Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Мәлих Харис (1915-1944)

Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) 1915 йылда Башҡортостандың Саҡмағош районының Яңы күл ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем тороп ҡала. Башланғыс белемен үҙҙәренең ауылында ала. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йылда Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.

Мәлих Харистың ижади гүмере бик ҡыҫҡа булды, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлөп ҡалды. Уның тәүге шиғырҙары 1934 йылда гәзит-журналдарҙа күренә башлай, һәм ул күп тә үтмәй нескә тойғоло, хистәргә бай үҙенсәлекле лирик шағир булып танылып китә. Һуғыш алды көндәрендә ул көр һәм саф тауышлы, күтәренке рух менән һуғарылған әҫәрҙәре менән әленән-әле сығыш яһап тора. Шағир йыш ҡына үҙе кисергән ваҡиғаларҙы тасуирларға тырыша, үҙ мөнәсәбәтен йырлай. “А. С. Пушкинға”, “Йәшлек”, “Диңгеҙгә”, “Руставели”, “Әсә тураһында йыр”, “Мин һөйәм” кеүек поэтик ынйылары бөтә башҡорт поэзияһында билдәле урын тоталар. Ихласлыҡ, үҙ иленә сикһеҙ бирелгәнлек тойғолары уның әҫәрҙәрендә төп урын биләй.

Мәлих Харис үҙе иҫән саҡта әҫәрҙәренең айырым китап булып сығыуын күреү бәхетенә ирешә алманы. Уның “Йөрәк тауышы” тигән беренсе китабы тик ул үлгәндән һуң 1944 йылда баҫылып сыҡты. 1954 йылда шул уҡ китабы, бер аҙ тулыландырылып, Н. Нәжмиҙең баш һүҙе менән баҫылып сыҡты. Үҙенсәлекле шағир Мәлих Харис поэзияһы әле лә беҙҙең сафта бурысын үтәп килә. М. Харистың шиғырҙары рус телендә 1974 йыл “Башҡорт лирикаһы өлгөләре” серияһында сыҡты.