Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Мәүлит Ямалетдинов (1947)

Мәүлит Ямалетдин (Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов) 1947 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Учалы районы Аһылай ауылында тыуа. 1964 — 1968 йылдарҙа Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый. Баймаҡ, Сибай ҡалаларында үҙ һөнәре буйынса эшләй, Иҫке Сибай, Учалы районының Уральск музыка мәктәптәрендә уҡыта, директор була.

Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы тамамлағандан һуң, Учалылағы милли-ижтимағи ойошманы етәкләй. Учалы Яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе, “Ватандаш” журналында баш мөхәррир урынбаҫары була. Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы — Дәүләт йыйылышында эшләй (1997 — 2001). 2000 — 2003 йылдарҙа М. Ямалетдинов “Ағиҙел” журналында проза бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Хәҙерге ваҡытта Учалы Яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе.

М. Ямалетдинов — тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары авторы. Ул Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Алматыла уҙғарылған төрки илдәре шиғриәтенең II халыҡ-ара фестивале лауреаты.

1983 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

“ШАҒИР ТИГӘН ИСЕМ КҮТӘРЕП...” Мәҡәләнең башына ҡуйылған был һүҙҙәр Мәүлит Ямалетдиновтың “Һаумы, зәңгәр һауа” тигән китабындағы һигеҙ юллыҡ шиғырынан алынды. Уны тулыһынса бында күсереү бик тә урынлы булыр. Ҡулдарымда китап... Рәшит Назар... Һәр бер юлы һала үлтереп! Ябай кеше шулай яҙалыр, тип Күҙ алдыма булмай килтереп. Уҡып сығып ҡабат һоҡландым да Үҙ-үҙемде ҡуйҙым бөтөрөп: “Һин дә йөрөйһөң бит эс бошороп, Шағир тигән исем күтәреп”. Кешенең кешелеклелегенә, талантына һоҡлана белеү ысын кешенең, ысын таланттың сифатылыр ул! Ә бит, ысынлап та, шағир тигән исемде күтәреү еңел түгел, бик ауыр. Батшаларға Мономах бүреге, Пушкин һүҙҙәре менән әйткәндә, ауыр икән, ләкин ул бүрек уларға ата-бабаһы нәҫеле буйынса кейҙерелгән йәки тәхеткә мендерелеп ултыртылған, ә шағир үҙенең “шиғриәт бүреген” ғүмере, таланты, ҡаны менән яулап, уны ғүмер буйы күтәреп йәшәргә мәжбүр. Ҡайсын Кулиевтың яратҡан һүҙе бар ине: “Үҙеңде шағирмын тип әйтеү, мин яҡшы кешемен тип әйтеү менән бер”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “мин шағирмын”, тип күкрәк һуғыусылар, “үҙеңде шағир итеп тоймай тороп, шиғыр яҙыу мөмкин түгел”, тип әйтеүселәр ҙә бар; хатта ҙур шағирға китабын, ҡурҡмайынса, автограф менән бүләк итергә баҙнат итеүселәрҙе белгәнем, ә ҙур шағирҙың бүләк итеүсегә ҡарата: “шағир түгел икән”, тип әйткәнен дә ишеткәнем бар. Әммә, иманым камил, Мәүлит Ямалетдинов хаҡында шундай һүҙ ишетеләсәк түгел. Беҙҙең танышыу, бер-беребеҙҙе күреп белмәйенсә, шиғырҙар аша булды. 1979 йылда яҙылған бер мәҡәләмдә шундай һүҙҙәр бар: “Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта шиғырҙары аша бары ике кешенең исемен хәтерләйем: береһе Рауил Ниғмәтуллин, икенсеһе — Мәүлит Ямалетдинов. Ваҡытында шундай танышыу Рәшит Назаров менән булғайны. Бындайҙар — өмөтлө танышыу, ә икенсе төрлөләрҙе өмөтһөҙ танышыу тип атар инем — ундайҙар күңелгә әҫәрҙәре, ижадтары аша инмәйҙәр, ә үҙҙәре күҙеңә кереп баралар”. Мәүлит Ямалетдинов бергә аралашып йәшәгәндә лә күҙеңә кереп бармай, сөнки ысын таланттың тәбиғәте шундай икәнен үҙемдең йәшәү тәжрибәмдән сығып әйтә алам. Бынан байтаҡ йылдар элек уның исемен мәҡәләмдә әйтеп китеүем, миңә ҡалһа, үҙенә күрә фатиха биреүем булғандыр. Ҡайһы бер бәндәләр фатиханы нисек итеп бирергә өйрәтһәләр ҙә, үҙ ғүмеремдә байтаҡ йәштәргә фатиха бирҙем, ә быныһы өсөн, Мәүлит Ямалетдинов өсөн шатланып бөтә алмайым, сөнки ҡайһы берҙәре миңә шатлыҡ килтерә алманылар, үҙ сиратымда мин дә — һаман онота алмайым — Яма-летдиновтың бер үтенесен үтәп, уны шатландыра алманым, сөнки ул үтенес үҙемдең бик тә ҡыйырһытылған, йәнемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй торған сағыма тура килгәйне. Күптән түгел, уның бер шатлығына туранан-тура ҡыҫылышым булмаһа ла шатландым — мине вокзалда осратып, янында торған ҡыҙына күрһәтеп былай тине: “Назар ағай, ҡыҙым университетҡа инде! Һуңғы имтиханда һеҙҙең “Ҡапҡалар” поэмаһы тура килде!” Күрәһегеҙ, шағир китабы һәм ижады тураһында яҙыуым тәнҡитсе ғалимдарса түгел, ә шиғыр яҙыусы булып ҡына фекер йөрөтөүем үҙенән-үҙе аңлашыла һәм эмоцияның өҫкә сығыуы ла бик тәбиғи, шуның өсөн дә Мәүлит Ямалетдиновтың шиғырҙарын уҡығас: “Ямалетдиновты уҡығыҙ! Ысын шағирҙар ниндәй булғанын, шиғырҙарҙа күңел нескәлеге һәм шағирлыҡ оҫталығы ниндәй булғанын белгегеҙ килһә, Ямалетдиновты уҡығыҙ!” — тип әйткем килә. Был саҡырыуҙан һуң китап тураһында яҙып торорға кәрәк тә түгел шикелле, әммә ни өсөн һоҡланыуымды иҫбат итмәһәм гонаһ булыр ине. Шулай ҙа башта Ямалетдиновтың бер үҙенсәлегенә туҡталыу кәрәктер. Быға тиклем ул үҙенең бөтә шиғырҙарын үҙенең тыуып-үҫкән Учалы районында йәшәп яҙҙы. Яҙыусы өсөн әҙәби мөхит, ижади аралашыу бик тә кәрәк тиҙәр. Ул мөхит, аралашыу беҙҙең өсөн, әлбиттә, Өфөлә көслөрәк, әммә ләкин талант һәр ерҙә лә үҙенең талантлылығын күрһәтә ала. Талант тыумыштан икән, тыумыштан инде. Рәссам булыу өсөн уҡыйҙар, артист булыу өсөн уҡыйҙар, — улай ғынамы, композитор балаһы — композитор, рәссам балаһы — рәссам, артист балаһы — артист, ә бит хатта Пушкин, Толстой кеүек даһиҙарҙың балаларынан, улар ни тиклем аҡыллы һәм үҙ һөнәрҙәрендә талантлы булмаһындар, шағирҙар йәки яҙыусылар сыҡмаған. Сөнки яҙыусы булыу өсөн уҡымайҙар. Дөрөҫ, Мәскәүҙә әҙәбиәт институты бар, әммә беҙҙең республиканан нисәмә тиҫтә шағирҙар, яҙыусылар институтта ла, уның юғары курстарында ла уҡыманы түгел, уҡыны, барыбер бер Рәми Ғарипов балҡып сыҡты, ә бит унда ниндәй мөхит, — ҙур-ҙур яҙыусылар, шағирҙар менән аралашыу, ижад өсөн, үҙеңде камиллаштырыу өсөн ниндәй шарттар, ә шулай ҙа үҙ кендегеңдән бейек һикереү мөмкин түгел. М. Ямалетдинов тураһында һүҙ барғанда был турала яҙыу юҡҡа түгел, сөнки нисек кенә булмаһын, шағир кеше Хоҙай биргәнде үҫтереүҙе башта үҙе ҡайғыртырға, йәғни үҙ алдына ғазапланырға тейеш. Мәүлит Ямалетдинов, юғарыла әйткәнемсә, ысын талант — ул талант, ысын шағир — ул шағир икәнлекте бөтә булмышы менән раҫланы. Уның Учалыла йәшәүе Ҡөрьән сүрәләрен беренсе булып шиғыр ритмына һалырға ла, боронғо Ҡытай шиғриәтенә мөрәжәғәт итергә лә, башҡорт шиғриәтендә беренсе булып робағиҙар яҙырға ла ҡамасауламаны. Робағиҙар яҙыуҙа беренселек мәсьәләһендә Ҡәҙим Аралбайҙы беренсе итеп ҡуйыуым өсөн, ғәҙәттәгесә, минең тәнҡиткә лайыҡ булыуым да юҡҡа түгел. Робағиҙар... Махсус һананым: Аралбайҙа — 117, Ямалетдиновта — 41. Әҙәбиәттә әҫәрҙең һан яғы бер нимә тураһында ла һөйләмәй. Ике шағирҙың да робағиҙары, минең ҡара-шымса, һәр береһе бер үк дәрәжәлә түгел (Ҡәҙим Аралбаевтың робағиҙарына һоҡланып үҙ фекеремде әйткәйнем инде), был да бик тәбиғи хәл, әммә Ямалетдиновтың робағиҙарынан бер нисә миҫал килтереү ҙә шағирҙың фекерләү дәрәжәһен һәм оҫталығын әйтеп бирә. Фани донъя берәүгә лә шәкәр түгел: Уй уйлата, һыҙлай йөрәк, һыҡтай күңел... Ер йөҙөндә кемгә еңел, тип һораһаң — Фекерләүҙән мәхрүм булған малға еңел. Был шиғри юлдарға һоҡланмай ҡарағыҙ! Бына тағы бер аҡыллылыҡ: Һәр әҙәмдең был донъяла өлөшө бар, Өлөшөнә төшә торған көмөшө бар. Тәпәндәге балға дегет төшмәүендә Ҡапҡастың да үҙенә күрә тейеше бар. Мәүлит Ямалетдиновтың ниндәй шәп шағир икәнен иҫбат итер өсөн, ғалимдарса фекерләү юлына баҫһаң, уның шиғырҙарына нигеҙләнеп, оҙаҡ-оҙаҡ анализ бирергә тура килер ине. Мин икенсе бер юлды һайланым: үҙем дә, оҙаҡ йылдар буйы байтаҡ шиғырҙар яҙған кеше булараҡ, шиғри хеҙмәттең — ижадтың аңлатып бөтөрә алмаған серҙәренә, шиғырҙың тыуыуына һәм уның нисек яҙылыуына бәйле нәмәләрҙе бер-ике миҫал аша аңлатырға тырышмаҡсы булам. 1993 йылдың йәйе ямғырлы булды. Ҡоролоҡ фажиғә килтергән шикелле, ямғыр ҙа күп яуһа, фажиғә килтерә икән — ҡырҙарҙа ашлыҡтың өлгөрмәй ҡалыуы ла бар бит. Ошо хәл миндә шиғыр яҙыу фекере уятты. Шиғырҙы бала саҡтағы, әсәй өйрәткән теләк рәүешендә (1921 йылғы аслыҡтан яңы ғына ҡотолған саҡ ине) — “Ямғырҡайым яу-яу, илгә аслыҡ килмәһен, астан кеше үлмәһен” менән башлап, бөгөнгө теләгем: “Ямғырҡайым, яума, яума, илгә аслыҡ килмәһен” кеүек фекер менән тамамларға тейеш инем. Шиғыр сыҡманы, сөнки шиғырҙың елеге тип әйтергәме, икенсе төрлө әйткәндә тейешле поэтик образы, шиғырҙың һыны табылманы. Ә бына Мәүлит Ямалетдинов тапҡан: шиғыр “Ҡара болот килә яуа, килә яуа” тип атала. Инде бөгөн туҡтар тиһәң, йәнә яуа, Бер ай буйы ямғыр түгел — бәлә яуа. Ҡояш нурын һағынмаған зат ҡалманы, Ҡара болот килә яуа, килә яуа. Башы табылғас, әлбиттә, шиғырҙы дауам итеү ауыр түгел, әммә нисек дауам итәһең дә, нисек тамамлайһың бит. Һәр хәлдә шиғырҙың дауамы ла, һуңғыһы ла Мәүлитсә, ысын шағирҙарса: Ямғыр һирәк яуһа ғына ергә дауа, Һағындырҙы ҡояш менән зәңгәр һауа. Бер толҡа юҡ. Күңел бойоҡ. Өҫтәүенә Ҡара болот килә яуа, килә яуа. Үҙҙәрен шағир тип иҫәпләп йөрөткәндәр: “Тапҡан һоҡланыр нәмә, нимәһе бар?” — тип әйтеүҙәре мөмкин, ә бит мәсьәлә бында шиғырҙарҙы минең яҙа алыу-алмау тураһында бармай, ә шағир ҡайһы берәүҙәр кеүек, күктә йөҙмәй, күктәге зәңгәр, бөҙрә томандар араһында ҡояш нурын эсеп йөрөмәй, уны ерҙәге кеше яҙмышына туранан-тура бәйле нимәләр борсой, тулҡынландыра. (Шулай ҙа шиғырҙың бер юлына ҡарата ризаһыҙлығым бар: шағир ямғырҙың һирәк яу-ыуын ғына дауа итеп күрә. Туҡайҙы хәтерләтһә лә, “Ваҡытында яуған ямғыр ергә дауа” тигәндә урынлы булыр ине, тип әйтке килә.) “Сыйырсыҡтар” тигән шиғыр тураһында бер-ике һүҙ. Бер ҡараһаң, сыйырсыҡтың ҡар иреп бөтмәҫ борон уҡ килеүе лә, беҙ яһап ҡуйған ояларға баҫып һайрауы ла, бала сығарыуы, осороуы ла ябай һәм тәбиғи. Унан һуң ҡайһы шағир ғына сыйырсыҡ тураһында йә уны ҡатнаштырып шиғыр яҙмаған, ә бына Мәүлит Ямалетдиновтың сыйырсыҡтары башҡа шағирҙарҙың сыйырсыҡтарына ҡарағанда бөтөнләй яңы сифатта шиғриәткә осоп инә. Шағир уларҙың һайрауҙарын башҡалар тоя алмаған тойғолар менән тоя, беҙ ишетә белмәгән тауыштар менән эш итә. Бына ул бер ят былбылдың Моңон ҡоя. Тора торғас, ҡолон булып Кешнәп ҡуя. Тора торғас сыйырсығым Ҡанат ҡағып, Ҡатын булып илай башлай — Был ни тағы? Ул, моғайын, ҡалған ҡоштоң Иҫтәрендә, Осҡан саҡта Афғанстан Өҫтәрендә: Уландары ҡанлы яуҙа Ҡорбан булған Әсәләрҙең илауларын Отоп алған... Ижадтағы табыш, асыш тураһында күп ҡабатлағаным бар. Был асыҡ ишекте асып инеү менән берҙер, сөнки табышһыҙ ысын шағир юҡ һәм бына Мәүлит Ямалетдинов тапҡан бит — һоҡланмай ҡара уға! Улай ғынамы — шиғырҙың һуңғы юлдарына иғтибар итәйек: Илай-илай сыйырсыҡтар Һайрағанда Һабан көйлә! Кем ул ҡылыс Ҡайрай унда? Бер ҡарағанда бары тик сыйырсыҡ һайрауы, ә һөҙөмтәлә ниндәй ҙур дөйөмләштереү! Сыйырсыҡ һайрауын шулай тойоу, шулай ишетә белеү ҡайҙан килә? Шағирҙың тәбиғәтенән, кешенең Хоҙай биргән тәбиғәтенән. Мәүлит Ямалетдинов музыкаль кеше. Балаларға музыка уҡытты һәм уның шиғырҙы тойоуында, уларҙың яҙылышында ла музыка бар, моң бар, тойғо бар, хис бар. Ҡоро аҡыл һатыу юҡ. Мәҡәләм оҙон булмаҡсы ине лә, башҡаса дауам итеүҙе кәрәк тапмайым. Мәҫәлән: Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә бар Балаларың башҡорт булмағас, — тип тамамланған шиғырҙы тулыһынса бында күсереүҙән ни мәғәнә, шиғырҙың үҙен уҡырға кәрәк, шулай уҡ “Серһеҙ кеше — төпһөҙ силәк төҫлө” тип шиғыр башлана икән, уны уҡымай ҡалырға мөмкинме һуң? Мәүлит Ямалетдинов “елдәре лә ябай булмаған, елдәре лә ҡурай уйнаған” ерҙә йәшәй. Ошо ере, моңо, булмышы, таланты менән ул башҡорт шиғриәтенең тәбиғи, кешелекле, ләкин тәрән ябайлыҡ менән һуғарылған, хисле, тойғоло кеше булып кеше күңеленә инә һәм башҡорт шиғриәтенең яңы ағымына килеп ҡушыла. Күп йылдар буйына “йөрөк аҡылы” менән түгел, “аҡыл аҡылы” менән (был һүҙҙәр урыҫ шағиры Феттыҡы) яҙылған шиғырҙар хөкөм һөрҙө, ундай шиғырҙар эталон итеп алынды һәм “аҡыллы” шағирҙарға “аҡыллы” шиғырҙар менән оҡшарға тырышыу китте. Был төркөмдән, ағымдан үҙенең аҡыллы, әммә тәрән хисле, йөрәк яныулы шиғырҙары менән үҙ ваҡытында Рәми Ғарипов айырылып сыҡты һәм уның тәьҫирендә йәшәгән көслө төркөм хасил булды. Шул төркөмгә Мәүлит Ямалетдинов та килеп инде һәм башҡорт шиғриәтенең киләсәген шул төркөмдә күрәм. Китапты уҡып сыҡҡас, йәйелеп китеп яҙырмын да мәҡәләм бик ҙур булып сығыр һымаҡ ине. Һәр бер шиғырға һоҡлана китһәм, һоҡланыуҙарымдың, бәлки, ҡәҙере китер тинем, шуның өсөн дә уларҙы уҡыусыларҙың үҙҙәренә ҡалдырам. (Назар Нәжми) 1999 й.