Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ғилемдар Рамазанов (1923-1993)

Ғилемдар Йыһандар улы Рамазанов 1923 йылдың 16 июнендә Башҡортостандың Саҡмағош районы Иҫке Балаҡ ауылында тыуа. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында, етенсе класты күрше Тайнәш мәктәбендә тамамлағас, Дәүләкән педагогия училищеһында уҡый. 1942 йылда, өсөнсө курста уҡығанда, фронтҡа китә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Һуғыштан һуң Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтын, Мәскәүҙә Ломоносов исемендәге университет эргәһендәге аспирантураны тамамлай. 1953 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1966 йылда филология фәндәре докторы дәрәжәһен ала.

СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире була. Йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Бер нисә йыл Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, СССР Юғары Советының VI саҡырылыш депутаты була. Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул илленән ашыу китаптың авторы.

1950 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

ТЫНҒЫҺЫҘ ЮЛСЫ, ДӘРТЛЕ ЙЫРСЫ Кешенең шағирлығы, минеңсә, әсә һөтө менән ҡанына һәм аңына ингән туған тел һәм моңдарҙан, тыуып-үҫкән яҡтарыңдың бала саҡтан уҡ күңелеңә һеңә барған йәмдәренән башланалыр. Әммә шағирлыҡ өсөн бар нәмәнең гел шиғриәтле булыуы ла һис шарт түгелдер ул. Бына Ғилемдар Рамазанов тыуып-үҫкән Саҡмағош яҡтарының йәме, дала яғы ҡарамаҡҡа әллә ни хозурлыҡтар уятырлыҡ та түгел төҫлө. Ҡалын-ҡалын урмандары ла, оло йылғалары ла юҡ был яҡтың. Тирә-йүн осһоҙ-ҡырыйһыҙ ҡола ялан да ялан. Шулай ҙа далаларҙың да күңелгә яҡын үҙенсә күрке һәм даны бар барыбер. Уны бары күрә белергә кәрәк. Саҡмағош — игенле, нефтле яҡ. Шағирҙың шуға, ғорурланып: “Хәҙер бында ғәжәп урмандар бар — вышкаларҙың ҡалын урманы; бар был ерҙә оло йылғалар ҙа — ҡара алтын уның һыуҙары”, — тип әйтеүе менән ул бик хаҡлы. Мул иген игеүсе, ер аҫтынан ҡара алтын табыусы эшсән, киң күңелле яҡташтары — уның оло маҡтанысы. Шунлыҡтан иркен далалы данлы яҡтың әҙәбиәтебеҙгә Әкрәм Вәли, Вәзих Исхаҡов, Әхнәф Байрамов кеүек прозаиктарҙы биреүе лә бик тәбиғи. Тәбиғәттең күҙгә бәрелеп бармаҫ матурлыҡтарын күрер өсөн күңел күҙе кәрәк. Базы буйы туғайлыҡтарының гөл-сәскәләре, емеш-еләктәре, өйкөм тирәктәре, Балаҡ, Шишмә һыуҙары бар йәме-тәме менән Ғилемдарға, шиғри күңелле кешегә, дәрт һәм дарман бирмәй ҡалмағандыр, моғайын. Ә аҙаҡ шағирҙың ут-яуҙар кисеп, сәфәр йөрөп сит ерҙәрҙе ерһенмәүе, сит илдәрҙе илһенмәүе, үҙе барып татыған зәм-зәм һыуына ҡарағанда тыуған яғы шишмәләренең саф һыуын татлыраҡ тойоуы уның патриотик тойғоларын, эстетик тәм-зауыҡтарын нығыраҡ һуғарғандар. Ҡоштар осоп етмәҫ илдәрҙә йөрөгәндә лә шағирҙың күңел ҡошо гел тыуған яғында. “Бөтә бәхет, хәсрәт, өмөттәрем — тамырҙарым тыуған еремдә”, — ти үҙе был хаҡта. Ғилемдар Рамазановтың бер теләге — илдә Саҡмағош илсеһе булыу. Йәғни тыуған яғының үҙенсә күркен, данын, яҡташтарының күңел байлығын бөтә илгә, халыҡҡа уртаҡ йыр, оло поэзия итеп еткереү. Шағир ижады уның үҙ шәхсиәтенән айырылғыһыҙ. Ғ. Рамазанов поэзияһы ла, асылда, авторҙың үҙ күңелендәген асыуҙан, шуны күптәргә яҡын һәм үҙ булыр уй-тойғоларға әүерелдереүҙән ғибарәт. Шул яҡтан шағирҙың иң яҡшы шиғыр һәм поэмалары үҙ рухи байлығының, тормош юлының шиғырға күскән бер поэтик өлөшө лә ул. Юлдар — ғүмер кискән йылдар эҙе. Тынғыһыҙ кешенең күңеле гел юлда. Тыуған яҡтарҙан сығып киткән юлдар кешене ҡайҙарға ғына илтмәй! Ғилемдар Рамазановты ла тыуған ауылы Иҫке Балаҡтан сыҡҡан юл Тайнәш мәктәбенән Дәүләкән педучилищеһына, унан дәһшәтле яу юлдарына илтеп еткерә. Ул утлы юл Курск яландары, Украина далалары, Польша, Германия ерҙәре аша үтә. Дошманды еңгәндән һуң, юлдар өс-дүрт йыл буйы һағындырылған тыуған яҡтарға йүнәлә. Ғилемдарҙы ғилем юлы — Башҡортостан педагогия институты аудиториялары, Мәскәү университетенең аспирантура бүлмәләре аша уҙғара. Хеҙмәт юлы Бөрө педагогия училищеһы кластарына, ғилми тикшеренеү институты кабинеттарына килтерә. Шулай уҡ Ғилемдар Рамазанов байтаҡ йылдар “Совет Башҡортостаны” гәзитенең редакторы булып эшләй. Былар, асылда, шағирҙы яуҙа, уҡыуҙа, эштә үҫтергән һәм сыныҡтырған оло тормош һәм ижад юлы ул. Былар барыһы ла шиғырҙа ла сағылмай ҡалмай. Улар үҙе бер поэтик юл һымаҡ ярылып ята шағир ижадының буйынан-буйына. Ғилемдар Рамазанов поэзияһында юл образы үҙе бер тәрән социаль-философик мәғәнәгә эйә. Ул үҙенең һәм быуындаштарының ғүмер юлы ла, шәхестең һәм шағирҙың физик һәм рухи нығытыу һуҡмаҡтары ла, халыҡтың һәм илебеҙҙең тарихи үҫеш, героик көрәштәр юлы ла. Юл — ул гел хәрәкәт, ер-һыуҙар, ил-халыҡтар бағланышы, яҙмыштар ялғанышы билгеһе. Хәрәкәттә — бәрәкәт, бағланышта — туғанлыҡ. Ғ. Рамазановтың шағирлығы ла гел юлда, тынғыһыҙ хәрәкәттә булыуҙа, поэзияһының ҡиммәте — туғанлыҡты, халыҡтар дуҫлығын йырлауҙа. Шағир һүҙе раҫ: “Тынғы белмәй торған юлсы мин, бәлки, шуға күрә йырсы мин”. Йәшлек, хеҙмәт юлдары, замананың етеҙ аҙымдары, тормоштоң мәңге хәрәкәте — бына Ғ. Рамазанов поэзияһының йүнәлешен, хәрәкәтен характерлаған поэтик лейтмотивтар. Быларҙың ҡайһыларын ғына алма, уларҙың бик үҙенсәлекле үҫеш эволюцияһын, үҙ-ара тығыҙ бәйләнештәрен, диалектикаһын күҙәтергә мөмкин булыр ине. Бына йәшлек темаһы үҙе генә лә Ғ. Рамазанов поэзияһында кешенең йәшлегенән алып илебеҙ йәшлегенә, кешелек йәмғиәтенең йәшәреүенә, күңел, донъялар күркенә бәйләнешле социаль-философик йөкмәтке менән һуғарыла. Күрәм Һине, ҡайҙа дуҫлыҡ ҡайнар, Һәм ҡай ерҙә иң саф иптәшлек, Партияның яҡты уйы ҡайҙа, Халҡым ҡайҙа — шунда һин, йәшлек! Тимәк, шағир өсөн ул иң оло дуҫлыҡ та, иптәшлек тә, яҡты идеалдар, өсөн көрәш тә тигән һүҙ. Ә көрәш — үҫештең төп шарты, әйҙәүсе көсө. Шуныһы ҡыуаныслы: Ғ. Рамазанов был философик төшөнсәләрҙе художестволы сағылдырыуҙа абстрактлыҡҡа йәиһә арзан фәлсәфәгә төшөп китмәй, бәлки һәр осраҡта айырым күренештәр, конкрет уй-тойғолар аша уларҙы, йәшлектең үҙе шикелле итеп, ғүмер күркенә, йәшәү йәменә әйләндереү хәстәрлеген күрә. Йәшлектең бер күрке — тәүге һөйөү тойғоларын ул йәш кешенең рухи донъяһын тәрәнерәк асыуға буйһондора. Мөхәббәтте шағир Көнсығыштың ғишыҡ ҡаһармандары Таһир менән Зөһрә, Фәрхәд менән Ширин, Ләйлә менән Мәжнүн кеүек яратышыу ҡайнарлығында тасуирларға ынтыла. Әммә уның мөхәббәт лирикаһы, мәҫәлән, “Һөйәм һине” китабынан аңлашылыуынса, күбеһенсә тыштан сабыр, эстән ялҡын ул. Шул яҡтары менән улар күңелгә үтемлерәк тә кеүек. Олоғая бара йәшлек тойғолары ғаиләләге һөйөү, балаларыңды яратыу менән ҡушыла, мөхәббәт хәтирәләр менән аралаша. Хәтирәләргә бирелеү — әлбиттә, олоғайыу билгеһе. Шулай ҙа йәшлеккә ҡайта алыуҙа дәрт ҡеүәһе лә юҡ түгел. “Йәшлеккә ҡайтыу”, “Йәшлек ҡалаһында”, “Йәшлек менән осрашыу” ише шиғырҙар шуны таныта. Тик шуныһы, йәш саҡтағы шишмәләрҙән һыу эсеп кенә тәүге хыял-дармандарҙы тулыһынса кире ҡайтарыу, һөйөү дәртен ҡандырыу мөмкин булһа икән ул. Ғилемдар Рамазанов үҙ поэзияһын хаҡлы рәүештә “күңелем көндәлеге” тип атай. Ә шағир күңеле оло диңгеҙҙәй бик бай. Диңгеҙ: дарьяларҙай ташҡын саҡтары, һил мәлдәре лә бар уның. Хатта “ҡай саҡ хыял иңләй алмағанды һыйҙыра бит шағир күңеле”. Унда “һағыныу, һөйөү, һоҡланыуҙар, йәрәхәттәр, серҙәр, төйөрҙәр...” — төрлөһө һыя. Алда әйткәнебеҙсә, ысын шағир лирикаһы күңелдәген асыуҙан ғибарәт. Ә үҙ күңелеңдәген ихлас асыу — бүтән күңелдәргә тура юл ярыу ул. Шуға күрә Ғ. Рамазановтың күңел көндәлеген дә күптәрҙең уртаҡ уй-тойғоларынан, “илдең йөрәк тибешенән” һис тә генә айырып ҡарап булмай. Шул яғы менән ул әһәмиәтле лә. Яуҙа ҡурғаш яуған саҡта тормоштоң тимер фәлсәфәһен үҙләштергән шағир фронт, һуғыш шарттарындағы ауырлыҡты һәм ҡырыҫлыҡты, замандаштарының яу эсендә сыныҡҡан берсә ярһыу, берсә тын, берсә ҡаты күңелдәрен шаҡтай уңышлы һүрәтләне. Ләкин тыныс тормош шарттарына күскәс, ҡырҡынсы йылдар менән илленсе йылдар араһында, бер аҙ хуш күңеллеккә бирелепме, нисектер, тормошто ал да гөл кеүегерәк, кешеләр күңелендә гел генә шатлыҡ хистәре ташып торған төҫлөрәк бер яҡлы һәм өҫтән мажор тонда йырлаған саҡтары ла булғыланы уның. Алтмышынсы йылдар эсендә инде ул, үҙе әйткәнсә, артыҡ көләс йөҙлө хыялдарҙың ал шаршауы менән хушлашып, ир уртаһы йәше етәрәк айыҡ аҡыл менән дуҫлашты. Был осорҙа Ғ. Рамазанов ижадына кеше күңеленә хас бөтә тойғолар — янып-ярһыуҙар ҙа, тынғыһыҙлыҡ та, ҡайғы-һағыштар ҙа, шатлыҡ-өмөттәр ҙә замана рухы менән бергә килеп инде. “Ҡәнәғәтһенеп хушһынмау мәғәнәле, аҡыллы тормоштоң бер шарты”, — ти Л. Н. Толстой. Ана шул ярһыу тойғо, бары менән ҡәнәғәтләнеп ҡалмау хисе Ғ. Рамазанов поэзияһына яңылыҡ һәм ҡеүәт өҫтәне. Һис нәмә лә етмәҫ төҫлө беҙгә, Эҙләнеүҙән туя белмәйбеҙ. Ҙур хазина тапһаҡ әле генә, Ҙурырағын шундуҡ эҙләйбеҙ... Ил өҫтөндә балҡый яҡты ҡояш, Һаман арта уның йылыһы. Йәшә, ҡояш! Йәшә, тынғыһыҙлыҡ — Нимәнеңдер етмәү тойғоһо,— тип белдерә был хисен шағир. Шағир битараф зат түгел. Замана елдәре, донъяның ҡайғы-шатлыҡтары, хәүеф-хәтәрҙәре Ғ. Рамазановтың лира ҡылдарына хәҙер йышыраҡ ҡағылалар. Ул үҙен иңдәренә донъя йөгөн, кешеләрҙең бөтә хистәрен күтәргән ысын шағир итеп тоя. “Минең йортом — донъя үҙәгендә” ти ул ҡыйыу рәүештә. “Минең йортом бер яҡ ситтә, бығаса кем тигеҙләй алған донъяһын, минең өсөн, әйҙә, юлбашсылар уйлаһын” тип фәлсәфә һатыусы ваҡ йәнлеләргә, вайымһыҙҙарға үс итеп, сәмләнеп тә әйтә ул был һүҙҙәрен. Үҙ йүнен һәм үҙ көнөн генә күреп, шунда бар бәхет тип йәшәгән мещандарға ҡарап, шағир “был донъяла кешеләр өсөн йәшәү — үҙең өсөн йәшәү бит инде” тип әйтеүе менән бергә “шағир бәхете — берәүҙәргә түгел, бар халыҡҡа булған бәхеттә” икәнен дә таныта. Наҙлы тормош илдән һораманыҡ, Эҙләмәнек еңел бәхетте, Бәхетлебеҙ икән был донъяла — Ауыр бәхет менән бәхетле! тип тә өҫтәй ул оло идеалдар өсөн көрәштә тыуған оло бәхет хаҡында. Ғөмүмән, кешенең бәхете, тормошо әҙер ҡанундарҙы үҙләштереп, ниндәйҙер ҡағиҙәләр буйынса дөп-дөрөҫ йәшәй белеүҙән генә тормай. Ул, асылда, донъя үҙе килтереп ҡуйған төрлө хәл-шарттарҙан, шуларҙы үҙ маҡсатына буйһондора алыуҙан, алыш-көрәштәрҙән, ынтылыштарҙан, ҡайһы бер нәмәләрҙе инҡар итеүҙән, еңеү-еңелеүҙәрҙән, ҡайғы-шатлыҡтарҙан уҡмашып хасил була. Шулай ауыр килгән бәхет күпкә ҡәҙерлерәк тә ул. Көрәшһеҙ, идеалһыҙ — донъяның йәме лә, мәғәнәһе лә юҡ. “Донъя бара үҙ юлдары менән...”, “Бар ине һуң ғәмһеҙ бер ҡатлы саҡ...”, “Һаман һуға заман сәғәттәре...”, “Берләштерә кешеләрҙе...” кеүек шиғырҙарында Ғ. Рамазановтың уйҙары ана шул танып-беленер оло хәҡиҡәттәр хаҡында. Шағирҙың үҙенең тормошто, кешеләрҙе ныҡлап төшөнә барыуы ла схемаларҙағы шикелле түтә йә текә һыҙыҡ түгел. Ул тормош һуҡмаҡтары шикелле бормалы-һырмалы, ураулы-туралы. Уның үҙ үрҙәре, артылыштары, иңкеүҙәре бар. Шағир үҙе лә хаҡлыҡты бары һөйләп йөрөүсе йә рифмаларға һалған ҡоро вәғәзсе түгел. Ул донъя, тормош, кешеләр хаҡында өҙлөкһөҙ уйланыусы, хәҡиҡәт, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе хаким һәм фекер эйәһе. Уның фекерҙәре шулай уйланыу, йәшәү процесындағы асыш, бәхәс, көрәш һүҙе булып тыуа. Шулай табылған хәҡиҡәт көрәш ҡоралына әйләнә. Йылдар уҙа-уҙа ҡайһы бер яңылышлыҡтар, хаталар асылып төҙәтелгәс, бәғзе бер әҙиптәр, заманында беҙ ҙә хаталандыҡ, тип танырға яраталар. Әммә шағир, әҙип кешегә быны таныу ғына аҙ; шуны анализлау, шағирлыҡтың юғары вазифаһынан тороп нарыҡлау кешеләр өсөн, киләсәк өсөн мөһимерәк. Бына ошо нарыҡлау тенденцияһы Ғ. Рамазанов поэзияһында йылдан-йыл көсәйә килә. Ғилемдар Рамазанов — кешегә һәр саҡ ярҙамсыл, киң күңелле, йомарт, хатта ҡайһы саҡта йомшаҡ күңелле кеше. Уның тәбиғәтендә: әҙәмгә — шәфҡәт, уҙаманға — хөрмәт. Шағирҙың шундай ҡылығы шиғырҙарына ла күсә. Ҡайһы бер йомшаҡлыҡтары, артыҡ йомартлыҡтары аҙаҡ үкендереп тә ҡуя үҙен. Шуныһы һәйбәт, шуларҙы тора-бара үҙе тойоп алыуы, таныуы, төҙәтеүе ихлас уның. Бына шулай ҡарамаҡта үтә шәхси күренгән мотивтарҙы лә күҙәтергә мөмкин уның һуңғы ун йыл эсендәге поэзияһында. Бында ла күңел нескәлектәре, күңел эволюцияһы сағыла шағирҙың. Туҙандай яуызлыҡ та тубалдай изгелектән яманыраҡ, ти халыҡ. Ахмаҡ дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ, тиҙәр. Бына бындай хәҡиҡәттәрҙе лә Ғ. Рамазанов үҙе башынан кисереп белгәнгә “яуызлыҡ — изгелек” “дуҫ — дошман” кеүек мәңге ҡапма-ҡаршы төшөнсәләрҙе ул хәҙер бөтә ҡатмарлылығы, ҡаршылығы менән яҡтырта алыуға килде. Ә изге эштең һис иртә-һуңы юҡ. Поэзияны поэзия иткән нәмә — фекер, хис һәм моң. Ғ. Рамазановҡа баштараҡ әйтер фекерен һәм күңеле тулы хисен еткерергә ҡайһы саҡта һүҙҙәр ҙә, рифмалар ҙа етмәй кеүек, ритм да аҡһай төҫлө ине. Аҙаҡ тәжрибә һәм оҫталыҡ поэзияның был өс компонентын бер бөтөн итеүгә килтерҙе. Тыуған яғының тәбиғәте кеүек, Ғ. Рамазанов поэзияһы ҡупшы биҙәктәргә бик һаран. Әммә ул ябайлығы һәм күҙгә бәрелеп бармаҫ матурлығы менән үҙенсә күркәм. Шағир үҙе лә “йырҙарым да күҙгә бәрелеп бармай, яландағы ябай гөл кеүек” ти бит. Егет — егеттең көҙгөһө икән, шағир — шағирҙың көҙгөһө. Бүтән төрлө-төрлө шағирҙар менән генә түгел, бәлки һабаҡташ булып бергә уҡып-үҫкән, әллә ни ғүмерҙәр бергә йәшәгән, ҡул тотошоп эшләгән Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли, Шәриф Бикҡол ише ҡорҙаштары менән сағыштырғанда ла, Ғилемдар Рамазановтың үҙенең яратҡан темаларын, геройҙарын, ҡабатланмаҫ поэтик тауышын айырым-асыҡ күрергә, тойорға мөмкин. Әйтәйек, Хәким Ғиләжев поэзияһы публицистик пафосы, тапҡыр ялҡынлы фразалары, Муса Ғәли шиғырҙары һәм поэмалары романтик күтәренкелеге һәм ишле поэтик биҙәктәре, Шәриф Бикҡолдоң поэтик әҫәрҙәре йыр стихияһы менән күберәк характерланһалар, Ғилемдар Рамазанов поэзияһы реалистик конкретлығы, эпик һыҙаты менән үҙенсәлеклерәк. Донъяла таланттар күп төрлө. Ғ. Рамазанов әйтмешләй, ер үҙе лә Атланттарға түгел, таланттарға таяна, ахырыһы. Сәнғәт, поэзия үҙ матурлығы менән таланттарға бурыслы. Ләкин таланттарҙың да төрлөһө бар. Йәнә Ғ. Рамазановса әйткәндә, урман-дала төрлө ҡоштар моңона бай булыуы менән йәмле икән, поэзия ла поэтик тауыштар төрлөлөгө менән күркәм. Шул уҡ ваҡытта ижадта һәр кемгә лә бөркөттәй саңҡыу тауышлы йәиһә һандуғастай нескә моңло булырға тимәгән, һәр кемдең үҙ тауышы, үҙ моңо. Тауыштар төрлө булһа ла, Бөтәбеҙ ҙә сафта беҙ. Һандуғастар булмаһаҡ та, Һандуғаслы яҡтан беҙ. Ғ. Рамазанов лирикаһында һандуғас моңо ла юҡ түгел. Быны шағирҙың йыр һәм романстарында асығыраҡ тойорға була (“Имәндәр шаулай”, “Башҡортостан гүзәле”, “Ниңә һуң һин” һ. б. ш.). Ғилемдар Рамазанов поэзияһының мөһим бер һыҙаты — эпиклыҡ. Ул 1942 йылда гранаталар төрә торған һары ҡағыҙға фронтта яҙылған Зоя Космодемьянскаяға арналған “Зоя”, бер аҙҙан “Украина тураһында йыр” тигән поэмаларҙан уҡ үҙ юл башын ала. Артабан “Иҙел буйындағы ҡалала”, “Йәшлек таңдары”, “Урал поэмаһы”, “Ике йылға”, “Хоҙайбирҙин”, “Атай янында”, “Байраҡ тураһында йыр” кеүек күренекле поэмаларында ул башланғыс ҡеүәтләнеп, Ғ. Рамазанов поэзияһының ҡоласын билдәләрлек, талант үҙенсәлеген танытырлыҡ поэтик һыҙатҡа әйләнде. Заманында быларға ишле-ишле шәлкемдәрҙән торған тиҫтәгә яҡын шиғыр циклдары ҡушылды (“Дуҫлыҡ һүҙҙәре”, “Африкала, эҫе күк аҫтында” һ. б.). Бындай ҙур әҫәрҙәрҙең күбеһенең үҙәгендә —хәҙерге заман тормошо, замандаштар образы. Ғ. Рамазанов шул уҡ ваҡытта, үткән эшкә салауат тигәндәй, тарихи ваҡиғаларға ла битараф ҡалмай. Әйтәйек, “Урал поэмаһы”нда ул башҡорт халыҡ ижадының эпик традицияларына таянып, ҡобайыр алымдарын оҫта файҙаланып, Башҡортостандың һәм туған халҡының ҙур тарихи юлын боронғонан алып бөгөнгөсә үҙенсә этаплап һүрәтләп биреүгә өлгәште. Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының образдарын кәүҙәләндерҙе. Яңы форма тип артыҡ ярһымаҫ, иҫке тип илермәҫ шағир ошо традицион формаларға ҡоролған ғәҙәти поэмаларында ла хәҙерге поэтик эпосыбыҙға тема, герой һәм шиғри алымдар, формалар яғынан яңылыҡ өҫтәрлек сифаттар таба алды. Ижадта иң ауыры — үҙ-үҙеңде уҙыу. Ҡәҙимге формалар һәм алымдар менән яҙылыр һәр яңы поэмала шағирға был маҡсатты үтәү тағы ла ауырыраҡ. Былар Ғ. Рамазановты һынамаҡ тағы бер бурыс. Ғилемдар — ғилем эйәһе тигән һүҙ. Тимәк, уның исеме ижад есеменә лә тура килә. Ғилемдар — ғилем майҙанында ла ат уйнатыр әҙип. Ул Мәжит Ғафури тураһындағы ғилми монографияның, “Башҡорт поэзияһында совет кешеһе образы” тигән китаптың авторы. Ул — беҙҙең әҙәбиәтселәр араһында беренсе булып филология фәндәре докторы тигән юғары ғилми дәрәжәгә эйә булған ғалим. “Әҙәби әҫәрҙәрендә генә түгел, ғилми, философик хеҙмәттәрендә лә, автор нисек кенә объектив булырға тырышмаһын, ул кем генә булмаһын — беҙ һәр саҡ яҙыусы кешенең күңелен, аҡылын һәм характерен күрәбеҙ барыбер”, — ти Л. Н. Толстой. Шуның шикелле, Ғ. Рамазановтың поэзияһында ғына түгел, ғилми әҫәрҙәрендә лә уның аҡыл һәм йөрәк, характер һыҙаттарын тойорға мөмкин. Ғилемдар Рамазанов — танылған йәмәғәт эшмәкәре, ил аҙаматы ла. Ул оҙаҡ йылдар Башҡортостан Журналистар союзы идараһының председателе булып эшләне, күп йылдар республикабыҙ Яҙыусылар союзы идараһы, редколлегиялар, ғилми советтар ағзаһы, СССР Верховный Советының алтынсы саҡырылыш депутаты булды. Әле лә алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәттә йөҙмәктә ул. (Ғайса Хөсәйенов) 1981 й.