Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ноғман Мусин (1931)

Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡортостандың Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. 1944 йылда үҙҙәренең ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылына һигеҙенсе класҡа уҡырға инә. Унынсы класты тамамлағас, үҙе уҡып сыҡҡан мәктәпкә уҡытыусы итеп ҡалдырыла. Ауылда ике йыл уҡытҡас, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә.

Н. Мусиндың тәүге ижади аҙымдары ла ошо институтта башлана. Институтты тамамлағас, уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй, Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләп йөрөгән еренән 1951 йылдың аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. Уның тәүге шиғырҙары хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сыға. Шул йылдарҙа ул проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. Уларҙың “Минең дуҫ,” тигәне 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында, ҡалғандары “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәрендә, 1956 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сығалар.

1953 йылда, һалдаттан ҡайтыу менән, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник, унан үҙ ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, “Ағиҙел” журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник булып эшләй.

Н. Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор булып эшләй.

Н. Мусиндың тәүге күләмле әҫәре— “Зөһрә” повесы 1956 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы “Ғорурлыҡ”, “Күксә урманында”, “Ер биҙәге”, “Ауылым юлы”, “Кеше йылмая”, “Сәскәләр керпеген аса” тигән повестары баҫылып сыға. Ул 1968 йылда колхоз тормошона арналған “Өҙәрем юл кешеләре” исемле романын яҙҙы.

Әҙип Һуңғы йылдарҙа яҙылған “Һайлап алған яҙмыш”, “Зәңгәртауҙа аҡ болан”, “Яҙғы ташҡындар алдынан” (“Яралы кеше тауышы”), “Мәңгелек урман”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, “Һуңғы солоҡ”, “Шунда ята батыр һөйәге” романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары менән башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы булып танылды. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.

Н. Мусин — хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле прозаигы. Башҡортостандың атҡаҙанған культура работнигы.

Н. Мусин әҙәбиәт өлкәһендәге оло хеҙмәте өсөн республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды (1991 й.). Уға 2001 йылды Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән исем бирелде.

1963 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ИЖАД БАҪҠЫСТАРЫ Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин ижады бөгөн башҡорт прозаһының айырылмаҫ һәм тос өлөшөн биләй. Уның айырым әҫәрҙәре хаҡында миңә быға тиклем дә бер нисә мәртәбә яҙырға тура килгәйне инде. Әйтәйек, урта мәктәп дәреслектәрендә (XI синыф), прозаға арналған үҙемдең китаптарҙа, “XX быуат башҡорт әҙәбиәте” тигән юғары уҡыу йорттары өсөн тәғәйенләнгән фундаменталь хеҙмәттә, яҙыусы китабына яҙылған “Баш һүҙ”ҙәрҙә, айырым мәҡәләләрҙә... Уларҙа Ноғман Мусиндың һәр әҫәре тиерлек ентекле анализлана. Шуға ла, был осраҡта ижадҡа йүгерек күҙ ташлау ҙа етер, тип уйлайым. Хәйер, ҡыҫҡа ғына бер мәҡәләлә Ноғман Мусин әҫәрҙәренең һәр ҡайһыһы тураһында ентекле һөйләү мөмкин дә түгел, уларҙы һанап ҡына сығыу ҙа күп ваҡыт алыр ине. Шишмә башы итеп 1953 йылда “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында донъя күргән “Минең дуҫ” исемле хикәйәһен алһаҡ (быға тиклем Ноғман Мусин шиғырҙар ҙа яҙа), хәҙер ярты быуаттан ашыуыраҡ дауам иткән ошо ижадта “Өҙәрем юл кешеләре”, “Һайлап алған яҙмыш”, “Мәңгелек урман”, “Зәңгәр тауҙа аҡ болан”, “Яралы кеше тауышы”, “Таң менән сыҡ юлдарға” кеүек тиҫтәләрсә роман, дилогия һәм трилогиялар, “Зөһрә”, “Ғорурлыҡ”, “Ер биҙәге”, “Кеше йылмая”, “Ауылым юлы”, “Минең ауылдашым Ибраһим ағай”, “Һинең мөхәббәтең”, “Төпкөлдән төшкән килен” кеүек күп һанлы повестар, йәнә байтаҡ хикәйәләр яҙылған икән. Ошондай жанр һәм тематик күп төрлөлөк менән бергә Ноғман Мусин ижадының башлыса Совет осорона, унда ла социалистик ҡоролош сәскә атҡан һәм әкренләп деградациялана барған осорға тура килеүен әйтеп үтәйек. Сөнки көн темаһына мөрәжәғәт итеүсе әҙип замана талаптарын, ошо осор ижтимағи үҫеш ҡанундарын ситләтеп үтә алмай, был иһә ижад үҙенсәлектәрен дә билдәләй. Замана темаһына, бигерәк тә осорҙоң социаль үҫеш ҡанундарына мөнәсәбәтле булған күләмле эпик әҫәрҙәр яҙыу ауырлығын һәр яҙыусы белә. Сөнки йәмғиәттә ағымдағы ваҡиғалар дауам итә, тамамланмаған, ҡайһыларының нисек тамамланыры ла билдәле түгел. Быны яҙыусы үҙе, донъяны танып белеүе, тормош тәжрибәһе, интеллекты аша йәмғиәттең төп ҡанундарына таянып, уларҙың үҫеш перспективаларын аныҡ тойоп хәл итергә тейеш. Был өлкәлә хаталаныу, ҡағиҙә булараҡ, уңышһыҙлыҡҡа илтә, заманында ярайһы уҡ яңғыраш алған әҫәрҙәр ҙә тора-бара актуаллеген юғалта, үҙ осоро менән бергә ваҡыт үтеү менән онотолоп та ҡала. Башта очерктар, повестар, унан “Май ямғыры”, “Гөлйемеш сәскәһе” кеүек көн темаһына арналған тәүге романдар авторы Әкрәм Вәли юҡҡа ғына замана темаһына эшләүҙе “төп башына ултыртыу” менән тиңләмәгән бит. XX быуаттың урталарынаса башҡорт әҙәбиәтендә үҙ осоро ваҡиғаларына арналған бер генә романдың булмауы ла, моғайын, ошо хаҡта һөйләй. Тәүге романдар үткән быуаттың тик илленсе йылдарында ғына, исеме телгә алынған Әкрәм Вәлиҙең “Май ямғыры”, “Гөлйемеш сәскәһе” роман-дилогияһы, йәнә Динис Исламовтың “Йомарт ер”, һуңыраҡ Хәким Ғиләжевтың “Погонһыҙ һалдаттар” романдары йөҙөндә донъя күрҙе. Башҡортостанда нефть, сәнәғәт гиганттары ҡалҡып сығыуы айҡанлы ауыл һәм ҡала, ер кешеһе, крәҫтиән һөнәре һәм эшсе араһындағы мөнәсәбәттәр ошо уҡ йылдарҙа Кирәй Мәргәндең “Нарыштау итәгендә” (1950), Әнүәр Бикчәнтәевтең “Ҡарасәй юлы” (1954), Баязит Бикбайҙың “Аҡселән ташҡанда” (1955) романдарында һынланды, һуңыраҡ осор колхоз ауылы хаҡындағы “Өҙәрем юл кешеләре” романы менән уларҙың эстафетаһын Ноғман Мусин да күтәреп алды. Ләкин был ижадтар араһында һиҙелерлек айырма ла бар: Ноғман Мусин прозаһында колхоз ауылы, ер кешеһенә бағышланған замана темаһы, башҡаларҙыҡы һымаҡ, айырым әҫәр, художестволы эҙләнеүҙәрҙәге бер эпизод ҡына түгел, ә ижад асылы, ижад йүнәлеше, даими тема. “Шунда ята батыр һөйәге”, йәнә “Мәңгелек урман” дилогияһының 1905 йылғы ваҡиғаларына арналған өлөшөнән башҡа яҙыусының барса ижады үҙ заманына, ошо осор геройҙарына бағышланған. Был тәңгәлдә яҙыусы ижадындағы бер нисә тематик йүнәлеште лә күрһәтеп булыр ине. Ижади эҙләнеүҙәрҙең нигеҙендә, әйтеп үткәнсә, әлбиттә, осорона хас ер кешеһе, колхоз ауылы проблемалары ята. Ноғман Мусин ижады ошондай эҙләнеүҙәрҙән башлана ла. Уның “Зөһрә” исемле тәүге повесында уҡ ергә, кешеләргә, хеҙмәткә ике төрлө ҡараш бәрелеше һүрәтләнә. “Ауылым юлы”, “Ер биҙәге”, “Минең ауылдашым Ибраһим ағай”, “Һинең мөхәббәтең” повестарында тәбиғәткә, ергә ҡараш теге йәки был персонаждың әхлаҡи, рухи, эстетик сифаттарын билдәләү критерийҙарына уҡ әүерелә. Бер үк ваҡытта әҫәрҙән әҫәргә философик фекер үҫеше лә күҙәтелә. Әйтәйек, “Өҙәрем юл кешеләре” кеүек үткән быуаттың 60-сы йылдары колхоз ауылын сағылдырған романында конфликтһыҙлыҡҡа тартым (өлгөргән социализм осоро) мәсьәләләр — йыраҡ (өҙәрем), перспективалы юлға сыҡҡан колхоз ауылы кешеләре һүрәтләнһә, “Ауылым юлы”, “Ер биҙәге”, “Һуңғы солоҡ” кеүек әҫәрҙәрендә замана ҡаршылыҡтары, йәшәү мәсьәләһе, ер һәм ер кешеләре яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙар өҫтөнлөк итә. Ошондай уҡ эволюцияны яҙыусы ижадындағы башҡорт урманы проблемаһын яҡтыртыуҙа ла күҙәтергә мөмкин. “Яҙыусы ижадын ныҡлап аңлағың килһә, уның тыуған илен барып күр”, — тигән һүҙ бар. Быны Ноғман Мусин ижадына ҡарата ҡулланыу бигерәк тә урынлы булыр. Уның тыуған ере — Ҡолғона нәҡ ошондай гүзәл тәбиғәт ҡосағында, Ала-тауҙы күтәрелгәс, Бөрйән урмандарына барып тоташҡан тайга эсендә ултыра был ауыл. 1931 йылдың матур бер йәйендә 17 июлендә донъяға килгән ошонда Ноғман Мусин һәм ғүмере буйы ошо мөхиткә бәйле булған. Ете йыллыҡ мәктәпте ул үҙ ауылында тамамлаған. Унан әллә ни алыҫ түгел, Алатауҙы атлап төшкәс тә тиерлек ҡолас йәйеп ҡаршы алған Маҡар урта мәктәбендә белем ала ла йәнә тыуған Ҡолғонаға ҡайтып, уҡытыусылыҡ эшенә тотона. Һуңыраҡ Стәрлетамаҡта уҡытыусылар институтын тамамлай, үҙ районында мәғариф бүлегенең мәктәптәр инспекторы булып эшләй. Әле хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас та күпмелер “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләп алыуына ҡарамаҫтан, уны тағы тыуған яҡтар тарта: Ҡолғона мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып ҡайта. Тик 1958 йылда ғына Ноғман Мусин яңынан Өфөгә, “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналына эшкә саҡырыла һәм тулыһынса әҙәби ижадҡа бирелә, уңда ла тыуған яҡ темаһы, уның кешеләре яҙыусы әҫәрҙәренең айырылмаҫ өлөшөнә әүерелә. Әкиәттәгесә бай тәбиғәт: ҡалын-ҡалын урмандары, һанһыҙ кейек-ҡоштары, сәскәгә күмелгән туғайҙары, мул һыулы, балыҡлы йылға-күлдәре, ҡара тупраҡлы, уңдырышлы икһеҙ-сикһеҙ сәхрә ерҙәре йәйрәп ятҡан гүзәл ил ул Ноғман Мусин әҫәрҙәрендәге Башҡортостан тигән ил. Ләкин тәбиғәт матурлығы, күңел хозурлығы ғына түгел был, Ноғман Мусин — социаль рухлы тәбиғәт йырсыһы. “Мәңгелек урман” романында, бигерәк тә ундағы XX быуат башына ҡараған ваҡиғаларҙа, башҡорт халҡының колонизаторҙар ҡыҫымы аҫтында бөлгөнлөккә төшөүе, ифрат ауыр шарттарҙа ғүмер кисереүе, һәләкәткә дусар ителеүе ошондай гүзәл, бай тәбиғәткә контраст булып та яңғырай. “Ер биҙәге”, “Һуңғы солоҡ” кеүек әҫәрҙәрҙә лә геройҙарҙың ыңғай һәм кире сифаттары уларҙың ергә, тәбиғәткә, ғөмүмән, донъяға ҡараш позицияһы менән билдәләнә. Ноғман Мусин әҫәрҙәренең төп геройҙары — колхозсымы йә урмансымы, етәксе йәки ябай хеҙмәткәрме, иң башта ул — крәҫтиән психологиялы тәбиғәт балаһы, ер кешеһе. Яҙыусы ижадындағы урман һәм урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре образдары менән дә шулай. Урман темаһы — Ноғман Мусин ижадында тағы бер мөһим йүнәлеш, ул башта уҡ “Ер биҙәге”, “Беҙ — ауыл малайҙары”, “Күксә урманында” кеүек әҫәрҙәр аша килеп ингәйне. “Мәңгелек урман” трилогияһында яҙыусы был теманы тарих сылбырында, уның үткәне һәм бөгөнгөһө миҫалында, урман яҙмышын, бигерәк тә революцияға тиклемен, халыҡ яҙмышы, уның социаль хәле менән бәйле, тәбиғәт һәм кеше, шәхес һәм йәмғиәт концепцияһынан тәфсилләп һүрәтләгәйне. Ә үткән быуаттың 80-се йылдар башынан алып донъя күрә килгән “Зәңгәр тауҙа аҡ болан” (1980), “Яҙғы ташҡындар алдынан” (“Яралы кеше тауышы”), “Таң менән сыҡ юлдарға” романдары, үҙ заманы хаҡындағы трилогияға әйләнеп, һуғыш йылдарында тылдағы халыҡтың (ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, йәш үҫмерҙәрҙең) еңеү өсөн ҡаһарман көрәшен, хеҙмәт батырлыҡтарын, рухи ныҡлыҡтарын һүрәтләүгә бағышланһа, һуңғы романдарҙа ваҡиғалар беҙҙең көндәргәсә еткерелә. Ошоноң менән башҡорт урманы, уның кешеләренең оҙайлы һәм ҡаршылыҡлы тарихы ла һыҙатлана. Урман, сабынлыҡтар өсөн көрәш — халыҡ яҙмышы өсөн дә көрәш, тәбиғәтте һаҡлау — үҙ булмышыңды, йәшәйеш рәүешеңде һаҡлау, ер, тәбиғәт — башҡорт өсөн рух һәм йәшәү сығанағы. Бер үк ваҡытта “Зәңгәр тауҙа аҡ болан”, “Яҙғы ташҡын алдынан”, “Таң менән сыҡ юлдарға” романдарының әҙәбиәтебеҙҙә көн темаһына арналған тәүге трилогия булып формалашыуын да билдәләп үтеү мөһим. (Бығаса дилогиялар, трилогиялар бар ине, тик улар тарихи-революцион темаға ғына яҙылды.) Ноғман Мусин прозаһының тағы бер йүнәлеше — тематик сикләнмәгән, төрлө һөнәр эйәләре тормошона, ғаилә, мөхәббәт, йәшәйеш мәсьәләләренә арналған, киң дөйөмләштерелгән, гражданлыҡ уйланыуҙарына ҡоролған фәлсәфәүи рухлы әҫәрҙәр. Бындай әҫәрҙәрҙең сағыу бер өлгөһө, Ноғман Мусиндың төп ижад йүнәлештәренән айырылыбыраҡ торғаны — “Һайлап алған яҙмыш” романы. Әҫәрҙә Беренсе бөтә донъя һуғышы осоронда Зильданың әсирлеккә төшкән башҡорт егете Ҡарамға ғашиҡ булыуы, уға эйәреп Башҡортостанға килеүе, инҡилап көрәшендә, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы һәм Совет Рәсәйе йөҙөндә үҙенең темаһы менән Ноғман Мусин ижадында осраҡлыраҡ һымаҡ тойолһа ла, рухи яҡтан ул яҙыусының башҡа эҙләнеүҙәренә бик тә ауаздаш. “Һайлап алған яҙмыш” романында ла йәшәү мәғәнәһе, патриотизм һәм интернационаллек кеүек мөһим мәсьәләләр күтәрелә. Яҙыусының “Кеше йылмая”, “Ғорурлыҡ”, “Шайтан ҡуласаһы” кеүек әҫәрҙәре лә шундай. Был йүнәлеш бигерәк тә Ноғман Мусиндың һуңғы йылдар ижадында үткерләнә бара. “Һуңғы солоҡ”, “Еҙ ҡыңғырау”, “Йыртҡыс тиреһе”, “Ике ир һәм бер ҡатын” кеүек әҫәрҙәрендә йәшәү мәғәнәһе, кеше һәм кешелек яҙмышы, шәхес һәм йәмғиәт тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙары, замандың социаль һәм әхлаҡи үҙгәрештәре менән геройҙың тәрән кисерештә бирелеүе иғтибарҙы тарта. Ноғман Мусин, әлбиттә, иң тәүҙә — замана яҙыусыһы. Уның тамырлы ижады үҙ осороноң көнүҙәк мәсьәләләренә үрелеп формалашҡан. Уның әҫәрҙәрендә иң башта кеше бәҫе, кеше ғорурлығы, рухи иғтибарлыҡ, әхлаҡи сафлыҡ мәсьәләләре ҡуйылыусан. Иң мөһиме, Ноғман Мусин бөгөн дә үҙ темаһына, үҙ ижад стиленә тоғро ҡала, уның әҫәрҙәрендә ғәҙәти тормош ваҡиғалары, ябай хеҙмәт эйәләре, кешелекле мөнәсәбәттәр тасуирлана. Ябайлыҡта — бөйөклөк, мәллектә — мәңгелек данлана. Эйе, кеше бөйөк, тереклек мәңгелек, ләкин уларҙың бөйөклөгө, даимилығы тәбиғәткә бәйле, тәбиғәттән башҡа тереклек тә юҡ. “Үлгән тау урынына тау ҡалҡмай, ҡороған йылға үҙәнен шыр ҡаплай” (“Мәңгелек урман”). Урман, тәбиғәт тарихында кешелек тарихы фажиғәләре лә яңғырағандай: “Ана бит, әҙәм ҡулы киҫкән йүкә урманы урынында ҡотороноп уҫаҡтар үҫә, ҡасандыр ҡарағайҙар буй ебәреп, ҡыуанышып ултырған биләмәне сауҡалыҡ баҫып алған; ә ағасы киҫелгән ҡайһы бер диләнкәләр етемһерәп, хатта йүнле-башлы үлән дә үҫмәҫ ер булып, ҡаҡ яланға әүерелеп ҡалған. Үҙ урынында үҙ затын ҡалдырып китергә һәр ағастың үҙ көсө генә етеп бөтмәй шул”. Ноғман Мусин ижадындағы тәбиғәт һәм кеше проблемаһы — улар мөнәсәбәтенә дан йырлау ғына түгел, иң башта ошо гармонияны һаҡларға саҡырыу, киләсәк афәттән иҫкәртеү: “Урман юҡ икән, ерҙең йәм-күрке юҡ, сөнки ул әҙәм балаларын утлы, һыулы, ризыҡлы, йорт-ерле иткән”. Шуға ла тәбиғәткә аңһыҙ мөнәсәбәт, уның хатта бер генә биҙәге юҡҡа сығыуы ла кешелекте әкренләп һәләкәткә килтереүе ихтимал. Сөнки тәбиғәт — тәү сығанаҡ, кеше — уның бер айырылмаҫ өлөшө. Тимәк, тәбиғәтте һәләк итеү — үҙ-үҙенде һәләк итеү. Бына ниндәй глобаль фекерҙәр төйөнләнә урмансыларҙың, кешеләрҙең ябай, ә ҡайһы саҡ ғәмһеҙ көнкүрешендә. Әлбиттә, көн темаһына, бигерәк тә социаль көнкүреш өлкәһендә, башта әйткәнсә, ижад итеүе еңел түгел. Шуға ла Ноғман Мусин әҫәрҙәренең дә, замана идеологияһына эйәреп, публицистик яңғырашлылары ла, эске психологик драматизмды күрһәтеүгә ҡарағанда, “производство” мәсьәләләре һүрәтләнгән, хеҙмәт эйәләрендә коллективизм, социаль акценттарҙы ҡуйыртҡан осраҡтары юҡ түгелдер. Әммә беҙҙең өсөн был ижадтың эҙмә-эҙлекле камиллаша, киң дөйөмләштереүҙәргә маһир була барыуы ҡиммәт. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиңдың халыҡ тормошо һәм яҙмышы хаҡындағы олпат ижади эҙләнеүҙәре дауам итә. Тимәк, ижад яңы үрҙәргә, яңы баҫҡыстарға юл тота. (Роберт Байымов) 2007 й.