Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ризаитдин Фәхретдин (1859-1936)

Ризаитдин Фәхретдин 1859 йылдың ғинуарында Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡараған Кисеүсат (йәки Юлдаш) ауылында Фәхретдин исемле башҡорт муллаһы ғаиләһендә донъяға килә. Тәүге мәҙрәсә һабағын тыуған ауылында атаһынан алғас, күрше Шилселе ауылының ҙур мәҙрәсәһендә уҡый. Мәҙрәсәне тамамлаған 1889 йылдың яҙында ул Өфөгә Диниә назаратына барып имтихан тапшыра һәм имам хатип (мулла) һәм мөҙәрис дәрәжәһенә шәһаҙәтнамә (аттестат) алып ҡайта. Шул йылдың көҙөнә Минзәлә өйәҙендәге Илбәк тигән ауылға имам хатип итеп эшкә ебәрелә. Унда мәҙрәсә асып, балалар ҙа уҡыта башлай.

Ризаитдин Фәхретдинде 1891 йылдың башында Өфөгә саҡыртып алалар һәм Диниә назаратына ҡазый итеп тәғәйенләйҙәр.

Өфөлә эшләгәндә Риза ҡазый үҙен ғалим кеше итеп таныта. Ул үҙенең атаҡлы “Аҫар” тигән китаптар серияһын әҙерләй һәм баҫтыра башлай. “Аҫар” китаптар серияһы 1900 — 1908 йылдар эсендә баҫылған ун биш вағыраҡ китаптан тора һәм бөтәһе бергә бик ҡалын ике томлыҡты тәшкил итә. Уларҙа Урал, Волга, Себер региондарында йәшәп донъянан үткән, заманына күрә күренекле меңдән артыҡ башҡорт һәм татар уҡымышлылары тураһында белешмә мәғлүмәттәр туплана.

1906 йылдың башынан Ризаитдин Фәхретдинде Ырымбурға матбуғат эшенә саҡыралар. Ул башта “Ваҡыт” гәзитендә эшләй, 1908 йылдан “Шура” журналы сығарыла башлағас, уның баш мөхәррире була.

Ризаитдин Фәхретдин әҙәби ижад эше менән дә шөғөлләнә. Ул башҡорт әҙәбиәте тарихында “Сәлимә” һәм “Әсмә” исемле әҙәби китаптары менән яҡшы билдәле.

“Сәлимә” повесы (“Сәлимә йәки ғифрәт”) 1890 йылда Ҡаҙанда баҫылып сыға. Повестың төп маҡсаты — авторҙың мәғрифәтселек ҡараштарын халыҡҡа үтемлерәк әҙәби формала еткереү.

Ризаитдин Фәхретдиндең “Әсмә” исемле романы 1903 йылда Ырымбурҙа айырым китап булып донъяға сыға. Ул башҡорт әҙәбиәте тарихында революцияға тиклемге тәүге милли роман булыуы менән бик әһәмиәтле.

“Шура” журналы ябылғас, Ризаитдин Фәхретдин яңынан Өфөгә ҡайта, элекке эшендә ҡазый булып хеҙмәт юлын дауам итә. Унан 1922 йылда ул Диниә назаратына мөфтөй итеп һайлана.

Ризаитдин Фәхретдин 1936 йылдың апрелендә 77 йәшендә Өфөлә вафат була һәм мосолман зыяратына ерләнә.

Башҡорт фәне, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте өсөн Ризаитдин Фәхретдиндең мәғрифәтселек эшмәкәрлеге, тарих, фәлсәфә, педагогика, әҙәбиәт, этнография буйынса хеҙмәттәре, әҙәби әҫәрҙәре айырыуса әһәмиәткә эйә.

РИЗАИТДИН ФӘХРЕТДИНОВ Башҡортостанда XIX быуаттың икенсеһе яртыһы — XX быуат башында ижтимағи фекер үҫеше һәм мәғрифәтселек тарихында Мирсалих Биксурин, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев менән йәнәш Ризаитдин Фәхретдиновтың исеме ғәйәт ҙур урында тора. Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов 1859 йылдың 4 (16) ғинуарында элекке Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Кисеүсат исемле башҡорт ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. (Хәҙер ул ауыл Татарстан Республикаһының Әлмәт районына ҡарай.) Р. Ф. Фәхретдиновтың милли асылы тураһында төрлө уйҙырмаларҙы сикләр өсөн шуны әйтеп үтергә кәрәк: ғалим һәм әҙип үҙенең аҫаба башҡорт булыуын һәр ваҡыт ап-асыҡ билдәләр булған. Был уның автобиографияһында ла күрһәтелгән. Архивта Р. Ф. Фәхретдиновҡа 1906 йылдың 12 декабрендә бирелгән паспорттың күсермәһе һаҡланған. Был документта ла шул уҡ мәғлүмәт хатта ике тапҡыр теркәп ҡуйылған (Кутушев Р. Р. Материалы к биографии Ризы Фахретдинова //Творчество Ризы Фахретдинова: Исследования, материалы. Уфа, 1988, 58-се бит.) Был тәбиғи ҙә, сөнки элекке Бөгөлмә һәм Минзәлә өйәҙҙәре боронғо Башҡортостандың көнбайыштағы төбәктәре булған. Был ике өйәҙҙә 1897 йылғы иҫәп-хисап ваҡытында 280 мең башҡорт йәшәгән. (Бындағы йөҙәрләгән башҡорт ауылы XX быуатта ассимиляцияға дусар ителде.) Ризаитдин Фәхретдинов тәүҙә ата-әсәһенән, артабан күршеләге Түбәнге Шилселе ауылы мәҙрәсәһендә белем ала. Бында ул ун йылға яҡын уҡый, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен уңышлы өйрәнә, китап күсереү, конспектлап өйрәнеү менән мауыға. Ошонан һуң бер нисә йыл Бөгөлмә өйәҙенең Илбәк ауылы мәҙрәсәһендә мөҙәррис, хәлфә һәм мулла булып тора. Үҙ алдына уҡып, шәреҡ телдәрен өйрәнеүҙе дауам итә, аҙағыраҡ рус телен һәм мәҙәниәтен үҙләштереү буйынса ла етди эшләй. Нәҡ ошо осорҙа унда ғилем менән шөғөлләнеү дәрте лә уяна. 1887 — 1888 йылдарҙа Ҡазанда Ризаитдин Фәхретдиновтың бер-бер артлы өс китабы баҫылып сыға: “Китабе әт-тәсриф: Ғилме сарыф”, “Китабе мөҡәддимә: Әт-тәхрирел мосфа...”, “Китабел иғтибар”. 1891 йылда Р. Ф. Фәхретдинов Өфөләге Диниә назаратына ҡазый итеп һайлана, шул айҡанлы ул Өфөгә күсеп килә һәм ошонан ары барлыҡ ғүмерен Башҡортостан, Ырымбур төйәге менән бәйләй. Бында ул тәүге осорҙа, төп хеҙмәте буйынса вазифаларын үтәү менән бергә, Диниә назаратында тупланған бай ҡулъяҙмалар фондын өйрәнеп, яҙыласаҡ “Аҫар” тигән күп томлығына материалдар йыйнай. Шуны ла әйтеп үтәйек: 1894 йылда, илгиҙәр шағир Аҡмулла менән осрашып, мөфти Солтанов ҡатнашлығында сәй мәжлесе ойоштора, унда М. Өмөтбаев менән М. Аҡмулла араһында, башҡорт традицияһы буйынса, Өфө зыялылары өсөн һис көтмәгәндә шиғыр әйтеше башланып китә. Оло бер байрамға әйләнгән был мәжлес тураһында Р. Ф. Фәхретдинов һуңынан тәрән ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо менән “Аҡмулла Өфө шәһәрендә” тигән ғәйәт ҡиммәтле иҫтәлеген яҙа. 1899 йылда Ҡазанда, 1903 йылда Ырымбурҙа уның мәғрифәтселек идеялары менән һуғарылған “Сәлимә, йәки Ғиффәт” һәм “Әсмә, йәки Ғәмәл үә яза” исемле повестары донъя күрә. Был повестар шул дәүер башҡорт мәҙәни тормошонда яңы бер күренеш булараҡ баһалана. 1900 — 1908 йылдар эсендә Ҡазанда һәм Өфөлә иң ҙур күләмле һәм әһәмиәтле “Аҫар” библиографик йыйынтыҡтарының 15 киҫәктән торған 1-се һәм 2-се томдары нәшер ителә. (Хеҙмәттең ҡалған ике томы ҡулъяҙма хәлендә тороп ҡала.) Р. Ф. Фәхретдиновтың Өфөлә йәшәгән ғүмеренең тәүге осоронда ул уҡыу-уҡытыу, этика, тәрбиә мәсьәләләренә арналған дәреслектәр, популяр брошюралар, фәнни-методик хеҙмәттәр яҙып, донъяға сығара. Бына шул баҫмаларҙың бер нисәһе: “Тәрбиәле ана” (1898), “Тәрбиәле ата” (1898), “Тәрбиәле бала” (1898), “Тәрбиәле ҡатын” (1898), “Шәкертлек әҙәбе” (1899), “Әҙәбе тәғлим” (1902), “Ғаилә” (1902), “Нәсихәт I” (малайҙарға, 1903), “Нәсихәт II” (ҡыҙҙарға, 1903), “Нәсихәт III (өлкәндәргә, 1903). Йәнә “Ҡөрьән үә табәкат” (“Ҡөрьән үә уның баҫмалары” (1900), “Исмәғил сәйәхәте” (1903), “Ибне Рөшд” (1905) һ. б. китаптарын баҫтыра. 1906 — 1918 йылдарҙа Риза Фәхретдинов Ырымбурҙа йәшәй, башта “Ваҡыт” гәзитенең икенсе мөхәррире була. 1908 йылда уны бер туған Закир һәм Шакир Рәмиевтәр үҙҙәре иҫәбенә сығарыласаҡ әҙәби һәм фәнни-публицистик “Шура” журналына баш мөхәррир итеп саҡыра. Ошо вазифаны ғалим ун йыл буйы арыу-талыуһыҙ башҡара, үҙе лә журнал биттәрендә боронғо тарих, этнография, фән һәм атаҡлы ғалимдар, әҙәбиәт һәм әҙиптәр, тәрбиә мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр баҫтыра. Мәҫәлән, тел тураһында фекер алышыуға арналған “Шура”ның тел ярышы” (Ырымбур: “Ваҡыт”, 1910) исемле йыйынтыҡ йәмәғәтселек аңында тәрән эҙ ҡалдыра. Унда Ғарифулла Кейеков һымаҡ илһөйәр рухлы башҡорт әҙиптәре, туған телебеҙҙе яҡлап, ихлас сығыш яһай. “Шура”ның 1-се һанынан башлап иң һуңғы сығарылышына тиклем баш мөхәррир булып эшләгәндән һуң, 1918 йылда, Риза Фәхретдинов Өфөгә ҡайта. Бында уны ҡазый, бер аҙҙан һуң, 1922 йылда, мөфти итеп һайлап ҡуялар. Уға Диниә назаратына, яңы властарҙың дин эштәренә тупаҫ тығылып, илдә аллаһыҙлыҡ хөкөм һөргән фажиғәле йылдарҙа етәкселек итергә тура килә. Был бурысты ул, тотҡан юлынан һис кенә лә тайпылмайынса, ысын инанғанлыҡ һәм түҙемлелек менән үтәй. Ауыр һәм ҡатмарлы шарттарҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда һәм бөтөн мосолман илдәрендә дин тәғлимәтенең тәрән белгесе, Рәсәйҙең ғилми даирәләрендә киң белемле шәреҡсе-ғалим булараҡ оло хөрмәт ҡаҙана, Өфөлә элек башлаған ғилми эштәрен дауам итә. “Ибн-Фаҙландың Болғарға килеүе” исемле бәләкәйерәк күләмле хеҙмәтен, “Аҫар”ҙың яңы киҫәктәрен яҙа, үҙенең күп йылдар буйы йыйылған архивын барлап, тәртипкә килтереп, шуларҙың бер өлөшөн, академик А. Н. Самойловичтың мөрәжәғәтенә яуап итеп, 1930 йылда Петербургка, СССР Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институтына ебәрә. (Ул ҡулъяҙмалар хәҙерге көндә Рәсәй Фәндәр академияһы Санкт-Петербург бүлегенең Ғилми архивында һаҡлана.) Диниә назаратында күп йылдар буйы йыйылып килгән ҡиммәтле архив материалдарын һаҡлап алып ҡалыуҙа оло фиҙаҡәрлек күрһәтә. Уның үҙенең 40 томлыҡ ҡулъяҙмалар йыйынтығы ла назараттың архивында тороп ҡала һәм баһалап бөткөһөҙ был хазина һуңынан, 1966, 1980 йылдарҙа, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Ғилми архивына тапшырыла. Р. Ф. Фәхретдинов 1936 йылдың 12 апрелендә Өфөлә вафат була. (Рәшит Шәкүр) 2005 й.