Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Кәтибә Кинйәбулатова (1920)

Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәүлит ауылында тыуа. Башланғыс белемде атаһынан ала. Артабан Өфөлә педрабфак тамамлай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, институттың ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, ауылына ҡайта. Кәтибәгә етем ҡалған өс һеңлеһенә, бер энеһенә “ғаилә башлығы” булырға тура килә. Уҡытыусылыҡ уның бөтә булмышын биләй. Башта Сируси ете йыллыҡ мәктәбендә, унан Мөхәмәтҡолой урта мәктәбендә эшләй.

1952 йылдың аҙағында Өфөгә күсеп килә һәм “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналына эшкә алына. 1960 йылда Мәскәүгә Яҙыусыларҙың Юғары әҙәби курсына уҡырға ебәрелә. 1968 йылда Республикала беренсе тапҡыр ойошторолған “Башҡортостан ҡыҙы” журналына мөхәррир итеп тәғәйенләнә.

1975 йылдан шағирә Кәтибә Кинйәбулатова ижад эшенә күсә.

Кәтибә Кинйәбулатованың әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлауы рабфакта уҡыған йылдарына ҡарай. Шулай ҙа уның ижад эшенең активлашып китеүе Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарға тура килә. Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләү, балалар психологияһын яҡшы белеү уның мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн яҙған әҫәрҙәренең уңышын билдәләй. Уның лирик шиғырҙарына ихласлыҡ, сәнғәтсә ябайлылыҡ, мөләйемлелек хас.

Кәтибә Кинйәбулатованың русса сыҡҡан китаптары матбуғатта ла ыңғай баһа алды.

1956 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ШАҒИРӘНЕҢ ЙӨРӘК ЙЫЛЫҺЫ Тәбиғәттең ҡатын-ҡыҙ затына биргән бөйөк әсәлек вазифаһы менән бергә уның ҡулдарының алтынлығына, күңеленең наҙына һәм йомартлығына хайран ҡалырлыҡ. Фәҡәт ул булғанда йорт-ерҙең ҡото һәм бәрәкәте, донъяның йәме һәм ғәме бар. Кешеләргә рухи аҙыҡ бирер һәм гүзәллек тойғоһо тәрбиәләр сәнғәт менән әҙәбиәт донъяһында ул һылыу заттың өлөшө шулай уҡ ҙур. Борон ырыу-йола, дин-шәриғәт ҡанундары менән хоҡуҡтары үтә сикләнгән, уй-тойғоларын яҙып түгел, һөйләп йә йырлап аңлатырға ла бик үк баҙмаған заманаларҙа айырыуса Көнсығыш, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының ижадтары бишек йырҙарынан, төрлө сеңләүҙәрҙән, аһ-зарлы моңдарҙан күпкә ары китмәһә, Бөйөк Октябрҙән һуң уларҙың юридик һәм рухи азатлығы ижади һәләтлектәре үҫешенә лә күрелмәгәнсә киң ҡолас һәм күркәмлек бирҙе. Хәҙер поэтик ижадтары Тыуған илебеҙгә генә түгел, бөтә донъяға билгеле Зөлфиә, Хәлимәт Байрамуҡова, Рәйсә Әхмәтова, Тәнзилә Зумакулова, Фазу Алиева кеүек мосолман шағирәләренең яҡты яҙмышы, рухи күтәрелеше күпме нәмә һөйләй. Бик алыҫҡа китмәй, үҙ әҙәбиәтебеҙҙән Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова кеүек таланттарҙы, әле гөрләп үҫеп килгән йәш шағирәләрҙе иҫкә алһаҡ та, ошо оло хәҡиҡәтте күрербеҙ. Ул үҫеш-хәҡиҡәттең бер үҙенсәлекле яғы шунда: ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар әүәл йыйылып килгән уй һәм тойғоларын бөтә тауышҡа донъяға ишеттереп кенә ҡалманылар, бәлки әҙәбиәткә шул енескә генә хас күңел нескәлектәрен, рух күркәмлектәрен өҫтәнеләр. Минең ҡарашымса, ҡатын-ҡыҙ әҙиптәр, уларҙың прозаик булғаны ла, бөтә натураһы менән шағирәләр. Хикмәт бында, әйтәйек, Һәҙиә Дәүләтшинаның, Зәйнәб Биишеваның сәсмә әҫәрҙәр менән ҡатар шиғырҙар яҙыуында ғына түгел, бәлки бөтә ижадтарында поэтик тәбиғәттәренең сағылышында, әҫәрҙәрендәге шиғриәт ялҡынында. Мин хатта Зәйнәб Биишеваның нәҫерҙәрен поэзияға ҡарағанда ла юғарыраҡ өлгөләр тип баһалар инем. Риторик яңғырар төҫлө өгөт-нәсихәтте лә, мораль-этик мәсьәләләрҙе лә улар әсәләрсә урынлы һәм күңелгә яғымлы итеп, сәнғәтсә еткерә белерҙәр. Улар ижадын биҙәр һәм ҡылыҡһырлар ҡыҙҙарҙай наҙлылыҡ, инсафлыҡ тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Кәтибә-шағирәнең бөтә булмышы лирикала. Хатта уның “Бала нур” тигән атаҡлы поэмаһы ла драматик лириканан ғибәрәт. “Атай тауышы” менән “Тереләргә әйтер һүҙ...” повестары ла шағирә ҡулы менән яҙылған. Кәтибә — шағирә тигән һүҙ. Тимәк, уның исеме есеменә тап килеп тора. Шиғырҙарына ҡарап, уның йөрәк серҙәрен, күңел биографияһын уҡырға мөмкин. Сөнки күңелендәге йыш ҡына шиғыр булып тышҡа бәреп сыға уның. Был иһә Кинйәбулатова поэзияһының иң көслө яҡтарын — ихласлығы менән тәбиғилеген билдәләй. Француз яҙыусыһы Стендалдең “Мөхәббәт тураһында” тигән китабында ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар хаҡында шулайыраҡ әйткәне булыр: “Ихлас булырға уларҙың яртылаш ҡына ҡыйыулыҡтары етә. Ихласлыҡ улар өсөн өйҙән яланбаш сығыу менән бер”. Кем белә, быны ул, әйтәйек, Жорж Санд кеүек тормошта елбәҙәгерәк булып, әҫәрҙәрендә үтә инсафлы күренергә, үҙ уй-хистәрен мөмкин хәтле йәшерергә тырышҡан ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларға ҡарап әйткәндер, бәлкем. Әммә шул уҡ ваҡытта уға Марселина Деборд-Вальмар һымаҡ шағирәләр ижадында ҡатын-ҡыҙҙарға хас нәзәкәтлек һәм ихласлыҡ менән ҡыҙҙарҙың мөхәббәт, ҡатындарҙың әсәлек тойғоһо ысын мәғәнәһендә шиғриәт юғарылығына күтәрелеүен дә күрергә булыр ине. Һәр хәлдә, йөрәктән сыҡҡан хис кенә ихлас һәм тәбиғи булыусан. Шунһыҙ ысын лирика юҡ. (Поэзиялағы яһалмалылыҡ һәм ҡыланыусанлыҡ көйәҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙың үтә ҡупшыланыуы һәм сөсө ҡылансыҡлығы менән бер.) Башҡорт поэзияһы аҫыл лирика өлгөләренә хәҙер шаҡтай бай ижад. Шулай ҙа мөхәббәт, ғаилә, ҡатын-ҡыҙ донъяһы хаҡында бығаса башлыса ир-ат заттарының йырлап килгәнен дә оноторға ярамаҫ. Ә ҡатын-ҡыҙға үҙҙәре хаҡында үҙҙәре йырлауға ни етә. Өҫтәүенә, дәрт тигәнең ирҙәрҙә бер өлөш икән, ҡатын-ҡыҙҙарҙа ете өлөш, ти бит әле мәҡәл. Шул яҡтан ҡарағанда ла Кәтибә Кинйәбулатова поэзияһында мөхәббәт, ғаилә, әсәлек тойғоһо күпкә тәбиғирәк һәм нескәрәк килеп сығыуы шик тыуҙырмай. Уның шиғырҙары буйынса ҡыҙҙарҙың бөтә йөрәген ялмаған тәүге һөйөү ялҡындарын да, йәш кәләштәрҙең болоҡһоу кисерештәрен дә, тол ҡатындарҙың зарығыуҙарын да, әсәнең баланы өҙөлөп яратыуын да тәрәнерәк тояһың. Ул һөйөү хисенең, әйтәйек, “Саҡыр мине” шиғырындағыса, йә үтә ярһыу, йә, “Яр буйында торам...”дағыса, бик сабыр, йә, “Сәғәт һуҡты төнгө ун икене”ләгесә, һағышлы булыуы ла бик ихтимал. Саҡырсы һин, өҙөлөп һағындым, тип Күҙгә төртһәң күрмәҫ төндә лә, Тыртынмайса саҡыр, мин килермен Ҡар-буранлы юлһыҙ көндә лә. Кил тиһәң һин әгәр Каф тауына, Һин, көт, тиһәң, һаман көтөрмөн, Ете диңгеҙҙе лә кисермен мин. Елдәр етмәҫ, — ә мин етермен. Ирҙәр күңелен ҡайсаҡ кем белә... Бындай болоҡһоу фәҡәт ҡатын-ҡыҙ күңеленә хастыр, моғайын. Әүәл ҡыҙҙар һөйөүен тура әйтә алмағанда, сәскәләргә ҡарап йырлағандай, шағирәнең йылғаға ҡарап әйткән һүҙҙәре лә күсермә мәғәнәле (“Яр буйында торам...”). Шағирә йөрәгендә мөхәббәт ялҡыны дөрләгәндә донъя уйнап-йырлап тора; еле лә йомшаҡ, төнө лә серле, көнө лә салт аяҙ (“Хәҡиҡәт”). Ул хис һүрелһә, ҡояш та, гүйә, еҙҙән ҡойолған бер нәмә, ай ҙа бер йәтмә төҫлө, йондоҙ ҙа йәнһеҙ бер зат, ямғыры ла борсаҡ һымаҡ (“Бер минут...”). Мөхәббәтһеҙ уға донъяның ни йәме лә ни ҡыҙығы. Ҡыҙ бар ерҙә наҙ бар. Шуға, күрәһең, ҡыҙҙарҙың иләҫ-миләҫләнергә торор ярһыу күңелдәре хаҡында йырлағанда шағирә үҙе лә наҙлана, кешене лә наҙландыра белер. Ҡыҙ-ҡырҡын күңеле ҡырҡ ҡарта икән, шағирә шуның күп ҡаттарын һаҡ асҡанда ла, изге серҙәрен барыбер асып бөтмәҫ, әлбиттә. Ихласлыҡ шарран-яранлыҡ түгел. Бернард Шоуҙың “шағир, ғәҙәттә, үҙ-үҙе менән һөйләшә, донъя шуны тыңлап тора” тигән тапҡыр һүҙе бар. Шуны раҫлағандай, Кәтибәнең күңелендәге — йыш ҡына телендә. Дуҫтарға ла хатта әйтмәйенсә Һаҡлаған бер уйҙы сер итеп, Һауалағы ҡоштар өсөн генә Йырлағайным кисә йыр итеп. Ишетелгән ул йыр тирәктәргә, Яҡындағы бейек тауҙарға, Шаңдау итеп уны киртләс тауҙар Һөйләп биргән йәшел ярҙарға. Ҡоштар, ҡоштар... Серҙәремде минең Алып киткәндәр ҙә йыраҡҡа — Бөтә ергә: ҡояш, болоттарға, Йондоҙҙарға тиклем таратҡан,— ти автор быны үҙе лә. Ул сер тигәндәре шағирәнең йөрәк төпкөлөндәге изге интим хистәре лә, әйтелмәгән мөхәббәте, тол йә әсә кешенең эстән көйөп яныуҙарылыр ҙа, бәлки. Ҡатын-ҡыҙ халҡы ҡайһы саҡта тыштан йәймә йәйһә лә, эстән күберәк көйәләнмәй ҙә булмаҫ. Ләкин шағирә лә, әхирәттәре шикелле, күпме алсаҡ һәм ихлас булмаһын, һис ҡасан сер йә һыр биреп тә бармаҫ. Шунда уның ҡатын-ҡыҙҙарға хас бер инсафлығы һәм тыйнаҡлығы асыла. Ул енесте биҙәр эске күркәмлек һәм әҙәплелек Кәтибәнең шиғырҙарын да үҙенсә баҫалҡы итә. Кәрәк ерендә серле генә йылмая ла, аңлағанға ишаралап, һүҙ эсенә уйын да йомоп бирә белер ул. “Кинйәбулатова шиғырҙары тыйнаҡ һәм ғиффәтле, — тип яҙҙы рус тәнҡитсеһе А. Макаров. — Улар күпте күргән һәм кисергән ҡатын-ҡыҙҙың күңел байлығын асыуы менән көслө”. Ә әсә күңеле — шағирә-әсә өсөн шәфҡәт диңгеҙе. Әсәнең бала яратыу хисе “Ергә йомшаҡ ап-аҡ ҡар яуа”, “Аҡман-тоҡман”, “Күгәрсен”, “Мин бик яуаплы” кеүек шиғырҙарында нисек тәрән һәм нескә асылған! Улы Рамаҙанға арналғанда ул хис тағы самимирәк. Шул уңайҙа мин Людмила Татьяничованың “Улым” исемле шиғырын да хәтерләнем: әсә бүтәндәргә еңел булһын өсөн ниндәй ауырлыҡтар күтәрмәй ҙә ниндәй ҡайғы-һағыштарҙы йөрәгенән үткәрмәй икән. Минеңсә, Кәтибә шуны икеләтә кисерә: әсә булып та, шағирә булып та. Ул донъяның шатлыҡ-ҡайғыларын йөрәге аша үткәргәндә, ҡайғыларын һөҙөп алып ҡалып, кеше күңелен йылытыр һәм яҡтыртырҙайҙарын ғына шиғырына күсерә кеүек. “Бала нур” поэмаһында Бөйөк Ватан һуғышында ике улы ла батырҙарса һәләк булған Хөмәйрә инәйҙең өмөт ҡатыш ғазаплы кисерештәрен әсәләр генә тойор нескәлек менән тасуир иткәнендә лә, шундай хәлдәге инәйҙәрҙе йыуатыр һәм хөрмәтләр йөрәк һүҙҙәрен таба белә автор. Кәтибә Кинйәбулатова поэзияһында ҡатын-ҡыҙҙар күҙе генә күрер, әсәләр күңеле генә тойоп белер тамашалар, рухи хәлдәр ҙә бар, тиер инем мин. Шағирә әгәр ойоп ултырған аҡлы-һарылы томбойоҡтоң ҡояш нурҙарында уйнауынан ҡыуанып эстетик ләззәт таба икән, ярһыу Дим һыуына ҡарап моңлана икән, мәк сәскәһе лә уның йөрәк ҡылдарын сиртеп уҙа икән — улар күңел күҙенән үткәнгә шулай. Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе ботаҡ тишеге, ти бит халыҡ. Бына “сын-сынаяҡ сыңлатып, манир биҙәк уйнатып, аҡ самауыр ҡайнатып, радиолар йырлатып, йәшел хәтфә келәмдә” — сәрхәт үлән өҫтөндә ирәйеп сәй эсеп ултырған сәйхур ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙ алдына килтерегеҙ. (“Сәй” шиғыры). Сәйфи Ҡудаш менән бер ваҡыттараҡ яҙылған, хәҙер популяр йыр булып киткән “Сәй” шиғырына тартым ул. Әммә Кәтибә “Сәйленең тәнгә сихәт булырлыҡ үҙ хәсиәттәре бар. “Үҙебеҙҙең сәйебеҙ береһенә лә тиң түгел” тигәнендә уның ҡатын-ҡыҙға ғына хас йылмайыуы ла барҙыр, моғайын. Кәтибә Кинйәбулатова поэзияһының үҙ моңо, үҙ наҙы бар. Донъяның ҡайғы-шатлыҡтары, кеше бәхете тураһында көйләй торған моң ул, кеше күңелдәрен күтәреп һәм паҡлап үтә торған наҙ ул. Кешегә бик күп кәрәк икәнен, уға иң кәрәге йөрәк йылыһы икәнен шағирә яҡшы тоя (“Бик күп кәрәк”). Йылы һүҙ кешегә йән аҙығы ла, рухи терәк булыуын да ныҡ төшөнә ул... Дуҫым килде кисә. Яҡын дуҫым. — Һин терәк бул,— ти ул,— әйҙәле, Кәңәштәрең һинең — мең алтын бит, Бер йылы һүҙ әйтсе, әйт әле... Йәнем тертләп китте, дуҫҡайымдың Ағарынған йөҙөн күрҙем дә, Терәк, терәк тинем эстән генә, Эҙләйем мин уны үҙем дә... Эйе, дуҫым күҙен бағлап килгәс, Ҡайҙан табырға тип терәкте, Һә тигәнсе, өтәләнеп китеп, Усына һалдым ҡайнар йөрәкте... Һүҙ табалмай аптырауҙан түгел, Был саҡта һүҙ генә етәме... Өйрәнгәнмен дуҫтың ҡайғыларын Йөрәк менән бергә күтәреп. Кешеләргә шулай йөрәген һурып бирергә әҙер торор шағирәнең үҙ ижадын шул йөрәк ҡайнарлығы йылыта, ул йылы һүҙ булып йөрәктән-йөрәккә күсә. Ә кешегә бит ҡайһы саҡта әҙе лә етә: әҙ генә йылы һүҙҙән дә күңел була, юҡтан ғына ла хәтер ҡала. Йөрәк йылылығы Кәтибә поэзияһын эстән балҡыта, уны сыуаҡ һәм нурлы итә. Моң менән нурҙан яралған шиғырҙары ысын гүзәллек донъяһы булып әүерелә. Шағирә үҙе тыуҙырған хыял иленә ҡайһы саҡта шул хәтлем мауығып һәм үҙен-үҙе онотоп инеп китә ки, гүйә, хыял менән ысынбарлыҡ араһы иреп юҡҡа сыға; Лев Толстойҙың Наташаһы шикелле, күкрәгенә аяҡтарын ҡыҫып ҡосаҡлап, хыялында күккә олғашҡандай, татлы уйҙар донъяһында гиҙә бирә. Уның күңеленең йыш ҡына ҡош булып талпыныуы, йөрәгендә шатлыҡ уянһа, ҡарлуғастай осоуы ерле юҡтан түгел буғай. “Йыр тиһәң дә йыр инде, осоп йөрөй, үҙе зәңгәр, алтын ҡанатлы”, — ти автор күп шиғырҙарын. Кәтибәне, күрәһең, тыуғас та бал-май менән ауыҙландырғандарҙыр. Күпселек шиғырҙарының теле татлы һәм йомшаҡ уның: күңелде наҙлаусан, арбаусан тел. Хәйер, уның донъя матурлығына, күңеленә яҡын яҡтарҙы яҡлап, яманлыҡты фашлап әйткән әсе һүҙҙәре, ярым сатирик йә юмористик шиғырҙары ла байтаҡ. Әммә шағирәнең нәфрәте лә донъяға мөхәббәтенең бер формаһы ул. Кешеләге гел, гел яҡшыға Ҡыҙығып йәшәү генә эшме ни?! Шул бәхетте яулап алырға, Яҡшылыҡты һаҡлап ҡалырға, Бирелмәйсә ҡоро яныуға Хеҙмәт итә торған кеше һин! Шағирә үҙе лә, яҡшылыҡҡа ҡыҙығып һәм һоҡланып ҡына ҡалмайынса, шуның өсөн көрәшеүсе кеше ул. Кәтибә Кинйәбулатованың пейзаж лирикаһы ла нур һәм моң менән тулы. Ул — үҙе бер сафлыҡ һәм гүзәллек иле. Тыуған яғының Урал тауы, Миәс буйы тәбиғәте, Өфө күренештәре, йәйге таңдар, көҙгө шәфәҡтәр, яҙғы төндәр ҡабатланмаҫ үҙ шиғри матурлыҡтары аша кешенең рухи байлығын, гүзәллекте тәрән тойоуын асырға хеҙмәт итә. Үҙ телендә көйләр тау һәм йылғалар, һандуғас һәм бөркөттәр донъя серҙәрен һәм йәшәү мәғәнәһен асыша. Шағирә тәрән фекер йөрөтә, әммә аҡыл һатмай, моңлана һәм әҫәрләнә, әммә моңайып иҙерәмәй. Аҡыл менән хис шиғырҙарына пар ҡанат уның. Матурлыҡ һәм тәбиғилек — Кәтибә поэзияһының аҫыл сифаттары. “Ваҡыт үтеүҙән шиғыр үҙенән-үҙе яҡшырмай, — тип яҙған Марина Цветаева. — Әммә поэтик натураның сафлыҡ, эскерһеҙлек, аңлайышлылыҡ сифаттары ғәҙәт-холоҡҡа әүереләсәк”. Шуныһы күркәм, шағирәлә былар барыһы ла бар, тик үҙендә лә, шиғырҙарында ла ирдәүкәлек ҡылығы ғына юҡ. Кинйәбулатова поэзияһы нур менән моңда яралһа ла, ҡушлы биҙәкле түгел. Шиғырҙы йәмләр өсөн уның кершән һөрткән, миң төрткән осраҡтарын шәйләүе ҡыйын, Ул поэзия тәбиғи матурлығы менән матур. Дөрөҫ, ул халыҡ ижадынан, Көнсығыш поэзияһынан килгән традицион образдар, ҡәҙимге тасуири биҙәктәр менән мул эш итә итеүен. Әммә боронғо һандуғас һәм бөркөттәре яңыса һайрай һәм саңҡый уның шиғырҙарында, сәскәләре лә үҙенсә хуш еҫ бөркә. Уның шиғриәтендә “таңғы нурҙар — яңы һауған бейә һөтө — тәүге ҡарауға”, “ҡабыҡ тишкән һары себеш һымаҡ” ҡояш сыға унда сипылдап. Уның шишмәләре йылтыр-йылтыр көмөш ҡанатлы. Шуныһы ла үҙенсәлекле, шағирәнең тасуири саралары — метафора-сағыштырыуҙары күберәк ҡатын-ҡыҙ зат-зәүеренән: “Аҡ ҡайындар, моңға иҫереп, тынып ҡалған сәсен таратып”, “сулпыларын таҡҡан килендәй һығылалар зифа талдары”. Ә Ағиҙел, “әйтерһең, ул кәсә тотоп уҙған оҙон сәсле һылыу ҡыҙ бала. Ә кәсәһе тулы. Кәсәһендә ҡымыҙ микән, шәрбәт, бал микән? Әллә шулай ерҙә йәшәү үҙе ҡыҙ балалай матур яҙ микән?” Халыҡ йырҙарындағыса, ҡыҙҙары ла етәү уның. Ҡыҙлы өйгә, әлбиттә, ете ат бәйләнер. Ете егет ете ерҙән килеп ҡапҡа ҡағыр (“Артыҡ буламы?”, “Ҡапҡа”). Йыр моңдан ярала. Кәтибәнең моңға бай шиғырҙары, миңә ҡалһа, гел йырлап-көйләп торғандай. Уларҙың ритм-интонацияһы нәҡ йырҙағыса. Шиғырҙың музыкаллеген, мәғәнәүи һәм эмоциональ көсөн арттырыу өсөн Кинйәбулатова поэтик ҡабатлауҙарҙы бик таҫыллы ҡуллана. Улар строфа-куплет, айырым һүҙ йә рефрен булырға ла мөмкин. Шуларҙың ғәйәт ҡатмарлы һәм нескәрәктәрен табырға ла ҡулынан килә уның. Бына “Булһа ине...” тигән шиғырына ғына мөрәжәғәт итәйек. Ул үҙе — торғаны бер драматик поэма. Тулыһынса күсермәй хәл-әмәл юҡ быны: Иртән бергә инек. Әле айырылдыҡ. — Оҙаҡҡамы? — Эйе, оҙаҡҡа, Ишеккәсә икәү бергә килдек. Унан китте. — Ҡайҙа? Йыраҡҡа? — Күҙ етмәҫлек. Әйтһәң — һүҙ әйтмәҫлек. Әле иртән... Төш бер көтөргә. Ә унан һуң ҡала өс-дүрт сәғәт, Таштай сәғәт, Металл сәғәт, Нихәл итергә?.. — Шунан? — Шунан ҡайта өйгә. — Ҡасан? Кисме? — Һе. Эш бөткәс тә. — Тимәк, эштә генә? — “Генә” тиһең. Көтөү ауыр, еңел әйткәс тә. Көн дә шулай... — “Көн дә шулай” тиһең... —Ҡыйын икән хәлең. Һин донъяға килһәң иртәрәк, Бына апайҙарың кеүек, Минең кеүек, Һин донъяға килһәң иртәрәк, Булмаҫ инең былай иркә лә. Булһасы ул һәр көн беҙҙең дә, Һинекендәй, Таштай сәғәт, Металл сәғәт, Ауыр сәғәт,— Көтөп алыр сәғәт! Ҡарамаҡта ябай ғына диалог артында күпме драма ята. Шиғыр ритм-интонацияһы яғынан Кәтибәнең бүтән шиғырҙарына бик оҡшамай, ярым ирекле формаға ҡоролһа ла, ул сәғәт механизмы шикелле тигеҙ һәм теүәл эшләй. Тик ритм ағышы, поэтик ҡабатлауҙары ғына, сәғәт текелдәүенән айырмалы рәүештә, аҡыл һәм хискә зыңҡылдатып һуға. “Таштай сәғәт, металл сәғәт, ауыр сәғәт — көтөп алыр сәғәт!” — айырыуса. Һүҙ ялғаныш (“Оҙаҡҡамы?” — Эйе, оҙаҡҡа”, “күҙ етмәҫлек. Әйтһәң — һүҙ әйтмәслек”, “Шунан? — Шунан ҡайта өйгә” һ. б.), кеше һүҙен аптырашлы-һораулы тәҡрарлау (— Тимәк, эштә генә? — “Генә” тиһең”. “Көн дә шулай... — “Көн дә шулай” тиһең...”), һуңғы строфалағы ҡатмарлы ҡабатланыш был поэтик сараның ниндәй киң һәм йәтеш ҡулланылғанын һөйләй. Уңған ҡатын арыш онон да ҡәбәб итер тигән шикелле, уңған шағирә ябай ҡабатлауҙы ла ҙур сәнғәт сараһы итә икән. Әйткәндәй, сәғәт-минуттарға, уларҙың өҙлөкһөҙ үтеп тороуына бәйле рәүештә Кәтибә Кинйәбулатова поэзияһында Ваҡыт образы ҡалҡып сыға. “Минуттар”, “Бер минут...”, “Өндәштеләр үткән минуттар” тигән шиғырҙарын ғына хәтерләгеҙ. Уларҙа ла поэтик ҡабатлау сәғәт телендәй текелдәмәле. Быларында иһә ғүмер хаҡында уйланыу, йәшәү мәғәнәһе, ваҡыт ҡәҙере тураһында уйланыуға бағлы. (Ғайса Хөсәйенов) 1981 й.