Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Мостай Кәрим (1919—2005)

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Мостафа бигерәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы тыңларға ярата. Иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итәләр.

Мостай Кәрим 1935 йылда үҙ ауылдарындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937 — 1941 йылдарҙа ул — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ята. Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй, Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 Майын — ул Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона һәм йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй. 1962 йылдың майында ул РСФСР яҙыусылар идараһының секретары итеп һайлана. 1963 йылда Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә.

Мостай Кәрим 1935 — 1936 йылдарҙа яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары йәштәр гәзиттәрендә баҫыла. 1938 йылда “Отряд ҡуҙғалды” тигән тәүге шиғырҙар китабы донъяға сыға. Бынан һуң уның байтаҡ шиғыр китаптары баҫыла. Мостай Кәрим поэзия жанры менән бергә, проза һәм драматургия жанрҙарында ла актив эшләп килә. Уның “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндө”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса ҡуйылған “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” исемле пьесаларын тамашасылар яратып ҡарайҙар. Проза әҫәрҙәренән “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау” һ. б. повестары баҫылып сыҡты.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре башҡорт телендә генә түгел, урыҫ, татар, украин, грузин, ҡумыҡ һәм башҡа туғандаш халыҡтар телдәрендә айырым китаптар булып баҫылды, сит ил телдәренә лә тәржемә ителде.

М. Кәрим — Салауат Юлаев исемендәге (1967), К. С. Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1967) һәм СССР дәүләт премияһы лауреаты (1972), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979).

1940 йылдан бирле Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

...Өсөнсө ай инде ямғырҙар юҡ, Иҫә афәт еле. Ерем көйә. Тик бер генә яуыр Ямғыр булһам ине. МОСТАЙ КӘРИМ ҺАБАҠТАРЫ (субъектив яҙмалар) Шағир, драматург, прозаик һәм публицист Мостай Кәримдең үрҙә эпиграф итеп алынған юлдары миңә яҡын. Ни өсөн? Улар авторҙың шәхес һәм художниклыҡ асылын тәрән, дөрөҫ дөйөмләштергән төҫлө. Ярты быуат буйы дауам иткән ижад дәүерендә уның теләктәре, ынтылыштары, идеалдары үҙгәрешһеҙ ҡалыуы мөмкин түгел. Батыр күрһәм, шул батырлыҡ тигән Тауға менгем килде; Дан ҡапҡаһын күрһәм, шул ҡапҡаны Шаҡып ингем килде. Ҡош һайраһа, ошо моңло ҡоштоң Йәне булғым килде; Илдәге бер иң сибәрҙең Һөйгән Йәре булғым килде, — тиелә эпиграф итеп алынған юлдарҙан алда килгән ике строфала. Шағир теләктәре төрләнә торған, был тәбиғи. Ләкин объектив һөҙөмтә шуға алып килде: ижади эшмәкәрлеге менән дә, ижтимағи эшмәкәрлеге менән дә бөгөн Мостай Кәрим — тыуған ер хәстәре менән йәшәүсе. Ер хәстәре — ул ил хәстәре, халыҡ хәстәре. Ошо уның һөйөнөсө, ошо уның көйөнөсө. Бөтә йәшәйеш ерҙән башланған шикелле, уның ижтимағи эшмәкәрлегендәге бөтә йүнәлештәр, ижадындағы бөтә мотивтар ана шул ил-ер хәстәренән үҫеп сыға. Уҡыусыға тәҡдим ителгән был мәҡәләмде мин “субъектив яҙмалар” тип атаным. Мостай Кәрим тураһында шул тиклем күп яҙылған, уҡыусыға бары минең шәхси фекерем генә ҡыҙыҡлы булыр һымаҡ. Заманаһы ла шундай: күнегелгән күренештәр тураһында асыҡлыҡ, демократлаштырыу, үҙгәртеп ҡороу күҙлегенән сығып һүҙ алып барыу, уларҙы яңыса баһаларға тырышыу ғәҙәткә инә. Мине айырыуса ҡыҙыҡһындырғаны — 1985 йылғы апрель ваҡиғаларынан һуң публицистик сығыштары. Күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәренең яңы дәүерҙе нисек аңлауы һәм ҡабул итеүе, үткәндәргә ниндәй мөнәсәбәттә тороуы киң ҡатлам укыусыларға мөһим, ҡыҙыҡлы булмауы мөмкин түгел. Мостай Кәрим монологтарына әленән-әле мөрәжәғәт итәсәкмен икән, был ана шуға бәйле тип аңларға кәрәк. “Субъектив яҙмалар” авторҙы бөтә фекерҙәрҙе бер епкә теҙеп сығыуҙан да ҡотҡара, “Мостай Кәримдең художестволы ижады һәм ижтимағи эшмәкәрлеге” тигән даръяла йөҙөп йөрөргә мөмкинлек бирә. “Субъектив яҙмалар” тик бер нәмәгә юл ҡуймай: оло донъяуи күренеш хаҡында һүҙ алып барғанда уның асылына тап килмәгән әйберҙәр һөйләргә. Бындай яҙмалар тулылыҡҡа ла, тамамланғанлыҡҡа ла дәғүә итмәй. Улар ҙур рәссамдың ижади байрамында әйтелер оло һүҙҙән бер кәлимә. Алтмыш менән етмеш араһы... Бер ҡараһаң, кеше инде сабырлана төшөргә, эшләнгән эштәренә ҡарап, яҡшыһы өсөн һөйөнөп, яманы өсөн көйөнөп, донъя ығы-зығыларына ҡул һелтәберәк, иҫәнлек-һаулығына шөкөрана ҡылып, ҡарттарса төҫ алып йәшәп ятырға тейеш шикелле. Әммә Мостай Кәрим ундай заттарҙан булып сыҡманы. Алтмыш менән етмеш араһында, иллеләге, ҡырҡтағы һымаҡ, ҡомарланып ижад итте, йәмғиәт тормошоноң уртаһында ҡайнаны. Нәҡ ошо арауыҡта ул илебеҙҙең иң ҙур бүләгенә — Ленин премияһына лайыҡ булды. Ошо уңай менән “Правда” гәзитендә бындай юлдар баҫылып сыҡты: “Ленин премияһы менән билдәләнгән “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы һәм “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһы үҙ республикаһынан йыраҡтарҙа ла киң билдәле һоҡланғыс оҫтаның ижадына хас хәл иткес һыҙаттарҙы үҙ эсенә ала. Күп яҡлы талант эйәһе Мостай Кәрим совет әҙәбиәтенең күп жанрҙарын байыҡтырҙы, прозала, драматургияла, публицистикала ҡабатланмаҫ үҙ һүҙен әйтте. Ниндәй генә әҫәрен алма, Мостай Кәримдең бөтәһенән былай ҙур шағир булып ҡалыуын күрәбеҙ. Уның ижады һәр саҡ шиғриәтле, фәлсәфәүи уйланыуҙарға тулы, ҡарынында бөгөнгө менән киләсәк яралыусы үткәндәргә йүнәлтелгән. Уның повесы ысын халыҡсан характерҙар, бай милли колорит менән һоҡландыра. Уның трагедияһы йәшәү һәм үлем, гуманистик ҡаһарманлыҡ кеүек мәңгелек проблемаларға арналған. Әҫәр ысын мәғәнәһендә заманса яңғырай, боронғо миф яҙыусыға беҙҙең замандашҡа, бөгөнгө уҡыусыға һабаҡ булырҙай мәсьәләләрҙе күтәреүгә художестволы сара хеҙмәтен үтәй”. Етенсе тиҫтәгә артылғанда яҙыусы үҙенең тетрәткес әҫәрҙәренең береһе — “Ярлыҡау” повесын яҙҙы. Ул үҙебеҙҙә лә, үҙәк матбуғатта ла юғары баһа алды. Ҡаҙаҡ романисы Әбдижәмил Нурпеисов ошондай ҡараш белдерҙе: “Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесынан бер-береһен һөйөүсе трагик яҙмышлы икәүҙе хәтергә төшөрәйек. Тәү ҡарашҡа повестағы ваҡиғалар миңә бик ғәҙәти күренде. Ысынлап та, тип уйланым мин, һуғыш арҡаһында бер-береһенән айырылған ғашиҡтар аҙ булдымы ни? Ул саҡта һоҡланғыс яҙмыштар аҙ ҡыйралдымы? Күләме менән әллә ни ҙур булмаған был әҫәрҙең арбаусы тәьҫир көсө ниҙә һуң? Нисек итеп, былай ҡарағанда ныҡ ҡына тапалған кеүек сюжет рухи драма дәрәжәһенә күтәрелә? Ошо хаҡта уйланып, мин шундай бер нәмәне аңланым, бының төп сәбәбе — һуғыштың ҡырыҫ дөрөҫлөгөн, хатта йәш егеттең мәғәнәһеҙ үлемен һүрәтләүҙә лә түгел; ошо тиклем трагик яҙмыш өсөн художниктың әсенеүе көслө, был яҙмыш, шаңдау шикелле, уның йөрәгендә әйтеп биргеһеҙ әрнеү булып яңғырай. “Ярлыҡау”ҙа юғары драматик көсөргәнешкә өлгәшеүҙә автор сюжетты мауыҡтырғыс итеп эшләү йәки бары тик ситуацияның аяуһыҙ дөрөҫлөгөнә баҫым яһау юлынан бармай: быны ул кешенең тыйып тотҡоһоҙ бер көс менән бәхеткә ынтылыуын кәүҙәләндереү аша эшләй. Кешеләр яҙмышы һәм ҡылыҡтарына һиҙгер, бөтәһен күреүсе, һәммәһен ишетеүсе юғары выждан мөнәсәбәтенә яҡын килеү реалист яҙыусыға кеше тәбиғәтенең иң тәрән төпкөлдәрен күрергә һәм асырға мөмкинлек бирә. Бындай мөнәсәбәт реалистик әҙәбиәттә психологизмдың ысын гражданлыҡ, сәйәси үткерлек, ижтимағи мәғәнә менән байытылыуына алып килә. Һуңғы ике-өс тиҫтә йылда яҙылған иң һәйбәт әҫәрҙәрҙең төп үҙенсәлегенә әүерелгән выждан позицияһы кеше күңеленең тәрән төпкөлдәренә үтеп инергә мөмкинлектәр аса, субъективизмға һуғылыуҙан ҡотолоп, социаль анализдың юғары бейеклектәренә күтәрелергә һәм шуның менән шәхестең мөһим тормошсан әхлаҡи мөмкинлектәрен киңәйтергә булышлыҡ итә”. Һуғыш хаҡындағы был повесть һуғышҡа ҡаршы сая әҫәр булып яңғырай, туған халҡының фекерләү үҙенсәлектәре менән күп милләтле әҙәбиәтебеҙҙең буяуҙар палитраһын төрләндерә. Алтмыштан етмешкә табан атлағанда илдә шундай ваҡиғалар башланып китте — улар, барса халыҡты өйөрөлдөрөп үҙенә тартҡан төҫлө, Мостай Кәримде лә үҙ шарламаһына алып инеп китте. Үҙ ғүмерендә ул аҙ күрмәне: утыҙ етенсе йыл, һуғыш, егерменсе съезд, торғонлоҡ. Әммә 1985 йылдың апреленән башланған яңы дәүер уларҙың бөтәһенең көсөн, ҡырҡыулығын үҙ эсенә алған һымаҡ. Үҙгәртеп ҡороу, тиҙләнеш, демократлаштырыу Мостай Кәримдең ижадына үҙенең тәрән эҙен һалды. Республиканы ҡырмыҫҡа иләүе шикелле ҡужғытҡан ваҡиғаларҙың — М. Шакиров эше, Өфөләге экологик демонстрация, Иштуған һыу һаҡлағысы, милләт-ара мөнәсәбәттәр, репрессияланған яҙыусылар, Мөхәмәтша Буранғолов менән Һәҙиә Дәүләтшинаны мораль реабилитациялау, Рәми Ғариповты, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабичты ҡайтанан баһалау — үҙәгендә булды. Үҙенең сығыштарында Мостай Кәрим административ-идара итеү системаһының пресы аҫтында тонсоҡҡан тәбиғәткә, кешегә, туған телгә шәфҡәтлелек күрһәтеүҙе талап итте, иҫке хаталар һәм ғәҙелһеҙлектәрҙе төҙәткәндә яңы хата һәм ғәҙелһеҙлектәр яһауҙан киҫәтте. Заманға үҙ мөнәсәбәтен белдереп, ул ошолай тине: “...яҙыусы — ижтимағи организмдың бер өлөшө. Моғайын, уның иң теремек, иң һиҙгер күҙәнәгелер... Дәүер минең ижадыма үҙенең ниндәй эҙҙәрен һалғандыр — быны мин үҙем әйтә алмам. Икеләнмәйем, яҡшыһы ла, яманы ла барҙыр. Шулай ҙа әҙәбиәт эшмәкәре булараҡ, XX съездан һуң мин үҙемде иркенерәк тоттом. Тағы ла дөрөҫөрәк итеп әйтһәм, рухымдың бөтөнләйгә асылыуы әле яңы ғына булды. Йәл, самаһыҙ күп ваҡыт уҙҙы, тик үкенеп ни эш ҡыраһың... Үткәнде кире ҡайтарып булмай. Үткәнде үҙеңдеке итеп ҡабул итергә лә, уның хаҡында ҡат-ҡат уйланырға кәрәк — һабаҡ алыр өсөн. Бынан һуң да шундай ышаныс менән йәшәргә ярамай, әйтерһең дә беҙ бөтә хәҡиҡәтте асып бөткәнбеҙ — философия өлкәһендә, социология, әхлаҡ өлкәһендә бөтә нәмәне асҡанбыҙ, бөтәһенән уҙҙырғанбыҙ...” Үҙгәртеп ҡороу, асыҡлыҡ сәйәсәтенең үҙ яҙмышына ла ҡағыласағын ул башта уҡ аңлағандыр, тик уның ниндәй масштабтар аласағын күҙ алдына килтергәндер тип уйлауы ҡыйын. Мостай Кәрим ижады, Мостай Кәрим тормошо һә тигәнсә майҙан уртаһына сыҡты. Төрлө яҡтан төрлө һүҙҙәр яуҙы: берәүҙәр уны оҙаҡ йылдар буйы китап нәшриәтенә, журналдарға яратҡан авторҙарға ғына юл асыуҙа ғәйепләне, икенселәре Яҙыусылар союзы аппаратына үҙ кешеләрен үткәреүҙә, вазифаһынан файҙаланып, илдәге бөтә награда һәм ордендарҙы үҙенә алыуҙа, милләткә хыянат итеүҙә һәм башҡа күп нәмәләрҙә ғәйепләне. Башҡаларҙы яҡларға һәр саҡ көс таба ала торған Мостай Кәрим, үҙен ҡурсаларға кәрәк ваҡыт еткәс, баҙап ҡалғандай итте. Шуныһы ғибрәтле: Мостай Кәримдән кешелек ярҙамы һәм ижади ярҙамды күберәк алған кешеләр уны ғәйепләп нығыраҡ боғаҙ ярҙы. Улар бик күп нәмәне хәтергә төшөрә, әммә бер әйберҙе онотоп ебәрә: Мостай Кәримде уның әҫәрҙәре яҡлай! Бер демагогтың оло һүҙҙәр артына ышыҡланып, ике себеш үлгән өсөн Айһылыуҙың күҙенән ҡанлы йәш ағыҙғанын шағир: Айһылыуҙың түккән күҙ йәшенә Ысын баһалар ҡуйһам мин әгәр, Әйтер инем: был — заяға аҡҡан Алтын шишмәләргә бәрәбәр Күҙ йәштәрен юҡҡа түкмәйек, Улар ҙа бит дәүләт байлығы Ул байлыҡты әрәм итмәйек, — тип шиғырға һалғанда (1966), ул бәндәләр ниндәй һүҙҙәр һөйләп йөрөнө икән? Ил башлығы һәм партия етәксеһе, 1980 йылдарҙа совет кешеһе коммунизмда йәшәйәсәк, тип һөрән һалғанда, шағир “вәғәҙәләр бирмә” тип оран һалды. Төрлө рангылағы түрәләрҙе, илде, биҙгәк тотҡан шикелле, ҡалтыратҡан бихисап эксперименттарҙы маҡтаған бер юл юҡ Мостай Кәрим ижадында; киреһенсә, хужалыҡ өлкәһендәге, социаль, идеология елкәләрендәге теләһә ниндәй уйланмаған күренештәрҙең кешеләр күңелен селпәрәмә килтереүе хаҡында, яңы кеше, яңы йәмғиәт төҙөүҙең ни тиклем ҡатмарлы, драматик процесс икәнен тасуир итте ул. “Яңғыҙ ҡайын”, “Йырланмаған йыр”, “Ҡыҙ урлау”, “Айгөл иле”, “Ҡара һыуҙар” — тынсыу замандарҙа уҡ бөгөнгө үҙгәртеп ҡороу дәүеренең төп рухын алға һөргән әҫәрҙәр. Уның ижады бөгөнгө үҙгәртеп ҡороуҙы, демократлаштырыуҙы әҙерләшеүсе оло ижтимағи-рухи күренеш ул. Мостай Кәрим: “Үҙгәртеп ҡороуҙың психологик, әхлаҡи һәм социаль атмосфераһын барлыҡҡа килтереүҙә бынан алдағы йылдарҙа уҡыусыға, тамашасыға ауырлыҡтар менән барып еткән әҙәбиәт, кино, театр әҫәрҙәре лә аҙ роль уйнаманы. Йәмғиәтте социаль үҙгәртеп ҡороу өсөн асыҡтан-асыҡ көрәшкә сыҡҡан әҙәби әҫәрҙәрҙе тыуҙырған тиҫтәләгән авторҙарҙы атарға мөмкин. Йыш ҡына уларға таш менән бәрҙеләр (һәм тәнҡит ташы менән генә түгел). Ни хәл итәһең, дөрөҫөн әйтергә яратыусыларҙың өлөшөнә төшкән көмөшө шул”. Үҙгәртеп ҡороуҙың иң мөһим ҡаҙаныштарының береһе — дөйөм кешелек ҡиммәттәренең приоритетын, өҫтөнлөгөн таныу. Әйтәйек, һуғыш ҡурҡынысын бөтөрөү, синфи мәнфәғәттәр сиктәренән сығып, дөйөм кешелек әһәмиәтен алды. Кешенең шәхес азатлығы — шулай уҡ дөйөм кешелек ҡиммәте. Мостай Кәримдең Аҡйегете менән Прометейы дөйөм кешелек идеалдарын кәүҙәләндереүсе масштаблы реаль геройҙар. Бөгөнгөнө һүрәтләгәндә мәңгелекте иҫтә тотоу — уның художниклыҡ зирәклеге, һәм был сифат ижадының бөтә дәүерҙәре өсөн хас. Күренекле рус совет яҙыусыһы Федор Абрамовтың ошондай бер фекере бар: “Заманаға ылыҡҡан сәнғәт бер үк ваҡытта мәңгелеккә лә тартылырға тейешле”. Ошо һүҙҙәрҙең үҙ күңеленә тәрән уйылып ҡалыуын әйтә Мостай Кәрим. Кеше факторы — яңы дәүерҙең байрағы. Мостай Кәримгә кешенән дә ҙур фактор бер ҡасан булманы. Һуғышта ул төрөпкәһен юғалтҡанға йәне әсенеүсе, ҡойоп ямғыр яуғанға ҡыуаныусы һалдаттың, әкиәт батыры Үлмәҫбайҙың күңел донъяһын поэтиклаштырҙы. Мырҙахан Шәүҡәтов, Дүсмәт Ярлыҡапов, Әжмәғол, Яҡуп, Зөлхәбирә, Тәнкәбикә, Дәрүиш, Ябағаев, Йоморо Талип, Мәрәһим, Аҡйондоҙ, Любомир Зух, Йәнтимер Байназаров һәм башҡа күптәрҙең ғибрәтле яҙмышын тасуир итте. Мостай Кәрим әҙәбиәте — ҡабатланмаҫ кешеләр донъяһы. Был донъяның төп рухы — кешегә кешелекле мөнәсәбәт, шәфҡәтлелек. Иң кире геройҙарҙан да бөтөнләй баш тартмайҙар, һыйыныр өсөн һуңғы йылы урын бирәләр, теләктәшлек һүҙе әйтәләр. Сөнки башҡаларҙың тормош фажиғәләрендә кешеләр үҙҙәрен дә ғәйепле тип тоя. Выждан ғазабы тойоп йәшәү Мостай Кәримдең геройҙарына ла, уның үҙенә лә хас сифат. “Шулай ҙа үҙемә ҡырҡыу үпкә белдереүҙән ҡотола алмам, — тип таный ул, — ҡайһы саҡта буталғанмын — ҡайҙа тормош хәҡиҡәте, ҡайҙа тормош ығы-зығыһы, эшкә генә күмелеп үткәрер изге сәғәттәрҙең ҡәҙерен белмәгәнмен, минең генә ҡулдан килә торған әйберҙәрҙе яҙаһы урынға ваҡытты бушҡа үткәргәнмен. Бынан һабаҡ алаһы ғына ҡала”. Үҙгәртеп ҡороуҙы әҙәбиәткә ҡарата, яҙыусыға ҡарата Мостай Кәрим нисек аңлай? “Был, иң тәүҙә, үҙеңде лә, йәмғиәтте лә ҡайтанан күҙ уңынан үткәреү, яңынан баһалау. Бынан тыш үҙгәртеп ҡороу, яңыса фекерләү тураһындағы һөйләшеүҙәр буш һүҙ. Шуны белергә кәрәк: ҡайҙа бараһың, нимәгә бараһың. Бөтә нәмәлә үҫеште, перспективаны күрергә кәрәк. Минең үҙемдең үҙгәртеп ҡороуыма килгәндә, үҙемә лә, ҡәләмдәштәремә лә берҙәй ук талапсан буласаҡмын. Йәшкә ҡарамайынса”. Йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу милли мәсьәләне ҡырҡыулаштырҙы. Мостай Кәрим быны таный. “Хәҙер, — ти ул, — елле-дауыллы осор. Бындай саҡта гел татлы моңдар ағылып, гел яҡты нурҙар сәселеп кенә тормай. Хатта йәмле байрамдар ҙа рәмдәрҙән азат түгел. Шуларҙың береһе — милли мөнәсәбәттәр. Әлбиттә, был мөһим, нескә, тулышҡан мәсьәлә. Ул даими хәстәр, сабыр аҡыл, көндәлек эштәр менән хәл ителергә, күмәкләп, бергәләп хәл ителергә тейешле. Сөнки юғалтыуҙар ҙа, әрнеүҙәр ҙә, маҡсаттар ҙа бөтә халыҡтар өсөн уртаҡ. Маҡсат — һәр милләткә уның рухи, ижади ҡеүәтен тулыраҡ файҙаланыу өсөн иркен юл асыу”. Милли мөнәсәбәттәрҙе хәл итеүҙә яҙыусы конструктив тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Ул, әйтәйек, билингвизмды — ике теллелекте яҡлай. Мостай Кәрим: “Ике тел факторы — туған тел менән рус телен белеү — тормош ихтыяжына әүерелде. Сағыштырыу бик үк яҡын булып бөтмәһә лә, мин былай тип әйтер инем: кешенең атаһы менән әсәһе була. Уларҙың береһе юҡ икән, кеше ярты етем. Илдең һәр бер гражданы ла, шуның шикелле, ике телде белмәгән осраҡта, ярты етем хәлгә ҡалыр ине”. Туған телде лә, рус телен дә берҙәй үк тәрән өйрәнеү мәсьәләһен яҙыусы көтөлмәгәнсә бора һәм бөгөнгө көндөң иң ҡырҡыу проблемаһына сыға. Был — ата-әсәләрҙең баланы туған телдә уҡытырға ҡаршы төшөүе. — Минең уйлауымса, киң билдәле хәҡиҡәткә әйләнеп ҡайтыу бер ҙә артыҡ түгел. Ике телде белеүҙең бик яҡшы һәм бик кәрәк нәмә икәнен күптәр аңлай. Ә бына шул кешеләр үҙҙәре тормошта нисек итә? Бер саҡ берәү миңә балаларының туған телдә бөтөнләй тиерлек һөйләшмәүен әйтте. Мин унан, ә үҙең нисек, үҙ телеңдә һөйләшәһеңме, тип һораным. Баҡтиһәң, һөйләшмәй. Шулай булғас, кемгә үпкәләргә һуң? Туған тел сәңгелдәктә, сабый саҡта башлана. Саҡ ҡына һуңланыңмы -— уны сит телде өйрәткән кеүек өйрәтергә ҡала. Бындай хәлдә әллә ниндәй йүнле һөҙөмтә лә көтөп булмай. Баланы ғаиләлә әсә телендә тәрбиәләү, уны үҙ халҡыңдың рухи байлыҡтарына ылыҡтырыу — юғары әхлаҡи, изге эш... — Ата-әсәләрҙең, балаларын “кеше итеү” өсөн, тик рус телендә уҡытырға теләүе, миңә ҡалһа, психологияла урын алған кире күренеш ул. Мин, миҫал өсөн, туған телдә уҡыным: башланғыс мәктәптә, ете йыллыҡта, педрабфакта, пединститутта, һәм, ғөмүмән, өлкән быуын бөтә милли интеллигенция, һәр хәлдә 7 — 8 синыф күләмендә, туған телдә белем алды. Шуға ҡарап, уларҙы “кеше булмаған” тип әйтергәме? Туған телгә хәҙерге, тураһын әйткәндә, кәмһетеп ҡарауҙы мин бынан алдағы дәүерҙәрҙә милли сәйәсәт өлкәһендә ебәрелгән етди кәмселектәргә бәйле тип аңлатыр инем. Туған тел, Мостай Кәрим аңлауынса, шәхестә әхлаҡ-әҙәп, рух, инанғанлыҡ тәрбиәләүҙә башҡа һис бер нәмә менән алыштырып булмай торған ҡорал. — Милли үҙаң, милли рух тураһында һүҙ алып барғанда, мин туған телгә мөнәсәбәтте иң алға ҡуйыр инем. Мине, ҡалған башҡорт яҙыусылары шикелле үк, туған телдә уҡыусы, белем алыусы, яҙышыусы кешеләрҙең кәмей барыуы борсой. — Шуға тәрән ышанам, был ышаныс минең тормош тәжрибәмдән килә, кесе йәштән милли-әхлаҡи донъянан айырылыу кешене рухи яҡтан ярлыландыра, зәғиф итә. Кеше — диплом хужаһы ғына йәки һөнәр эйәһе генә түгел. Барыһынан бигерәк ул шәхес. Ә шәхестең нигеҙе туған тел аша, туған тупраҡта һалына... Мәсьәләнең бөтә ҡырҡыулығында ҡуйылыуы көн кеүек асыҡ. Милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә лә ул тулы дөрөҫлөк, асыҡлыҡ позицияларынан сығып эш итә. Уның бер монологында былай тиелә: — Башҡортостанда быуаттар буйына күп ҡатламлы, төрлө телле халыҡтар структураһы ойошҡан. Бында рустар, татарҙар, сыуаштар, удмурттар һәм башҡа халыҡтар мәңгелеккә төпләнгән. Уларҙың һәр береһе өсөн, тел, милләт төшөнсәләренән тыш, тыуған төйәк, тыуған ер кеүек айырылғыһыҙ тойғолар бар. Был бөйөк төшөнсә, бөйөк тойғо. Автономиялы республикаға исем биргән төп халыҡтарҙың береһе лә: “Был ер тик минеке генә”, тип дәғүә ҡуя алмай. Теге йәки был төбәкте халыҡтар барлыҡҡа килтермәгән, был төйәккә улар бәхеткә күрә килеп юлыҡҡан. Мин, башҡорт, әйтә алмайым “Башҡортостан — бары тик минең ерем”, тип. Әгәр мин шулай тип әйтһәм, Башҡортостанда йәшәгән башҡа халыҡтарҙың Тыуған ил, тыуған ер тойғоһон кәмһеткән булыр инем. Башҡортостанды улар беҙҙән кәм яратамы ни? Мостай Кәримде бөгөн күп нәмәләр борсой. — Беҙ техникаға яҡын килеүҙә лә, экономикаға яҡын килеүҙә лә, белем биреү системаһында ла догматизмдан яфа сигәбеҙ... — Беҙ тәбиғәт өсөн хәүеф тыуҙырмай торған режимда эшләргә өйрәнергә тейешбеҙ. Хәүефһеҙ технология буйынса. Ана бит Өфөлә хәл нәмәгә барып етте — демонстрация. Әгәр ҙә химкомбинат төҙөү тураһында ҡала кешеләренең ни уйлауы менән алданыраҡ ҡыҙыҡһынғанда, бөтәһен уйлап-үлсәп эш иткәндә... Эйе, күп кешеләрҙең тормошо, мәнфәғәттәренә туранан-тура ҡағылышлы ҡырҡыу мәсьәләләрҙе хәл иткәндә референдум мотлаҡ кәрәк әйбер... — Төрлө рангылағы брак яһаусылар менән авантюрист браконьерҙар беҙҙең экономиканы, беҙҙең тәбиғәтте, беҙҙең әхлаҡты һуңғы ҡурҡыныс сиккә килтереп еткерҙеләр инде... — Асыҡлыҡҡа беҙгә өйрәнәһе лә өйрәнәһе... Күп нәмәне юғалтҡанбыҙ. Һуғышты хәтерләйем. Ул ауыр йылдар беҙҙе берләштерҙе. Көнкүреш һәр кемгә күренеп торҙо, кешеләр иң ҡәҙерле нәмә — икмәк киҫәге — менән уртаҡлашты. Ә бит ул ҡайһы бер осраҡта үлемдән ҡалыу тигән һүҙ ине. Ә бына уйҙары менән уртаҡлашҡанда, алан-йолан ҡаранырҙар ине, бында илебеҙ тарихының бик үк яҡшы булмаған биттәре үҙенең кире ролен уйнаны. Бөгөн бөтә ижтимағи һулыш башҡаса. Шулай ҙа сир тәрәндә ултыра, үкенескә ҡаршы, һәр ҡайһыбыҙға хас. Тик бына асыҡлыҡтың кеше көнкүрешендә соҡсоноу менән, элекке өсөн үс ҡайтарыу һәм шуның шикелле ваҡ нәмәләр менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. Әгәр һин дөйөм эш өсөн янам тип ышанаһың икән, асыҡтан-асыҡ бәхәсләш, асыҡтан-асыҡ үҙеңдең икеләнеүҙәреңде белдер, үҙ ҡарашыңды иҫбатла... Мостай Кәрим ғүмеренең һәр миҙгеле заманға, дәүергә береккән. Уның ошондай хикмәтле бер һүҙе бар: “Кендегемде киҫтеләр ҙә, Ер шарына ялғанылар”. Шунлыҡтан уның ижадының художестволы асылын, талантының индивидуаль һыҙаттарын күҙ уңында тотҡан һүрәттә, унда сағылыш алған заман һыҙаттары менән бәйләп өйрәнгәндә генә дөрөҫ аңларға һәм аңлатырға мөмкин. Мостай Кәримдең тәүге шиғырҙары уға ун дүрт йәштәр булғанда яҙыла. Быны ул үҙе әйтә. Тәүге шиғырҙарының береһе нисек яҙылыуы тураһында үҙенең автобиографик яҙмаларында ул былай ти: “... С. М. Кировты үлтереү тураһындағы ҡот осорғос хәбәр ауылыбыҙға килеп етте. Мәктәптә матәм митингыһы үткәрелде. Беҙҙең бер мөғәллимәбеҙ һөйләп торғанда илап ебәрҙе. Был фажиғә минең кескәй йөрәгемә аяуһыҙ яра һалды. Ошо оло юғалтыу мине мәрхүмдең иҫтәлегенә кис ултырып шиғыр яҙырға мәжбүр итте”. Был әҫәрен ул китаптарға индермәй. Ләкин шуныһы мөһим: шиғри һүҙгә мөрәжәғәт итеүе тормошта кешеләрҙе тетрәткән ваҡиғаға бәйле була. Халыҡ, ил ҡайғыһы уны ла тетрәткән, уның шәхси ҡайғыһына әүерелгән. “Минең был шиғырым — тәүге хәсрәт йырым ине”, ти Мостай Кәрим. Уның артабанғы бөтә ижады ана шулай үҙ заманының берсә хәсрәтле, берсә шатлыҡлы ваҡиғаларына бәйләнеп тыуа һәм йәшәй. Әле ижадының башланғыс дәүерендә үк үҙе йәшәгән осорҙо маҡтап йырларға ынтылыу 1936 йылда яҙылған “Көҙ” шиғырында үҙенсәлекле кәүҙәләнә. Шағир тәбиғәт көҙөн тасуирлай ҙа уның һары япраҡтары һибелгән ошо илдә тормош яҙы балҡыуын әйтә. Социалистик йәмғиәттең утыҙынсы йылдарҙағы аҙымдарын шағир ана шулай тормош яҙы тип атай. Шиғырҙа публицистик фекер лирик картина һәм интонацияларҙа бирелә. Төп поэтик фекер тәбиғәт көҙө менән тормош яҙы тигән төшөнсәләрҙең ҡапма-ҡаршылығын асыу рәүешендә барлыҡҡа килә, эмоционаллек шағирҙың көтөлмәгәнсә һығымтаға килә алыуына бәйле рәүештә тыуа. Шағирҙың бындай ҡыйыулығы тертләтеп ҡуя. Бындай ҡыйыулыҡ көн һанап арта бара; Бер-бер артлы “Ленин”, “Туҡайға”, Пушкинға арналған “Диңгеҙ ярында” кеүек шиғырҙары барлыҡҡа килә. Гениаль шәхестәргә мөрәжәғәт итеүҙең даимилығы аңлашыла. Ләкин был осраҡта шуныһы бар бит әле: гениаль кешеләр тураһында улай-былай ғына яҙыу ҙа ярамай, торошло фекерҙәр әйтә алыу мотлаҡ. Ошо өс шиғыр ни яғы менән ҡыҙыҡһындырырлыҡ һуң? Улар буйынса йәш яҙыусының гражданлыҡ ҡараштарын, ул ҡараштарҙың эволюцияһын төҫмөрләргә мөмкин. Уны Туҡай, Ленин, Пушкин кеүек бөйөк кешеләрҙең мәңгелеге уйландыра. Дөрөҫ, хәҙергә ул быны тулыһынса төшөнөп, формалашҡан фекер итеп әйтеп бирә алмай: Лениндың “мәңгелек ҡояш”, Тукайҙың “яҡты йондоҙ” булыуын теркәй, риторика күберәк. Әммә шуныһы бында мөһим: шағир күңелендә, шағир аҡылында кешенең тормоштағы урыны тураһында, ижтимағи тәғәйенләнеше хаҡында ҡараштар, уйланыуҙар хәрәкәте бара. Ошо уйланыуҙар уны Пушкин, Туҡай, Лениндың вариҫтары йәшәгән үҙ заманына алып ҡайта һәм бөйөк кешеләр хыял иткән кешелекте социаль һәм рухи азат итеү юлында оло ҡаһарманлыҡ яһаусы замандаш образын тыуҙыра. Был — “Дуҫтың үлеме” шиғырындағы һуғышсы комсомолец образы. Мостай Кәрим ижады тураһында яҙған әҙәбиәт белгестәре ошо әҫәргә йыш мөрәжәғәт итә, унда яңы тормош өсөн көрәшсенең романтик образы тыуҙырылыуын билдәләйҙәр. Шулай уҡ шиғырҙа автор образы ла бар һәм был образда бирелгән идея-эстетик йөкмәтке Мостай Кәримдең художниклыҡ ҡараштарын асыҡлау өсөн бик мөһим. Шиғыр ошондай строфа менән башлана: Комсомоллыҡ билетымды Ҡулыма алған һайын, Хәтерләйем фронтташтың Билетҡа тамған ҡанын. Дуҫының үлеменә шаһит булған “фронтташ” — уның комсомол билетын ҡабул итеп ала. Ҡаһарман комсомолецтың фронтташ дуҫына күскән комсомол билеты яңы тормош өсөн көрәш эстафетаһының дауам ителеше рәүешендә поэтиклаштырылған. Шул фронтташ образы авторҙың үҙ образы кеүек тә аңлашыла. Шағирҙа үҙен яңы тормош өсөн көрәшселәр сафында итеп тойоу асыҡлана барыуы ята. “Дуҫтың үлеме” — романтик ҡаһарманлыҡты данлаусы әҫәр. Унда поэтик фекер публицистик үткерлек, декларативлыҡ менән әйтеп бирелгән. Шиғыр былай тамамлана: Көҙгө япраҡтар шикелле, Кипкән, хәлһеҙ иренен Тын ғына ҡыймылдатты ла Беҙгә һуҙҙы билетын: — Теләгем һеҙҙең йөрәктә, Намыҫым үҙем менән, Үлем өсөн йәшәмәнем, Ә йәшәү өсөн үләм... Был шиғыр Мостай Кәримдең башланғыс ижадын аңлау өсөн мөһим. Унда шағирҙың романтик типиклаштырыу позицияларында тороуы күренә: героик сюжет, героик образ, көнкүреш элементтарының, психологик характерлауҙың булмауы шул хаҡта һөйләй. Мостай Кәрим таланты романтиктар “нәҫеленән”дер, күрәһең. Икенсенән, был хәл ул әҙәбиәткә килгән осорҙағы әҙәби процесҡа ла бәйле, һуңынаныраҡ яҙыусы ошолай тип күрһәтте: “Минең тәүҙән үк тормош романтикаһына һәм 20 — 30-сы йылдарҙың революцион үҙгәрештәренә, һуңынаныраҡ — Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманлығына тартылыуым әҙәбиәттә көнкүреште тасуирлауға мөнәсәбәтемдә сағылғандыр. Әле мин тәүге тәжрибәләремде яһаған ул йылдарҙа башҡорт шағирҙары, илдең уңыштарынан илһамланып, шатлыҡ йыры йырланылар...” Ләкин шуны ҡабатлап әйтергә кәрәк: уның әҙәбиәткә аяҡ баҫҡан дәүерҙә үк мәңгелек һыҙаттарына эйә шәхестәр образына мөрәжәғәт итеүе ижтимағи-художниклыҡ ҡараштарының билдәле бер йүнәлештә формалаша барыуын һөйләй. Шағир кешене социаль һәм рухи азат итеү өсөн ғүмерен арнаған идеаль шәхестең гуманистик миссияһын аңларға һәм кәүҙәләндерергә ынтыла. Пушкин, Туҡай, Ленин, яраһынан үлгән яугир комсомолец ана шул ҡарашты күтәреүсе идеаль образдар. Шиғырға бәйле рәүештә икенсе нәмәне лә күрһәтәһе килә. Шағир әҫәрҙең төп фекерен афористик һүҙ булып китерлек фразеологик берәмек кейеменә кейендерә. “Үлем өсөн йәшәмәнем, ә йәшәү өсөн үләм”, тигән юлдар күңелдән сыҡмай. Шиғырҙа көтөлмәгәнсә поэтик һөҙөмтәгә өлгәшеү шулай уҡ үҙенә иғтибарҙы тарта: үлем тураһында һүҙ алып барылған кеүек күренһә лә, шиғыр үлемһеҙлеккә йыр булып яңғырай. Афористиклыҡ һәм парадоксаллек, нығынғандан-нығына барып, Мостай Кәрим эстетикаһының төп күрһәткестәренә әүерелер. Мостай Кәрим ижады — күп жанрлы ижад. Уның яңы әҫәре йыш ҡына элеккеһенә ҡарағанда бөтөнләй көтөлмәгәнсә яңғырай. Шаулатып пьесалар яҙып йөрөгән ерҙән повесть килтереп һалыу, шиғыр көтөлгәндә иҫтәлектәр баҫтырыу һәм башҡалар ғәҙәткә ингән. Был йәһәттән ул ижадтың тәбиғи ағышын раҫлай һәм яҡлай. Уның ҡарашынса, яҙыусының ниндәй әҫәр яҙырға ултырыуын үрҙән төшөрөлгән конъюнктур талаптар билдәләргә тейеш түгел, ул йөрәк ҡушыуы буйынса барырға тейеш. “Хәҡиҡәт ябай: теләһә ниндәй сәнғәт ижад итеүсенең күңел донъяһына ышаныс белдереүе менән тере һәм ғүмерле: ижад итеүсенең күңеленә, уҡыусының күңеленә. Был хаҡта онотоп ебәрҙек. Ниндәйҙер күрһәтмәләр, өйрәтеүҙәр буйынса яҙыу өҫтөнлөк итә башланы... Тәбиғәт яҙыусыға үҙенең күңел донъяһының ауаз биреүенән сығып һүрәтләүгә ҡөҙрәт биргән икән, ул быны аҙағына саҡлы эшләй алһын өсөн ҡамасаулыҡ итергә ярамай. Етер яҙыусыны тартҡыларға: имеш, ниңә һин тегене былай күрҙең, быны тегеләй күрҙең, күңел күтәрәһе урынға ни өсөн бойоғаһың. Бындай ирекһеҙләү әҙәбиәттә ялғанлыҡҡа килтерә, ихлас күңелдән яҙылмаған әҫәр үҙенән кешене этәрә. Яҙыусы үҙе яҡшы белгән нәмә тураһында ғына яҡшы яҙа ала”, ти ул. Һуңғы йылдарҙа Мостай Кәрим Твардовский, Симонов, Сәғит Агиш, Хәсән Туфандар хаҡында иҫтәлектәр баҫтырҙы. Уларҙа ҙур ҡәләм оҫталары һәм оло шәхестәрҙең тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә ҡағылышлы фәһемле күҙәтеүҙәр урын ала. Әҙәбиәт тарихы өсөн дә, бөгөн әҙәбиәттә эшләүселәр өсөн дә был иҫтәлектәр бик кәрәкле. Күптәр Мостай Кәримдең ошо жанрҙа (иҫтәлек) ең һыҙғанып эшләүен теләй һәм көтә; унда иҫтәлек итеп яҙырлыҡ нәмәләр ҙә етерлек, быға ваҡыттың да тап өҫтөнә баҫылған. Мостай Кәрим ижадында ике даръя бергә ҡушыла: береһе — тормош конкретлығы, икенсеһе — фәлсәфи уйланыуҙар. Европанан Азияға сығып барыусы ҡырмыҫҡа хәрәкәтенә ҡарап ул йәшәйеш өсөн кешелектең шартлы сиктәр менән бүлгеләнеүе ни тиклем яһалма икәнлеген күрҙе. Йөрәктәрҙе ҡағып уҙыр өсөн иң тәүҙә ишектәрҙе асып инеү, йырға күтәрелер өсөн иң тәүҙә юлға сығыу — уның өсөн күнегелгән нәмә. Уның ижадындағы иң оло поэтик фекерҙәр тормош күренештәрен бәйнә-бәйнә күҙәтеү һәм тасуирлауҙан тыуа. Йәйге ямғыр, көмөш булып, Һибелгән саҡта, “Үҫәм” тип, малай ваҡыт ул Яланбаш сапты. Үҫте. Ямғыр һуғарғанда Игенле ҡырҙы, Иҙеү сисеп, бураҙнала Кәпәсһеҙ торҙо. Һыуһаны ул, күккә ҡарап, Ҡорораҡ йылды, Һәр болотто тыны менән Тартырҙай булды. Бөгөн дә шул тамсы-тамсы Көмөш ҡойола. Тик бөгөн һалдат ҡыуанмай, Кәйефе йонсоу — Шинелгә үткән, окопта Тубығынан һыу. — Ямайһы ине, исмаһам, Был туҙған күкте! — Ул ғүмерендә тәүге ҡат Ямғырҙы һүкте. Болоттар ярылды ҡапыл, Йәшен яҡтырҙы. Ул күрҙе Тыуған илдәге Игенле ҡырҙы. Иҙелдә тулҡын бәүелеп, Ярҙарҙы ҡаға, Ә Илгиз исемле улы Яланбаш саба. — Өйҙә булһаң ине, — тине, — Ошондай йәйҙә. (Еүеш шинелгә төрөндө): — Яуһын әйҙә! Тормош атрибуттары шул тиклем ишле һәм шул тиклем ысынбарлыҡтағыса килтерелгән, хатта улы Илгиздең исеме аталған. Быларҙың бөтәһе тулҡынландырырлыҡ итеп, ышандырырлыҡ итеп әҫәрҙең тел төбөн, уның төп фекерен күтәрә: кеше һуғыш өсөн яралмаған, уға һуғыш ғәме менән йәшәгәнгә ҡарағанда ер хәстәре менән йәшәү тәбиғи һәм яҡын. Конкрет предметлылыҡ ялған пафослылыҡтан ҡотҡара. Яҙыусы бик ныҡ һоҡланғанда ла предметһыҙ һүҙгә төшөп китмәй, нимә ғәжәпләндергәнен әйтә. Йомро Талип, мәҫәлән, ҡунаҡтан иҫ киткес байлыҡ тейәп ҡайта: ике таҡмаҡ, бер бейеү, бер йыр! Ергә ереккәнлек һәм юғары уй-хистәр Мостай Кәримде бер үк ваҡытта ҡырыҫ реалист һәм философ-романтик итә. Күренекле совет әҙәбиәт белгесе Павел Ульяшов “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесының художество сифаттары хаҡында уйланып, былай тип билдәләй: “Мостай Кәримдең китабы “шағир прозаһы” тип йөрөтөлгән донъяла, моғайын, айырым бер күренештер. Уның үҙенсәлеге шунда, автор, тормош-көнкүреште һүрәтләүҙән ситкә китеп, үҙенең таныш ауылдаштарын лирик-героик эпос геройҙары бейеклегенә күтәрә, шул уҡ ваҡытта уларҙың ысынлығына, тере кеше булыуҙарын шик аҫтына алырға юл ҡуймай ”. Мостай Кәрим ижады — милли үҙенсәлек һәм интернациональ һыҙаттарҙың үҙенсәлекле иретмәһе ул. “Ай тотолған төндө” трагедияһы бөтә йәһәттән башҡорт рухы менән һуғарылған әҫәр, ләкин ул беҙҙең илдә, башҡа илдәрҙә оло яңғыраш алды. Бының сере нимәлә? Йәмғиәттең мәжүси йолаларына ҡаршы сығырға көс тапҡан Аҡйегет кешелеккә цивилизация килтереүсе герой рәүешендә ҡабул ителде. Характерҙарҙағы дөйөм кешелек идеалдарына ауаздаш милли һыҙаттар ни тиклем тәрән асылһа, интернациональ рух шул тиклем арта. Әҙәбиәттә миллилек һәм интернационаллек, әҙип фекеренсә, тормоштоң тарихи асылына бәйле рәүештә барлыҡҡа килә. “Башҡортостан аша борон-борондан Европа менән Азия араһындағы каруан юлы үтә. Башҡортостан шулай уҡ ике мәҙәниәттең — Көнбайыш һәм Көнсығыш — мәҙәниәттәренең каруан юлына тап килгән. Беҙҙең йортобоҙ ике яҡтан да яҡтыртыла. Әгәр ҙә беҙ, башҡорт әҙиптәре, ошо ике бөйөк мәҙәниәттең поэтик тәжрибәһен ижади үҙләштереүгә ирешһәк, иң тәүҙә үҙебеҙҙең милли уҡыусыбыҙ өсөн әҫәрҙәр тыуҙыра барып, яҡындағы һәм алыҫтағы халыҡтар йөрәгенә лә етә алырбыҙ. Бары ошо шарттарҙа ғына беҙҙең милли әҙәбиәтебеҙ оҙон ғүмерле булыр, бөтә донъя күләмендә әһәмиәт ҡаҙаныр...” Мостай Кәрим тарафынан ижад ителгән образдар ҡабатланмаҫ характер булараҡ хайран ҡалдыра. Салауат Юлаев тарихта, әҙәбиәт һәм сәнғәттә ҡурҡыу белмәҫ батыр булып нығынған. Әммә халыҡ шағиры ижад иткән Салауат (“Салауат” трагедияһы) икеләнеү ғазаптарын да кисерә. Халыҡты Крәҫтиәндәр һуғышына алып барып ҡушып, дөрөҫ эшләнемме һуң? — тип шикләнә ул, атаһы Юлайға ошо әсе һорау менән мөрәжәғәт итә. Дөрөҫөн әйткәндә, тамашасы, уҡыусы, бындай Салауатты ауырлыҡ менән ҡабул итте. Был уларҙың ғәйебе түгел, бәләһе ине. Беҙҙең әҙәбиәт шулай үҫте, герой икән — ул икеләнеүҙе белмәй, антигерой икән — фиҙаҡәрлек уның төшөнә лә кермәй. Салауат — героик шәхес, әҙәбиәттә, сәнғәттә ул шул планда һүрәтләнде лә. Ләкин, Мостай Кәрим уйлауынса, Салауатҡа шик-шөбһәләр кисерергә лә урын юҡ түгел: яуҙарҙан һуң Башҡортостанда өс йөҙҙән артыҡ ауыл көл-күмер ителә, халыҡ, үҙенең иң һәләтле улдарын юғалтыу һөҙөмтәһендә, бер нисә быуатҡа артҡа ташлана. Салауаттың икеләнеүҙәре — тарихи йәһәттән аҡланған, шуға күрә был мотив халыҡ батырын кәмһетмәй, ә тулыландыра, легендар Салауат реалистик төҫ ала. Икеләнеүҙәр менән ғазапланыусы батыр һуңғы һулышына саҡлы ҡылған эштәренә тоғро ҡала, тик ул килер быуаттарҙа тыуыр тамырҙаштарына, вариҫтарына үҙен дөрөҫ аңлауҙы һорап мөрәжәғәт итә. Әйтерһең, ул күңеле менән тоя: киләсәк быуындар һорау бирәсәк — Салауат дөрөҫ эшләгәнме? Шуға үҙе яуабын биреп ҡалдырырға тырыша: иҙеүселәргә ҡаршы яуға күтәрелеп беҙ дөрөҫ эшләнек, быныһына минең шигем юҡ; тик беҙҙең дөрөҫлөк хаҡына саманан тыш артыҡ ҡорбандар бирелмәнеме икән — быныһын мин бер ҡасан да белмәйәсәкмен. Мостай Кәримдең Салауаты был образды көтөлмәгән ракурста дауам итеү ине, шуға ла ул сәйерерәк яңғыраны. Прометей менән дә шулай килеп сыҡты. Донъя әҙәбиәтендә бик күп тапҡырҙар һүрәтләнгән был образ, барыһынан элек, күк утын урлағаны өсөн Зевстың ҡәһәрен алған трагик герой булып нығынған. Мостай Кәримде иһә иң ҡыҙыҡһындырғаны икенсе нәмә: Прометей килтергән утты кеше нисек ҡабул иткән? Әҫәрҙә кешеләр утҡа ҡаршы, улар әле уттың бөйөк мәғәнәһен аңлар кимәлдә түгел. Әммә титан, үҙ миссияһының кешелеклеген тәрән тойоп, ут йәшерелгән ҡамышты сарт һындыра ла, ҡараңғылыҡта осҡон баҙлап китә. Шунда әҙәмдәрҙең күҙе асыла. Бөтә ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙенең цивилизацияға әйҙәүсе миссияһын үтәгән титан Мостай Кәримдең тормош тәжрибәһенән килгән мотивтар менән байыҡтырылып, яңыса кәүҙәләндерелгән. Талантлы шәхестең халыҡ яҙмышындағы алдан күреүсәнлек роле замандың иң актуаль мәсьәләләренең береһе булып ҡала. Халыҡты шәхескә ҡарағанда юғары баһалау — беҙҙә даими талап һәм ғәҙәт, ә бына титандар алдында халыҡтың яуаплылығы хаҡында (утыҙ етенсе йылда халыҡ массаларының Бухарин һәм башҡаларға үлем талап итеп демонстрациялар үткәреүе...) һүҙ йөрөтөү беҙҙә яҙыҡ иҫәпләнә. Титандың триумфы ла, трагедияһы ла уны халыҡтың хуплауы йәки кире ҡағыуы менән билдәләнмәй бит: уның ҡылығы халыҡ яҙмышында ниндәй роль уйнай — шуныһы хәл иткес. Аҡйегетте ул йәшәгән заманда берәү ҙә аңламай-хупламай, аҡһаҡалдар уны үлемгә хөкөм итә, ырыуҙаштары уны яҡлап бындай кешелекһеҙлеккә ҡаршы сыҡмай. Ләкин герой ғүмере бының менән баһаланмай. Аҡйегеттең бөйөклөгө ул ҡылған эштең ырыуҙаштары яҙмышындағы тарихи прогрессив мәғәнәһендә. Ул саф, ысын мөхәббәтте кешенең цивилизация кимәлен билдәләүсе көс итеп күтәрә. Ут килтереп, бәндәләрҙең күҙен асҡан Прометей шикелле, Аҡйегет йола ҡанундары буйынса йәшәп ятҡан һуҡыр ырыуҙаштарының рухын яҡтырта. Аҡйегеттең бәхете лә, фажиғәһе лә бына ошонда. Мостай Кәрим образдарының характер яңылығы нилектән барлыҡҡа килә? Аҡыл тәрәнлеге, фәлсәфәүи эҙләнеүҙәр тынғыһыҙлығы һәм бөтә дөрөҫлөктө, тулы дөрөҫлөктө әйтеп бирергә ынтылыуҙан, тип раҫларға мөмкин. Быларҙың бөтәһе тарихи хәҡиҡәтте бар тулылығында аңлау һәм кәүҙәләндереүгә мөмкинлек бирә. Мырҙахан Шәүҡәтов ни тиклем тәрән, ни тиклем “сәйер” характер, ә бит, бер ҡараһаң, ул үтә конъюнктур образ да булып сығыуы ихтимал ине, ваҡ колхоздарҙы эреләтеү кампанияһының йәдкәренә әүерелеүе мөмкин ине. Әммә художник был образға иң элек кешелеклелек күҙлегенән яҡын килде. “Яңғыҙ ҡайын” колхозын үҙе төҙөгән, уны башҡаларҙан хәллерәк итер өсөн бөтә көсөн, рухи көсөргәнешен һалған кеше уны етәкләп алып барып күршеләге арыҡ хужалыҡҡа ҡушырға ашҡынып торормо? Мырҙахан оҙаҡ ҡаршылаша был эшкә, бик ҡаты ҡаршылаша. Кем ул: консерватормы, новатормы? Ул заманда әҙәбиәт һәм сәнғәт донъяһында киң таралған ыңғай герой ҙа, кире герой ҙа түгел ул, ә — кеше. Ваҡ колхоздарҙы эреләтеү заманында бөтөн бер быуындың тормошон аҫтын-өҫкә килтерҙе. Улар араһында “ихлас” яңылышҡан Шәүҡәтов ишеләр етерлек ине. Мостай Кәрим ул кешеләрҙе аңлай, уларға теләктәшлек итә, ләкин был хуплау тип үк ҡаралырға ла тейеш түгел. Мырҙахан Шәүҡәтов, бәлки, коллективлаштырыу осоронда, утыҙ етенсе йылда халыҡ күңеленә һалынған тәрән яраларға илленсе йылдарҙа өҫтәлгән тағы бер яралыр. Художник тормоштағы төпкөл күренештәрҙең кешелек асылын аҡыл эйәһе һәм шәфҡәтле йән эйәһе булараҡ аңлай һәм дөйөмләштерә. Ә ысын тормошта һәр кем — үҙе ҡабатланмаҫ бер донъя: ошонда ята образдарҙың характер байлығы һәм яңылығы. Мостай Кәримдә шундай бер һәләт бар: күренеш йәки әйберҙең хәл иткес сифатын аңлатып бирерлек иң кәрәкле һәм тапҡыр һүҙҙе таба алыу. Рәшит Ниғмәти хаҡында ул былай тип яҙҙы: “Ҙур турбиналарҙы тик көслө шарлауыҡтар ғына әйләндерә ала. Заманыбыҙҙың ҙур ваҡиғалары, ҙур идеялары, ҙур тойғолары Ниғмәтиҙең ижади фекерен хәрәкәткә килтерҙе”. Халыҡ шағиры Ниғмәтиҙең талант ҡоласын һәм төп асылын ни тиклем тулы дөйөмләштерә был һүҙҙәр. Әле 1957 йылда уҡ Һәҙиә Дәүләтшина тураһында Мостай Кәрим ошондай һүҙҙәр әйтте: “Һәҙиә Дәүләтшина беҙҙең аранан ваҡытһыҙ китте, ләкин көслө рухлы, ҡаты ихтыярлы, матур күңелле, күп яфалар күргән был ҙур талант йәш быуынға гүзәл бүләк ҡалдырҙы. Һәҙиә Дәүләтшина үҙе иҫән саҡта романының ташҡа баҫылған бер генә битен дә күрә алманы. Бының өсөн беҙҙең ҡайһы берҙәребеҙ күңел ғазабы кисерергә тейештер, тип уйлайым. Тормоштоң күләгәле яҡтарына ғына ышыҡланып йөрөргә яратыусы ҡайһы бер кешеләр өсөн Һәҙиә Дәүләтшинаның үҙенең образы ла бик ғибрәтле. Билдәле сәбәптәр арҡаһында оҙаҡ ҡына ваҡыттар ижад эшенән айырылып торорға мәжбүр булған был яҙыусы ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем тормошҡа, халыҡҡа, беҙҙең коммунистик хәҡиҡәткә ышанысын юғалтманы һәм революцион романтика менән һуғарылған ҙур әҫәр ижад итте. Ҡайһы саҡта беҙҙең айырым иптәштәребеҙ үҙҙәренең теге йәки был