Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Назар Нәжми (1918-1999)

Назар Нәжми (Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов) 1918 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуа. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта, һуғыш фронттарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапкыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.

Назар Нәжми 1947 — 1949 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзите, “Әҙәби Башҡортостан” журналы редакцияларында эшләй. 1955 — 1959 йылдарҙа ул — “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, 1962 — 1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапкыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уға 1993 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде. Назар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла; шиғыр һәм хикәйәләре “Беренсе йыр” (1938), “Икенсе йыр” (1939) тигән альманахтарҙа урын ала. 1940 йылда “Октябрь” журналында “Ауыл эскиздары” исемле шиғырҙар циклы сыға.

1950 йылда Назар Нәжмиҙең “Тамсылар” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан сыҡҡан “Тулҡындар”, “Көтөлмәгән ямғыр”, “Ер һәм йыр”, “Шиғырҙар һәм поэмалар” тигән поэтик китаптары шағир талантының яңынан-яңы һыҙаттар менән байый һәм үҫә барыуы хаҡында һөйләй. Шағирҙың “Әсә”, “Ҡайындар”, “Ҡапҡалар”, “Йыр тураһында баллада” тигән поэмалары киң билдәлелек алды. 60 — 70-се йылдарҙа яҙылған “Дуҫ тураһында ун бер йыр”, “Күлдәк”, “Иблес”, “Урал” исемле поэмалары уның эпик әҫәрҙәренең тәрән драматизм менән һуғарылыуы хаҡында һөйләй.

Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә рус теленә тәржемә ителде.

Ул драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләне: “Яҙғы йыр”, “Хуш, Хәйрүш”, “Саҡырылмаған ҡунаҡ”, “Егет егетлеген итә”, “Гармунсы дуҫ”, “Күршеләргә ҡунаҡ килгән”, “Ҡыңғыраулы дуға”, “Әтәмбәй” тигән пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды.

1951 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

ЕГӘРЛЕ ИЖАДСЫ ИНЕ 1963 йылда яҙылған “Тағы килде бер көҙ...” исемле бәләкәй генә шиғырын Назар Нәжми былай тип тамамлағайны: Тағы килер көҙҙәр... Ә шуларҙың Минһеҙ килер береһе бер ваҡыт, Ә шунан һуң инде һәр ваҡыт. Тәү ҡарамаҡҡа йылдың бер миҙгеленә арналған, ябай ғына һүҙҙәрҙән торған ябай ғына юлдар. Ә уйлана башлаһаң, уларҙың һис тә ябай түгеллегенә төшөнәһең. Булмышыбыҙҙың мәңге хәрәкәттә икәнлегенә ишара яһала унда. Тәбиғәт балаһы булараҡ, кеше лә мәңге хәрәкәттә. Уның да үҙ яҙы һәм үҙ көҙө, үҙ йәйе һәм үҙ ҡышы. Лирик герой белә: тәбиғәт — мәңгелек, ә кеше ғүмере — ваҡытлы. Ләкин ул быға уфтанмай ҙа, борсолмай ҙа, көйөнмәй ҙә: ошо хәҡиҡәт тураһында эске бер тыныслыҡ менән уҡыусының иҫенә генә төшөрөп ҡуя. Сөнки аңлай: тәбиғәт ҡануны — кире ҡаҡҡыһыҙ, унда бер ниндәй ҙә ташлама юҡ. Һәм ул шулай булып сыҡты ла: “Тағы килде бер көҙ...”ҙөң лирик геройын донъяға тыуҙырған шағир Назар Нәжми 1998 йылдың февралендә егеттәргә генә хас бер етеҙлек менән үҙенең 80 йәшен шаулатып-гөрләтеп үткәреп ебәрҙе лә, йыл ярымдан һуң, 1999 йылдың ҡояшлы сентябрендә, йөрәктәрҙе һыҡратып, меңәрләгән уҡыусыларын тауышһыҙ-тынһыҙ ғына илатып, теге донъяға китеп барҙы. Ерҙә ҡалғандарҙың мәшәҡәте шул тиклем күп, тормош-көнкүреше шул хәтлем болғауыр, ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә: әйтерһең дә, ул бер туҡтауһыҙ һәм бер мәғәнәһеҙ аға ла аға. Быйылғы көҙ Назар Нәжмиһеҙ килгәндәрҙең бишенсеһе булып киткән икән дә баһа... Назар Нәжмиҙен ижад шишмәһе XX быуаттың утыҙынсы йылдары ахырында үҙенә юл яра башланы. Ләкин, төрлө сәбәптәр (шул иҫәптән ауыр һуғыш һәм унан һуңғы тормош мәшәҡәттәре) арҡаһында, ул тиҙ генә урғылып китә алманы. “Тамсылар” тип аталған тәүге китабы донъя күргәндә шағирҙың утыҙ икеһе тулып уҙғайны инде. Уның “Бөтәһе лә һуңлап килде миңә...” тигән шиғыры ла юҡтан ғына бар булмағандыр. Әммә, бөтәһе лә һуңлап килһә лә, Н. Нәжмиҙең ижад баҫыуы бик уңдырышлы булып сыҡты. Киләсәк быуындарға мираҫ итеп ул утыҙлап поэма һәм сәхнә әҫәре, әллә нисә меңләп шиғыр юлы, байтаҡ әҙәби-тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр, автобиографик яҙмалар, башҡа телдәрҙән башҡортсаға ауҙарылған тәржемәләр ҡалдырып китте. Шағирҙың иң әүҙем, иң емешле ижад осоро етмешенсе-һикһәненсе йылдарға — бик күп көс һәм ваҡыт сарыфлауҙы талап иткән көндәлек хеҙмәттән бер аҙ арынып, профессиональ ижадҡа күскән дәүергә ҡарай, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Китаптарының башҡорт, рус һәм татар телдәрендә күпләп баҫылып сығыуы ла тап ошо ун йыллыҡтарға тура килә. Назар Нәжми бер ваҡытта ла тәнҡиткә һыуһаманы. Башта уның хаҡында ҡәләмдәштәре яҙҙы. Унан һун профессиональ тәнҡитселәр һәм әҙәбиәт белгестәре һүҙ алды. Был, бәлки, егәрле ижадсының йөгө егәрле булыу менән дә аңлатылалыр. Һәр хәлдә, уның күпселек шиғри китаптары һәм сәхнә әҫәрҙәре көндәлек тәнҡит иғтибарынан ситтә ҡалманы. Хәҙер инде төрлө гәзиттәрҙә, журналдарҙа баҫылған был мәҡәләләрҙе барлап, өйрәнеп һәм ниндәйҙер бер тәртипкә һалып, Назар Нәжмиҙең тормош һәм ижад юлы тураһында тотошлай һүҙ йөрөтөргә лә ваҡыт еткәндер. Артабан иһә был бай һәм күп яҡлы ижадтың айырым яҡтары ла тикшерелә башлар ине. Күренекле ғалим К. Әхмәтйәновтың бынан нәҡ утыҙ йыл элек баҫылып сыҡҡан “Назар Нәжми — шиғыр оҫтаһы” китабында шул аспекттарҙың ҡайһы берҙәре төҫмөрләнеп кенә түгел, бәлки, уларҙы фән талаптары юғарылығынан яҡтыртыу юлына һуҡмаҡ та һалып ҡалдырылыуын иҫәпкә алһаҡ, ҡуйылған мәсьәләнең ни тиклем көнүҙәк бурысҡа әйләнә барыуына тағы бер тапҡыр ышанырбыҙ. Назар Нәжми ғүмеренең һуңғы көндәренә хәтлем тынғыһыҙ ижадсы булып ҡалды. Оло йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, егерменсе быуатты тамамлаған йылдарҙа бер-бер артлы өс китап баҫтырып сығарҙы: “Яҡынайыу” (1994), “Аҡ шишмә” (1997) һәм “Күңел сәхифәләре” (1999). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “үҙгәртеп ҡороу”ҙар заманына хас вайымһыҙлыҡ, битарафлыҡ сире был китаптарҙы ла урап уҙманы: тәнҡитселәр теленә эләкмәйенсә, тауышһыҙ-тынһыҙ ғына тарих төпкөлөнә табан юлландылар. Шуға күрә, халыҡ шағирының беҙҙең арабыҙҙан китеүенә теүәл биш йыл тулғанда улар тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеп үтеү яҙыҡ булмаҫ, тип уйлайым. “Яҡынайыу” — шиғырҙар һәм поэмалар китабы. Унда авторҙың башлыса һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарҙа ижад иткән шиғырҙары тупланған. Һирәк-мирәк элегерәк яҙылғандары ла осрап ҡуя. Йыйынтыҡҡа шулай уҡ һуңғыларҙан иҫәпләнгән “Ике Зөләйха” менән “Тере ҡан” һәм етмешенсе йылдарға ҡараған “Урал” поэмалары ла индерелгән. Китаптың тағы бер үҙенсәлеге: ул баш һүҙ менән сығарылған. Уны Назар Нәжмиҙең ҡәләмдәше һәм замандашы, билдәле шағир Хәким Ғиләжев яҙған. “Үҙ иманы менән” тип атала ул. “Яҡынайыу” исемле ҡулъяҙма тураһында уйланыуҙар” тигән өҫтәмә асыҡламаһы ла бар. Тағы бер үҙенсәлек, тип баҫым яһап әйтеүемдең сәбәбе шунда: әҙәбиәтебеҙ тарихына Н. Нәжми ҡырҡтан ашыу китап авторы булып инһә лә, баш һүҙ менән сыҡҡандары һанаулы ғына. Төрлө йылдарҙа, төрлө китаптар өсөн уларҙы Мостай Кәрим, Сибғәт Хәким, Ким Әхмәтйәнов, Гәрәй Рәхим кеүек күренекле әҙиптәр яҙҙы. Һуңғы икеһе (Н. Нәжмиҙең 1988 йылда донъя күргән “Атай йорто” исемле йыйынтығын асып ебәреүсе “Был донъяла һин йәшәйһең икән...” тигәнен дә иҫәпкә алғанда) — Хәким Ғиләжевтыҡы. Әйтергә кәрәк, Х. Ғиләжев яҙған баш һүҙҙәрҙең икеһе лә бик фәһемле. Н. Нәжмиҙең тормошо һәм ижады менән яҡынданыраҡ танышырға теләүселәр унда үҙҙәре өсөн ярайһы ғына ҡыҙыҡлы сығанаҡтар ҙа табыр, бәләкәй генә булһа ла асыштар ҙа яһар. Һәр хәлдә, был ике шағирҙың күпмелер кимәлдә рухташ та, үҙ-ара яҡшы мөғәмәлә булыуҙары ла, бер-береһенең ижадын иғтибар менән күҙәтеп барыуҙары ла ярылып ята. Дөрөҫ, Хәким Ғиләжев ҡәләмдәшенең шиғриәтен энәһенән алып ебенә тиклем тикшереү менән шөғөлләнмәй һәм быны үҙенә бурыс та итеп ҡуймаған. Уның ике мәҡәләһе лә шағирҙың ижади портретына рәссам ҡулдары менән төшөрөлгән натюрмортҡа оҡшап тора: эре планда бирелгән һыҙаттар бар, ҡалғаны, йәнәһе, — тәнҡитселәр, әҙәбиәт белгестәре эше. Хәким Ғиләжев менән Назар Нәжми ижад ҡаҙанында ғына түгел, көндәлек тормошта ла, бәлки, фекерҙәш һәм серҙәш булғандарҙыр. Сөнки баш һүҙҙәрҙең икеһендә лә Н. Нәжмиҙең кешелек сифаттарын, холоҡ-фиғелен, эске кисерештәрен сағылдырған юлдар байтаҡ осрай. “Был донъяла һин йәшәйһең икән...” тигәнендә, мәҫәлән, ошондай юлдарҙы уҡырға мөмкин: “Аҡһөйәктәрҙе поэзия бер ваҡытта ла үҙ итмәне. Ә Назар Нәжмигә, тормош тәжрибәһе һорап, күршегә керәһе юҡ. Сөнки уның ҡулдары барыһын да үҙе эшләй белә. Ул һалдат ҡына түгел, бәлки монтер ҙа, слесарь ҙа, шофер ҙа, балта оҫтаһы ла, маляр ҙа, утын ҡырҡып, утын ярыусы ла, умартасы ла, хәстәрлекле баҡсасы ла, тағы әллә кемдәр. Шуға ла, әгәр шағир ҡулы тейһә, хатта таштар ҙа, тере затҡа әйләнеп, йырлап ебәрерҙәрҙер кеүек”. Ә быныһы “Үҙ иманы менән”дән: “Хәбиб-Назар гармунда, аккордеонда, скрипкала уйнағаны өсөн генә моңло түгел (быныһы — техника эше), ә донъябыҙ, кешеләребеҙ, тәбиғәтебеҙ, уларҙың яҙмыштары тураһында борсолоп, шул яҙмыштар өсөн үҙен яуаплы тойоп уйланғаны, йөрәге аша үткәреп, ихлас кисергәне өсөн моңло”. Тағы килеп, ошо уҡ мәҡәләлә: “Моң... уның шиғырҙарына ғына түгел, ә бөтә ижады өсөн хас. Бына поэмаларын ғына алығыҙ. Мин композитор булһам, уның, әйтәйек, “Тере ҡан”, “Ике Зөләйха”, айырыуса “Иблис” поэмалары нигеҙендә әллә ҡасан музыкаль трагедия, һәр хәлдә опера яҙған булыр инем. Үҙҙәренән үҙҙәре шуны һорап, композитор көтөп торалар бит”. Назар Нәжмиҙең туҡһанынсы йылдарға ҡараған икенсе китабы — “Аҡ шишмә” — шау шиғырҙарҙан ғына тора. Өҫтәүенә, улар — өр-яңылар. Шуға күрә лә шиғырҙарҙың күбеһенән заман еле бөркөп тороуы һис тә ғәжәп түгел. Быға дәлил итеп бер генә миҫал — М. Лермонтовҡа эйәреп 1995 йылда яҙылған “Кемгә ҡул бирергә?” исемле шиғырҙан өҙөк: Суҡынды әҙәм аҡсаға, Ҡороп бара рух. Йән әрней, нишләп ҡалыр, тип, Рухһыҙ тормош. Кемгә ҡул бирергә хәҙер ?.. Ҡул ҡулды йыуа. Минең ҡулды йыуаһы юҡ, Йыуынмаған донъя! Әммә иғтибарҙы “Аҡ шишмә”не сылтыратып асып ебәргән баш һүҙгә нығыраҡ йүнәлтәйек. Элгәрегеләрҙән айырмалы булараҡ, был юлы уны шағир үҙе яҙған. “Әйтер һүҙем” тип атала ул. Ҙур түгел — ни бары ҡырҡ ете юлдан тора. Ул — шағирҙың үҙ китабына үҙ ҡулдары менән яҙған тәүге лә һәм һуңғы ла баш һүҙе булды. Бәлки, алдан уйланып, һиҙеп, аңлы рәүештә эшләнгәндер. Сөнки үтә лә үкенесле яңғырай шағирҙың “әйтер һүҙе”, йөрәкте семетеп ала. Бигерәк тә бынау юлдар: “Яңы шиғырҙарҙан ғына торған әлеге китабым ...минең ише һикһәнгә етеп килгән кешегә аҙаҡҡы шиғри йыйынтыҡ булыуы ла ихтимал...” “Әйтер һүҙем”дә Назар Нәжми үҙенең бөтә тормош һәм ижад юлын күҙ уңынан уҙғарып, уҡыусы алдында хисап тотҡан шикелле. Хисап, әлбиттә, ҡоро һандарға һәм факттарға түгел, ә образлы һүрәтләүгә ҡоролған. Образлы һүрәтләү, үҙ сиратында, шағир ижадының асылына тағы ла нығыраҡ төшөнөргә, уның йөкмәткеһен уғата ла тәрәнерәк аңларға булышлыҡ итә. “Китабыма исемде, — ти ул, — “Аҡ шишмә” тип ҡуйҙым. Уны шулай атауым үҙе лә серле булып сыҡты, сөнки тәүге “Тамсылар” (1950) исемле китабымдағы тамсылар, тама-тама ташты тишеп, шишмә урғылтҡандар икән, шиғырҙарымды иһә — шул тамсыларға, ә шишмә ағышын үҙемдең ярты быуаттан ашыу ижадыма оҡшатып ҡуям. Тағы шуныһы ғәжәп: тәүге китабым ун өс йыл буйына яҙылһа, һуңғыһы өс йыл эсендә (шул уҡ күләмдә) ижад ителгән шиғырҙарҙан ғибәрәт”. Ләкин автор уҡыусы алдында “хисап тотоу” менән генә сикләнмәй — заман тыуҙырған уй-хистәре, үҙе кисергән шиктәре, шомло тойғолары менән дә уртаҡлаша. Ул йәшермәй: әгәр совет осоронда ижад иткән “Ҡарҙар яуа” исемле шиғырында “Донъяның тар ситлегендә осто бары күңелем ҡошо...” тип үрһәләнгән булһа, хәҙер иһә, ситлек емерелеп, быуа йырылғас, шағирға яңы хафалар һәм бошоноуҙар тынғылыҡ бирмәй. “Был йырылыуҙың да, — ти ул, — ыңғай һәм кире яҡтары күренә башланы: бер яҡтан, ул һүҙ иркенә килтерһә, икенсе яҡлап, һүҙҙең ҡәҙерен юғалтыуға, яҙылғандарының да һыуы күплегенә алып килде. Бына шул ағымда, ташыуҙа үҙ асылыңды һаҡлап ҡала алмау ҡурҡынысы ла бар”. Шулай итеп, “аҙаҡҡы шиғри йыйынтыҡ”тың атамаһы ла, уның өсөн яҙылған баш һүҙ ҙә бик хикмәтле яңғырай. Автор үҙенең уҡыусыларына: “Һаҡ булығыҙ, кислород менән саманан тыш ныҡ байыҡтырылған һауа һулап, башығыҙ әйләнеп китмәһен!” — тип өндәшә шикелле. Ошондай уҡ уйланыуҙарҙы, хис-тойғоларҙы Назар Нәжмиҙең “Күңел сәхифәләре” исемле китабында ла осратырға мөмкин. Жанры буйынса “Күңел сәхифәләре” — әҙәби-тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр, ижади портреттар, иҫтәлектәр китабы. Бындайыраҡ китаптарҙы шағир элегерәк тә сығарғаны булды “Яҡтылыҡ юғарынан төшә” (1972); “Кем уйлаған” (1983). Ләкин “Күңел сәхифәләре” уларҙы ҡабатламай, ә дауам итә, сөнки унда авторҙың өр-яңы яҙмалары тупланған. Назар Нәжмиҙең әҙәби мираҫын өйрәнеү буйынса комиссия рәйесе Хәсән Назарҙың ҡайһылыр матбуғат битендә (тәғәйен генә хәтерләмәйем) яҙып сығыуына ҡарағанда, шағир, ғүмере өҙөлөргә яҡынлашҡанда, ошо китабын ҡулында тоторға өлгөргән һәм шуға сикһеҙ шатланған. “Күңел сәхифәләре” уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары уртаһында — туҡһанынсы йылдарҙың башында илебеҙ күләмендә булып алған сәйәси ваҡиғаларға ҡараш белдереү рәүешендә яҙылған үҙенсәлекле мәҡәләләр менән асыла. Улар тағы Н. Нәжмигә хас хикмәтле (“Моңһоу шатлыҡтар”) баш аҫтында бирелгән. Әлбиттә, авторҙың ҡайһы бер баһаламалары менән килешмәҫкә лә мөмкин. Ләкин был мәҡәләләр ихласлығы, унда күтәрелгән мәсьәләләрҙең киҫкенлеге һәм көн үҙәгендә тороуы, фекерләү ҡеүәһенең логик яҡтан эҙмә-эҙлеклеге, факттарҙың кире ҡаҡҡыһыҙлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Жанрҙары буйынса улар төрлө: күбеһе — берәй сәйәсмәнгә йә иһә ғалимға адресланған асыҡ хат. Шағирҙың илдә барған хәлдәргә төрлө мөнәсәбәттә булыуын мәғәнәләре яғынан береһе икенсеһен инҡар иткән һүҙҙәрҙең (моңһоу һәм шатлыҡтар) йәнәш ҡуйылыуы ла күрһәтеп тора. Хат рәүешендә яҙылған мәҡәләләрҙең авторы йыш ҡына “үҙгәртеп ҡороу прорабтары”ның күҙгә бәрелеп торған ҡаршылыҡтарын, йәғни бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләү ғәҙәттәрен ярып һала. Өҫтәүенә, шағир үҙенең оппоненттары менән бәхәсләшкәндә бушҡа аҡыл һатмай, ә киң күләм мәғлүмәт сараларына таянып эш итә, уларҙың хатта аныҡ сығанаҡтарын да күрһәтә. Хат-мәҡәләләрҙең бөтәһендә лә тиерлек Н. Нәжми даими рәүештә үҙенең сәйәсмән түгел, ә шиғырсы икәнлегенә, шуға күрә тирә-йүндә булып ятҡан хәлдәрҙе, аҡыл менән ҡабул итеүгә ҡарағанда, күберәк йөрәге аша үткәргәнлегенә баҫым яһап әйтә. Ләкин мәҡәләләрҙе алдыңа маҡсат ҡуйып, текәлеберәк уҡыһаң, уларҙың авторы — киң эрудитлы, халыҡҡа юғарынан көсләп тиерлек тағылған үҙгәртеп ҡороуҙарға үҙ ҡарашы булған, был үҙгәртеп ҡороуҙарҙы иғтибар менән күҙәтеп барған һәм уларҙың эске мәғәнәһен һиҙгер тойомлаған кеше икәнлегенә ышанаһың. Әгәр “Моңһоу шатлыҡтар”ҙа Н. Нәжми үҙен донъяға, ундағы хәл-ваҡиғаларға ҡарашын көслө дәрт һәм ҙур әүәҫлек менән яҡлаусы публицист итеп күрһәтһә, “Ижади эҙҙәр” һәм “Күршеләр йортонда” тип аталған артабанғы ике бүлектә иһә ул талапсан тәнҡитсе һәм туған шиғриәтенең яҙмышы хаҡында уйланған хәстәрле уҡытыусы булып күҙ алдына баҫа. Был бүлектәрҙә авторҙың иғтибар үҙәгендә — егерменән ашыу башҡорт һәм татар шағирҙарының исеме. Ғ. Туҡай, Ғ. Бәширов, Х. Туфан, С. Хәким, Р. Ниғмәти, Т. Арыҫланға бағышланған бәләкәй очерктар айырым урын алып тора бында. Һанап үтелгән шәхестәрҙең күбеһе менән Н. Нәжми аралашып йәшәгән, шуға ла улар тураһындағы очерктар ниндәйҙер бер эске йылылыҡ, өлкән ҡәләмдәштәренең тормош һәм ижад тәжрибәһенә киң күңеллелек, ихтирамлы ҡараш менән һуғарылған. Рәшит Ниғмәтиҙе бик тиҙ онота башланыҡ, тип бошона шағир. Үҙ ваҡытында уның замандаштары был мөһабәт кеше тураһында иҫ киткес матур хәтирәләр яҙып ҡалдыра алырҙар ине, тигән үкенесен дә йәшермәй ул. Ошо йәһәттән башҡалар башына төшкән бәлә-ҡазаларға, ҡайғы-хәсрәттәргә битарафлыҡ күрһәтеүселәр өсөн “Шағир күңеле” тигән очерк бик ғибрәтле. Ул очеркта Хоҙай Тәғәлә биргән таланты аҙағына тиклем асылып бөтмәй ҡалған Әбүстең (Сабит Суфияновтың) фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә. Бында автор намыҫына ҡағылышлы бер фактты һыҙыҡ өҫтөнә алыу урынлы булыр: ваҡытында Әбүскә ярҙам ҡулы һуҙып, уның хәлен еңеләйтеүҙә туранан-тура ҡатнашмағаны өсөн Н. Нәжми күпмелер кимәлдә үҙен дә ғәйепле тоя һәм шуға йәне әрнеүен белдерә, үлгәс түгел, ә тере саҡта бер-береңә иғтибарлыраҡ булыу кәрәклегенә ишара яһай. Назар Нәжми үҙе артынан килеүсе йә иһә уның менән бергә атлаусы шағирҙарҙың ижадын иғтибар менән күҙәтеп барҙы, уларҙың һәр поэтик асышына балаларса ҡыуанды, ә сейле-бешле шиғырҙарға тап булһа — борсолдо, кәйефе ҡырылды. Әнғәм Атнабаев менән Марат Кәримовтарға арналған очерктары иғтибарға лайыҡ. Үҙенән байтаҡҡа йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, Н. Нәжми был ике шағирҙың таланты алдында баш эйеүҙе һис тә кәмһенеү, түбәнһенеү тип һанаманы. Очерктарҙың икеһендә лә ул ҡәләмдәштәренең ижади оҫталығын бик нескә тотоп алған. Автор раҫлауынса, Ә. Атнабаев — һирәк осрай торған күренеш, сөнки ул бер үк ваҡытта көслө шағир һәм көслө драматург та: Ә. Атнабаев пьесаларының театрҙарыбыҙ сәхнәһенә ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтыуына ла өмөтөн өҙмәй Н. Нәжми. Марат Кәримовты иһә ул ысын мәғәнәһендә халыҡсан шағир тип иҫәпләй, уның талант көсөн тәү сиратта юморҙа һәм сатирала күрә. Был шағирҙарҙың шәхсән уңыштарына ысын күңелдән шатланып, бер үк ваҡытта уларҙың ижады әҙәбиәт ғилемендә әле булһа ныҡлап өйрөнелмәүенә үкенес белдерә автор. Назар Нәжми — шиғыр оҫтаһы ғына түгел, уны оҫта итеп тикшереүсе лә ине. Был йәһәттән ул хөрмәт ҡаҙанған тәнҡитселәрҙән һәм әҙәбиәт белгестәренән һис ҡайтыш булманы. Ҡайһы саҡта бөтә яҡлап та (формаһы менән дә, йөкмәткеһе йәһәтенән дә) камил тип табылған бер генә шиғри юл да уның өсөн әллә күпме уй-хистәр, ассоциатив фекерҙәр сығанағы булды. Остаздың Ҡ. Аралбай менән М. Ямалетдин шиғриәте тураһындағы уйланыуҙары — быға асыҡ дәлил. Ҡ. Аралбайҙың “Ғүмер — һандуғас һайраған мәл генә...” тигән юлын ул шундай итеп балҡытып ебәргән, уның авторы беҙҙең алға бөтөнләй яңыса, көтөлмәгәнсә — башҡорт әҙәбиәтендә шәреҡтең бөйөк классиктары Хайәм, Фирҙәүси, Низами, Навои, Хафиз традицияларын дауам иттереүсе булып баҫа. “Күңел сәхифәләре”нең һуңғы — дүртенсе бүлеге “Иҫтәлектәр” тип атала. Жанр билдәләнештәре буйынса улар, әҙәби портреттарға ҡарағанда, мемуар характерындағы бәләкәй очерктарҙы хәтерләтә. Был очерктарҙа авторҙы бөтәһенән элек ижад мәсьәләләре түгел, ә үҙенә яҡшы таныш әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре тормошонан алынған теге йәки был хәлдәр һәм факттар ҡыҙыҡһындыра, гәрсә ул факттарҙы һәм хәлдәрҙе барыбер ҙә йәнле ижад процесынан тыш күҙ алдына килтереп булмаһа ла. Беҙҙең алға Ҡадир Даян, Сәләх Кулибай, Ғәйнан Әмири, Илья Эренбург, Ғәлимов Сәләм, Сәғит Агиш, Сәйфи Ҡудаш, Арыҫлан Мөбәрәков, Ғилемдар Рамазанов, Динис Исламов, Нәжибәк Хафизов, Шәриф Бикҡол ише бер төркөм әҙәбиәтселәр һәм артистарҙың галереяһы килеп баҫа. Шуныһы мөһим: Назар Нәжми уларҙың һәр ҡайһыһынан тик уға ғына хас сифат, характер үҙенсәлеге эҙләй һәм таба. Назар Нәжмиҙең егәрле ижадсы булғанлығын иҫбат итергә тырышып яҙылған был мәҡәләне тамамлар алдынан, уның матбуғат биттәрендә донъя күргән иң һуңғы шиғырҙарына ла бер аҙ туҡталып китеү кәрәктер, тим. Вафатына һанаулы ғына айҙар ҡалып барғанда шағир “Ағиҙел” журналында “Ғүмер оҙонайған һайын...” тигән шиғырҙар шәлкемен баҫтырып сығарҙы. Был шиғырҙарында ла автор үҙенең күнегелгән стиленә, поэтик алымдарына хыянат итмәгән: шул уҡ ыҡсымлыҡ, шул уҡ тапҡырлыҡ, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайыу; әйтергә теләгән фекерен уҡыусы аңына тосораҡ итеп еткереү өсөн һүҙҙәрҙе бер туҡтауһыҙ уйнатыу; тормошта йыш ҡына осраһа ла, бөтә кешенең дә күҙенә салынып тормаған хәл-ваҡиғаларҙан берәй хикмәт килтереп сығарыу маһирлығы һ.б., һ.б. Шәлкемгә ингән “Француздар Өфөлә”, “Һүндерелгән дан”, “Ике төрлө ҡорал”, “Ике телле”, “Заман бүлмәһенә кергәндә”, “Яуап”, “Беҙ бишәүе инек бер өйҙөң”, “Ҡәйнәм һүҙҙәренә ике яуап”, “Тыуған көнөмдә” тигән шиғырҙар идея-тематик үҙенсәлектәре йәһәтенән айырыуса заманса яңғырай. “Француздар Өфөлә” шиғырына, мәҫәлән, телефон аша бирелгән, ябай күҙлектән сығып ҡарағанда һис нәмәгә лә дәғүә итмәҫлек “Ваҡытым юҡ. Барыбыҙ ҙа француздар менән мәшғүл” тигән яуап ойотҡо һалған. Ошо уҡ яуап әҫәргә эпиграф итеп тә алынған. Күләме буйынса бәләкәй генә шиғыр үҙ эсенә иҫ китмәле бай йөкмәткене һыйҙырған. Ни эшләп әле йәһәннәм тишегендә йәшәгән француздар килеп сыҡҡан беҙҙең яҡтарға һәм тәү тапҡыр үтеп ингән “ил ҡапҡаһы аша баш йорттоң”? Ҡасан хасил булған ер йөҙөндә башҡорт һәм француз тигән ике зат? Салауат Наполеондан элегерәк балҡыған, башҡорттоң Парижда булыуына ла ике быуат тулып килә, ә бына француздарҙың башҡорт иле барлығы хаҡында быға тиклем ишеткәндәре булғанмы икән? Тора-бара бөтәһе лә асыҡлана: Парижды хушбуй еҫтәре данлаһа, Өфөнө данлай бензин һәм газ еҫе. Тик, ти шағир, “еҫтәр ҡыҫырыҡлай хистәрҙе”, сөнки “ғәҙәттә бит алыҫтарҙан... еҫте үткер һиҙә бүреләр”. Н. Нәжмиҙең байтаҡ шиғырҙарында һәм поэмаларында уның эстетик ҡараштары ярылып ята. Үҙенең ошо фиғеленә ул һуңғы шәлкемендә лә тоғро. Был йәһәттән бигерәк тә “Ике төрлө ҡорал” һәм “Ҡәйнәм һүҙҙәренә ике яуап” тигән шиғырҙар айырылып тора. Тәүгеһендә автор, шағир ижадын Калашников автоматы менән сағыштырыу юлы аша, “Миндә лә бар үҙем ҡойған ҡорал, минең ҡорал — шиғыр, шиғри һүҙ” тип ғорурланһа, икенсеһендә иһә “Ижад бит ул — бала табыу кеүек, бала табылмай бит сәхнәлә” тип нарыҡлай. Өҫтә, “Күңел сәхифәләре” исемле китап тураһында һүҙ барғанда, Назар Нәжми һуңғы йылдарҙағы хәл-ваҡиғаларҙы иғтибар менән күҙәтеп барҙы, тип әйткәйнек инде. Күңеленә ятмағандарына киҫкен рәүештә ризаһыҙлығын белдереүҙән дә тартынып торманы, матбуғат биттәрендә бәхәсләшеп тә алғыланы ул. Уның ошо халәте әле һүҙ барған шәлкемдә лә үҙен һиҙҙереп ҡуя. “Һүндерелгән дан”да, мәҫәлән, ул Чечня һуғышына мөнәсәбәтен белдерһә, Пушкин һүҙҙәренән сығып, уларға яуап һымағыраҡ яҙылған “Ике телле”лә иһә, ике теллелекте ике йөҙлөлөккә тиңләп, ике телде белгән, ике телдә һөйләшкән өсөн генә кешегә “ике йөҙлө” тигән ярлыҡ йәбештереүгә ҡәтғи ҡаршы сыға... Әммә, илде үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, шағирҙы ҡаршылыҡлы уй-хистәр ҙә урап уҙманы, шикелле. “Йортта хужа — атай булған кеүек...” шиғырында, мәҫәлән, “коммунизм төҙөгән” (был һүҙҙәрҙе ҡуш тырнаҡтар эсенә автор алған. — Ә. Х.) ваҡыттарҙы иҫенә төшөрөп, “беҙ үҙебеҙ көн-төн хеҙмәт иттек, ялған тәғлимәткә суҡынып” ти ул. Ләкин тәғлимәттәрҙең ялғанмы, ысынмы икәнлегенә ныҡлап төшөнөү өсөн бик ҙур һынау, бик күп ваҡыт арауығы үтергә кәрәктер ул. Беҙ табынған һәм “бүреләр” ҡамауында булһа ла яйлап тормошҡа ашыра башлаған тәғлимәткә килгәндә иһә, шуны әйтке килә: уның әлеге уңышһыҙлыҡҡа осрауында төп сәбәпсе, бәлки, тәғлимәт үҙе түгел, ә әҙер тәғлимәтте ваҡыт талаптарынан сығып, артабан ижади үҫтерергә һәм уны кеше мәнфәғәтен үтәү өсөн файҙаланырға һәләтһеҙ талмудсылар булғандыр? Улайһа ниңә әле “Француздар Өфөлә” әҫәреңдә шағир алыҫтарҙан еҫте һиҙеүсе бүреләргә нәфрәтен белдерә? Ул бүреләр, әлеге шул ҡайһы берәүҙәрҙең бөйөрөнә таш булып ултырған тәғлимәттән баш тартҡас, айырыуса йәнләнеп, ишәйеп китте түгелме ни? Әгәр шағир күптән түгел булып үткән һайлауҙарға тиклем йәшәп, уларға әҙерләнгәндә түгелгән бысраҡты үҙ күҙҙәре менән күрһә, ниндәйерәк хистәр кисерер ине икән? Ни әйтһәң дә, заманында күккә күтәреп маҡталған, ә хәҙер шул уҡ маҡтаусылар тарафынан аяҡ аҫтына һалып тапалған (ошонан да ғәйриерәк фарисейлыҡтың булыуы мөмкинме икән?) был тәғлимәт — гуманлы тәғлимәт. Әгәр кешелек донъяһы уҙған быуат башындағы шикелле көслөк менән түгел, ә үҙ аңы һәм үҙ ирке менән ошо тәғлимәт юғарылығына күтәрелә алмаһа, әкренләп уның планета күләмендәге ҙур фажиғәгә тарыуы ихтимал, тип уйлайым мин. Фарисей һүҙенең бында Назар Нәжми адресына әйтелмәгәнлеге аңлашыла, әлбиттә. Ул бит сәйәсмән түгел, ә шағир. Шағир ҙа сәйәси мәсьәләләрҙән алыҫ торорға тейеш түгел түгеллеген. Ни өсөн тигәндә, шағир ҙа, сәйәсмән дә халыҡҡа хеҙмәт итергә, уның мәнфәғәтен яҡларға тейеш. Ләкин шағир барыбер ҙә шағир булып ҡала, сөнки ул — образдар менән эш итеүсе сәнғәт әһеле, матурлыҡҡа, ғәҙеллеккә өндәүсе. Өндәүсе генә түгел, тәү сиратта ул үҙе саф, ғәҙел булырға тейеш. Шул яғы менән ул сәйәсмәндән айырылалыр ҙа, бәлки. Назар Нәжмиһеҙ үткән биш йыл дауамында уның рухын һаҡлау һәм исемен мәңгеләштереү буйынса республикала, бигерәк тә Дүртөйлө тарафтарында байтаҡ эштәр башҡарылды. Шағир тураһында иҫтәлектәр баҫылғылай, ижадын өйрәнеүгә бағышланған мәҡәләләр сығып тора. Тере Нәжми беҙҙән алыҫлашҡан һайын, уның шәхесе олпатлана, әҙәбиәтебеҙ тарихында биләйәсәк урыны уғата ла асыҡлана төшә һымаҡ. Шағир тураһында иҫтәлектәр китабы сығарырға ла ваҡыттыр. (Әнғәм Хәбиров) 2004 й.