Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ғәли Ибраһимов (1919-1989)

Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов 1919 йылдың 16 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. Башланғыс мәктәпте шул Стәрлетамаҡ ҡалаһында тамамлай. Утыҙынсы йылдарҙың башында Ишембай нефте асылғас, ата-әсәһенең күсеп китеүе сәбәпле, артабанғы уҡыуын яңы урында дауам итә. 1935 — 1937 йылдарҙа ул «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра башлай.

Ғәли Ибраһимов 1939 йылда армия сафына алынып, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән наградлана.

Һуғыш тамамланғас, Ишембайға ҡайтып, нефть техникумында инглиз теленән уҡыта, унан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь вазифаларын үтәй. Шул йылдарҙа ул, ситтән тороп, педагогия институтын тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәүҙә Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында уҡый. 1959 йылдан алып «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары булып эшләй.

1956 йылда уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында яҙылған «Бер полк кешеләре» исемле тәүге романы баҫылды.

Һуңғы йылдарҙа ул бик күп хикәйәләр, очерктар һәм повестар менән бер рәттән «Умырзая» тигән романын баҫтырып сығарҙы. 1977 йылда яҙыусыға ҙур билдәлелек килтергән «Кинйә» тарихи романының беренсе китабы, 1987 йылда икенсе китабы баҫылып сыҡты.

1989 йылда 70 йәшендә оло яҙыусының йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

ЯҘЫУСЫНЫҢ БАШ КИТАБЫ Йәш айырмаһы яғынан Ғәли Ибраһимов миңә туғыҙ йәштән артыҡ өлкән ағай кеше. Уның менән яҡшыраҡ танышып яҡын фекерҙәштәр булып китеүебеҙ Ғәли ағайҙың “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп йөрөгән алтмышынсы йылдар башына ҡарай. Әҙәби тәнҡитсе булараҡ әҙәбиәткә аяҡ баҫҡан, яҙыусылар менән тығыҙ аралаша башлаған һәм редколлегия ағзаһы сифатында редакция ултырыштарында даими ҡатнашҡан был осоромда башта бүлек мөдире, аҙаҡ яуаплы секретарь булып эшләгән Ғәли Ибраһимов үҙ вазифаһын еренә еткереп башҡарыуы, йыйнаҡлығы, ҡәләмдәштәренә, йәштәргә хәстәрлекле мөғәмәләһе менән үҙенә ныҡ ылыҡтырҙы. Ул тора-бара ижади дуҫлыҡҡа әүерелде. 1967 йылда дача һалдырыу мәшәҡәттәре менән юлдаш, һалып ингәс, ултырҙаш, йыш әңгәмәләш булған оҙайлы йылдарҙа мин Ғәли Ибраһимовты тормош тәжрибәһенә бай һәм шунса аҡыл йыйған, күпте күргән, ғилемле һәм мәҙәниәтле шәхес икәнлеген тәрәнерәк аса барҙым. Тормош юлын барлап ҡараным: Стәрлетамаҡта эшсе ғаиләһендә тыуған, Ишембай нефтен үҙләштереү ваҡытында шунда күскәндәр, эшсе йәштәр мәктәбен тамамлаған, Өфө рабфагында уҡыған, педагогия институтына ингән. 1939 йылда армияға алынған, Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын кискән, Германияның үҙенә үк барып еткән, бер нисә ҡат яраланған; оло яуҙан һуң уҡытыу, журналистика хеҙмәтенә тотонған. Яҙыусы булып танылғас, Мәскәүҙә ижади союздың юғары курсында һабаҡ алған... Бындай биографияһы, бер ҡарағанда, әллә ни бик иҫ китмәле түгел кеүек: ҡорҙаш ҡәләмдәштәренә уртаҡ яҡтар тиерлек. Хикмәт, күрәһең, күберәк рух биографияһында. Ижадына бағам: бик иртә шиғриәткә тартылған, 1940 йылда һабаҡташы Әхмәт Шакири менән бергәләп “Бәхетле ғүмер” исемле шиғырҙар йыйынтығы сығарған. Унан Ватан һуғышы фронттары, яуҙан һуң журналистика эшенә сумыу арҡаһында әҙәби эшкә ваҡыты етмәгән. Уның ҡарауы, күпме тормош, яу, эш-һөнәр, аҡыл, ҡәләм сарлау тәжрибәһе тупланған. Ижади түл йыйыла йөрөгән. Ул түлдең бер өлөшө 1956 йылда нәшер ителгән “Бер полк кешеләре” исемле романы булып һынланды. Кескәй шиғыр китабы түгел — роман бит. Ҙур эпик әҫәр. Унда авторҙың фронт юлы, күпме күргәндәре, кисергәндәре һалынған. Шулай ҙурҙан ҡупты ул алғы ижадында. “Бер полк кешеләре” романы Ғәли Ибраһимовты инде өлгөргән прозаик итеп танытты. Роман Бөйөк Ватан һуғышы темаһын башҡорт әҙәбиәтендә киң эпик планда һүрәтләгән тәүге ҙур әҫәрҙең береһе булыуы менән дә әһәмиәтле. Һәр хәлдә, дары еҫен еҫкәмәгән беҙ йәшерәктәр ул романды мауығып уҡыныҡ. Ғәли ағай Ибраһимов артабан “Дуҫтар илендә”, “Дуҫтар сафында” юлъяҙма китаптары, “Йәшен ташы”, “Иҙел егете Илғужа” повестары, байтаҡ хикәйәләре менән ижади һәләтенең төрлө яғын һәм жанр төрөн аса барҙы. “Иҙел егете Илғужа” турист яҙмалары аша Иҙел буйы тәбиғәтенең күркен, автор үҙенең романтик рухын, йүгерек тел, стиль матурлығын, тасуир маһирлығын дәлилләп беҙҙе, күпме китап һөйөүселәрен һөйөндөрҙө. Тәбиғәттә, тормошта күҙгә бигүк салынып бармаҫ серлелек, мажаралыҡ күренештәренең йәшенеп ятыуын оҫта һүрәтләп тә ҡыуандырҙы. Ә инде “Умырзая”, “Ай битен йыуғанда” романдары менән дилогия хасил итеп, ул тағы киңерәк эпик яҫылыҡтарға сыҡты. Былар барыһы ла Ғәли Ибраһимовтың тормош һәм ижад тәжрибәһенең өлгөрөп еткән емештәре ине. Бер килке, самалауымса, етмешенсе йылдарҙың башында Ғәли Ибраһимов тынып ҡалғандай булды. Шунан алдараҡ мин “Ағиҙел” журналына “Батыршаның батшаға яҙған хаты” тигән бер тарихи очерк биргәйнем, ул журналдың 1970 йылғы 10-сы һанында баҫылып сыҡты һәм уҡыусылар, йәмәғәтселек араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шуғаса тағы XVIII быуат тарихыбыҙҙағы икенсе бер ҙур һәм ҡатмарлы яҙмышлы тарихи шәхес Ҡараһаҡал батыр тураһындағы очеркымды яҙғайным. Быныһын редколлегияла тарихсыларҙы саҡырып тикшергәндә төрлө ҡаршылыҡлы фекер тыуҙырғанлыҡтан баш редактор Әсхәт Мирзаһитов журналда баҫтырырға ҡурҡты. Очеркым редакция архивында ятып ҡалды. Ошо осорҙарҙа Ғәли Ибраһимов менән Башҡортостан, башҡорт халҡының тарихы тураһында йыш фекерләшер, айырыуса XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдары тураһындағы әҙәбиәт, сығанаҡтар менән таныштырышыр ҡәләмдәштәр булып киттек. Уның “Кинйә” романын яҙырға тарихи материалдар йыйып, өйрәнеп, шулар хаҡында уйланып йөрөгән тынғыһыҙ йылдары ине. Был бик ҙур ижади уй-ниәтен башта бүтәндәргә бигүк сисеп тә барманы ул. “Әллә килеп сыға, әллә юҡ”, тип икеләнде микән, белмәйем. Улай тиһәң, ул миңә рәхмәт йөҙөнән бер серен һәм шиген систе. “Минең был темаға тотоноп китеүемдең сәбәбе һин бит, һинең “Ҡараһаҡал хаҡында һүҙ” тарихи очеркың булды, — тине ул. — Тик һинең ҡулъяҙмаңды Әбүбәкер Усманов туҙҙырып ташлаған шикелле, минең яҙаһы ҙур нәмәмде лә шулай итмәгәйҙәре, тип ҡурҡам”. Ғәли Ибраһимовтың шиге хаҡ ине, сөнки ул заманда әле башҡорт восстание-ихтилалдарын рәсми тарих фәнендә реакцион хәрәкәт тип нарыҡлайҙар ине. Был проблемаға тарихи объектив һәм яңы ҡараштан ҡарарға теләгән тарихсыны йәки яҙыусыны киҫкен тәнҡит һәм фашлау көтә торғайны. Хәйер, Ғәли ағайҙың романы 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тураһында буласаҡ, уның төп ҡаһарманы булып Емельян Пугачевтың иң яҡын ярҙамсыһы һәм идеологы Кинйә Арыҫланов торасаҡ, — бының ыңғай баһаланыуына шик-фәлән юҡ. Әммә авторҙың миңә һөйләүенсә, тарихты ул төптәнерәк, XVIII быуат башы һәм уртаһындағы Алдар, Күсем, Бәпәнәй, Ҡараһаҡал, Батырша башлығындағы башҡорт баш күтәреүҙәренән башламаҡсы, бала һәм үҫмер Кинйәнең ошо яуҙарҙы күреп йәки ишетеп үҫкәнен, уның аңына һәм йөрәгенә азатлыҡ өсөн көрәш орлоҡтарының нисек һалыныуын, рухи сынығыуын эҙлекле күрһәтмәксе. Романының беренсе китабын яҙырға әҙерләнеү осоронда, аҙаҡтаныраҡ та, Ғәли ағайҙың үтенеүе буйынса, уға XVIII быуаттағы Башҡортостан тарихы, башҡорт ихтилалдары хаҡында байтаҡ сығанаҡтарҙы, мөһим тарихи документтарҙы табып бирештем, үҙемдә булған китаптарҙы бирҙем. Мин уға, гүйә, үҙемсә бер фәнни консультантҡа һәм ҡәләмдәш ярҙамсыға әйләндем. Беренсе һәм икенсе китаптарын яҙыу барышында теге йәки был тарихи мәсьәләләр, документтар буйынса минең менән кәңәшләшә торҙо, асыҡланып етмәгән факттарҙы, исемдәрҙе аныҡлатты. “Кинйә” романының “Тапалған йәйләү” исемендәге беренсе китабы, хәтерем яңылышмаһа, 1975 йылда яҙылып бөттө. Уның ҡулъяҙмаһын ҡәләмдәштәренән иң беренсе булып уҡып сыҡҡан һәм башлап хуплаған мин булғанмындыр, моғайын. Танышҡан бүтәндәр ҙә ҡуш ҡуллап хуп күрҙеләр. Әммә ләкин әүәлге шик-шөбһәләр ҙә раҫҡа сыҡты. Тарихсылар араһынан икеле-микеле әйтеүселәр булған. Иң яманы, ата тарихсыбыҙ Әбүбәкер Усманов ҡулъяҙмаға кире рецензия яҙған, ишетеүемсә, тарихи хәҡиҡәтте боҙоусы бындай китапты баҫтырып сығарырға ярамай тигән. Шул арҡала романдың беренсе китабын нәшер итеү мәсьәләһе оло хәүеф аҫтында ҡалды йәки был эш күпкә тотҡарланды. Тарихсыларҙан төрлөһөн көтөргә була ине, ләкин мин был саҡлы уҡ булыр тип һис уйламағайным. Үҙе байтаҡ ҡаңғырып йөрөгәндән һуңмы йә бүтән юлдарын эҙләп йөрөпмө, Ғәли Ибраһимов миңә килеп, Әбүбәкер Усманов яҙған бик оҙон рецензияны уҡытты. Рецензент, хәҙер хәтеремдә ҡалыуынса, 1735 — 1739 йылдарҙағы, 1740 йылғы Ҡараһаҡал етәкселегендәге восстаниеларҙы реакцион, феодаль йүнәлештәге хәрәкәт тип тиҫкәре мөһөр һуҡҡан; ҡайһы бер бүтән тарихи ваҡиғалар, факттар дөрөҫ бирелмәгән, тарих боҙоп күрһәтелгән тип ҡаты бәйләнгән. Әгәр ҙә төҙәтеп, ҡулъяҙманы китап итер хәлгә килтерергә булһа, яҡшы белгес тарихсының кәрәклеге, уның ярҙамынан башҡа бер ни эшләп булмаҫы ҡат-ҡат әйтелгән һәм аҙаҡта төп тел төбө атап уҡ бирелгән; китапҡа, йәнәһе, ярҙамсы автор кәрәк, ә уға Ә. Усманов үҙе булырға әҙер. Әҙме-күпме — фәҡәт шулай! Бына ҡайҙа ята бит тиҫкәре рецензияның әсе тоҙо. Ғәли ағайға мин шундайыраҡ кәңәш бирҙем: бының ниндәй маҡсат менән яҙылған тенденциоз рецензия икәне ҡысҡырып тора. Уны кире ҡағыу өсөн Яҙыусылар союзынан беҙҙең институтҡа рәсми хат алып кил, институтта беҙ, әҙәбиәтселәр һәм тарихсылар, бергә әҙәбиәт секторында ҡулъяҙманы тикшерәйек һәм хаҡ баһаны рәсми рәүештә бирәйек, тинем. Ул шулай эшләне лә. Беҙ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында “Кинйә” романының беренсе китабы ҡулъяҙмаһын уҡып ентекләп тикшерҙек, абсолют күпселек ҡулъяҙманы ыңғай баһаланы һәм китап итеп баҫып сығарыуға тәҡдим итте. Институттағы был тикшереүҙең тулы протоколын һәм ҡарарын Башҡортостан Яҙыусылар союзына ла, Башҡортостан китап нәшриәтенә лә ебәрҙек. Шулай итеп, ҡайһы бер тарихсыларҙың яман уй менән яҫҡыныуынан “Кинйә” романының беренсе китабын һаҡлап ҡалдыҡ һәм уның донъяға сығыуын тәьмин итештек. Институт әҙәбиәтселәренең был төплө фекере һәм ҡарары “Кинйә” романының икенсе китабының иһә һис бер тотҡарлыҡһыҙ нәшер ителеүенә лә иркен юл асышты. Беренсе китабы, ниһайәт, 1977 йылда донъя күрҙе. Яҙыусылар союзының 1978 йылдың 16 мартындағы дөйөм йыйылышында яһаған докладымдың ҡуйын дәфтәремдә тезистары һаҡланып ҡалған. Шунда “Кинйә” романы тураһында тәүге һүҙҙе әйткәнмен. Бына шуның бер нисә схематик тезисы: “1977 йылда ваҡиға булырҙай бер әҫәр майҙанға килде, ул — Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” романы. Ниһайәт, беҙҙә тарихи роман тыуҙы тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ хәҙер. Романдың яңылығы: тематикаһы, образдары. Заман һулышы. Төрлө социаль типтар. Тарихты киң иңләү. Тел-стиль үҙгәлеге. Ваҡиғалар ағышын көсөргәнешле алып барыу оҫталығы, ситуациялар ҡырҡыулығы. Әлбиттә, әҫәрҙең йомшаҡ яҡтары ла юҡ түгел...” (10-сы бит). Өс китапҡа иҫәпләнер “Кинйә” романы Ғәли Ибраһимовтың баш китабы булараҡ, уға тулыраҡ туҡталыуҙы бер бурысым һанайым был иҫтәлек яҙмамда. “Кинйә” эпопеяһы Ғәли Ибраһимов ижадының йөҙөк ҡашы ул. Яҙыусы уға асылып киткән талантының ҡалған 18-20 йылын бағышланы. Үҙ ижадына аҫыл яҙма һәйкәл һалды. Улай ғына түгел, ул башҡорт әҙәбиәтенә тарихи романдың ниндәй булырын билдәләр классик бер өлгөһөн тыуҙыра алды тиер инем мин. Быны бер аҙ дәлилләп үтәйек. “Тапалған йәйләү” беренсе китабы Башҡортостан тарихының XVIII быуаттың тәүге яртыһындағы ҡаты яулы һәм даулы, ирек өсөн көрәштә дан алған яҡшатлы йәки, киреһенсә, яуызлыҡтары менән яманатлы тарихи шәхестәргә шаҡтай ишле егерме йыллап осорон үҙ эсенә ала. Бындай тарихты тарихсы ғалимдың аңлатыуы һәм баһалауы бер эш, ә тарихи хәл-ваҡиғаларҙы йәнле һәм ышандырғыс итеп һүрәтләп биреү яҙыусы өсөн үҙенсә шөғөл — сәнғәт эше. Яҙыусыға бында ҡоро документтар, цифрҙар, даталар, хатта айырым ҡыҙыҡлы, ғибрәтле мәғлүмәттәр генә етмәй, уларҙы шул заман тормошондағыса күҙ алдына тереләй баҫтырыу мөһим. Ғәли Ибраһимов һүрәтләгән заман — Петр Беренсе, Елизавета Петровна, Екатерина Икенсе батшалар, батша-бикәләр, эре дворяндар заманы. Шул уҡ ваҡытта халыҡ азатлығы көрәшенә күтәрелгән Пугачев һәм Радищевтар, фән һәм техника прогресын тиҙләткән Ломоносов һәм Рычковтар заманы. Башҡортостан тарихы өсөн ул, өҫтәүенә, генерал-губернатор Перовский, Неплюев, мырҙа Тевкилев (Тәфтиләү), кенәз Урусов ише яуыздар заманы. Шулай уҡ заводсы башҡорт Исмәғил Тасимовтар, нефтсе Уразметовтар, ирек яулап яу сапҡан Алдар, Аҡай, Күсем, Ҡараһаҡал, Батырша, Кинйә, Салауаттар ише батырҙар заманы. “Кинйә” романында ана шундай тарихи шәхестәр индивидуаль һыҙатлы образ һәм социаль тип, характер булараҡ оҫта кәүҙәләндерелә, замана бөтә ҡатмарлығы һәм ҡаршылыҡтары менән күҙ алдына баҫа. “Ысын тарихты тарихсы түгел, яҙыусы яҙа”, ти М. Горький. Хикмәт шунда, яҙыусы бөтә факттарға хәрәкәтсәнлек, тормошсанлыҡ бирә, персонажға йән өрә, заман атмосфераһын тыуҙыра. Ғәли Ибраһимов романында документ һәм хыял, тарихи дөрөҫлөк һәм художество дөрөҫлөгө тығыҙ берегә. Заман атмосфераһын сағылдырыу өсөн Ғәли Ибраһимов документаль материалдарҙан тыш XVIII быуаттағы ысынбарлыҡты, башҡорт халҡының шул замандағы көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын дөрөҫ һәм күргәҙмәле итеп тасуирлауға өлгәшә. Ул шул саҡтағы кейем-һалымдың, аш-һыуҙың, ҡорал-ҡорамалдың, йорт-йыһаздың, эш-һөнәрҙең үҙенсәлектәрен дә нескә тоя һәм тасуирлап күрһәтә белә. Былар яҙыусы өсөн үҙҙәре бер художестволы этнографик тасуир, заман йөҙө. Заманды төҫмөрләүҙә тел, һөйләү рәүешенең роле ифрат ҙур. Был өлкәлә Ғәли Ибраһимов тел маһирлығына эйә. Ул заман һулышын тойҙорорлоҡ, шул замана һөйләү манераһын, телмәр хосусиәттәрен тойорлоҡ тел-стиль сараларын, лексиконды, стилистик алымдарҙы тапҡан. Автор хәҙер архаизмға әйләнгән йә тамам онотолған һүҙҙәрҙе лә тейешле урында балҡытып ебәрә, халыҡтың тел биҙәге — тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр менән иркен эш итә. Йыйып әйткәндә, “Кинйә” романы башҡорт әҙәбиәтендә тарихи романдың юғары кимәлдәге бер үрнәге ул. Бында тарихи, социаль, иҡтисади, этнографик, фольклор, сәнғәти күренештәр тормоштағыса тығыҙ берегеп бер бөтөн художестволы сағылыш юғарылығын алған. “Кинйә” романының икенсе китабында тарихи хәл-ваҡиғалар 1773 йылда башланыр Крәҫтиәндәр һуғышына килеп терәлә генә әле. Тимәк, өс китаптан торор романдың өсөнсө китабы яҙылмай йәки яҙыла башлап ҡына ҡалды. Икенсе китабы өҫтөндә эшләү барышында Ғәли Ибраһимов менән дачала осрашҡан һайын ҡайһы осор тарихи ваҡиғаларына етеүе, әҫәрҙең үҙәк ситуациялары тураһында белешер инем. Ул, әлбиттә, үҙенең һаулығы ҡаҡшағанын, ижад кәренең кәмей барғанын тоя ине, ләкин артыҡ һыр биреп тә барманы, үҙен ғорур һәм ваҡар тотто. Мин уны әҙерәк сәмләндерер өсөн бер үк фекерҙе йыш ҡабатлай башланым: “Ғәли ағай, романыңды алыҫтан, төптән башланың, шуға хәҙер төп тарихи ваҡиғаларға Кинйәне Кинйә абыҙ, Кинйә батыр Арыҫланов иткән Крәҫтиәндәр һуғышына һаман килеп етә алмай йөҙәйһең. Элекке иркенлектең, иркен һулыштың ҡыҫыла барыуы ихтимал бит. Хатта өлгөрә алмаҫҡа мөмкин." Ул үҙ-үҙенә ышанғандай итеп: “Өлгөрәм мин, өлгөрөргә тейешмен! — тип әйтер ине. — Ул осор материалдарым тупланып бөткән, тәртипкә килтерелгән, уларға етһәм, яҙыу етеҙерәк китер төҫлө”, — тип өҫтәй торғайны. Оптимист кеше ине Ғәли Ибраһимов. Оло өмөттәр менән йәшәне, тауҙай эштәр башҡарҙы — эшләп бөтмәгәндәре лә тауҙай ятып ҡалды. Шул уҡ “Кинйә” романының өсөнсө китабының йыйған материалдары, яҙғылаған тезис, схема рәүешендәге өлөштәре, айырым фрагменттары, күсермәләр шундай. Һуңғы йылында ҡаты ауырыған сағында 21-се дауаханаға барҙым. Ғәли ағайҙың ныҡ бөтөрөнгәнен күреп йөрәктәрем өҙгөләнде. Һөйләр һүҙҙәрендә инде өмөтө юҡ, күҙҙәрендә генә сағылғандай ине. “Үкенес, романымды ғына ослай алманым”, — тине ул миңә асырғанып. Был юлы мин уға әҙ генә булһа ла йәшәү эликсиры тамыҙыу маҡсатынан: “Ғәли ағай, һинән сабыр кеше юҡ, романың һине һаҡлар, йән фәрештәң уға нөктә ҡуйылыр сәғәтте ҡурғайҙыр”, — тинем. Ҡәләмдәшем йөҙөнә саҡ ҡына йылмайыу ишаралары сығарғандай итте. Эстән мәңге бәхилләшкәндәй үтә моңһоу хушлаштыҡ. Ә мин юл буйы Ғәли Ибраһимов тигән фекерҙәш шәхесте һәм оло яҙыусыны уйлап ҡайттым. Ғәли Ибраһимов үҙе тормош, йәшәү, ижад хаҡында аҡыллы кәңәшсе булды миңә. Ул ысын мәғәнәһендә тәбиғәт кешеһе ине. Тәбиғәттә күпте белә, баҡса, сәскә үҫтерә, һәр терек йәнде йәлләй, ҡурсалай торған оло йән эйәһе. Ғәли Ибраһимов Башҡортостан тарихы, башҡорт халҡының яу һәм хеҙмәт юлы, көнкүреше, йолаһы, ижады буйынса бына тигән аяҡлы тарихсы булды. (Ғайса Хөсәйенов)