Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Сафуан Әлибаев (1941)

Сафуан Әфтәх улы Әлибаев Башҡортостандың Салауат районы Тирмән ауылында 1941 йылда тыуа. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол ауылында китапханасы була, Салауат районы гәзите редакцияһына саҡырыла. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Сафуан Әлибай оҙаҡ йылдар “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була. Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан” гәзите, “Ағиҙел” журналы редакцияларында, Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры булып эшләй.

Сафуан Әлибай балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә яҙа. Уның тәүге китаптары — “Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш” (1968), “Йәйғор” (1970). “Ҡойон” тигән китабы өсөн уға республиканың Ғ. Сәләм исемендәге премияһы бирелә.

Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләй. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары киң танылыу тапты.

Шағир балалар әҙәбиәтендә лә ул актив эшләй, тәржемә менән шөғөлләнә. Ул “Башҡорт балалар антологияһы“ның икенсе китабын төҙөп сығарҙы. Башҡорт теленә А. Пушкин, Р. Ғамзатов һ. б. шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тәржемә итте. “Тылсымлы шар” тигән китабы 1996 йылда Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломға лайыҡ булды.

Әҙиптең шиғырҙары урыҫ, украин, ҡаҙаҡ, төркмән, немец, монгол телдәренә тәржемә ителде.

Сафуан Әлибай Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).

1973 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

БАТЫР РУХЫ — ШАҒИР ҺҮҘЕНДӘ Шиғриәткә алтмышынсы йылдарҙа атаҡлы Баязит Бикбайҙың изге фатихаһы менән килеп ингән Сафуан Әлибай башҡорт әҙәбиәтендә хәҙер ныҡлы үҙ урынын тотҡан күренекле әҙиптәр иҫәбендә тора. Шиғриәтебеҙҙе ул яңы һүҙ, яңы образдар менән байытты, йыр жанрын үҫтереүгә айырыуса күп көс һалды. Әлибай, үҙе әйткәнсә, “Халҡым тиеп яр һалмайса, ярһып күкрәк ҡаҡмайса, халҡының бәҫен белеп”, туған халҡына “йән-тәненән ҡанын түгел, йыр ағыҙып” ижад итә. Ижады тос, мәртәбәле. Сафуан Әлибай — бәрәкәтле үә дәрәжәле төбәктән, тарихыбыҙға иң сағыу шәхес булып ингән милли ҡаһарманыбыҙ Салауатты биргән яҡтарҙан. Салауат районының Тирмән ауылында тыуған, Олойөр буйҙарында үҫкән шағир инде бөгөн ғүмер юлының алтын алтмышына артыла. Күмәк балалы ғаиләлә үҫә ул. Ватан һуғышынан ныҡ яраланып ҡайтһа ла, 80 йәшенә ҡәҙәр колхоз эшенән талмаҫ Әфтәх бабай башҡа уландары яратып өлгөргән һөнәрҙәрҙе бик иртәләй Сафуанға ла ат егергә, туғарырға, эйәрләп алырға өйрәтә. Аҫау айғырҙарҙа бәйгеләрҙә елер дарман да уларға ошо саҡтарынан уҡ һеңә. Ә һәр эшендә ныҡышмалылыҡ уға әсәһенән — Һәҙиә апайҙан күскәндер. Тыуған ауылында үҫмер ете йыллыҡты тамамлай, ә урта мәктәпкә данлыҡлы Сермән (Белорет районы) яҡтарына килеп сыға (бер туған Менәүәрә апаһы саҡырып хат яҙа). Сафуан Әлибай үҙе хаҡында әле лә ғорурланып әйтеп ысҡындыра: “Батырлыҡты мин Салауат ерҙәренән алһам, күңелемә бөтә матурлыҡты Сермән буйҙарынан алғанмындыр...” — ти. Ысынлап та, йәш саҡтарынан рухына, бөтә йәне-тәненә һеңдергән оло батырлыҡ менән ҡабатланмаҫ матурлыҡ, пар ҡанат булып, ижади осоштарға әйҙәгәндер. Улай әйтһәң, Сермән тигән гүзәл төйәк тә бөйөк батырыбыҙ яҙмышына айырылғыһыҙ килеп бәйләнә ләһә: сәхнәбеҙ Салауаты — Арыҫлан Мөбәрәков ошонда балалар йортонда тәрбиәләнгән; ә башҡорт йыр-моң сәнғәтенең Салауаты — Заһир Исмәғилев ошо ауылда тыуып үҫкән. Алдан ала булһа ла әйтәйем: Сафуандың шағирлығы донъяға билдәле. Шул уҡ ваҡытта уның күптәрҙе көнләштерерлек итеп йырлап ебәреүе бер кемгә лә сер түгел инде хәҙер. Кәйефле сағына тура килһәң, хатта мәшһүр операнан Салауат арияһын, Салауат куплеттарын да һыҙҙырып ебәрә ул! Заһир ағайҙың: “Ҡоромағырҙар, ниндәйен шәп йырсымды урланы был шағирҙар!” — тип һоҡланып, шаяртып ҡуйыуҙары тигенгә генә түгелдер. Урта мәктәпте тамамлағас, Сафуан тыуған яҡтарына ҡайта. Юғары уҡыу йортона инеү өсөн хеҙмәт стажы уйлап сығарылған мәл була. Шуға ла ул тимер юлында, Ҡалмаҡол ауыл китапханаһында, Салауат район гәзите редакцияһында өс йыл эшләп ташлай. 1961 йылда Өфөгә килеп, БДУ-ға, филология факультетына, уҡырға инә. Ҡанатлы шоңҡарға әйләнә ул бында. Сәхнәләрҙән шиғырҙары ла, йырҙары ла яңғырай. Өсөнсө курста уҡығанда уҡ ул Яҙыусылар союзы секцияһында тәүге китабын тикшертә. Ул ыңғай баһаланһа ла, “Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш” тигән беренсе китабы 1968 йылда ғына донъя күрә. Сафуан Әлибай — 1973 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Был ваҡытҡа хәтлем уның “Йәйғор” тигән китабы ла сығып өлгөргән була. Ә 1985 йылда баҫылған ыҡсым һәм тос “Ҡойон” китабы авторға тағы ла олораҡ һөйөнөс алып килә — С. Әлибай республикабыҙ йәштәренең Ғ. Сәләм исемендәге премияһы лауреаты була. 1991 йылда иһә, шағирға 50 йәште билдәләгәндә, Сафуан Әлибай Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре булып китә. Иғтибар итегеҙ: “Сәнғәт эшмәкәре”! Бындай исем бик һирәк таланттарға эләгә. Университеттың 5-се курсында уҡып йөрөгәндә үк С. Әлибай “Башҡортостан пионеры” редакцияһында фән һәм техника, физкультура һәм спорт бүлеге мөдире булып эшләй башлай. Балалар баҫмаһының редакторына тиклем үрләтелә, һәм ошо баҫма тарихында уның иң оҙаҡ редактор булыусыһы ла — бөгөнгө юбилярыбыҙ, буғай. Артабан “Башҡортостан” гәзитенең редактор урынбаҫары, “Ағиҙел”дең шиғриәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррире (әле ул — баш мөхәррир), Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханабыҙ директоры ла була. Нимәгә генә тотонһа ла — эшендә лә, ижадында ла — уны һүнмәҫ Салауат рухы әйҙәй, яңы бейеклектәргә күтәрә. Кемдәрҙер күрмәҫкә, белмәҫкә тырышһа ла, әйтәйем: Сафуан Әлибайҙың “Тылсымлы шар”ы “Донъялағы иң яҡшы балалар китаптары” исемлегенә (башҡорт телендә сыҡҡан китап!) индерелгән, һәм был башҡорт әҙәбиәте тарихында беренсе тапҡыр! Ҡәләмдәшебеҙҙең ижад һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге хаҡында бик күп һөйләргә мөмкин булыр ине. Әммә башта алған йүнәлешемдән ситләшмәҫкә тырышам. Ҡайһы ерҙә тыуып үҫкәнлеген, ниндәй һыуҙар эскәнлеген, ниндәй һауа һулағанлығын шағир бала сағынан уҡ күңеленә, тәбиғәтенә ныҡлы һеңдергән, ошо уның шиғриәтендә бик үҙенсәлекле сағылыш таба. Быны мин Әлибайҙың Салауатыбыҙ менән бәйле яҙған шиғырҙарынан сығып ҡына әйтмәйем — батырыбыҙға бағланышлы шиғыр яҙмаған башҡорт шағиры юҡтыр. Эш шунда: Сафуан донъя тураһында йәки ғүмер ағыштары хаҡында яҙғанда ла, тәбиғәт һәм мөхәббәт лирикаһында ла тормоштағы процестарға Салауат күҙҙәре менән баға, салауатса фекерләй. Ошолай әйтеп, мин Әлибайҙы кесерәйтмәйем, бәлки, уның донъяны башҡортса ҡабул итеүен, халыҡсан уй йөрөтөүен һыҙыҡ өҫтөнә алам. Сафуандың “Һабантуй” тигән бер шиғырына иғтибар итәйек. Майҙанда арҡан тартышалар. Ғәҙәти хәл, әлбиттә. Шағирҙың быны хаҡлыҡ менән ялғандың алышы итеп күреүе лә тәбиғи һәм тыныс ҡабул ителергә мөмкин. Ләкин ҡапыл әлеге күренештән яңы фекер төйөрөмләнә: шәхестең ике яртыға бүленмәйенсә, бер бөтөн булып ҡалырға тейешлеге ныҡлы билдәләнелә лә. Болғансыҡ был ерҙә, хаҡлыҡ яҡлап, Майҙан тотҡан әле егетебеҙ, Тик аяныс: хаҡлыҡ яғында беҙ Берәм-һәрәм ҡалған кеүекбеҙ, — тигән һығымта яһала. Салауатыбыҙ ҙа шулай әсенгән түгелме һуң? Атайым да тиһәм, уғым аҙ, Сабайым да тиһәм, алдым һаҙ, Ян-яҡтарыма мин ҡараниһәм, Йән-юлдашҡайҙарым тағы аҙ. Бына ниндәй образлы “арҡан” тарта Сафуан алыҫ үткәндәрҙән бөгөнгөгә. Ысынлап та, шағирҙы, үҙе яҙғанса, “Салауаттың яҡташы итеп Хоҙай белеп яратҡандыр” (“Тик бер һорау”). Шуға ла Сафуан Башҡортостан тигән илебеҙ, Урал тигән мәшһүр төбәгебеҙ, башҡорт атлы хәтәр тарихлы халҡыбыҙ яҙмышы хаҡында, уның аяныслы ла, шанлы ла бөгөнгөһө тураһында борсолоп уйлана, киләсәген күҙаллай. “Башҡортостан! Тыуған бишегебеҙ...” Был һүҙҙәргә күптән күнектең, ә асылда үҙең шул бишектә сәбәләнгән сабый кеүекһең” тип, тап бына салауатлы һүҙ әйтә лә инде (“Тыуған бишек”). Үрҙә мин Сафуанды башҡорт шиғриәтен яңы образдар, яңы һүҙ менән байытты тигәйнем. Әйткәнем дәлилһеҙ ҡалмаһын өсөн бер генә миҫал килтерәйек. Мәғәнәле һәм бик тос ғәжәп шиғыр ул — “Көрөҫ” тип атала. Лирик геройҙың әсәһе киндер һуға, дөрөҫ, ипле һәм матур һуға — өй эсендә көй-моң ғына сайҡала. Үткән тормоштоң ошо шағирәнә процесы хәҙерге менән тәбиғи тоташтырыла: Келтер-келтер ваҡыт балаҫ һуға, Алйорош та сыға биҙәге; Ҡалтырсалай, уны тотамы ни Заман ағышының биҙгәге... Көрөҫтө дөрөҫ көйләргә тип, лирик герой ептәр табып, ептәр иләп ҡарай ҙа бит — “ваҡыт ҡылыҡтары алйорош шул” барыбер ҙә, һәм ул “Кире бороп ваҡыт ағыштарын, Көрөҫләһә, дөрөҫләһә икән инәйем” был заманды тип тә әсенә. Әсенеү, уйланыу — бер нәмә, ләкин шағир образлы фекерҙәрҙән яңы образ, яңы фекер тыуҙырмаһа — ни һан? Сафуан иһә тыуҙыра: Һан булмаһа ғәҙел, дөрөҫкә, Тирә-йүнде алдаҡ йүңкеткәндә, Баҫырғамы, уҡтай, керешкә?! Сафуан был шиғырының аҙағына һорау һәм өндәү билдәләре ҡуйған. Тиктәҫтән түгел. Икеле-микеле замандың һорауы ла, Салауатыбыҙҙың “Егеткә” тигән шиғырындағы өндәү-ораны ла бар бында: дөрөҫлөк өсөн әҙернә керешенә уҡ һымаҡ ятыу кәрәк беҙгә. Әлибай үҙе лә, “Халҡым” тигән шиғырында әйткәнсә, халыҡ хаҡына ҡалҡан булып ҡалҡынғандар тоҡомонан. Шағир Сафуан Әлибайҙың күпселек шиғырҙары йырлап тора, һәм уларға көйҙәр ҙә юҡтан яҙылмай. Бигерәк тә йәштәр араһында бик популяр уның йырҙары. Мөхәббәтле шиғырҙар улар сөнки. Хәйер, ололар ҙа мөхәббәттән мәхрүм түгел. Ҡарттар ҙа бик кинәнеп көйләй Сафуандың йырҙарын. Мин ошо урында тағы ла салауатлыҡ идеяһын үткәрәм — ғәфү итегеҙ! Батырыбыҙ нимә ти әле Зөләйхәһенә? “Һиңә дан йырларға телем зәғиф, Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф” тиме? Эйе, мөхәббәттең мәңгелек серҙәрен асыр-төшөнөр өсөн беҙҙең телдәр ҙә, һүҙҙәр ҙә зәғиф. Сафуан да уны аса-төшөнә алмай, ләкин ул мөхәббәтле кешеләрҙе мөхәббәтле юлдарҙан йөрөтә. Миҫалдар килтереп тороу әле артыҡтыр, сөнки концерттарға йөрөгән, радио тыңлаған, телевизор ҡараған һәр кем уны үҙе таба ала. Хәйер, табыр микән? “Ғүмер буйы осоп етмәҫ Йондоҙмо һин, мөхәббәт!” Сафуан Әлибай — бай ижадлы әҙип, салауатлы шағир. “Салғы сыңы” тигән поэмаһында ул былай тигәйне: Яҙмыш тигән аҡланымда Эй килә сабып ҡалғы! Шуға ғына эсем боша — Йоҡара бара салғы... Образлы был юлдарҙағы фекер аңлашыла, әлбиттә. Иллә-мәгәр, минеңсә, Сафуандың салғыһы улай йоҡармаған әле — ижад тигән яланда шәп саба әле ул. (Аҫылғужа Баһуманов) 2001 й.