Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Риф Мифтахов (1939)

Риф Фәйзерахман улы Мифтахов 1939 йылдың 17 сентябрендә Башҡортостандың Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуа. Ауылында башланғыс мәктәптә белем алғандан һуң, күрше Байғужа ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый, 1958 йылда Ишембайҙа башҡорт урта мәктәп-интернатты тамамлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1968 — 1974 йылдарҙа — Өфөлә Башҡортостан китап нәшриәтендә, һуңынан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә, “Ағиҙел” журналында эшләй, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында мөхәррир урынбаҫары, “Һәнәк” журналы редакцияһында әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.

Риф Мифтахов мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ижад менән шөғөлләнә башлай. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгәнлектән, йәш шағирҙың “Өскөл хаттар” тигән тәүге йыйынтығында хәрби тематиканың үҙәктә тороуы бик тәбиғи.

Р. Мифтаховтың артабанғы китаптары шағир талантының яңы сифаттарын аса. Уның күп шиғырҙарына йырҙар яҙыла.

Әҙип прозала ла уңышлы эшләй. Уның “Күҙ йәштәре”, “Юл күрһәтеүсе йондоҙ” исемле повестарын, тиҫтәләгән хикәйәләрен уҡыусылар яратып ҡабул итте.

Риф Мифтахов юмор һәм сатира жанрҙарында ла актив ижад итә, тәржемә менән дә шөғөлләнә. Ул М. Исаковский, Д. Кугультинов, В. Фирсов һ.б. шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итте. Яҙыусы атаҡлы башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә күп көс һалды.

Риф Мифтахов Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ул — тиҫтәнән ашыу китап-йыйынтыҡтар авторы.

1976 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

"О, ШИҒРИӘТ, ШИҒРИӘТ..!" Үҙенең тәүге йыйынтығына ингән бер шиғырын Риф Мифтахов "Йырҙарым да — япраҡ йыры ғына" тип атағайны ("Ҡояш шаһит" китабында ул "Япраҡ йыры" тип бирелгән). Ах был донъя, ғәзиздәрҙән ғәзиз, Беләм уға бик күп бирәһең. Тик бит уның шаулы урманында Мин бер япраҡ ҡына, күрәһең. Берсә ижадын, берсә үҙен япраҡҡа тиңләүҙә ике хикмәт бар. Берҙән шағир үҙ булмышы менән шиғриәте булмышын синоним итеп ҡарай. Ике тигәнем шул булыр: әҙәбиәтебеҙҙә, тимәк, бүтән шағирҙар араһында үҙ урынын үтә баҫалҡы ғына баһалай шағир. Әммә шул "баҫалҡылыҡтың" үҙ хикмәте бар: строфаның һуңғы ике юлына иғтибар итегеҙ. Унда әйтелгәнде ике төрлө аңларға була: бер ҡараһаң, ул, мин дә башҡаларҙан кәм түгел, тигән кеүек, бер ҡараһаң, берҙәм хорҙы тәшкил итеүселәрҙең береһе булыуыма ла ҡәнәғәтмен, тигәндәй була. Аҙаплы, коллективислыҡ тенденцияһы үҙенекен итә микән әллә, тип ҡуяһың, ирекһеҙҙән. "Тик яҙмаһын..." тигән шиғыры:"Юҡ, улай түгел икән", — тип әйтергә форсат бирә. Шағир:"Берәү балҡый, икенсебеҙ мызлай, йәшәү күге берҙәй булһа ла", — тип тәүге миҫалдың һуңғы юлдарында әйтелгәнгә асыҡлыҡ индергәндәй була. Тимәк, урман шауын хасил итеүгә бөтә япраҡтарҙың да өлөшө бер тигеҙ түгел. "Тик яҙмаһын..." шиғырының бөтә вазифаһы "Йырҙарым да япраҡ йыры ғына" ("Япраҡ йыры") тигәнендә төйнәлгән төйөндө сисеүгә асҡыс биреүе менән генә сикләнмәй (бер яҡтан ҡарағанда, был да ваҡ мәсьәлә түгел), әлбиттә. Шағирҙың тигеҙләү, тигеҙләштереү принцибын үҙһенмәүен әйтеп бирә шиғыр. Быныһы инде — принципиаль мәсьәлә. Сөнки ул ижадсының шәхсән ҡарашын, шәхсән позицияһын аныҡлай. Берәүҙең балҡып, икенселәрҙең мыҙлауын констациялау менән сикләнмәй, янғас-янғас балҡып янырға теләүен, балҡымаған сүрәттә лә, "Нур һипмәгән йондоҙ" булыуҙы үҙһенмәүен белдерә. Йә ул, "юл яҙлығып, өшөп арығанда", өмөт булып балҡып осҡон сығарыр саҡматаш, йә "әжәлдәрҙе еңгән дарыуға" бәрәбәр ирен сылатырлыҡ кескәй шишмә булыуҙы нурһыҙ "йондоҙ" булыуҙан артыҡ күрә, йә усаҡ шикелле балҡып һүнеү яҡшыраҡ, тип иҫәпләй: "Күңелдә хыял ҡабынған, Алдымда дөрләй усаҡ... Балҡып һүнергә яҙһасы Ошо усаҡҡа оҡшап..." ("Йыһан ҡаршыһында", 1973) Ә был — йырҙарының кешеләр күңеленә юл алыу ихтималының төп шарты тип таныу менән бер. "Йырым менән һеҙҙең күңелдәрҙән Юғалмам мин, бәлки, юғалмам, — “ ("Бәлки мин дә...", 1971) тигәндә, тап шуны иҫтә тота ла. Бынан иһә уның мәңге тынғыһыҙ, башҡаларҙы һоҡландырырлыҡ итеп йәшәргә теләү, шуға өмөтләнеү аңлашыла. Хәйер, йәшәү — үҙе өмөт, өмөт үҙе — йәшәү. Өмөт — ирешкәнеңдән ҙурыраҡҡа өмөтләнеү теләге. Шағирҙың шишмәгә — йылғыр йылғаға, йыш-йыш йондоҙҙарға ҡыҙығыуы — ана шул теләктең образлы асылышы ул: "Аға аҡ шишмәкәй.., Әйтерһең, эргәлә Күгәрсен гөрөлдәй, Ҡолондар кешенләй, Сәскәләр сер һөйләй, Ҡурайҙар моң көйләй... Яҙһасы йәшәргә Нәҡ ошо шишмәләй." ("Шишмә", 1988) Мәғлүмдер ки: теләк — бер нәмә, хыял менән генә сикләнмәй, уға өлгәшеү — бөтөнләй башҡа нәмә. Уныһы инде бәндәнең үҙенән тора. "Бәндәм, сәбәп ит! Бирермен", — тигән, ти, бит Хаҡ тәғәлә үҙе лә. Нәҡ шуны иҫтә тотҡандай итә шағир, һәм уның образлы фекерләүе әлеге өмөттө шиғри телгә бына нисек күсерә: "Бары ла һеҙҙең аҡылда, — Шыбырлай төҫлө йыһан. Беҙ бары һеҙҙе бейеккә Әйҙәп торабыҙ, туған." ("Йыһан ҡаршыһында", 1973) Шағирҙың:"бары ла һеҙҙең аҡылда",— тигәне Хаҡ тәғәлә әйткәндең синонимы икәнен аңлатып тороуы ла артыҡ һымаҡ. Ошо урында фекер теҙгенен әҙ генә ситкәрәк тартып, Риф Мифтаховтың ғүмер хаҡында уйланыуҙарын сағылдырған шиғырҙарына күҙ һалғы килә. Төрлө саҡта яҙылған улар. Араларында егет саҡта ижад ителгәндәре лә ("Һеҙгә оҡшап", 1968; "Мин бер йылғаң", 1970), утыҙ менән ҡырҡ араһында тыуғандары ла ("Ғүмер миҙгелдәре", 1975; "Башлана ғына ғүмер", 1985), ил ағаһы йәшенә еткәнгәсә күргән-кисергәндәрҙе хәтерләү, йәшәлгән йылдарға һығымта яһау рәүешендәгеләре лә ("Илленән һуң илдә ир булырға..." “Ғүмер тураһында уйланыу", 1989), ир уртаһы тигән дәүергә еткәндә тыуған кисерештәр, фекерҙәр теркәлеше булғандары ла ("Минең юлым ҡыҫҡа ғына булды...", 1994; "Тыуҙырғанһың", "Диңгеҙ һәм ҡая", "Ҙур байлыҡ!", 1995; "Тормош беҙҙе утһыҙ көйҙөрҙө лә...", "Ғүмерҙең дә һөйөүҙең дә...", 1996) бар. Тыумыштары менән төрлө осорға ҡараһалар ҙа Риф Мифтаховтың бындай әҫәрҙәре бер шәлкемде тәшкил итә кеүек. Ул "шәлкем" шағирҙың ғүмер хаҡындағы уй-фекеренең эволюцияһын иллюстрациялағандай була. Йәшерәк сағында яҙылған "Башлана ғына ғүмер" тигән шиғырында ул ғүмерҙең һәр миҙгеле менән бәхәскә инеүсе ролен ала. Йәшлек: "һуң инде, төңөл!" — тиһә лә, ҡартлығы:"һуң инде, бөгөл!" — тип ныҡыһа ла, яуабы бер уның: "Башлана ғына ғүмер, һуң түгел әле, түгел!" Йәшлек менән бәхәсләшеүенә, ташлама яһап булһа ла, ҡабул иткән сүрәттә лә, әле ҡартлыҡтың ҡаты ҡоротон тешһеҙ көйө кимерә башлауҙан йыраҡ уҡ дәүерҙә ҡартлыҡ менән бәхәсе үтә дыуамаллыҡ кеүек тойола. Хәйер, иллелә сағында ла ошо бәхәсте хәтерләтер һүҙҙәрҙе шиғыр юлдарына һалған шағир: "Илленән һуң илдә ир булырға Өр яңынан кәрәк башлайһы: Йылдар ғына үтеп юғалғандар, Башланмаған әле башҡаһы." ("Илленән һуң илдә ир булырға...", 1989) "Хәйер" өҫтөнә "хәйер"! Иллелә лә:"Башланмаған әле башҡаһы" — тиһә лә, теге шиғырынан айырмалы рәүештә, шағирҙың бында етдиләнә төшөүенә, һәлмәгерәк фекерләүенә төшөнәбеҙ. Йылдар үтеүен, үтеп кенә китмәйенсә, ҡайтмаҫ булып юғалыуын таныр йәштәге кеше фекерләүе — уның был шиғырҙа әйткәндәре. Тап илленән һуң хистең аҡылға урын биреүен таныуы ла шул хаҡта һөйләй булыр. Ошо уйланыуҙарын яңынан кисергәндәй, тағы бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул шулай тип әйтәсәк әле: "Ғүмерҙең дә, һөйөүҙең дә Тоноҡлана бара йондоҙо, Тик барыбер алда кеүек әле Йәшәүемдең бөтә ҡыҙығы..." ("Ғүмерҙең дә, һөйөүҙең дә...", 1996) Әгәр тағы-тағы соҡсона биргәндә, "Башлана ғына ғүмер" мотивының, бына шулай төрләнә-төрләнә, әммә Риф Мифтахов шиғриәтендә мотлаҡ тотороҡло һаҡланыуына шаһит булыр инек. Тимәк, башта телгә алынған шиғырға ул осраҡлы ғына исем итеп алынмаған. Шуға күрә лә шул бер шиғырҙан сығып ҡына, уны дыуамалыраҡ фекер йөрөтөү емеше тип атауыбыҙ ҙа бик ук аҡланмай булыр. Бындай шиғырҙар ғүмерҙең һәр миҙгелен шағирҙың артабан тағы ла тынғыһыҙ йәшәй башлауға старт майҙаны тип белеүен генә раҫлай. Шуға ла шағир, ҡатын-ҡыҙҙан ғына түгел, ир-аттан да йәшен һорамаҫҡа тәҡдим итә. Ә инде үтә ҡыҙыҡһыныусыларға бындай кәңәш бирә: "Әгәр инде бик белергә Уйлаһағыҙ, Һеҙ үтегеҙ ир-егеттәр Йөрәгенә: Унда яуап — ҡатын-ҡыҙҙың Бөтәһенә..." ("Ҡатын-ҡыҙҙай, йәше булмай...", 1996) Мәғлүмдер ки: "Ир-егеттең күкрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ята ". Ә шулай ҙа, ә шулай ҙа... Ғүмер — фани. Шағир онотмай, иҫенән сығармай мәсьәләнең был асылын да: "Алдыбыҙҙа бына ялт-йолт иткән Усаҡтарға оҡшаш был ғүмер: Иртә таңын, төнөн яна-дөрләй, Кис етеүгә инде — көл-күмер..." ("Алдыбыҙҙа бына ялт-йолт иткән...", 1985) "Аға ғүмер ярҙар яҡынайтып – Йәшәү менән әжәл араһын... Һиҙҙек микән донъя фанилығын, Белдек микән уның баһаһын?" ("Йылғам ярында ", 1993) Риф Мифтаховтың был һорауы һиңә лә, уҡыусым, миңә, уға ла — бөтәбеҙгә лә, тимәк, шағирҙың үҙенә лә ҡағыла, һабаҡташы, шәриҡтәше булараҡ ҡына түгел, байтаҡ ҡайғы, шатлыҡтарҙы уртаҡлашыусыһы, илгә сыҡҡанда — иң терәшкән, юлға сыҡҡан — яр-юлдаш булған кеше булараҡ, мин шуны шаһитлай алам. Һорауҙың үҙенә ҡағылған өлөшөнә Риф бөтә йәшәүе, ғүмере, эшмәкәрлеге, ижады менән ыңғай яуап бирҙе, бирә килә, артабан да шулай булһын! Шағир уны үҙ һүҙҙәре менән раҫлай. Йәшерәк сағында яҙған "Ғүмер миҙгелдәре" (1975) шиғырында уҡ үҙенең ғүмер тигән шәхсән юлының таҡыр ғына булмауы хаҡында уйланыуын әйтеп биргәйне: бала саҡтан шатлыҡ менән һағыш, бәхеткә ымһыныу һәм һемәйеп ҡалыу алмаш-тилмәш уның өҫтөнә төшә тора. Артабан ошо уй-фекер берсә тарыраҡ, берсә киңерәк һәм тәрәнерәк мәғәнәлә уның "Ғүмер тураһында уйланыу", "Диңгеҙ һәм ҡая", "Ҙур байлыҡ", "Тыуҙырғанһың", "Уртаҡлаштың дәүерем" ише шиғырҙарында сағылыш алды. Ғүмер тураһында уйлана икән, әҙәм балаһы, булғанын, үткәнен, күргәнен, кисергәнен констатациялап ҡына ҡалмай, һығымталар ҙа яһай барыр булыр. Ә һығымта яһау — һабаҡ алыу ул. Ә һабаҡ алыу иһә — килер йылдарға күпер һалыу ул... "Ана шуға үпкә, көнләшеү юҡ, Бөтәһе лә ҡала үҙемә. Хәҙер беләм: нисек булғанда ла, Мин түҙергә тейеш, түҙергә!" ("Минең юлым ҡыҫҡа ғына булды", 1994) Бында барыһына ла күнеү тойғоһон күндерергә тырышыу менән бер рәттән яҙмышҡа зарланыу ҙа һиҙелә. "Тыуҙырғанһың" (1995) шиғырында иһә шулай уҡ ҡәһәрле мәл менән бәхетле мәлдең алмаш-тилмәш килеүендә бер законсалыҡ күргәндәй була. Тимәк, ғүмер юлының нәҡ шулай булыуын аҡлағандай итә, йәнәһе, "Ҡәҙереңде белһен өсөн, донъя, Тыуҙырғанһың әҙәм балаһын". Шуға ла сабый саҡтан уҡ өлөшөнә төшкәндең, яҡшыһының да, яманының да алмаш-тилмәш килеүенә үкенмәй. Юҡ, киреһенсә, шунан ыңғай һығымта яһай: "Әйҙә, шулай килһен алмаш-тилмәш, Төрлө булһын тормош миҙгеле. Ел-ямғырҙа көлгән ҡояш-ғүмер Ҡәҙерлерәк бит ул көҙ көнө." Шулай ти йәш шағир, аҡһаҡалдарса. Иң мөһиме, тигәндәй була "Уртаҡлаштың, дәүерем" (1995) тигән шиғырында, “Өйрәндем мин һинән — яратырға һоҡланып һәм әрнеп был ерҙе”. Тормош ҡапма-ҡаршылыҡлы, бер — алдын, бер башҡа яғын күрһәтергә әүәҫ булғанға, шағирҙың һығымтаһы ла ике яҡлы: шундай ғүмер бүләк иткәнгә, тыуған ергә берсә һоҡлана, берсә әрнеп ҡарай, шул ике төрлө ҡарашты ла уға булған һөйөү һыйҙыра. "Ғүмер тураһында уйланыу"(1989) тигән шиғыры шартлы "шәлкем"дә айырым урын алып тора. Илле тигән тамға менән билдәләнгән ғүмер артылышын артылғанда, шағир әйтерһең, үткәнен берәм-берәм барлай , барлай ҙа аҙаҡҡа ҡалдырып тормаҫтан, шунда уҡ һығымталай бара: "Ерҙә алтын юҡ, тимәнем, бары баҡыр тапҡанда ла"; "Бәйгелә булды еңгәнем, тик бәйелем аҙманы", "Бер намаҙға ике аҙан булды әйткән саҡтарым. Булды төтөндән ҡасҡаным, ләкин утта янманым...". Ошондай һығымталар теҙемен бергә ҡушһаң, уның суммаһы шул булыр: тормош нисек ҡаҡмаһын йә юғары сөймәһен, үткән ғүмере өсөн үкенмәй шағир. Сөнки ҡайһылай ғына булғанда ла, ул кеше булып ҡала алған. Ғүмер хаҡындағы шартлы шәлкемендә Риф Мифтахов яһаған һығымталарҙың мөһимдәренең береһе шулдыр: "Йыр-йыр, тиеп йәнем сыҡты, әммә даным сыҡманы", тип зарлана биреп ҡуйһа ла ("Ғүмер тураһында уйланыу"), "Рәхмәт һиңә шағир ғүмерем өсөн — айырманың заман шауынан", — тип дәүеренә шөкөр ҡыла, уға рәхмәтле икәнен белдерә ("Уртаҡлаштың, дәүерем", 1995). Дәүергә шөкөр итеү, рәхмәт белдереү — Риф Мифтаховса, булғаны менән ҡәнәғәтләнеп, туҡтап ҡалыуҙы аңлатмай. Сөнки, ни тимә, ваҡыт ҡыҫа, ваҡыт ҡыҫҡа — ғүмер сикле. Шул хәҡиҡәтте иҫенән сығармай шағир: "Ваҡыт ҡыҫҡа — йәшәмәйек бушҡа: Йондоҙҙарға ҡараш уҡталһын. Эҙебеҙҙән, борҡоп, көл осмаһын, Ғүмеребеҙҙән дөрләп ут ҡалһын!" ("Алдыбыҙҙа, бына, ялт-йолт иткән...") Риф Мифтахов йырлап өлгөрөү теләге менән яна. Уның шиғырҙары — ошо теләктең сағылышы ул. "Өҫтәлеп торған эштәрҙең..." (1994) тип башланған шиғырында үкенесле бер хәҡиҡәтте — был донъянан бер кемдең дә, тимәк, шағирҙың да бөтә ниәттәренә өлгәшеп, бөтәһен дә теүәлләп китеүгә өлгәшә алмауын ("Хәйер, уны ҡайһы шағир теүәлләп бөтөп киткән ?") таныһа ла (дөрөҫөрәге, танығанға ла), ашыға ул: "Ашығамын — ғүмер буйы Тынғы бирмәй бер уйым: Тамамланғандан күберәк Тамамланмаған йырым." Ошо шиғырын уҡымайынса, "Ғүмер ҡәҙере" (1995) тигәне менән танышһаҡ, ундағы: "Мин бит әле йәшәп өлгөрмәнем, Ниңә, ғүмер, үтеп өлгөрҙөң ? Инде хәҙер бер ҡыл итеп тарттым: Өҙөлһә лә... сыңлап өҙөлһөн", — тигән юлдар "Йыһан ҡаршыһында", "Бәлки мин дә", "Шишмә" ише шиғырҙарына ауаздаш тип кенә белер инек. Быныһы ла — шағирҙың кешеләрҙе һоҡландырырлыҡ ижад итергә теләүенең образлы әйтелеше, тип кенә таныр инек. Һүҙ юҡ, шул теләкте лә үҙ эсенә ала был строфа. Әммә шуның менән генә сикләнмәй, шуға өлгәшергә өлгөрөү теләген дә сағылдыра. Үҙ-үҙен ашыҡтырыуының, ижади ниәттәренә тиҙерәк өлгәшергә теләүенең сәбәбен дә сер итеп тотмай Риф Мифтахов. Ул серҙәрҙең береһе — ижадҡа һуңлаңҡырап килеүе, һәр хәлдә, "Оҙаҡ яумай яҙғы ямғыр..." (1990) тип башланған шиғырында үҙе лә: "Мин ижадта — көҙгө ямғыр", — тип бушҡа ғына әйтмәйҙер. Әммә ашығыуҙы, ашыҡ-бошоҡ ижад итеү тип белмәй: "Оҙаҡ яумай яҙғы ямғыр – Көҙгө ямғыр оҙаҡ тамыр. Көслө ямғыр тиҙ юғалыр, Ә "көсһөҙө" ер һуғарыр... Ҡыҫтамағыҙ:"Яҙ, — тип, — шағир !" Мин ижадта — көҙгө ямғыр..." Аңлашылалыр ки, шағирса ашығыу — сифатлы ижад емештәре ҡалдырырға өлгәшеү теләге. Теләк ғәмәлгә ашһын өсөн, билдәле, дәрттең дарманға юлығыуы шарт. "Дарман" тигәнемдең бер мәғәнәһе илһам булыр. Шағир үҙе өсөн "илһам" менән "иман" — һөйләмдең тиң киҫәктәре. Юҡ, был хаҡта ул айырым асыҡ әйтмәй. Әммә бер үк һөйләмдә уларҙы өтөр менән генә айырып, аллы-артлы ҡулланыуы бушҡа түгел. Нисек кенә үтә формализм кеүек тойолмаһын, бында мин тәрән мәғәнә күрәм. Ул ике төшөнсәне бер-береһенә шул да яҡынайта. Риф өсөн: уларға бер үк нәмә сәбәпсе. Ул сәбәп эйәһе — тыуған ер. Тыуған ер шағир өсөн — бар булмыш: табыш та, яҙмыш та. "Иманым да, илһамым да, Табышым да, яҙмышым да, Бары тик һинең менән, Башҡорт ере — илгенәм!" ("Иманым да, илһамым да", 1981) Риф Мифтахов өсөн "тәбиғәт" менән "хәҡиҡәт" тә уртаҡ төшөнсәле: улар "Алла" мәғәнәһенә эйә. Ә инде шул уртаҡ мәғәнәле шул ике төшөнсәне йыр яҙыуға төп шарт иҫәпләүе — шул өс төшөнсәне илһам сығанағы тип таныу ул: "Тәбиғәт, хәҡиҡәт — Табынған бер Аллам. Уларһыҙ йыр түгел, Ярты һүҙ яҙалмам." ("Шағир аллаһы", 1987) Риф Мифтахов "илһам" тигән илаһи төшөнсә хаҡында һүҙ генә алып бармай, уны "күҙгә күренмәле" итеп һүрәтләүгә лә өлгәшә: "Ултырғайным һөйөклөмә Яҙырға яҙ сәләмен, Ҡулымдарымдан, япраҡ ярып, Осто китте ҡәләмем." ("Яҙ килде лә, кейенде лә", 1994) Быға ни сәбәпсе? Яҙ, килеп, шағир әйтмешләй, уның һандуғаслы таңынан үҙәктәр өҙөлөүеме әллә һөйөклөһөнә булған хисеме? Икеһеләлер, моғайын. Бына шул инде тәбиғәттең — хәҡиҡәт булыуы, икеһенең бергә Аллаға тиңләшеүе. Ә инде мөхәббәт тигән илаһи хистең илһам сығанағы булыуын, шағирҙың "мөхәббәт тәғлимәте" хаҡында һүҙ йөрөткәндә, асыҡларға тырышылғайны инде. Йыһан, йондоҙҙар — Риф Мифтахов поэзияһында, ғәләм күренештәре булыуҙан бик, хыял символы. Көнө буйы балта менән эшләүе арҡаһында, бармаҡтары ҡәләм тота алмаҫлыҡ хәлгә килгән шағир ни хаҡында хыял итә? Шиғыр хаҡында, әлбиттә: "Шиғырҙар — йондоҙҙар, Кешеләй йылмайып, Инәләр төшөмә: Һин, тиҙәр, хыянат Итәһең эшеңә." “Балта һәм шиғыр", 1980) Йондоҙҙар — икһеҙ сикһеҙ бейеклек, йыһан — иге-сиге булмаған киңлек. Хыял да шулай сиктәр менән иҫәпләшмәй: ул да бейеккә күтәрелә, уның да иңе юҡ, уның да сиге юҡ... "Йыһан сере менән шағир сере төпһөҙ, сикһеҙ" “Йыһан сере менән...", 1998). Кеше хыялға ирек бирһә, хыял уның үҙен әйҙәй. Шағир ихтыяры менән Йыһандың: "Беҙ бары һеҙҙе бейеккә әйҙәп торабыҙ, туған", — тигәне ("Йыһан ҡаршыһында") — хыялдың алға әйҙәүе ул. Абстракт төшөнсә булған хыялдың ошо ҡөҙрәте шағир фантазияһының ҡөҙрәте менән күҙ алдына килтерелмәле итеп йәнләндерелә хатта: " Ай-толпарҙың тотоп ялынан Саба хыял... Тояҡ аҫтынан Йыһан буйлап оса йондоҙҙар, Күңел ғәләмендә — шиғырҙар..." ("Ижад", 1995). Бына шулай хыялды символлаштырыусы Йондоҙ, Ай, Йыһан "Ижад" шиғырында статик хәлдән сығарыла. Шағир шуға өлгәшеүе була — ижад тигән илаһи мәл йәнле образ кимәленә күтәрелә лә ҡуя, һәм шул илаһи мәлде кисереүгә өлгәшеүҙән шағир күңеле оло кинәнес ала: "Тәҙрә асыҡ, Иҙеү ысҡынған — Йондоҙҙарҙан шағир йылынған..." Шулай булмай, ҡалай булһын! Сөнки: "Шағир, ғөманлы ҡатындай, Уйсан, хиссән һәм бик борсоулы: Ул да белмәй ҡайһы сәғәттәрҙә Ниндәй йыры нисек тыуырҙы." ("Шағир, ғөманлы ҡатындай...", 1995). Нәҡ ошондай саҡта бар шағир ҙа, Рифкә ҡушылып, Алпамышаны көнләштерер үлсәмдәр менән шулай тип ҡабатлайҙыр кеүек: "Ер етмәне — Ергә баҫҡанда, Күк етмәне — Нәфсегә бирешмәнем, Ҡотҡоға килешмәнем. Ижадсыға — дарыу юҡ, Булғаны ла — сабырлыҡ. Иман һүҙенән башлана Минең бөтә шағирлыҡ..." ("Иман", 1990) Шағир кеше, Рифсә, йәнә шул булыр. Хәләл ни ҙә, харам ни — уның шуны айыра белеүе мотлаҡ. Шуны бутанымы, ул шағир түгел, ә ҡәҙимге алыпһатар, кәсеп эйәһе тип белә. "Хәләл микән, әллә харам микән Тапҡан, ҡапҡан ҡара икмәгем ? Мин, йыр, тиеп сәсәр хәлгә еттем, Тик йыр менән кәсеп итмәнем." ("Икмәк һәм йыр", 1987) Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ — тик яугир өлөшөнә төшкән көмөш, тип иҫәпләүҙән йыраҡ тора шағир. Шул сифаттарға эйә булмаһа ("Шағир ҙа шағир бит тик ҡыйыу булалһа"), тел аҫтына тел йәшереп, дуҫ менән дошманды бутаһа, икеһен дә бер итеп белһә, татлы телен берсә хоҙайға, берсә иблискә һатһа ("Берсә хоҙай, берсә Иблес көсө йәшеренгән телең аҫтына. Ҡөҙрәтеңдән хатта ҡан дошманың да дуҫың булып баҫыр ҡаршыңа"), шағир исемен күтәрергә лайыҡ түгел шағир. Бына ниндәй ҡарашта тора Риф Мифтахов. Был әйтелгәндәр — уның ҡарашы ғына түгел, ижад концепцияһы ла, тәғлимәте лә, ижад кодексы ла. "Мин" исеменән һүҙ алып барыуы ла бушҡа түгел. "Туҡта, туҡта әле! Концепциялар, тәғлимәттәр, кодекстар иғлан итеү менән эш бөтәме? Йәмғиәтебеҙҙә лә, ижадта ла шунан ары китмәү осраҡтары әҙме ни?!" Шулай тип йә шуға яҡын репликалар ырғытырға мөмкин уҡыусым, һәм ул хаҡлы булыр. Тик Риф Мифтаховҡа был ҡағылмай. Ул үҙ ҡарашына, үҙ концепцияһына, тәғлимәте, кодексына тоғро. Ижады, ғүмере, эшмәкәрлеге, тормошо менән шуны раҫлай ул. Сөнки уның өсөн, илһам ғына түгел, иман, намыҫ, выждан да мөһим. Шулар — уның өсөн халыҡ контроле, шулар уның өсөн хаҡлыҡ баһаһы. Ул шуны яҡшы белә."Шағир гел ҡояшҡа бағып ҡына" яҙмай. "Выждан шиғырҙарын", "Ҡай саҡ ...утлы ҡурғаш булып, Яраһынан һарҡый ер шарының". "Кәрәк булһа, күк ҡараға түгел, Манып яҙа һөйөү — нәфрәтен Һуңғы тамсыһына ал ҡанының: Шағир һүҙе — яраһы ла, намыҫы ла, Байрағы ла үҙ халҡының!" ("Шағир гел ҡояшҡа бағып ҡына..", 1979) Ошо урында был бүлеккә нөктә ҡуйырға ла булыр ине; Тик йәнә бер нәмә һүҙ һорай. Шағир һүҙенә бирелгән баһа — шиғырҙың ҡөҙрәтен таныу ҙа ул. Уның шундай ҡөҙрәте лә бар. Шиғриәт ғүмер буйы үҙ эйәһен данға күмергә лә һәләтле. "О, шиғриәт, шиғриәт — Кемдәргәлер зарур ат: Бер еңә лә ғүмер буйы Иҫәпләнә — затлы зат." ("Өйрәт, шиғриәт", 1997) Риф Мифтахов ундай шөһрәткә дәғүә итмәй, әммә уның ҡамасауламаҫын да таный булһа кәрәк. Юҡһа, шиғриәткә өндәшеп:"Һин мине кеше йөрәген Бары аңларға өйрәт" — тиһә лә, — "Йәнемде фиҙа ҡылһам да, Даны миңә — мәңге ят",- тип үкенгәндәй, хатта бер аҙ үпкәләгәндәй итерме лә Рәшит Назаровтың балҡыуына һоҡланып бөтә алмауын шулай тип әйтерме: "Балҡыуы ла, яныуы ла Йондоҙ ғүмерле икән: Ялтлаған да, атылған да Ул тере килеш һүнгән. Үҙе ерҙә, үҙе күктә — Аң етмәҫ бейек икән..." ("Йондоҙ", 1996) Бына ниндәй ҡөҙрәткә эйә ул шиғриәт! Шуға ла шиғриәтте ҡайҙалыр Африкалағы бер көнлөк күбәләккә тиңләүсе менән бәхәскә инеп, Риф Мифтаховтың шундай фекерләүселәр ишәйеүгә "шифалы" һут биргән, яманатлы "перестройка" башланып ҡына торғанда, һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмаҫтан, шул "яңылыҡтарҙың" киләсәген күрәҙәселәй күргән кеүек: "Беҙ шиғырлы, Нурлы, Моңло булһаҡ, Ҡалыр инекме ни был көнгә? " тигәне менән ("Шиғриәт күбәләкме ?", 1990) ҡушҡуллап килешеп, бары: "Амин'!" — тип әйтергә генә ҡала. (Әхмәт Сөләймәнов) 2003 й.