Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Рамазан Өмөтбаев (1924—1997)

Рамазан Ғимран улы Өмөтбаев 1924 йылдың 7 апрелендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға тыуған. Атаһы Өмөтбаев Ғимран Троицкиҙағы атаҡлы Зәйнулла ишандың "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә белем алған.

Атаһының белемгә, яңылыҡҡа ынтылышы Р. Өмөтбаевҡа ла күсә. Ләкин етешмәгән тормош Рамазанды бик иртә эшкә егелергә мәжбүр итә. Р. Өмөтбаев ун өс йәшкә сыҡҡанда Әлмөхәмәт МТС-ы контораһына эш ҡағыҙҙарын күсереп яҙыусы булып эшкә төшә. Ошо уҡ йылдарҙа колхозда йылҡы көтөүсеһе булып та эшләй.

1941 йылда Р. Өмөтбаев Баймаҡ баҡыр иретеү заводында торф ҡырҡыусы булып эшләй башлай. Шул йылдың көҙөндә урта мәктәпте Маҡтау грамотаһы менән тамамлай һәм Магнитогорск тау-металлургия институтына имтиханһыҙ ҡабул ителә. Ләкин һуғыш сығып китеү арҡаһында, 1941 йылдың аҙағында, Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

Һуғыштан ҡайтҡас, Р. Өмөтбаев Баймаҡ районына эшкә килә. 1946 — 1947 йылдарҙа Сибай руднигында комскомитет секретары булып эшләп йөрөгән сағында ВКП(б)-ның Баймаҡ райкомына эшкә күсә. Бында инструкторҙан беренсе секретарға тиклем хеҙмәт юлын үтә.

1960 йылда Р. Өмөтбаев КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетына эшкә үрләтелә. 1967 йылдың баштарында Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитетының Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлап, иҡтисад фәндәре кандидаты дәрәжәһен яулағандан һуң, Башҡортостан Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары итеп эшкә ҡайтарыла. Был вазифаны туғыҙ йылға яҡын башҡара. Р. Өмөтбаевтың һуңғы эшләгән урыны — республиканың Дәүләт кинофикация комитеты рәйесе.

Р. Өмөтбаев күп кенә орден-миҙалдар, шул иҫәптән Ленин ордены, СССР Халыҡ хужалығы күргәҙмәһенең алтын, көмөш, бронза миҙалдары менән бүләкләнә. Рәсәй мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре исемдәренә лайыҡ була.

Р. Өмөтбаев эшләү осоронда сәйәси-иҡтисадҡа арналған биш китап сығарҙы. Тәүге ижад емеше булып 1984 йылда "Ағиҙел" журналында баҫылған "Сиҙәм яҙы" тигән документаль повесы тора. Бынан тыш ошо йылдарҙа егермегә яҡын хикәйә, новеллалар яҙҙы, улар төрлө гәзит-журналдарҙа донъя күрҙе, ләкин бер өлөшө генә "Һылыубикә әбей" тигән китапта нәшер ителде. 1993 йылда "Ысыҡтан эйелә ҡылған", 1995 йылда урыҫ телендә "Баймаҡ баҡыр иретеү заводы тарих киҫелештәрендә" исемле китаптар сығарҙы. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә "Генерал Күсимов" исемле документаль әҫәр яҙҙы.