Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ҡарас Сәсән (XVII-XVIII бб.)

Ҡарас сәсән хаҡында башҡорт халыҡ риүәйәттәренән шундай ғына мәғлүмәттәрҙе табырға мөмкин.

Ҡарас сәсән — Ҡобағош сәсәндең бүләһе.

Уның атаһы Ҡушкилде, бабаһы Көнбағыш, бабаһының атаһы Ҡобағош сәсән. Йәшәгән йорт-ере — Тамъян-Ҡатай яғы (хәҙерге Наурыҙ ауылы урыны). Ҡарас, атаһы һымаҡ, батыр һәм уҡтан атыр мәргән булған. Башҡорт яуҙарында ҡатнашҡан, ҡаҙаҡ баҫымталарына ҡаршы көрәшкән. Сәсәнлеге менән дә халыҡ араһында дан алған.

Ҡарас сәсән хаҡында бер нисә риүәйәт һәм шуларҙа уның сәсәнлек өлгөһө һаҡланып ҡалған.

ҠАРАС СӘСӘН Ҡарас сәсән — Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған риүәйәттәргә ҡарағанда, XVIII быуаттың урталарында йәшәгән сәсән һәм батыр. Хәҙерге Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған, сығышы менән Тиләү ырыуынан. Халыҡ телендә Ҡарастың сәсәнлегенә һәм батырлығына бәйле шундай легенда йәшәй: берҙән-бер көн йөҙләгән ҡаҙаҡ барымтасылары быларҙың йәйләүен баҫып, малдарын ҡыуып алып китә. Утыҙлап һыбай менән Ҡарас хан барымтасыларҙы ҡыуа сыға. Ҡыуып килгәнде күреп, ҡаҙаҡтарҙың өсәүһе айырылып артта ҡала, ҡалғандары мал менән китә. Ҡыуып барып, тауыш етерлек ергә еткәс, Ҡарас батыр ҡаҙаҡ батыры Аҡшаға үҙен танытып өндәшә, йылҡыларҙы ташлап китергә ҡуша: Ҡарасҡа ҡул күтәргән ниндәй ирһең, Атаң кем, ырыуың кем, ҡайһы ерһең? Ҡараһам тал буйына, — батырҙарса, Күргәс үк, ялт әйләнеп, туҡтай бирҙең. Атыңды әйт, был донъянан юйырмын мин, Уғымды ҡыҙыл ҡанға буярмын мин, Илеңдә аша тыуған батыр булһаң, Хур итмәй тәрбиәләп ҡуйырмын мин. Ҡаҙаҡ батыры Аҡша быға бик тәкәббер генә яуап бирә: Күп йөрәктәр жыулаған Аҡша тигән атымдан. Батырлыҡ һәм түрәлек Шәжәрә килгән затымдан. Шунан Ҡарас батыр менән Аҡша батыр уҡ атышырға булалар, һәм икеһе ике арҡаға менеп баҫа. Ҡарас, үҙенең мәргәнлеген белдерер өсөн, тәү башта Аҡшаның уҡ һауытын ҡыйрата ата, ә уның үҙенә атҡан уғын һауала саҡта тотоп ала ла ҡалъянына һала. Һуңынан шул уҡ менән Аҡшаны атып йыға. Малдарын һалдырып алғас, Аҡша батырҙы ерләп, ҡайтып китә: Таш менән ҡурған итеп ҡаҙҙым гүрең, Аталыр исемең менән ятҡан урын. Бер һаҙаҡ баш осоңа ҡаҙап ҡуйҙым, Әйтһендәр: "Батыр үткән борон". Риүәйәт был ваҡиғаны 1750 йылдарға ҡайтарып ҡалдыра. Шул уҡ Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған һәм "Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар" (1980) китабында баҫылған икенсе бер легендаға ҡарағанда, Ҡараһаҡал яуына (1735 — 1740) күтәрелеү мәсьәләһе килеп тыуғас, Ҡарас сәсән старшиналарға һәм аҡһаҡалдарға кинәйә тел менән ҡабаланмаҫҡа кәңәш биргән. "Талы күп тә ул Уралдың. Тик ҡырҡа башлаһаң, ҡан тама. Унан һуң мәмерйәләр эсенә бүреләр инеп көсөкләгән, аттарҙың ҡолағына ин һалғандар, боттарына тамға баҫҡандар. Төндә өрөр эттәр үлтерелгән, ә ямау һалыр кейем бар микән?.. Ағас башына ҡор ҙа ҡунмаған. Ә һуң урыҫ батшаһы һаҡаллы микән?" тигән, ти. Йыйылған халыҡтың күбеһе быны аңламаған, "Ҡарас аҡылдан шашҡан", "Ҡарас беҙҙе мыҫҡыл итә", — тип тауыш күтәргән. Шул саҡ аранан берәү Ҡарас сәсәндең әйткәнен аңлатып биргән: "Юҡ, уҙамандар, — тигән ул. — Ҡарас дөрөҫ һөйләне. Һеҙ үҙегеҙ ҡыйыш аңланығыҙ. Талды ҡырҡһаң, ҡан тама тигәне — Урал урмандары яуҙарҙа аҡҡан халыҡ ҡаны менән һуғарылған тигән һүҙ була. Аттарҙың ҡолағына ин, боттарына тамға һалынған тигәне — яуҙан һуң ҡасып йөрөүселәр илгә ҡайтып етмәгән була. Төндә өрөр эттәрҙе үлтергәндәр тигәне — үткән яуҙа ҡатнашҡандарҙы язалап бөткәндәр була. Ә ямау һалыр кейем бармы тигәне — килгән ҡунаҡ (Ҡараһаҡал) сит кеше, беҙҙең илгә ямаулыҡтан ғына буласаҡ тигән һүҙ була. Батшаның һаҡалын һорауы — илар бала атаһының һаҡалы менән уйнай тигәнде аңлата". Уҙамандар Ҡарастың һүҙ йомоп һөйләй алыуына һоҡланып ҡалғандар, ти. Ошо легендаға аңлатма биреп, Мөхәммәтша Буранғолов былай тип яҙа: "Ҡарас үҙенең ҡыҫҡа һүҙе, сәсәнлеге менән халыҡ өҫтөнә нимә киләсәген һәм булып үткәндәге кеүек ойошмаған, бер маҡсатҡа ҡоролмаған, етәксеһеҙ ҡуҙғалыштарҙан халыҡтың нимә күрәсәген аңлатҡан" (ҒА, Ф. З, оп. 12 (1—107-се биттәр). Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған легендаларға ҡарағанда, Ҡарас сәсәндең нәҫел ебе Ҡобағош сәсәнгә барып тоташа. (Салауат Галин) 2004 й.