Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ҡобағош Сәсән (XV-XVI бб.)

Ҡобағош — XV быуаттың аҙаҡтарында — XVI быуаттың тәүге яртыһында Дим буйында йәшәгән ырыу башлығы — бей, мең башы, йәғни мең батырға йәки меңле ғәскәргә баш кеше, танылған сәсән. Әммә был ерҙәрҙе Нуғай ханы Ҡарағөлөмбәт баҫып ала, ул Ҡазан ханы Мөхәммәт Әмин тарафынан Өфө кенәзе итеп билдәләнә, улай ғына ла түгел, 1505 йылда Мәскәүгә Иван III батшаға ; илселек эштәре менән дә ебәрелә. Ҡобағош сәсән Ҡарағөлөмбәткә баш һалмай, ике яҡ һәр ваҡыт яулашып тора. Ҡарағөлөмбәттән еңелгәс, Ҡобағош Уралға, Ҡатай яғына (йәғни, хәҙерге Белорет районы яғына), ҡасҡан һәм халыҡты ҡотортоп, Нуғай ханына ҡаршы көрәш башлаған. Тирә-яҡтағы бейҙәр, үҙ-ара һөйләшеп, Ҡобағошто ханға тотоп бирмәксе булһалар ҙа, халыҡ Ҡобағош сәсәнде йәшереп, аралап торған.

Халыҡ хәтере Ҡобағош сәсәндең үҙе һәм ижады тураһындағы мәғлүмәттәрҙе “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше” тип йөрөтөлгән риүәйәттә һаҡлап ҡалған.