙаныштарының шаҡтай юғары кимәлен билдәләй. (Ғайса Хөсәйенов) 1979 й.