Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ҡаҙтуған Йырау (XV быүат)

Ҡаҙтуған батыр Һөйөнөс уғлы (Ҡаҙтуған йырау) Иҙелдән айырылып сығып аға торған Аҡтүбә йылғаһы үҙәнендә, хәҙерге Красный Яр ҡалаһы тирәһендә тыуып үҫкән. Ул — аҡһөйәк яугирҙар нәҫеленән, үҙе лә ғәскәр башы булған. Тыуған иле Иҙел-йортҡа тәрән мөхәббәт хистәре менән һуғарылған әҫәрҙәрен Ҡаҙтуған йырау, халыҡ шағирҙарына хас рәүештә, фольклор традициялары рухында ижад иткән. Риүәйәттәрҙә әйтелеүенсә, ул ҡарағалпаҡ һәм өлөшсә башҡорт ырыуҙары менән бүленеп, Нуғай Урҙаһын, Яйыҡ буйҙарын ташлап, көнъяҡҡа Арал буйҙарына күсеп киткән.

Ҡаҙтуған йырауҙың айырым әҫәрҙәре 1910 йылдан алып башта Ырымбурҙа, һуңынан бер нисә мәртәбә Алма-Атала төрлө баҫмаларҙа донъя күргән.