Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Рәмзилә Хисаметдинова (1949-1996)

Рәмзилә Миңдеғәле ҡыҙы Хисаметдинова Башҡортостандың Учалы районының Сәфәр ауылында 1949 йылдың 28 майында колхозсы ғаиләһендә тыуа.

1966 йылда тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, шул мәктәптең интернатында тәрбиәсе булып эшләй башлай. 1970 — 1975 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты студенткаһы. Институтты бөтөрөп сыҡҡас, тыуған районының Юлдаш, Сәфәр ауылы мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусы булып эшләй. Артабан Салауат районы Малаяҙ урта мәктәбендә уҡыта.

Рәмзилә Хисаметдинованың шиғырҙары республика матбуғаты биттәрендә 1965 йылдан күренә башлай. “Бүләгем” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1975 йыл донъя күрә. 1981 йылда “Ирәмәл ҡыҙы” тигән поэтик китабы сыға. Артабан “Әсә һүҙе”, “Ирәмәл ҡыҙҙары” тигән, шулай уҡ башҡа китаптарында уның таланты сағыу асылды.

Рәмзилә Хисаметдинованың поэзияһы китап уҡыусыларҙы баштан уҡ донъяны үҙенсә шиғри асырға ынтылышы, хистәренең ихласлығы һәм тәбиғилеге, поэтик теленең образлылығы менән үҙенә йәлеп итте. Шағирә үҙ тиҫтерҙәренең, хәҙерге йәштәрҙең хыялдарын, уй-тойғоларын тасуирлауға ныҡ иғтибар итә. Поэтик жанр, формалар өлкәһендәге эҙләнеүҙәре, табыштары ҡыҙыҡлы.

1984 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.