Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Рауил Бикбаев 1938

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покров (хәҙер Переволоцкий) районы Юғары Ҡунаҡбай ауылында тыуа.

Башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәғрифәтенә Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, ауылдашы Ғабдулла Амантай, нәҫелдәштәре Сәғит Мерәсев, Кәрим Иҙелғужин һымаҡ арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән Туҡсоран ерендә Рауил бәләкәстән йыр-моңға, әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә. Ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Ҡаҙағстан менән Ырымбур сигендәге Аҡбулаҡ педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында, аспирантурала уҡый. 1965 йылдан Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1995 йылдан — Башкортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретаре.

Рауил Бикбаевтың тәүге шиғырҙары 1957 йылдан республика гәзиттәрендә, “Йәш көстәр” альманахында баҫыла башлай. 1962 йылда “Ағиҙел” журналында “Вокзал” поэмаһы донъя күрә.

1964 йылда Рауил Бикбаевтың “Дала офоҡтары” исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Унан һуң донъя күргән “Ҡош юлы”, “Автобиография”, “Ғүмер уртаһы”, “Ерем балҡышы”, “Яҙмышым”, “Ай күргәндәй, ҡояш алғандай” һ. б. китаптары башҡорт шиғриәтенең үҫешенә тос өлөш индерҙе. Бигерәк тә замандың иң киҫкен һәм борсоулы хәлдәре хаҡында яҙылған “Халҡыма хат”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”, “Система”, “Баҙар балтаһы”, “Башһыҙ һыбайлы”, “Барокамера” тигән поэмалары киң билдәлелек алды.

Алтмышынсы йылдар башынан уҡ Рауил Бикбаев шиғри ижадты төплө, фәнни тикшеренеүҙәр менән бергә алып бара. Ул Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов әҫәрҙәрен ентекле өйрәнеүгә һәм халыҡҡа еткереүгә күп көс һалды, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти һәм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы, башҡорт әҙәбиәтенең алты томлыҡ тарихын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды.

Рауил Бикбаевтың Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә егерменән ашыу китабы баҫылды.

Шиғриәттәге һәм фән өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башкортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Ул — Башкортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башкортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты.

1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

КҮКРӘГӘНДӘ КҮҢЕЛ КҮКТӘРЕ Джек Лондон ҡырҡ йәш йәшәгән. Александр Блок — бер йәшкә генә күберәк. Уларҙың ғүмерен күкрәткән шул нисбәтте юҡҡа ғына хәтерләмәнем. Ҡырҡ йыл, баҡтиһәң, улар өсөн үҙе бер ғүмер генә түгел, үҙе бер дәүер. Бына Рауил Бикбаевты инде ҡырҡ йыл буйы беләм. Дөрөҫөрәге, ҡырҡ бер йыл инде. Беҙ ғорурланып та, өмөтләнеп тә, үҙебеҙҙең университет асыла тип, уның яңы бинаһының дүртенсе ҡатына бетон плиталарҙы бергә ташыныҡ. Төҙөлөш туҙанын йотоу ҙа, ваҡ ҡомдарҙың теш араһында шығырлауы ла әллә нисек йәнгә рәхәт ине. Әйтерһең, хазина сығарыусыларҙың аяҡ аҫтында алтын бөртөктәре ялтлаймы ни!.. Филология факультетына һүҙ, тел-лөғәт донъяһын яратыусылар, романтик рухлы заттар ғына түгел, ә шиғыр яҙыусылар ҙа йыйылғайны. Айырым-айырым дәрестәрҙә йөрөһәк тә, бергә ҡайнаштыҡ. Уҡыуҙың икенсеме, өсөнсөмө айында берәүҙәрҙең — шиғыр ғына түгел, хатта поэма, икенселәрҙең — хикәйә, хатта повесть яҙғанын асыҡланыҡ. Икенсе семестрҙа өс телдә — башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә ҙур-ҙур стена гәзиттәре сығарып эленде. Уның һәр яңы һаны көтөп алына, күҙҙе арбай. Сөнки гел тиерлек яңы исемдәр күренә. Был кем икән, ҡайҙан икән, тип, гәзиттең һәр һаны алдында оҙаҡ-оҙаҡ туҡталдыҡ. Мин иһә шунда уҡ сырамыттым — татар төркөмөнән беренсе курста уҡыусы Рауил Бикбаев — бик һәләтле егет. Тик ни өсөндөр ул үҙенең шиғырҙарын башҡорт гәзитендә сығара. Улар уҡымлы. Улай ғына ла түгел, шағир бит был, тип ҡуяһың. Айырыуса бына был юлдар иҫтә ҡала: Беҙҙең быуын кулак обрезынан Атыла-атыла колхоз ҡорманы. Үҙ күкрәге менән ҡапламаны Үлем сәсеп торған торбаны... Автор тотош үҙ быуыны исеменән яҙа! Ошо юлдарҙы уҡығас та, сәм уянып, ҡул ҡысытып, шунда уҡ урыҫсаға тәржемә итке килде. Ул саҡта мин үҙемдекен яҙыуҙан былай, тәржемә менән ныҡ мауыҡтым. Хатта Бабич менән Аҡмуллаға етте ҡыйыулыҡ! Татар төркөмөндә уҡыған, башҡортса яҙған курсташымдың икеме, өҫмө шиғырын тәржемә лә иттем. Улар һуңынан “Ленинец” гәзитендә баҫылды, әммә авторҙа был әллә ни һоҡланыу уятманы. Хәҙер, ҡырҡ йыл үткәс, шуны уҡ ҡабатлай алам: минең тәржемәләрҙе Рауил үтә ирекле тип ҡарай, хуплап бөтмәй. Шуға ла уның шиғырҙарын тәржемәләүгә бик һирәк, унда ла ашҡынып китмәйенсә тотонам. Сөнки беләм, быға ул әллә ни мохтаж да түгел. Ә теге саҡта инде уны яҡыныраҡ белге килде. Тиҙҙән асыҡлауымса, ул Ырымбур өлкәһенән икән. Милләте башҡорт. Татар төркөмөнә, башҡорттоҡонда урын булмағас, осраҡлы ғына эләккән. Күп тә үтмәй, ул башҡорт төркөмөнә күсте. Байтаҡ йылдар үткәс, ниндәйҙер бер табында мин ҡыҙмаса баштан Рауилға “Килмешәк” тинем. Күрһәгеҙ ине уны шул саҡта! Миңә ҡот осҡос ярһыу, асыу менән ябырылды. Саҡ һуғышып китмәнек. — Наҙан һин! — тине ул. — Ырымбур ерҙәре, Туҡ менән Соран буйҙары — боронғо башҡорт ерҙәре ул! Барып ҡара уны, күр, ишет, тыңла! Унда һәр ус тупраҡ — башҡорт тарихы, һәр ҡылған, һәр үлән — башҡорт моңо! Әллә Яйыҡты ла белмәйһеңме?! Изге, ғәзиз ул төйәккә барыу өс тиҫтә йыл үткәс кенә насип булды. Шул яҡтарҙан сыҡҡан арҙаҡлы әҙип Дауыт Юлтый юбилейында. Шунда ғына Рауилдың ғәме, сәме алҡымымда утлы йәншишмә булып яңырып үтте. Бар, әйтеп ҡара тағы Мөхәмәтша Буранғоловҡа, Сәғит Агишҡа, Ғабдулла Амантайға килмешәктәр тип! Ә ул һүҙҙе әйтеүсеһе үҙе һуң? Үҙем һуң? Әйтерһең, мин Ҡырғыҙстан тау-армыттары араһында тыумағанмын... Мөхәмәтша сәсән нисек ҡабул итер ине икән ул һүҙҙе? Уйлаһаң, ун һигеҙ йәшендә үк, студент йылдары башланғанда уҡ, өлгөргән шағир булып башҡорт шиғриәтенә килеүселәр күпме ул беҙҙә? Бабич иҫкә төшә. Рәшит Назаров ҡалыптар һәм ҡанундарға һыймай. Әммә уның “Уҡыу — наҙандар эше” тигән һүҙҙәре күптән билдәле. Рауил беренсе курстан уҡ ысын профессионалдарса ижад итте. “Профессионал” тигән һүҙҙең ҡәҙерен, баһаһын белеп әйтәм. Миҫалға шундай бер сағыштырыу: ҡойолған, мейестә сыныҡҡан, шунан ғына зыңлап торған кирбестәр йортҡа ярарлыҡ. Шиғырҙары шулай булды, шундайҙарҙы ғына бирҙе. Уға әҙәби алымдар, оҫталыҡтар тураһындағы китаптарҙы аҡтарып ултырыу ҙа кәрәкмәне. Жанрҙар, форма төрҙәре, нескәлектәре хаҡындағы хеҙмәттәр талант өсөн нимәгә ул?! Ул хеҙмәттәрҙе бит камил шиғырҙар, әҫәрҙәр үҙҙәре тыуҙыра. Тап бына уның “Каруанһарай” поэмаһын уҡып, беҙҙең яҙмышты мин нығыраҡ тойғанмындыр, ихтимал. Ул һарай — Башҡорт Шураһының төйәге, бөйөк Әхмәтзәки Вәлидиҙең терәге булған. Шағирҙың бүтән шиғырҙары, поэмалары буйынса ла тотош халыҡтың, милләттең яҙмышын, рухи көсөргәнешен белергә була. Фәнни һәм популяр белешмәләр ары торһон! Сәйәси заң һуғыу ҙа, публицистикаң да кәрәкмәй. Шиғри был әҫәрҙәр аҡылға, зиһенгә янып-яндырып үтеп инә. Дәртең, дарманың ҡупҡандай була. Өлгөргәнлектең сере, иртә етлегеү хикмәте торараҡ аңлашылды. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң Рауил Аҡбулаҡ педагогия училищеһында дүрт йыл уҡыған. Рухи, сәйәси һабаҡтар шунда төпләнгән. Икенсенән, яуҙа ятып ҡалған атаһы, һуғыштан һуңғы тормош, ауыр көн итмештәр... Ул йылдарҙа нужа, ҡайғы-хәсрәт бер кемде лә ситләп үтмәгән. Ауыр хеҙмәт тә. Ләкин күңеленә шиғри осҡон, һүҙ ҡеүәһе һалынған йәш кеше өсөн былар — үҙе бер мәктәп. Мең михнәттәр кискән әсәһенә табыныулы ҡәҙер-хөрмәт тә ана шунан килә. Ул, оло йөрәкле әсә, балаларын кеше итә, күңелдәренә ҡанат ҡуя. Студент саҡтарҙа бер тапҡыр Рауил менән йәрминкәгә барҙыҡ. Баҙарға инде. Баҙар ул саҡта хәҙерге Авиация университеты урынында ине. Алма һатып алып, уны шығырҙатып ашай башланым. Рауил баҫҡан ерендә ҡатып ҡалып, аптырап, күҙҙәрен миңә төбәгән. Әйтерһең, мин аҡылдан яҙған. — Нимә булды? — тип һорайым. — Һин нимә, тота килеп шулай алма ашау... Уны бит ҙур байрамдарҙа ғына ауыҙ итәләр. Күрәһең, алма менән булған ул ябай бер хәл хәтеренә шул тиклем һеңгән, әле лә иҫкә төшөргөләп ала. Һүҙҙән-һүҙ, тигәндәй, мин бәләкәй саҡтарҙа, Ҡырғыҙстанда алма ашау әллә ни улай һирәк түгел ине. Икмәк ни, алма ни. Аптырайһы юҡ. Рауил Бикбаевтың тиҫтәләгән китаптары сыҡты. Шиғриәтен әйтәм. Уларҙан “Автобиография”, “Ғүмер уртаһы” тигәндәре миңә айырыуса ҡәҙерле һәм баһалы. Тәүгеһенә ҙур ғына рецензия яҙҙым. Шағирға республика йәштәренең Ғ. Сәләм исемендәге премияһы бирелде. Икенсеһе иһә фекер сослоғо һәм тослоғо, шиғырҙар, поэмаларҙың фәлсәфи асылы менән һоҡландырҙы. Рөхсәтен алмай ғына, бер нисә шиғырын, урыҫсаға тәржемәләп, төрлө гәзиттәрҙә баҫтырҙым. Аҙаҡ Рауил Бикбаев хаҡында “Йөрәк автобиографияһы” тигән мәҡәлә яҙып, “Литературная газета”ла сығарҙым. Шағир ғүмер ҡәҙерен белә. Зиһендән, күңелдән үткәндәр ҡәҙерен. Шуға ла унда үткәндәргә, тарихыбыҙға арналған әҫәрҙәр ярайһы күп кенә. Уларҙа кисәге көн, бөгөнгөһө менән, киләсәк менән аралашып, уҡмашып, йәйәгә һалынған уҡ хәлендә йәшәй. Уҙғандар хаҡында онотһам, киләсәгемә юлдар ябыҡ, ти шағир. Шулай ҙа Рауил Бикбаев — барыһынан да элек заман шағиры, бөгөнгө тормош йырсыһы, даулы һәм ҡатмарлы хәҙерге донъябыҙ, милли рухыбыҙ рәссамы. Баштан, тәү баштан уҡ шулай булды һәм шулай ҡала. Быға тәүге “Вокзал” поэмаһы уҡ ишара ине. 1962 йылда “Ағиҙел” журналында баҫылған был әйбер — авторҙың ҙур шиғриәткә юл фатихаһы ул. Хәтеремдә, ул беҙҙе, йәштәрҙе генә түгел, күпте күргән өлкәндәрҙе лә хайран итте. “Күк көмбәҙе — башҡорт тирмәһе” тигән һүҙҙәр күңелдәргә уйылды. Шағирҙың әҙәби фекерләүе лә, тәнҡит һүҙе лә төплө башланды. Шуғалыр ҙа яҙыусыларҙың бер съезында хисап осорона башҡорт шиғриәтенә күҙәтеү яһау тап уға тапшырылды. Шул съездан һуң шәп тип йөрөтөлгән шағирҙар ғәҙел һәм тура һүҙҙәр өсөн уны оҙаҡ ваҡыт ғәфү итмәне. Улар маҡтауға, маҡталыуға ғына өйрәнеп бөткәйне. Был зәхмәт, ҡараһаң, әле лә дауам итмәйме ни? Ҡалыплашып бөткән исемдәр бар, ә есем? Ә әҫәр? Әҙәбиәткә өлөш? Асыштар? Был ҡатып ҡалғанлыҡтан, әҙәби дөйөмлөктән бөгөнгө төп көс булған, Рәми Ғариповтар мәктәбен үткән быуын, шөкөр, арындыра килә, буғай. Бында Рауил Бикбаевтың йоғонтоһо ла бар. Лирика менән пафос бергә ҡушылған “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”, “Халҡыма хат”, “Баҙар балтаһы”, шулай уҡ “Күк әрем”, “Ностальгия” һәм башҡа әҫәрҙәре менән шағир шиғриәтебеҙҙең ҙур һулышлы, киң ҡарашлы, милли традициялы тормошон юғарылыҡта тотор өсөн күп көс һалды. Тап бына бөгөнгөбөҙгә, заман талабына арналған, ил, ер, тәбиғәт хәстәре менән һуғарылған “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы һәм аҫыл шиғырҙары ингән китабы өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алды. Мин уның Бөрйәнгә сәфәрҙәрен яҡшы иҫләйем. Ҡайтҡас, күп нәмәләр хаҡында әсенеп, әрнеп һөйләне. Уларҙы ул әҫәргә мөлдөрәмә итеп һалған. Ысынлап та, гүзәл төбәктең бөгөнгө фажиғәләре трагедияға барып етте. Урман ҡырылды, ер-һыу әләф-тәләф ителде. Ә халыҡ һаман бөлгөнлөктә. Башта мин, тәбиғәтте ҡырыу, зыянлау, күңелдәр яраланыуы тураһында, моғайын, берәй әйбер, ә, бәлки, мәҡәләләр яҙыр, тип көткәйнем. Улар хаҡында тураһын әйткән өсөн баштан һыйпамайҙар ине бит. Әле лә хәҡиҡәткә юл асыҡ һәм тура түгел. Шағир иһә поэма һынлы поэма яҙҙы. Исеме лә ни тора! Ҡарамаҡҡа ябай. Ләкин ҡапыл ғына һәр кемдең башына килмәҫ. “Ағиҙел” журналында донъя күргәс, әҫәр шунда уҡ йәмәғәтселекте ылыҡтырҙы. Битараф йәндәр ҙә уның үткерлеге, тәьҫир көсө менән ирекһеҙҙән әҫәрләнгәндер, моғайын. Шиғри генә түгел, ә социаль тормошобоҙҙа көслө оран булды ул. Беҙҙең тиҫтерҙәр, ҡорҙаштар араһынан Рауил республика юғары премияһының тәүге лауреаты, тәүге халыҡ шағиры булды. Быны беҙ яҡшыға юраныҡ. Яңырышҡа, яңы ҡарашҡа, урта быуынға юл асылды! Тап шулай булды ла. Хаҡлыҡҡа тоғро булып, шуны ла әйтеп үтәйем: беҙҙең шағирҙарҙан йәш, көслө сағында, Рауил һымаҡ уҡ, тағы кем шулай арғымаҡтай көс һалып эшләне икән?! Ә бит башта йәшәү шарттары ла ауыр ине. Һуңыраҡ ҡына килде ул “күҙ өҫтөндәге ҡаш һымаҡ” булыуҙар. Әммә ул көн һайын тиерлек яңы шиғырҙар, әленән-әле поэмалар бирҙе. Етмәһә, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, ғалим булараҡ, тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр, хеҙмәттәр... Кандидатлыҡ диссертацияһы... Мәҡәләләр һәм рецензияларҙың иҫәбе юҡтыр һымаҡ. Әҙәбиәт тормошоноң һәр саҡ үҙәгендә булды, ҡайнап йәшәне. Тормошон, мөхәббәтен матур итеп алға алып барҙы. Шул саҡтарҙа уҡ элек тыйылып килгән Шәйехзада Бабич тураһында монографияға тотондо. Аҙаҡ ул уның ҙур ғилми еңеүенә әйләнде. Бабич лирикаһы, рухи бөйөклөгө, милли ҡаһарманлығы халыҡ аҡылына үтеп инде. Башҡорт шиғриәте, шағирҙарыбыҙ хаҡында китаптар... Улар Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә сыҡты. Бикбаев әҫәрҙәрен урыҫ ҡына түгел, бүтән телдәргә лә тәржемә итә башланылар. Шәп шағир Игорь Шкляревский тәржемәләре, мәҫәлән, үҙе бер күренеш ине. Ә ул әле булһа берҙән-бер, алмаштырғыһыҙ тәржемәсеһен эҙләй. Ысын асылын асып бирер тәржемәсеһен. Бөгөн Рауил Төхфәт улы — филология фәндәре докторы. Тик минең өсөн ул һәр саҡ иң тәүҙә шағир булып ҡала. Улай ғына ла түгел — ә бары шағир булып! Минең өсөн барыһынан да ҡиммәтерәге — уның шиғри һүҙе, тормош, заман, мөхәббәт, кеше күңеле тыуҙырған яңғырашлы, төплө, илһамлы һүҙе. Китапханамда уның “Ерем балҡышы” тигән китабы — иң ҡәҙерлеһе. Унда шағир бүләкләү һүҙен былай тип яҙған: “Еремдең бер балҡышы — Ғәзим дуҫыма — ихлас күңелдән”. Китаптың үҙе лә, шағирҙың ошо миңә төбәлгән һүҙе лә ҡиммәт. Ғөмүмән, беҙҙең осорҙоң арҙаҡлы шағиры Рауил Бикбаев шиғриәте — ысын мәғәнәһендә күңел күктәренең күкрәүе ул. Был күкрәү зиһенде, йөрәкте уяу тота, заман ҡоло түгел, заман улы булып йәшәргә рухландыра. (Ғәзим Шафиҡов) 1998 й.