Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ғәлим Дәүләди (1936)

Ғәлим Дәүләди (Ғәлим Абдулла улы Дәүләтов) 1936 йылдың 9 апрелендә Башҡортостандың Йомағужа (хәҙер Мәләүез) районы Һәргәй ауылында тыуа. Үзбәкстанда уҡырға төшә. Тыуған яғына ҡайтҡас, Әбет ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1952 — 1955 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 9-сы һанлы башҡорт интернат-мәктәбендә уҡый. Тап шул йылдарҙа шиғриәт менән мауыға.

1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамалай. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәрир булып эшләй.

Ғ. Дәүләди 1975 — 1977 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Һуңғараҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәбиәтте пропагандалау бюроһында эшләй.

Ғәлим Дәүләдиҙең “Ташлытау — матур тау”, “Нөгөш тулҡындары”, “Тау гөлдәре” “Мин — ер улы”, “Ҡарағайҙар шаулай ҡаяла”, “Мин юлдарға сығам”, “Урал йондоҙҙары”, “Нөгөш буйы малайҙары” (повесть), “Һиңә һүҙем һыя”, “Осрашыуҙың яҡты минуттары”, “Йәйғор төшкән Уралға”, “Ҡурсағым йоҡларға яратмай”, “Матурлыҡ ғазабы” исемле китаптары баҫылып сыҡты. Мәскәүҙә рус телендә “Волны Нугуша”, “Помощник Акбай”, “Буду как мама”, “Мальчики с Нугуша” тигән китаптары донъя күрҙе.

Ғ. Дәүләди тәржемә менән дә шөғөлләнә. Ул немец яҙыусылары әҫәрҙәренән төҙөлгән “Немец хикәйәләре” (1962), Борис Житковтың “Батыр өйрәк бәпкәһе” (1963), Василий Жуковскийҙың “Әкиәттәр һәм шиғырҙар” (1965, Х. Бикҡолов менән берлектә), М. Исаковский, украин һәм ҡаҙаҡ шағирҙары китаптарын, сыуаш халыҡ шағиры Яков Ухсайҙың “Сыуаш ере” йыйынтығын башҡортсаға тәржемә итте.

Ғәлим Дәүләди — Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты.

1968 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ЯРАЛЫ ЯҘМЫШ ТАУЫШЫ Йәше һәм эше менән шағир Ғәлим Дәүләди ентекле, етди баһа алыр, хеҙмәтенә хөрмәт күрер йәшкә етте. Уның хәҙер әҫәрҙәре йыйынтығын күрергә лә күптән ваҡыт. Һәр хәлдә, был тупланмала фекергә, моңға мөлдөрәмә тулы лирика менән бергә, башта әйткәнсә, күңел бер дөрләп киткәндә яҙылған шиғырҙар ҙа йыйылыр. Ҡайһы берәүҙәрҙең тәбиғәте, ижад сығанағы, ғөмүмән, шундай була. Был тотош шиғриәткә лә хас. Ул — дәүер һулышы, ул — замандың шиғри танытмаһы. Унда Ғәлим Дәүләдиҙең ҡултамғаһы ла юйылмаҫлыҡ. Ижадында донъя һәм ғүмер тураһында уйландырғаны ла, аҡ теләктәр, изге ниәттәр һалынғаны ла бар. Үҙ осороң талабынан, йәшәйешеңдән сығып һүҙ әйтеү, сәсәнлекте асыу халыҡ ижадындағы традицияларҙан да килә. Ете ырыуҙы берләштереүгә арналған “Урал”дан башлап. Шул ҡомар Ғәлим Дәүләди ижадында ла өҙөлмәй. Уның ябай тәрәнлек менән яҙылған шиғырҙарында — үҙ быуынының күргәндәре, кисергәндәре, күңел биографияһы. Был — ярлы-ялпыла революция тоҡандырған, иҙелгән, кәмһетелгән милләттәрҙең рәсми генә булһа ла дәүләтселеге уятҡан иҫ китмәле энтузиаслыҡ, бер үк ваҡытта властың ҡот осорғос репрессияһы йылдарында тыуып, фашизм ҡан ҡоҫторғанда ергә ерегеп, илгә берегеп үҫкән быуындың тауышы. Башҡорт шиғриәтендә ихласлыҡты тап ошо быуын вәкилдәре көсәйтешеп ебәрҙе. Яралы яҙмышҡа дусар ителгән быуын был. Уға һуғыш башланғас донъяға күҙен асҡан минең быуыным ялғана. Яралы яҙмыш тауышы, тинем. Яралы, әммә илде, халыҡты яратыуы менән дауалы ла ул. Дауалары шағир күңеленә йыйылды, аҙаҡ шиғырҙар итеп яҙылды. Ул осор ана шулай яҡты йырҙар йырлатырлыҡ та булды. Сөнки тормошта матурлыҡ, өмөт һәм мөхәббәт һүнмәне. Ауыҙы тулы ҡан булғанда ла кешеләр, хәҙерге кеүек, ергә һәм көнгә төкөрмәне. Хәйер, был иманлыҡ беҙҙә борон-борондан килә. Ғәлим Дәүләди ижады миндә, бер тында тиерлек байҡап-барлап сыҡҡас, иң элек бына шундай уйҙар уйлатты. Уның, бигерәк тә бүтән олораҡ шағирҙарҙың оптимистик һәм йәшәүҙе, йәшәйеште данлаусы, Рәсәй менән яҙмышташлыҡты раҫлаусы юлдарын ғына түгел, ғөмүмән, тарихтағы, рухтағы бар нәмәне инҡар итеүсе һай, бәйләнсек йәндәр улай ғына үҙҙәрен эреләтә алмаҫ. Бәйғәмбәргә тиң шағирҙар булһа ла, улар ҙа әүлиә түгел. Замандан һәр кем өҫтөн була алмай. Ғәлим Дәүләди, илһөйәр, телһөйәр булараҡ, бөгөн дә асылда көнөбөҙ ихтыяжынан күңеле гөлтләп китеп яҙа. Был ижад хәҙер дөрөҫлөк, бигерәк тә тарихилыҡ тойғоһо менән байыға. Муса Мортазин һәм башҡа шәхестәребеҙ хаҡындағы шиғырҙары ла шундай. Ниндәй осраҡта ла хикмәтте оҫталыҡ билдәләргә тейеш. Ашығыслыҡ ҡәләмде яҙлыҡтырмаһын. Ғәлим ағайҙың ҡайһы бер шиғырҙарында был һиҙелмәй ҡалмай. Ә бит, теләһәң, маҡсат итһәң, көн ҡаҙағына һуғып та мәңгелек теманы яҡтыртырға, мәңгелек темаға яҙып та көн ҡаҙағына һуғырға була. Ижадта, әйтеүҙәренсә, тәрәнлек һәм камиллыҡтың сиге юҡ. Тәрәнлек һәм камиллыҡ һәр кемдә үҙенсә, үҙ кимәленсә. Һабантурғайҙан бөркөт саңҡыуын, һандуғастан һабантурғайҙың еҙ шөңгөрөн көтөргә ярамай ҙа, кәрәкмәй ҙә. Ошондайыраҡ фекерҙе халыҡ шағиры Мостай Кәрим ҡасандыр бер әйткәйне лә, буғай. Доғаны ҡабатлауҙан иман иҫкермәй. Ысынлап та, һәр ҡоштоң үҙ күге, үҙ асылы, үҙ мөмкинлеге. Тауҙар ҙа тигеҙ түгел. Әммә теләһә ҡайһы бейеклектең үлсәме өҫтән башланмай. Донъяла һәр ҡайҙа, һәр ҡасан үлсәмдәрҙең бер үк самаһы бар. Быны оҫталар белә, иң мөһиме, халыҡ үҙе белә. Китап уҡыусыларҙа уның ябайы — оҡшай, оҡшамай тигән баһа. Башҡортостан Ғәлим Дәүләди шиғриәтен уҡый, үҙ күрә. Байтаҡ осрашыуҙарҙа быға шаһит булдым. Ул халыҡҡа етә, ваҡытты үтә килә. Бары әҙәбиәт белгестәре генә иҫке ҡалыптарҙан сыҡмай тапана. Ғәлим Дәүләди шиғырҙары, поэмалары, үтемле итеп һөйләшеү алымы, фекерҙе теҙеп тағатыуы менән күңел көндәлеген хәтерләтә. Уларҙың дөйөмөрәк юҫыҡтағыһы ла, үҙе тыуып үҫкән Мәләүез тарафтары тупрағына, Нөгөш буйҙарына тамырланған ерлеклеһе лә бар. Быны китаптарының исемдәре лә аңғартып тора: “Нөгөш тулҡындары”, “Мин — ер улы”, “Ҡарағайҙар шаулай ҡаяла”, “Һиңә һүҙем һыя”, “Осрашыуҙың яҡты минуттары”... Улар ике тиҫтәнән ашыу. Бер китабы “Мин юлдарға сығам” тип атала. Был да тиктәҫтән түгел. Ғәлим ағай — ифрат теремек холоҡло, бер урында оҙаҡ ултырып сыҙамай торған, йомолоп йәшәүҙе белмәгән кеше. Бер ҡарайһың — Өфөлә, икенсе ҡарайһың — унан инде елдәр иҫкән, ул Иҫәнғолдамы йә бүтән ерҙәме урам тултырып йөрөй. Иҫәнғол кейәүе ул. Ейәнсура яҡтарында, тыуған төйәгемдә, минән йышыраҡ була. Хатта беҙҙең иң өлкәнебеҙ Марат ағай ҙа — Марат Кәримов та улай әленән-әле ҡайтып йөрөй алмай, буғай. Иҫәнғолда Ғәлим ағайҙы күптәр танып, үҙ итеп бөткән. Ул бит тилбер телле кеше, юмор ҙа, сатира ла уны ятһынмай. Ошо тилберлек уның шиғырҙарына ла йоғонтоһоҙ түгел. Яҙған әйберен тиҙ үк өлгөртә һалып — шиғырмы ул йәки мәҡәләме — эҫе көйөнсә үҙ уҡыусыһына еткерә һалырға тырыша. Был, бер яҡтан, һәйбәт. Нимә генә тимә, егәрлелек шәп нәмә инде ул. Унан килеп, ҡапҡан һайын ҡалъя булмаҫ, атҡан һайын сәпкә ҡунмаҫ. Әммә тәжрибәле ҡәләме, тормошто күрә белеүе пегас эйәрендә уны ныҡ тота. Беҙ барыбыҙ ҙа донъяның, замандың үткенселәре. Күптәр көнлөксөһө лә — йәшәргә кәрәк. Ләкин ысын шағирҙар көнлөксө түгел. Ғәлим ағай быны яҡшы белә. Әҙиптең, индәрендә бына нисә йылдар инде, Бикбайҙар, Кулибайҙар быуынынан ҡала, өлкән ҡәләмдәштәренә ҡуш булып, шиғыр культураһын һаҡлау, дауам итеү хәсиәте ята. Рәми Ғарипов та, шул аманат менән янып йәшәп, Ғәлим ағайҙы һүҙе һыйған, яҡын кешеләренең береһе итеп күрә ине. Бөгөн ул үҙенән йәшерәктәргә ылығып-ылыҡтырып, сәм менән, ғәм менән көн итә. Меңәрләгән юл шиғри әҫәрҙәр яҙыу, Өфөлә, Мәскәүҙә кескәйҙәр өсөн дә уҡымлы китаптар сығарыу, ғүмер буйы редакцияларҙа, мәҙәниәт өлкәһендә эшләү — үҙе үк ҙур ихтирамға лайыҡ. Илдең күҙ алдында һалған көсөн, тырышлыҡтарын баһалап, һәр кемгә үҙ ваҡытында рәхмәт әйтә белеү фарыз. Хәйер, Ғәлим ағай кеүек ғорурлыҡҡа, әҙәпкә, ир-егетлеккә көс төшөрмәй торған кешеләр әйткәндер ул быны: изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белмәһә, балыҡ белер. Яҙмышы, тормошо еңелдән булманы шағирҙың. Артабан юлдары һәм йылдары уң килһен, һаман да ныҡ тотһон ҡулы ҡәләмен, еткерә торһон беҙгә йөрәгенең сәләмен. Ғәлим Дәүләди бик тә йәнле кеше. Олпатланып ҡыланмай, кеше айырып, тамға һуғып йөрөмәй. Яҡшыға ла, насарға ла ғәҙел, тура һүҙен әйтә. Ете ят менән дә тиҙ үк уртаҡ тел таба. Ҡайҙа ла, кем алдында ла инабатлы. Ошо ябайлығын ғына күҙгә элеп, уның эске тәрәнлеген ҡайһы саҡта абайлап та бөтмәйҙәр, буғай. Бына шулай ихласлығы, бүтәндәр күңеленә, тормошҡа үтеп инә белеүе уның күп әҫәрҙәренең донъяға тыуыуына сәбәпсе. Миҫалға, береһе Афған һуғышында, икенсеһе Чечняла йәне-тәне яраланып ҡайтҡан ике ир-егет һәм бөгөнгө “демократия заманы” һөмһөҙҙәре орденыңды һат, аҡсаһыҙ интекмә тип бәйләнеүҙән хурланған элекке данлы һауынсы ҡатын менән таныша. Рухты имгәтер хәҙерге традициялар күҙ алдынан тере көйө үтә. Тетрәнеп, әсенеп, поэма яҙа. “Өҙөлгән япраҡтар”. Ул минең күңелгә үтеп инде. Өҙөлгән япраҡтар ише яҙмыштар... Нишләнең һин, нишләтәһең һин, баҙарлы заман? Ҡайҙа идеал, ҡайҙа иман, Рәсәй?! Көҙ һөрөп ҡуйған ҡара ер ҙә шағирға инде ҡәбер тупрағын хәтерләтә. Ил күңеленә дауалар эҙләй-эҙләй йәшәйек, шағир! Шиғри һүҙгә, моңло һәм ғәҙел һүҙгә мохтажлыҡ бер ваҡытта ла бөтмәҫ. Йәшәгән төйәгебеҙҙең, Уралыбыҙҙың йәншишмәһелер ул, бәлки, шиғриәт. Асылыңды асырға тырышып әйткән бер кәлимәмде тамамлап, ябай хәҡиҡәтте тағы ла иҫкә төшөрөп үтке килә: Уралды һинең тыуған ауылың — Һәргәйең, минең Таулыҡайым тауҙары ла хасил итә. Һүҙемә ҡолаҡ һалғандарҙың ауылын, тауҙарын телгә алып, быны һәр кемгә лә әйтер инем мин. Шиғырҙарыбыҙ ошо берҙәмлек тойғоһона, рухыбыҙ ныҡлығына хеҙмәт итһен әйҙә. Халҡыбыҙҙың йәнде мәңге һуғарыр йырҙары, ҡобайырҙары менән бергә шиғриәтебеҙҙе лә йәншишмә ул тиһәк, тап бына шул уның ҡәҙерен, әһәмиәтен билдәләй. Ә йәншишмә милләт ғүмере өсөн бик тә кәрәк. Тап бына ул кешене дәүерҙең, киләсәктең, бәҫе һәм көсө итеп күтәрә. Ғәлим Дәүләдиҙең ижад маҡсатын да кешеләр өсөн янып йәшәү, тормоштоң ҡотон, күңелдең һутын шиғырға һалыу дәрте кәрәкле итә, терәкле итә, йөрәкле итә. Миҫалға, һуңғы әҫәрҙәренең береһе — “Һабаҡташым” поэмаһы шағирҙың йөрәк ҡағышын ишеттерә. Унда етемлектәрҙе, заман зарҙарын үтеп сыныҡҡан һабаҡташының — башҡорт асылын асҡан көрәше һәм ҡурайсының образы үҙе бер фәһем итеп хикәйәләнә, һүрәтләнә, моңға сорнала. Нөгөш буйҙары, Мәләүез яҡтары башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте донъяһына бирә килгән таланттар араһында Ғәлим Дәүләдиҙең ныҡлы үҙ урыны бар. Был урында алтын таждар кейеп ултырмаһа ла, халыҡ уны үҙ улы, үҙ шағиры итеп таныны. Тәхеттәрҙә генәме ни бәхет? Бәхет — хеҙмәттә, ижадта. Ошо бәхет шағирҙы үҙ ғүмерендә лә оҙаҡ-оҙаҡ, үҙ ғүмеренән ары ла оҙаҡ-оҙаҡ оҙата барһын! Был рухтың ныҡлығына хеҙмәт итәсәк. (Хәсән Назар)