Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Рәшит Низамов (1935)

Рәшит Зияфутдин улы Низамов 1935 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңгар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тәүҙә ул үҙҙәренең ауылы мәктәбендә уҡый. 1953 йылда Өфөләге 9-сы һанлы интернат мәктәбен тамамлай. 1953 —1958 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый.

Университетты тамамлағандан һуң Рәшит Низамов “Ленинсы” гәзитендә эшкә ҡалдырыла. 1967 йылға тиклем өлкән тәржемәсе, махсус хәбәрсе булып эшләй.

1967 — 1978 йылдарҙа — “Башҡортостан пионеры” гәзитендә фән, техника һәм спорт бүлеге мөдире, 1978 йылдан алып “Совет Башҡортостаны” гәзитендә тәржемә бүлеге мөдире булып эшләй. Артабан “Агитатор блокноты” журналында тәржемәсе вазифаһын башҡара. Хәҙер ул ун йылдан артыҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзында өлкән әҙәби консультант вазифаһын башҡара.

Рәшит Низамов балалар, үҫмерҙәр өсөн байтаҡ китаптар бүләк итте. Тәүге “Төйлөгән тибә алманы” хикәйәһе 1964 йылда “Ленинсы” гәзитендә баҫылып сығыу менән, уҡыусылар иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Бынан һуң ул “Ысыҡ ярыусылар”, “Күршеләр”, “Аманат ҡылысы” кеүек повестарын ижад итә.

Тәүге “Ышаныс” тигән китабы 1971 йылда баҫыла. “Ысыҡ ярыусылар” тигән икенсе китабы 1974 йылда баҫылып сыға.

Рәшит Низамов шулай уҡ “Разведчиктар” (1978), “Исемең — минең йырҙарымда” (1982), “Танып ҡыҙы” (2003) һ.б. китаптарын ижад итә.

Журналистика һәм әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

1981 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.