Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Рәшит Ниғмәти (1909-1959)

Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) 1909 йылдың 9 февралендә хәҙерге Куйбышев өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында донъяға килә. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге етем балалар мәктәбенә уҡырға инә. 1931 йылда Өфө рабфагын тамамлағас, Р. Ниғмәти Туймазы районы гәзитендә эшләй. 1934 — 1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфөгә күсеп, республика гәзиттәрендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.

Рәшит Ниғмәтиҙең беренсе шиғырҙары 1926 йылда “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәрендә баҫыла. 1933 йылда шағирҙың “Кереш” тигән тәүге шиғырҙар китабы сыға. Шул йылда баҫылған “Баҫыу хөкөмө” поэмаһы менән ул үҙен әҙәбиәттә нығыраҡ танытты. Утыҙынсы йылдарҙа яҙыусының “Мин постамын”, “Хат”, “Кавказ”, “Тимер юл”, “Байраҡ тураһында поэма” кеүек әҫәрҙәре башҡорт поэзияһында тыуған илгә, халыҡҡа оло һөйөү тойғоларын һүрәтләндергән иң яҡшы өлгөләр булды.

Публицистик лирика, героик эпос Рәшит Ниғмәти поэзияһының иң көслө сифаттарынан береһе булып әүерелә. Ул поэзияның идея-художество юғарылығына ирешеүҙә шағир В. Маяковскийҙан бик ныҡ өйрәнә. Был хаҡта башҡорт шағиры “Ҡыҙыма хаттар” шиғырында, “Маяковский миңә маяҡ булды, ә мин барам ана шул юлдан”, тип хаҡлы әйтте.

Рәшит Ниғмәти 1939 йылда иң популяр әҫәрҙәренән һаналған “Йәмле Ағиҙел буйҙары” тигән лиро-эпик поэмаһын ижад итте. Автор был поэмаһында башҡорт халҡының үткән героик тарихын, бөгөнгө тормошон тасуирлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р. Ниғмәти ижады айырыуса әүҙемләшә һәм яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Уның “Тыуған илем өсөн”, “Әсә һүҙе”, “Үс ал, патриот!” шиғырҙары, “Үлтер, улым, фашисты!”, “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмалары башҡорт шиғриәтенең алтын фондына инде.

Һуғыштан һуң Р. Ниғмәти “Большевик”, “Осҡондан ялҡын”, “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаларын ижад итте.

Р. Ниғмәти сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы. Уның “Врач Ғимранов”, “Ағиҙел ярында”, “Урман шаулай” һ.б. пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Яҙыусы тәржемә эше менән дә сығыш яһаны.

Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Р. Ниғмәти Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланды. 1959 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.

1938 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

АЙБАРЛЫ ИЖАДСЫ, ЫСЫН ВАТАНСЫ РӘШИТ НИҒМӘТИ Мин постамын, Ватан! Фронттарыңдың Ҡайһы флангыһына ҡуйһаң да, — Йөрәгеңә атҡан дошман уғын Тәнем ҡаплар минең, уҙғармаҫ! Бына ошо шиғри юлдарҙың авторы ялҡынлы йырсы, ысын Ватансы Рәшит Ниғмәти һоҡланғыс кеше, оло талант эйәһе ине. Баш ҡалабыҙ Өфөлә бына тигән күркәм йорттар күп, изгелекле йорттар күп. Ана шулар араһында минең өсөн иң ҡәҙерлеләренең береһе — Рәшит Ниғмәти йәшәгән йорт. Заманында был йортта мин йыш ҡына була торғайным. Сәғәттәр буйына оло әҙип менән һөйләшеп ултырғаным бар. Рәшит ағайҙың үҙ ауыҙынан өр-яңы шиғырҙарын ишеткәнем бар. Үҙәктәргә үтеп инерлек итеп өҙҙөрөп йырлағанын тыңлағаным бар. Әйткәндәй, Рәшит ағайҙың хәләл ефете Сания апай ҙа бик матур йырлай торғайны. Ҡасандыр атаҡлы шағирыбыҙ Рәшит Ниғмәти ғүмер иткән таныш йорт һаман да күңелде тартып тора. Ошо йорт эргәһенән уҙған һайын йөрәккәйем үрһәләнеп, уйҡайҙарым уйыла. Йылдар буйына һағынғанымды белеп, минең ҡаршыма Рәшит ағай Ниғмәти үҙе килеп сығыр кеүек тойола. Шомло яу заманында Урал аръяғында Темәс балалар йортонда тәрбиәләнгән сағымда уҡ мин Рәшит Ниғмәтиҙең айырым шиғырҙарын яҡшы белә инем. Бер көндө иһә шағирҙың йоҡа ғына тышлы китабы ҡулыма килеп эләкте. Был китапты бер һыуһында уҡып сыҡтым. Уҡылған биттәрҙе йәнә ҡат-ҡат аҡтарҙым. Унан шағирҙың һүрәтенә оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙым. Тап ошо мәлдә тәрбиәсе Ғәлиә Маннанова апай эргәмә килде. Тәүҙә ул саҡ ҡына уйланып торҙо ла йылмайып: — Был шағир ағайыңды ысынлап таныйһыңмы әллә? — тип өндәште. — Шиғырҙарын оҡшаттым да шуға күрә һүрәтенә лә ҡыҙыҡһынып ҡарайым, — тинем мин. Тәрбиәсе апай, һүҙҙәремде ҡеүәтләгәндәй, башын ҡағып: “Һин, туғаным, ентекләберәк баҡ әле. Ана, күҙ ҡарашынан уҡ күңел нурҙары балҡып тора, шундай ихлас та, шундай яғымлы ла”, — тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы. Был әңгәмәнән һуң нисә ҡабат миҙгелдәр алышынды. Яҙмыш юлдары мине Өфөгә алып килде. Башҡорт дәүләт педагогия институтының студенты булып киттем. Шул ваҡыттан башлап минең алдымда өр-яңы мөғжизәле донъя асылды. Институтта абруйлы уҡытыусыларҙың дәрестәрен тыңлау, белемгә ынтылған йәштәр менән аралашыу, әҙәби түңәрәктәрҙә ҡатнашыу зиһенемә яҡты нур өҫтәне. Көтөп алынған әҙәби кисәләр, күңелле осрашыуҙар йәнемә зауыҡ биреп, хыялдарымды ҡанатландырҙы. Әллә тиле йәшлек, әллә дәртле йөрәк ҡушыуы буйынса, ҡулым ҡәләмгә үрелде, күңелемдең тәүге хистәре дәфтәр биттәренә шиғыр юлдары булып теҙелде. Ләкин өйрәнсек шиғырҙарымды берәүгә лә күрһәтмәнем. Йәшеренеп кенә яҙҙым да яҙҙым. Ә шулай ҙа Рәшит ағайҙы ҡасан да булһа бер күрәсәкмен тигән теләк менән йәшәнем. Ләкин уны институтта осратманым. Күк үләндәр әле генә морон төрткән бер мәл ине. Республика китапханаһында булдым да дөйөм ятаҡҡа табан юл тоттом. Ошо ваҡыт ҡала урамы буйлап ашыҡмай ғына атлап барған бер кеше иғтибарымды йәлеп итте. Ул һирәк-һаяҡ ҡына тирә-яғын байҡап ала. Ҡараштары уйсан да, ғорур ҙа. Кейеме лә буйсан һынына килешеп тора. Юлда осраған күптәр — олпат ағайҙар ҙа, һөйөклө апайҙар ҙа, йәштәр ҙә уға сәләм биреп уҙа. Миңә ул танышым һымаҡ тойолдо, хатта сырайын да төҫмөрләйем шикелле. Мәгәр кем икәнен генә белеп бөтмәйем. Ныҡлап уйлана торғас, ысынлап та таныным. Темәс балалар йортонда тәрбиәләнгән сағымда уҡ әле, әҫәрҙәрен уҡып, китабының тәүге битендәге һүрәтенә мөкиббән китеп ҡарап ултырғайным да баһа. Ә бөгөн килеп шағирҙың үҙен осратыу ниндәй һөйөнөс!” Атаҡлы шағир Рәшит Ниғмәтиҙе мин үҙ күҙҙәрем менән күрҙем!” — тип ярһып ҡысҡырғым килде. Әммә тыйылып ҡалдым. Шағирҙы ситтән күҙәтә-күҙәтә, өнһөҙ-тынһыҙ ғына ул атлап киткән яҡҡа юҫыҡланым. Бына ул ҡала баҡсаһына килеп инде. Япа-яңғыҙ ғына тын һуҡмаҡтар буйлап йөрөнө. Аҙаҡ бер яҡ ситтәрәк торған эскәмйәгә барып ултырҙы. Тамам тулышып, бына-бына шартлап ярылырға торған ағас бөрөләренә үрелеп ҡараны ла ниндәйҙер уйға сумды. Үҙе ирендәрен ҡыбырлатып нимәлер өндәшкәндәй булды. Бәлки ошо мәлдә уның күңелендә яҙғы хистәр бөрөләнеп, өр-яңы шиғыр яралғандыр... Бер килке ваҡыт уҙғас, ул йәһәт кенә урынынан торҙо ла баҡсанан сығып китте. Ә мин болоҡһоп ҡына ҡапҡа төбөндә тороп ҡалдым. Был мәл ниндәй тойғолар кисергәнемде шағир һиҙмәне лә, мине күрмәне лә. Әммә мин, ҡәҙерле хазина тапҡандай, ятағыма ҡоштай атылып ҡайтып индем. Ҡайтып индем дә ятаҡтағы иптәштәремә шағир Рәшит Ниғмәтиҙе үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр күреүем хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙем. Студент саҡтарҙа, шулай уҡ редакцияла эшләй башлаған осорҙа яҙылған шиғырҙарымды бергә туплап, ҡулъяҙмамды Башҡортостан китап нәшриәтенә илтеп тапшырҙым. 1954 йылда “Йәшлек йыры” исемле тәүге йыйынтығым донъя күрҙе. Китабым баҫылып сыҡҡас, ҡыуанысымдан түбәм күккә тейгәндәй булды. Ләкин ҡапыл ғына күңелемде ниндәйҙер борсолоу тойғолары биләп алды. Ошо мәлдә, әйтерһең дә, йөҙәрләгән талапсан уҡыусыларҙың үткер ҡараштары миңә төбәлгәндәй тойолдо. Ысынлап та, китабым уҡыусыларға оҡшармы, юҡмы? Ошондай хәүефле уйҙар менән көн артынан көндәр үтте. Ә бер ваҡыт, редакция йомошон үтәп, сәфәрҙән ҡайтышлай Өфө вокзалында бер танышым тап булды. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан уҡ ул: — Һинең хаҡта яҙғандар бит, — тип өндәште миңә. Йөрәгем “жыу” итеп китте. — Аңлатыбыраҡ һөйлә әле? — тип һораулы ҡараш ташланым мин уға. — “Совет Башҡортостаны” гәзитенең бөгөнгө һанын ҡараһаң, төшөнөрһөң, — тине ул көлөмһөрәп. Күҙ асып күҙ йомған арала вокзалдағы киоск эргәһенә килдем. Үкенескә ҡаршы, ябыҡ икән. Йүгерә-атлай ҡайтып, “Совет Башҡортостаны” гәзитен ҡарарға тотондом. Баяғы танышымдың һүҙҙәре дөрөҫ икән. Гәзиттә минең хаҡта мәҡәлә бар. Уны Рәшит Ниғмәти яҙған. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайынса уҡый башланым. Ниндәйҙер шомланыу ҡатыш уҡығанғамы, маңлайымдан бөрсөк-бөрсөк тирҙәр атылып сыҡты. Мәҡәләнең аҙағына еткәс кенә һулыштарым иркенәйеп китте. “Шуныһы шатлыҡлы: китапты йылы бер тулҡынланыу менән ябаһың һәм башҡорт совет поэзияһы отрядының сафына яңы бер лайыҡлы һалдат килде, тип ышанғы килә”. Оло әҙиптең минең иң тәүге йыйынтығыма ҡарата яҙған мәҡәләһе бына ошондай юлдар менән тамамланғайны. Ә инде 1956 йылда “Тыуған Ер” исемле китабым донъя күргәс, ул “Советская Башкирия” гәзитенә яҙып сыҡты. Был мәҡәләләр икеһе лә аҙаҡ Рәшит Ниғмәтиҙең “Һайланма әҫәрҙәр”енең өсөнсө томына индерелде. “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында эшләү дәүерендә Рәшит ағай менән йышыраҡ аралаша башланым. Тора-бара шағирға ныҡ эҫендем. Рәшит Ниғмәти кеүек үтә кешелекле, үтә изгелекле әҙәмдәр һирәк тыуалыр был фани донъяға! Һөйөклө ҡыҙҙары Флорида менән Лариса өсөн, улы Нур өсөн Рәшит ағай бөтә ғүмере буйына йән атып йәшәне. Ғүмер юлдашы, балаларының ғәзиз әсәһе Сания апайға ул бик тә илтифатлы, бик тә ихтирамлы булды. Туғандарына, бауырҙаштарына, ырыуҙаштарына мөмкин хәтлем яҡшылыҡ эшләргә тырышты. Күҙ нурҙарын утлы яу яландарында ҡалдырған яугир шағир Батыр Вәлидкә бигерәк тә иғтибарлы булды, уға дуҫтарса ярҙам ҡулын һуҙҙы. Тормоштоң ауырлығын, әсе ғазаптарын ифрат күп татыған ҡаһарман яҙыусыбыҙ Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романын донъяға сығарыу өсөн Рәшит Ниғмәтиҙең ни тиклем күп көс һалғанын, ни тиклем йөрәк майҡайҙарын һыҙлатҡанын өлкән быуын яҙыусылары ла, шул осорҙағы нәшриәт мөхәррирҙәре лә яҡшы хәтерләйҙер, моғайын. “Үҙем яу ҡырҙарында йөрөгән заманда ла минең әҫәрҙәрем өлкә гәзиттәрендә, журналдарында баҫыла ине. 1944 йылда Рәшит Ниғмәти шул шиғырҙарҙы йыйып алып Башҡортостан китап нәшриәтенә тапшырып “Окоптар төбөнән” исемле китабымды сығарғайны”, — тип яҙҙы күренекле шағир Тимер Арслан үҙенең бер мәҡәләһендә. Шул да мәғлүм булһын, Рәшит Ниғмәти фронтовик шағирҙар Яҡуп Ҡолмой, Мәлих Харистың йыйынтыҡтарын редакторлап баҫтырып сығарыуға ла күп көс һалды. Был йыйынтыҡтар 1944 йылда донъя күрҙе. Рәшит Ниғмәтиҙең яу ҡырында йөрөгән яугир шағирҙарға, ҡәләмдәштәренә, милләттәштәренә эшләгән изгелектәрен һанап та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Саҡ ҡына сигенеү яһап, Рәшит Ниғмәти йәшәгән осорҙағы арҙаҡлы уҙамандар тураһында ла бер кәлимә һүҙ әйтәһе килә. Мин өлкән быуын яҙыусылары менән бик һәйбәт мөнәсәбәттә булдым, улар менән аралашып йәшәнем, абруйлы ҡәләмдәштәремдән күп нәмәгә өйрәндем. Баязит Бикбай, Сәйфи Кудаш, Зәйнәб Биишева, Сәләх Кулибай, Батыр Вәлид, Ғәли Ибраһимов, Хәким Ғиләжев, Зөлфәр Хисмәтуллин, Ғилемдар Рамазанов, Мөхөтдин Тажи, Нәжиб Иҙелбай кеүек әҙиптәргә ифрат хөрмәтем ҙур. Ә инде Рәшит Ниғмәти минең өсөн бер туған ағайымдай ғәзиз дә, мәрхәмәтле лә булды. Һөйөнөсөмдө лә, көйөнөсөмдө лә һәр ваҡыт уның менән уртаҡлаштым. Ижад юлында Рәшит Ниғмәти мине вайымһыҙлыҡтан, ғәмһеҙлектән ҡурсыны, яҙмышыма бәлә янағанда ҡалҡан һымаҡ һаҡланы. Ғаиләмә ҡарата ла туғандарса бик ихлас булды. Абруйлы уҡытыусым, ныҡлы таянысым, бөйөк остаҙым ул Рәшит ағай Ниғмәти. Үҙ ғүмеремдә нахағын да, хағын да күп ишеттем мин. Ә бит тәнҡит һәр ваҡыт ғәҙел булырға тейеш. Әммә заманында минең ижадыма ҡарата тәнҡит бер яҡлыраҡ булды шул. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти был хаҡта әсенеп, мине йөрәк пәрәһен йәрәхәтләгән һәр төрлө сәнскеле һүҙҙәрҙән ҡурсып, республика матбуғатында бер түгел, ике тапҡыр сығыш яһаны. Хатта ул: “Бер ҙә эшең булмаһа, тот та Игебаевты әрлә!” — тип “Һәнәк” журналына ла яҙып сыҡты. Һүҙегеҙ хаҡ икән, осҡон сәсеп, Дөрләтер ул минең сәмемде, Әммә, тәнҡитселәр, нахаҡҡа һеҙ, Зинһар, ҡыйнамағыҙ йәнемде! — тигән шиғри юлдар ҙа ижад иттем мин бер ваҡыт йөрәгем әрнеп. Кеше бәғерен ҡанһыратҡан, кеше йәнен яралаған тәнҡиткә тешем-тырнағым менән ҡаршы мин. Рәшит ағайҙың үҙ-үҙенә мөрхәтһенеп, ҡәнәғәтләнеп, ләззәтләнеп йөрөгән сағын хәтерләмәйем. Ул һәр ваҡыт йөрәкһеп, сәмләнеп яҙҙы. Жанр һәм шиғри формаларҙың йомартлығы тиһеңме, теленең ябайлығы, халыҡсанлығы тиһеңме, поэтик образдарының һәлмәклеге, төрлөлөгө тиһеңме — көллөһө лә бар уның ижадында. Рәшит Ниғмәти — күңелемә, рухыма бик яҡын зат. Торғаны тылсымлы тау кеүек ул, илаһи бер йырлы тау кеүек. Рәшит Ниғмәти 1940 — 1950 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә иң сағыу, иң аһәңле, иң йәйғорло эҙ ҡалдырған әҙип! Дәһшәтле яу осоронда шағирҙың әҫәрҙәре ҡала һәм ауыл клубтарында, мәктәп сәхнәләрендә, мәҙәниәт һарайҙарында ла ифрат йыш яңғыраны. “Үлтер, улым, фашисты!”, “Һинең кәләшеңдең хаттары” кеүек дастандары һалҡын окоптарҙа ла, ялға тынған минуттарҙа ла, атакаға барғанда ла башҡорт яугирҙары менән бергә булды, ялҡынлы шиғырҙары фронт хаттарына күсте. Шуны ла әйтеп үтәйем әле: Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Бәҙәр апай Йосопова дәһшәтле яу осоронда, йәғни, 1942 йылдың көҙөндә, бер төркөм иптәштәре менән хөкүмәт делегацияһы составында 112-се Башҡорт атлылары дивизияһында була. Унда ул ғәзиз йәндәрен дә аямайынса Ватаныбыҙҙы яуыз дошмандарҙан һаҡлап ҡыйыу көрәшкән һалдаттар менән күҙмә-күҙ осраша, улар алдында ялҡынлы сығыштар яһай. Бәҙәр апай Йосопова үҙенең һәр бер сығышын мәшһүр шағирыбыҙ Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты” тигән атаҡлы поэмаһы менән тамамлай. Был турала ҡаһарман яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабир ағай Ҡадыров бына нисек яҙа: “Аҡланды уратып баҫҡан һуғышсыларҙың йөҙҙәре ҡырыҫланды, ҡулдары автоматты ҡыҫып тотто. Актрисаның тулҡынландырғыс матур тауышы йөрәктәрҙең иң нескә ҡылдарын сиртә, поэманың ҡеүәтле, тәьҫирле юлдары уларҙың һәр береһенә айырым төбәп әйтелгән кеүек тойола: Дошман килһә, ерҙәреңде тартып алыр, Тауҙарыңа, һыуҙарыңа бығау һалыр. Илең бөтөр, иркең бөтөр, ниең ҡалыр? Шул дошманды ҡырмайынса ҡайтма, улым. Ватан-Әсә үҙе актрисаның тауышы менән уландарына мөрәжәғәт итә кеүек. Поэманың һәр строфаһын яугирҙәр дәррәү хуплап торҙо, ҡындарҙан ҡылыстарын һурып алып ант итә улар. Йөҙәрләгән һуғышсылар берҙәм һулыш ала, йөҙәрләгән күкрәктән бер үк ауаз “ура” яңғырай”. Мәшһүр шағир, ысын Ватансы Рәшит Ниғмәтиҙең ҡөҙрәтле дастаны талантлы артистка Бәҙәр апай Йосопова башҡарыуында ана шундай, мәңге онотолмаҫлыҡ тәьҫир ҡалдыра һалдаттар йөрәгендә. Утлы һуғыш яландарындағы ырыуҙаштары, Урал мосолмандары шағирҙың еңеүгә ҡанатландырған шиғри ауаздарын изге доға һымаҡ ҡабатланы. Миңә Рәшит Ниғмәтиҙең муйыл кеүек ҡара күҙҙәре менән тоташ залды байҡап ҙур йыйындарҙа түр башында ултырғанын да, күкшел сирендәр сәскә атҡанда Ағиҙел ярҙарында йөрөгәнен дә, бөтә донъяһын онотоп шиғыр яҙғанын да, халыҡ көйҙәрен өҙҙөрөп йырлағанын да, санаторийҙа дауаланған сағын да, больницала ауыр хәлдә ятҡан мәлдәрен дә күрергә тура килде... 1955 йылда башҡорт совет әҙәбиәте һәм сәнғәтенең Мәскәүҙә уҙғарылған декадаһы көндәрендә Рәшит Ниғмәти менән бергә осрашҡан минуттар һаман да иҫемдән сыҡмай. Гранит стеналы Мавзолейҙа ла, мөһабәт Кремлдә лә, Мәскәү театрҙарында ла, күҙ яуын алып торған мәҙәниәт һарайҙарында ла — һәр ҡайҙа ла Рәшит Ниғмәти ағай менән бергә булдыҡ. Башҡортостан илселәре исеменән Рәшит Ниғмәти янып-ялҡынланып сығыш яһағанда Мәскәү тамашасылары уны йотлоғоп тыңланы, тамашасыларҙың ҡайнар алҡышынан яҡты залдар зыңлап торҙо. Инде байтаҡ йылдар уҙһа ла, ана шул көндәрҙең яҡты хәтирәләре йөрәк түрендә һаҡлана. Әйткәндәй, был декадаға мин йәш шағир (ул саҡта миңә егерме биш йәш ине) һәм “Совет Башҡортостаны” (хәҙерге “Башҡортостан”) гәзите журналисы булараҡ барғайным. Башҡортостандан килгән бөтә журналистар көн һайын декада барышы хаҡында телефон аша хәбәр биреп торҙоҡ. Эйе, һис тә онотолмаҫлыҡ йырлы, йәйғорло минуттар кисерҙек беҙ ул саҡта. 1955 йылдағы декаданы иҫкә төшөрһәм һәм ана шул ваҡыттан һуң дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмер уҙғас, Мәскәүҙә 1997 йылдың май айында булып үткән Башҡортостан көндәрен уйлаһам, күңелемдә шатлыҡлы ла, һағышлы ла тойғолар уяна. Шуныһы һөйөнөслө: йәнә лә Рәсәй баш ҡалаһында үткән мәртәбәле йыйында ҡатнашырға насип булды. Һағышлы — сөнки элекке өлкән юлдаштарымдың күбеһе был иҫтәлекле сәфәрҙәрҙә ҡатнаша алманы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡорт совет әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында бергәләшеп-гөрләшеп бик матур итеп йөрөп ҡайтҡан әҙәбиәтебеҙҙең арҙаҡлы улдары Рәшит Ниғмәти, Сәйфи Ҡудаш, Баязит Бикбай, Хәниф Кәрим, Сәләх Кулибай, Сәғит Агиш, Ғәйнан Әмири, Кадир Даян, Ғабдулла Әхмәтшин, Әкрәм Вәли, Әнүәр Бикчәнтәев, Хәким Ғиләжев, Шәриф Бикҡол, Ғилемдар Рамазанов, Фәрит Иҫәнғолов, оло әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишевалар баҡый донъяларҙа яталар. Шуға ла йөрәгемде әрнеү, болоҡһоу тойғолары биләп алған. Яҙҙарымды моңһоу ҡаршылайым, Һыҡтап оҙатамын ҡыштарҙы, Ҡапыл һүнеп ҡалған йондоҙҙарҙай, Мин юғалттым бик күп дуҫтарҙы. Яҡты донъя менән хушлашҡан сал сәсле ҡәләмдәш дуҫтарымды ла, Рәшит ағай Ниғмәтиҙе лә ифрат юҡһынам. Рәшит ағай Ниғмәти көслө рухлы, айбарлы шәхес ине. Иң кәрәкле, иң мөһим һүҙҙәрҙе ул йөрәк осҡондарын баҙлатып әйтә алды. Ул халыҡ һәм Ватан тураһында, тыуған ер һәм атайсал тураһында, милләт һәм туған тел тураһында илһамланып, ғорурланып йырланы. “Мин — башҡортмон. Гүзәл бакса минең ерем. Сәскә ата Башҡортостан — минең илем. Халҡым хаҡлы хеҙмәт, ялға һәм уҡыуға, Рус телендәй ғорур яңғырай туған телем!” — тип яҙҙы Рәшит Ниғмәти 1950 йылда үҙенең “Мин талап итәм” исемле шиғырында. Был урында шуны ла билдәләп үтергә кәрәк тип уйлайым. Рәшит Ниғмәти арҙаҡлы ҡәләмдәштәребеҙ араһында туған тел тураһында иң беренсе булып шиғыр яҙыусыларҙың береһе ине. Уның бынан бик күп йылдар элек үк “Рус телендәй ғорур яңғырай туған телем!” — тип янып-ялҡынланып әйткән һүҙҙәре хәҙер ысын мәғәнәһендә бойомға ашты. Ниһайәт, республикабыҙҙа башҡорт теле рус теле менән бер рәттән Дәүләт теле тип иғлан ителде. Был бөтәбеҙ өсөн дә күңелле хәл, шатлыҡлы ваҡиға, әлбиттә. Эйе, Рәшит ағай Ниғмәти әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелдәрен ҡанатландырырлыҡ гүзәл шиғырҙар ижад итте. “Баҫыу хөкөмө”, “Дауылдар тыуҙырған ғүмер”, “Йәмле Ағиҙел буйҙары”, “Үлтер, улым, фашисты”, “Һинең кәләшеңдең хаттары”, “Большевик”, “Һаҡмар ҡыҙы”, “Осҡондан ялҡын” кеүек поэмаларында шағир мөһабәт поэтик образдар тыуҙырҙы. Рәшит Ниғмәти тәржемә өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләне. Ул Пушкин һәм Некрасов, Фурманов һәм Катаев әҫәрҙәрен, шулай уҡ Маяковскийҙың байтаҡ шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә итте. Бына тигән һәйбәт драма әҫәрҙәре лә яҙҙы. Авторҙың “Урман шаулай”, “Ағиҙел ярында”, “Врач Ғимранов” исемле пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды, талапсан тамашасыларҙың күңелдәрен зауыҡландырҙы. Күңелдәрҙе зауыҡландырырлыҡ һоҡланғыс әҫәрҙәр ижад иткән Рәшит Ниғмәтиҙең исеме шиғриәт яратыусыларҙың йөрәк түрендә. Урал киңлектәрен ҡыҙырып уҙғанда ла, Ҡаҙағстан далаларын гиҙгәндә лә, Ҡарағалпаҡстан, Яҡутстан яҡтарында йөрөгәндә лә, Төньяҡ боҙло океанда булғанда ла Рәшит Ниғмәти ҡабыҙған шиғриәт усағының ялҡындарында йылындым. Был усаҡ минең күңелемдә һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә. Тормош тигәндәре, һай, бигерәк ҡатмарлы шул. Донъялар кире яҡҡа, бөтөнләй оторо яҡҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Заманалар ауыр тиҙәр, Кем күтәреп ҡараған? — тип йырлаған боронғолар. Ә тураһын ғына әйткәндә, һәр төрлө золом менән тулы заман ауырлығын бөгөн беҙ үҙ елкәбеҙҙә күтәреп йәшәйбеҙ. Үҙенең хәйерселеге, рәхимһеҙлеге, бәғерһеҙлеге, битарафлығы, ҡанһыҙлығы менән яманаты сыҡты уның. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының күп йыллыҡ хеҙмәтен, яҡты өмөтөн селпәрәмә килтерҙе был ҡәһәрле заман. Мәҙәниәт, фән, сәнғәт әһелдәренең бәҫен төшөрҙө, уларҙың йөҙөнә төкөрҙө. Ил тигәндең кеме генә юҡ инде хәҙер. Кемделер кәпәс сөйә-сөйә саманан тыш күккә күтәрәләр, кемделер бинахаҡҡа тәпәсләйҙәр, кемделер ситкә тибәрәләр, кемделер күрмәмешкә һалышып, онотолоуға дусар итәләр. Онотолоуҙың, битарафлыҡтың йәнде өшөттөрөрлөк һалҡын елдәре хатта мәшһүр шәхестәребеҙ яҙмышына ла килеп ҡағыла. Ҡайһы бер ике аяҡлы йыртҡыс бәндәләр тыуған халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыларына ҡул һуҙалар, аҫыл һәйкәлдәргә ҡул һуҙалар. Милли ғорурлығыбыҙ, ҡуш йөрәкле батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен юҡ итергә, емерергә маташалар. Атаҡлы шағирыбыҙ Рәшит Ниғмәтиҙең шиғриәт баҡсаһына уҫал ниәт менән ҡара таш, үс һәм мәкер ташы ырғыталар, уның яҡты рухын рәнйетәләр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти үҙенең байтаҡ әҫәрҙәрендә партияны данланы, Ленинды данланы, коммунистарҙы данланы. Шулай булғас, уның ижадын бөгөн мәктәптәрҙә өйрәнергәме? Юҡмы? Ана шундайыраҡ туҙға яҙмаған һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат тылҡый бөгөн бәғзе берәүҙәр. Мәгәр был йөрәкте өйкәгән мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп үтеү мотлаҡ кәрәктер, тип уйлайым. Әлбиттә, Рәшит Ниғмәти большевиктар тураһында ла, Ленин тураһында ла тиҫтәләгән әҫәрҙәр ижад итте. Ләкин ҡаһарман халыҡ, бөйөк Ватан образы, Тыуған ер, ғәзиз Башҡортостан образы һәр ваҡыт уның ижадының иң-иң үҙәгендә торҙо ла баһа. Был дөрөҫлөктө инҡар итергә һис тә ярамай. Ә инде Рәшит Ниғмәти коммунист-шағир бит ул тип, уның яҙғандарын күрәләтә һанға һуҡмаҫҡа маташыусылар бик ныҡ яңылыша. Йәшерен-батырыны юҡ: коммунистар, миллиондарса ябай коммунистар, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булды, һәр ваҡыт алғы сафта барҙы. Ватан-Әсә яу ораны һалғас, ярһыған арыҫландар һымаҡ иң элек улар утлы өйөрмәләргә ташланды, яуыз дошмандар менән аяуһыҙ көрәшеп бик күптәре һуғыш яландарында ятып ҡалды. Фашистарҙы үҙ өңөңдә дөмөктөрөп ҡайтҡас, баяғы ябай коммунистар тыныс хеҙмәт майҙандарында ла һынатманы, ең һыҙғанып эшләне. Ә инде арҙаҡлы шағирыбыҙ Рәшит Ниғмәти киң ҡоласлы, күп яҡлы ижадында тап ана шул ысын халыҡ ҡаһармандарын, ифрат түҙемле, сабыр холоҡло замандаштарын, хеҙмәт кешеләрен данлап йырланы, донъялар именлеген, халыҡтар дуҫлығын данлап йырланы. Ни менән тын алһам һәм йәшәһәм, Мин шуларҙы яҙҙым, иптәштәр! — тигән шиғри юлдары уның үҙ заманының, үҙ Ватанының, үҙ халҡының ғәжәйеп ажар йырсыһы икәнлеген раҫламаймы ни? Тимәк, урта мәктәптәрҙә һәм юғары, махсус уҡыу йорттарында атаҡлы шағирҙың шиғырҙары, дастандары мотлаҡ рәүештә ентекләп өйрәнелергә тейеш. Сөнки Рәшит Ниғмәтиҙең әҫәрҙәре үҙенә бер башҡа моңло, үҙенә бер башҡа тылсымлы ижад! Сөнки Рәшит Ниғмәтиҙең әҫәрҙәре үҙенә бер башҡа зиннәтле, үҙенә бер башҡа мөхәббәтле ижад! 1959 йылдың 13 октябрендә яратҡан шағирыбыҙ Рәшит Ниғмәти вафат булды. О, ул мәлдәрҙә, 1959 йылдың ун өсөнсө октябрендә ҡәҙерле кешебеҙ Рәшит Ниғмәтиҙең вафат булыуын ишеткәс, минең ҡан тамырҙарым ҡыҫылып, йәнем өшөп китте. Күҙ алдарым ҡараңғыланып, таң йондоҙом һүнгәндәй, күк Уралымдың мәғрүр бер ҡаяһы ишелеп төшкәндәй тойолдо. Үҙенең илле йәшен, елле йәшен бынан бер нисә ай элек кенә байрам иткән сал Урал йырсыһын арабыҙҙан юғалтыу фажиғәһе күпме йөрәктәрҙе тетрәндерҙе. Ҡөҙрәтле һүҙ оҫтаһы, ил уҙаманы Рәшит Ниғмәти менән хушлашыу минуттары милләттәштәрем йәненә мәңгелек һағыш булып уйылып ҡалды. Татар халҡының атаҡлы шағиры Хәсән ағай Туфандың сал башын эйеп, әсе йәшкә төйөлөп Рәшит Ниғмәти табуты янында уҡыған шиғыры һаман да ҡолағымда яңғырай кеүек. “Юҡ, үлемгә бирмәй һине йәшәү” тип атала ине был шиғыр. Беренсе ҡат, гүйә, ял итәһең Төшлөгөңдә гүзәл ғүмерҙең, Күҙеңде ас, Рәшит, Ҡаҙандан мин Ҡайнар сәләм һиңә килтерҙем. Күмергә мин һине килдемме ни?! Сая ҡустым, ҡыйыу сәсәнем! Ижадыңа, үлмәҫ ижадыңа Тик ҡунаҡҡа килде Хәсәнең. Юҡ, үлемгә бирмәй һине йәшәү... Еңелеүҙе белмәҫ Рәшитен: Бирмәй һине — ғүмер мәңгелекле, Үлмәй торған халҡың шағирын. Һары һағыш булып һары япраҡтар ҡойолған көҙгө миҙгелдә моңдаштары, яҡташтары, яҡындағы һәм алыҫтағы ҡәләмдәш дуҫтары башҡорт халҡының данлы улын һуңғы юлға оҙатты. Милли әҙәбиәтебеҙҙең пәйғәмбәре Рәшит Ниғмәтиҙең изге есеме ҡасандыр шағир шиғырҙарында һәм дастандарында үҙе маҡтап йырлаған йәмле Ағиҙелдең бейек ярына ерләнде. Ул донъянан киткәндән һуң халыҡ шағирына ниндәйерәк шәфҡәтлектәр, ниндәйерәк изгелектәр эшләнде икән? Эшләнгән эштәрҙең иң мөһимдәрен һанап сығайым әле. Бына улар: Өфөлә беренсе интернат-мәктәптә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) Рәшит Ниғмәтигә музей асылды; Башҡортостан китап нәшриәтендә шағирҙың бер нисә йыйынтығы донъя күрҙе; Рәшит Ниғмәтиҙең тыуыуына 60, 70, 80 һәм 90 йыл тулыуға бағышланған кисәләр уҙғарылды. Ошо уңай менән оло әҙиптең тормош һәм ижад юлын сағылдырған мәҡәләләр, иҫтәлектәр, хәтирәләр донъя күрҙе. Башҡортостан радиоһы аша һәм зәңгәр экран аша шағирға арналған хәтерҙә ҡалырлыҡ тапшырыуҙар ойошторолдо. Һуңғы бер нисә йыл эсендә Өфө һәм Салауат, Баймаҡ һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ республикабыҙҙың тиҫтәләгән райондарында Рәшит Ниғмәти көндәре шаулап үтте. Бер төркөм ҡәләмдәштәр шағирҙың тыуып үҫкән ерҙәренә, Һамар яҡтарына, Ырғыҙ буйҙарына барып, уның егәрле яҡташтары менән осрашып ҡайтты. Шул да мәғлүм булһын: Баймаҡ ҡалаһы һәм шағирҙың йәшлек эҙҙәре уйылып ҡалған Туймазы яҡтарында йәғни Октябрьский ҡалаһы урамдарының береһенә (һай, Өфөлә лә шулай булһасы) Рәшит Ниғмәти исеме бирелде. Бик оҙаҡ көтә торғас, ниһайәт, баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәшит Ниғмәти йәшәгән йорт стенаһына барельеф-таҡта ҡуйылды. Үҙ халҡының шатлыҡтарын, һағыштарын, моң-зарҙарын Урал һандуғасындай ашҡынып-талпынып йырлаған, көслө рухлы, иҫ киткес наҙлы, шифалы шиғырҙары, дастандары менән бик күптәрҙең күңелдәрен арбаған, халыҡ эпостары дәрәжәһендәге аҫылдарҙан аҫыл әҫәрҙәр тыуҙырып милли шиғриәтебеҙҙе байыҡтырған олуғ әҙибебеҙҙе — Рәшит Ниғмәтиҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Урал иле бар булһа, ҡаһарман халҡы иҫән-һау булһа, мәшһүр шағирҙың исеме быуындан-быуынға күсеп данланып йәшәр әле. Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо Рәшит Ниғмәтиҙең яҡты иҫтәлегенә бағышлана был шиғырым. Ғүмер бит ул ике ҡабат килмәй, Һанаулы шул йөрәк тибеше... Иллә-мәгәр фани донъяларҙа Һәр кемдең дә була торғандыр ул Өлөшөнә төшкән көмөшө. Бәғзеләргә ғүмер мул бирелә, Татып йәшәй улар барын да. Ә кемдеңдер ғүмер елкәндәре, Көтмәгәндә селпәрәмә килеп, Туҡтап ҡала йәшлек ярында. Их, был ғүмер... Серле йондоҙ төҫлө, Бер балҡый ҙа ҡапыл юғала. Ләкин, әжәлгә лә буйһонмайса, Килер быуаттарға күкрәп барған Ҡаһармандар була донъяла. Шағир Ниғмәти ҙә шундай заттан, Был түгелдер һис тә тиктәҫкә Әҙәм күңелдәрен нурлар өсөн, Атайсалын данлап йырлар өсөн Ергә килгән бит ул китмәҫкә! Ижадына күскән Ниғмәтиҙең Бөтә ғүмере, йөрәк тибеше... Тимәк, үлемһеҙлек, йәшнәп йәшәү — Ҙур йырсының, ысын Ватансының Өлөшөнә төшкән көмөшө. Уның имәндәй ныҡ тамырҙары Тыуған тупраҡ, тыуған ерлектә. Шул ерлектән ижад һуты алып, Ил йәненә ҡушылып үҫкәнгә лә, Батыр халҡы һымаҡ ябай ҙа ул, Ғорур ҙа ул, мәңге бөйөк тә! (Абдулхаҡ Игебаев) 2002 й.