Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ғәли Соҡорой (1826-1889)

Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков) 1826 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Тәтешле волосының (хәҙер Башҡортостандың Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында тыуып үҫә. Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, күрше ауылдарҙағы ҙурыраҡ мәҙрәсәләрҙә һабаҡ ала. Аҙаҡ Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый һәм 2 йыл самаһы шунда уҡ хәлфәлек итә. 1852 йылда ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса, йәғни 1889 йылдың 10 декабренә тиклем шунда йәшәй. Яҙыусының әҙәби мираҫы шаҡтай бай һәм күп яҡлы. Беҙҙең көндәргә ундан артыҡ баҫма китабы һәм йөҙгә яҡын ҡулъязма әҫәре килеп еткән. “Фосули әрбәға” (“Йылдың дүрт миҙгеле”) исемле шиғырҙар циклы, “Мәдхи Ҡазан” (“Ҡаҙанды маҡтау”), “Шәмғ әззия” (“Шәм яҡтыһы”) кеүек китаптары мәғрифәтте, мәҙәни үҫеште данлау, наҙанлыҡты, томаналыҡты тәнҡитләү рухы менән һуғарылған.

Ғ. Сокоройҙоң яҙма мираҫында сәсмә әҫәрҙәр ҙә бар. Ундайҙарҙан “Хажнамә” исемле юлъяҙма, Ҡара Табын (Ирәкте) ырыуы башҡорттары шәжәрәһе һәм “Тәуарих-и Болғария, йәки Тәһриб-и Ғари” тигән әҫәр айырыуса әһәмиәтле.

ҒӘЛИ СОҠОРОЙ Ғәли Соҡорой ижадында XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда барған ижтимағи фекер үҫешенең, башҡорт әҙәбиәтендәге төрлө тенденцияларҙың, идея-эстетик көрәштең шаҡтай ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы барышы сағыла. Унда, мәғрифәтселеккә бәйләнешле яңы тенденцияларҙың беленеүе менән бергә, урта быуат традиционализмына, суфыйсылыҡҡа бағлы элементтарҙың йәшәп килгәне лә күренә. Ғ. Соҡорой әҫәрҙәрендә ерле, милли мотивтар көсәйә. Ғәли Соҡорой (Мөхәммәтғәли Ғәбдесалих улы Кейеков) 1826 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Тәтешле волосының Иҫке Соҡор ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Ҡара Табын башҡорт ырыуы шәжәрәһенән күренеүенсә, уларҙың нәҫел-ырыу ебе “башҡорт аҫабалары нәҫелен башлап ебәреүсе” Кейек ҡарттан килә. Мөхәммәтғәли 22 йәшенәсә шул тарафтарҙағы Бөрө, Усы, Минзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендәге биш иң ҙур мәҙрәсәләрҙә һабаҡ ала. Бер аҙ ваҡыт Һаҡмар, Яйыҡ буйҙарына китеп сәфәр ҡылып йөрөгәндән һуң, Башҡортостандағы атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһенә килеп уҡырға инә. Бында күпмелер һабаҡ тыңлағас, уға хәлфә дәрәжәһе бирелеп, 1850 — 1851 йылдарҙа ошо уҡ мәҙрәсәлә уҡыта. Уға мәҙрәсәнең хәлфәһе шағир Шәмсетдин Зәки менән бергә эшләү, унан ижади оҫталыҡҡа өйрәнеү бәхете тейә. “Китәр булдым сығып илдән уҡырға, ғилем әстәп ҡайтайым тип Соҡорға”, — тип яҙған Ғ. Соҡорой. Ниһәйәт, 1852 йылда тыуған ауылына ҡайта һәм ғүмеренең һуңғы көндәренәсә, йәғни 1889 йылдың 10 декабренә тиклем, шунда йәшәй. “Манзумати Ғәлиә” (“Ғәлиҙең шиғри йыйынтығы”) исемле ҡулъяҙма китабына яҙған баш һүҙендә ауылдағы тормошон шулай характерлай: “Беҙ урман башҡорто буламыз. Зариғ ибн әл-зариғ, деһҡан ибн әл-деһҡандыр. Әксәр әл-шөғөлемез — урман арчып, бечәнлек вә игүнлек ясамаҡдыр. Бән, ғариб ғажиз кәминә, бар тапҡан ваҡытымны вә хәл вә форсатымны ғалибан шундайын шөғөлгә сарыф әйләдем. Юҡ хәл берлә мәншүр алып вә йорт салып, вә асбап әл-мағашны барын сатып алып, ярлы кеше баласы кеби, бик күп ҡарыздар булдым. Вә шул арада һаман юҡ мәдрәсәне бар итеп, мәдрәсә ямаштырырға бер үҙем истибар итеп, чуҡ михнәтләр арасында өйөмдә тәғлим әүләд әл-ҡәрйә вә мәдрәсәмдә тәғлим әүләд әл-ҡәбилә итеп, вә шул арада духавнуй хезмәтләр артындан да йөрөп, вә жәмиғ әһел әл-ҡәрйәдән артуҡ мәсжед вә мәдрәсә арасында йөрөп, Ирәкте башҡортоноң иң ғәли михнәтле фәрәғе булып торамын”. Яҙыусының 3 ҡыҙы һәм 5 улы була. Һуңғыларының өсәүһе — Ғатаулла, Ғиниәтулла һәм Ғарифулла атаһы юлынан китә һәм заманының уҡымышлы кешеләре булып таныла. Кинйә улы Ғарифулла Башҡортостандағы мәғрифәтселек хәрәкәтендә актив ҡатнаша, шиғри әҫәрҙәр ижад итә. “Шура” журналы биттәрендә актуаль темаларға мәҡәләләр менән сығыш яһай, башҡорттарҙың үткәне буйынса тарихи-этнографик хеҙмәт яҙа. Уның яҙма мираҫы милли культура тарихын өйрәнеүҙә әһәмиәтле сығанаҡ булып тора. Әҙәби ижад менән Ғәли 17 йәшенән шөғөлләнә башлай. Танып мәҙрәсәһендә уҡытҡан хәлфәһенә мәдхиәһе һәм әсәһе вафат булыу айҡанлы яҙған мәрҫиәһе уның тәүге әҫәрҙәренән һанала. 1860 йылда шағирҙың “Тәжүид” (“Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре”) тигән беренсе китабы донъя күрә. Уның артынса “Дөрре Ғәли” (“Ғәли ынйылары”, 1873), “Шәмғ әз-зия” (“Шәм яҡтыһы”, 1883), “Заммы нәзир” (“Оҡшашын өҫтәү”, 1889), “Мәдхе Ҡазан” (“Ҡаҙанды маҡтау”, 1889) һәм башҡа китаптары баҫылып сыға. Ҡайһы бер китаптары, шул иҫәптән “Заммы нәзир” әҫәре, бер нисә тапҡыр нәшер ителә. Әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө ҡулъяҙма хәлендә ҡала. Әҙиптең сағыштырмаса күп яҙғанлығын күрһәтеп, Ә. И. Харисов: “Баҫылған һәм баҫылмай ҡалған әҫәрҙәрен бергә йыйһаң, уға ҡәҙәр йәшәгән теләгән бер Көньяҡ Урал шағирының ижадынан күберәк булыр ине”,— тип билдәләне. Ғ. Соҡоройҙоң ижад позицияһы формалашыуҙа Урта Азияның дини-мистик йүнәлештәге поэзияһы хәл иткес роль уйнай. Яҙыусы Аллаяр суфыйҙың, “Ҫөбәт әл-ғажизин” китабын ҡайта-ҡайта уҡый, күп урындарын тәржемә итә һәм шәрехләй, үҙенән шиғырҙар өҫтәй. Бындай әҫәрҙәр уның ижадында үҙенә күрә бер үрнәк, әҙәби ҡалып булып хеҙмәт итә. Әммә Ғәли Соҡорой Аллаярҙың мистик һәм пессимистик ҡараштарына бик үк эйәреп бармай. Ул тормошҡа, үҙе йәшәгән мөхиткә яҡыныраҡ тора, уны донъяуи мәсьәләләр күберәк ҡыҙыҡһындыра. Поэзияһында төп жанрҙарҙан булған мәдхиә һәм мәрҫиәләрендә, теге йәки был шәхестең биографияһын, эшмәкәрлеген һүрәтләп, тормоштоң конкрет һәм йәнле картиналарын тыуҙыра. Мәҫәлән, Ниғмәтулла Биктимеровҡа арналған мәдхиәһендә ул ишандың, мөҙәрислек итеп, ғилем — мәғрифәт таратыуын, тау башындағы шишмәнән ауыл уртаһына тиклем торба һалдыртып, бөтә ғәмде саф шишмә һыуы менән туйындырыуын тасуирлай. Шәмсетдин Зәкигә бағышлаған әҫәрендә һуҡыр шағирҙың “аҡыл күҙе” бик һиҙгер булыуы арҡаһында заманының абруйлы кешеләре рәтендә тороуын әйтә. Шәмсетдин суфый үлгәс, хатта донъя, эсендәге затлы әйберҙәре бөткән буш һауыт кеүек, шыҡһыҙланып ҡалды, ти автор. Ғәли Соҡоройҙоң “Фосули әрбәға” (“Йылдың дүрт миҙгеле”) тигән шиғырҙар циклы — XIX быуат башҡорт лирик поэзияһының матур үрнәктәренән. “Манзумати Ғәлиә” йыйынтығына индерелгән был әҫәрендә шағир донъяға ер-тәбиғәт һөйөүсе крәҫтиән булып баға, һәр миҙгелгә поэтик характеристика бирә һәм үҙенең мөнәсәбәтен белдерә. Яҙҙы ул айырыуса яратып, хисләнеп тасуирлай: Биҙәнде ер нияз илә, Тунанды төрлө наҙ илә, Ҡыуанды фаслы яҙ илә, Нәбәте берлә дәм саздыр. Автор тәбиғәт һәм кешенең айырылғыһыҙлығын раҫлай, улар араһындағы бәйләнеште күрһәтергә ынтыла. Миҙгелдәр сиратлашыуын ул кеше ғүмеренә оҡшата, йәшәүҙең мәғәнәһе һәм ҡиммәте тураһында уйлана: Яҙ эйәме — егет улмаҡ, Көҙ эйәме — ҡари улмаҡ, Ҡыш эйәме — вафат улмаҡ, Ғүмернең ғишрәте аздыр. Шағир уҡыусыға, тирә-яҡ күренештәренә бәйләп, өгөт-нәсихәт бирә, үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Дини-дидактик мотив урыны-урыны менән тормошсан, рациональ фекерҙәр менән аралаша. Автор хеҙмәт һөйөүсәнлекте рәхәт тормоштоң тәү шарты итеп ҡараһа, ялҡаулыҡты һәм ғәмһеҙлекте кире сифаттарҙан һанай һәм тәнҡит итә: Шу кем язда ярағ итте — Ҡышы рәхәт берлә үтте. Шу кем уйнап-көлөп үтте — Ҡышы хәсрәттә жанбаздыр. Был юлдар атаҡлы рус әҙибе И. А. Крыловтың “Сиңерткә менән ҡырмыҫҡа” басняһы менән ауаздаш. Әҫәрҙә ошо мәңге үҙгәреп һәм яңырып тороусы гүзәл тәбиғәтте, тыуған ер йәмен ҡәҙерләү һәм һаҡлау проблемаһы ла күтәрелә. Тик шағир бер көнө мең көн миҫле тойолған ерҙең гүзәллеген алла ҡөҙрәтенә бәйләй һәм уны һаҡлау мохтажлығын дингә, аллаға бирелгән “изге йәнһәрҙең” мөхите булыуы менән аңлата. Реалистик картиналар һәм тормошсан деталдәр яҙыусының 1872 йылда Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларына барып ҡайтҡас (үҙ ғүмерендә ул 4 мәртәбә хаж ҡылған) ижад иткән “Нәсим әс-саба” (“Таң еле”) исемле сәйәхәтнамәһендә тағы ла анығыраҡ һәм сағыуыраҡ бирелгән. “...Мәскәү ҡәлғәсенә чыҡтым. Андин шулай уҡ чуйын юлы илә Тульский, Курский вә Киевский ҡәлғәләре арҡылы Атис (Одесса) ҡәлғәсенә чыҡтым. Безнең ҡәрйәмездин Атис ҡәлғәсенә, бу юллар илә килгәндә, биш мең чаҡрымдин зиәдәрәк бардыр, диләр”, — тип хажға ниндәй юлдар һәм нимә менән барыуын бәйнә-бәйнә тасуирлаған автор Россияның бөйөклөгөнә, байлығына һәм көс-ғәйрәтенә һоҡлана: “...Мәмләкәте Русиәнең байлығы бик зурдыр. Мәкәрйәдән Атисҡача вичә мең чаҡрым юллардыр вә һәм тотош чуйын юлдан барылалыр... Вә ул юлны төҙәргә дә ничә йөҙмең тәңкәләр чыҡҡандыр. Хатта юлда туғыры килгән тағларны кисеп, арба берлә читкә ташып, тағ урынларыны төҙ ер ясап киткән ерләр бар, вә чоҡорларға, вә йылғаларға ҡиммәтле күперләр ясап киткән ерләр бардыр. Хатта иделләр туғыры килгән ердә ясалған күперләрнең хик-мәтләрене вә ҡиммәтләрене, вә һиммәтләрене сәйләп бөтөргә буласы дәгел...” Әҫәр баштан-аяҡ шундай күтәренке рухта, Рус дәүләтенең көс-ҡеүәте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо менән яҙылған. Шағир илдең икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары, завод-фабрикалары, иҫәпһеҙ ауылдары һәм ҡалалары, “ыстансалар сайын ясалмыш вокзаллар вә сыуханалар, телеграфханалар вә почтаханалар кеби мәнзилләр вә мәхкәмәләр” тураһында һоҡланып һөйләй ҙә, Суэц ҡалаһының эсенә “ҡыл вә ҡәл, жән вә жәдәл, дәғүә вә ғауға” тулған вокзалындағы тәртипһеҙлектәрҙе теҙеп сыға. “Беҙем Русиә мәмләкәтендә Нижнийдан башлап Атисҡача ничә вокзалдарға кереп чыҡсаң, бу бер вокзал рәүешле михнәт күрмәссең!” — ти. Күренеүенсә, бында Ғ. Соҡорой “Тәрхибе рамазан”, “Заммы нәзир” кеүек дини-мистик рухтағы әҫәрҙәренән бөтөнләй айырыла, өр-яңы аспектта асыла — фәнни-техник, мәҙәни прогресс юлындағы ватаны, үҙ ватандаштарының, ғилем-мәғрифәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән ғорурланыусы патриот булараҡ сығыш яһай. Бөйөк Рәсәйгә үҙенсәлекле ода характерындағы был әҫәр артабан Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Риза Фәхретдинов эшмәкәрлегендә, айырыуса — егерменсе быуат “башында үҫеш аласаҡ публицистик прозаға ниндәйҙер кимәлдә тәүсығанаҡ булды, уның-донъяуи, реалистик йүнәлештә үҫеп китеүендә һиҙелерлек, роль уйнаны. Баҫма әҫәрҙәренән Ғ. Соҡоройҙоң “Мәдхе Ҡазан” һәм “Шәмғ әз-зия” китаптары иғтибарға лайыҡ. 864 юлдан торған “Мәдхе Ҡазан” шиғыры мәғрифәтте, мәҙәни үҫеште данлау, илбаҫҡынсылыҡты ҡәһәрләү, гражданлыҡ һәм, гуманлылыҡ рухы менән һуғарылған. Мөбәрәк шәһәр Ҡазанда Ғәзизләр тулыҡ анда, Кәримләр күп һәм ағьянда Ғәниләр күп аҫ ар саздыр, — тип шағир “ләбипләр күплеге берлә, әдипләр күплеге ;берлә, табиплар күплеге берлә тамам илгә ғаян” булған Ҡаҙанға дан йырлап тора ла боронғо Болғар ҡалаһын, уның тарихын һүрәтләргә тотона: Мона шәһри Ҡазандан күп Мөҡәтдәм шәһри Болғар хуп Дар әл-ислам иде мәхбуп, Мәгәр тағы харап саздыр . Мосолман хандары торған, Мосолман хисары булған Татар, башҡорт, мишәр тулған Ғәли жайда бина саздыр. Артабанғы юлдарҙа автор дин, фән һәм культура усағы булған ошо мөһәбәт ҡаланы емергән һәм талаған Аҡһаҡ Тимергә ләғнәт уҡый, уны ләимләрдән ләим, бағы тип атай. Был әҫәрендә Ғ. Соҡорой Ҡаҙан ҡалаһының Урал-Волга буйы төрки халыҡтарының культура үҫеше тарихында тотҡан урынын, уның үткәнен һәм хәҙергеһен шаҡтай объектив сағылдырһа ла, унда йәшәгән халыҡтың, бигерәк тә ярлы-ябағаның социаль хәленә битараф ҡала. Байҙарҙы бай булған өсөн күккә күтәреп маҡтап, ундай бәхеткә ирешә алмағандарҙы үҙ яҙмышына зарланмаҫҡа, бай биргән бер тинде мең тин итеп, бер һыныҡ икмәкте меңгә иҫәпләп ҡабул ҡылып, шуның менән риза булып йәшәргә өндәй: Риғәйә әйләсән байны, Имезәр хаҡ синә майны, Язар биш йылға биш айны Ғәмәл миҫле ҡыландыр бу. Наҙанлыҡты һәм томаналыҡты ҡаты тәнҡитләү, фәнгә һәм мәғрифәткә мәдех йырлау — “Шәмғ әз-зия” китабында ла үҙәк мотивтарҙың береһе. Автор дин эшендә лә, ғилем өлкәһендә лә белеме самалы булған муллаларҙан әсе көлә, ә уҡымышлыларҙы, шул иҫәптән дин әһелдәренең ҡайһы-берҙәрен һәр яҡлап ҙурлай, башҡаларға үрнәк итеп ҡуя. Өфөгә арнап, “Мәдхе Өфө” тигән шиғыр ҙа яҙа Ғ. Соҡорой. Фән һәм мәғрифәтте йәмғиәт үҫешендәге иң мөһим факторҙар тип һанауы шағирҙың донъяға ҡарашындағы ыңғай яҡтарҙың береһе булып тора. Ғ. Соҡорой, революцияға тиклем йәшәгән һәм ижад иткән күпселек башҡорт әҙиптәре кеүек үк, үҙ ырыу-ҡәбиләһенең һәм халҡының тарихи үткәне менән тәрән ҡыҙыҡһынған. Уның тарафынан яҙып ҡалдырылған шәжәрә һәм тәуарих яҙмалар ошо хаҡта һөйләй. Беҙҙең көндәргә ҡара-табын (ирәкте) ырыуы шәжәрәһенең Ғ. Соҡорой төҙөгән бер нисә варианты килеп еткән. Уларҙың береһе уҙған быуатта уҡ Шиһабетдин Мәржәниҙең “Местафәд әл-әх-бар...” исемле китабында (1885) донъя күргән, икенсеһе 1927 йылда “Башҡорт аймағы” журналының 4-се һанында баҫылып сыҡҡан һәм аҙаҡтан тарихсы-этнограф Р. Ғ. Кузеев тарафынан төҙөлгән “Башҡорт шәжәрәләре” йыйынтығына индерелгән. В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡаҙан дәүләт университетының Н. И. Лобачевский исемендәге Ғилми китапханаһында шәжәрәнең күләмлерәк һәм тулыраҡ тағы ла ике ҡулъяҙма варианты һаҡлана. Уларҙың береһе 1852 — 1853 йылдарҙа теҙмә формала төҙөлөп, унда ҡара-табын ырыуы башҡорттарының ата-бабалары бик борон Тубыл һәм Иртыш йылғалары буйында донъя көтөүҙәре, унан һуң Миәс йылғаһы буйына күсенеүҙәре, хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле, Яңауыл, Асҡын һәм Балтас, Татарстандың Минзәлә һәм Аҡтаныш, Пермь өлкәһенең Барда райондары территорияларына килеп төпләнеүҙәре хаҡында тасуирлана. Әҫәрҙә башҡорт ырыуҙарының үҙ-ара мөнәсәбәте киң яҡтыртылған. Ҡулъяҙманың һуңғы юлдарында автор ер-һыу өсөн барған ырыу-ара ыҙғыш-талаштарҙы бөтөрөргә һәм, берләшеп, татыу ғаилә кеүек йәшәргә саҡыра, сөнки: Ике ердә көтәргә йорт Табалмай форсат башҡорт, — ти. Әлбиттә, художестволылығы йәһәтенән әлеге әҫәр атаҡлы Үҫәргән ырыуы шәжәрәһенән аҙмы-күпме ҡалыша. Шулай ҙа уның киң масса аңларлыҡ сағыштырмаса ябай, халыҡсан телдә һәм боронғо төрки поэзияһы ҡалыбында яҙылыуы диҡҡәтте туплай: ...Ҡайу сәйәх улан баба Килеп “Урал” дигән тағға, Мәҡәм дотҡан Миач таба Нәһерен сыулап сарпай. Йорт-ил салып, биләп йортлар, Миач буйында башҡортлар. Беҙә ансаб булыр анлар Ҡара Табын улан сарпай. Шәжәрәнең Ҡаҙанда һаҡланған варианттарының икенсеһе, “Тәзкирәтен әл-әхуан вә әл-әхбаб” (“Туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү”) тип йөрөтөлгәне, беҙҙең көндәргә, фараз буйынса, авторҙың ауылдашы Заһиҙулла Ғәйнулла улы күсермәһендә килеп еткән. Ҡулъяҙманың инеш өлөшөндә Ғ. Соҡорой, үҙенән башлап, атай-олатайҙарының 18 быуынға тиклемге исемдәр теҙмәһен бирә һәм ырыу башлығы итеп Уйшын Майҡы бейҙе атай: “Безнең төп бабамыз Майҡы бейне Чынғыз хан берлә бер заманда булған кеше диеп риүәйәт ҡылалар... Күп мәмләкәтне сәйер идеп ҡараған имеш, диеп сөйләйләр. Ваҡытына күрә уҡымыш исемле кеше булып, языуға, хисапҡа, киңәшкә яраған имеш, диеп сөйләйләр. Вә уның өч-дүрт уғлы булған, һәр ҡайусыны уҡытҡан, сәйәхәтән сәфәрләргә йөрөткән, диеп сөйләйләр. Берсе Ҡара Табын бей, берсе Байҡы бей, берсе Балыҡчы бей исемле булған, диәләр. Ҡара Табынның йәнә күп уғланлары булған, диәләр. Берсе Әхмәдшәйех исемле булған. Әммә Ҡара Табын күп сәфәрләр чығып, күп ерләрне күргән кеше икән. Аны Ҡара Ғәзиз диеп сөйләшкәнләр. Торған ерләре Иртыш нәһере буйында булған икән. Балалары арасында Әхмәдшәйехне артыҡ күрә икән. Суңғы уғлы икән. Аны, иркәләп, төрле мәдехле исемләр ҡушып, сөйөп уйната икән. Әхмәд-шәйехнең туғмалары моңа көнләшә икән. Ҡара Табын баба сүз арасында бу илә диә икән: “Зан бик йыраҡта, мәшрик тарафында “ирәкте” дигән халыҡ бар икән. Бик мөрәүәтлеләр, мәжитлеләр имеш”, — диә икән. “Бәнем уғлым Әхмәдшәйех шуларға охшаған”, — диә икән вә һәм, Әхмәдшәйехне иркәләп сөйгәндә: “Ирәктем, Ирәктем, Иртышлым, Иртышлым, ир кешем!” — диә икән...” Ошо рәүешле “ҡартлардин ишетмеш” бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс хикәйәт һәм риүәйәттәр теҙелеп китә: Әхмәдшәйехте ағалары, көнләшеп, ситкә тибә. Атаһы үлгәс, үҙенең яҡындары менән Әхмәдшәйех “Иртыш буйындан күчеп, Чиләбе нахиясы булачаҡ ердә Миач нәһере буйында” йорт һалырға мәжбүр була. Унда Абдал исемле улын ҡалдырып, үҙе йәнә ер-һыу ҡарарға сығып китә. Ул, “Чулман нәһеренә чығып, Пермь ҡәлғәсе булачаҡ ергә чаҡлы кимә берлә йөрөп ҡайтҡан вә һәм балаларуны шунда алып килеп Пермь ҡәлғәсе булған ергә йорт салғандар”. Табын башҡорттарының Миәс буйҙарында йәйләүҙәрен, һуңынан көнбайышҡа табан юлланыуҙарын, башҡа төрлө тарихи документтар һәм шәжәрәләргә таянып, Р. Ғ. Кузеев, был күсенеүҙәр бынан яҡынса 400 — 450 йыл элек, йәғни XV быуат аҙағында — XVI быуат баштарында булғанға оҡшай, тип фараз ҡыла. Артабан ҡара табынлыларҙың урындағы күҙәй, йәлдәк, гәрәй, оран, ҡайпан, гәйнә башҡорттары менән аралашып йәшәй башлауҙары, тормош-көнкүрештәре, һунарсылыҡ кәсебе менән шөғөлләнеүҙәре һүрәтләнә. Мәргән уҡ атыу оҫталары булараҡ, уларҙың Ҡаҙан ханлығына һуғыш өсөн уҡ-ян етештереүҙәре, ханлыҡ тарафынан аяуһыҙ иҙелеүҙәре хаҡында ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр килтерелә. Шәжәрәнең төп геройҙарының береһе — Иҫән хандың (Тәтешле районы Яңы Соҡор ауылы эргәһендә ҡәбере һәм яҙыулы ташы һаҡланған) Ҡаҙан яулап алынмаҫ элек үк Мәскәү батшаһы менән мөнәсәбәттәр урынлаштырыу кеүек эшмәкәрлеген яҡтыртҡан юлдарҙа башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылыуҙарының ҡайһы бер моменттары асыҡлана. Рустар Ҡаҙанды алғандан һуң, 5-6 йыл эсендә Иҫән хан өс тапҡыр рус батшаһына бара. “Бер мәртәбә барыуында, — тип яҙа Ғ. Соҡорой, — ҡама тиресе бирермез, дип яҙылған, икенче мәртәбә бал бирермез, дип яҙылған. Бәҫ. Безнең башҡорт халҡы урыҫҡа ҡама берлә бал бирә-бирә күп йыллар булған арада бу хеҙмәтләр ағыр була башлаған. Ҡама берлә бал житмәй башлаған, чөнки ҡамалы кеше, баллы кеше аҙ булған. Бәҫ. Сусар ясағы бирә башлағандар, вә соныра тейен бирә башлағанлар, вә соныра аҡча бирергә рази була башлағанлар. Бер юлы башҡортҡа ғөрүҫ (грош) исемле бер аҡча бирергә бойорола. Башҡортлар вә бу ясаҡны да домдан биреп торғандар. Бәҫ. Дом сайын йыл да бер ғөрүҫ табыуы ағыр була башлағач, бер домда күп кешеләр тора башлаған. Хатынлы уғылларны бер ердә тотҡанлар. Башҡа чығарсалар, йыл сайын бер ғөрүҫ шаһналыҡ ясағы артыр, диеп, күп уғыллар бер өйдә тора башлаған... Суңыра урыҫ ханларындан, кешеләр жыйып йөрөп, кемгә кемнең хатуны булса, ул бер домға хисап, диеп хөкөмдәр аңлата башлаған. Бәҫ. Бер ердә тороуның файдасы булмағач, кем ҡыҙ йәрәшде иҫә — үҙенә йорт ҡайғысыны күрергә кирәк була башлаған. Вә һәм домлар сайын алына торған аҡчаларны бер ғөрүҫтән арттырып алырға хөкөмләр чыға башлаған. Бу аҡча ул заманда бик ағыр жыйырға хисап булған, чөнки бадшалар ул заманда, аҡча ясарға баҡыр вә көмөш табалмай, азлап ясап таратҡылап торған...” Был юлдарҙың төп әһәмиәте — батша самодержавиеһы тарафынан башҡорт халҡының аяуһыҙ иҙелеүенең конкрет, реаль картинаһын биреүҙә. Батшалыҡтың колониаль политикаһы күҙ алдына килеп баҫа. М. Өмөтбаевтың атаҡлы “Йәдкәр” китабындағы “Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көнләре” бүлеге менән ауаздаш яңғыраған был бүлектә Россия хаҡимдарына туранан-тура тел тейҙерелмәһә лә, әҫәрҙәге дөйөм мотив иҙеүселәргә ҡаршы йүнәлтелгәнлеге айырым-асыҡ. Шул уҡ ваҡытта шәжәрәлә телгә алынған ырыуҙаштарын Ғәли Соҡорой объектив, тулы һүрәтләргә тырыша, уларҙың дөйөм халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлтелгән эшмәкәрлеген ололай, белемле, уҡымышлы булыуҙарын билдәләп үтә: “Булар барысы да төркичә языуны уҡырға вә язарға белә торған булғанлар”. Башҡорт шәжәрәләре хаҡында Ғ. Б. Хөсәйенов: “Шәжәрәләрҙең төп сығанағы һәм материалы булып конкрет тарихи факттар торһалар ҙа, күп мәғлүмәттәрҙең күреү йәки ишетеү буйынса яҙылыуҙары арҡаһында, улар, йылъяҙма характерында ғына ҡалмайынса, авторҙың ырыу тарихын аңлауы һәм баһалауы менән бәйләнешле тарихи хикәйәткә тартылалар”, — ти. Ғ. Соҡорой шәжәрәһе быға асыҡ миҫал була ала. Күреп үтелеүенсә, ул дөйөм бер темаға һәм стилгә ҡоролған күп һанлы хикәйәт һәм риүәйәттәрҙән ғибәрәт. Хәл-ваҡиғаларҙың рәсми, ғилми стилдә түгел, ә хис-тойғо менән һуғарылған халыҡсан, һөйләү стилендә яҡтыртылыуы шәжәрәне уҡыусы эстетик ҡәнәғәтләнеү табырлыҡ нәфис әҫәр дәрәжәһенә күтәргән. Уның шиғри варианты иһә бөтөнләйе менән әҙәби әҫәр булып әүерелгән. Ғ. Соҡоройҙоң ҙур күләмле “Тәуарихи Болғарийа йәки Тәҡриби Ғари” (“Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яҡынса аңлатмалары”) тигән ҡулъяҙма әҫәре беҙҙең көндәргә күсермәлә килеп еткән. Күсереүсе — авторҙың улы Ғарифулла Кейеков. Әҫәр инеш өлөштән һәм ете бүлектән тора. Инештә тәуарихтың яҙылыу һәм күсерелеү тарихы бирелгән. Унан аңлашыуынса, Ғ. Соҡорой иҫән саҡта әҫәр ҡаралама хәлендә генә булған. Ғарифулла уны батша армияһында хеҙмәттә йөрөгән саҡта аҡҡа күсереп, бер бөтөн китап хәленә килтергән. Тәүге бүлектә боронғо Болғар дәүләтенә ислам дине инеүе тураһында Урал-Волга буйы төрки әҙәбиәтендә һәм ауыҙ-тел ижадында бер нисә быуат һуҙымында йәшәгән легенда һәм уға авторҙың мөнәсәбәте бирелгән. Икенсеһендә XVIII — XIX быуаттарҙа йәшәгән ҡайһы бер ғалимдар һәм муллалар тураһында библиографик мәғлүмәттәр урын алған. Бында Ғәбдерәхим Усман һәм Тажетдин Ялсығол хаҡында ла юлдар бар. Өсөнсө бүлектә әҙип “Сыңғыҙнамә” китабында һәм Хисаметдин Мөслимиҙең “Тәуарихи Болғария”һында бирелгән “Аҡһаҡ Тимер ҡисса”һының йөкмәткеһе тураһында һүҙ алып бара, ундағы ҡайһы бер даталар һәм мәғлүмәттәр менән үҙенең килешмәүе тураһында әйтә. Х. Мөслимиҙең Аҡһаҡ Тимерҙе маҡтауына ҡаршы сығып, Аҡһаҡ Тимер Болғарҙа йәшәгән халыҡҡа тик һәләкәт һәм ҡайғы-хәсрәт килтерҙе, ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы емерҙе, ти. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Ғ. Соҡорой Х. Мөслимиҙе Әхмәт Йәсәүи хөрмәтенә Төркөстанда “астана” төҙөткән Аҡһаҡ Тимерҙе маҡтаған өсөн ҡаты тәнҡитләй һәм “анда кәшәнә төзөгәнче, Болғарға бер мәдрәсә салып китсә, әллә ничә мең мәртәбә артыҡ булыр иде”, ти. Бында яҙыусының суфыйсылыҡ хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыға мөнәсәбәте һәм мәғрифәткә ҡарашы йәнә бер тапҡыр сағылып ҡалған. Дүртенсе бүлектә Ғ. Соҡорой Уралдың, Россияның географик урынын, тәбиғәтен тасуирлай. “Рөбөғи мәскүн бәйәне” исемле бүлектә лә ул география буйынса үҙенең күргән-белгәндәрен һүрәтләүҙе дауам итә һәм башҡа ерҙәр, сит илдәр тураһында бер нәмә лә белмәгән наҙан муллаларҙан көлә. Алтынсы бүлектә башҡорт, татар уҡымышлыларының тормошонан ғибрәтле ваҡиғалар килтерелә, һуңғы бүлектә Ғ. Соҡорой XIX быуат татар тарихсыһы Хөсәйен Әмирхандың “Тәуарихи Болғария” (1883) исемле китабын шәрехләй, төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индерә. Был бүлек — Башҡортостан һәм Татарстан территорияһындағы уҡыу-уҡытыу үҙәктәре, танылған әҙиптәр тураһында яңы мәғлүмәттәре булыуы менән ҡиммәтле. Тәуарих әҙиптең бөтә ижады менән бәйле. Текста “Ҡафият әл-аҫар”, “Әғләм һади” (“Күренекле кешеләр”), “Шәмғ әз-зия”, “Жәмиғ әл-леуа”, “Ағъяны мази” (“Үткән замандың абруйлы кешеләре”), “Нәсим әс-саба”, “Диба-жаи Фаиза” (“Фаиза китабына инеш”) кеүек ҡулъяҙма һәм баҫма китаптарға һылтанмалар күп. Шулай уҡ “Мәдхе Ҡазан” әҫәре һәм Т. Ялсығолдоң “Тарихнамә-и болғар” китабының Ғ. Соҡорой тарафынан эшләнгән күсермәһе менән идея-тематик бәйләнеш күҙәтелә. Шулай итеп, “Тәуарихи Болғария...” яҙыусының дөйөм ижады аша үткән, һәммә әҫәрҙәрен бер епкә төйнәгән ҡомартҡы булып ҡабул ителә. Ул әҙиптең донъяға ҡарашын тағы ла тәрәнерәк өйрәнеүгә һәм ижади эволюцияһын эҙмә-эҙлеклерәк күҙәтеүгә киң мөмкинлектәр аса. Әммә ҡулъяҙманың фәнни әһәмиәте бының менән генә сикләнмәй. Уның туҡымаһында башҡорт тәуарих яҙмаларының төп сығанаҡтары, традициялары, халыҡтың ауыҙ-тел ижады һәм яҙма әҙәбиәт менән бәйләнеше сағылыш тапҡан. Уны өйрәнеү уҙған быуаттарҙағы башҡорт прозаһының ҡайһы бер үҙенсәлектәрен асыҡларға, йәшәү рәүешен төҫмөрләргә ярҙам итә һәм XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеш стадияһын аҙмы-күпме күҙ алдына баҫтыра. Беҙҙең көндәргә Ғ. Соҡоройҙоң йәнә бер төр ҡулъяҙмалары — әҙәби әҫәрҙәре кеүек үк, образлы һәм нәфис тел менән яҙылған хаттары килеп еткән. Улар әҙиптең көндәлек тормошо, дуҫ-иштәре һәм ижади бәйләнештәре тураһында бай мәғлүмәт һаҡлай. Бына Петербургта йәшәүсе Хәмиҙулла Хәлитов ахунға 1879 йылдың август айында яҙған хатынан өҙөк: “...Хикәйәт. Безнең монда башҡорт арасында бер ҡисса бар: “Бер кешегә миһман килер. Ул кешенең хатуны боламыҡ болғатып килтерер. Ата төйөрлөрәк булған сәбәпле, төйөрөне чүпләп алып ҡалыр, һаман ҡунаҡҡа салтурмыш тәғәмендә дә төйөре күп булыр. Ал-ҡисса, хужа булған кеше миһман илә тамам идегендә: “Бән боламыҡның төйөрлөсен сейәмен”, — димеш. Бәҫ. Боламыҡны пешергүче хатун: “Бәй, алаймы?! Әгәр дә алай булса, монда йәнә төйөрләр бар иде”, — диеп, бер чүмеч төйөрле боламыҡ илтеп салыр”, — димешләр. Шуның кеби, бән ғажиз да бер мәртәбә сәләм хатларымыз эченә назым — төйөрле назымларум да — салып идем... Аларны алып ташладым да урынына “Хажнамә” исемле тәхрирләремнең бер ҡыҫҡа чернауай эшне ебәрмәк буламыз. Әгәр дә яраса, һәдиә булсын диеп...”. Шуныһы характерлы, хаттарында яҙыусы рус лексикаһын сағыштырмаса йыш ҡуллана. Мәҫәлән, Ҡаҙанда йәшәүсе мулла Ғәбделкәрим Юнысовҡа 1884 йылдың май айында яҙған хатында “копия”, “губерния”, “резервный”, “пехотный” һәм башҡа рус һүҙҙәре осрай. Ғүмеренең һуңғы йылдарында әҙип рус графикаһында ла яҙырға өйрәнгән. Улы Ғарифулла батша армияһында хеҙмәт иткән саҡта уға ебәргән хаттары — бының асыҡ дәлиле. Ғ. Соҡорой байтаҡ әҙиптәр һәм ғалимдар менән ижади бәйләнеш тотҡан: хаттар яҙышҡан, ҡунаҡҡа йөрөшкән, шиғри бәйгеләрҙә ҡатнашҡан, тәжрибәле шағирҙарҙан әҫәрҙәрен баһалатҡан. Ул күренекле татар мәғрифәтсеһе Ҡәйүм Насыри менән дә яҡындан таныш булып, Ҡаҙанға барған саҡтарында һәр саҡ уға инеп сығыр, аҡыллы кәңәштәрен тыңлар, әҙәбиәт һәм ижад тураһында фекер алышыр булған. Был хаҡта Ғ. Кейековтың Ҡ. Насыриға арналған мәҡәләһендә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. Ғ. Соҡорой ифрат бай һәм күп яҡлы, төрлө жанрлы һәм тематикалы, шул уҡ ваҡытта шаҡтай ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы сәсмә һәм теҙмә формала ижад ителгән ҙур-ҙур күләмле әҫәрҙәр ҡалдырған, уның шиғырҙы поэтик илһам менән түгел, ә күберәк аҡыл менән яҙыуы күренеп тора. Был йәһәттән уның ижад лабораторияһы бик ҡыҙыҡлы. Шағир күпселек шиғри әҫәрҙәрен тәүшихлап, йәғни шиғри юлдарҙың тәүге һүҙҙәренең беренсе хәрефтәрен тәртип буйынса йыйғанда, йә үҙенең, йә был әҫәр арналған кешенең исеме, атаһының исеме сығырлыҡ итеп төҙөй. Оҙонораҡ әҫәрҙәрҙә был кешенең хатта кем булыуы, ҡайҙа йәшәүе, шөғөл-ҡылығы, ҡатыны, бала-сағаһы, шәжәрәһе теҙеп сығыла. Шағирҙың ҡулъяҙма архивынан күренеүенсә, ул быны түбәндәгесәрәк атҡарған. Иң элек строфа аҙағындағы рифмалашып килеүсе һүҙҙәр, шунан теләгән һүҙ килеп сыҡһын өсөн тәүшихлап, юл (йәки строфа) башындағы һүҙҙәр яҙып сығыла, тик шунан һуң ғына әҫәрҙең урта өлөшө “тултырыла”. Шундай юл менән “мулла Мөхәммәдғәли Чоҡорой” һүҙе, “Мәдхе Ҡазан” әҫәрендә, мәҫәлән, һигеҙ тапҡыр ҡабатлана . Ә Ниғмәтулла Биктимеровҡа арналған мәрҫиәһендә иһә ишандың исеме, атаһы, ауылы, ғәрәпсә доға, авторҙың үҙенең исеме һәм шәжәрәһе бирелә. Был әҫәр ингән ҡулъяҙма мәжмүғәнең “Ҡафият әл-аҫар” (“Рифмалы әҫәрҙәр”) тип аталыуы ла унда тупланған әҫәрҙәрҙең ниндәйерәк характерҙа булыуына ишаралап тора. Хатта айырым даталарҙы ла шағир, ғәрәп графикаһындағы һәр хәрефтең ниндәй ҙә булһа һанды белдереүенән сығып, төрлө ғәрәп һүҙҙәре менән бирә. Шәмсетдин Зәкиҙең вафаты, мәҫәлән, 1281-ҙе белдергән (һижри буйынса) фариғ (ф— 80, а—1, р—200, ғ—1000; йәғни 80—1—200— 100—1281) һүҙе менән, ә “Китаб әл-әсмә” әҫәренең аҡҡа күсерелеп бөтөү йылы милади буйынса “хажи тархан” (х—600, а—1, ж—3, т—400, а—1, р—200, х—600, а—1, н —50) һүҙе менән бирелгән. Шиғри әҫәрҙәрҙе был рәүешле биҙәү, алдан ҡоролған ҡалыпҡа яраҡлаштырырға тырышыу, һүҙ уйнатыу менән мауығыу, әлбиттә, уларҙың художестволылығына зыян итмәй ҡалмаған. Поэтик фекерҙең тарҡаулығы, образлыҡтың тоҡослоғо, логик эҙмә-эҙлелектең етешмәүе, әҫәрҙәргә һалынған мәғәнә йөкмәткеһенең һайлығы ла ошоноң менән, йәғни форманы беренсел, йөкмәткене икенсел итеп, йөкмәткене формаға буйһондороп ҡарау менән аңлатыла. Шул уҡ ваҡытта шиғыр яҙа белеүҙе үҙе бер сәнғәт итеп ҡараған Соҡоройҙоң телгә бай булыуы, шиғыр төҙөлөшөн, шиғри әҫәрҙәрҙең “анатомияһын” камил үҙләштергән шағир булыуы, уның робағи, мәснәүи кеүек шиғыр төрҙәрен”дә бик яратып һәм оҫта ҡулланғанлығы ла күренә. Әҙиптең яҙма мираҫында боронғо төрки поэзияһынан килгән шиғри формалар ҙа бар. Мәҫәлән, “Жәмиғ әл-леуа” (“Байраҡтар йыйыны”) һәм “Манзумати Ғәлиә” китаптарына индерелгән байтаҡ шиғырҙары мөрәббә формаһына ҡоролған. Был форма, билдәле булыуынса, а — а — а — б, в — в — в — б, г — г — г—-б схемаһы рәүешендә рифмалашҡан дүрт юллыҡ строфаларҙан ғибәрәт һәм Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуани лөғәт әт-төрк” (XII б.), Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ” (XIII б.) китабы кеүек атаҡлы шиғри йәдкәрҙәрҙә һәм Әхмәт Йәсәүи менән Сөләймән Баҡырғани һымаҡ суфый шағирҙар ижадында актив ҡулланылған. Ғ. Соҡорой әҫәрҙәренә инеш һүҙҙәрҙе, һәр төрлө аңлатмаларҙы һәм иҫкәрмәләрҙе ғәрәпсә биргән. Ҡайһы бер шиғырҙарын иһә саф фарсы телендә ижад иткән. Ләкин күп телдәрҙе камил белеү уның төркисә яҙған әҫәрҙәренең телен ныҡ сыбарлаған, ваҡыт-ваҡыт улар ғәрәп, фарсы телдәре менән таныш булмаған кешегә бөтөнләй тиерлек аңлашылмаҫлыҡ хәлгә килә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: шағирҙың анығыраҡ ҡарашлы, донъяуираҡ мотивлы әҫәрҙәренә был ҡағылмай тиерлек — улар хәҙерге заман уҡыусыһына ла еңел аңлашылып торған телдә яҙылған. Был йәһәттән “Мәдхе Ҡазан”, айырыуса — “Хажнамә”, “Тәуарихи Болғария” әҫәрҙәре, шәжәрәләре айырылып тора. Донъяуи йөкмәтке үҙенә ярашлы форма талап иткән. Шулай итеп, Ғәли Соҡорой, XIX быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостан ерлегендә киң тамыр йәйгән суфыйсылыҡ идеологияһының һүнә барып, ижтимағи үҫештең “дөйөм яңырыу” дәүеренә аяҡ баҫҡан, йәғни ошо осор идеологияһы булараҡ мәғрифәтселектең моронлап сыҡҡан осоронда ижад итте. Донъяға ҡараштары суфыйсылыҡ идеологияһы тәрбиәһендә формалашһа ла, ижтимағи тормошта барған демократлашыу процесы уға ла тәьҫир итмәй ҡалмаған: Соҡоройзоң шаҡтай бай әҙәби мираҫы, тик суфыйсылыҡ рамкаларында ғына сикләнеп ҡалмайынса, реаль ысынбарлыҡҡа, үҙ заманында булып ятҡан ижтимағи үҙгәрештәргә иғтибарҙы көсәйтеүе, донъяға, ер тормошона ябай кеше күҙлегенәнерәк сығып ҡарарға ынтылыуы, дини фанатизмды кире ҡағып, ғилем-мәғрифәт үҫешен, техник прогресты данлауы менән дә, гражданлыҡ позицияһының, эстетик идеалдың анығыраҡ төҫмөрләнеүе йәһәтенән дә артабан гөрләп үҫеп китәсәк демократик йүнәлештәге мәғрифәтселек әҙәбиәтенә күсеүҙә бер аҙым булды. (Ә. Вилданов, М.Нәҙерғолов) 1990 й.