Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (1841-1907)

Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгусында (2 сентябрендә) Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын волосының (хәҙер Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) Йомран-Ибраһим ауылында тыуып үҫә.

Ауылындағы мәҙрәсәне тамамлағас, 1852 — 1860 йылдарҙа Ырымбурҙағы Неплюев исемендәге кадетлыҡ корпусында уҡый. Аҙаҡ волость сәркәтибе, старшина вазифаларын башҡара, мөғәллимлек итә һәм, Өфөгә күскәс, Диниә назаратында, округ судында тәржемәсе булып эшләй. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1907 йылдың 28 июлендә вафат була.

М. Өмөтбаевтың ижади мираҫы йөкмәткеһе менән ғәжәп бай һәм күп яҡлы. Уның ярайһы ғына өлөшөн ғилми хеҙмәттәр тәшкил итә. Уларҙың бер ни тиклеме айырым китап рәүешендә (“Иман шарттары. Башында уҡыуҙы тиҙерәк белмәктең ҡағиҙәләре менән”. Ҡазан, 1897; “Татар нәхүһенең мохтасары” — “Татар теленең ҡыҫҡаса синтаксисы”. Ҡазан, 1901; “Оренбург духовное собрание мәхкәмәһенең йөҙ йыллығы...”, Өфө, 1903, урыҫ телендә лә сыҡҡан) һәм әҙиптең төп йыйынтығы “Йәдкәр”ҙә (“Иҫтәлек”. Ҡазан, 1897) донъя күрһә, күбеһе баҫылмайынса ҡала (“Фарсыса-русса һүҙлек”; “Фарсыса-татарса-русса һүҙлек”; “Фарсы нәхүһе” — “Фарсы теленең синтаксисы”; “Йыһаннама” — “География китабы”; “Башҡорттар”; “Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар”; “Башҡорт ырыуы Йомран Табын” һ.б.).

Туған халҡының тарихын, рухи байлығын өйрәнеү буйынса шаҡтай эшсәнлек күрһәткән өсөн М.Өмөтбаев 1883 й. Урыҫ география йәмғиәтенең Ырымбур бүлегенә ағза итеп һайлана.

XX быуатҡа ингәндә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев шағир, публицист һәм тәржемәсе булараҡ та киң таныла.

М. Өмөтбаев үҙен беренсе сиратта шағир-тарихсы, шағир-мәғрифәтсе итеп күрһәтә. Шуға ла уның күпселек шиғырҙары (“Үткән ғүмер — ҡалған хәтер”, “Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы”, “Урмансы” һ.б.) уҡыусыла образлы уй, эстетик зауыҡ тыуҙырыуҙан бигерәк, уға белем, төрлө мәғлүмәт биреү хеҙмәтен үтәй.

М. Өмөтбаев шиғырҙарының бер өлөшө мөхәббәт лирикаһы һәм әхлаҡ темаһына яҙылған. “Кемгә хәлем һөйләйем?”, “Һағыныу”, “Һағыныу хаты”, “Минең ғишығым” шиғырҙарында автор мөхәббәттең кеше тормошон шатлыҡтары менән генә түгел, ғазаптары менән дә “биҙәүсе” бик ҡатмарлы хис-тойғолар күренеше булыуын күрһәтеп бирә.

Публицистика өлкәһендә лә М. Өмөтбаев үҙен туған халҡының тормошо һәм яҙмышы менән ысынлап ҡыҙыҡһынған патриот яҙыусы итеп күрһәтә. Үҙенең “Йәмғиәт тәртиптәре”, “Халыҡ байыймы әллә ярлыланамы?”, “Россиялағы “Первое товарищество” циркында”, “Халыҡ мәғарифын юлға һалырға” кеүек мәҡәләләрендә автор ҡыйыу рәүештә батша колонизаторҙарының, реакцион матбуғаттың һәм фәндең “башҡорттар тәбиғәте менән ялҡау һәм аҡыл эшенә һәләтһеҙ” тигән уйҙырмаларын, царизмдың бәләкәй халыҡтарҙы йәберләү, уларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу сәйәсәтен фашлай.

Үҙенең күп яҡлы ижади эшмәкәрлеге менән М. Өмөтбаев Башҡортостанда ижтимағи аңдың, фәнни фекерҙең һәм әҙәбиәттең үҫешенә тос өлөш индерҙе.

МӨХӘММӘТСӘЛИМ ӨМӨТБАЕВ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев үҙе иҫән саҡта уҡ күп яҡлы талант эйәһе, туған халҡына ғилем һәм мәғрифәт нурҙарын таратыуҙа бихисап хеҙмәт күрһәткән һоҡланғыс кеше һәм олпат шәхес булараҡ ҙур абруй ҡаҙана. Асылда XIX быуаттың һуңғы сирегендә — XX быуат башында Өфөнөң һәм ул саҡтағы Өфө губернаһының ижтимағи фекер тормошон шағир һәм публицист, тарихсы һәм этнограф, ысын мәғәнәһендә киң профилле филолог, телсе һәм тәржемәсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре М. И. Өмөтбаевтан башҡа күҙ алдына килтереүе мөмкин дә түгел. Ғүмеренең нәҡ ошо дәүерендә ул айырыуса емешле ижад итә һәм, шуның менән бергә, ил, халыҡ тормошо эсендә ҡайнай, уға күп кенә мөһим мәҙәни, ижтимағи ваҡиғаларҙың уртаһында булырға тура килә. Шул айҡанлы ул губернаның рус телендә сыҡҡан матбуғат сараларында башҡорт халҡының тарихы, теле, этнографияһы буйынса, фольклор хазиналарына, милләтебеҙҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған мәҡәләләр менән сығыш яһай. Уның ғилми-әҙәби эшмәкәрлеге, бер яҡтан, үҙ туған халҡының фәнен һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҡиммәтле күренешкә әйләнһә, икенсе яҡтан, губернаның рус телле рәсми даирәләрендә, Урал — Волга буйҙарының рус мөхитендә ул үҙ милләтенең ысын илсеһе ролен үтәне. Хәйер, бөтөн ғүмерен халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаған М. И. Өмөтбаев үҙе хаҡында: “Беҙ — ғауамдың (ғауам — ябай халыҡ) ходатайы” тиеүе менән бик хаҡлы ине, әлбиттә. Үҙ заманының матбуғат биттәрендә уның мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә ҙур баһа бирелә, әҙип башҡорт тарихы буйынса киң белемгә эйә булыуы менән танылыу таба. Ә инде 1903 йылдың 11 июнендә “Уфимские губернские ведомости” гәзите уның хаҡында ошондай һүҙҙәр яҙып сыға: “Башҡорттарҙың Сәлим Өмөтбаев тигән 60 йәшлек үҙ шағиры бар. Ул тулҡынландырғыс һәм көслө стилгә эйә. Пушкиндың “Баҡсаһарай”ын бик һәйбәт тәржемә итте; Ҡазанда ла, Ырымбурҙа ла, Уралда ла, Өфөлә лә киң билдәле”. Мөхәммәтсәлим Ишмөхәммәт улы Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгусында (2 сентябрендә) элекке Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын олосоноң (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы) Ибраһим ауылында башҡорт кантон башлығы ғаиләһендә донъяға килә. Мөхәммәтсәлимдең атаһы Ишмөхәммәт Ишемғол улы Өмөтбаев башҡорт йәмғиәтенең юғары мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы административ хакимиәт вәкиле булған, күп йыллыҡ хәрби хеҙмәте өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Әсәһе Бәлхизә Балапан ҡыҙы шулай уҡ уҡымышлы, халҡы рухиәтен күңелендә һаҡлаған шиғри күңелле ҡатын була. Уларҙың ғаиләһендә ете бала яҡшы тәрбиә алып үҫә. Башланғыс белемде Мөхәммәтсәлим тыуған ауылы мәҙрәсәһендә ала. 1852 йылда атаһы уны Ырымбур кадетлыҡ корпусына уҡырға урынлаштыра. Ошонда һигеҙ йыл уҡыу осоронда М. И. Өмөтбаев рус, фарсы, ғәрәп, төрки телдәрен өйрәнә, каллиграфия, архитектура, һынлы сәнғәт, хәрби белем серҙәренә төшөнә, математика, география, тарих, әҙәбиәт буйынса яҡшы әҙерлек үтә. Корпуста көнсығыш телдәренән өлкән уҡытыусы булып эшләгән мәғрифәтсе-ғалим Мирсалих Биксуриндың буласаҡ әҙип һәм ғилем эйәһенә йоғонтоһо ҙур була. Аҙаҡ, 1878 йылдың февралендә, М. И. Өмөтбаев, уға арнап, “Остаҙым Мирсалих Биксуринға” тигән шиғыр яҙа, уны Ырымбур йортоноң ғилем баҡсаһындағы бер ҙур ғалим (“сәрри әфраз”) тип атай. 1860 йылдың авгусында атаһы Мөхәммәтсәлимде, кадетлыҡ корпусынан алып, тыуған яҡҡа ҡайтара. Ошо ваҡыттан М. И. Өмөтбаевтың хеҙмәт юлы башлана. Башта ул кантон идаралығының тәржемәсеһе вазифаһында Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә. 1864 йылда Ҡырмыҫҡалы олосо мировой посреднигы писары итеп тәғәйенләнә. 1869 йылда шул уҡ олостоң старшинаһы итеп һайланып, ун йыл буйы ошо тынғыһыҙ вазифаны атҡара, халыҡтың хәлен яҡшыртыр өсөн бик күп тырышлыҡ күрһәтә, колониаль сәйәсәттең бер өлөшө булараҡ нәҡ ошо ваҡытта айырыуса киң ҡолас алған башҡорт ерҙәрен һатыуға ҡулынан килгәнсә ҡаршылыҡ күрһәтә. Артабан был тема уның поэтик ижадында ла сағылыш таба. 1879 йылда, Стәрлетамаҡҡа барып, мәҙрәсә янында асылған рус класында рус теле менән математика уҡытыусыһы булып урынлаша, ошо ваҡыттан алып, Ғ. С. Кунафин әйткәнсә, “мәҙәниәт һәм мәғрифәт донъяһына алыҫ сәфәргә юллана” (Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 2-се том. Өфө, 1990, 232-се бит.) Бер йыл да дүрт айҙан һуң, Өфөгә килеп, етем балалар приютында уҡытыусы- тәрбиәсе һәм мосолмандарҙың Диниә назараты (ул ваҡытта аталғанса, Ырымбур Духовный собраниеһы) канцелярияһында тәржемәсе булып эшләй башлай. Уны тиҙҙән окружной судҡа ла тәржемәселек эшенә ылыҡтыралар. Өфөлә М. И. Өмөтбаев ныҡлап әҙәби-ғилми ижад эшенә сума. Рәсәйҙең үҙәк һәм губерна гәзиттәрен, шулай уҡ төрки телендә сыҡҡан атаҡлы “Тәржемәи” гәзитен алдырып уҡып бара, үҙе лә матбуғат биттәрендә мәҡәләләр менән сығыш яһай. Ғилми йәмғиәттәр, һәр төрлө комиссияларҙың эшендә ҡатнаша. Рус һәм башҡорт интеллигенция вәкилдәре, төбәкте өйрәнеүсе Рәсәй яҙыусылары менән бәйләнеш тота. Ошонда уҡ, бер аҙ алға китеп, әйтеп үтәйек: 1894 йылдың сентябрендә Диниә назаратында мөфтөй Мөхәммәтйәр Солтанов һәм Ризаитдин Фәхретдинов арҙаҡлы илгиҙәр шағирыбыҙ менән сәй мәжлесендә табындаш була, унда күркәм һүҙгә дәрттәре асылып китеп, үҙ-ара шиғыр ҙа әйтешеп алалар. Башта Аҡмулла, “мөфтөй хәҙрәткә хитап итеп”, “һүҙҙәрен үә өслүбен монасип килтереп”, шиғыр һөйләй. Уның артынса, “һис көтөлмәгән бер ваҡытта”, кәйефләнеп, Мөхәммәтсәлим шиғри һүҙҙе дауам итә. “Уның туҡтауына Аҡмулла, Аҡмулла туҡтауына Мөхәммәтсәлим... шиғырҙарын һөйләнеләр. Үҙҙәренең йәш ваҡыттарын хәтерҙәренә төшөрөп, бөгөнгө ваҡыттарын һәм дә ниндәй мәжлестә булыуҙарын да онотоп ебәрҙеләр”,— тип иҫкә ала аҙаҡ был мәжлес хаҡында Ризаитдин Фәхретдинов. (Фәхретдинов Риза. Аҡмулла Уфа шәһәрендә //XIX быуат башҡорт әҙәбиәте тарихынан: Мәҡәләләр, материалдар. Өфө, 1989, 191 — 132-се биттәр.) Ул ваҡытта инде Аҡмулла талантлы сәсән-шағир булараҡ дан ҡаҙанһа, М. И. Өмөтбаев “төрлө мәжлес күргән... Мәскәү һәм Петербургтарҙа йөрөгән... мөфтөй Сәлимгәрәй менән таж кейеү байрамдарында ҡатнашҡан”, шуның өҫтөнә “әҙәбиәт үә тарих менән етди шөғөлләнгән”, рус әҙиптәренә мөхәррирҙәренең тәржемәи хәленән хәбәрҙар мәшһүр бер зат була. (Шунда уҡ.) Уны 1883 йылда Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлегенә ағза итеп һайлайҙар, шул уҡ йылда Мәскәүҙә Александр III батшаны тәхеткә ултыртыу тантанаһында ҡатнаша. 1886 йылда Өфөнөң 400 йыллығын, 1899 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей комиссияларының ағзаһы була. 1887 — 1889 йылдарҙа ваҡеф (мөлкәт) эштәрен тикшереү комиссияһына эшкә саҡырылып, бер аҙ ваҡыт Петербургта, аҙаҡ Ҡырымда йәшәп, оҙайлы сәфәрҙә йөрөп ҡайта. Уға үҙ заманы өсөн мәртәбәле һаналған коллегия теркәүсеһе (1884), губерна сәркәтибе (1885), коллегия сәркәтибе (1889), титуллы кәңәшсе (1892) һымаҡ исемдәр бирелә. Ул йәнә III дәрәжә Изге Станислав ордены, көмөш һәм бронза миҙалдар менән бүләкләнә. Әммә, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1899 йылдың 21 авгусында барлығы 59 һум 40 тинлек пенсия менән отставкаға сыға. Өлкән йәштәге әҙип ғилми-ижади эшмәкәрлеген ауыр шарттарҙа дауам итә. Пенсияһын арттырыуҙы һорап, власть органдарына хаттар яҙып ҡараһа ла, үтенесе ҡәнәғәтләндерелмәй. 1904 йылдың 14 декабрендә, ниһайәт, батша ғали йәнәптәренең үҙенә хат менән мөрәжәғәт итә. Унда ошондай юлдар бар: “Отставкаға сыҡҡандан бирле мин йәшәү сығанағын үҙемдең тәржемәләремде, проза һәм шиғри әҫәрҙәремде баҫтырыу юлы менән табам. А. С. Пушкин әйткәнсә, мин ҡышын утынһыҙ, йәйен еңел арбаһыҙ шағир булып йәшәйем”. Әммә бынан һуң да әҙиптең матди хәле һис бер үҙгәрешһеҙ ҡала. Талантлы ғалим-энциклопедист, мәғрифәтсе шағир, публицист һәм тәржемәсе М. И. Өмөтбаев 1907 йылдың 28 июнендә 66 йәшендә вафат була. Ул үҙенең тыуған төйәгендә — хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылының зыяратында ерләнгән. 1991 йылда, әҙиптең тыуыуына 150 йыл тулған көндәрҙә, Ибраһим ауылында уның тормошона һәм ижадына арналған музей асылды. XIX быуаттың икенсе яртыһы һәм XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтендә, башҡорт халҡының ижтимағи фекер тарихында Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев ижады — сағыу күренештәрҙең береһе. М. Өмөтбаевты М. Аҡмулла менән сағыштырып ҡараһаң, бик ҡыҙыҡ бер күҙәтеү яһарға мөмкин: характер һәм эшмәкәрлектәре менән улар икеһе бөтөнләй ике төрлө шәхес һәм әҙиптәр. М. Аҡмулла — тынғыһыҙ дала улы, илдән илгә күсеп йөрөп ижад итеүсе сәсән-шағир. Уның поэтик таланты ла, һәр ваҡыт тиерлек халыҡ алдында һөйләү, әйтештәрҙә ҡатнашыу мәнфәғәтенән сығып, импровизаторлыҡ йүнәлешендә сарлана, үткерләнә бара. Ә М. Өмөтбаев иһә европаса йәшәү рәүешен ҡабул иткән, ауылдан сыҡһа ла, ҡалала төпләнеп, бер юлы бер нисә төрлө фән менән шөғөлләнеүсе ғалим һәм шағир. Уның башҡорт мәҙәниәтен, ижтимағи аңыбыҙҙы үҫтереүгә, рухи донъябыҙҙы байытыуға индергән өлөшө һәм хеҙмәте нәҡ ошо күп ҡырлы, күп төрлө эшмәкәрлеге менән баһалана ла. М. И. Өмөтбаевтың күренекле хеҙмәттәре араһында “Фарсы нәхүе” (“Фарсы грамматикаһы”), “Йыһан-намә”, “Татар нәхүе” һымаҡ ҡулъяҙма китаптары булғанлығы билдәле. Уларҙың ҡайһы берҙәре, үкенескә күрә, һаҡланмаған. Ә бына әҙиптең 1897 йылда Ҡазанда баҫылған “Йәдкәр” исемле йыйынтығы — XIX быуат аҙағы башҡорт мәҙәниәтенең күркәм ҡомартҡыларының береһе. Ә инде уның әҙәби һәм ғилми ижадының иң мөһим өлгөләре беҙҙең дәүерҙә, 1984 йылда, шул уҡ исем аҫтында айырым йыйынтыҡ булып донъяға сыҡты. Китапҡа М. И. Өмөтбаевтың шиғырҙары, публицистик әҫәрҙәре, юл яҙмалары, тарихи-этнографик хеҙмәттәре, фольклор яҙмалары, тәржемәләре, шул иҫәптән А. С. Пушкиндың “Баҡсаһарай фонтаны” поэмаһының тәржемәһе урынлаштырылған. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың поэтик мираҫы күләм яғынан бик үк ҙур түгел — уның беҙгә билдәле шиғырҙары дүрт тиҫтә самаһы. Әммә был мираҫ үҙенең ысын халыҡсанлығы, ил ғәмдәре менән һуғарылған булыуы йәһәтенән әҙәбиәтебеҙ тарихында мөһим урынды ала. “Өмөтбаев шиғырҙарының күҙгә ташланып торған үҙенсәлеге лә тап ана шунда — уларҙың башҡорт тематикаһына яҙылған булыуында,— тип яҙҙы был хаҡта профессор Әхнәф Харисов. — Ул иң характерлы шиғырҙарында үҙен шағир-тарихсы, шағир-этнограф итеп күрһәтә”. (Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. Өфө, 1965, 366-сы бит.) Дөрөҫ, уның был төр шиғырҙары, образлылыҡҡа ҡарағанда, күберәк хәл-ваҡиғаларҙы теҙеп һөйләп биреүгә ҡоролған. Әммә уның ижадында “Йомран иле”, “Шикайәт”, “Бында ерҙең ниғмәттәре” һымаҡ шиғырҙары тыуған ерҙе, халыҡ тормошон образлы тел менән һөйләп биреү йәһәтенән айырылып тора. “Йомран иле” әҫәрендә ул башҡорт шағирҙарынан тәүгеләрҙән булып ер-һыуҙарыбыҙҙың яҙмышы мәсьәләһен күтәреп сыға: Балапан һәм Кесе Талпаҡ Яталар миҫле аҡ ҡалпаҡ. Ағастары бөгөн ваҡ-ваҡ, Улар ҙа һәм һирәкләнгән. Әгәр күл булһа ағасһыҙ, Шулай ил ҡала башһыҙ. Йә булһа ауыҙың тешһеҙ, Ни файҙа шул ирендәрҙән! Көйөрһөң һәм тирәк өсөн, Табалмаһаң кәрәк өсөн. Бөгөн, ахыр ярағы өсөн, Көйөрһөң, булһаң ирҙәрҙән. Башҡорт ерҙәренең колонизаторҙар тарафынан аяуһыҙ таланыуы “Шикайәт” шиғырында айырыуса әсенеү тойғоһо менән бәйән ителә: Заманында бай булған был ерҙәрҙә Тулы урман менән ҡорт, мал-тыуар ҙа, Күмәк ғәскәр һәм закон ярҙамында Ҡарар тапты сауҙагәрҙәр сауҙаһында. Аяҡлы мал тамам бөтә яҙҙы, Ағастар аҡты, Әстрханға уҙҙы. Уның артынса осто ҡорт һәм әре, Юҡ инде тағ кеби ағас тауары. “Ишек төбөндә” исемле шиғырҙа замандың социаль йөҙө асыҡ сағыла биреп ҡуя: Байлыҡ-муллыҡ ишегенә ҡаҡтым мин оҙаҡ, Төштө тәҙрәнән алдыма ярты тин аҙаҡ. Үтә алманым мәрхәмәттең тупһаһын атлап, Унда бик күптәр сират торалар, һаҡлап. Шағирҙың был һүҙҙәре осраҡлы әйтелмәгәйне, әлбиттә. Ул үҙенең тормошо, яҙмышы менән дә шундай юлдарҙы яҙырға хаҡлы ине. М. Өмөтбаев ижадында, Ә. И. Харисов һүҙҙәре менән әйтһәк, “үҙенең этнографик мәғлүмәт биреү өҫтөнлөгө менән” айырылып торған “Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы” тигән шиғыр ғәйәт ҡыҙыҡлы. Әҫәр хәҙер инде онотолоп бөткән йола күренештәрен — башҡортта ҡыҙ оҙатыу тәртиптәрен йәнле һәм мауыҡтырғыс бер тамаша итеп халыҡсан тел менән тасуирлап биреүе айҡанлы этнографтар өсөн генә түгел, киң ҡатлам уҡыусылар, шулай уҡ туған тел уҡытыусылары өсөн дә үҙенсәлекле бер сығанаҡ булараҡ әһәмиәт ҡаҙана. Жанрҙар йәһәтенән М. Өмөтбаев поэзияһы шулай уҡ үҙенсәлекле: унда лирик шиғырҙар ҙа, шикайәт тә, элегия, шулай уҡ мәҫәл дә бар. Уның “Ҡайыш илә Йүкә” исемле мәҫәле әҙәбиәтебеҙ тарихында киң билдәле. Ә. И. Харисов был мәҫәлде “һүҙ сәнғәтенең шаҡтай камил әҫәре” тип атаған. М. И. Өмөтбаевтың тарихи-этнографик хеҙмәттәре араһында “Башҡорттар”, “Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар”, “Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көндәре”, “Кесе табын халҡының бабалары һәм унан айырылған йомран-табын ере”, “Әй башҡорттарының нәсәбнамәһе”, “Башҡорттар һәм торғауыт ҡалмыҡтары тураһында бер нисә һүҙ”, “Аҡташ хан”, “Ағиҙел буйындағы ғөләмә үә мәшәйехтәр” тигән очерктары һәм мәҡәләләре Башҡортостан һәм башҡорт тарихын өйрәнеүҙә баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле мәғлүмәттәр тупланған булыуы менән оло баһаға лайыҡ. Ғалим һәм әҙип башҡорт халҡының фольклоры, көнкүреше, йолалары, ғөрөф-ғәҙәте, халыҡ медицинаһы буйынса бай материал йыйыуы менән дә ҙур фәнни өлөш индерҙе. Ғилми хеҙмәттәрендә, публицистик ижадында һәм ижтимағи эшмәкәрлегендә ул үҙ халҡының яҙмышында мөһим урын тотҡан социаль, мәҙәниәт, мәғариф, матбуғат мәсьәләләрен күтәреп сыҡты, башҡорт ерҙәрен талауҙы фашлап сығыш яһаны, башҡорттарҙы туған телендә уҡытыу талабын алға ҡуйҙы. Уның был идеялары беҙҙең заман өсөн дә көн ҡаҙағына һуғырлыҡ мәсьәлә булып ҡала. “М. Өмөтбаев-шағирҙың башҡорт мәғрифәтселек әҙәбиәтен үҫтереүҙәге роле ҙур,— тип билдәләне академик Ғайса Хөсәйенов.— М. Өмөтбаев ғалим һәм әҙип йөҙөндә яңы типтағы башҡорт ғилеменең һәм әҙәбиәтенең күтәрелеше асыҡ күренә, ул милли тормошобоҙҙа Көнбайыш менән Көнсығыш мәҙәниәтенең, ғилеменең иң яҡшы традицияларын берләштереүҙә һәм артабан үҫтереүҙә оло хеҙмәт күрһәтте”. (Хөсәйенов Ғ. Б. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев //Шоңҡар, 1993, № 1, 123-сө бит.) Эйе, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев барса ғүмерен, талантын, киң белемен туған халҡына хеҙмәт итеүгә арнаны, башҡорттар тураһында төрлө уйҙырмалар таратыусы яуыз йәндәргә ҡаршы сыҡты, милләтебеҙҙең рухи бөйөклөгөн яҡлап һәм һаҡлап, арымай-талмай ижад итте. Ул ысын мәғәнәһендә оло аҡыл эйәһе, үҙ халҡының тоғро күңелле арҙаҡлы эшмәкәре булды. Ғалим һәм әҙиптең бик күп фекерҙәре һәр заманға ауаздаш, һәр быуындың рухи ынтылыштарына йүнәлеш биреп торорҙай. Үҙе тарих һәм этнография фәненең тәрәндәге ҡатламдарына күҙ һалып, үҙ халҡы күҙлегенән ул ошондай һығымтаға килде: “Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе — үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе — йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө — ... риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү”. Ул йәшәгән дәүерҙә башҡорттарҙы өйрәнеү фәне әле яңы башланып ҡына тора ине. Уның ваҡытында ла, унан һуң да башҡорт тарихын боҙоп күрһәтеү аҙ булманы. Шуның өсөн дә М. И. Өмөтбаевтың: “Һәр халыҡтың тарихы өйрәнелһен өсөн уның үҙ Карамзины булыуы шарт”,— тигән мәшһүр һүҙҙәре бөгөнгө көн өсөн дә әһәмиәтле. Иншалла, киләсәктә лә үҙ Карамзиндарыбыҙ булыр, улар үҙ халҡын яратып, уның олонан да оло тарихы менән ғорурланып, фәнебеҙҙе артабан да шул тарихҡа һәм шул халыҡҡа торошло итеп үҫтереү хәстәрлеген күрерҙәр. (Рәшит Шәкүр) 2005 й.