Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Рафаэль Сафин (1932)

Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафин 1932 йылдың 16 февралендә Башҡортостандың Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында тыуа. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, 1947 йылда Өфөгә килеп, музыка училищеһына уҡырға инә. Өфөлә 9-сы һанлы интернат-мәктәптә тәрбиәләнә. 1952 йылда училищены тамамлап сыҡҡас, Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында юғары белем ала. Өфөгә ҡайтҡас, 1957 — 1961 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитендә, 1962 — 1972 йылдарҙа “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләй. 1973 — 1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, ә 1993 — 1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй.

Рафаэль Сафиндың тәүге шиғырҙары 1950 йылда баҫыла башлай. 1956 йылда “Тормош ҡушыуы” тигән беренсе китабы донъя күрә. Артабан “Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе” (1960), “Ышаныс” (1964), “Һоҡланыу” (1967), “Шиғырҙар” (1969), “Летят журавли” (1969), “Аҡ моңдар” (1977), “Яҙҙар көтәм” (1981), “Күңелем йондоҙҙары” (1992), Мәскәүҙә “Весна на Юрюзани” (1961), “Акбузат” (1970), “Белая музыка” (1977), “Ут эсендә бейеү” (1998) китаптары сыға.

Рафаэль Сафин поэзияһына тормош хаҡында тәрән уйланыу, борсолоу хас. “Ышаныс” тигән поэмаһы, “Икмәк тәме” тибындағы шиғырҙары тормош, кешеләр хаҡындағы уйланыуҙарын көслө пафос менән еткерәләр, китап уҡыусыны ла уйландырырға, хисләндерергә мәжбүр итәләр.

Рафаэль Сафин донъя йәме, йәшәү күрке, кешенең гүзәллеге хаҡында шиғырҙа һүҙ алып барыу менән генә ҡәнәғәтләнмәгәндәй, публицистикаға ла мөрәжәғәт итә. Шундай мәҡәләләре араһынан “Матурлыҡ”, “Шулай яратылған кеше”, “Кем ғәйепле?”, “Матурлыҡ йолаһы”, “Иғтибар” кеүектәрен күрһәтергә мөмкин.

Етмешенсе йылдарҙан башлап Рафаэль Сафин драматургия өлкәһендә күберәк эшләне. Ул “Йәнбикә”, “Тилекәй”, “Ғәзизәкәй балдыҙ”, “Ҡыр ҡаҙҙары” тигән пьесалар яҙҙы.

Рафаэль Сафин әҙәби тәнҡит мәҡәләләре менән дә йыш ҡына сығыш яһай, тәржемә өлкәһендә лә эшләй.

1962 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

РАФАЭЛЬ САФИН ИЖАДЫ Селтер-селтер... Был шулай йылдың һәр миҙгелендә тирә-яғында йәм-йәшел үлән күпереп үҫкән моңло шишмә йырлай. Ул тауҙар ҡуйынына һыйынып ултырған ауылдың ҡап уртаһынан сылтырап ағып, һылыу Әй йылғаһына барып ҡоя. Тәме генә ни тора! Усыңа һалып бер уртлаһаң, үҙеңдә ниндәйҙер көс-ғәйрәт өҫтәлгәнен тояһың. Йәмле лә һуң Ҡыйғы яҡтары! Ана, тымыҡ ҡына ағып ятҡан Әй буйындағы мөһабәт Ыласынташ ҡаяһы. Ул, әкиәттәге баһадир һымаҡ, ғорур ҡарашын алыҫ-алыҫтарға төбәгән. Салғыйында иркәләнеп үҫкән һомғол ҡайындар һылыу ҡыҙҙар һымаҡ, мөләйем генә йылмая. Күрәһең, үҙҙәренә генә хас сере барҙыр! Уң яҡ яурынына йәш бөркөт килеп ҡунаҡлағас, ҡаяның уйҙары ҡапыл таралды. Ниндәй хәбәрҙәр алып килде икән бөркөт?!. Моғайын да, изгеһелер. Бынан байтаҡ йылдар элек тә улар: “Һөйөнсө, һөйөнсө!” — тип алыҫ-алыҫтан һауа ярып саңҡаҡлап килгән ине. Һөйөнсө!!! Ошондай хозур, бай тәбиғәтле төйәктә 1932 йылдың февраль айында Әхмәтсафа ағай ғаиләһендә ир бала донъяға килә. Муйылдай сөм-ҡара күҙле сабыйҙы ҡулына алған кендек инәй: “Собханалла, был бала бигерәк сәйер ҙабаһа, илағандан һуң, йылмайып та алды”, — ти кинәнеп. Сәйер йән эйәһе — буласаҡ шағирға аҡ биләүҙәргә биләнгән мәлдәрҙән алып тормоштоң әсәһен-сөсөһөн татырға тура килә. “Мин тыуған йылдарҙа, — тип яҙа аҙаҡ үҙенең бер хәтирәһендә Рафаэль Сафин, — илдә аслыҡ булғанлығы билдәле. Был ҡот осҡос афәттән ауылыбыҙҙа күпләп кешеләр ҡырылған. Мин донъяға килеп, оҙаҡ та үтмәй, атайым балаларын (минән башҡа йәнә “дүрт тамаҡ”) туйындырыу хәстәрлеге менән Силәбе өлкәһенең Сулея станцияһы аша Златоуст ҡалаһына эш эҙләп китеп барған. Имсәк балаһына, йәғни миңә, имеҙергә һөтө булмаған әсәйем бер аҙҙан мине күтәреп, атайым артынан юлланған. Уларҙы бында ла туҡлыҡ көтөп тормаған. Атай иртә таңдан алып ҡараңғыға саҡлы эштә йөрөгән, әсәйем сабыйын күтәреп, көндәр буйына икмәк һатҡан ерҙә сиратта баҫып торған. Йыш ҡына фатирға буш ҡул менән ҡайтып инер булған ул. Имеҙергә һөтө булмаған әсәйемдең ҡосағында илағанмын. Ләкин ул йыуатыуҙан башҡа бер ни ҙә ҡыла алмаған. Берҙән-бер көндө сиратта тороп хәлдән тайған әсәйем Златоуст быуаһына килеп, ас балаһын аслыҡтан ҡотолдормаҡ булып, мәкегә ташларға ниәтләнгән. Күңеле менән хәл итһә лә, уның ҡулдары ҡарыулашҡан. Фатирға ҡайтып, был хәлде атайға һөйләгәс, ул бик ҡаты асыуланған. Шулай итеп, мин тере ҡалғанмын...” Рафаэлдың бала сағы һәм үҫмер йылдары, башлыса, тыуған ауылы — Йыланлыла уҙа. Уның кескәй мәлдәрен “Ыласынташ” тип исемләнгән әҫәре аша күҙалларға мөмкин: бына ялан аяҡ йүгереп уйнап йөрөгән шуҡ ауыл малайы. Ул, берсә һылыу Әй йылғаһы ағышын күҙәтә. Берсә шомло ла, серле лә булып тойолған Ыласынташ ҡаяһына текләп тәрән уйҙарға сума. Йә иһә шул ҡая башына менеп, тирә-яҡҡа күҙ ташлап, бөркөт булып осорға хыяллана. Ғөмүмән, шағир бәләкәйҙән үк тыуған яҡтарының хозур тәбиғәтенә, донъяның матурлығына, йыр-моңдарға ғашиҡ булып үҫә. Уның әсәһе Ғилминур апай халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған. Һәм үҙе лә көйҙәр сығарған. “Әсәйем минең тегенсе ине, — тип яҙа шағир артабан үҙенең хәтирәһендә, — колхоз эшенән арып ҡайтып, балаларын ашатып, йоҡларға һала. Ә үҙе тегенергә ултыра. Йоҡо аралаш “Зингер” машинаһының зыңғырҙап әйләнгәнен, һәм әсәйемдең әкрен генә йырҙар йырлағанын тыңларға ярата инем. Уның ятып йоҡлағанын иҫләмәйем. Беҙ әүем баҙарына киткәндә лә, иртән уянғанда ла ул шул “Зингер”ҙы әйләндереп-әйләндереп көйләп ултырыр ине...” Эйе, Рафаэлдың күңеленә тәүге шиғри орлоҡ һибеүселәрҙең береһе нәҡ әсәһе була. Йәнә шул орлоҡтарҙың шытып сығарына ауылдашы Ҡәрип ағай ҙур йоғонто яһай. Был һоҡланғыс шәхесте әҙип үҙенең бер көндәлегендә түбәндәгесә телгә ала: “Иҫ китмәле саф күңелле, йор һүҙле кеше ине ул Ҡәрип ағай. Әле булһа күҙ алдымда: минең бәләкәй генә сағым. Әй буйында туғайҙа бесән йыябыҙ. Өлкәндәр аяғымдан тотоп, атҡа атландыралар ҙа, әйҙә, пошел, тип әйтеп ҡуялар. Мин ат өҫтөндә күбә тарттырам. Ҡәрип ағай һөйрәнтегә тейәп оҙата тора. Күбәне кәбән эргәһенә илтеп ҡуйған һайын ул, яйын тура килтереп, бер шиғырын да ҡойоп ҡуя. Миңә шундай рәхәт. Уйлап ҡуям: “Их, мин дә шулай шиғыр теле менән һөйләй белһәм икән...” Ауылдашы Ҡәрип ағай һымаҡ яттан шиғыр һөйләү теләге кескәй Рафаэлда көндән-көн көсәйә, һәм күп тә үтмәй бойомға ла аша. Был хәл һабаҡҡа төшкән мәлдәрендә була. Рафаэль үҙенән алты йәшкә өлкән ағаһының дәфтәренә латин хәрефтәре менән яҙылған Һаҙый Таҡташтың “Кескәй разбойник” тигән әҫәре менән таныша. Уҫал инем. Шуның өсөн дә шул Гонаһ-фәлән тиеп торманым. Зәңгәр төндә күрше ҡарсығының Аҡ әтәсен кереп урланым.... Шиғыр Рафаэлды шул тиклем хисләндерә, тетрәндерә. Хатта икенсе көнөнә уны ятлап та ала. Һәм ауыл клубында уҙғарылған байрам кисәһендә сәхнәгә сығып, халыҡты таң ҡалдырып ошо әҫәрҙе һөйләп ишеттерә. Һуңынан ауылдаштары: “Үәт, маладис!” — тип көлә-көлә арҡаһынан тупылдатып һөйөп алалар. Яҡшы һүҙ — йән аҙығы, тигәндәй, кескәй Рафаэль ҡанатланып китә. Шиғыр һөйләү уның иң яратҡан шөғөлөнә әүерелә. Өҫтәүенә, ул өҙҙөрөп гармунда ла уйнай. Был һөнәргә ул әсәһенең бер туған ҡустыһы Зәйнулла ағаһының гармунында өйрәнә. Ә ул районда иң оҫта гармунсыларҙың береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәһәрле һуғыш уның ғүмерен өҙә. Яҡты иҫтәлеге булып иҫке гармуны ғына тороп ҡала. Рафаэль аулаҡ өйҙәрҙә, туйҙарҙа үҙенән өлкәнерәк егеттәрҙе, ҡыҙҙарҙы төнгә саҡлы бейетә. Ҡайһы мәлдәрендә гармунда уйнап ултыра торғас, хәле бөтөп йоҡлап китә. Уның йөҙөнә һыу бөркөп уяталар ҙа, ул йәнә гармун һуҙырға керешә. Шағирҙың гармунға бәйле тормошо ниндәйҙер дәрәжәлә “Гармунсы” тигән поэмаһында сағыла. Ни тиһәң дә уға дәһшәтле һуғыш йылдарында тиҫтерҙәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп иртә таңдан алып ҡараңғыға саҡлы ауыр эштәргә егелергә тура килә. Талсығып хәлдән тайһалар ҙа ауыл йәштәре сер бирмәй. Моңға әүерәп, күңелдәрен йыуата. Улар менән бергә ирҙәре яу яланында ятып ҡалған тол ҡатындар, һыңар аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡан ирҙәр ҙә бейей. Дәһшәтле һуғышҡа ләғнәт уҡыған ауылдаштарының аһ-зарҙарын күреп, йөрәге әрней Рафаэлдың. “Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе” тигән шиғыры нәҡ ошо ерлектә тыуа ла инде: Күргәнем бар тол ҡатындар бейегәнен, 45-тә — Еңеү көнөндә. (О, ул бейеү! Ул дауыллы бейеү Күҙ алдымда минең бөгөн дә). Сәсрәп тора улар бейегәндә, Күктә түгел, залда ут-йәшен. Бейей улар берсә көлә-көлә, Һыға-һыға берсә күҙ йәшен... Гармун моңо буласаҡ шағирҙың артабанғы яҙмышын хәл итә. Ул киләсәктә музыкант булыу теләге менән 1947 йылда ауыл мәктәбендә етенсе синыфты тамамлағас, Өфөгә юллана. Музыка училищеһына уҡырға инә. Гармунды баянға алыштырып, апаруҡ уйнай башлағас, уны баянсы һәм тәрбиәләнеүсе итеп туғыҙынсы һанлы мәктәп ҡаршыһындағы башҡорт интернатына (хәҙерге көндә Р.Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика башҡорт гимназияһы) урынлаштыралар. Тәүге ижад шатлығын да ошонда кисерә Рафаэль. Ул был ваҡыттарҙа һуңынан ҙур талант эйәһе булып танылған Рәми Ғарипов, Шакир Янбаев, Бәхти Ғайсин, Диҡҡәт Бураҡаев, Рәис Низамовтар менән дуҫлаша. Һуңыраҡ, интернат йылдарын хәтерләп, әҙип үҙенең көндәлектәрендә түбәндәгеләрҙе яҙа:“Тиҫтерҙәребеҙҙән Рәми ул саҡтарҙа уҡ ҡәләм тибрәтә ине. Ә мин уның шиғырҙарына көйҙәр яҙа инем. “Йәшлек” әҫәренә ижад ителгән йыр әле лә ҡолаҡта яңғырап тора. Уны интернат балалары концерттарҙа хор менән йырлайҙар ине. Шулай бер кисәлә сығыш яһағандан һуң, Рәмиҙең быға сикһеҙ ҡыуанып: “Дуҫтар, әйҙәгеҙ, йәш композиторҙы ҡотлайыҡ!” — тип залда ултырыусыларҙы ҡул саптырғаны әле булһа асыҡ хәтеремдә...” Рафаэль Сафин был мәлдәрҙә көйҙәр яҙыу менән бергә әҙәбиәт донъяһына тартыла. Бигерәк тә Пушкин, Лермонтов, Маяковский, Есенин, Таҡташ, Бабич, Мәлих Харис, Мостай Кәрим әҫәрҙәрен мауығып китеп уҡый. Тора-бара үҙенең күңелендә лә шиғыр “арғымағы” уйнаҡлай башлай. Һәм шул “арғымаҡ” берҙән-бер көндө уны Башҡортостан яҙыусылар союзына алып килә. Мостай Кәримдең ҡыҙыл тышлы китабын, үҙенең тәүге әҫәрҙәрен ҡулына тотоп килгән ун ете йәшлек Рафаэль буласаҡ остазы — Мостай Кәримдең хуплауын ишетеп һәм фатихаһын алып, ҡанатланып ҡайтып китә. Илленсе йылдарҙың баштарында Рафаэль Сафиндың тәүге шиғырҙары “Ҡыҙыл таң” газетаһында баҫыла (“Сталин бабай һүрәте”, “Ылауҙар”). Ошо рәүешле композитор булырға ниәтләнгән баянсы егет моң донъяһы аша шиғриәткә юл яра башлай, илһамланып ҡәләмгә тотона. Ә инде училищены тамамлағас, Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһының ҡарары буйынса дуҫтары Рәми Ғарипов, Шакир Янбаев, Рәис Низамовтар менән бергә Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрелә. Ошо мәлдәрҙән алып уның яҙмышы айырылғыһыҙ булып ижади мөхиткә ялғана. *** Рафаэль Сафин шиғриәт майҙанына илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында ҡорҙаш-ҡәләмдәштәре Ә.Атнабаев, М.Кәримов, Р.Ғариповтар менән ҡулға-ҡул тотоношоп дәррәү килеп инә. Әҙәбиәт белгесе Рауил Бикбаев билдәләүенсә, “был быуын шағирҙар яҙмышында егерменсе съезд килтергән яңылыҡтар Бөйөк Ватан һуғышы тәьҫораттарынан һуң икенсе көслө кисереш, биографияларының мөһим өлөшө, рухи өлгөрөү юлында хәл иткес ваҡиға була” (Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 5-се т. Өфө, 1993. 94-се б.). Әнғәм Атнабаевтың “Йөрәк менән һөйләшеү”, Марат Кәримовтың “Бөрөләр”, Р.Ғариповтың “Йүрүҙән”, Рафаэль Сафиндың “Тормош ҡушыуы” исемле тәүге йыйынтығын поэзия һөйөүселәр хуплап ҡаршы ала. “Сафиндың был бәләкәй генә китабына ингән ни бары ун шиғыр һәм бер поэма, — тип яҙа тәнҡитсе Ғайса Хөсәйенов, — күтәргән мәсьәләләрҙең ҡыйыулығы, шиғырҙарҙың үҙенсәлекле яңғырашы менән уҡыусыға эмоциональ тәьҫир яһайҙар һәм хәтергә һеңеп ҡалалар”.(Хөсәйенов Ғ. Р.Сафиндың тәүге китабы // Ленинсы. 1956. 20 сентябрь.) Эйе, Рафаэль тәү мәлдәрҙән үк үҙен лирик шағир булараҡ танытып өлгөрә. Уның поэзияһы артабан “Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе” (1960), Мәскәүҙә урыҫ телендә нәшер ителгән “Йүрүҙәндә яҙ” (1961), “Ышаныс” (1964), “Һоҡланыу” (1967) һәм “Торналар осҡанда” (1969, урыҫ телендә) тигән китаптарында баҙыҡлана. Рафаэль Сафин — эпик ҡоласлы шағир. Ул илленсе-алтмышынсы йылдарҙа “Тормош ҡушыуы”, “Ышаныс”, “Гармунсы” исемле поэмалар яҙҙы. Был әҫәрҙәр донъя күреү менән үк әҙәби йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итә. Әлбиттә, һәр кем уны үҙенсә аңлап, үҙенсә баһалай. Айырыуса, “Тормош ҡушыуы”на ҡарата уй-фекерҙәр күберәк ишетелә. Мәҫәлән, Мостай Кәрим “Йәш ҡәләмдәш иптәштәргә” тип исемләнгән хаттарында Рафаэль Сафинға ҡарата:“Поэма, әйткәнемсә, ҡыйыу яҙылған. Ул тормошто раҫлау рухы менән һуғарылған. Әҫәрҙә, ҡабатлайым, бер нәмә минең иғтибарҙы йәлеп итте. Ул да булһа — ҙур дөрөҫлөккә ынтылыу — тип яҙҙы”.( Кәрим М. Әҫәрҙәр. 4-се т. Өфө, 1988. 553-сө б.) Тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, Рафаэль Сафин әҙәбиәттең башҡа өлкәләрендә лә ҡәләменең көсөн һынаны. Ул етмешенсе йылдарҙан алып сәхнә әҫәрҙәрен ижад итеүгә күсә. Билдәле булыуынса, был осор милли драматургия заман рухын, замандаштар образын сағылдырыуға йүнәлдерелгән пьесалар менән байый. А.Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель”, Н.Асанбаевтың “Миләш-Миләүшә”, Ә.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” драмалары бының матур өлгөләре булып торалар. Рафаэль Сафиндың “Йәнбикә” әҫәре лә шулар иҫәбендә. “Йәнбикә” пьесаһы менән башҡорт драматургияһында ышаныслы аҙым яһаған Рафаэль Сафин, — тип белдерҙе профессор М.Ғәйнуллин, — “Тилекәй”, “Ғәзизәкәй балдыҙ” драмаларында ла замандаштарыбыҙҙың рухи портретын, йәмғиәт һәм кеше, заманыбыҙҙың әхлаҡ-этик проблемаларын ҡыҙыҡлы алымдарҙа һүрәтләне”. (Ғәйнуллин М. Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары. Өфө, 1985. 251-се б.) Ғайса Хөсәйенов әйтмешләй, драма әҫәре — үҙе бер үҙенсәлекле донъя. Ә уның сәхнәлә йәшәй башлауы — яңырып һәм байығып тыуған тамашалы сәнғәт донъяһы ул. Р.Сафин пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында, шулай уҡ бүтән милли театр сәхнәләрендә уңышлы ҡуйылып, тамашасы күңелен тиҙ яулауға өлгәште. Улар хәҙерге көндә лә сәхнә түрҙәрендә йәшәүен дауам итә. Тормош, йәшәйеш, кеше яҙмыштары хаҡында тәрән уйланыуҙар, борсолоуҙар яҙыусының публицистикаһында ла ҙур урын алған. Был йәһәттән уның мораль-этик мәсьәләләргә бағышланған “Матурлыҡ”, “Шулай яратылған кеше”, “Кем ғәйепле?”, “Матурлыҡ йолаһы” кеүек мәҡәләләре айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уларҙы яҙыу, — ти шағир үҙенең бер көндәлегендә, — шиғыр кеүек үк ауыр ҙа, мауыҡтырғыс та, үтә яуаплы ла. Рафаэль Сафин әҙәби тәнҡит мәҡәләләре менән дә йыш сығыш яһай, шулай уҡ ваҡыты-ваҡыты менән әҙәби тәржемәләр менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, Н.Островскийҙың “Бәлә кеше башынан йөрөй”, Италия драматургы Перанделлоның “Мут егет”, Ю.Чепуриндың “Йөрәгем һиндә минең”, Ф.Бүләковтың “Бибинур, аһ, Бибинур!” һәм шағир Муса Ғәли менән берлектә В.Шекспирҙың “Макбет” әҫәрен башҡорт теленә оҫта тәржемә итте. Шулай итеп, илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында әҙәбиәткә килгән Рафаэль Сафин күп яҡлы һәм ифрат емешле ижад юлы үтте. Шағирҙың ҡәләме әле лә арыу-талыуҙы белмәй. Тик шуныһы: ошо ижад әлегәсә тулайым һәм махсус рәүештә өйрәнелгәне юҡ. Дөрөҫ, яҙыусы ижадының айырым өлөштәре ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәрҙә яҡтыртылды. Мәҫәлән, Ғайса Хөсәйеновтың “Шағирҙар” (Өфө, 1981) китабында Рафаэль Сафиндың поэзияһына ҡарата ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр урын алһа, Миҙхәт Ғәйнуллиндың “Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары” (Өфө, 1985) һәм Риф Әхмәҙиевтың “Шағир драматургияһы” (Өфө, 1994) тип исемләнгән хеҙмәттәрендә уның сәхнә әҫәрҙәренә теге йәки был кимәлдә анализ яһалды. Әҙиптең ҡайһы бер әҫәрҙәре хаҡында тәнҡит мәҡәләләрендә лә фекерҙәр әйтелде. Уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән был китаптың төп маҡсаты — шағирҙың ижад донъяһын бер бөтөн итеп күҙаллауҙа. Унда Рафаэль Сафиндың шиғыр-поэмаларының, драматик әҫәрҙәренең идея-тематикаһын, художество үҙенсәлектәрен, композицион ҡоролошон һәм тел-стиль һыҙаттарын мөмкин булғанса асып бирергә тырышылды. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешә алғанбыҙмы, юҡмылыр, уныһы — уҡыусы хөкөмөндә. “Йыр-моңдар аша...” Шиғриәт — илаһи тылсым донъяһы. Халҡыбыҙҙың ҡурай моңо тынмағандай, “уның хаҡында ла һүҙҙең тынғаны юҡ, һәм тынмаясаҡ та. Һөйләп бөтөрөп буламы һуң диңгеҙ мөғжизәһен, урман донъяһын, күктәр серен! Ә кеше йәне? Уның киңлектәрен кем байҡап бөткән дә, тәрәнлектәрен кем үлсәгән?..” (Ғәли М. Гөлдәр һәм йондоҙҙар. Өфө, 1981.3-сө б.) Шиғриәт хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, уның ижадсыһы — шағир шәхесенә лә туҡталмау мөмкин түгел. Ниндәйҙер бер ҡөҙрәт тарафынан донъяға яратылған әүлиә затынан ул шағир. Холоҡ-фиғылы ғына ни тора: зәңгәр күккә бағып, хыял диңгеҙендә йөҙәме, йә булмаһа юлда өҙөлгән япраҡты усына һалып, уның менән ихлас серләшәме?.. Шиғриәт — ул шағирҙың “иле”. Ә был тылсымлы илгә һуҡмаҡтар төрлөсә һалына. Берәүҙәр тау-ташлы, боролмалы юлдар, икенселәр иһә йыр-моңдар аша килеп инә. Сөнки “шиғриәт менән моң донъяһы тығыҙ бәйләнгән, шиғырҙың иң тәүге сифаты ла моң ул. Ә поэзияның нигеҙендә хис, моң, образлы фекер ята”. (Ҡунаҡбаев Р. Һағыштарым — минең шатлыҡлы//Йәшлек. 1992. 18 февраль.) Ҡәләмдәш-ҡорҙаштарынан айырмалы булараҡ, Рафаэль Сафин әҙәбиәт донъяһына йыр-моңдар аша килеп инә. Уның “Тормош ҡушыуы” (1956) тип исемләнгән тәүге йыйынтығында уҡ һәр шиғырҙың үҙенә генә хас арбаусан моңо бар. Бер йыр беләм Тәҙрә асып ҡуйып, Гөлсәсәккәй уны йырланы. Ҡояш байып шәфәҡ ҡыҙарғанда Ғашиҡ булып уны тыңланым. Һәлмәк кенә көй ағышы менән асыла бара “Йыр” әҫәре. Күҙ алдына йәшлек дәрте, уй-хистәре ташып торған лирик герой образы һынлана. Ул иҫерткес моңға ғашиҡ. Шул моң уны зәңгәр хыялдарға әйҙәй. Берсә йәш егет йәмле туғайҙарҙы гиҙә, берсә һары баштарын һалындырып сайҡалышҡан арыш баҫыуҙарын иңләй. Йә булмаһа дауылдан һуң тынған диңгеҙгә юлыға. Йөрәгемдә генә ятҡан икән, Тормошома ҡанат булған йыр, Һәм исеме уның ябай, ләкин Иң ҡәҙерле исем: тыуған ер. Ошо рәүешле лирик герой, һис көтөлмәгәнсә, күңелен арбаған моңло йырҙың ғәзиз төйәгенә бағышланған булыуын асып һала. Лирик герой-шағирҙың ҡанатланып көйләгән көйҙәре араһында моңһоу нотаға һалынғандары ла бар. Исеменә күрә — есеме, тигәндәй, “Оҙатыу” шиғыры шуның бер үрнәге. Ҡалала уҡып йөрөгән егет йәйге ялын ауылда үткәрә. Бына китер көндәр ҙә етә. Әсәһе өтәләнеп йөрөп мейестә икмәк бешерә. Үҙе моңһоу ғына улына ҡарап ала һәм һағышлы көйҙө көйләй. Ул байтаҡ йылдар элек яуға оҙатып ҡалған өлкән улын хәтерләй. Йөрәге өҙгәләнһә лә, сабырлығын юймай. Балалары тыуған илгә тоғро булып үҫһен, уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәһен. Бына ниндәй матур уй-теләктәр менән янып йәшәй ул. Ошо теләк — изге теләк менән Айлы кистә бишек тирбәлгән. Ошо теләк күкрәк һөтө менән Һеңеп ҡалған бала ҡанына, — ти автор әсәнең изге ниәттәрен ҡеүәтләп һәм уның лирик геройы ла әсә һүҙенән ситкә тайпылмай: Йылдар үткәс, Уҡып сыҡҡас, әсәй, Мин ҡайтырмын һинең яныңа. Бәлки тағы мине оҙатырһың, Тик ҡайғылы типмәҫ йөрәгең. Ҡайҙа булһам, ниҙәр кисерһәм дә, Иҫтән сыҡмаҫ изге теләгең. Йәш шағирҙың башланғыс ижадында фекер бөрөләренең асыла, хистәрҙең тулыша барыуы тойомлана. Шиғри үлсәмдәрҙең, поэтик формаларҙың төрлөлөгө күҙгә салына. Автор был өлкәлә М.Кәрим, Һ.Таҡташ, М.Йәлил һымаҡ тәжрибәле ҡәләмдәштәренә эйәрә. Ошондай ыңғай яҡтарҙы “Мин тәү тапҡыр һиңә һүҙ ҡуҙғатҡас”, “Була бит ул шулай”, “Һин ҡурҡмасы, иркәм!” һәм башҡа шиғырҙарҙа осратырға мөмкин. Тәбиғи, шағирҙың башланғыс ижадында етешһеҙлектәр ҙә күҙгә салына. Мәҫәлән, “Ата балаһы”, “Хуш бул инде, хуш, һөйөклөкәй!” тигән әҫәрҙәрендә ул уй-фекерҙәрен йән-яҡҡа һибәләй. Ҡоро әңгәмәләшеүгә генә ҡайтарып ҡалдыра. Ғөмүмән, шағирҙың “Тормош ҡушыуы” китабын уның поэзия күгендә тәүге талпыныуҙары, йәки “йәшлек иле” итеп тә ҡарарға мөмкин. Сөнки унда, башлыса, лирик геройҙың ғәмһеҙ бала саҡтары, үҫмер йылдары, киләсәк хаҡында уйланыуҙарына юлығабыҙ (“Ата балаһы”, “Була бит ул шулай”). Йәнә уның ғишыҡ утында янып-көйөүен, (“Һине күргәс”, “Һин ҡурҡмасы, иркәм!”), бер аҙ шаян ҡылдарҙы сиртеүен дә асыҡ шәйләйбеҙ (“Ах, Динара, Динара!”). Әйтергә кәрәк, был йыйынтыҡҡа ғаилә, мөхәббәт, тыуған яҡ, һәм дуҫлыҡ ише мәңгелек темалар килеп инә. Йәш автор уларҙы тормош менән ныҡлы бәйләп, заманса балҡытып ебәрә. Нигеҙҙә, “Тормош ҡушыуы” кәмселектәре булыуына ҡарамаҫтан, Рафаэль Сафиндың тәүге поэтик уңышы ул. Тынғыһыҙ көндәрем, Йоҡоһоҙ төндәрем, Тик һеҙҙә бар эшем, Ижадым емеше, — тип яҙҙы артабан шағир ҡәләменең туҡталып ҡалмаясағына баҫым яһап. Эйе, тынғыһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ төндәр, ысынлап та, бушҡа уҙмай. Шағирҙың әҙәби донъяһы яңы үҙенсәлекле сифаттар менән асыла, темалар төрлөлөгөнә, образдар системаһына байығандан-байый бара. Быны уның “Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе” (1960) исемле йыйынтығы асыҡ дәлилләй. Китаптағы лирик герой ярһыу, сапсан тәбиғәтле шәхес. Ул үҙ-үҙенә ҙур талаптар ҡуя: Эй, ғүмер усағы! Яндыр һин йөрәкте, Яндыр һин дөрләтеп - Шундай саҡ был сағым. Лирик геройҙың күңелен тынғыһыҙ уй-хыялдар, кисерештәр биләй. Мәҫәлән, “Икмәк тауышы”нда уның йоҡолары-йоҡо түгел. Ул ил яҙмышы хаҡында тәрән уйлана, йөрәге һыҙлана. Ерҙә тыныслыҡ булдырыу теләге менән яна. Уйҙар, уйҙар... Лирик геройҙың тынғыһыҙ уйҙары ҡайтанан тыуған яҡтарына барып олғаша. Һәр ҡыуаҡта бөгөн мин ҡунаҡта, Эс, һыуыңды, мә!” — ти һәр шишмә. Өндәшкәндәй була һәр бер сәскә: “Беҙҙең янда ҡалсы, ҡал китмә!” Әй буйына төшһәм, шаян тулҡын Әйтә кеүек: “Әйҙә, уйнайыҡ”. Ҡояш төшә һыуға, гүйә һыуҙан Балалығым ҡарай йылмайып... (“Был тиклем дә һағыныр икәнмен...”) Шағир ғәзиз төйәгенә ҡарата көслө һағыныу тойғоларын “шишмә, сәскәләр, шаян тулҡындарҙың өндәшеүе” ише аллегориялар аша асып һалыуға өлгәшә. Уның тыуған яҡ, тәбиғәт, яҡындары, яҡташтары хаҡындағы изге уйҙары айырыуса, “Торналар осҡанда”, “Беҙҙең ауыл шағиры”, “Һөйләшеү” әҫәрҙәренә барып тоташа. Автор ижадында юмор менән ирония ла өҫтөнлөк ала. Мәҫәлән, “Бер һөйәһе ине йәшлектә” — еңелсә шаярыу-ҡатыш яҙылған әҫәр. Бында иһә шағир-лирик герой бер аҙ елбәгәйлек кисерә. Йәшлек ҡылдары менән уйнай. Ә “Культуралы Шура”ла ул телен һөймәҫте — ил дә һөймәҫ тигәндәй, үҙ туған телен һанламаусы ҡотһоҙ әҙәмдәрҙән әсе көлә. Әҙип ижадының өлгөрөү мәле 60-сы йылдарға тура килә. Был осорҙа “поэзияның заман алдындағы яуаплылығы артыу, шағирҙың гражданлыҡ уяулығын, тормоштағы актив позицияһын көсәйтә. “Дөрөҫ йәшәйемме, юҡмы? Тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?” — быуаттар буйы кеше зиһенен борсоған һорауҙарға яуап эҙләү, был дәүер лирикаһында үҙәктә булды. Иҫке ҡараштар менән йәшәргә тырышыусыларға, тормоштағы мещанлыҡ күренештәренә ҡаршы поэзия көрәш утын асты. М.Кәримдең “Ярҙар ҡала”, Ғ.Рамазановтың “Әйткеләне миңә яҡындарым...”, Р.Ғариповтың “Алғы һыҙыҡ”, М.Кәримовтың “Һаумыһығыҙ, йәшлек хыялдарым” һ.б. шиғырҙарҙа юғары әхлаҡ принциптарын яҡлау төп урынды алды”. ( Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 5-се т. Өфө, 1993. 96-сы б.) “Яраҡлашыу — минең генә түгел, саф намыҫлы дуҫым, һинең дә ул, илдең дә ул — яуыз дошманы” — тип ҡәтғи белдерҙе Рафаэль Сафин үҙенең “Бер ҡасан да” исемле әҫәрендә. Ул ғәҙелһеҙлекте урынында тотоп һелкергә, “яраҡлашыу” тигән фекергә тағылып йәшәмәҫкә өндәй. Донъяның ошондай ҡаршылыҡлы, ғәҙелһеҙ яҡтарына ҡарата көслө нәфрәт тойғоһо Әнғәм Атнабаевтың “Матурларға тыуҙым донъяны” әҫәрендә лә сағыла: Судҡа бирәм ғәҙелһеҙлек тигән Быуаттарҙан килгән ғәҙәтте, Үлтерештең үҙен үлтерәм дә, Тик ҡалдырам ерҙә һәйбәтте. Шағирҙың лирик геройы тормошто йыйын хәшәрәт-шаҡшынан таҙартырға һәм мәңгелеккә уны тик гүзәллектән, яҡшылыҡтан ғына төҙөргә ынтылған көслө рухлы зат булып күҙаллана. Заманаһы бит ниндәй! Батырлыҡ артынан — батырлыҡ, мөғжизә артынан — мөғжизә! Р Сафин заман менән ҡулға-ҡул тотоношоп атларға, хатта унан алдараҡ аҙым яһарға кәрәклегенә баҫым яһай. Ил оса ҙур юлдан. Ул — йылдам, Ә беҙ һуң? Ә беҙ һуң? — шул юлдан Иҫкесә атлайбыҙ шығырҙап, Иҫкесә йәшәйбеҙ, иҫкесә Иҫ китә бит шуға, иҫ китә... — тип ул иҫке сәкмәнгә иҫ китмәһен, тигәндәй, иҫкелеккә ҡаршы ҡыйыу көрәшкә күтәрелергә әйҙәй. Замандың ошондай иҫке ҡалыптарынан арыныу хаҡында М.Кәримдең “Ярҙар ҡала”һында ла һүҙ ҡуҙғатыла. Шағир иҫке тормошто “башына түбәтәй, аяғына сабата кейгән һәм арҡаһына тоҡсай аҫҡан малай” образы аша йәтеш һынландыра. Һәм уның менән диалог-бәйләнешкә инеп, замандың алға табан үҫешенә түбәндәгесә ишаралай: Заман ҡала. Яуап бир, һин, Көс килтермәй намыҫыңа, - Ниндәй биҙәк, ниндәй ҡеүәт Өҫтәнең һин заманыңа?.. Рафаэль Сафин үҙенең әҫәрҙәрендә донъяға бағып, хафаланып, борсолоп ҡына ҡалмай, уның матурлығын да күрә белә. Шағирҙың был күркәм сифаттары “Һоҡланыу” (1967) тип исемләнгән йыйынтығында күҙгә асыҡ ташлана. Ҡарап торғанығыҙ бармы һеҙҙең Бесәнсенең кәбән ҡойоуын? Бер күбәне тотоп сәнсеп алып, Ғәйрәт менән уны елпеп һалып, Наҙлап ҡына ҡағып ҡуйыуын? — тигән “Һоҡланыу” әҫәрендәге юлдар аша ул донъялағы ябай ғына нәмәгә һоҡланыуын һәм шул “һоҡланыу менән туҡланыуын” белдерә. Бесәнсенең ғәҙәти генә хәрәкәтендә матурлыҡ барлығын һиҙемләй шағир. Хатта эшсе ҡулындағы һәнәк йырына ла ғашиҡ ул. Әҙип хеҙмәтте сәнғәткә тиңләй һәм барса хикмәт — шул хеҙмәтте сәнғәт итеп күтәрә белеүҙә тигән етди фекергә килә. Күренеүенсә, авторҙа ябайҙың бөйөклөгөн тоя алыу һәләте көслө. Шағирҙың ошондай ижад үҙенсәлектәре “Аҫылташ һәм талант хаҡында” тигән шиғырында ла күҙгә салына. Ҡарамаҡҡа ғәҙәти таш кеүек күренгән аҫылташты усҡа һалып, ҡояш яҡтыһында ҡарау менән, ул күҙ асып йомған арала мең-мең төҫкә инеп йымылдап ебәрмәһенме? Автор отошло поэтик деталь — аҫылташҡа таянып, барса булмыш — нәҡ ябайлыҡта, ә ябайлыҡ — үҙе үк бер матурлыҡ, тигән уй-фекергә килә. Заманында Хәсән Туфан: Талантлы һин, кеше туғаным, Һәләтле һин һәр бер ижадҡа,— тигән баҙыҡ юлдар аша донъялағы таланттарға һоҡланыуын белдерһә, Рафаэль Сафин иһә ана шул таланттарҙы ситләп урамаҫҡа кәрәклегенә баҫым яһай: Эй, кешеләр! Боролоп ҡарағыҙсы, Арағыҙҙа күпме талант бар! Хәстәрлерәк булып ҡарағыҙсы, Ятып ҡалмаһындар таланттар! Шағир донъя тотҡаһы һәм йәме булған гүзәл зат — ҡатын-ҡыҙҙарға ла һоҡлана. Мәҫәлән, “Матурлыҡ” шиғырынан бер өҙөк: Нур уйнатып баҫҡан эҙҙәрендә, Ғорур башын ғорур күтәреп, Болан һымаҡ бер ҡыҙ атлай ине, Егеттәрҙең иҫен китәреп.... Ошо рәүешле һылыу ҡатын-ҡыҙҙы тәбиғәттең һылыу заты менән йәнәш һүрәтләү танылған ҡарағалпаҡ шағиры Теләүмәргән Йомаморатовтың “Бер сибәргә” әҫәрен хәтергә төшөрә: Алһыу розалай алланып, Сәскә аттың йылмайып, Ҡараштарың ғорур аҡҡоштай, Донъя баға һиңә һоҡланып... Йәшәү хәстәрлеге, тормоштоң гүзәллегенә хайран ҡалыу, ижад хаҡында тәрән уйланыуҙар Рафаэль Сафиндың “Йылмайыу”, “Йырсыға”, “Гүзәл ҡатынға”, “Күктүбә”лә күргән бер төш” тураһында”, “Ике яҙмыш”, “Һандуғас”, “Ике шағир”, “Томан” әҫәрҙәрендә лә дауам ителә. Шундай уҡ сифаттар “Халыҡ артисы”на ла хас. Автор бында сәхнә баһадирының яҙмышын драматик хәл-ваҡиғалар аша һынландыра: Йәйәү генә килде сәнғәткә лә Урман төпкөлөнән, күлдәрҙән. (Ҙур таланттар ысын сәнғәткә бит Машинала елеп килмәйҙәр). Йәйәү генә килде. Алда уны Алҡыш көттө, балҡыш, дан көттө. Ирсәк ҡатын кеүек, дан көттө лә Ирсәк ҡатын кеүек, дан китте. Тағы килде... Тормошоноң теләһә ниндәй ауыр мәлдәрендә халыҡ артисы сәхнәгә, ә сәхнә уға тоғро булып ҡала. Ул сүп-сар, ғәйбәттәр аша ғорур атлап уҙа. Яратҡан һөнәре менән яралы йөрәген дауалай. Халыҡтың ысын мөхәббәтен оҙайлы һәм емешле хеҙмәте аша яулауға өлгәшә. Автор ошондай талантлы сәнғәт әһеле менән сикһеҙ ғорурлана һәм башҡаларҙы ла һоҡландыра, ғорурландыра. Ул “дандың төбө — хөрмәт, ә хөрмәт төбө — хеҙмәт” тигән халыҡ мәҡәлендәге фекерҙе ҡеүәтләй. Ябайҙың бөйөклөгөн күрә, тоя алыу мәйеле Р.Сафиндың тыуған яҡ лирикаһында ла көслө. Бөтәбеҙ ҙә бит беҙ, бөтәбеҙ ҙә, Үтә ярһыу аттай сабыр саҡ, Тыуған ергә ҡайтып йығылабыҙ, Донъя ҡыуып йөрөп арыһаҡ.. (“Ауылыма”) Шағирҙың донъя гиҙгән лирик геройы ғәзиз төйәгенә ашҡына. Ул “сит-ят ерҙә күпме ҡаңғырып йөрөһәң дә, барыбер тыуған ил берҙәй яҡын, сөнки “уға беҙҙең йөрәк тамырыбыҙ тоташҡан” тигән етди ҡарарға килә. Тыуған яҡтар! Ғорур һәм матур яңғырай. Ғәзиз төйәгенең зифа ҡайындарын күрһә, шағирҙың уйҙары балҡый, татлы һыуҡайҙарын уртлаһа, йөрәге ял ала. Берсә ул һылыу Әй йылғаһы, берсә баһадирҙай Ыласынташ ҡаяһы менән серләшә (“Ыласынташ”). Әҙип тыуған ауылында матур йолаларҙың һаҡланыуына, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең юҡҡа сыҡмауына ихлас һөйөнә. Ул яулыҡ осо менән битен ҡаплап, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ултырған изге күңелле инәйҙәрен ғәзиз төйәгенең йәме-күрке, иман нуры итеп күҙаллай: Эй, инсафлы ауылым инәйҙәре! Изгелеккә генә инанып Ултыралар ҡапҡа төптәрендә Ауылымдың һаҡлап иманын... (“Инәйҙәрем”) Тыуған яҡҡа ҡарата ҡайнар мөхәббәт йыры Р.афаэль Сафиндың “Торналар осҡанда”, “Ҡыйғылар”, “Ҡыйғыларға маҡтау йыры” тигән шиғри өлгөләрендә лә көслө яңғырай. Ҡайтығыҙ! Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ! Атланмағыҙ үтә үшән атҡа. Аҡланмағыҙ: “Ваҡыт, һай, тығыҙ!” Ҡайтығыҙ! Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ! Бар минең дә выждан ҡаршыһында Аҡланғаным: “Ваҡыт, һай, тығыҙ!” Ҡайтығыҙ! — тип ярһып өндәшә шағир “Ҡайтығыҙ” әҫәрендә. Ул ваҡыт тарлығына, хистәр ыуалышына ҡаршы сығыш яһай. Тыуған төйәкте онотмау, уны күҙ ҡараһылай һаҡлауҙы мөҡәддәс бурыс итеп иҫәпләй. Тәбиғәттең кәләш кенә сағы, Берүк, абай була күрегеҙ: Яман һүҙҙәр әйтеп өркөтмәгеҙ, Ҡайта күрмәһен, тим, күңеле. (“Тәбиғәттең кәләш кенә сағы”) Тәбиғәт донъяһы аша кешелек донъяһына юл ярыу — Рафаэль Сафин лирикаһының фәлсәфәүи йөкмәткеһен асыусы төп үҙенсәлектәрҙең береһе ул. Шағир ябай ғына нәмәләрҙе лә символ баҫҡысына күтәрә. Ябай ғына күренештә лә бөйөклөктө таный. Миҫалға “Ҡаялағы ҡайын”ды алайыҡ: Ҡайынҡайым, яңғыҙ ҡайынҡайым, Менеп баҫтың ниңә ҡаяға? Ел туҙғыта йәшел толомоңдо, Тау аҫтында ғына Әй аға. Яңғыҙ, уйсан ҡайындың эс-серҙәрен, хәлен аңларға тырышыу йәһәтенән шағир тарафынан йәнләндереүсе көс-образ йәнһеҙ әйбергә күсерелә. Көтөлмәгәндә өп-өр яңы күренеш — лирик герой менән тәбиғәт араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә. Ҡайындың яуабы һәлмәк нотаға һалына: Эс-серкәйҙәремде һөйләр инем, Йән һөйгәнем юҡ шул янымда. ... Һуғыш йылы ине. Яңы ғына Туҡталғайным бейеп туйымда, Йәнкәйемде күҙҙән юғалтҡансы Оҙатып ҡалдым йылға буйында. Ҡая ташҡа баҫып ҡарап ҡалдым, Бер ҡайтмаһа, тинем, бер ҡайтыр. Көтә-көтә, мин бит, мин ҡайынға Әүерелгән үкһеҙ бер ҡатын.... Әҫәрҙә “ҡайын” символик образ аша һөйгән йәрҙәрен дәһшәтле яу яланынан кире әйләнеп ҡайтасағына өмөт бағлаған тол ҡатындарҙың һыны кәүҙәләнә. Әйтергә кәрәк, авторҙың традицион “ҡайын-образ”дарҙың заманса өлгөләрен “Имәндәр”, “Мин Ялтала сирләп ята инем...” тигән шиғырҙарында ла осратырға мөмкин. Кеше менән тәбиғәт араһында мөнәсәбәтте һынландырыусы йәтеш кенә параллелизм менән “Йүрүҙән мөхәббәте” әҫәрендә лә осрашабыҙ: “Һағынғандай, егет һөйгән ҡыҙын, Һағына, имеш, болот йылғаны...” Һөйләнеме быны кемдер миңә, Берәйһеме шулай йырланы?.. Шиғырҙа йылға менән күктәге болоттоң ҡайнар мөхәббәте тасуирлана. Был илаһи тамашаның шаһиты — лирик герой-шағир. Ул, берсә тетрәнеү, берсә һоҡланыу тойғоларын кисерә. Уйлап ҡараһаң, аҙмы ни был донъяларҙа ҡауыша алмаған ғашиҡ йәрҙәр. Автор тәбиғәт образы аша кешелек донъяһында урын алған мөхәббәт драмаһын сағылдыра. Уның тәбиғәттәге серле күренештәрҙе күҙәтеп, фәлсәфәүи уй-һығымта яһауы, уҡыусыны ҡолас ташлап, хыял диңгеҙендә йөҙөргә мәжбүр итә. Етмешенсе йылдарҙағы бер китабын Рафаэль Сафин “Аҡ моңдар” тип атаны. Ул күңелдәрҙе арбар серле моңдар иленә бәрәбәр. Уйылам инде, уйылам, Йырға-моңға уйылам. Үҙәктәрҙе өҙөрлөк моң Ағыла Әй буйынан... “Ерем моңо” әҫәренең ошо тәүге юлдары уҡ сихри музыкаллеккә эйә. Гүйә ул сылтырап аҡҡан шишмә йыры. Кем ул йырлай һуҙып шулай Яҙҙың аулаҡ кисендә? Аҡ баландар, уйға талып, Тыңлай эңер эсендә. Серле моңдо барса ғәләм йотлоғоп тыңлай. Ҡайҙан ағыла һуң ул? Баҡтиһәң, моң әллә ҡайҙан түгел, ә лирик геройҙың йөрәгенән урғыла: Моң тирбәлә һәр ҡыуаҡта Битләүҙәрҙә, үҙәндә... Сеү, ҡараһам, бөтә был моң Үҙемдә бит, үҙемдә, — ти шағир асырғанып. Был йыйынтыҡта әҙип ижадының йәнә бер үҙенсәлеге: кеше күңелендәге ҡапма-ҡаршылыҡтар контраст образдар аша асыла. Ошо йәһәттән түбәндәге шиғри юлдар ҡыҙыҡлы: Ҡояш түгә күҙ йәштәрен, Яҡты нурҙар сәсә болот, Сәскәләр эт булып өрә, Эттәр шиңә сәскә булып. (“Була ҡай саҡ: йөҙҙәреңдә...”) Ҡарамаҡҡа ябай һүҙҙәр. Ә баҡтиһәң, ошо ябайлыҡта — күпме мәғәнә! “Ҡояштың илауы, болоттоң нур сәсеүе” — изге күңелле кешеләрҙең рәнйетелеүе һәм яһил, тәкәббер йәндәрҙең ҡыуаныуы ул”. “Сәскәләрҙең эт булып өрөүе”нән тыштан матур булып күренгәндең дә эсендә зәһәр ағыу йөрөтөүе асып һалына. Шағирҙың ошондай контраст образға ҡоролған әҫәрҙәренең үрнәге итеп “Шатлыҡтарым тулы һағыш менән...”, “Буталды шул донъя, һай, буталды”ны атап үтергә мөмкин. Бындай типтағы шиғырҙар ассоциатив фекер тыуҙырыуҙары менән әһәмиәтле. Авторҙың “Теләк” тип аталған әҫәре лә поэтик йәнәшәлеккә ҡоролған. Йөкмәткеһе түбәндәгесә уның: лирик герой һылыу Ағиҙелгә, уралып ятҡан Урал тауҙарына ғашиҡ. Ул уларға ҡарап көнләшеп тә ҡуя. Сөнки “Ағиҙел менән Урал” — мәңге йәшәр заттан, ә кеше ғүмере — янып һүнәр шәм генә. Ошо йылға, тауҙар лирик геройҙы “тәбиғәт балаһы”на әүерелеүгә өндәй. Уларға шағир бына нимә тип яуаплай: Эй, тыуған ер! Һинең йомартлығың!... Тик ғәфү ит мине, ғәфү ит! Яңылыштым буғай мин саҡ ҡына: Тау булғас бит, Иҙел булғас бит, Йырлай алмам һинең йәмдәреңде, Йәшәй алмам йырһыҙ, моғайын. Сағылыңда үҫкән сихри моңло Бер ҡурайың ғына булайым. Бер ҡурайың булып, әй, Уралым, Һине мәңге маҡтап йырлайым! Халҡым ауыҙында ер арбаған Бер ҡурайың ғына булайым! Хикмәт шунда: шағирҙың изге уй-теләге — тыуған ерҙең ҡәҙерен белеү менән бергә, уның күҙҙең яуын алырҙай матурлығын һаҡлап алып ҡалыу яғында. *** Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ, бер туҡтауһыҙ аға ла, аға. “Шағир үҙе ғүмерҙәр уҙа, олпатлана килгән кеүек, һикһәненсе йылдарҙағы поэзияһы ла уй-тойғоларға тағы һәлмәкләнә, драматизм, психологизм һыҙаттары тәрәнәйә бара”. ( Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6-сы т. Өфө, 1996. 500-се б.) Әҙиптең лирик геройы бына ошо уҙған ғүмерҙәр йомғағын барлаусы шәхес булып күҙаллана. Бар ғүмерем утта янды кеүек, Танһығымды янып ҡандырҙым. Көндәремде, айҙар, йылдарымды Йөрәгемә һыҙып яндырҙым. Көндәрем дә, айҙар, йылдарым да, Һиҙҙермәйсә, барған юлымда Берәм-берәм төшөп китә торҙо Шырпы төшкән кеүек ҡулымдан..., - тип берсә тетрәнеп, берсә һыҙланып яҙа шағир “Шырпы һыҙҙым. Шырпым төшөп китте...” әҫәрендә. Ул донъя, йәшәйеш хаҡында фәлсәфәүи уйҙарын поэтик деталь — шырпы аша оҫта дөйөмләштереп асыуға өлгәшкән.. Шағир йөрәген ҡайтанан һағыш бөрөп алһа, йә булмаһа юлдарына ҡайғы сығып баҫһа, шатлыҡтары аҙашып килеп инһә, моң-серҙәше — тальянын һыҙҙырта:Уны был донъяның көйһөҙлөктәренән, яманлыҡтарынан ҡурсалаусы тылсымлы көскә әүерелдерә: Эх, уйнале, тальян! Өҙҙөр, әйҙә, Моң-шарабың менән иҫертеп. Килә ятҡан ҡартлыҡ боролоп китһен, Йәшлек моңон һиндә ишетеп. (“Тальян моңо”) Шағир-лирик герой олпатлана барған һайын үҙен һаман да бер ҡатлы сабый бала һымаҡ хис итә. Уның бындай тәбиғәте “Аҡылландым” тигән әҫәрендә асыла. Эйе, тормош уны берсә һемәйтә, берсә йомартлыҡ күрһәтә. Уға донъяла ноҡот уҡыусылар аҙым һайын. Йәнәһе улар “аҡыл биреүселәр”. Ләкин лирик герой тыңлаусан ролде башҡарһа ла, әҫәр һуңында уҡыусыны аптырашта ҡалдыра: Ник үкенәм? Ә бит хәҙер инде “Биргеһеҙ мин хатта алтынға” “Юҡ, туғандар, мин былай булғас, Ултыралмам, ахыры, аҡылға, — тип өҙә һуға ул. Шағирҙың “аҡылға ултыра алмауы” — буш боғаҙ ярыусыларҙы һөйһөнмәүҙә, һәм донъялағы “аҡ”ты “ҡара”нан айыра белеүгә өндәүе ул. Ҡулдарыңда ҡәләмең бар, Көтмә ярҙам әллә кемдән. Ысҡындырма ҡәләмеңде Бар өмөтөң ҡәләмеңдә, Бар ҡөҙрәтең ҡәләмеңдә! Был ихлас шиғри юлдар әҙиптең тормош девизына бәрәбәр. Эйе, яҙмыш уны ниндәй генә ауырлыҡтарға дусар итмәһен, ул донъянан йәм табып йәшәр заттар тоҡомонан. Сөнки уның көс-ҡеүәте — ҡулындағы ҡәләмендә. Йыйнап әйткәндә, Рафаэль Сафин шиғриәте фәҡәт йыр-моңдарҙан яралған һымаҡ тойолһа ла, ул тәрән социаль һәм фәлсәфәүи йөкмәткегә эйә. (Флорида Әхмәтова) 1999 й.