Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Мәхмүд Ҡашғари (XI быуат)

Урта Азияның атаҡлы ғалимы һәм әҙибе Мәхмүд бине әл-Хөсәйен бине Мөхәммәд әл-Ҡашғари (Мәхмүт Ҡашғари) боронғо ҡараханиҙар дәүләтендәге Ҡашғар ҡалаһында тыуып үҫкән. Уның ҡасан һәм ҡайҙа белем алғанлығы мәғлүм булмаһа ла, заманының бик уҡымышлы филологы булғанлығы айырым асыҡ.

Мәхмүд Ҡашғариҙың ғәрәп телендәге “Диуану лүғәт әт-түрк” (“Төрки һүҙҙәр йыйынтығы”) әҫәре “Ҡутадғу билиг”тән ни бары 5 йыл һуңыраҡ, йәғни 1074 йылда, яҙылып бөтә. Ул беҙҙең көндәргә Мөхәммәд бине Әбүбәкер Дәмәшҡи тарафынан башҡарылған берҙән-бер күсермәлә килеп еткән. Был күсермә XX быуат башында Истамбулда табыла. 1915 йылда төрөк ғалимдары уның тексын 3 томлыҡ китап итеп баҫтыралар. 1928 йылда әҫәр Берлинда немец теленә, 1939 йылда Истамбулда төрөк теленә һәм 1960 йылда Ташкентта үзбәк теленә ауҙарылып нәшер ителә.

М.Ҡашғари йәш сағынан уҡ сәйәхәт итергә яратҡан, күп илдәр гиҙгән, төрки халыҡтарының теле хаҡында мәғлүмәттәр йыйған. “Диуану лүғәт әт-түрк” әҫәрен М. Ҡашғари ғүмеренең аҙағында ғына яҙып тамамлаған. Әҫәр инешкә һәм төп өлөшкә бүленә. Инештә алға ҡуйылған маҡсат, әҫәрҙең төҙөлөшө менән таныштырыла, төрки ырыу-ҡәбиләләр һәм уларҙың тел үҙенсәлектәре хаҡында ҡыҫҡаса белешмә бирелә. Төп өлөш үҙ сиратында 8 бүлектән ғибәрәт, һәр бүлектә һүҙҙәр ике төркөмгә: исемгә һәм ҡылымға айырып ҡарала. Автор үҙе йәшәгән заманда актив ҡулланылған төрки һүҙҙәргә этимологик, семантик анализ яһай, төркиҙәрҙең телендә ҡулланылып килгән шиғырҙарынан, шатлыҡ һәм мәтам көндәрендә ҡулланыла торған хикмәтле һүҙҙәренән, мәҡәлдәренән үрнәктәр килтерә. Юлайҡан төрки ҡәбиләләрҙең тарихы, биләгән территорияһы, йәшәү рәүеше хаҡында мәғлүмәттәр бирә бара.

Ҡомартҡыла башҡорттар һәм башҡорт теле тураһында ла ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтелгән. Мәҫәлән, унда шундай юлдар бар: “Румға яҡын биринчи ҡәбилә бәжәнәк, соң ҡыфчаҡ, оғуз, йәмәк, башғирт, басмил, соң ҡай, соң ябаҡу, соң татар, соң ҡырҡыз келәди. Ҡырҡызлар Чин (Ҡытай) яҡындадырлар. Бу ҡәбиләләр һәммәсе Рум яныдан көн чыҡарғача чозылғандыр... Ҡай, ябаҡу, татар, басмил ҡәбиләләриниң һәр бириниң тили үзигә хастыр. Шу билән биргә, улар түркчәни һәм яхшы беләдиләр. Соңра ҡырҡыз, ҡыфчаҡ, оғуз, тухсы, яғма, чигил, иғраҡ, жаруҡ тилләри фәҡәт түркчәдер. Йәмәк вә башғирт тилләри буларға яҡындыр”.

“Диуану лүғәт әт-түрк” тюркология фәненең нигеҙ ташы, төрки тел ғилеменең тәүге аҙымы һанала. Шуның менән бергә тарих, этнография һәм фольклор буйынса ла ҡиммәтле сығанаҡ булып тора, ә тексында урын алған күп һандағы мәҡәлдәр, әйтемдәр, хикмәтле һүҙҙәр, нәҫерҙәр һәм шиғри парсалар уны матур әҙәбиәт ҡомартҡыһы итеп таныта.