Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Рәшит Солтангәрәев (1935-2000)

Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев 1935 йылдың 25 декабрендә Башҡортостандың Күмертау районы Таймаҫ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Үҙҙәренең ауылында урта мәктәпте тамамлағас, китапхана мөдире һәм колхозда комсомол ойошмаһы секретары була. 1953 — 1958 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. Университетты уңышлы тамамлағандан һуң 1959 — 1965 йылдарҙа республиканың радио һәм телевидение студияһында редактор булып эшләй. 1965 — 1970 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник, бүлек мөдире була.

1970 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса “Уфанефть” идаралығына эшкә китә. Аҙаҡ байтаҡ йылдар “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, ә 1978 йылдан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй. 1978 йылдан ул — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, һуңыраҡ “Ағиҙел” журналында баш редактор урынбаҫары, бүлек мөдире вазифаһын башҡара.

Ул 1973 — 1975 йылдарҙа Яҙыусылар союзының Юғары әҙәбиәт курстарында уҡыны. Айырым әҫәрҙәре рус телендә һәм туғандаш халыҡтар телендә лә баҫылды.

Р. Солтангәрәевкә нефтселәр тормошона арналған әҫәрҙәре өсөн 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия бирелде.

1971 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

ТОРМОШСАН ӘҪӘРҘӘР ҠАЛДЫРҘЫ Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев менән яҡташым, коллегам булған Рәшит ағай ни өсөндөр минең күңелдә ике кеше булып йәшәй. Береһе — танылған, инде ҙур яҙыусы дәрәжәһенә күтәрелгән бынамын тигән ижадсы, икенсеһе... мин йыш күреп йөрөгән, асылда алабарманыраҡ, гел бүтәндәргә бер аҙ һауалыраҡ ҡараған, эс-бауырға инеп хәл һорашып бармаҫ, йыш ҡына үҙенә йомолғаныраҡ шәхес. Ә әҫәрҙәрен уҡығанда, бына һиңә мә, ошо Рәшит ағай шулай елле әҫәр яҙа аламы икән ни ул, тип уйлаған саҡтарым бар. Кәмһетеп әйтеүем түгел, эске донъяһын асмай ғына ғүмер итеүсе, туҡтауһыҙ ижад эшмәкәрлеге менән йәшәүсе яҙыусының асылын аңлап бөтөүе ҡыйын барыбер, тип ғәжәпләнеүемдән һөйләйем быларҙы. Хәйер, Рәшит ағай үҙе лә минең "арыу" шиғырҙар яҙа алыуыма аптырабыраҡ ҡараны, шикелле. Шәхсиәтенә оҡшамаһа ла, Рәшит Солтангәрәев прозаһы: "Мин — Солтангәрәй!"— тип ҡысҡырып тора. Нимәһе менән ҡыҙыҡ һуң яҙыусының ижады? Тәү сиратта, һәйбәт сюжет таба белеү менән. Донъяла ҡыҙыҡ нәмәләр күп ул, ләкин әҙәбиәт үҙе — шундай сәйер сәнғәт, яҙыусы, кеше ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла яҙмаҫҡа тейешмен, тигән ҡанунға буйһонорға тейеш. Ә инде ниндәйҙер хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәһең икән, уныһы, үҙең уйлап сығарған уйҙырма булһа ла, уҡыусы алданырлыҡ булһын. Рәшит Солтангәрәев, шул рәүешле хәл-ваҡиғалар сюжетын оҫта ҡороусы булараҡ, бүтән кешеләр яҙмышында ла йә булып үткән, йә булыуы бик ихтимал булған кисерештәрҙе бәйән итә белеүе менән һоҡландыра. Әллә ниндәй туҙға яҙмаған, ҡолаҡҡа ятмаған формалар ҙа эҙләмәй ул. Сюжет та, форма ла, тел дә тәбиғи. Тел тигәндән, уҡыусыға нисектер, Р. Солтангәрәев әҫәрҙәрен уҡығанда мин таныш кеше менән һөйләшеп ултырған кеүек хис итәм үҙемде. Бөгөнгө башҡорт әҙәби теле нормаһы булып киткән көньяҡ башҡорттары диалектының тиемме, һөйләшенең тиемме, китап теле булып формалашып бөтһә лә, үҙ үҙенсәлеге, тик халыҡ һөйләшендә, тик телмәр аралашында ғына була торған сифаттары, интонация айырмалығы бар. Нәҡ ана шул интонация менән оҫта эш итә лә инде яҙыусы һәм нәҡ ана шул һөйләш телмәрен әҙәби телгә хилаф килтермәй ҡуллана белеү Рәшит Солтангәрәев прозаһын уҡымлы итә. Юғиһә, нимәһен йәшерергә, башҡорт прозаһында ғына түгел, беҙ аралашып йәшәгән урыҫ, татар прозаһында ла йыш осраҡта тәбиғи булмаған, ялтыратыу процесы үткән (полировка) йә һөҙгөс аша үткәрелеп тонйоратылған (рафинирование) телдә яҙылған әҫәрҙәр кәйефте ҡыра ла инде. Ә Солтангәрәй, яманмы-яҡшымы, асымы-татлымы, ҡалай булһа ла, — һуты һығылып уҡ тормаһа ла, ғәзиз, йәнгә яҡын, донъяны таный башлағанда уҡ ҡолаҡҡа яҡҡан, йәнгә һеңгән телгә тоғро. Сөсөләнеү ҙә, мәҡәләләр теленә йәтешләнгән термин, категориялар менән эш итеү ҙә яҙыусыға ят. Яҙыусының үҙенә генә хас алымдары күп. Әйтәйек, ул күңел кисерештәре динамикаһын ҡапылғара ҡуйыртмай ғына, яйлап үҙ ыңғайында ғына үҫтерә-үҫтерә барып, хәл-ваҡиғалар драматизмын композицион үҫеш барышында асыҡлай һәм үҙ хәлен яйлап аңларға теләгән герой күп яҡлы ситуацияларға ҡуйылып, аҡты ҡаранан айырыуға килә. "Уны Абдрахманов тиҙәр..." тигән хикәйәлә, мәҫәлән, яҙыусы Абдрахмановтың эсен өйкәгән намыҫланыуын яйлап ҡуйырта биреп тора ла, уны тик ирҙәр генә булдыра алғанса, теге хәлдәрҙе оноторлоҡ экстремаль хәлгә ҡуя һәм геройға үҙ-үҙен баһалау мөмкинлеген аса. Йәнә шуныһын да телгә алыу кәрәктер: Р.Солтангәрәев оҙон-оҙаҡ, яп-яҫы һүҙгә төшөп китеп, бер нәмәне ҡат-ҡат тылҡырға йә тәфсирләп теҙеп яҙырға яратмай. Ваҡыт, киңлек төшөнсәһен дә ул хайран дәүмәлле (объемно) һәм хайран аңлайышлы тасуирлай. "Имтихандар бөттө, диплом алдылар, мәжлес яһанылар, йыуҙылар. Иптәштәре таралышты, бысраҡ, бола бүлмәлә Рифат үҙе генә тороп ҡалды", — тип һүрәтләй яҙыусы байтаҡ ваҡыт арауығын һәм хәрәкәтте эсенә алған ваҡиғаларҙы, мәҫәлән. Яҙыусы яратып ҡулланған йәнә бер деталгә иғтибар йүнәлткем килә. Рәшит Солтангәрәев геройҙарының күңел донъяһы ярайһы ҡатмарлы, күп яҡлы, йыш ҡына эске кисерештәре икеләнеүсән була. Һәм ошо икеләнеүҙәр ваҡытында улар үҙҙәрен аҡларға ла тырыша. Кеше тәбиғәте шундай инде ул, ни өсөндөр беҙ үҙебеҙгә барыбер аяулыраҡ мөнәсәбәттә булабыҙ. Күңелгә шик-шөбһә, ғәйеп тойғолары килеп ингәндә лә, уларҙы барлағаныбыҙҙа ҡылғандарыбыҙҙы аҡлай торған, беҙҙең яҡлы булған таяныстар эҙләүсәнбеҙ. Кеше психологияһын яҡшы аңлаған ижадсы Рәшит Солтангәрәев быларҙы оҫта һүрәтләй, уның геройҙары ла хәҡиҡәткә ынтыла, һәм быны автор үҙенсәлекле аса белә. "Ғөмүмән, ирҙәрҙе, бер ҡатлы була, тиҙәр, шулайҙыр..." Кемдер берәү, кеше байыған һайын күңеле ярлылана бара, ти торғайны, дөрөҫтөр, ахырыһы..." "Үткән генә ғүмер, ҡалған хәтер миллион малдар бирһәң дә табылмай"— тип юҡҡа ғына йырламағандарҙыр". "Бер нәмә лә бушҡа бирелмәй был донъяла. Әле был да аҙағы, һуңғы хаҡы түгелдер". "Әммә, ҡатын туғаны — ҡаҙан янында, ир туғаны — ишек төбөндә, тигәне дөрөҫөрәктер, ахырыһы", — тигән икеләнеүле хәҡиҡәт-һығымталар яһата яҙыусы Рифат исемле бер геройынан. Рәшит Солтангәрәев прозаһы уҡыусыға таныш булған мөхит кешеләре, уҡыусыға таныш мәшәҡәттәр, уға билдәле уй-кисерештәр солғанышында йәшәй. Шаҡ ҡатырғыс эпитеттар менән дә эш итмәй яҙыусы, ҡәҙимгесә генә, сабыр ғына тасуир итә. Ҡыйынлыҡтарҙан фажиғә яһамай. Мөхәббәт, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәре лә ябай һәм баҫалҡы. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышын, уның кисерештәрен дә һәүетемсә генә һүрәтләй. Тик шулай ҙа ир-аттың холоҡ-фиғеле уңышлыраҡ килеп сыға, шикелле, яҙыусы ижадында. Ҡатын-ҡыҙҙы әллә бик әҙәмгә һанап бөтмәй автор, әллә бер яҡлыраҡ ҡабул итә: ҡалай булғанда ла бер төрлө аяуһыҙыраҡ, ир-аттың ҡәҙерен белергә тейеш булып та, үҙ һүҙлерәк ҡылыҡлығы арҡаһында йәтеш кенә булырға тейешле (ир-ат күҙлегенән) тормош ағышына уңайһыҙлыҡ тыуҙырыусаныраҡ итеп сағылдырыла ул. Гел түгел, әлбиттә — күп осраҡта. Рәшит Солтангәрәевтың йәнә бер ижади эшмәкәрлеге — журналислыҡ, публицистик мәҡәләләр яҙа белеү оҫталығы һоҡландыра мине. Ғөмүмән, публицистика — яҙыусының уй-фекер кимәлен, йәшәү ҡиблаһын сағылдырыусы үҙенсәлекле жанр ул. Етди проблемалар күтәреп сығып, публицистик мәҡәләләр яҙа белмәгән яҙыусыға мин шикләнеп ҡарайым. Әйтер һүҙе юҡмы икән ни яҙыусының, йәнен көйҙөргән, күңелен һыҙлатҡан проблемаларға мөнәсәбәтен белдерерлек дарманы самалы булғас, нисек яҙыусы исемен күтәрергә баҙнат итә икән, тип уйлайым. Тиҫтәнән ашыу "Ағиҙел" журналының нәҡ ошо публицистика бүлегендә мөхәррир булыуым кемдең кем, нимәгә һәләтле икәнен асыҡлау мөмкинлеген бирҙе инде күптән. Бар ул үҙҙәрен публицист тип һанағандар ҙа. Яҙмалары, уҡыусыға күберәк мәғлүмәт биреүҙән былай, үҙ шәхесен аңлатыуға ҡайтып ҡала. Р. Солтангәрәевтың публицистик мәҡәләләре йә хис-тойғолар, йә уй-фекерҙәр теҙмәһе булыуҙан алыҫ, яҙыусы һәр мәҡәләһен әҙәбиәттең төп ҡануны булған төшөнсә-талаптарға буйһондора. Уларҙың һәр береһенең үҙ сюжеты, үҙ формаһы, стиле һәм, иң мөһиме, һәр яҡлап күҙҙән үткәрелгән, әҙәбиәт ҡанундары талап иткәнсә, тамамланған образдары бар. Был ауыр жанр. Бында фантазия ярҙамсы түгел, конкрет кешене, билдәле шәхесте уйлап сығарылған ситуацияларға ҡуйып, характерын асып булмай. Булған, билдәле хәл-ваҡиғалар аша художестволылыҡҡа өлгәшеү зарур. Һәм яҙыусы ошо талапҡа ғәжәйеп маһирлыҡ менән буйһона, тормош материалын да, жанр ҡанунын да үҙенә буйһондора белде. Алдараҡ әйтә биреп ҡуйғайным инде, Рәшит ағай тормошта, хатта хәбәр һөйләшкәндә күп саҡ тарҡау һөйләште. Иғтибарһыҙ тыңлай, ҡай саҡта шулай булғаны өсөн хәтер ҙә ҡалып ҡуя ине. Әммә әҫәрҙәрен, бигерәк тә публицистик мәҡәләләрен уҡығанда, һәр деталде ентекле файҙаланып, шуны йәтеш кенә ҡулланыуына ғәжәп итәһең. Аралашҡанда әңгәмәләшенән сөй эҙләп, тиҙ генә мәрәкә сығарып ҡуйыусан Рәшит Солтангәрәевтың мәҙәксе, анекдот оҫтаһы икәнен яҡшы белә ҡәләмдәштәре. Ошо маһирлығында ла ул кешенең төп асылын ярып һалған иң характерлы деталь менән иҫбатлай ҙа ҡуя. “Йәшәй-йәшәй ике нәмәгә инандым, — тип яҙа “Оҙон юлдың туҙаны” тип аталған һайланма әҫәрҙәре йыйынтығының баш һүҙендә Рәшит Ғимран улы, берҙән, яҙыусы иң элек үҙ халҡы тураһында һәм үҙ халҡы өсөн яҙырға тейеш. Сәйерерәк ишетеләме? Был — хәҡиҡәт, тиерҙәр. Беләм, бөтә ил, хатта донъя уҡыусыһына иҫәп тотоп эш итеүселәр ҙә юҡ түгел... Шулай ҙа яҙыусы, бигерәк тә аҙ һанлы милләттәрҙең яҙыусыһы, иң элек үҙ халҡы, үҙ халҡының рухын, көсөн нығытыр өсөн яҙырға тейеш. Икенсеһе. Әҫәр бөгөнгөгә ҡарағанда ла иртәгәһенә иҫәп ителергә тейеш. Халҡың бөгөн генә түгел, иртәгәһен дә, унан ары ла, ғөмүмән, ғүмер буйы уҡырлыҡ, шунан зауыҡ, ләззәт алырлыҡ булһын ине. Бөгөнгөгә иҫәпләнгән икән, иртәгәһенә онотолоп, китабың бер кәрәкмәгән йөк булып ятыуы ғына ихтимал”. Рәшит Солтангәрәев үҙ-үҙенә талапсан яҙыусы, бүтәндәр өсөн талапсан мөхәррир булды. Күп йылдар “Ағиҙел” журналында эшләне. Байтаҡ ваҡыт, Башҡортостан Яҙыусылар союзында йәштәр менән эшләү комиссияһы рәйесе булараҡ, республикабыҙ төбәктәрендә йәшәүсе йәш ижадсыларҙы ойоштороу, уларға ярҙам итеү менән мәшғүл булды. Өфөнән ситтәге әҙәби берекмәләрҙә айырыуса йәнлелек бар ине ул заман. Рәшит ағай, йыбанмай, әле бер район, ҡалала, әле икенсеһендә йөрөп ятыр ине, секциялар ултырыштарында ҡатнашып кәңәштәрен әйтер, республика кимәлендәге ижади йәштәр конференциялары уҙғарыуҙы ойошторор ине. Нисә йәш ҡәләмдәшен әҙәбиәт иленә етәкләп килтерҙе икән ул? Ә улары, яҙыусылыҡ ҡорона ингәс, талапсан ярҙамсыларын онотманымы икән? Хәйер, белекһеҙҙәре белмәйҙер. Ашаған белмәһә лә, тураған белә ул. Рәшит Солтангәрәев уларға барыбер “минекеләр” тип ҡараны. Бер саҡ уйынлы-ысынлы: “Минең йәш яҙыусыларым олатай-өләсәй булып бөтөп бара”, — тигәйне әҙип. Әйткәнемсә, беҙ уның менән бер редакцияла эшләнек. Журналда бөтә бүлектәрҙә лә эш етерлек. Рәшит ағай етәкләгән проза бүлеге айырыуса яуаплы урын. Мин уны ҡай саҡта йәлләп тә ҡуям инем: нисәмә-нисә роман уҡып сыға ул бер йыл эсендә генә. Уҡып сыға, авторға төҙәтмәләр эшләргә булышлыҡ итә. ... Яҡташым, өлкән ағай күргән ҡәләмдәшем Рәшит Солтангәрәев минең күңелемдә ике һында йәшәй. Береһе — яҙыусы, яратып уҡыған әҫәрҙәрҙең авторы, икенсеһе — сәйерерәк, тәкәбберерәк, ҡырыҫыраҡ холоҡло егәрле хеҙмәттәш. Икеһе ике кеше кеүегерәк тә булып китә. Әммә икеһен дә “Солтангәрәй тиҙәр уның”, икеһе лә шәхес, икеһе лә ябай ғына түгел. Ғәҙәттә, яҙыусы хаҡында яҙылған мәҡәләләрҙә уның ижад юлына байҡау яһалып, күренекле әҫәрҙәренә анализ эшләнә. Мин иһә прозаик та, тәнҡитсе лә түгел, шуға күрә үҙем аңлап белгән Рәшит Солтангәрәев хаҡында һөйләгем килде һеҙгә. Ә ҡалыплашҡан мәғлүмәт тасуирына килгәндә... Солтангәрәйҙе кем белмәй: Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында тыуған, БДУ-ла уҡыған, Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлаған, журналист, өҙлөкһөҙ ижад тормошо менән йәшәне. 1999 йылдың декабрендә “Ағиҙел” журналы редакцияһында беҙ эшләп ултырған бүлмәлә бәхәс сыҡты: XXI быуат 2000 йылдың 1 ғинуарынан башланамы, юҡмы? Рәшит ағай, проза бүлеге мөхәррире, эйе, башлана, тип еңеште. Төрлөсә дәлилләп ҡарайым: 2000 йылдың башы ғына була бит 1 ғинуар, йыл тамамланмай тороп, йыл башланмай, тимәк, быуат та. Һуңыраҡ беҙҙеке кеүек фекер алышыу матбуғат биттәрендә лә күренә башланы һәм, әлбиттә, XXI быуаттың 2001 йылдың 1 ғинуарынан башланыуы иҫбат ителде. Үкенесле, Рәшит ағай яңы быуатҡа аяҡ баҫа алманы. Яңы йылға етәрәк ул йәнә бер күңелһеҙ һүҙ әйтеп ҡуйҙы: “2000 йылды күрһәм, үлһәм дә үкенмәм, тип уйлай инем”. “...Тәүбә, тиң, Алланың “амин” тигән сәғәтенә тура килмәһен”, — тип шөбһәләнеп ҡуйғайным мин. Хоҙай Тәғәлә уйҙы бойомға ашыра ла ҡуя, тигәндәре ысынмы икән әллә? Их, китте лә барҙы шул Рәшит ағайыбыҙ. Шаян һүҙ оҫтаһы Рәшит Солтангәрәев юморҙы яратты. Замандаштары хаҡында ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ анекдоттар сығарыр ине. Анекдоттары ла уның таланты хаҡында һөйләп тора: ҡыҫҡа ғына ләҡапҡа кешенең характерын һыйҙыра ла ҡуя. Аралашып йөрөгән кешеләр хаҡында булғас, беҙгә бигерәк тә ҡыҙыҡ, “Ағиҙел” журналында донъя күргәнгә тиклем улар арабыҙҙа йөрөнө. Бер саҡ Башҡортостан яҙыусылары съезы барышында, тауыш иҫәбен һанау комиссияһының эше оҙаҡҡа һуҙылғас, трибунаға сығып баҫты ла сәғәт тирәһе шул ләҡаптарын һөйләп күңелебеҙҙе күтәрҙе. Геройҙары ла шунда ултыра, береһе лә үсекмәне. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан бер минең хаҡта ғына анекдот сығарҙы ул. Үпкәләмәнем. Их, иртәрәк китеп барҙы Рәшит ағай. Уның ҡартайған бабай ҡиәфәтендә йөрөрөн күҙ алдына килтереүе ҡыйын ине, әлбиттә. Егетлек бар ине холоҡ-фиғелендә. Ваҡланманы, ығы-зығыға бирелмәне, хәл-ваҡиғаларға ирҙәрсә баһа бирә белде. “Һеҙҙең ауылда тиҙәк һуғалар инеме?” — тип һорай ҡуйҙы ул бер саҡ минән. “Юҡсы, беҙҙә урман өҫкә ишелеп бара бит ул...” Ғәжәп итте, Көйөргәҙелә лә ундай ауыл бармы икән ни, йәнәһе. Берәр форсат төшһә, алып ҡайтып күрһәтермен Кинйәбайҙы, тигән ниәтем бар ине, өлгөрмәнем. Инәлеп йөрөгөм килмәгәндән, фатирҙы үҙ көсөм менән һатып алғайным. “Егеттәрҙән уҙҙырҙың, һылыу. Уның ҡарауы, башың юғары”, — тип тә ҡыуанғайны, шуны күрһәтеп тә өлгөрмәнем бит, исмаһам. Ваҡыт еткерә алмаған булдым, ғүмер бар кеүек күренде. Һуңғы йылдарҙа байтаҡ дуҫтарынан, яҡындарынан күңеле ҡайтҡайны Рәшит ағайҙың. Эстән генә һыҙылыр, һирәкләп эс серен сисер ине. Рәшит ағайҙың юҡлығына һис ышанғы килмәй. Бына-бына ишек асылыр ҙа, ҡалын романдың ҡулъяҙмаһы һалынған ҙур портфелен кәүҙәһенән саҡ ҡына алдараҡ тотоп, килеп инер, төптәге өҫтәл артына ултырып, ҡағыҙҙарын болартып һалыр кеүек. Телефонға үрелер, кемделер мәрәкәләр, туғандарының хәлен белешер, кәңәштәрен әйтер һәм эшкә сумыр төҫлө. Эше әҙерәк булһа, һәммәбеҙҙе лә ауыҙына ҡаратып гәп һатыр, күргән-кисергәндәрен бәйән итер, ижади пландары менән уртаҡлашыр һымаҡ. Вафатынан бер аҙна элек кенә кемдеңдер телефонын һорап өйгә шылтыратты ағай: — Нишләп ултыраһың? — Телевизор ҡарайым... — Аһа, кеше телевизор ҡарап ваҡыт әрәм итәме ни? Яҙышмайһыңмы ни? — Эй, арыным әле. Туҡтаным. Кемгә кәрәк ул беҙ яҙғандар... — Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә бына ярты йыл инде әҙәби әҫәр яҙмайым. Баш ауырта, күҙ һыҙлай... Шул ярты йыл яҙыша алмағаны өсөн үҙен ғәйепле кеүек күреүе һиҙелеп ҡалды, минең дә өҫтәл артында ултырмауым, шуға бик ҡайғырмауым уның халәтен дә аҡлаған кеүек итте. Ә бит яҙыусылыҡ билетын кеҫәһенә һалып, йылдар буйы тик йөрөгәндәр ҙә бар... Ә Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев ерҙәге бурысын теүәл үтәп китте: китаптар яҙҙы, ул, ҡыҙ үҫтерҙе, ейәндәрен яратты, туғандарына таяныс булды... Башҡорт әҙәбиәтендә Рәшит Солтангәрәев кеүек прозаик әлегә икәү-өсәү генә. Алдағыһы — Алла ҡулында. “Әсәйем мәрхүмә “былай ҙа ҡаты ауырыу була икән” тип зарланып ятты. Еңгәгеҙҙән ҡалмаһам, кеше көнлө булып ятмай, ҡапыл ғына китеп барһам ярар ине”, — тигән булыр ине Рәшит ағай. Теләге ҡабул булды.Ҡалғаны — Хоҙай хөкөмөндә. (Тамара Ғәниева) 2005 й.