Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Сафуан Яҡшығолов (1871-1931)

Сафуан Суфиян улы Яҡшығолов 1871 йылда Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы Илсеғол ауылында донъяға килгән. Ауыл мәҙрәсәһенән һуң ҙурыраҡ мәҙрәсәләрҙә уҡый. Ул үҙ алдына тарих, география фәндәрен үҙләштерә, урыҫ телен өйрәнә. Көнсығыш һәм урыҫ әҙәбиәте менән таныша. Мәҙрәсәне тамамлағас, мулла булып китә.

Сафуан Яҡшығоловтың тәүге шиғырҙары матбуғатта 1906 — 1907 йылдарҙа баҫыла. «Мөғәллим Солтангилде әфәнденең мәрҫиәһе» исемле китабы 1908 йылда сыға. Артабан «Башҡорт хәлдәре» (1911), «Дим буйы» (1912), «Күңел ялҡындары» (1916) тигән йыйынтыҡтары донъя күрә.

Сафуан Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы Яҡшығолов 1871 йылда хәҙерге Миәкә районы Илсеғол ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Бала саҡтан уҡ уҡыуға зирәк, һүҙгә оҫта була. Шуға күрә, хәлфәләрҙең кәңәшен тотоп, атаһы уны артабан уҡытыу тураһында хәстәрлек күрә. Сафуан ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, уҡыуын ҙурыраҡ мәҙрәсәләрҙә дауам иттерә. Ләкин Сафуанды дини-схоластик мәҙрәсәләр ҡәнәғәтләндереп бөтмәй: үҙ алдына тарих, география кеүек донъяуи фән-дәрҙән белем алырға тырыша, рус телен өйрәнә, Көнсығыш һәм рус әҙәбиәте менән таныша. Ул үҙенең “Иғтираф” тигән шиғырында Көнсығыш әҙәбиәтенең классик шағирҙары Науаи, Сәғҙи Ширазиҙарҙың әҫәрҙәрен, башҡорт шағиры Ғәли Соҡоройҙо һәм шул осорҙарҙа баҫылып сыҡҡан “Милли романдарҙы” йотлоғоп уҡыуы тураһында яҙа. Туҡай әйтмешләй, “аҡ икмәк юҡта ҡара икмәк хеҙмәтен” үтәгән “Тәржеман” гәзитен уҡып барырға ла һәүәҫ була. Шул рәүешле, ғүмеренең ҡап яртыһы XIX быуатта тороп ҡалған Сафуан Яҡшығоловтың донъяға ҡарашы ҡәҙимселәр менән йәҙитселәрҙең үҙ-ара тартҡылашыуы йоғонтоһонда формалаша һәм шағир, заманаһы өсөн яңылыҡтың кәүҙәләнеше булып күренгән йәдитселек хәрәкәтен йәне-тәне менән яҡлап, шул сафҡа баҫа. Сафуан Яҡшығолов, мәҙрәсәне тамамлағас, хәҙерге Дәүләкән районына ҡараған Яңы Яппар ауылында мулла булып тора. Ләкин М. Әюповтың “Мәғрифәтсе шағир Сафуан Яҡшығолов” (“Совет Башҡортостаны”, 1967, 14 март.) тигән мәҡәләһенә ҡарағанда, С. Яҡшығоловтың мәғрифәтселеге муллалығынан алда йөрөгән: башҡа муллалар кеүек малға, хәйер-саҙаҡаға бер ҙә ҡыҙыҡмаған, күп ваҡытын халыҡ араһында үткәреп, аң-белем таратыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп һанаған һәм, үҙе йәшәгән ауылда яңы типтағы мәҙрәсә асып, шунда балалар уҡытҡан. Шағир 1931 йылда Яңы Яппар ауылында вафат булған. Сафуан Яҡшығоловтың тәүге шиғырҙары 1906 — 1907 йылдарҙа күренә башлай. Беренсе шиғыры 1906 йылда “Фикер” гәзитендә, икенсеһе — 1907 йылда большевистик “Урал” гәзитендә баҫылып сыға. “Мөғәллим Солтангилде әфәнденең мәрҫиәһе” тигән китабы 1908 йылда Ҡазанда баҫыла. Сафуан Яҡшығоловтың “Башҡорт хәлдәре” һәм “Дим буйы” тигән йыйынтыҡтары бер-бер артлы — тәүгеһе 1911 йылда Стәрлетамаҡта, икенсеһе 1912 йылда Ҡазанда баҫылып сыға. Был китаптарҙың сығыуы башҡорт әҙәбиәтенең үҙ аллы әҙәбиәт булып үҫә барыуын раҫлаусы мөһим күренеш ине. “Башҡорт хәлдәре” сыҡҡас, “Ваҡыт” гәзите: “Китап шиғыр менән ватандаштарыбыҙ башҡорттар хәлен гүзәл һүрәттә бәян ҡылған, шуға, тәртип ҡылыусыһы ла (авторы.— В. Ә.) С. Яҡшығолов ысын башҡорттан булғаны сәбәпле, дәхи әһәмиәте артыҡ”,— тип билдәләп үтә. (“Ваҡыт” гәзите, 1912, 25 май.) Сафуан Яҡшығолов XX быуат башы башҡорт поэзияһында ҙур урын тотҡан шағир-мәғрифәтсе. Уның ижады XIX быуаттың аҙаҡтарында XX быуаттың баштарында башҡорт буржуаз милләтенең ойоша башлау осорона тап килә. Шағир, ижадының ҙур ғына өлөшөндә, айырата, “Башҡорт хәлдәре”, “Дим буйы” тигән китаптарында, аяҡҡа баҫып килеүсе милли буржуазияның ҡараштарын, мәғрифәтселек идеялары менән бергә ҡушып, дөйөм милләтте синыфтарға айырмай, бер бөтөн итеп ҡарап, аң-белемгә саҡыра, иҫкелек ҡалдыҡтарын, дини фанатизмдың мәғрифәтселәр өсөн зарарлы яҡтарын ҡаты тәнҡит итә. Был осорҙа башҡорт халҡы феодаль-патриархаллектән буржуаз демократияға табан үҫеш юлында була һәм был процесс колониаль һәм милли иҙеүгә ҡаршы көрәштә бара. Шуға күрә, Яҡшығолов ижадына тарихилыҡ принцибынан яҡын килгәндә, заман өсөн уның нигеҙҙә прогрессив характерҙа булғанлығы күренә. “Башҡорттар йәшәйәсәкме, әллә үлеп бөтәсәкме?” тигән мәсьәлә ҡуйыртылған бер осорҙа, шағир күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, халыҡтың киләсәген мәғрифәткә ылығыу, донъя көтөүҙең Европаса формаларын үҙләштереүҙә күреп: Инде ҡайтып вәхшилектән Уянырға башлағыҙ. Мәғрифәт, ғилем алырға, Көнләшеп Европанан,— тип, ижтимағи прогресҡа саҡырҙы. Мәғрифәтсе булараҡ ул үҙ синыфының рамкаларында ғына сикләнеп ҡалмай, дөйөм халыҡ мәнфәғәтен күҙәтте. 1905 — 1907 йылдарҙағы буржуаз-демократик революция осоронда уның ижады айырата прогрессив төҫ ала. Был бигерәк тә уның большевистик “Урал” гәзитендә баҫылған “Яҙ килеүе”, тәбиғәт лирикаһына ҡараған “Сулпан”, “Яҙғы таң” һәм үткер публицистик характерҙағы “Иртказ вә интихат тормоздары”, “Башҡорт хәлдәре”, “Башҡорт аталарыма хитап” кеүек шиғырҙарында асыҡ күренде. “Яҙ килеүе” шиғырында ул революцияны яҙ менән, ә реакцияны ҡаты һыуыҡтар, ҡара болоттар менән сағыштыра, “көнгә табан ҡарап торған күҙгә ҡаршы” әсе елдәрҙең иҫмәүен, бөтә кешегә лә ҡояш нуры тигеҙ төшөүен теләй, тигеҙлек һәм ғәҙеллек идеяларын алға һөрә. Дәүләт думаһының асылыуын, замандаштары кеүек, ул да ил конституциялы булды тип, ҙур шатлыҡ менән ҡаршы ала һәм оҙаҡ ҡына ваҡыт шул иллюзияларҙан арына алмай йонсой. Быға, әлбиттә, уның либераль позицияла тороуы сәбәпсе ине. Буржуаз-демократик революция еңелеп, реакция һөжүм иткән осорҙарҙа батша самодержавиеһы колониаль политикаһын артабан көсәйтеп ебәрә. Башҡорт ерҙәрен талау дауам итә. Столыпиндың аграр политикаһы үҙенең аяуһыҙ тырнаҡтарын халыҡ елкәһенә батырып, башҡорт халҡы ерһеҙ ҡалыуҙың һуңғы сигенә еткәс, С. Яҡшығолов үҙ халҡына әрнеүле оран һала. Ер-һыуҙың ҡәҙерен белергә кәрәк тигән фекерҙе ул иркен йәйләүҙәрҙе, ундағы йылҡы өйөрҙәрен, гүзәл тәбиғәт картиналарын күҙ алдына баҫтырыу юлы менән дә (“Боронғо башҡорт сәхрәһе”, “Дим буйы”), бөтәһенә лә шаһит булган ҡурай аша ла (“Ҡурай” шиғыры) “беҙҙе лә һатып ҡуймаһындар”, тип ҡурҡышып ултырған тауҙар образы арҡыры ла (“Дим буйы”), хатта боронғо ата-бабаларҙың изге ҡәберлегенән ишетелгән рәнйеүле тауыш булып та (“Башҡорттарҙың боронғо ҡәберстанынан бер садә”) еткерергә тырыша. Фажиғәле тормошҡа элекке, байы-ярлыһы “бер булып”, “рәхәтләнеп” йәшәгән ваҡыттарҙы ҡаршы ҡуя, уҙған замандарҙағы синфи ҡаршылыҡтарҙы томалап ҡалдырырға тырыша. Артабан С. Яҡшығолов Туҡай менән Ғафуриҙың ыңғай йоғонтоһон кисерә. 1916 йылда баҫылып сыҡҡан “Күңел ялҡындары” китабына ингән шиғырҙары тәнҡитле реализм юғарылығына күтәрелә барғанлығы күренә. “Ҡарт иргә бирелгән башҡорт ҡыҙының зары”, “Башҡорт ҡыҙына” кеүек шиғырҙарында ул ҡатын-ҡыҙ азатлығын яҡлап сыға. “Шатлыҡ ни нәмәлә?”, “Дуҫтар” һәм башҡа әҫәрҙәрендә заманының буржуаз әхлаҡ нормаларын реалистик йүнәлештә тәнҡит итә. Сафуан Яҡшығолов поэзияһынан уның шаҡтай бай традицияларға таянып ижад иткәнлеге күренә. Ул классик Көнсығыш поэзияһы менән дә, рус әҙәбиәте менән дә ярайһы таныш булған. Уның шиғырҙары араһында Көнсығыш һәм яҙма поэзияһы ныҡ үҫешкән төрки телле халыҡтар әҙәбиәтенә хас булған бынамын тигән робағиҙар, ғәзәлдәр, мәснәүиҙәрҙе осратып булған кеүек, башҡорт халыҡ йырҙары, сеңләүҙәр, бәйеттәр традицияһы ла ярылып ята. С. Яҡшығолов шулай уҡ тәржемә менән дә шөғөлләнгән. Уның Крыловтан һәм башҡа рус мәҫәлселәренән уңышлы тәржемәләре бар. Ул нигеҙҙә мәғрифәтсе шағир булһа ла, ижады тематик яҡтан шаҡтай киң. С. Яҡшығолов XX быуат башындағы башҡорт поэзияһына тәүгеләрҙән булып тәбиғәт лирикаһын алып инә, йәшәү һәм үлем, кешенең тормоштағы урыны хаҡында тәрән йөкмәткеле философик шиғырҙар ижад итә. Иң мөһиме — быға тиклем милли йөҙө асыҡланып етмәгән башҡорт әҙәбиәтендә милли тематиканы, милли колоритты көсәйтеп ебәрә. С. Яҡшығоловтың теленә килгәндә инде, ижадының, тәүге осоронда теле әле бик сыбар, унда иҫке төрки, ғәрәп, фарсы лексикаһы өҫтөнлөк итә. Ләкин ул быны бара-тора үҙенә хуп күрмәгән, “ғади кешеләр ҙә фәһем алырлыҡ” телдә яҙырға тырышҡан. С. Яҡшығолов үҙ ғүмере эсендә өс революцияны кисерә. Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына ыңғай мөнәсәбәтен 1919 йылда яҙылған “1917 йыл Үктәбр инҡилабы байрамы мөнәсәбәте илә” тигән шиғырында бик ихлас сағылдыра. Россия мосолмандарының дини идаралығы тарафынан Өфөлә егерменсе йылдарҙа сығарылған “Диянат” журналында бер-ике дини йөкмәткеле шиғыры ла баҫтырыла. Был шағирҙың ҡанына үтеп ингән дини ҡараштарының көслө булыуынан да килгәндер. Ижадына тулайым баһа биргәндә, ошо яҡтарын күрһәтеп үтеү менән бергә, уның XX быуат башы шағиры икәнлеген оноторға ярамай. Ә ул осорҙағы ижады заманы өсөн прогрессив күренеш булып, башҡорт әҙәбиәтенең үҙ аллы милли әҙәбиәт булып формалаша башлау процесында үҙәк урында торҙо. (Вафа Әхмәҙиев) 1990 й.