Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ҡәҙим Аралбаев (1941)

Яңы быуын шағирҙарыбыҙҙың береһе Ҡәҙим Аралбаевтың тормош юлы үҙенең быуындаштарыныҡы менән күп яҡтан оҡшаш. Ул 1941 йылда Хәйбулла районы Таңатар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған; Аҡъяр урта мәктәбен тамамлаған, колхозда шофер булып эшләгән, Совет ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткән. Ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған, унан уҡытыусы булып эшләгән. Етмешенсе йылдар башында Өфөгә килеп «Ағиҙел» журналы редакцияһында, Яҙыусылар союзы идараһында, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетында эшләй, Башҡортостандың «Китап» нәшриәтен етәкләй. Хәҙерге көндә — Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы идараһының рәйес урынбаҫары.

Ҡәҙим Аралбаев Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәйбулла районы Таналыҡ совхозы булдырған Сергей Чекмарев исемендәге әҙәбиәт премияһы (1983), 1-се һанлы Республика гимназияһының Рәми Ғарипов исемендәге бүләге (1995), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1996) лауреаты.

Авторҙың тиҫтәнән ашыу китаптары: робағиҙар, ҡобайырҙар, шиғырҙар, поэмалар донъя күрҙе, байтаҡтары ҡаҙаҡ, татар, алтай, сыуаш, украин, удмурт телдәрендә баҫылып сыҡты.

Ҡәҙим Аралбаев үҙенең йәш сағы, тыуған ауылы яҙмышы тураһында шулай яҙа: «Мин Башҡортостандың көньяғында йәйрәп ятҡан Хәйбулла далаларында, алыҫтан күҙгә күренер-күренмәҫ бәләкәй генә Таңатар ауылында тыуҙым, бала сағым, үҫмер һәм егетлек йылдарым шунда үтте. Ауылым алтмышынсы йылдар уртаһында киләсәкһеҙ («перспективаһыҙ») ауылдар иҫәбендә юҡҡа сығарылды, тамырынан ҡоротолдо, хатта өйҙәрҙең нигеҙҙәре туҙҙырылып, ер менән тигеҙләп ташланды.

Быуаттар буйына, быуын-быуын ошо изге ата-бабалар еренә ерегеп, тыуған төйәк итеп йәшәгән ауылдаштарым төрлө яҡтарға һибелде, тарҡалды, ҡайһы берҙәре бәхет эҙләп, сит-ят яҡтарҙа яҙмыш елдәре ыңғайына ҡамғаҡ кеүек тәгәрәргә, күсенергә мәжбүр булды.

Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырҙарында һәм поэмаларында ана шул тыуған яғының дала тәбиғәте, яҡташтарының тормошо, хәҙерге быуын кешеләренең уй-тойғолары сағыла.

ШИҒРИӘТТӘ — БЫУЫН ЯҘМЫШЫ Ҡәҙим Аралбай — бөгөнгө башҡорт поэзияһының иң алғы сафтарында атлаусы шағирҙарҙың береһе. Уның һәр яңы шиғыры йәки поэмаһы хәҙерге замандың иң ҡырҡыу милли, әхлаҡи-этик, социаль-сәйәси, рухи-мәҙәни мәсьәләләрен күтәреп сығыуы, шағирҙың үткерлеге, саялығы менән һиҫкәндерә. Ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек — Ҡәҙим Аралбай шиғриәтенең хәл иткес сифаттары. Ҡәҙим Аралбай күҙ асып йомған арала танылыу алған шағирҙарҙан түгел. Алтмышынсы йылдар уртаһында тәүге шиғырҙарын баҫтырған Ҡәҙим артабан арымай-талмай ижад итте, тынғыһыҙ әҙәби хеҙмәт менән йәшәне, үҙен башҡорт әҙәбиәтенең “йөк аты” итеп танытты. Йылдар һуҙымында бер-бер артлы “Утлы кисеүҙәр” (1975), “Батыр яраһы” (1980), “Аҡ тирмә” (1982), “Гонец” (1983), “Һөйөүөм йондоҙо” (1986), “Әле һуң түгел” (1989), “Мәслихәт” (1991), “Рух яҙыуы” (1995), “Тау эйәһе” (1996), “Аҡ тирмәләр иле” (Ҡазан, 1996) китаптары донъя күрҙе. Егәрлелек, ярһыу ижади эҙләнеүҙәр оло әҙәби донъяны — Ҡәҙим Аралбай поэзияһы тигән донъяны барлыҡҡа килтерҙе. Инде хәҙер бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтен, киң ҡатлам башҡорт уҡыусыһының күңел күктәрен ана шул донъянан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Талант һәм ныҡышмалылыҡ менән тыуҙырылған Ҡәҙим Аралбай шиғриәтенең төп “сифат билдәләре” хәҙер тулыһынса ойошҡан, үҙ аллы йәнле донъя төҫөн алған. Шәхсиәт һәм шиғриәт Ҡәҙим Аралбай шиғриәте — етди шиғриәт. Тематик-проблематик яҡтан да, шиғри эшләнеш йәһәтенән дә. Ижады шағирҙың үҙенә оҡшаған. Ҡәҙим тормошта ла, ижадта ла еңел-елпе кеше түгел. Әле һикһәненсе йылдарға аяҡ баҫҡан саҡта ул былай тип яҙғайны: Ғүмеремдең һәр бер яңы көнө — Яңы кисеү, яңы кисереш. Шул һынауҙар минән талап итә, Көтә Хәл ителеш, сиселеш. Ҡасан ғына ярһыу хыялдарым Күтәргәйне күккә бер талай. Ауҙым! Аҡыл әйтте: “Осор өсөн Ҡанат кәрәк, шуны бел, малай!..” Остом! Тормош, бына ҡосағыңда Ҡанаттарым йәйеп гиҙәмен. Хәүефтәрең булыр, Дауылдарың... Ҡанаттарым талыр, һиҙәмен. Шуғалыр ҙа Һәр бер яңы көнөм — Яңы кисеү, Яңы кисереш. Көндән-көн был тормош талап итә Яңы хәл ителеш, сиселеш. Артта инде уйһыҙ, тәжрибәһеҙ Кәртә ярып сапҡан тай саҡтар!.. Әммә тормош төйөндәрен сисеп, Иҫ-аҡылым китә ҡай саҡта... Әле ҡойон, әле ысыҡ ярам, Әле кисәм яңы даръялар. Бер офоғом — имен, һандуғаслы, Береһендә — лаулап таң яна... Яңы көнөм — Яңы кисеүҙәрем, Ашҡынамын һеҙҙең ҡосаҡҡа. Ялҡын йотоп, ярға сығыу менән Атлыҡмамын йылы усаҡҡа. Бәхетлемен: Әгәр өҫтәй алһам Ил йәменә бер нур, бәрәкәт; Юғалтмаһам халҡым күңеленә Ситтән — әрнеү, яттан — йәрәхәт. Яңы таңдарыма талпынғанда Һынауҙарға тағы юлығам. Ҡорос та бит — кешеләргә оҡшап Уттан һыуға инеп сыныға. “Ялҡын йотоп, ярға сығыу менән Атлыҡмамын йылы усаҡҡа” — шиғырҙағы тығыҙ көсөргәнешлекте бер нөктәгә туплаған. Ана шуның һымаҡ, Ҡәҙим үҙе лә һәр саҡ көсөргәнеш менән алға уҡталған етди шәхес. Уны тормош үҙе шундай итеп тәрбиәләгән. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үткән бала саҡ, һуғышта һәләк булған атайҙы бары тик фотокарточка буйынса ғына белеү, әсәйҙең ауыр хеҙмәте һәм бөткөһөҙ хәстәрлектәре, армия тормошо, юғары уҡыу йорто, уҡытыусылыҡ, аспирантура, “Ағиҙел” журналы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетындағы яуаплы эштәр — быларҙың бөтәһе Ҡәҙимдең шәхес булып формалашыуын билдәле бер йүнәлештә ойоштора. Был — үҙеңә талапсанлыҡ, туҡтауһыҙ тынғыһыҙ хеҙмәт, принципиаллек. Кеше менән бергә йәшәү, халыҡ өсөн көс түгеү — Ҡәҙим Аралбай шәхесенең нигеҙ таштары. Шағир былай ти: Йылыһынан Һеҙҙең йөрәктәрҙең Йылы алып ерҙә йәшәйем. “Кеше менән бергә йәшә, балам!..” — Тип өйрәтте йәштән әсәйем. Яҡтыһынан Һеҙҙең йөрәктәрҙең Йөрәгемә алам яҡтылыҡ. Йәшен уты кеүек ул көйҙөрөр, Ҡунһа әгәр миңә ят ҡылыҡ. Халҡым! Һинең күңел хазинаңдан Мин моң алам көн дә йөрәккә. “Кеше менән бергә йәшә, балам!..” — Әсәй мине шулай өйрәткән. Үҙ заманының эшмәкәр шәхесе Ҡәҙим Аралбай заман шағиры булып танылыу алды. Шул уҡ ваҡытта уның өсөн хәҙерге заман тарихтан айырылғыһыҙ. Бына ошо хәл — бөгөнгөнө тарихҡа бәйләп йә тарихты бөгөнгөгә тоташтырып фекерләү — Ҡәҙим Аралбайҙа һис шикһеҙ хәл иткес ижад концепцияһын тәшкил итә. Кәмһенмәйем һис тә — олатамдың Күкрәктәре тулы йыр булған, Ғорурланам — йыһан яңғыратып Йырлап барыр сая ир булған. Булмаһа ла храм, Китаптары, Алтын һарайҙары, ҡаҙнаһы, Уҡый белһәң әгәр, Уның йыры — Сәнғәте лә, рухи яҙмаһы!.. — тип уйҙарын бушата шағир. Бөтә ижады буйынса сал тарихҡа мөрәжәғәт итеүе лә Ҡәҙимдең үҙ шәхсиәтенә бәйләнгәндер, күрәһең. Ул бит — дала балаһы. Сал ҡылғандар тирбәлеүе уның өсөн быуат-быуат аҡҡан дәүерҙәрҙең күҙ алдынан үтеүе түгел тип кем әйтер. Сал дала, Һаҡмар, Таналыҡ Ҡәҙимдә тарихи аң тәрбиәләгәндер. Юҡҡа ғынамы ни ул “Мәмбәт ырыуы шәжәрәһе”н ентекләп өйрәнде, китап итеп баҫтырып, халыҡҡа ҡайтарҙы. Тарихи фекерләү шиғыр һәм поэмаларҙа бөгөнгөнөң үткән менән еңел, тәбиғи аралашыуын, бер-береһенә үтеп инеүен, береһенең икенсеһенә күсеүен тәьмин итә. “Күк бүре” поэмаһының төп поэтик компоненты хатта тарихи факт — ырыу атамаһына барып тоташа. Унда ошондай өҙөк бар: Һаҡмарыма ҡайтам — Бүреләргә, Бүреләрҙең бында ояһы: Баш Бүре, Һаҡмар Бүреһе, Ҡатралы Бүреһе, Наҙарғол Бүреһе, Таналыҡ Бүребайы... — Ана ниндәй өйөр булғанбыҙ! Таралғанбыҙ, донъя тулғанбыҙ! Инә Бүре алып килгән беҙҙе Күпме ара үтеп Алтайҙан... Ырыу тарихы ярылып ята бында. Тик поэма — тарихи әҫәр түгел. Сөнки шағир үҙ ырыуының бөгөнгө яҙмышы хаҡында уйлана. Тарихи фекерләү шулай уҡ Ҡәҙим Аралбай шәхсиәтенең йәнә ошондай мөһим бер үҙенсәлегенән дә килә: милләттең бөгөнгө яҙмышы өсөн тәрән борсолоу. Ер-һыуға эйә булыу хоҡуғы, телдең тиңдәр араһында тиң булып йәшәүенә хоҡуҡ, милләт азатлығы, дәүләт үҙаллылығы кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә һәм яҡлай Ҡәҙим Аралбай шиғриәтендәге тарихи фекерләү. Тимәк, тыумыштан килгән тарих тойғоһо шәхес формалашыу барышында тарихи ҡараш булып ойошҡан, нығынған һәм шиғри таланттың үҙенсәлекле асылыуына, үҫеүенә ерлек биргән. Шәхсиәт һәм шиғриәт бер-береһен шулай ҡеүәтләй. Ҡәҙим Аралбай шиғриәтендә уның үҙ шәхсиәтен генә күреү уның ижадының йөкмәтке байлығын бик ныҡ тарайтыуға килтерер ине. Ил, халыҡ тормошондағы бик күп ваҡиғалар, шәхестәр урын ала унда. Ә айырыуса тулы кәүҙәләнгән ысынбарлыҡ — үҙ тиҫтерҙәренең рухи биографияһы. Ошо асылды: “Шиғриәттә — быуын яҙмышы...”, тип дөйөмләштерергә мөмкин. Был йәһәттән Ҡәҙим Аралбай ижады Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Риф Мифтаховтар шиғриәтенә ауаздаш. Бала сағын һуғыш уты көйҙөргән был быуын, ергә сүктерерҙәй ауырлыҡтарҙы ла еңеп өйрәнгән кешеләр, бөгөн тормош йөгөн дә, ижад йөгөн дә төпкә егелеп тарта. Был шағирҙарҙың тауышы башҡорт лирикаһында бер аҙ ҡырыҫыраҡ яңғыраған һымаҡ. Ә Ҡәҙим Аралбай шиғырҙары тағы ла ҡырыҫыраҡ кеүек. Был да шәхсиәттән киләлер. Аяуһыҙ заманалар хәҡиҡәттең күҙенә тура ҡарарға өйрәткән. Был — әсе, ай-һай әсе хәҡиҡәт. Ҡырыҫ лирика замандаштың ихтыяр көсөн тәрбиәләүгә һәләтле, изгелекте һәм матурлыҡты тәрәнерәк төшөнөргә һәм баһаларға ярҙам итә. Йәшәү бәхетен бөтә ысынбарлығында тойорға булыша. Ҡәҙим Аралбай шәхсиәте һәм шиғриәте тығыҙ бер бөтөн булып ойошҡан. Шул уҡ ваҡытта был ижадта заман ысынбарлығы, быуындың поэтик биографияһы ла киң, тулы сағылыш таба. Ысын донъянан — әҙәбиәт донъяһына Үҙе тыуҙырған геройҙары менән уҡыусы күңеленә керә яҙыусы. Ҡәҙим Аралбай поэзияһының геройҙары кемдәр һуң? Ышаныслы рәүештә әйтергә мөмкин: уның яратып йырлаған образдары һәм күренештәре инде тулыһынса асыҡланған, бик күп әҫәрҙәрҙә улар ҡабат-ҡабат күҙ алдына баҫтырылған. Ҡәҙимдең геройҙары — ысын донъянан, йәғни тормоштоң үҙенән яралған. Нәҡ ошо хәл — ысын донъянан алынған геройҙар — Ҡәҙим Аралбай поэзияһына тормошсанлыҡ, халыҡсанлыҡ рухы алып килә. Атай, Әсәй, Ер-Әсә, Заман, Тарих, Мөхәббәт — уның бөтә шиғриәте, шиғыр, поэмалары, робағиҙары буйынса ҡалҡынған төп образдар. Ә лирик герой иһә (уны күп осраҡтарҙа шағирҙың үҙе тип ҡабул итергә була) шуларҙың һәммәһен күҙенән һәм күңеленән үткәреүсе. Ата-әсәгә уллыҡ илтифатлығы һәм ихтирамы, оло һөйөү яңғырай Ҡәҙим Аралбай әҫәрҙәрендә. Әсә — изгелек, сафлыҡ символы. Ошо ракурс бик күп шиғырҙар аша үтә. Шишмә асырға яратты Ғүмер буйы әсәйем. Шишмәләреңдән, әсәйем, Ятып һыуҙар эсәйем!.. Шишмә асырға яратты Тынғыһыҙ йән — әсәйем... Мөлдөрәп аҡҡан шишмәңдән Ятып һыуҙар әсәйем... (“Әсәйем шишмәләре”) Ошондай уҡ көйҙәге йәнә бер өлгө: Кисер, әсәй, һине бәғзе ваҡыт Онотҡанда, әүрәп ваҡлыҡҡа. Күҙ алдыма килеп, ап-аҡ шәүләң Саҡыра гел шәфҡәт, сафлыҡҡа. Шул аҡ шәүләң тора оноттороп Бар хәүефте, мәкер, золомдо, Рухиәтең — һүнмәҫ яҡты сыраҡ, Яҡтыртаһың барыр юлымды. “Шул аҡ шәүләң тора оноттороп Бар хәүефте...” тигән юлдар күпте аңғарта. “Хәүеф” — һуғыш арҡаһында атайһыҙ ҡалған балалар өсөн бик тә таныш һүҙ. Аслыҡ, етемлек, ҡыйырһытылыу хәүефтәре. Ана шул хәүеф-хәтәрҙәр янаһа, әлеге шул Әсә, бахырҡай ғына, бәпкәләрен һаҡлаған инә ҡаҙ шикелле, йәнтәслимгә килеп алышҡа сыға. Күкрәп-шаулап ямғыр килгән, Саман өйҙө йәшен атҡан. Йәшен һуҡҡан өйҙә яңғыҙ Сәңгелдәктә сабый ятҡан. Шырпылай һынған антенна, Селпәрәмә килгән тәҙрә. Шауҙырлап төшкән быяла, Килеп ингәс йәшен-йәҙрә. Стеналар төтәй-төтәй Сатнаған, ти, ҡап уртаға. Өйҙә күк ҡойон уйнаған, Бала бәүелгән уртала. Йәшен уты урап сыҡҡан, Дөрләп янған ҡойма-ситән. Ҡото осоп, сәсен йолҡоп, Ҡарап торған әсә ситтән. Һәм ташланған төтәп торған Ҡырыҡ яра саман өйгә, Сабыйын тапҡан биләүҙә Тулап-илап ятҡан көйгә... (“Сәңгелдәккә мәдхиә”) Ҡәҙим Аралбай поэзияһында Әсә образы ифрат тәрән мәғәнәле: әсә сафлығы һәм паклығы бөгөн, донъяны техник революцияның төрлө зарарлы эҙемтәләре баҫҡан саҡта, кешенең күңел яраларын имләй, рухтағы ауыр юшҡындарҙы йыуа. “Әсәйҙең сәй япраҡтары” исемле шиғыр, мәҫәлән, уҡыусы күңеленә һары май булып ятырлыҡ. Нисәмә йыл үткәндә лә Беҙҙе иң аптыратҡаны: Һаман да хуш еҫен бөркә Әсәйҙең сәй япраҡтары. Күҙҙәренең нурын һирпә, Ҡулдары йылыһын һаҡлай, Хәтерләтә һыу сафлығын, Еребеҙҙең һау саҡтарын Әсәйҙең сәй япраҡтары... Әсәй әллә тылсым менән Төргәккә йән өргән микән, Бөтә төҫө-еҫе менән Ерҙең үҙен төргән микән? Үлән телен белде микән? Һаман да китә иҫтәрем... Һаҡлай алһам икән мин дә Тыуған яҡтың төҫ-еҫтәрен. Әсә тураһындағы шиғыр юлдары замандашта рәхимлелек, итәғәтлелек, күңел йомартлығы тәрбиәләүе менән ҡиммәтле. Атай ҡаны ла көслө аға шағир булмышында. Ғүмереңде, атай, дауам итәм, Бер һыҡтаныу минән ысҡынмаҫ! — Ут эсенә мин инергә әҙер, Ут эсенән тик бер ҡысҡырһаң! — тигән мөрәжәғәте бар Ҡәҙимдең. Атайҙы ул фотоһүрәте буйынса ғына белә. “Атай һүрәте ” — ана шул хаҡтағы шиғыр: Атайымдың берҙән-бер рәсемен Юғалттыҡ та, Күпме әсенеп, Эй эҙләнек!.. Бары бушҡа булды Һаҡлап алып йөрөү йәшереп... Хәтеремә һеңгән шундай һыны: Муйыл күҙҙәр беҙгә төбәлгән; Һынап ҡарай, Алмаштарын барлай — Уландарын, гүйә, теүәлләй. Үҫмер сактың үрле һуҡмағында Ошо ҡараш ҡалды сәселеп... Әммә таптым — Комсобилетымдан Баҡты миңә... атай рәсеме... Шинель кейҙем...— Хәрби билетымдан Атай күҙе миңә төбәлгән. Үткер ҡарай — Командирым поста Һалдаттарын шулай теүәлләй... Ҡәҙим өсөн яугир атай — мәңгелек поста. Ә үҙен ул һәр саҡ атайға алмаш тип иҫәпләй. Ошо тойғо уның атай хаҡындағы шиғырҙарына ҡәтғилек, пафослылыҡ сифаттары алып килә буғай, “Һынап ҡарай, Алмаштарын барлай — Уландарын, гүйә, теүәлләй” тигән юлдар ана шул хаҡта һөйләй. Әсәй, Атай — Ҡәҙим Аралбай поэзияһының айырылмаҫ юлдаштары. Әсәй менән Атай Ҡәҙим шәхесендә шәфҡәтлелек, сафлыҡ һәм яугирлыҡ рухы тәрбиәләһә, шиғриәтенә иһә улар лиризм һәм публицистик үткерлек булып күсә. Ер-әсә — йырға күсә Ер-әсә — Ҡәҙим Аралбай ижадындағы баҙыҡ образдарҙың береһе. Бер осраҡта ул шағирҙың тыуған төйәге — ҡылғанлы дала, бер осраҡта — мәғрур Урал, бер осраҡта — бөтә Башҡортостан, бер осраҡта Рәсәй булып һынлана. Бер осраҡта шағир былай ти: Ул далалар иркенлеге, ҡырҙарының киңлеге!.. Еренең киңлеге менән бер дәүләткә тиңлеге. Ул күк әрем, юшан еҫе, бал ташыған күстәре... Убаларҙа аҡ ҡылғандар — сал тарихтың сәстәре. Ул Һаҡмары — көмөш йүгән урманда айыуҙарға, Таналығы — ебәк ҡороҡ баш бирмәҫ айғырҙарға. Ул тәбиғәт ҡырыҫлығы — кешеләре йөҙөндә, Шишмәләр сыңы — ҡурайҙа, Шоңҡар ҡараш — күҙендә. Көнгә ҡарап, айға бағып, афәттәрҙән өтөлөп, Йәшәһә лә иманына һаҡлай алған өмөтөн. Ул халҡының ихласлығы, йомартлығы, әҙәбе — Барыһы ла үҙ еренән һеңгән-күскән ғәҙәте. Иген иле, тип, даланы әйтмәйҙәр бит тикмәгә, Өҫтәлдәрҙә иң тос өлөш — хәйбуллалар икмәге. Тупраҡ — зиннәт кенә түгел, алтын — ерҙең аҫты ла. Мәғдәнен ала белгәнгә ҡуйынын ер асты ла... “Ул әкиәт донъяһымы? шағир Хыялбай була...” — Тиһәләр ҙә беҙгә ожмах — Йән төйәгем, Хәйбулла!.. Ҡәҙим Аралбай — тыуған төйәгенә иң ныҡ бәйләнгән шағирҙарҙың береһе. Ул — ҡылғанлы дала йырсыһы. Был дала мең төрлө төҫ-сифаттарҙа һынлана, был дала шағирҙы берсә шатландырып, берсә моңландырып, берсә хафаларға һалып йәшәй Ҡәҙимдең йөрәгендә, мәңгелек тынғыһыҙлыҡҡа саҡыра, йәшәргә, ижад итергә илһам бирә: Ғәзиз төбәк, тим дә күккә бағам, Таҙарынам ваҡлыҡ, яҙыҡтан. Таналыҡтан әгәр ҡот алмаһам, Яҙыр ине йәнем аҙыҡтан. Тыуған яғым, тим дә күккә бағам, Шәфҡәт һорап ергә тәңремдән. Ҡаҡ даламда ямғыр бейегәндәй, Ерем моңо тулай йәнемдә. “Ҡасан килдең?” — тиҙәр... Ҡанаттарым Тыуған яҡ тип көн дә ҡағына. Килә кеше сит яҡтарға ғына, Мин бит ҡайтам тыуған яғыма. Ҡанымдан да, йәнем-тәнемдән дә Заман юшҡындарын йыуған яҡ, Мин бит һине ҡалдырғаным да юҡ — Йөрәгемдә йөрөй тыуған яҡ. Башҡортостандың башҡа төбәктәренә юл төшкәндә Ҡәҙим уларға үҙенең далаһы аша баға; ошо нигеҙҙә үҙенсәлекле тәрән сағыштырыу барлыҡҡа килә. Бөрйәнгә, Алтайға, Алатаулы Ҡаҙағстанға арналған шиғырҙар шәлкемдәрендә ошондай поэтик мәл айырыуса асыҡ күренә. “Алатау шаңдауы” исемле ҡаҙаҡ еренә арналған шиғырҙар шәлкемендә, әйтәйек, бына ошондай әҫәр бар: Мин дала улы булғанға Тауҙар — бер сихри донъя: Ҡаялары — бикле ҡәлғә, Таштары — зиннәт-улъя. Даламдың үҙ матурлығы — Үҙ еҫе, киң сәхрәһе. Тауҙарҙың үҙ хозурлығы — Аҡ болоттар сәхнәһе. Тауҙар миңә үпкәләмәҫ, Тапһам да тәнгә дауа, Әрем еҫе аңҡып ятҡан Далама ҡайтып ауам. Ҡәҙимдең шиғырҙары араһында оло мәғәнәле ошондай бер строфа осрай: Аҡ ҡылғандар, Уйҙарымдың осо Әллә ниңә һеҙҙән башлана... Йыһан гиҙеп ҡайтһа, Космонавт та Даланың сал ҡылғандарын ҡосоп, Ватан ҡосағына ташлана. Шағир һәм ил яҙмышы берлеге, тыуған төйәк һәм ил-әсә яҙмышы уртаҡлығы ни тиклем тәбиғи кәүҙәләнеш алған бында! Бер деталь-картинала бөтөн бер оло поэтик хәҡиҡәт дөйөмләштерелгән. Кескәй Ватан менән оло Ватан шағир шәхесе аша бер бөтөн булып ойоша. Ер-әсә йырға күсә. Тыуған ерҙә шағир ҡунаҡ түгел, ә уның йәмен, йәшәйешен хәстәрләүсе хужа ла. Ер-әсә күргән афәттәр өсөн тәрән кисереүе ярылып ята. “Таналығым” шиғырында рәнйетелгән төйәк өсөн асыныу әҫәрҙең төп лейтмотивына әүерелә: Тыуған яғым, дала бағы — Таналығым, Алыҫ-алыҫ тороп ҡалған балалығым. Етемһерәп, үгәйһеп тә ятаһыңсы, Бойоҡ ҡына, ойоп ҡына ағаһыңсы? Тауышыңда шатлыҡ та юҡ, көмөш тә юҡ, Ағышыңда сафлыҡ та юҡ, өмөт тә юҡ. Бысратылған, емерелгән ярҙарың да, Һындырылған, яндырылған талдарың да. Кешеләрҙәй үҙгәргәнһең, ҡартайғанһың, Сайланғанһың, һайыҡҡанһың, тартылғанһың... Атам кейәү, әсәм килен булған ерҙә, Тирҙәр түккән, ҡан ҡойған, йәш йыуған ерҙә, Ҡурсалаған, ҡалҡан булған тыуған ерҙә, Һин етемме, мин етемме, Таналығым? Беҙ кем: үгәй балаһымы замананың? Михнәттәрҙе йыуып бөтә алырһыңмы, Гел йәберле, гел ҡәҙерһеҙ ҡалырһыңмы?.. Тыуған йылғам, дала бағы — Таналығым, — Балалығым, балиғлегем, бәхиллегем. Тыуған ерҙең бөгөнгө хәүефле экологик хәле хаҡында тәрән борсолоуҙар Ҡәҙим Аралбай шиғриәтенә драматизм рухы алып килә. Шунлыҡтан бындай шиғырҙар гражданлыҡ лирикаһы төҫөн ала. Ҡәҙимдең замандашты тыуған ергә, Ер-әсәгә ысын хужаларса хәстәрлек менән йәшәргә саҡырыусы сая тауышы нисәмә йылдар буйына көслө яңғырап килә. Бөгөнгө көн өсөн ул — шағир-гражданин. Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында набат булып яңғыраған Ер-әсә матурлығының вәхшиҙәрсә юҡҡа сығарылыу темаһы Ҡәҙим Аралбай ижадында һәр саҡ өҙлөкһөҙ һәм көсөргәнешле яңғырай. Ер-әсә, шул рәүешле, шағирҙы тормошҡа беркетеүсе, замана хәстәрлектәренә тоташтырыусы, илһам биреүсе, һәр саҡ көсөргәнештә тотоусы хәл иткес ысынбарлыҡ булып ҡала. (Тимерғәле Килмөхәмәтов) 1998 й.