Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Сабир Шәрипов (1948)

Сабир Нәғим улы Шәрипов 1948 йылдың 20 мартында Башҡортостандың Белорет районы Баҡый ауылында урман эшсеһе ғаиләһендә тыуған. 1955 — 1963 йылдарҙа үҙҙәренең ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет педучилищеһында уҡый. 1967 йылда үҙҙәренең ауылында уҡытыусы булып эшләй башлай. Ошо йылдарҙа ул “Урал” район гәзитендә тәүге әҫәрҙәрен баҫтыра.

1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә актив ҡатнаша, хикәйәләр яҙа, уларҙың ҡайһы берҙәре республика матбуғатында ла баҫыла.

1974 йылда университет дипломы менән Сабир Шәрипов “Совет Башҡортостаны” гәзитенә тәржемәсе итеп саҡырыла.

1977 — 1979 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң “Совет Башҡортостаны” гәзитенең әҙәбиәт, сәнғәт һәм культура бүлеге мөдире булып эшләй.

Мәскәүҙә Юғары әҙәбиәт курстарын тамамлай. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире булып эшләй.

Әлеге көндә “Ағиҙел” журналының проза бүлеге мөхәррире.

Сабир Шәрипов үҙенең гәзит һәм журналдарҙа баҫылған повесть һәм хикәйәләрендә әхлаҡ-этик проблемаларын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс алымдарҙа һүрәтләй.

С. Шәрипов В. Сидоровтың “О башкире-певце и бесстрашном бойце” тигән китабын башҡорт теленә тәржемә итте.

1986 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ЕҘЕМ ТУЛҠЫНДАРЫ — АҒИҘЕЛДӘ Яҙҙарын ярҙарына һыймай аҡҡан Еҙем буйлап һалдар төшә торғайны. Кәшмә-кәшмә был һалдарҙың башында ла, ҡойроғонда ла бүрәнәнән юнып эшләнгән ишкәктәр. Яртылаш һыуға батҡан йыуан, уҡ кеүек төҙ ҡарағай ағастары өҫтөндә кәжән йәки плащ кейгән таҙа ирҙәр әлеге ишкәктәрҙе боролоштарҙа кәрәк яҡҡа ишеп, һалдың йүнәлешен үҙгәртә — һал йылан һымаҡ боролоп йылға уртаһынан аға. Ирҙәр беҙгә, үҙҙәренә мәҙәк итеп, һоҡланып ҡарап торған малайҙарға, ҡул болғай, был ниндәй ауыл тип һорай, ә беҙ, ҡайһы яҡтан төшөп киләһегеҙ, тип һөрәнләйбеҙ. “Баҡый яғынан” йәки “Толпарҙан” тигән була яуап. Баҡый, Толпар ауылдары беҙгә ифрат йыраҡ, былар унан айҙар буйы киләләрҙер кеүек тойола... Ул замандарҙан бирле байтаҡ йылдар үтте. Еҙем дә әллә күпме ташып ярҙарына ҡайтты, хәҙер һал менән дә төшмәйҙәр: һыуы ла кәмене, йылға башындағы ҡарағайҙар ҙа ҡырҡылып бөттө. Ә бына Баҡый, Толпар исемле ауылдар хәтергә уйылып ҡалды. Ана шул ымһындырғыс алыҫ тарафтарҙы күрергә насип итте миңә бер йәйҙә. Сабирҙың “Ағиҙел”дә эшләп йөрөгән сағында, әйҙә әле, Еҙем буйлап кәмәлә ағып төшәйек, бөгөлө һайын шаршы, ташы һайын легенда, бәлки, китап та яҙырбыҙ, тип саҡырғайны ла, Мәскәүгә уҡырға китеп барҙы. Ул сәйәхәткә бара алманы, ә мин юлландым, ауылы Баҡыйҙан үҙебеҙҙең Һабайға тиклем кәмә менән ағып төштөм. Хәҙер беләм, Баҡый, Белорет менән Ғафури райондары араһында ултырған кескәй генә ауыл икән. Шунан бирле Баҡый миндә Сабир Шәриповтың исем-шәрифе менән ҡушарлана, сөнки ижадының илһам сығанағы — әлеге Еҙем буйҙары, Елмәрҙәк, Ҡалыу һырттары менән бергә ошо төбәктә әл-юл итеп көн күргән ауылдаштары. Хикәйәләренең исемдәрен генә алайыҡ: “Һалсы малай”, “Һуңғы һунар”, “Егерь һуҡмаҡтары”, “Айыу ҡоҙа”, “Алыш”... Хәйер, мин саҡ ҡына ашыҡтым, әлеге һанап киткән хикәйәләргә илтер юлдың тапалмаған һуҡмаҡтарына күҙ ташлайыҡ тәүҙә. Шунһыҙ әҙиптең шәхес-намәһе тулы булмаҫ кеүек. Белорет педучилищеһын тамамлағас, Сабир ике йыл балаларға физик культуранан, йыр-музыканан һабаҡ бирә. БДУ-ла уҡыған осоронда тәүге хикәйәләрен, очерктарын баҫтыра, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөй, эшкә “Башҡортостан” гәзитенә саҡырыла. Хәбәрсе, бүлек мөдире йөгөн тарта, төрлө жанрҙа бихисап мәҡәләләр, очерктар, рецензиялар яҙа. Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡыуы яҙыусының ғилемен байытты. Шунан бирле, бына хәҙер һигеҙенсе йыл инде, ҡәләмдәшебеҙ Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһын етәкләй. Әйтергә кәрәк, вазифаһы мәшәҡәтле, тынғыһыҙ, яуаплы. Вазифалары менән бергә әҙиптең ижады ла үҫте — бөгөн уның иҫәбендә ҡырҡлаған хикәйә, тиҫтәләгән юмореска, ике повесть, бер роман. Бәләкәй төйөнсөк түгел был, тос йөк. Сабир Шәриповтың прозаһы иң тәүҙә нимәһе менән мауыҡтыра, нимәһе менән уҡымлы ла, уның йөҙөн нимә билдәләй һуң? Быға яуап бирер алдынан шуны әйтергә кәрәктер: әҙип әҙәбиәткә үҙ темаһы, үҙ материалы менән килде. Урмансылар, ҡыуғынсылар, егерҙар, һунарсылар галереяһы прозабыҙҙа юҡ хисабында ине. Миңә ҡалһа, Сабир прозаһының көслө яғы — иркен тасуирлау манераһында, яҙма теленең халыҡтың һөйләш теленә яҡынлығында, диалогтар тослоғонда. Ошоларға стиль камиллығын, эске моң һәм лиризмды, ҡыҙыҡлы анекдотик хәл-ваҡиғаларҙы, мәҙәк-ләҡәптәрҙе урынлы ҡуллана белеүен дә өҫтәге килә. Уның геройы — тәбиғәт балаһы. Тәбиғәт әҙип өсөн тере организм, өҫтәмә образ. Автор үҙ яғының кешеләре — киң күңелле, ныҡыш, хатта бер аҙ сәйерерәк тә һунарсы йәки урмансыларҙың, егерҙарҙың эске донъяһын, рухын, уй кисерештәрен ана шул тәбиғәт солғанышында аса. Был йәһәттән уның әҫәрҙәре И. С. Тургенев, М. М. Пришвин, С. Т. Аксаковтың әҫәрҙәренә, үҙебеҙҙең әҙәбиәттә Ноғман Мусиндың урман һәм урмансыларға арналған повесть, романдарына ауаздаш. Әлегә әҙиптең төп әҫәре — “Хушлашмайым” романы. Күләмле был әҫәр — БАМ төҙөлөшө тураһында. Хәйер, ул турала ғына ла түгел, магистралде төҙөшкән ғәскәрҙәге кешеләрҙең яҙмышы, көнкүреше, бер-береһе менән мөнәсәбәте, кешеләрҙең шул ауыр эштә, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында кеше булып ҡалыуы тураһында тип әйтер инем. Төп герой — университет тамамлағандан һуң ике йылға армияға саҡырылған лейтенант Дамир Билалов үҙе таулы-урманлы Белорет яғынан, һунарсы һәм спортсы-саңғысы, тимәк, ниндәйҙер кимәлдә авторҙың үҙе. Романда күтәрелгән икенсе мөһим проблемаларҙың береһе — Сталин репрессиялары осоронда кешеләрҙе ҡулға алыу, алыҫ тайгалағы лагерҙарға һөрөү, ҡаты һалҡындарҙа урман ҡырҡыу хәлдәре. Тайшет эргәһендәге лагерҙарҙың береһендә Дамир Билаловтың олатаһы ла нахаҡҡа ғәйеп тағылып урман йыҡҡан, ошонда үлеп ҡалған икән... Бөгөнгө армияла хеҙмәт итеү проблемаһына ла битараф түгел яҙыусы. Ул “дедовщина”, “землячество” тип аталған кире күренештәргә лә күҙ йомоп ҡарамай, баһа бирә, фекерен белгертә. Ҡыҫҡаһы, “Хушлашмайым” романы бөгөнгө башҡорт прозаһына бик танһыҡ булған армия темаһын өҫтәне, Байкал-Амур магистрален төҙөүҙе яҡтыртты. Нәшриәттәге китап сығарыу сәйәсәтендә төптән егелеп ҡатнаша ҡәләмдәшебеҙ. “Танышайыҡ — тәүге китабым”, “Арҙаҡлы шәхестәр тормошо” кеүек күркәм сериялар булдырыуҙа, “Башҡорт халыҡ ижады” томдарын ҡайтанан нәшер итә башлауға күп көс һалды. Виктор Сидоровтың шағир һәм яугир Салауат Юлаевҡа бағышланған ике китабын башҡортсаға тәржемә итте, ваҡ ауылдарҙың бөтөрөлөүенә, милли мәҙәниәтебеҙ тормошона арналған проблемалы мәҡәләләр, юл яҙмалары менән сығыш яһаны. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәрипов журналыбыҙҙың редколлегия ағзаһы, Яҙыусылар союзының ревкомиссия рәйесе; проза секцияһы бюроһы ағзаһы булараҡ, йәш быуын әҙиптәренең әҫәрҙәрен уҡып фекер әйтеү, кәңәш биреү йәһәтенән дә ҙур эш башҡара. Әгәр Сабир Шәриповтың драма әҫәрҙәре театрҙарҙы ҡыҙыҡһындыра башлаған икән, был инде уның ижад офоҡтары киңәйә барыуына йәнә бер дәлил. ...Ә Еҙем һаман аға ла аға. Тау йылғаһының саф, йүгерек тулҡындары Ағиҙелгә ҡойоп, уны ниндәйҙер кимәлдә таҙартҡан һымаҡ, Еҙем башындағы Баҡыйҙа тыуып үҫкән әҙиптең ерлекле, халыҡтың ауыҙ-тел ижады өлгөләренә бай, төрлө тауышлы, диалектлы әҫәрҙәре башҡорт прозаһына килеп ҡушылды һәм уны бермә-бер күркәмләтеп ебәрҙе. Ебәрҙе тип үткән заманда әйтеү бигүк дөрөҫ булмаҫ, төрләндереп, баҙыҡлатып ебәрә. Алдағы йылдарҙа ла шулай булһын. Амин, шулай була күрһен... (Әмир Әминев) 1998 й.