Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Рәми Ғарипов (1932-1977)

Рәми Йәгәфәр улы Гарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә.

Урта мәктәпте тамамлап сыҡҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса, 1950 йылда Мәскәүгә барып, А. М Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға керә.

Мәскәүҙә юғары белем алып ҡайтҡас, Рәми Ғарипов 1955 йылдан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй башлай. Бер ни тиклем ваҡыт ул Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп ала.

1959 йылда ул тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. “Йүрүҙән” колхозында һәм “Һарғамыш” совхозында ул өс йыл комскомитет секретары һәм Салауат район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Аҙаҡ ул яңынан “Совет Башҡортостаны” гәзитенең әҙәби сотруднигы була. Байтаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яуаплы секретары вазифаһын башҡара.

Рәми Ғариповтың шиғырҙар яҙыуы Арҡауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ башлана, ә Өфөлә 9-сы мәктәптә уҡығанда әҙәби түңәрәктә актив ҡатнашыу, кисәләрҙә яҙыусылар менән осрашыу, консультациялар алыу уның ижадын йәнләндереп ебәрә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыу уға ижад эшенә яуаплы ҡарарға һәм сәнғәт нигеҙҙәрен тәрән белергә өйрәтә.

Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре— 1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылған “Ленин” тигән шиғыры. Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы — “Йүрүҙән” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыға һәм матбуғатта ыңғай баһа алды. Шулай ҙа уның шағир булараҡ формалаша барыуын 1958 йылда сыҡҡан “Таш сәскә” исемле шиғырҙар йыйынтығы асыҡ күрһәтә. Уның поэзияһы өсөн тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул, нисектер, талғын бер сабырлыҡ менән аға. Тормоштағыса моңло һағышҡа мул ул поэзия.

Институт аудиторияларынан, нәшриәт, редакция бүлмәләренән һуң, колхоз ҡырҙарында эшләү ҙә Рәми Ғарипов поэзияһына күп нәмә бирҙе, шағир өсөн үҙе бер ҙур тормош мәктәбе булып әүерелде. Китаптан китапҡа уның поэзияһында халыҡтың тормош һәм ижад тәжрибәһенә нигеҙләнгән философик лирика, халыҡсан юмор көсәйә.

Тормоштоң айышы, йәшәү мәғәнәһе, заман һулышы менән бәйле мотивтар нығына, поэтикаһы халыҡсан тасуирҙар менән байыға. Рәми Ғариповтың ҡобайыр формаһына мөрәжәғәт итеүе лә һис осраҡлы түгел. Ул башҡорт халыҡ поэзияһының фекер тәрәнлеге, мәғәнә теүәллеге, форма камиллығы кеүек иң яҡшы сифаттарынан ижади өйрәнә һәм үҙ шиғырҙарында шуларҙы яңыса — новаторҙарса үҫтереү хәстәрлеген күрә.

Рәми Ғарипов — үҙ ижадына ла, ҡәләмдәштәре ижадына ла ғәжәп талапсан кеше ине. Ошо талапсанлыҡ һәм ижадҡа хәстәрле, ентекле ҡараш уның әҙәбиәт хаҡында һәм йәш шағирҙар тураһында яҙған мәҡәләләрендә ярылып ята.

Рәми Ғариповтың ижади уңыштары художестволы тәржемәлә лә айырым асыҡ. Ул Пушкиндән, Лермомтовтан, Гейненан, Рудакиҙан, Ғүмәр Хәйямдан, Хетагуровтан, Абайҙан, Блоктан, Есениндан, Рәсүл Ғамзатовтан һ. б. һүҙ оҫталарынан поэзия өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итте. Бынан тыш Иван Франконың, А. Твардовскийҙың әҫәрҙәре, Рәсүл Ғамзатовтың байтаҡ шиғырҙары уның тәржемәһендә башҡортса сыҡты. “Ғөмүмән, әҙәби тәржемә эшен мин үҙебеҙҙең милли культура үҫеше өсөн иң кәрәкле эштәрҙең береһе тип һанайым һәм был эште ахырғаса дауам итәсәкмен”,— тип яҙҙы был хаҡта Рәми Ғарипов үҙе.

Рәми Ғарипов 1977 йылда Өфөлә вафат булды. 1988 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге премия (үлгәндән һуң) бирелде.

Әҙип Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән оло исемгә лайыҡ булды.

БАЛҠЫП ЯНА ҒОРУР НАМЫҪЫ Рәми Ғарипов йәшләй вафат булды. Ҡыҫҡа ғүмерендә бөтә көсөн, талантын ижади эшкә бирҙе. Үҙенә генә хас булған ғәжәп бай телдә, ҙур яуаплы проблемалар ҡуйып яҙҙы. Рәмиҙең әҫәрҙәрендә халыҡ, уның тормошо, көнкүреше, халыҡтың моңо, тыуған ере, тарихы, тәбиғәте сағылыш тапты. Белһәң икән йондоҙҙарҙың телен, Мәңгелеккә улар ни һөйләй? Белһәң икән тулҡындарҙың телен, Ярҙарына улар ни көйләй?.. Был тулҡындар, ярҙы һөйә-һөйә, Наҙҙы, тиме, беҙҙән алығыҙ? Япраҡтар ҙа, беҙҙең кеүек күркәм Булһын, тиме, ғүмер яҙығыҙ?.. Рәми ауыл, ундағы хеҙмәт, эшсән халыҡ тураһында яҙҙы, дөрөҫлөк өсөн, халыҡ өсөн, ғәҙеллек өсөн көрәште. Намыҫын данға алмаштырмай, үткер һүҙен әйтте, шуға күрә лә дошмандары, яла яғыусылар, шағирға ярлыҡ тағыусылар күп булды. Бигерәк тә түрәләр араһында. Шағирҙың йөрәгенә был ғәҙелһеҙлектәр таш булып ултырҙы, ул түҙҙе. Ләкин түҙеүҙең дә сиге бар бит. Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин, Янған өсөн яла яғылыр. Ялған һыйыныр ер булмаһа ла, Яласылар әле табылыр. Тик намыҫты данға алыштырмам, Юҡ, алданмам арзан даныма. Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап, Ҡәләмемде манып ҡаныма. Һәр нәмәне халҡым зиһене менән, Халҡым күҙе менән күрермен. Әгәр кәрәк булһа, илем, телем өсөн Ғәзиз ғүмеремде бирермен. Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин! Маҡсатымдың иң, иң алыҫын Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә Балҡып яныр ғорур намыҫым! Бындай һүҙҙәр тик батыр йөрәгенән генә сығыр, тик көслө, намыҫлы кеше генә бындайҙы әйтә алыр. Рәми нәҡ шундай булды. Уның өсөн туған тел, һүҙ һәм уның байлығы бер-береһе менән бәйле, уларҙы айырып булмай. Рәмиҙең һүҙ өҫтөндә эшләүе — ул туған телде байытыу, туған телде күтәреү тигән һүҙ. Ул туған телен яратты, уның өсөн көрәште, уның башҡа халыҡтың теле кеүек бай, моңло булыуын, көслө һәм яғымлы яңғырауын әйтте. Мин халҡымдың сәскә күңеленән, Бал ҡортондай, ынйы йыямын, Йыямын да — йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телем кәм түгел. Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер тик уны кәм күңел! Рәми, башланғыс һәм урта кластарҙы тыуған ауылында тамамлап, һигеҙенсе класты Өфөнөң 9-сы башҡорт урта мәктәбендә уҡый башланы. Ә мин 1945 — 1950 йылдарҙа шул уҡ мәктәптә 8 — 10-сы кластарҙа рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыттым, завуч булып эшләнем, ә 1947 — 1948 уҡыу йылында директор вазифаһын үтәнем. Минең Рәми менән яҡынлап танышыуым ошо мәктәптә башланды. Ул Мәскәүҙә Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡығанда, мин Мәскәүҙә аспирантурала уҡый инем. Шуға күрә беҙ Мәскәүҙә лә йыш ҡына осрашып торҙоҡ. Рәмиҙең йәшлеге, шәхес булып өлгөрөүе минең күҙ алдымда үтте. Ул яғымлы, аҙ һүҙле, тәрән уйлы, алдауҙы-юлдауҙы белмәй, тик тураһын, дөрөҫөн генә һөйләргә өйрәнгән. Ҡыҙҙар кеүек матур итеп йылмая. Йылмайыуынан эске тойғоһо, изге уйҙары нур булып тирә-яҡҡа һибелә төҫлө. Рәми яҡшы уҡырға тырыша, ғүмеренең бер генә минутын да әрәм итмәй. Күп уҡый торғайны. Оҡшаған урындарын китаптан күсереп ала, һүҙлек өҫтөндә эшләй, үҙ фекерен белдерә. Мин Рәмиҙең үҙенсәлекле уҡыусы икәнен тиҙ аңланым. Миңә уның һүҙ өҫтөндә эшләүе, мәҡәл, әйтемдәр йыйыуы оҡшай торғайны. Дәрескә һәр саҡ әҙерләнеп килә, ләкин ҡул күтәреп үҙенең белгәнен күрһәтергә ашыҡмай. Һорау ҡуйһаң, һораһаң, ашыҡмай ғына төплө яуап бирә. Рус теле дәрестәрендә, һәр ҡағиҙәгә әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр йәки шиғырҙарҙан миҫал килтереп, рус теленең үҙенсәлектәрен аңлата. Дәрестә төрлө алымдар ҡулланам, 4 — 5 уҡыусынан һорарға өлгөрәм: береһенә — яҙма эш, икенсеһенә — таҡтала эшләргә, өсөнсөһөнә — карточка бирәм, дүртенсеһенә телдән һөйләргә ҡушам. Рәмиҙең күбеһенсә яҙма эште башҡарырға яратҡанын беләм, шуға уға яҙма эш бирергә тырышам. Шул уҡ ваҡытта һәр дәрестә балаларҙың һүҙлеген байытыу маҡсаты ла ҡуйыла (дәрестә 7 — 8 яңы һүҙ). Рәми һәр яңы һүҙҙең мәғәнәһен, әйтелешен, яҙылышын ныҡышып өйрәнеп, үҙенең һүҙлегенә йәки дәфтәренә яҙыр ине. Бына шулай, К. Насыри әйтмешләй, Рәми һүҙҙе сүпләп йыя. Буш һауытҡа еләк йыйып, кискә уны тултырып өйгә ҡайтҡан кеүек! Әҙәбиәт дәрестәрендә Рәми минең һөйләгәнде йотлоғоп тыңлай, һүҙҙең серенә төшөнөп, яҙыусыларҙың уны оҫта файҙаланыуҙарына иғтибар итә. Шуға үҙенең дә яҙма теле ифрат бай, тасуирлы. 40-сы йылдарҙа уҡыусылар өсөн хәҙерге кеүек һүҙлектәр юҡ ине. Беҙ, ул заман уҡытыусылары, үҙебеҙ һүҙлек төҙөйбөҙ. Йәнә Рәмиҙең, үҙ фекерен әйтеп, А. Н. Островскийҙың "Гроза" драмаһы буйынса Катерина образы, Н. Г. Чернышевскийҙың "Что делать?" романы буйынса Рахметов образы, Н. Островскийҙың "Как закалялась сталь" әҫәре буйынса Павел Корчагин тураһында яҙған иншаларын әле булһа хәтерләйем. Ул Рахметов кеүек үҙен физик яҡтан сыныҡтырырға тырышты. Иптәштәре Рәмиҙе "Рахметов" тип йөрөтә башланы. Мәктәптә уҡығанда ҡулъяҙма әҙәби альманах сығарыла торғайны. Был эшкә йән биреүсе, мәҡәлә яҙыусы, редакторлыҡ эшен башҡарыусы Рәми булды. Ул эпиграммалар, фельетондар яҙа, иптәштәренең шиғырҙарын да төҙәтә. Шул уҡ Рәми әҙәби түңәрәктең "Туған тел" гәзитен сығара. Ә ҡулъяҙма журналын "Сигнал" тип атанылар. Рәми мәктәптә башҡа эштәр ҙә башҡара. Детдомда — детсовет председателе, бүлмәлә — староста, класта — комсорг, "Йәш гвардия" мәктәп гәзите редакторы, әҙәбиәт түңәрәгенең етәксеһе, "Сигнал" ҡулъяҙма журналының редакторы. Өҫтәүенә, тарих уҡытыусыһы тарих түңәрәгенең дә гәзитен сығарырға ҡуша. Рәми — спортсы ла. Иртә менән малайҙарҙы зарядкаға алып сыға. IX класта уҡығанда аэроклубҡа йөрөнө. Төндәрен уҡый һәм яҙа. Кочегарға кереп ала ла... Рус теле һәм әҙәбиәте Рәмиҙе ижади кеше итеп формалаштырыуҙа ҙур урын тотто. А. С. Пушкин, М. Ю. Лермонтов, Н. В. Гоголь, И. С. Тургенев, А. Н. Островский, Н. Г. Чернышевский, Н. А. Добролюбов, М. Горький, В. Маяковский, А. Блок, А. П. Чехов, А. Фадеев, М. Шолохов һәм башҡа һүҙ оҫталары Рәмиҙең иң яҡын, яратҡан яҙыусылары булды. Был яҙыусыларҙың әҫәрҙәре Рәмигә иҫ киткес тәьҫир итә ине. 8-се класта уҡығанда уҡ М. Горькийҙың "Әҙәбиәт тураһында" тигән китабын уҡыны, уны бөтә яҙыусыларҙан да юғары ҡуйҙы. "Мин хәҙер үлгәнсегә тиклем Горький менән бергә! Ул минең күҙҙәремде донъяға асты, ул миңә иң беренсе кеше булып кеше тураһында һөйләне", — тип яҙҙы ул. 1949 — 1950 уҡыу йылында йәйге ял ваҡытында, миңә әйтмәй, Өфөлә бул-мауымдан файҙаланып, халыҡ мәғарифы комиссары С. Р. Әлибаев мине Өфө ҡалаһының 2-се мәктәбенә күсереп ҡуйған. Ә 9-сы мәктәптә минең ике унынсы класта рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытырға йәш уҡытыусыға ҡушҡандар. Уҡыу йылы башланғас, унынсы класс уҡыусылары ризаһыҙлыҡ белдерә. Мине кире 9-сы мәктәпкә ҡайтарыуҙы һәм унда унынсы кластарҙы уҡытыуҙы дауам итеүемде талап итәләр. Мин йыл буйы 9-сы башҡорт мәктәбенә барып уҡытып йөрөнөм. Мәктәпте тамамлаған йылында гәзиттәрҙә Рәмиҙең шиғырҙары ла күренә башланы. Мәҫәлән, 1950 йылда "Ҡыҙыл таң" гәзитендә баҫылған "Тыныслыҡ мар-шы"н ул миңә бүләк итте. Рәми мәктәп йылдарында уҡ халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһына торғайны. Айырым дәфтәргә рус халыҡ мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын яҙып бара. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡығанда ул йәй райондар буйынса йөрөп халыҡ ижадын йыйҙы. 1952 йылдың июль һәм август айҙарында Баймаҡ районында булып, оло йәштәге бабайҙарҙың һөйләүе буйынса Салауат һәм Брагин ташы тураһында легендалар яҙып ала. Бөрйән районында "Күҫәк бей"ҙе (Бөрйән тарихы тураһында легенданы) яҙып ала. Халыҡ ижадын йыйыуға ул туғандарын, таныштарын йәлеп итә. Уларға халыҡ ижадының тәрбиәүи йоғонтоһон аңлата, был эшкә уҡыусыларҙы йәлеп итергә ҡуша. Фольклорҙы белеү — ул халыҡты белеү тигән һүҙ. Халыҡ үҙенең тапҡыр, үткер теле менән быуаттар буйы дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек, бәхет өсөн көрәшкән. Халыҡ ижады — ул халыҡтың аҡылы. Быны Рәми бик яҡшы аңлай, шуға күрә лә халыҡ ижадын, уның тормошон ныҡ өйрәнә. Был байлыҡ уға кәрәк, Рәми өсөн халыҡ ижады — һүҙ туплау сығанағы ла. Рәми үҙен ҙур ижади эшкә әҙерләү осоронда рус әҙәбиәтенән башҡа бүтән халыҡтарҙың да әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына, уларҙан һүҙ оҫталығына өйрәнә. Ул бигерәк тә туғандаш татар яҙыусыларының ижадын яҡын күрә. Ғ. Туҡай — уның иң һөйгән шағиры. Ул шулай уҡ Ғ. Ибраһимовты, Һ. Таҡташты, Ғ. Кәмалды, Ә. Фәйзиҙе уҡый. Мәскәүҙә уҡығанда бүтән халыҡтар әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына. "Беҙҙең институт үҙ баштары менән уйлай торған әҙәбиәтселәр үҫтерә. Казарянға ҡарайһың да әрмән әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынаһың, Арнольд Тамм менән беҙ беренсе курстан уҡ фекерҙәштәр. Эстон халҡын уның аша күрергә теләйем. Ул үҙ халҡының бөтә яҡшы сифаттарын үҙендә туплаған, үҙаллы фекер йөрөтә! Зубаревты тыңлау һәр саҡ ҡыҙыҡ", — тип теркәй ул көндәлектәрендә. Рәми саф, эскерһеҙ, олоно оло итә белә. Рафаэль Сафин, Рәйес Низамов кеүек беренсе курста уҡый башлаған иптәштәренә (үҙе өсөнсө курста уҡый) ысын күңелдән ярҙам итә. Рәми үҙенән оло яҙыусыларҙан өйрәнергә ынтыла, кәңәштәрен иғтибар менән тыңлай. Рәшит Ниғмәтиҙе, Мостай Кәримде бик ҙурлай, хөрмәт күрһәтә. Мостай Кәримгә һәр саҡ яратып, оло итеп "Мостафа ағай" тип өндәшә. Рәмиҙең дуҫтары күп, улар менән, шул иҫәптән ҡыҙҙар менән дә, хат яҙышырға ярата. Уның хаттары эстәлекле, унда ниндәй ҙә булһа берәй проблема ҡуйыла. Шуны ашыҡмай, яйлап кәңәш итеү формаһында хәл итә. Ул үҙенең ҡыҫҡа ғүмерендә бер кешене лә рәнйетмәгәндер. Ул ояла белә ине. Уны Өфөлә ике-өс тапҡыр ҡулында папирос менән осратҡыланым. Ҡыҙҙар шикелле ҡыҙарып, уңайһыҙланып, папиросын күрһәтмәҫкә тырышҡан була, мин һүҙҙе ҡыҫҡа тотоп, тиҙ арала хушлашып китеү яғын ҡарайым. "Рәми, кеҫәңде яндырма", — тинем... Мәскәүҙә аспирантурала уҡығанда яҡташтар һәм үҙемдең уҡыусыларым менән, шул иҫәптән Рәми Ғарипов, Әсғәт Ашрапов, Әкрәм Закиров, Ғайса Хөсәйенов менән осрашып торам. Үҙебеҙҙең башҡорт мәктәбен уҡып бөтөп, Мәскәүҙә Ленин исемендәге педагогия институтында уҡыған Рәғиҙәнең туйында булдым. Унда Рәми ҙә бар ине. Рәми һәм Флүрә Хәмитова аҙаҡ мине оҙатып ҡуйҙы. Рәми: "Бына инде уҡыусыларығыҙҙың да туйҙары башланды", — тине. Мин уға: "Инде сират һинеке, Рәми", — тинем. 1952 йыл, декабрь. Рәми мине тыуған көнөм менән ҡотларға тип ятаҡҡа килгәйне. Баллап сәй эстек. Рәми йәй райондарҙа йыйған фольклор материалдары тураһында һөйләне, "Орсоҡ", "Ғүмәров", "Йәтим ҡыҙ меҫкен Хәтирә", "Шаһибәрәк" йырҙарын илһамланып уҡыны. Мин Рәмиҙең иҫ киткес матур уҡыуына, тел байлығына һоҡланып, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланым. Һиңә проза яҙырға кәрәк, тинем Рәмигә. Беҙҙең был осрашыуҙы Рәми үҙенең көндәлегендә лә яҙған. Бына шунан өҙөк: "Ниндәй ҡыҙыҡ тормош: әле генә мин уның дәрестәрен тыңлап ултыра инем. Ярата һәм бер аҙ ҡурҡа ла инем. Ә бөгөн апай менән ҡусты кеүекбеҙ". Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыған йылдарында Рәми Надя (Надежда Васильевна) менән таныша. Йыш ҡына осрашалар. Рәми уларҙың өйҙәренә лә барып йөрөй. Надя оҙон ҡара сәсле, ҙур күҙле, оҙон керпекле. Рәми менән Надя араһындағы мөнәсәбәт тәрән мөхәббәткә әйләнә. Тел башҡалығы ла, белем башҡалығы ла кәртә була алмай. Рәми үҙенең ғаилә ҡороуына, өйләнеүенә сикһеҙ шат. Уның ҡысҡыраһы, йырлайһы килә. Надя ла йырларға ярата, аҙаҡ ул башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Уларҙың беренсе балалары тыуа. Уға исем алдан уҡ әҙерләнгән. Рәми малайы менән ғорурлана. Уға бағышлап шиғырҙар яҙа. Институтты тамамлағас, Өфөгә ҡайта һәм "Совет Башҡортостаны" гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшкә тотона. Етмәһә, гәзиттең комсомол ойошмаһы секретары ла. Эште нимәнән башларға? Әммә ул тәүге көндәрҙән үк төрлө ҡаршылыҡтарға, формализмға осрай. 1957 йылдың февраль айынан ул — Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор. Эш оҡшай. "Мин эште минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип эшләй белмәйем. Ҡулдарым да бармай, намыҫым да ҡушмай. Үҙ эшемә теләһә кемдең ҡулын да тыҡтыраһым килмәй. Эште еренә еткереп, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп эшләйһем килә", — тип яҙа ул көндәлектәрендә. Ләкин редакцияла гел генә уның менән иҫәпләшеп бармайҙар. Рәми күп эшләй, ләкин тормошто алып барыу, ғаиләне ҡарау ауыр, аҡса етмәй, йыш ҡына ҡатынының: "Рәми, аҡса бөттө, икмәк алырға ла етмәй", — тигән һүҙҙәре тәрән уйға һала. Тағы кемдән булһа ла аҡса һорарға, кемгәлер теләнселәп барырға! Иң борсоғаны — фатир булмау, түләп кешелә тороу, ғаиләнең артыуы — барыһы ла бер хәл итә алмаҫ төйөнгә әйләнә. Тура һүҙле шағир башҡорт халҡы өсөн, уның теле өсөн көрәште, теле менән ғорурланды. Түрәләр иһә шағирға милләтсе исеме таҡты, әҫәрҙәрен баҫмай аптыратты, ә һуңынан бөтөнләй эшһеҙ ҡалдырҙы. Миңә лә, Рәмигә ярҙам итеү йөҙөнән, обкомға барырға тура килде, тик мөрәжәғәт һүҙем, үтенесем яуапһыҙ ҡалды. "Башҡортостан ҡыҙы" журналында эшләгәндә, Рәми баҫманың сифатын күтәрергә, телен, биҙәлешен яҡшыртырға тырышты. Күрмәнеләр. Ә Рәми һаман уҡыны, эҙләнде, дөрөҫлөккә ынтылды һәм ошо юлда янды. Иртә китте ул. Ә тормошто ҡайһылай һөйә ине! Үҙ-үҙен аямай көнө-төнө эшләне. Үҙе яҙған, оҫта тәржемә иткән ижад емештәре том-том мираҫ булып ҡалды... Рәми үҙенең данға күтәрелеүен күрмәне. Үлгәндән һуң тиҫтә йылдар үткәс кенә, ижады тулыһынса халыҡҡа барып етте. Шиғриәт донъяһы, шиғыр һөйөүселәр талабы менән Рәми ижады Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды, уға "Башҡортостандың халыҡ шағиры" исеме бирелде. (Мөсәлиә Хәйруллина) 2002 й.