Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Мәжит Ғафури (1880-1934)

Башҡорт әҙәбиәтенең классигы Мәжит Ғафури (Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуров) 1880 йылдың 2 авгусында Башҡортостандың Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Елемҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Ете йәштән үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бер аҙҙан һуң Елемҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡып белем ала.

1898 йылда Троицк ҡалаһына барып, Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә керә. Бында ул прогрессив характерҙағы ваҡытлы матбуғат менән таныша, халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтең алтын приискыларында эшләп уҡыуын дауам иттерә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай. 1904 йылда Ҡаҙанға килеп, “Мөхәммәдиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1906 йылдың аҙаҡтарында М. Ғафури Өфөгә ҡайта һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға урынлаша.

М. Ғафури XX быуаттың баштарында ижад эше менән шөғөлләнә башлай. Был осорҙа ижад ителгән “Себер тимер юлы”, “Башҡа мәмләкәттәрҙә мосолмандарҙың хәле”, “Ғилем”, “Йәш ғүмер” кеүек гуманизм менән һуғарылған, аң-белемгә саҡырған, өгөт-нәсихәтле дидактик шиғырҙары инде халыҡ күңеленә бик яҡын инеләр.

1905 йылғы революция көндәрендә ул “Ваҡыт етте”, “Шатлыҡ йыры”, “Хөрриәт дәүерендә”, “Бай кеше” кеүек ысын көрәш пафосын сағылдырған агитацион рухтағы шиғырҙарын яҙҙы. Халыҡты азат итмәй тороп, милли азатлыҡҡа ирешеп булмаясағын аңлатырға тырышты. Беренсе рус революцияһы баҫтырылғас, ҡара реакция йылдарында “1906 йылдың 1907 йылға васыяты”, “Етенсе йылдың яуабы” кеүек әҫәрҙәрендә самодержавиены ҡорал менән ҡыйратырға, донъяны үҙгәртеп ҡорорға өндәне, “донъяға башҡа күлдәк” кейҙереү өсөн һәр төрлө иҙеүҙәргә ҡаршы сығырға өндәне.

Империалистик һуғыш йылдарында шағир был һуғыштың тәүге көндәренән үк кемдәр файҙаһына булыуын аңлай, “донъяның ҡанға батырылыуына”, “тол ҡатындарҙың, үкһеҙҙәрҙең, хәйерсе, ғәриптәрҙең ҡыҙғаныс донъяһы эсендә кешенең тапалып ҡалыуына”, һуғышҡа ҡаршы көслө протест белдереп шиғырҙар яҙа.

М. Ғафуриҙың егерменсе йылдар ижадында проза жанры ҙур урын биләй. Ул революцияға тиклем дә “Фәҡирлек менән үткән тереклек”, “Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ”, “Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын”, “Үгәй балалар”, “Онотолған енәйәт”, “Һалдат ҡатыны Хәмиҙә” кеүек реалистик хикәйәләрен ижад итте. Ә инде һуңғы йылдарҙағы прозаһы тәрән эпик дөйөмләштереүҙәр, тулы ҡанлы художество образдар тыуҙырыу, халыҡ тормошон киңерәк полотноларҙа күрһәтеүе менән характерлылар. Айырыуса “Ҡара йөҙҙәр”, “Шағирҙың алтын приискыһында”, “Тормош баҫҡыстары” повестары башҡорт прозаһын үҫтереүҙә әһәмиәтле роль уйнанылар.

М. Ғафури башҡорт әҙәбиәтенең бөтә жанрҙарында ла эшләне. Мәғрифәтселек, революцион-демократик идеялар менән һуғарылған романтик стилдәге шиғырҙары һәм поэмалары, реалистик прозаһы менән бергә, ул балалар әҙәбиәте өлкәһендә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итте, мәҫәл жанрына нигеҙ һалды, тәнҡит һәм үткер публицистика өлкәһендә даими эшләп килде.

1934 йылдың 28 октябрендә М. Ғафури күптән килгән үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була.

ӘҘӘБИӘТЕБЕҘҘЕҢ КЛАССИГЫ Егерменсе быуат башында әҙәбиәт майҙанына сыҡҡан һәм утыҙ йылдан ашыуыраҡ ижад иткән Мәжит Ғафури — сағыштырмаса ҡыҫҡа дәүер эсендә Башҡортостандың рәсми тәүге халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, башҡорт һәм татар әҙәбиәтенең классигы дәрәжәһенә күтәрелгән олуғ әҙип. Уның әҙәби һәм мәҙәни эшмәкәрлегендә шул дәүерҙең иң характерлы яҡтары асыҡ сағылыш таба. Яҙыусының биографияһы ла милли интеллигенциябыҙҙың үҙ заманаһы өсөн күп йәһәттән уртаҡ күренеш. Мәжит Ғафуриҙың тыуып үҫкән төйәге Башҡортостандың ҡап уртаһына тиерлек тура килгән, Ағиҙел йылғаһының урта ағышындағы, Еҙем йылғаһы менән арауыҡтағы боронғо башҡорт табын ырыуҙарының үҙәк ерҙәрендә ята. Ғафури — үҙе лә был ҙур ырыуҙың кәлсер-табын кешеһе. Шуныһы ла фәһемле: башҡорт әҙәбиәтенең һәм филологияһының дүрт арҙаҡлы шәхесе — Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый һәм Жәлил Кейекбаев — бер ырыуҙаштар. Уларҙың ошо төбәктә иң яҡын нәҫел-ырыуҙаш икәнен уртаҡ шәжәрәләре асыҡ раҫлап тора. Бына кәлсер-табындарҙың XII—XIII быуаттарҙан уҡ килгән шәжәрә тармағы: Төмән бей — Майҡы бей — Солтан бей — Ихсан бей — Арыҫлан бей — Аллабирҙе бей — Хоҙайбирҙе бей — Исәт бей — Дәүләткилде бей — Байтирәк — Аҡбирҙе — Аҡсы бей — Ҡылсан бей — Байшәкүр — Йыһанбирҙе (ун биш быуын уртаҡ ата-бабалар). Аҡбирҙе бейҙән бер тармаҡ айырыла: Бикшәйех — Мырҙаш — Өмөтбай — Үтәғол — Солтанғол — Ғаббас — Ишемғол — Ишмөхәммәт — Мөхәммәтсәлим. Был — Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев шәжәрәһе тармағы. Мырҙаштан: Һәйетҡол — Һөйөндөк — Юлтый — Муллағол — Ишембай — Дауыт — быныһы Дауыт Юлтый шәжәрәһе тармағы. Йыһанбирҙенән тағы бер тармаҡ: Танағол — Ғәбделхалик — Ғәбелханнан — Ғәбделғаффаз — Ғәбделмән — Ғәбделғафур — Нурғәни — Ғәбделмәжит, йәғни быныһы Мәжит Ғафури шәжәрәһе тармағы. Борон әлмисаҡтан теркәлә килгән был шәжәрәнең тармаҡтарынан халыҡ иҫәбен алыуҙың ревизия мәғлүмәттәре буйынса беҙ дәүләт архивынан Мәжит Ғафуриҙың һуңғы шәжәрә ебен документаль шулай асыҡланыҡ: Ғәбделман — Ғәбделғафур (Ғафуриға фамилия биргән бабаһы, 1794 йылда тыуған) — Нурғәни (1840 йылғы) — Ғәбделмәжит (1880 йылғы). Тарих документтары Мәжит Ғафуриҙың ата-бабалары аҫаба башҡорттарҙан икәнен, әммә ерһеҙ ҡалғас, припущенниктарға әйләнеүен дә аныҡлай. Мәжит Ғафуриҙың ата-бабалары XVIII быуаттың уртаһынаса Еҙем һыуы буйындағы Еҙем ауылында йәшәгән аҫаба башҡорттарҙың кәлсер-күрпәс табын ырыуынан булған. Ләкин улар Еҙем менән Аҫҡын йылғаһы араһындағы бик күп ерҙәрен 1753 йылда Архангель (Аҫҡын) баҡыр заводын төҙөткән помещикка осһоҙ хаҡҡа һатырға мәжбүр ителеп, ерһеҙ ҡалғандар. Еҙем ауылына урыҫ крепостной кешеләре килтереп тултырылып, ул ауыл тамам урыҫлашҡан (хәҙерге Еҙем урыҫ ауылы). Ә үҙҙәре ерһеҙ ҡалғас, ауылдарын да ҡалдырып, Еҙем йылғаһынан ун ике-ун өс саҡрым үргә, йылғанан ситкә күсеп ултырыуҙан башҡа сара ҡалмаған. Ауылдарын да Яңы Еҙем тип атағандар, аҙаҡ бер кескәй Ҡаран йылғаһы буйынса Еҙем-Ҡаран исеме йәбешеп ҡалған. Тимәк, ерһеҙ йәки аҙ ерле тоҡомдаштарын кәлсер-табындар припущенник (кермешәк) итеп үҙ ерҙәренә һыйындырған. Шулай итеп, шәжәрәләр буйынса һәм тарихи материалдар нигеҙендә Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев менән Мәжит Ғафуриҙың ата-бабаларының йомран-табын менән кәлсер-табын аймағының яҡынлығы асыҡлана. Йәнә был ырыуҙаш дүрт әҙиптең әҙәби, ғилми, публицистик әҫәрҙәрендә тематик, проблематик, лексик уртаҡлыҡтарының ярылып ятыуы ла күҙәтелә. Мәжит Ғафури Аҡмулланан, Өмөтбаевтан килгән әҙәби традицияларҙы артабан уңышлы үҫтереп алып китә. Яҙыусының ижады тормош юлы, заманаһы, мөхите, йәшәү шарттары менән тығыҙ бәйле. Мәжит Ғафури (паспортта Ғәбделмәжит Ғафуров) 1880 йылдың 20 июлендә (яңы стиль менән 3 авгусҡа ҡарай) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер-Табын волосы (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында Нурғәни хәлфә ғаиләһендә тыуған. Атаһы кескәй генә мәҙрәсәлә уҡыһа ла һәм ярлы ғына йәшәһә лә, шул төбәктәге уҡымышлы, абруйлы кешеләр менән тығыҙ аралашҡан. Ләкин Ғәбделмәжиткә ун өс йәштәр тирәһендә, аллы-артлы тигәндәй атаһы, әсәһе вафат булғас, йәшәү һәм уҡыу шарттары бик ауырлашҡан: туғандары ярҙамы һәм үҙ ҡул көсө менән көн күргән, мәҙрәсәләрҙә байыраҡ шәкерттәргә сәй, аш-һыу әҙерләшеп, һабаҡташтарына ярҙамлашып уҡыуын дауам иткән. Еҙем-Ҡаранға күрше Оло Үтәш ауылы, унан Иҫке Ҡыйышҡы ҙур мәҙрәсәләрендә һабаҡ алған. Үҫә төшә йәйгелеген Урал тауҙары араһына китеп, суйын заводтарында ҡара эшсе булып эшләп, бер аҙ аҡса йүнәтеп, Троицкийҙағы атаҡлы Зәйнулла Рәсүлев мәҙрәсәһенә уҡырға урынлашҡан. Бында ул йәйен тағы Урал заводтарында, алтын приискыларында эшләп йәки ҡаҙаҡ далаларына китеп, балаларға үҙе һабаҡ өйрәтеп, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә 1905 йылдың яҙынаса ете йыл төплө генә белем алған. Унан Ҡаҙанға юлланып, “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһенең юғары синыфында бер йыл, аҙаҡ “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белемен камиллаштырған. Ана шул иҫке схоластик мәҙрәсәләрҙән алып яңы йәҙит һәм юғары тип мәҙрәсәләргәсә оҙаҡ ҡына һабаҡ юлы үтеү, Рәсәйҙә урыҫ-япон һуғышы, 1905 — 1907 йылдарҙағы инҡилап (революция) дәүерҙәрен кисереү, реакция йылдарын да татыу Мәжит Ғафуриҙың донъяға ҡарашына ҙур йоғонто яһай, быуат башынан уҡ ҡәләм тибрәтә башлаған ижадына үҙ эҙен һала, уның етеҙ үҫеш-үҙгәреш кисерешен билдәләй. Йәш шағир тәү шиғри һүҙен Аҡмулла менән Өмөтбаев туҡталып ҡалған эҙҙән, өгөт-нәсихәт рухлы, мәғрифәтсел йөкмәткеле поэзиянан башлай. Ул үҙенең “Ғилем” исемле беренсе оҙон шиғырын уҡ үҙенә күрә программа рәүешендәге белем, ғилем, тәрбиә, мәғрифәт хаҡындағы өгөт-ҡараштары менән аса. Белем, ғилемде автор прогрестың төп нигеҙе итеп билдәләй. Шул уҡ 1902 йылда яҙылған “Себер тимер юлы” шиғырында прогрестың бер үрнәге итеп урыҫ халҡын, Рәсәйҙәге оҙон Себер тимер юлын миҫал итеп данлай. “Русияға хәл ҡәҙәре мәдех кәрәк, булған өсөн баһадир — бигерәк һирәк”, — ти ул. Йәш Ғафуриҙың уй-ниәте ҡоро өгөт-нәсихәткә түгел, бәлки урыҫ халҡынан өлгө алып, туған милләттәштәрен — башҡорт-татарҙарҙы белем, һөнәрҙә алдынғыларға тиңәлергә, яңы заманса йәшәргә саҡырыуҙа. Заман башҡа — заң башҡа. Егерменсе быуаттың бишенсе йылғы революцион ел-дауылдары иҫә башлау менән, Ғафури бик һиҙгер рәүештә үҙ ҡиблаһын киҫкен үҙгәртеп, ижад йүнәлешен яңы тарафҡа бороп ебәрә. 1905 йылдың 17 октябрь манифесы айҡанлы яҙылған “Шатлыҡ” шиғырында шағир илгә демократик ирек, хөрриәт көндәре килеренә шатлығы көслө икәнен еткерергә, бындай тарихи ваҡиғаның ҡәҙерен белергә ашыға: Был көн кеүек шатлыҡ көндәр булыр һирәк, Был көндән, ҡәҙерен белмәк кәрәк. Ҡулыбыҙҙан бығау, сынйыр алынғанда Ҡуҙғалайыҡ, әфәнделәр, беҙ тиҙерәк, — тип шатлыҡ, саҡырыу һүҙҙәрен яңғыратты ул. Был инде яңы заман, революцион поэзия ауазы ине. Беренсе революция йылдары — Мәжит Ғафуриҙың шағир һәм гражданин булараҡ идея-политик һәм әҙәби-эстетик йәһәттән заманаһы юғарылығына күтәрелер сынығыу осоро. Уның ижады инде мәғрифәтселек ҡараштарын күпкә артта ҡалдырып, был осорҙа революцион рух, үткер социаль мотивтар менән һуғарыла, публицистик аһәң, реалистик поэтика арсеналы көсәйә. Шағирҙың йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе, яңы тенденцияларҙы аңлауҙа заманса художество концепцияһы асыҡлана бара. “Милләтемә шатлыҡ шиғыры”, “1906 йылдан 1907 йылға васыят”, “1907 йылдың яуабы” кеүек шиғырҙарында тура риторик һорау һәм поэтик өндәштәр ярҙамында йәки “Донъяға кейҙерербеҙ яңы күлдәк”, “Килер заман — алырбыҙ замандарҙың яҡаһынан”, “Тешебеҙҙе батырырбыҙ бер әҙәмгә”, “Ҙур ағасты ауҙарырбыҙ” ише тура йә кинәйәле һүҙҙәре аша донъяға ҡыйыу тауыштарын еткерҙе. Бындай поэтик ижад яңы типтағы художество күренеше лә ине. Уны башҡорт әҙәбиәтенә тәнҡитле реализм методының килеп инә һәм уңышлы ҡулланыла башланыуы тип баһаларға мөмкин. Революцион хәрәкәт йылдарын реакция осоро алыштырғас, гражданлыҡ һәм һүҙ иркенә ҡаты цензура урынлаштырылғас, Рәсәй батшалығы Ғафуриҙың власҡа, батшаның үҙенә һүҙ тейҙереүен ғәфү итмәйенсә, ҡаты эҙәрлекләүҙәргә дусар итте: шағирҙы хөкөмгә тарттырҙы, “Йәш ғүмерем”, “Милләтемә һөйөүем” китаптарын конфискацияланы, үҙен полиция күҙәтеүе аҫтына алды. Яҡты идеалдары ғәмәлгә ашмағас, үҙе эҙәрлекләнгәс, Ғафуриҙың күңел төшөнкөлөгөнә бирелгеләп алған саҡтары ла булды, үткәндәрҙе һағынғылап алды, ярым мистик, пессимистик әҫәрҙәр ҙә яҙғылаштырҙы. Әммә оҙаҡламай эҙәрләү-ҡыҫым ҡоршауҙарын өҙөп, әҙип яңынан көрәш майҙанына атлығыр көс тә тапты. Ижади эшмәкәрлегенең башынан уҡ Ғафури үҙ һәләтен проза өлкәһендә лә һынағайны. Ул тәүге “Фәҡирлек менән үткән тереклек” хикәйәһендәге ярым натуралистик һүрәтләүҙәрҙән “Үгәй бала” ише хикәйәләрендә, “Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын” повесында тәнҡитле реализм принциптарында тасуирлау поэтикаһынаса һикереш яһаны. Максим Горький әҙәби традицияларына тартым рәүешлерәк, тормош упҡынына ташланған, кәмһетелгән һәм ҡыйырһытылған ярлылар көнкүрешен, ыҙа-яфаларын һүрәтләүгә күберәк иғтибар бирҙе. Был үҙ заманаһының ғәҙелһеҙ ысынбарлығына, рәхимһеҙ эксплуатацияға үҙенсә бер протест формаһы ла ине. Мазлумдарҙы ҡыҙғаныу, байҙарҙан миһырбанлыҡ көтөү мотивтары ла сағылды. Юғарыла телгә алған повеста, мәҫәлән, тел төбө мәғәнәһе менән өйҙәш ҡатын мәйете исеменән йорт хужаһы байбикәгә шундай һүҙҙәр әйттерелә: “Йәнем! Һин мине өйөң алдынан эт кеүек итеп ҡыуып ебәргән инең. инде мин шул дәрәжәлә мәсғуд-бәхетле хәлдәмен, һинең мал һәм милкең минең күҙемә сүп хәтле лә күренмәй. Әгәр ҙә һин инде үҙеңдең был хәлгә төшкәнеңде белһәң ине, был малдарың бер нәмәгә лә яраҡһыҙ икәнен белер инең! Инде минең күҙемә һинең ебәк күлдәктәрең өҫтөмдәге кәфен ҡәҙәре лә күренмәйҙер. Мин инде тигеҙлек донъяһына сыҡтым, бында икебеҙҙең арала туҙан тиклем айырма юҡтыр!” (М. Ғафури. Әҫәрҙәр, II том, 1978,148—149-сы биттәр.) Шуныһы ла характерлы: Мәжит Ғафури ниндәй генә реалист булмаһын, иҫке тормоштоң ҡаршылыҡтарын нисек кенә үткер күҙ менән асып бирмәһен, уға традицион романтизм йүнәлеше лә һис ят түгел ине. Ул байтаҡ ҡына романтик рухтағы әҫәрҙәр ҙә ижад итте. Мәҫәлән, “Тәьҫорат”, “Был кемдең ҡәбере”, “Бер сәскәнең үкһеүе” кеүек нәҫерҙәрендә символик, аллегорик образдар, ҡуйы романтик тасуири буяуҙар менән эш итә. “Болғар ҡыҙы Айһылыу”, “Ағиҙел буйында” хикәйәләрендә романтик образдар аша үткән хан замандарын күпертеберәк һүрәтләү сағыла. “Юғалған хазина” дастанында, “Әҙәм һәм Иблис” поэтик ҡиссаһында дини легенда мотивтары шау романтизм поэтикаһы аша һынландырыла. Мәжит Ғафуриҙың унынсы йылдар араһындағы поэзияһында тәбиғәт һәм гүзәллек, мөхәббәт һәм идеал, дин һәм әхлаҡ проблемаларына бәйләнештә шулай уҡ романтик образдар һәм тасуирҙар поэтикаһы хас булды. Әммә улар әүәлге традицион норматив поэтика ҡыҫаларына һыймайынса, яңы заманға ярашлы мотивтар, поэтик деталдәр менән һуғарылды, XX быуат кешеһенең төрлө һәм ҡаршылыҡлы уй-хыялдар донъяһын поэтиклаштырыуға буйһондоролдо. Быларҙа шул дәүерҙәргә хас әҙәби ағымдағы неореализм йәки модернизм тенденциялары ла төҫмөрләнә ине. Нәҡ ошо ваҡыттарҙа Мәжит Ғафуриҙың башҡорт халыҡ ижадының аҫыл эпостарының береһе булған “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосының мөһим бер вариантын яҙып алыуы һәм баҫтырып сығарыуы һис осраҡлы түгел ине. Был йылдарҙа башҡорт легендалары мотивтары буйынса ла үҙенең романтик әҫәрҙәрен яҙҙы, матбуғатта башҡорт халҡының тормошо, ер мәсьәләләре буйынса үткер публицистик мәҡәләләре менән сығыш яһаны. Үҙе йәшәгән батшалыҡ режимына ҡаршы әйтергә ҡурҡыныс йылдарҙа Мәжит Ғафури эзоп телендә, йәғни мәҫәлдәр аша, тәнҡит һүҙҙәрен әйтергә, заман типтарын хайуан, йыртҡыс йәнлек образдары аша һынландырырға ла мәжбүр булды. Был өлкәлә үҙен мәҫәл жанры оҫтаһы итеп танытты. “Януарҙарға килгән үләт”, “Һарыҡты кем ашаған?”, “Ишәк”, “Ике себен” кеүек мәҫәлдәре үҙҙәре ни тора! Әҙ генә йылыраҡ елдәр иҫкеләп алған саҡтарҙа тормошҡа әҙип тағы текәлеберәк баҡты, туған халҡының үҙенә, һүҙенә ҡолаҡ һалды. “Үҙем һәм халҡым” (1912) шиғырында ул: Бер аҙым алға баҫам да Әйләнәм мин артыма. Ҡайҙа баҫҡандар икән, тип Күҙ һаламын халҡыма. — ти. “Ҡайҙа ярлы, ҡайҙа зарлы, ҡайҙа моңлолар була, мин шулар янында булам, улар менән килешеп була”, — тигән һүҙҙәре лә үҙ тормошонан килә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында үлем, вәхшәтте, миллион ҡорбандарҙы күреп, аллаһының быға гүйә битарафлығына асырғанып яҙған “Юҡтырһың да, алла!” шиғырынан сығып, беҙ, совет дәүере кешеләре, Мәжит Ғафуриҙы атеист итеп күрергә һәм күрһәтергә тырыштыҡ. Хәҙер XXI быуат башынан тороп быға яңынан ҡараш ташлағанда, әҙиптең бөтә ижади мираҫын тулы көйө күҙҙән кисергәндә, уның дини рухлы шиғырҙарын, дастандарын өйрәнгәндә элекке мәҙрәсә шәкерте Мәжит Ғафуриҙың барыбер хаҡ мосолман булып ҡалыуын танырбыҙ. Беҙ бығаса күҙ йомған, уның ижадының ҙур өлөшөн һәм рухын биләгән дини-рухани әҙәби ҡатламын күрербеҙ, — уға киләсәктә яңыса баһа биреү кәрәк булыр. Үткән быуат башындағы кеүек, Мәжит Ғафури Февраль һәм Октябрь революцияларын да ҙур өмөт менән шатланып ҡаршыланы. Уларға бағышлап “Ҡыҙыл байраҡ”, “Беҙҙең юл”, “Хисап көнө”, “Ант” кеүек атаҡлы шиғырҙарын яҙҙы, “Бир ҡулыңды”, “Ураҡ менән сүкеш”, “Яңы көстәргә” һ. б. шиғырҙарында совет платформаһын яҡлаған кешеләрҙе, яңы заманды данланы. Ижадының, үҙе әйткәнсә, “яңы иман”, “яңы заман”, “яңы көс” тигән биттәрен асты. Үҙен һәм халҡын тыуған иленең ирекле гражданины, совет кешеһе итеп танытты. “Бөтә инсандарға файҙа биргән ысын туғанлыҡ, изге эш һүҙен” әйтеүҙе маҡсат итте. Ошо йүнәлештә мәғлүм бер уңыштарға өлгәште. “Бөтөн донъя халҡын таң ҡалдырған” совет кешеләрен — яңы заман геройҙарын — ул шулай характерланы: Бөтмәҫ ғәйрәт менән талмаҫ беләк, Һис бер ҡурҡмаҫ йөрәк быларға, Артҡа сикмәй торған киң күкрәк, Һүнмәй торған теләк быларға. Егерменсе, утыҙынсы йылдар поэзияһында үткән быуаттың ошо осорон сағылдырған яңы темалар, яңы геройҙар ҡалҡып сыҡты, шағир яңы замандың яңыса йыр-моңдарын табырға тырышты. Башҡортостан йәмәғәтселеге 1923 йылда Мәжит Ғафуриҙың әҙәби хеҙмәте башланыуға сирек быуат тулыуын киң билдәләп үтте, уға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы тәүге исемде бирҙе. Быға күңеле үҫеп киткән шағир игелеккә игелек менән яуап бирергә ынтылды, шул осорҙоң мөһим ваҡиғаларын шиғри юлдарға һалып күрһәтте. Үткән замандар менән хәҙергеһен киҫкен контраст итеп һүрәтләне. Бер әҫәренең “Элек ҡыйын ине, хәҙер анһат ул” тигән исеме телдәргә күсте. Егерменсе йылдарҙа Ғафури мәҙәниәт өлкәһендә ең һыҙғанып эшләне: мәктәптәр өсөн яңы дәреслектәр әҙерләште, ғилми үҙәктә хеҙмәттәшлек итте, гәзит редакцияларында әҙәбиәт бүлеген етәкләне. Совет власы йылдарында үткән тормош ваҡиғаларына кире әйләнеп ҡайтып, “Тормош баҫҡыстары”, “Ҡара йөҙҙәр” тигән күренекле повестарын яҙҙы. Тәүгеһендә Вахит исемле төп образы йөҙөндә мәҙрәсә шәкертенән күпмелер белем эйәһе булып тормош юлына аяҡ баҫҡан, һалдат хеҙмәтен, империалистик һуғыш юлдарын кисереп, донъяға ҡарашы киңәйә барған, уның аҡ-ҡараһын айырған аңлы шәхескә әйләнер рухи үҫеш, тормош баҫҡыстарын һынландыра алһа, икенсеһендә Ғәлимә яҙмышында иҫке тормоштоң миллионлаған ҡорбандарының береһен тетрәндергәс ситуациялар аша һүрәтләп бирҙе. Үҙенең автобиографик яҙмаларынан, “Шағирҙың алтын приискыһында” исемле повесынан үҙ рухи донъяһындағы, донъяға ҡарашындағы эволюцияны асыҡ күҙәтәбеҙ. Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ижады үткән быуаттың ҡатмарлы һәм тиҙ үҙгәреүсән тарихи-ижтимағи ваҡиғаларын үҙенсә сағылдырған әҙәби йылъяҙма булыуы, шул замандың, әҙәбиәтебеҙҙең художестволы-эстетик ҡарашын, жанрҙар байлығын сағылдырыуы менән әһәмиәтле. Ғафури ижады Көнсығыштың алдынғы әҙәби традицияларын, Көнбайыштың, туған халҡының фольклор, яҙма әҙәби ҡаҙаныштарын ижади үҙләштергән Һәм үҙенсә берләштергән феноменаль күренеш тә ул. Уның поэтикаһында ошо өс ҙур сығанаҡтан килгән жанрҙар системаһы — поэзияһында шиғыр, йыр, поэма, дастан, мәҫәл, баллада, ода, ҡисса; проза әҫәрҙәрендә хикәйә, повесть, нәҫер, очерк, һүрәтләмә; драматургияла драма, опера сценарияһы, драматик диалогтар, тел-стиль сараларында төрлө лексик ҡатламдар, стилистик фигуралар, төрлө тармаҡлы сюжет, композицион ҡоролоштар үҙе бер ижади хазина, өйрәнеү мәктәбе һәм художество традицияһы булып яңы быуындарға күсте, артабан үҫтерелде һәм байыҡтыра барылды. Беренселәрҙән тиерлек Мәжит Ғафури әҫәрҙәре төрлө телдәргә, бигерәк тә урыҫ теленә тәржемәләр аша элекке СССР Ватаныбыҙ киңлектәренә, Европа, Азия, бүтән ҡитғаларға таралып, әҙәбиәтебеҙҙең исемен һәм данын миллиондар йөрәгенә еткереште. Әҙәбиәт белгестәре Мәжит Ғафуриҙы илебеҙҙең әҙәби классиктары Тарас Шевченко, Янка Купа-ла, Сабир Абай, Коста Хетагуров, Хәмзә Хәким-задә, Ғабдулла Туҡай һәм Константин Иванов исемдәре ҡатарына ҡуйып йөрөтәләр. Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың исеме һәм бай ижады үткән быуатыбыҙҙың тәүге сирегендәге әҙәбиәтебеҙҙең иң күренекле вәкиле, күркәм әҙәби мираҫы булыуы менән ҡәҙерле. (Ғайса Хөсәйенов) 2005 й.