Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Нәжип Иҙелбай (1912—1991)

Нәжип Иҙелбай (Нәжип Сафа улы Иҙелбаев) 1912 йылдың 12 мартында Башҡортостандың Баймаҡ районы Иҙелбай ауылында тыуа. 1929 йылда Баймаҡ тау-промышленность техникумын тамамлай. Баҡыр иретеү заводында, район гәзитендә эшләй. 1931 — 1932 йылдарҙа “Ударники канала” гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре була. 1937 — 1938 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир һәм тәржемәсе.

Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Һуғышта ҡатнаша. 1945 — 1955 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәрендә, радиокомитетта эшләй.

Нәжип Иҙелбай “Күк шинель” (1947), “Ел, ерәнем” (1958), “Йырым һиңә булһын” (1970), “Еңеү иртәһе” (1981) исемле шиғырҙар һәм йырҙар китаптарының авторы. Ул сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы.

Нәжип Иҙелбай тәржемәсе булараҡ киң билдәле. Ул Дж. Лондон, Н. Гоголь, Т. Аксанов, П. Ершов, А. Чехов. А. Островский, М. Горький, А. Гайдар, П. Бажов, М. Бубенков, С. Злобин, С. Бабаевский, О. Гончар, С. Айтматов, С. Михалков әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте. М. Ауэзовтың “Абай юлы” эпопеяһын ҡаҙаҡсанан башҡортсаға әйләндереүгә күп көс һалды.

1974 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.