Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Рәшит Назаров (1944)

Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Башҡортостандың Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Төрөмбәт урта мәктәбен тамамлап, колхозда эшләй. 1963 йылдың аҙағынан алып 1966 йылдың башына саҡлы армияла һалдат хеҙмәтендә була. Ауырып китеү сәбәпле, хеҙмәтен тамамлай алмай.

Рәшит Назаров әҙәби ижадын бик иртә башлай. Ун-ун бер йәштәрҙә тәүге шиғырҙарын яҙа. Ләкин матбуғатта улар бары 60-сы йылдар башында ғына донъя күрә.

1965 йылда Башҡортостан китап нәшриәте йәш шағирҙың “Таңды ҡаршылау” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығара. 1970 йылда Рәшит Назаровтың “Ҡояш юлы буйлап” тигән икенсе китабы нәшер ителә.

Мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев һуңғы йыйынтыҡҡа ингән “Әсә һүҙҙәре” (асылда “Әсә хаттары”) шәлкеменә романстар ижад итә. Уға шул романстар өсөн (Мостай Кәрим либреттоһына яҙылған “Ағиҙел тулҡындары” операһы менән бергә) РСФСР-ҙың М. Глинка исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

Шағирҙың “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” исемле өсөнсө китабы, икенсеһенән һуң 21 йыл үткәс, 1991 йылда ғына донъя күрә. 1994 йылда “Йәшен” тип аталған яңы йыйынтығы баҫылып сыға.

Һуңғы йылдарҙа шағир Риф Мифтахов тарафынан Р. Назаровтың ҙур ике томлығы нәшер итеүгә әҙерләнде. 2002 йылда уның беренсе томы донъя күрҙе. 2004 йылда был китабы өсөн әҙип Башҡортостан республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. 2005 йылда икенсе томы сыҡты.

Йәштән генә йән ауырыуына юлыҡҡан шағир бына дүрт тиҫтә йылға яҡын махсус йорттарҙа йәшәй, һуңғы йылдарҙа ул Ишембай ҡалаһындағы психоневрология интернатында көн күрә.

ШАРЛАМА Бәғзе кешеләр менән оҙаҡ йылдар буйына көн дә тиерлек аралашып йәшәһәң дә, улар ниңәлер күңелеңә инмәй. Бер ваҡыт уның менән ғүмерлеккә айырылаһың да уны бөтөнләйгә тиерлек онотаһың. Башҡа берәү менән осрашыуың иһә күҙ асып күҙ йомған арала ғына үтеп китә, ә ул кеше һинең хәтереңә һис ҡасан да онотолмаҫлыҡ булып уйылып ҡала. Минең Рәшит Назаров менән осрашыуым нәҡ бына шулай булды. 1962 йылдың балҡып торған йылы, аяҙ көҙө. Тәбиғәттең әбейҙәр сыуағында иҙрәп ҡыҙынған сағы. Ошондай матур, алсаҡ көндә беҙ йәш яҙыусыларҙың семинарына йыйылғанбыҙ. Ул саҡта бындай осрашыуҙар ижади йәштәрҙең республика конференцияһы тип аталмай ине, үҙенә йәш артистарҙы, рәссамдарҙы, композиторҙарҙы туплап, оло йыйын итеп тантаналы рәүештә Сәйәси мәғариф бинаһында йәки Актерҙар йорто һымаҡ иркен урындарҙа үткәрелмәй ине әле. Яҙыусылар союзының Совет майҙанындағы Хөкүмәт йортондағы бәләкәй генә өс-дүрт, бүлмәһендә 1962 йылдың октябрендә егермеләп йәш әҙиптең ҡулъяҙмалары хаҡында бик ихлас һөйләшеү барғайны. Муса Ғәли етәкселек иткән поэзия секцияһында Баязит Бикбай, Ғәйнан Әмири, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Кәтибә Кинйәбулатова, Рәми Ғарипов, Марат Кәримов, Рафаэль Сафиндарҙың әйткән хәстәрле кәңәштәре, талапсан һүҙҙәре хәтерҙә ҡалған. Был шағир ағайҙар беҙҙең өсөн остаҙ ине, шуға ла шиғырҙарыбыҙҙы улар хөкөмөнә сығарғанда нисек тулҡынланғаныбыҙҙы үҙе ошондай һынауҙы үткән кеше генә аңлаһа аңлар. Бына хәҙер уйлап-сағыштырып ултырамын да әлеге остаҙ ағайҙарымдан Баязит Бикбай менән Ғәйнан Әмири генә иллеләрен тултырғандар, күбеһе ҡырҡҡа ла етмәгән, хатта утыҙ йәштәгеләре лә булған икән!.. Ләкин улар барыһы ла минең өсөн ғүмерлеккә уҡытыусы ағайҙар булып ҡалды. Беҙҙең быуын ололарҙы ололай белде, хәҙерге ҡайһы бер йәштәр һымаҡ әҙәп сиген аша атлап үтмәне, ололар менән мөғәмәләлә сама-үлсәмдәрҙе онотманы. Был семинарға йыйылған йәш шағирҙарҙың күбеһе Өфөлә бергә аралашып йәшәгән кешеләр (Рәшит Шәкүр, Ғәзим Шафиҡов, Муса Сиражи, Уран Кинйәбулатов һ. б.), гәзиттәрҙә, “Йәш көстәр” альманахында сығып килгән шиғырҙарыбыҙ буйынса ла, былай ҙа бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Ә бына Рәшит Назаровты, арабыҙҙағы иң йәш шағирҙы, тәү ҡат күреүебеҙ, шиғырҙарын да беренсе ҡат тыңлауыбыҙ. Шиғриәттең күгендә әле быға тиклем һис кем күрмәгән өр-яңы йондоҙҙоң дөрләп ҡабынған илаһи мәле була. Ундай мәл бик һирәк килә, әммә үҙенең мәңге һүнмәҫ тә, һүрелмәҫ тә нуры менән барлыҡ ғәләмдәрҙе яҡтыртып килә. Шуға ла ошондай һирәк мөлдәрҙе шиғриәттең бәхетле, йондоҙло сәғәте тиҙәр. 1962 йылдың октябрендә башҡорт шиғриәтенең йондоҙло сәғәте һуҡты, уның шағирҙарын, барлыҡ әҙиптәрен, уның тәнҡитселәрен, табыныусыларын, уҡыусыларын хайран ҡалдырып, бик күпте күргән оло ижад донъяһына ун һигеҙ йәшлек гениаль егет атылып килеп инде. Ҡарар күҙгә Рәшит Назаров бер ҙә улай атлығып, ярһып торған кешегә оҡшамағайны. Бик аралашып, һөйләшеп тә бармай. Ҡарашы уйсан, сабыр, миңә хатта нисектер һағышлы ла күренде. Төҫ-ҡиәфәте, кейеме менән дә ябай ауыл егете, дөрөҫөрәге, егет ҡорона инеп килгән, әле үҫерен дә үҫеп етмәгән ҡаҡса ғына үҫмер һымаҡ. Алдырған сәсе яңы үҫеп килә, был уны нисектер малай һымағыраҡ итә. Ә беҙ инде ҡайһыларыбыҙ быйыл ғына университет значогын түшенә тағып алған, ҡайһыларыбыҙ һуңғы курста уҡып йөрөгән “шыма егеттәрбеҙ”. Семинарҙа шағир ағайҙар беҙҙең шиғырҙарҙы ла һәйбәт баһаланы, әммә төп һүҙ Рәшит Назаровтың ижады тураһында барҙы, ижади кәңәшмәләге был шатлыҡлы яңылыҡ барлыҡ башҡорт әҙәбиәтенең оло асышына, феноменаль ваҡиғаға, әле әйткәнемсә, уның быуатҡа бер була торған илаһи йондоҙло сәғәтенә әйләнде. Ошо семинарҙа барыбыҙҙы тетрәндергән “Йырға йомарт йомаҡлы ҡарт — минең ерем”, “Азатлыҡ йыры”, “Йәшен”, “Хәҙерге”, “Япраҡ”, “Күк йылмая” исемле шиғырҙар шул уҡ йылда “Ағиҙел” журналының ун икенсе һанында баҫылып сыҡты һәм тиҙ арала халыҡ араһында таралды, йәше лә, ҡарты ла уларҙы таң ҡалып ҡабатлап уҡыр булды, яттан һөйләне. “Ағиҙел”дең тотошлайы менән тиерлек махсус рәүештә йәштәр ижадына арналған был һанын мин әле лә ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайым. Унда Рәшит Назаровтың шиғырҙарынан һуң минең шәлкемем килә. Шул семинарҙа төшкән фоторәсемдәребеҙ ҙә баҫылған. Рәшит Назаровтың шиғырҙарын уҡығанда, уның һуңғы йылдарҙа сыҡҡан яңы китаптарын ҡулға алғанда, иҫ киткес таланты һәм фажиғәле яҙмышы тураһында уйланғанда ул минең күҙ алдыма барыһынан элек йырға йомарт йомаҡлы бер егет булып, уйсан һәм бойоҡ ҡарашы менән килеп баҫа. Тыныс, баҫалҡы ошо егеттең ниндәй рухи тетрәнеүҙәр менән йәшәүен, ниндәй ялҡындарҙа яныуын, зиһененең ни тиклем көсөргәнешле һынауҙар кисереп, туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәрен, үҙенә ниндәй юғары талаптар ҡуйып ижад итеүен, башланғыс кластарҙа уҡыған саҡтарынан уҡ шиғриәт тип көнө-төнө тынғы белмәй хыялланғанлығын 1962 йылдың октябрендәге семинарҙа ҡатнашыусы йәштәр ҙә, танылған шағирҙар ҙа аңлап еткермәгәндәрҙер, моғайын. Бер көнлөк аралашыу бик тиҙ үтеп тә китте. Барыбыҙҙы ла шаңғытып, барыбыҙ өсөн дә йомаҡлы шәхес, сер йомғағы булып Рәшит Назаров тыуған яғына, Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылына, юлланды. Аҙаҡ ул Өфөгә килеп йөрөгәнмелер, белмәйем. Уның менән яҡындан аралашып йәшәргә, хатта хатлашырға ла насип булманы, һалдат хеҙмәтенән ялға ҡайтҡанында бер һөйләшеп ултырғаныбыҙ хәтерҙә. Аҙағыраҡ Өфө дауаханаһына ике тапҡыр янына барҙыҡ. Ләкин беҙ күргән Рәшит элекке Рәшит Назаров түгел ине. Был осрашыуҙарҙың ни тиклем ауыр булғанлығын аңлатыуы ҡыйын. Үҙенең ҡалаға килеүе хаҡында шағир бик образлы итеп былай тигәйне: Мин ҡалаға килдем. Шундай шау-шыу! Ул шауға һуң кемдәр сарсымай?! Халыҡ араһына инеп киттем, Шарламала ингән тамсылай. Был кисерештәр ҡалаға тәү башлап аяҡ баҫҡан һәр бер ауыл балаһына яҡшы таныш. Ләкин башҡорт шиғриәтенә Рәшит Назаров тамсы булып ҡына тамманы, үҙе тотош шарламаға әйләнеп, уҡыусыларҙы бығаса күрелмәгән ярһыу хистәр, ғәҙәти уй иңләмәҫ образлы фекерҙәр менән баштан-аяҡ ҡойондороп килеп инде. Башҡорт шиғриәтенә ул сылтырап аҡҡан шишмә булып түгел (ундайҙарҙың булыуы ла сикһеҙ бәхет бит!), ижад донъяһына ул бар булмышы менән матурлыҡты, гармонияны тәшкил иткән, бөркөлгән тамсыларында йәйғор уйнаған, аһәң-моңо менән донъяны тултырған ташҡын-шарлама булып килеп керҙе. Ун һигеҙ йәше лә тулмаған егеттең ошондай талантлы шиғырҙар яҙыуы беҙҙең милләт тарихында быға тиклем булмаған ғәжәп бер ваҡиға ине. Донъя әҙәбиәтен ярайһы уҡ яҡшы белгән кешеләр ҙә ундағы бындай хәлдәрҙе ҡапыл ғына атап әйтә алмаҫ һымаҡ, һүҙ гениаль үҫмер яҙған бер-ике шиғыр тураһында ғына барһа, ул тиклем аптырамаҫ та инем. Ә бит Рәшиттең шиғырҙары ул саҡта уҡ тотош ташҡынды хасил иткәйне, уның иң көслө шиғырҙарының күпселеге 1962 йылдың октябрендәге әлеге кәңәшмәгә тиклем — йәғни ун һигеҙ йәше лә тулмаған саҡта уҡ, асылда мәктәп осоронда уҡ яҙылғайны. Ғәжәпләнмәҫлекме ни?!. Эйе, ваҡыт факторы, шундай йәш кенә баланың шундай ҡойоп ҡуйған шиғырҙар ижад итә алыуы уҡыусыларға ысынлап та бик ныҡ тәьҫир итте. Ләкин төп хикмәт барыбер унда түгел. Ваҡыт факторы ни тиһәң дә ваҡытлы нәмә. Йылдар, быуаттар үтеү менән ижадсының әҫәрҙәре, уның шәхси яҙмышынан, тормоштағы булмышынан айырылып, үҙаллы йәшәй башлай һәм киләсәк быуындар тарафынан нәҡ шулай ҡабул ителә. Әйтәйек, Ғүмәр Хайямдың робағиҙарын ҡулына алған бөгөнгө уҡыусы ундағы уй-фекерҙәр, мәңгелек хәҡиҡәттәр донъяһына инеп юғалғанда шағирҙың тормош юлы хаҡында нимә генә белә һуң һәм был турала төпсөнөргә теләп бик тә талпынып торамы? Юҡ, әлбиттә. Уҡыусылар өсөн иң мөһиме — шиғырҙар. Был гәүһәр робағиҙарҙы ижад итеүсе бөйөк фарсы шағиры Ғүмәр Хайям булған, ул бынан байтаҡ быуаттар элек йәшәгән. Күпселек уҡыусылар бына ошо мәғлүмәттәр менән дә ҡәнәғәт. Ғүмәр Хайямдың үҙ заманында шағирҙан бигерәк бөйөк ғалим булараҡ шөһрәт ҡаҙанғанын, шиғриәтендә шарапты данлап та үҙе тамсы шарап та йотмай йәшәгәнен белеү йәки бөтөнләй белмәү уның робағиҙарының барлыҡ донъяға таралыуының серен һис кенә лә билдәләмәй. Рәшит Назаровтың тәьҫир көсө, шиғриәтенең арбаусан сере — уның шиғырҙарында, уның шиғри темпераментында, талантының ҡоласында һәм тәрәнлегендә. Уның хаҡында һүҙ сыҡҡанда һәр саҡ тиерлек иң элек “Йөрәк” шиғыры телгә алына. “Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде” тип башланған, һәр юлына, һәр һүҙенә әллә күпме ҡеүәт, хәрәкәт, ғәйәт көсөргәнешле кисерештәр тупланған ун алты юллыҡ шиғыр бер уҡыуҙа уҡ ятланып алына. Ул шул тиклем тығыҙ яҙылған, һәр һүҙгә шунан да күберәк уй-кисерештәр һыйҙырыу, уларға шунан да тосораҡ йөк һалыу, уларҙы шунан да нығыраҡ егеү, минеңсә, мөмкин булмаған хәл. Рәшит Назаровты уҡый башлаһаң, бындай үрнәктәрҙе уның китаптарында бит һайын тиерлек табып ҡыуанаһың. Ҡыуанаһың тип әйтеү ул саҡтағы кисерештәрҙе биреп бөтөрмәй һымаҡ. Һәр хәлдә, минең күңелемдә тыуған уй-тойғоларҙы. Рәшиттең шиғырҙарын инде нисәнсе ҡат уҡыймындыр, барыһы ла таныш та һымаҡ. Әммә уны уҡығанда әле ток һуҡҡандай һикереп торам, бүлмә буйлап йөрөйөм, әле уйҙар донъяһына сумып, хыялымда шағир менән йыһандарҙы байҡайым, әле китапты ябам да тын ғына ултырам, һәйбәт китаптар бер тынала уҡыла тиҙәр, ундайҙар ҙа бар, уларҙы сарсағанда йотлоғоп эскән һыу һымаҡ йотҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Рәшит Назаровты иһә мин бер тынала ғына уҡый алмайым. Уның шиғырҙарындағы уй-кисерештәр шул тиклем һәлмәк, уларҙың һәр береһе бәғзе берәүҙәрҙең ҡалын, әммә үтә лә бушаҡ баҫмаларынан тосораҡ. Рәшиттең һәр әҫәре күңелдә әллә күпме ассоциациялар уята, әллә ниндәй тойғолар өйөрмәһен ҡуҙғата. Шуға ла мин уның китаптарын бүлә-бүлә уҡыйым. Уларҙы бер тынала уҡырға, бер тынала рухыма ҡабул итергә минең көсөм етмәй. Рәшит Назаровтың тотош китабын ғына түгел, хатта айырым шиғырын да бер юлы уҡып сыға алмайынса аптырап туҡтап ҡалғаным бар. Мәҫәлән, нескә шиғри зауыҡлы уҡыусы ошо шиғырҙы тәү ҡат уҡый башлай: Өҙәңгегә өҙә баҫтым, Ер китте сыңлап, — Эйәргә үҙе күтәреп Ултыртты һымаҡ. Шиғырҙың бәҫен белгән, тәмен тойған кеше ошо тәүге строфаны уҡығас та тулҡынланып, ҡыуанып, һуштан китеп туҡтап ҡаласаҡ. Туҡта әле, нисегерәк булды һуң был? Башҡорт фольклоры ла, яҙма шиғриәте лә быуаттар буйына аҡбуҙаттарҙы, тураттарҙы, ҡараттарҙы, саптарҙарҙы, толпарҙарҙы, арғымаҡтарҙы данлаған, ир-егеттең ҡанаты булған аттар тураһында күпме аҫыл шиғри юлдар ижад иткән, ир-егеткәй менән ат башы, уларҙың ауыр һәм ҡаһарман яҙмышы “ир-ат” тигән ҡушма образда, симбиоз хәленә килеп, айырылмаҫлыҡ булып береккән. Ләкин әле бер генә әҫәрҙә лә һыбайлы ерҙең үҙен сыңлатып, өҙәңгегә өҙә баҫҡаны юҡ ине, бер генә шағир ҙа ир-егеттең атҡа атланыуын шундай етеҙ хәрәкәт, шундай ярһыу темперамент менән, шулай сатнатып әйтә алғаны юҡ ине. Шиғырҙың тәүге дүрт юлы уҡ бына ниндәй уйҙар йомғағын тағатып ебәрә. Рәшит Назаров бер шиғырында: “Әйтерһең дә ут сығарҙым, боҙҙо боҙға һуғып”, — тип яҙғайны. Боҙҙо боҙға һуғып Рәшит Назаров дәүмәлендәге шағирҙың ғына ут сығарыуы мөмкин. Рәшит тормоштағы ғәҙәти хәлдәрҙе лә тик үҙенсә күрә, көндәлек күренештәрҙән өр-яңы хәҡиҡәт аса, күптән күнегеп бөтөлгән һүҙҙәрҙе үҙенсә ойоштороп, уларҙы бер-береһенә һуғып, ялғап, үҙенсә көйләп, үҙенсә ҡушып, бығаса булмаған мөғжизә тыуҙыра. Күрәһең, шағирлыҡ шундалыр ҙа инде. Быға әллә күпме миҫалдар килтерге килә. Һоҡланыу-шатлыҡтарымды башҡалар менән дә бүлешкем килә. Ләкин бының өсөн Рәшит Назаровтың күпселек шиғырҙарын күсереп сығырға тура килер ине. Әлегә диҡҡәтегеҙҙе уның ошо һигеҙ юллығына йүнәлтәм: Көтмәгәндә нәфрәт килде, Килде һөйөү эҙе менән. Биргән аҙмы бәхетен иркәм Ватты тик бер һүҙе менән. Донъя сәйер. Ни эшләйһең, Беҙ ят түгел был булмыштан: Таң да килә көнсығыштан, Төн дә килә көнсығыштан. Бәндәләр яҙмышында күпме тапҡырҙар ҡабатланған мөхәббәт һәм нәфрәт бәрелештәре һәм мәңгелектең үҙе һымаҡ боронғо хәҡиҡәтте беҙ көн дә күреп тә бығаса уйлап та ҡарамағанса, өр-яңыса асыу: “Таң да килә көнсығыштан, төн дә килә көнсығыштан”. Һәр шағирҙың ҡабатланмаҫ сифаттары уның донъяға үҙенсәлекле ҡарашынан, уның тәбиғәт биргән ҡәбилиәтенән тыуа. Ләкин бер генә ижадсы ла заманының йоғонтоһонан азат түгел, башҡалар һымаҡ, ул да Алла ҡоло, замана балаһы. Шағирға ҡарата ҡол һүҙе бик үк килешеп тә бөтмәйҙер. Әммә иң даһи шәхестәр ҙә тәбиғәт һәм йәмғиәт мөхитенән тыш йәшәй алмай. Улар шул мөхиттең мәңгелеген дә, фанилығын да, бөйөклөгөн дә, ваҡлығын-мәғәнәһеҙлеген дә башҡаларға ҡарағанда бик күпкә тәрәндәнерәк аңлай һәм нығыраҡ кисерә. Шунда уларҙың бәхете лә, бәхетһеҙлеге лә. Рәшит Назаров шиғриәткә илебеҙ күтәренке рух менән йәшәгән матур дәүерҙә, яңырыу йылдарында килде. Илленсе йылдарҙың икенсе яртыһынан башланған был осорҙо үҫеш юлын быуып, шәхес рухын баҫып торған боҙҙарҙы ҡуҙғатҡан йылыныу — “оттепель” миҙгеле тигән нарыҡлау бар. Башҡорт шиғриәте был осорҙа айырыуса илһамланып йәшәне, ҡарашы ҡитғаларҙы иңләне, ғәләмдәрҙе гиҙҙе. Совет кешеһенең тәү башлап йыһанға етеүенең оло мәғәнәһен, ошо ҡаһарманлыҡтың тарихи әһәмиәтен хәҙер инҡар итергә тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Ләкин кешелек яҙмышындағы был ваҡиғаның замандаштың психологияһына, шулай уҡ шиғри фекерләү үҙенсәлегенә, образдар системаһына, поэтик структураға йоғонтоһо бәхәсһеҙ. Мәсьәлә бында космосҡа арналған әҫәрҙәрҙең күпләп яҙылыуы менән генә сикләнмәй. Шиғриәттең күнегелгән ҡалыптарҙан сығыуы, яңы үлсәмдәргә, яңы ритмдарға күсеүе айырыуса мөһим. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа был тенденцияларҙы айырыуса Рәшит Назаров шиғырҙары көсәйтеп ебәрҙе. Фекеребеҙҙе дәлилләү өсөн ошондай шиғри өҙөк килтерәйек: Аҡ күбеккә төштө атым, Ауыҙлығын сәйнәп, Сапсып китте, Ҡотороноп, ярһып алып ҡасты. Ер менән күк ҡушылды ла, Ары күсте офоҡ, Юл ялтанып ҡалды — ҡурҡып, Ауыл алыҫлашты. Урман... Болон... Соҡор... Ярҙар... Ә ат һаман саба! Бына ҙур тау, йөҙөн ҡаплап, Сытырлыҡҡа боҫто. Зәп-зәңгәр күк ҡалтыранды. Йыйырылды йөҙө... Һәм кинәт... Ер талпынып бер, башым аша осто... Бында бер генә күренеш тә ғәҙәттәгесә түгел: ер менән күк бутала, офоҡ ҡаса, юл ҡурҡып ялтана, тау (уба ла түгел, ҙур тау!), йөҙөн ҡаплап, сытырлыҡҡа боҫа, ҡалтыранған күктең йөҙө йыйырыла... һәм ҡапыл ер кешенең башы аша оса! Һүрәтләнгән ситуацияларҙың барыһында ла үҙәктә — кеше. Донъя менән кеше араһындағы бәйләнеш-мөнәсәбәттәрҙә кешенең урыны үҙгәрә, ул буйһоноп түгел, буйһондороп йәшәй. Шәхестең көсө, ҡоласы арта, ул хужаға әйләнә. Хатта ярһып алып ҡасҡан аттан ҡолағанда ла әйтерһең дә ул тәгәрәмәй, ә ер үҙе кешенең башы аша оса. Шиғырҙа кадр-күренештәр бер-бер артлы бик етеҙ алмашынып тора, шағир әйтерһең дә кинолағы монтажлау алымдарын, эре план менән төшөрөү мөмкинлектәрен оҫта һәм уңышлы файҙалана. Шул уҡ ваҡытта ул ваҡиғаларға йыһан бейеклегенән ҡараған һымаҡ, хәрәкәт тә космик тиҙлектәгеләй көсөргәнешле һәм йылдам үҫә. “Күк йылмая”, “Йыһан түренә”, “Үҫеүсе киңлек”, “Йондоҙҙар туйы” һ. б. шиғырҙарҙа космос романтикаһы бөркөлөп тора. “Ерҙең өҫтөн байҡап үттем, ялын ҡосоп ярһыу күктең, Планетаны, йәшен һымаҡ, бер секундта үттем урап”, “Бел: был йондоҙ — минең йөрәк, тик ул инде бейегерәк”, “Юҡ! Был ергә бөгөн күк йылмая, йәш ай — уның көләс ирене”, “Ерем шары — өйөм минең, бөтә йыһан — минең урам!”, “Моң ағыла, моң ағыла, өнһөҙ моң — күптән... Етегән йондоҙ — эй, гитарам, — кем уйнай икән?”, “Иҫ китмәле бер туй күктә, йондоҙҙар туйы...” — шағир йыһан менән ошондай даими бәйләнештә йәшәй. Шәйхзада Бабичтарҙан килгән күккә осоуҙар, ай-йондоҙҙар менән сер бүлешеүҙәр, ҡыҫҡаһы, космос романтикаһы кеше йыһанға күтәрелгән яңы дәүерҙә, ысын мәғәнәһендә космос дәүерендә, башҡорт шиғриәтендә барыһынан да нығыраҡ Рәшит Назаров әҫәрҙәрендә баҙыҡ сағылыш тапты. Уның үҫмер һәм йәшлек йылдары шул осорға тура килде, уның былай ҙа баш бирмәҫ аҫау хыялдарын, ярһыу шиғри темпераментын космик тиҙлектәр заманы тағы ла нығыраҡ ярһытып ебәрҙе. Рәшит Назаровтың шиғырҙарында прозаик деталдәр юҡ тиерлек, уларҙа барыһы ла романтик һәм фәлсәфи солғанышта йәшәй. Дөрөҫ, ҡайһы саҡта бер-ике юл менән дә шағир бик йәнле күренеште күҙ алдына килтереп ҡуя: “Бүтәгәгә сумып уйнай бүҙәнә балалары”. Ләкин дөйөм алғанда бындай миҫалдар уның өсөн бик үк хас түгел. Рәшит Назаров шиғриәте күтәренке рухлы, ҡанатлы шиғриәт. Уның әҫәрҙәрендә тәү ҡарашҡа ҡапма-ҡаршылыҡлы ике сифат — романтик ярһыу һәм фәлсәфи уйҙарға сумыу ҡушыла, ҡанатланыу менән һәлмәклек бергә үрелә. Эйе, Рәшит Назаров — бик ҙур философ-шағир, башҡорт фәлсәфи лирикаһының төп асылын билдәләүсе алтын бағаналарыбыҙҙың береһе. Уның әллә күпме шиғырҙарын, һигеҙ, алты, дүрт, ике юллыҡтарын уҡып быға ҡат-ҡат инанаһың, “Һайға тарып туҡтай икән бер мәл көймә —йәш түккәнгә диңгеҙ һыуы артыр, тимә”, “Төн — дөм-ҡара. Тик баш ватма: төндөң табы ҡалмай аҡта”, “Тормош гүзәллеген — үҙең дә күр, күрһәт бүтәндәргә. Уны нисек күтәргәндәр — ҡара һин гөлдәргә!”, “Ваҡ бәхеттең яҡынлығы булһын йыраҡ, ҙур бәхеттең йыраҡлығы — яҡыныраҡ”, “Сүптән һаҡлай күҙҙе керпек, күҙгә төшһә, үҙе сүп тик”, “һалдат йәшәй ҡайыш эсендә, донъя иркен шуның өсөн дә” — бындай юлдарға ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтырға, Рәшит Назаровтың фекер төбөнә етер өсөн уны ҡат-ҡат уҡырға кәрәк, сөнки уның шиғри теле, образлы фекерләү рәүеше мәҡәлдәр, ҡөрьәндәр, библиялар тапҡырлығы, боронғо яҙмаларҙың ҡатлам-ҡатлам фекер хазинаһы тураһында уйландыра. “Бәндә” һүҙен “тәңре” һүҙе менән сағыштырырға ярамай, ә шулай ҙа... Мөхәббәт шиғырҙарында ла, сатираһында ла, хатта политик памфлетҡа тартым әҫәрҙәрендә лә Рәшит философ булып ҡала. Шағирҙың һөйөүенә килгәндә иһә уның был хаҡтағы әҫәрҙәре башҡорт мөхәббәт лирикаһының иң һағышлы, иң яҡты, иң әрнеүле моңдар тыуҙырған бер ҡылы ул. Шул әҫәрҙәрҙең квинтэссенцияһына әйләнгән “Йәшен” исемле алты юллыҡ шиғырҙы башҡорт мөхәббәт лирикаһы антологияһына эпиграф итеп ҡуйырлыҡ. Шиғыр күптәргә таныш. Матбуғатта күренеүе менән ҡанатлы әҫәргә, классик өлгөгә әйләнде. Уны бында килтермәһәм, күңелем барыбер ҡәнәғәт булмаҫ ине. Мөхәббәт — ул, әйтерһең дә, утлы йәшен, Һанап-һорап тормай һис бер кемдең йәшен, Һүнмәҫ ялҡын менән ялмап ҡартын-йәшен; Көйҙөрөр тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин, йәшен. Ҡоя күрмә тик аҙаҡтан күҙең йәшен! Мөхәббәт — ул, әйтерһең дә, утлы йәшен. Рәшит Назаровтың һөйгәне... Кем булған ул ҡыҙ, уны ниндәй илаһи йән яратҡанын аңлағанмы? Бәлки, ул образ хыял ғыналыр? Ләкин хыял ғына булһа, шағир шул тиклем өҙгөләнер инеме? Уның мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙары күберәк аяныслы тамамлана. Ниңә шағирҙы аңламағандар? Әллә үҙе тартынып ситләшкәнме, алиһәһенә ситтән генә ҡарап һоҡланып-янып йәшәгәнме? Шағир өсөн йәнен фиҙа ҡылыр ҡыҙҙар табылмаҫ инеме ни? Уға яҡташ бер һылыу 1990 йылда “Тыумағанмын ниңә иртәрәк?” тип йөрәге һыҙланып юҡҡа яҙмаған бит. Рәшит Назаров үҙенең мөхәббәт кисерештәрен ғәжәп нескә психологик дөрөҫлөк, тапҡыр күҙәтеүҙәр аша аса. Иркәләнең тәүҙә йөрәгемде, Наҙланың һин тылсым-ҡулың менән, Өмөт тынын өрҙөң һәм, ниһәйәт, Йомшарттың һин татлы йылың менән. Ник, йомшарғас, һуҡтың йөрәгемә? Ник һуҡманың тәүҙә — ныҡ мәлендә?! Ул сағында эҙ ҙә ҡалмаҫ ине, Ҡалһа — йәнде өҙә алмаҫ ине... — тыштан ҡарағанда тыныс ҡына хәбәр итеү һымаҡ, ә асылда был шиғырға күпме ғазап, күпме ир-егет сабырлығы, уның күңеленә тулышҡан, көскә тыйып торған эркеүҙәре һыйған. Һәр саҡ тынғыһыҙ уйҙар солғанышында йәшәһә лә, Рәшит Назаров барлыҡ әҫәрҙәрендә лә ныҡлы рухлы шәхес булып ҡала, тормош һынауҙарына тура ҡарап, уларҙы ҡыйыу ҡаршылай. Үҙенең бер шиғырын да ул “Донъя миңә гел йылмайып баҡты” тип исемләгәйне. Тәүге тапҡыр ят ҡул, һауа ярып, Сисер өсөн тыныс, шуҡ дауҙы, Танауыма тейгәс, ап-аҡ ҡарҙа Ем-ем итеп, ал ҡан йылмайҙы... Хәтеремдә, яҙға бара-бара Аҙашҡанда ҡышын юл яҙып. Төн һәм буран аша миңә текләп, Ас бүренең Ике утлы күҙе йылмайҙы. Селпәрәмә килһә өмөт әгәр, Ярсыҡтары сәсрәп йылмайҙы. Һөйөү һүнгәс — нәфрәт йылмайҙы, Дошман көлгәс — хәсрәт йылмайҙы... Донъяға бындай ҡараш уны алһыу күҙлек аша күҙәтеү түгел, әлбиттә. Ас бүренең утлы ҡарашында ла йәшәү йәмен тойор өсөн уның һәр мәлен ҡәҙерләй белерлек аҡыл да, ҡыйыулыҡ та, рух ныҡлығы ла кәрәк. “Мин бәхетле булдым, сөнки донъя ҡараманы һытып сырайын” — шағир өсөн тормоштоң айырыуса бына ошо яғы ҡәҙерле. Рәшит Назаров шиғриәте — юғары интеллектуаль ижад. Ул ниндәй китаптар уҡып, ниндәй аҡыл эйәләре менән уларҙың әҫәрҙәре аша фекер алышып шундай фекер бейеклектәренә күтәрелә алды икән? Ауыл китапханаһын ул һис шикһеҙ ҡат-ҡат аҡтарып сыҡҡандыр, унда уҡымаған әйбере ҡалмағандыр! Ул ваҡытта ауылдарҙа телевизор юҡ тиерлек, донъя менән бәйләнеш бары матбуғат һәм радио аша. Рәшиттең шиғырҙарында ул ваҡытта әле халыҡ араһында таралмаған “робот”, “кибер” кеүек һүҙҙәр осрай, Гераклит һүҙҙәре эпиграф итеп алына. Былары, әлбиттә, айырым моменттар ғына. Назаров шиғриәтенең дөйөм рухы юғары ынтылышлы, киң ҡарашлы, тәрән фекерле. Ул иң ҡатмарлы фәлсәфи төшөнсәләр тураһында ла шиғри камиллыҡты, образдар гармонияһын юғалтмайынса тәбиғи һәм тапҡыр тел менән һөйләү оҫталығына эйә. Замандашына шағир бер мәл былай тип өндәшкәйне: Ғорур кеше! Яҙмыш ҡанатында Ашһаң да һин күккә, болотҡа, Атаң ерҙә һинең, әсәң ерҙә, Ер улыһың һин дә — онотма! Онотма һин: һөйгән ҡыҙың ерҙә... Дөрләһә лә ҙурлыҡ ҡаныңда, Һыу эсергә барыбер, бүркең һалып, Эйелерһең шишмә алдында. Иң ярһыу саҡтарында ла, иң уйсан мәлдәрендә лә Рәшит Назаров Салауаттарҙың уғы ҡаҙалған тыуған еренә тамырланып ижад итте. Уның “Бәхет” исемле шиғыры бына нисек башлана: Уралымдың баҫтым да ҡап уртаһына, Дүрт офоҡҡа ҡараным мин, Дүрт яғыма башым эйеп: “Ҡайҙа шатлыҡ, Бәхет?” — тиеп һораным мин. Был һорауға шиғырҙың аҙағында яуап былай табыла: Йөрәк ҡағып, ғәйрәт менән аҡтарҙым мин, Ҡалдырмайса өҫтө-аҫты... Һәм шул минут: “Беҙ — бәхет!” — тип минең алға Бар дүрт офоҡ килеп баҫты. Шағир ошо дүрт офоҡтоң һулышын тойоп, тыуған Башҡортостанының, сал Уралдың уҙғанынан һәм хәҙергеһенән илһам алып, уларҙы әллә күпме әҫәрҙәрендә мәңгеләштереп ҡалдырҙы. Рәшит Назаров шиғырҙарының барыһы ла ал да гөл, уларҙың һәммәһе лә ҡойоп ҡуйған өлгөләр тип әйтергә йыйынмайым. Араларында өйрәнсектәре, ҡараламаға оҡшаштары ла бар. Шағирға уларға кире әйләнеп ҡайтырға насип булмаған. Әммә бөйөк рәссамдарҙың һәр һыҙма-эскиздары ҡәҙерле булған һымаҡ, Рәшит Назаров ҡулы менән яҙылған һәр юл беҙҙең өсөн изге ҡомартҡы ул. “Тәүге йырҙы күптән, күптән яҙҙым, һуңғыһына әле йыраҡ, дуҫым”, — үҙенең бер шиғырын Рәшит бына ошолай башлап ебәргәйне. Киләсәккә өмөтө ҙур, ышанысы ныҡ ине, уға шикләнеп ҡарарға һис бер сәбәп юҡ ине. Ләкин бәхетһеҙлек күп ваҡыттағыса көтмәгәндә килде. 1963 йылдың аҙағында һалдатҡа алынған Рәшит Назаров 1966 йылдың яҙында ауырып китә һәм уны ауылына алып ҡайталар. Шунан һуң уның аңы-хәтере баштараҡ миҙгел-миҙгел асылып киткеләһә лә, ауырыуы көсәйгәндән-көсәйә, тәрәнәйгәндән-тәрәнәйә. Бына утыҙ йыл Рәшит Назаров зиһене-рухы менән донъянан, туғандарынан, йөрәгенең барлыҡ ялҡынын биргән шиғриәттән айырылып йәшәй, ғүмере махсус интернатта үтә. Был ауырыу ниндәйен даһи шағирға, тотош шиғриәткә оло бәхетһеҙлек алып килде, милләтебеҙҙең ҡайғыһына әйләнде. Бының сәбәптәрен кемгәлер япһарырға ашыҡмайыҡ. Гәрсә Рәшитте ауырыуы башланған сағында уҡ ҡотҡарыу юлдарын эҙләү өсөн Яҙыусылар союзының ул саҡтағы етәкселәре лә, Башҡортостан хөкүмәте лә бер сара ла күрмәгәнлеген яҡшы беләбеҙ. Заманында нәшриәт директоры булып йылдар буйы креслоһында ҡымшанмай ултырған, оҙаҡ ваҡыттар буйы Рәшит Назаровты диуана тип мәсхәрәләп, уның китабын сығармай тотҡан Нуртдинов тигән әҙәмдең дә шағир алдындағы гонаһын ярлыҡарлыҡ түгел. Больницаға ике тапҡыр барғаныбыҙҙа врачтар менән һөйләшкәндә улар төҙәлеүгә өмөт юҡ тип ҡат-ҡат әйткәйне. Әммә Өфө табиптарының әйткәне бер нәмә, ә донъяға танылған белгестәргә күрһәтеп ҡарау икенсе нәмә. Тәҡдир тигәндәре бына шулай аяуһыҙ шул, йондоҙ кеүек шәхестәрҙе лә ҡыҙғанып тормай. Шағирҙың “Йәшен” исемле китабына (Өфө, 1994) инеш һүҙендә Риф Мифтахов “Врачтар Рәшиткә ниндәй диагноз ҡуйғандарҙыр, ә мин уны “йән яныуы” тип атар инем”, — тип бик дөрөҫ әйтә. Ысынлап та, йән яныуы... Шиғриәт, ижад өсөн, матурлыҡ, гармония өсөн, тормоштоң бөйөклөгөн раҫлау өсөн шағир интеллектының туҡтауһыҙ титаник эшмәкәрлеге һәм шул иң юғары маҡсаттарға ынтылып, кешеләр менән генә түгел, илаһи көстәр менән, йыһан менән һөйләшеп йәшәгәндә иҫ китмәле көсөргәнешле рухи йәшәйештә зиһендең, күңелдең, йәндең яныуы... Бер булһын, берәгәйле булһын... Аҙ булһын, әммә алтын булһын... Бындай талаптар бигерәк тә ижадҡа ҡарата урынлы. Әммә таланттар һәм генийҙар бындай үлсәмдәр менән сикләнеп йәшәй алмай, улар бик йәшләй бар булмыштарын һайлаған маҡсаттарына ҡорбан итә. Лермонтов, Петефи, Туҡай, Бабич, Есенин... Уларҙың барыһы ла егерме менән утыҙ йәш араһында янып һәләк була йәки фажиғәле һәләк ителә, әммә ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә күпме аҫыл мираҫ ҡалдырып өлгөрә. Рәшит Назаровтың ижад ғүмере тағы ла ҡыҫҡараҡ: егерме бер-егерме ике йәшендә уның шиғриәт менән бәйләнеше бөтөнләйгә өҙөлә, гениаль шиғри шәхес, феноменаль фекер эйәһе мәңгелек изоляцияға дусар ителә. Уның шиғриәт йондоҙо яңы быуын кешеләрен һоҡландырып һаман да яҡтыраҡ янасаҡ, ә шул йондоҙҙо үҙенең йөрәк ялҡыны менән тоҡандырып бар иткән әүлиә йән эйәһе бына утыҙ йыл буйына рух һәм зиһен тотҡонлоғонда яфа сигә. “Бөгөн шиғриәт сафында булһа, Рәшит Назаров нимәләр генә яҙмаҫ ине!” — ҡайһы саҡта ирекһеҙҙән ошондай уйҙар тыуып ҡуя. Кем белә, бәлки, бөгөнгө рәхимһеҙ тормош уның саф намыҫын бигерәк оятһыҙ рәүештә талар ине. Хәҙер бит “Шиғыр яҙыр заманмы ни, аҡылдан яҙыр заман”. Ләкин нисек кенә булмаһын, беҙ барыбыҙ ҙа Рәшит Назаров алдында бурыслы булып ҡалабыҙ. Ул шиғриәт тип янып йәшәне, ҡабатланмаҫ таланты ошо изге юлда ҡорбан булды. Беҙ ошо шиғриәткә тоғро ҡалырға, Рәшит Назаров ижадын тупларға, һаҡларға, табылғандарҙың бөртөгөн дә юғалтмайынса киләсәккә еткерергә бурыслыбыҙ. Рәшит Назаровтың барлығы дүрт китабы баҫылып сыҡты. Шуларҙың икәүһе ярайһы ғына ҡалын күләмдә ҡаты тыш менән туҡһанынсы йылдарҙа донъя күрҙе. Шағирҙың мираҫын уҡыусыға еткереү буйынса Әсхәл Әхмәт-Хужа менән Риф Мифтахов бик ҙур, бик изге эш башҡарҙы. Ләкин Рәшиттең ижадын барлайһы ла барлайһы, тикшерәһе лә тикшерәһе әле. Ауырыған сағында шағир: “Ошолар ғына башыма етте” тип, архивындағы бик күп ҡағыҙҙарҙы тыуған йортонда мейескә яҡҡан. Йә хоҙай, ошо фажиғәне, ғүмере буйы йөрәгенән сыҡҡан шиғырҙарын утҡа яғыусы шағирҙың нимәләр кисергәнен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ! Беҙ быны бер ваҡытта ла аңлап бөтә алмаясаҡбыҙ. Ниндәй хазиналар көлгә әйләнде икән ул мейестә? Шағир ул ялҡында, бәлки, үҙенең һуңғы өмөттәрен, һуңғы хыялдарын яндырғандыр, мейестә ут һүнгәндә, бәлки Рәшиттең бөйөк зиһенендәге һуңғы балҡыштар ҙа һүнә барғандыр... Әсәһе туҡтатҡас һаҡланып ҡалған ҡулъяҙмалар ғына беҙгә килеп еткән. Ләкин уларҙың да байтаҡ өлөшө әле өйрәнелмәгән. Йәштәрҙән берәй фиҙаҡәр кеше ошо эшкә махсус тотонһон, был хазинаға ентекле байҡау, ғилми эҙләнеү үткәрһен ине. Рәшит Назаровтың шиғырҙарын башҡа телдәргә тәржемә итеү, донъя әҙәбиәте әйләнешенә индереү ҙә беҙҙең яуаплы бурысыбыҙ булып ҡала. 1962 йылдың октябрендәге йәш шағирҙар семинарында Рәшит Назаров шиғырҙары тураһында фекер алышҡанда ағайҙарҙан кемдер: “Рәшит Назаровта беҙҙең Рәшит Ниғмәти һәм Назар Нәжми тигән шәп шағирҙарыбыҙҙың исемдәре бергә ҡушылған, егет шуларға лайыҡлы булһын ине!” — тигәйне. Рәшит Назаров әлеге ике әҙиптең исеменә генә түгел, шағирҙың юғары вазифаһына, талантының оло миссияһына лайыҡлы булып, тоғро булып ҡалды. Салауат та, Рәшит Назаров та бер үк йәштә тиерлек тотҡонлоҡҡа дусар була: береһе каторгаға бикләнә, икенсеһенең зиһенен ҡараңғылыҡ сорнап ала. Бабич та уларҙан бер-ике йәшкә генә уҙып ирек өсөн көрәш юлында ҡыҙылдар тарафынан язалап үлтерелә. Әйтерһең дә улар был донъяға таланттары менән кешеләрҙе хайран итергә лә шунан һуң тиҙ арала, бәхетһеҙлеккә тарып, милләтте үкендерергә, хәсрәттәргә һалырға тыуған. Рәшит Назаров — шиғриәтебеҙҙең тантанаһы ла, фажиғәһе лә ул. Был даһи шәхес халҡыбыҙҙың рухи байлығын, һүҙ һәләтенең ни дәрәжәлә сағыу булыу мөмкинлектәрен егерме йәшендә балҡытып күрһәтә алды. Шағирҙың “Йәшен” исемле шиғыры тураһында әйткәйнем инде. Уның үҙен дә, сағыу талантын да йыш ҡына донъяны ҡапыл яҡтыртып-яңғыратып, күҙҙәрҙе сағылдырып атылған йәшенгә оҡшаталар, һуңғы китабы ла шулай аталған. Миңә Рәшит Назаров шиғриәте әллә ниндәй бейек ҡаянан ташланған сая шар-лама-ташҡынды хәтерләтә. Күңелем болоҡһоғанда, уйҙарымды уртаҡлашыр кешем булмағанда мин ошонда киләм. Ошо сафлыҡ һәм матурлыҡ донъяһында рухым яңынан ҡанатлана, иңдәремдән тормош ваҡлыҡтары йыуылып төшкәндәй була. Ғәйәт ярһыу ҙа, ғәжәп тыныс та был шарлама. Тамсыларында йәйғор уйнатып, тылсымлы йыры менән алыҫтарҙан арбап, кешеләрҙе киләсәктән үҙенә саҡырып тора. (Рауил Бикбаев) 1998 й.