Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Муса Ғәли (1923)

Муса Ғәли (Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев) 1923 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Иҫке Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһынан бик йәшләй етем ҡалған Муса Ғәли олатаһы йортонда тәрбиәләнеп үҫә. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, бер йыл Өфөлә, медицина училищеһында уҡый. 1939 йылдан ул — Дәүләкән Башҡорт педагогия училищеһы уҡыусыһы.

1942 йылдан 1946 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.

Муса Ғәли 1948-1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1952-1959 йылдарҙа “Пионер” журналы редакцияһында бүлек мөдире була, һуңғараҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.

1963-1965 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.

Шағирҙың тәүге шиғырҙары 1940 йылда “Йәш төҙөүсе” һәм Дәүләкәндәге “Колхозсы” гәзитендә баҫылып сыға. Беренсе китабы “Яҡты көн” тип атала һәм 1953 йылда донъя күрә. Үҙенең 50-гә яҡын йыйынтығы, шул иҫәптән Мәскәүҙә сыҡҡан 15 китабы менән шағир бөтә Союз укыусылары араһында танылыу тапты. Быларға өҫтәп уның үзбәк, украин һәм татар телендә сыҡҡан китаптарын да әйтеп була.

Муса Ғәли тәржемә өлкәһендә лә актив эшләй. Уның А. С. Пушкиндың “Царское село иҫтәлектәре”, В. Шекспирҙың “Макбет”, үзбәк яҙыусыһы Әсхәт Мохтарҙың “Ҡарағалпаҡ ҡиссаһы” тигән тәржемәләре китап уҡыусыларға яҡшы таныш. Муса Ғәли әҙәби тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр менән дә матбуғатта йыш ҡына сығыш яһай.

Шағир бер үк ваҡытта балалар өсөн дә поэма һәм шиғырҙар яҙыуын дауам иттерә.

Муса Ғәли күп шаршаулы ике драма әҫәре яҙҙы. Улар Сибай башҡорт дәүләт театрында ҡуйылды.

Муса Ғәли — республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ижади уңыштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Халыҡтар дуҫлығы” ордендары менән бүләкләнгән.

1956 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ИЛГИҘӘР ШАҒИР Эй, күбәләк!.. Һуңғы күбәләк — Үткән йәйҙең һуңғы сәләме. Шул күбәләк һымаҡ тын ҡалды, Яҙмай ҡалды бөгөн ҡәләмем, — тип башлағайны “Ағиҙелдең быйылғы 1-се һанында сыҡҡан шиғырын Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Муса Ғәли. Тәҙрәмдәге нескә йәнде мин Ҡуш усыма алып йылыттым. Ҡояш сыҡты. Осто күбәләк, Хатта, бахыр, көҙҙө онотто. Йән ярһыуын татып, ул шулай Бер осто ла тағы ҡоланы. Мәңгелеккә уны оҙатып, Һуңғы гөлдәр үкһеп иланы. Мин күбәләк түгел, шулай ҙа Йән ярһыуын татып минең дә Осҡом килде. Юҡҡамы ни һуң Һуңғы йырым шыта күңелдә. Шиғырҙы уҡып ултырғанда ошо урынға еткәс, йөрәгем “жыу” итеп ҡалды. Күбәләк образында Муса Ғәлиҙәр быуынын күреп, йәнем өҙгөләнгәндә был һүҙҙәрҙән тетрәнмәй булдыра алманым. О, килер ул йәндең ярһыуы Бәғеремде ярып, телгеләп. Үҙем кеше булып китермен, Йырым булыр — Һуңғы күбәләк. Шиғыр тураһында түгел, үҙе тураһында яҙа кеүек шағир, һил, матур, тыныс тормошта күбәләктәй елпенеп, оҙаҡ осорға тура килмәне ил именлеген һаҡлап, һаулығын юғалтҡан ветерандарға, өмөт менән алға ынтылған коммунистарға. Күңелде арбаған яҡтылыҡ — коммунизм ҡояшы күбәләктәй саф, гонаһһыҙ йәндәрҙең ҡанатын өттө, ләкин көслө рухын һүндерә алманы. Тормоштағы үҙгәртеп ҡороуҙар, һынылыштар, аяуһыҙ һынауҙар оло быуын кешеләрен күбәләкте ҡырыҫ ҡыш нисек ҡаушатһа, шулай ҡаушатты. Ҡыштай аяуһыҙ тормоштан хәйләкәр бөжәк кеүек йоҡлап ҡына ҡотолһаң икән ул! Яҡты, йылы көндәр етеү менән, иркәләнеп уяныр инең! Ләкин тормош рәхимһеҙ. Унда сабырҙар, сыныҡҡандар, көслө рухлылар ғына һау ҡала. Заман ғынам, танымайым һине, Чечня яна. Ҡыҫыла тындарым. Тороп ҡалып тарих саттарында Илай минең ғәзиз йылдарым. ... Һығыла тал, бөгөлә ҡайындар. Идеалдарҙы ваҡлап һатабыҙ. Кисә төҙөп, бөгөн ватабыҙ, Мәмерйәгә мәллә ҡайтабыҙ... Йәмғиәттең әлеге хәлен, аптырап, тәүтормош осоро менән сағыштырып ҡарай Муса Ғәли. Яугирҙың һуңғы йылдарҙа Чечня тураһында күп яҙыуы ла һис тә ғәжәп түгел. Әсәләр улдарын яуға оҙатып, күҙ йәше түкһен өсөн алышҡанмы ни ул Бөйөк Ватан һуғышында! “Ғүмер ауазы” поэмаһында ла шул фекер ярылып ята. Ауылға тоғро аты Хәйҙәрҙең үле кәүҙәһен алып ҡайта. Күңелдәргә утлы бер моң тулды, Тып-тын ҡалды халыҡ, уй баҫып. Тып-тын ҡалды. Әллә ғүмер, әллә Тотош заман менән хушлашып. Яу яландарынан да һау ҡайтып, матур ғүмер иткән өлгөлө ир арыҫланы урманда вәхшилек менән күҙгә-күҙ осраша. Баҫҡынсылар ул тәрбиәләгән бал ҡорттарын туҙҙырып, гәрәбәләй затлы балды талап алып киткәндә: “Донъяға беҙ килдек! Сталин ҡоло!” — тип мәсхәрәләй. Хурлыҡтан, ғәҙелһеҙлектән йөрәге әрнегән ветеран, ауылына ла ҡайтып етә алмай, юлда йән бирә. Шул уҡ көндә иҫән сағында күкрәгенә ғорурланып тағып йөрөргә насип булмаған миҙалы уны эҙләп таба. О, был миҙал яңы түгел ине... Архивтарҙа ҡалған юғалып, Ләкин, һуңлап килгән хаҡлыҡ һымаҡ, Хужаһына ҡайтҡан, юл алып. ...Ул миҙалда яугир йәне көткән Тын күкрәүҙең ине аяҙы. Ошо үлем үҙе ине үткән Бер замандың, Ҙур замандың һуңғы ауазы. Халыҡ абруйлы ветеранды һуңғы юлға оҙата. “Шундай изге йәнде кем үлтерергә баҙнат итте икән? Утты-һыуҙы кисеп, иҫән ҡалған кеше ҡапыл яҡты донъя менән нисек хушлашырға булған?!” Шундай уй тынғы бирмәй ауылдаштарына. “Хәйҙәр бабайҙы беҙҙең дәүер ҡанундары үлтерҙе! Аяуһыҙ замананың ҡырыҫ дөрөҫлөгө, яһиллығы үлеменә сәбәпсе булды уның!” — тип ҡысҡырғы килә уларға. Шул мәл тәҙрәне ҡымтып япҡан ҡапҡастар асылып киткәндәй була. Ҡараңғы өйгө, гүйә, көлтә-көлтә нур тарала. Йөрәккә йылы йүгерә. Күҙҙә осҡондар ҡабына! ... Ҡапыл тертләп китте Нәзирә: Елме шулай биткә ҡағылды? Ғәжәп бер күс гөжләп, елләнеп, Тере болот һымаҡ ағылды. “Беҙ йәшәгән заман шикелле геүләгән, осҡан, һөжүм иткән” бал ҡорто Рауил күсе туҙҙырылған умарталар ятҡан урмандағы аҡландан хужаһын эҙләп, ауылға күсеп килгән! Ни булды был! Килер бәрәкәтме, Булыпмы бер йәшәү йәдкәре, Аҡ тирәккә ҡунып һырыны күс... Ә был донъя шундай йәш әле. “Ил янмаһын өсөн ир яна!” — ти Муса Ғәли “Ҡыҙыл үләндәр” поэмаһында. Кеше булыу, бары кеше булыу! Типкән йөрәк шулай ҡысҡыра. Өндәй йөрәк: баҡыр тингә оҡшатып, Идеалдарҙы бирмә ваҡларға, Йәшлегеңдә йүгәнләгән атты Мираҫ итмә түбән заттарға! “Ҡыҙыл үләндәр” поэмаһы — үҙенә ғибрәтле ваҡиғаларҙы һыйҙырған әҫәр. Унда беҙ башҡорттоң данлы тарихын байҡап, Кутузов тарафынан бүләк ителгән затлы хәнйәргә ғорурланабыҙ, революция ҡорбанының ҡайнар ҡанына ҡыҙарған йәшел үләнде күреп тетрәнәбеҙ. Ҡыҙыл үләндәр беҙҙе һәр ваҡыт эҙәрлекләп, донъяның тыныс булмауын иҫкәртеп тора. Тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә саҡыра. Бөйөк Ватан һуғышының ҡан ҡойошло, дәһшәтле күренештәрен үҙе шул тамуҡта булып сыҡҡан кеше генә яҙа алалыр. Көн оҙоно Днепр ҡайнаны, Табан көйҙө янған тупраҡтан, Һәр аҙымда тамды тир һәм ҡан, Ғүмер яуҙы ергә, япраҡтан. ...Кемдәр ятмай йәшел был туғайға?! Егеттәре кем һуң — имәндәр. Хозур туғай, ник үҫтерҙең былай Ҡыҙыл, Ҡыҙыл, Ҡыҙыл үләндәр? Яу ҡырында көтмәгәндә бер-береһен осратҡан ике ғашиҡтың — Шоңҡар менән Наҙгөлдөң дә яҙмышы ҡанға мансыла. Сығырмы бер һалдат хәтеренән Һуғыш туҡып йәйгән келәмдәр? Ер ораны булып, йылдар аша Ҡысҡырасаҡ ошо үләндәр, Ҡыҙыл үләндәр! Яраланып тылға оҙатылған һөйгәнен һуғыштан һуң тапмай, юҡһынған егет Наҙгөлө биргән ҡулъяулыҡтағы орлоҡто сағылға һибә. Үҫеп сыҡҡан ҡыҙыл гөлдәр ҙә Шоңҡарҙың йөрәгендәге яраға тоҙ өҫтәй. Эй, юлдарҙың ҡыҙыл үләндәре — Янып һүнгән ғүмер төҫтәре. Был төҫтәрҙә йоҡлай фажиғәләр, Ғүмерҙәрҙең тынған күкрәүе. Поэма ахырында был хәүефле картина ҡыуаныслы, яҡты күренештәр менән алышына: Наҙгөл менән Шоңҡар сағылда осраша. Мөхәббәт нурында ҡойонған үләндәр (йәшел үләндәр!) “күктең гөлдөр-гөлдөр музыка уйнауына” шашып бейей. Тормош дауам итә! Хәҙер иңде офоҡта байыған ҡояш нурҙары ғына, күңелгә бер аҙ хафа, шом һалып, үләндәрҙе ҡыҙыл төҫкә буяп үтә. Тимәк, ер йөҙөндә әле лә һуғыш хәүефе һаҡлана! “Атылған йондоҙҙар” поэмаһына ла тыныслыҡ идеялары һалынған. Афған тойғолары — ул минеке... Мин дә үттем яу юлдары буйлап. Кешелектең ауыр ҡазаларын Үҙем татып белдем, түгел уйлап. Һуғыш тамуғы аша сыҡҡан, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белгән, уның ни тиклем ғәзиз икәнлегенә инанған яугир шағирҙың һәр һүҙе күңелгә һеңеп бара, уйландыра, тулҡынландыра. Үлмәҫ, тимен ләкин изгелектәр, Табынамын шуға саф йәндәргә, Шуға әйҙәй, саҡыра мине өмөт, Өмөт — аҡҡош, илтсе пак йәйҙәргә! Шағирҙың тәбиғәттән илһам алыуы тәбиғи. Әммә тәбиғәт менән ярышыуы, уны тиңдәш итеп күреүе бигерәк саялыҡ, ҡыйыулыҡ, малайлыҡ билдәһе түгелме икән? (Был һүҙҙәрҙе яратып һәм һоҡланып әйтәм.) Муса Ғәлиҙең “Ҡояш еле” поэмаһын уҡығас, шундай фекергә килдем мин. 1968 йылда уҡ яҙылған поэма әле лә иҫ китмәле заманса яңғырай! Лирик геройҙың ярһыу йөрәге йыһандарға сойорғоп, кешелек хыялдарын тормошҡа ашыра. Тәбиғәт, йыһан стихиялары менән бәрелешкәндә лә рух күтәренкелеген һаҡлаған ер улының тамырҙары ерҙә, тәрәндә. Йыһанға сәфәр сығырға йыйынған улына әсә: Бар Шүлгәнгә — Беҙҙең ерҙең асыҡ күкрәгенә, Бар һин аҡһаҡалға — Беҙҙең заттың иң-иң өлкәненә. Бар һин һөйгәнеңә!.. — тип кәңәш итә. Кешелек ниндәй генә юғарылыҡтарға күтәрелмәһен, үрҙәр яуламаһын, ул барыбер ер балаһы булып ҡала. Уға көс биреүсе лә, илһамландырыусы ла тәбиғәт. Ерен юғалтҡан — үҙен юғалтҡан. Ерҙән айырылған кеше йыһанда аҙашҡан метеоритҡа тиң. Поэмалары бик күп Муса Ғәлиҙең. Был, моғайын, уның ярһыуы, көсөргәнешле тойғолары, хистәр ҡуйылығы, фекер киңлеге, тәрән фәлсәфәһе шиғырға ғына һыйып ҡала алмауҙан киләлер. Заманынды Муса Ғәлиҙе башҡорт шиғыр мәҙәниәтен үҫтереүсе, шиғырҙың техник мөмкинлектәрен киңәйтеүсе тип атағандар. Ассоциатив фекерләүен, ассоциатив, символик образдар таба белеүен баһалағандар. “Муса Ғәлиҙең поэтикаһы халыҡсан ябай ҙа, ҡатмарлы ла. Ул, әйтәйек, ябай сағыштырыу, эпитеттарҙан алып ҡатмарлы метафоризмдарға, ассоциатив образдарға тиклем бай һәм ғәжәп төрлө поэтик арсенал менән берҙәй оҫта эш итә. Муса Ғәлиҙең бик яратып ҡулланған бер стилистик алымы — киңәйтелгән йәнәшәлек. Ул шул уҡ ябай психологик йәнәшәлек ерлегендә үҫеп сыҡҡан ҡатмарлыраҡ стилистик сара. Уның структураһы шунан ғибәрәт: шағир башта тәбиғәт донъяһынан алынған ниндәйҙер күренеште бер бөтөн поэтик тамаша дәрәжәһенә күтәреп тасуир итә. Шуның йәнәшәһенә кеше тормошона, күңел донъяһына бәйле рухи хәлде ҡушарлап ҡуя” (Ғайса Хөсәйенов. “Шағирҙәр”, 1981 йыл). Муса Ғәлиҙең Монголия, Словакия дәфтәрҙәре, Якутия эскиздары, Европа ҡитғаһынан, Мысыр, Ғәрәбстан һ.б. тарафтарҙан моронлаған шиғыр шәлкемдәре бар. Уларҙың барыһы ла тотош бер сәйәхәтнамәгә әйләнгән, башҡорт шиғриәтенең географик һәм поэтик офоҡтарын киңәйткән. Шиғырҙарына ҡарағанда Муса Ғәли — рәссам да, музыкант та. Көйҙәрҙе һиҙгер күңел менән йөрәгенә һеңдереүсе, буяуҙарҙы осҡор күҙ менән ҡабул итеп, ҡағыҙҙа тасуирлауы, шиғыр тыуҙырыуы уның оҫталығы, маһирлығы тураһында һөйләй. Муса Ғәли үҙ ғүмерендә Ер шарын арҡырыһынан буйына ҡыҙырып ҡына ҡалмаған, кешеләрҙең осо-ҡырыйы булмаған күңел донъяһына ла сәйәхәт итеп өлгөргән. Халҡының йәшәйешен, аһ-зарын, хыял-өмөттәрен өйрәнеп, шиғри асыштар яһаған. Гумер моңом, Әйҙә, сыңлат йырың, Бер килмәһә көйөң, бер килер. Миңә баҡҡан алыҫ бер йондоҙҙан Мөғжизә — нур, бәлки, бөркөлөр. Төн ҡараңғы, Әммә уяу сәмем... Һүнмәй торсо, һүнмә, минең шәмем. Бына ошо шиғырҙағы шәмдән аҡҡан балауыҙ, шағирҙың күбәләк кеүек елпенеп торған күңелен ямап, сәхрәләрҙә оҙаҡ-оҙаҡ талпынырға ярҙам итһен ине! (Тәнзилә Дәүләтбирҙина) 2003 й.