Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ғайса Хөсәйенов (1928)

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға. 1947 — 1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Гайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана. 1996 — 2000 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов “Ватандащ” журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М.Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыҡты.

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим Башҡортостан Республикаһы (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.

Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә.

Ғ. Хөсәйенов проза өлкәһендә лә эшләй. Бигерәк тә тарихи проза өлкәһендә ижады емешле. Әҙип “Ҡанлы илле биш” романын, “Алдар батыр Ҡиссаһы”, “Пугачев фельдмаршалы” повестарын яҙҙы.

Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, “Ағиҙел”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Ватандаш”, “Йәдкәр” журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы.

1956 йылдан бирле Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ҘУР ШӘХЕС, ҘУР ҒАЛИМ ҺӘМ ӘҘИП Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып арыу уҡ ваҡыт үтһә лә, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә бик ыжлап барманылар, ғәмәлдә әүәлге ҡалыпта эшләй бирҙеләр. Быны мәҫәлән, 1990 һәм 1991 йылдарға төҙөлгән тематик пландар бик асыҡ күрһәтә ине. Нәшриәт етәксеһе алмашынғас, яңылыҡтарға юл асылды, яны баҫмалар, яңы сериялар нәшер итеү ҡаралды. Әйтәйек, “Башҡорт халыҡ ижады” йыйылмаһының томдарын тулыһынса һәм “купюра”ларһыҙ сығарыу, Ҡөрьән-Кәримде донъяла һис күрелмәгән сифатта — төп нөсхәһендә, башҡортсала һәм транскрипцияла бер китап итеп биреү, Башҡортостан энциклопедияһын һәм роман-гәзит булдырыу кеүек киләсәктәге ҙур эштәрҙең нигеҙе 1990 йылда һалынды. Шул йылда “Арҙаҡлы шәхестәр тормошо” серияһын асыу ҙа ҡаралды, уны башлап ебәреү өсөн ҡулайлы әҫәрҙәр эҙләргә тотонолдо. Әлбиттә, бөйөк Салауатыбыҙҙан башлағы бик килгәйне лә, әммә Мирас Иҙелбаев үҙ хеҙмәтен яҙып бөтмәгәйне. Ниһайәт, табылды. 1991 йылдың йәйендә сыҡҡан китап — икенсе бер бөйөк шәхесебеҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тураһындағы әҫәр менән асылды ул яңы серия... Китаптың авторы ғалим һәм әҙип Ғайса Хөсәйенов икәнлеге уҡыусыларға яҡшы билдәле. Тап ошо арҙаҡлы ағайыбыҙ “Арҙаҡлы шәхестәр тормошо” серияһына ғәмәлдә нигеҙ һалыусы булды ла инде. Осраҡлы рәүештә түгел, хаҡлы рәүештә, сөнки заманында ул халҡыбыҙҙың данлы ҡаһармандары Алдар тархан Иҫәнгилдин (Исәкәйев), Бәҙерғол Юнаев, Исмәғил Тасимов хаҡында әҫәрҙәр ижад иткәйне, Ҡараһаҡал тураһында бәҫле һүҙ әйткәйне, Батыршаның батшаға яҙған хатынан сығып тарихыбыҙҙың бер битенә күҙәтеү яһағайны; Дауыт Юлтый, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш ижадтары буйынса монографиялар тыуҙырғайны. “Арҙаҡлы шәхестәр тормошо” серияһында тағы бер әҫәр — бөйөк Ризаитдин бин Фәхретдин хаҡында ла ҙур хеҙмәт баҫтырып, Ғайса Хөсәйенов әҙәбиәтебеҙҙең мөһим был йүнәлешен артабан үҫтереүгә һиммәтле өлөш индереп кенә ҡалманы, бәлки ошо йүнәлештең үҙәгендә тороусы фигура икәнлеген дә раҫланы. Ғөмүмән, Ғайса Хөсәйеновҡа ҡарата “башлаусы”, “яңылыҡтар индереүсе”, “асыштар яһаусы” йәки “ҙур фигура” тигән сифат билдәләмәләре бик таман. Ғалимлыҡ өлкәһендә булһынмы, әҙәбиәттә булһынмы. Мәҫәлән, фәндә ул археография һәм текстология кеүек Башҡортостан өсөн мөһим яны йүнәлештәрҙең башында торҙо һәм уның киң йәйелдерелеүенә күп көс һалды. Әҙәбиәттә иһә, әйтәйек, эссе һәм миниатюралар жанрын яңыса ҡараштар, яңы биҙәктәр менән байытып, үҙенсәлекле балҡытып ебәрҙе. Академик Ғайса Хөсәйенов — башҡорт донъяһында үҙе лә ныҡ таныҡлы, абруйлы шәхестәрҙең береһе. Уның меңгә яҡын ғилми эш, утыҙ самаһы китап менән билдәләнгән күп яҡлы ҙур ижады рухи тормошобоҙҙоң оло ҡаҙаныштары рәтенән. Филология аҡһаҡалының әҙәбиәт тарихын һәм ғилемен, әҙәби тәнҡитте һәм тарихи прозаны үҫтереүгә индергән өлөшө ифрат та тос, уны ҡапылда баһалауы ла ауыр. Ғалимдың һәм әҙиптең ижади ҡоласының киңлеге хаҡында уның мәғариф өлкәһендәге бәҫле эштәре лә асыҡ һөйләй. Һүҙ шәхестәр тураһында барғас, уны Ғайса ағай Хөсәйеновтың үҙе нисек аңлауын, күҙ алдына килтереүен белеп китеү ҡыҙыҡ булыр. “Тормош” тигән китабында былай тип яҙҙы ул: “Шәхес булып етешеү кешенең донъяға ҡараш системаһының, әҙәп, әхлаҡ принциптарының тамам нығынып, үҙ характеры, рухи натураһы асыҡланып етеү менән туранан-тура бәйле”. Был — һәр кемгә ҡағылышлы дөйөм билдәләмә, ләкин шәхестәр араһында ла айырма бар бит. Мәҫәлән, малсы ла, шағир ҙа — шәхестәр, әммә айырылалар бер-береһенән. Ғайса Хөсәйенов түбәндәге билдәләмәне бирә: “Ижади шәхес иһә донъяны, кешеләрҙе тәрән аңлауҙан уны сәнғәтсә аңлатып биреү юғарылығына күтәрелергә тейеш”. Академик ғалимдың һәм күренекле яҙыусының үҙе тап шундай ижади шәхес икәнлеген әйтеп тороу артыҡтыр, әммә бер нәмәне өҫтәп ҡуйырға кәрәк: Ғайса Хөсәйенов бик күп ижади шәхестәр араһында ла бер башҡа айырылыбыраҡ тора. Киңерәк ҡарашлы, үткерерәк зиһенле, егәрлерәк булыуы менән. Шуға ла матбуғатта тәүге тәнҡит мәҡәләһе баҫылғандан алып хәҙергәсә үткән ярты быуат самаһы ваҡыт эсендә күптәрҙе көнләштерерлек ғәйәт ҙур күләмдә эш башҡарырға, фәнде һәм әҙәбиәтте үҫтереүҙә оло ҡаҙаныштарға өлгәшә алды ул. Шуныһы тағы: яҙыу-архивтар, китапханалар, өҫтәл менән бәйле эш; уйланыу, анализ һәм һығымта яһар өсөн дә ваҡыт кәрәк, ә бит Ғайса Хөсәйенов, институттағы төп вазифаһынан тыш, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең ижтимағи тормошонда ла әүҙем ҡатнашырға ваҡыт таба. Был да ҙур шәхестәргә генә хас сифаттарҙың береһелер, моғайын. Ғалимдың тормош һәм ижад юлына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ. Был уның шәхес булараҡ йөҙөн асығыраҡ күрергә ярҙам итер. Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында тыуған. Ете йыллыҡты тамамлағас, колхозда эшләй, шунан Өфөләге мәктәп-интернатта уҡый. 1951 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге БДУ) тамамлай ҙа СССР Фәндәр академияһының Донъя әҙәбиәте институтына (Мәскәү) аспирантураға инә. 1954 йылдан Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй: ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире. Институттағы эш менән ҡатар әле “Ватандаш” журналы мөхәррире вазифаһын да атҡара. Кандидатлыҡ диссертацияһын 1954 йылда, докторлыҡты 1970 йылда яҡлай. Профессор. Башҡортостан Фәндәр Академияһының ғәмәли ағзаһы — академигы. Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм бер нисә миҙал менән наградланған. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ғайса Хөсәйенов күп йылдар Яҙыусылар союзы идараһы һәм “Ағиҙел”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдары редколлегияһы, юғары уҡыу йорттарында һәм фәнни учреждениеларҙа ғилми советтар ағзаһы булып тора. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия һәм Терминология комиссияһы ағзаһы ла булды. Яҙыусыларҙың тәнҡит һәм шиғриәт секцияларына етәкселек итте, әле лә секциялар эшендә әүҙем ҡатнаша. Мәскәүҙә, Ереванда, Ҡазанда, бүтән ҡалаларҙа үткәрелгән һәр төрлө конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһай, яҙыусылар ойошмаһы үткәргән саралар ҙа күп осраҡта уның ҡатнашлығында була. Башҡортостан Фәндәр академияһының президиумы ағзаһы Ғ. Б. Хөсәйенов ғилми кадрҙар әҙерләүгә һәм үҫтереүгә айырыуса иғтибар бирә. Уның етәкселегендә фән кандидаттары һәм докторҙары булып киткән ике тиҫтәнән ашыу кеше ғилми институттарҙа, юғары уҡыу йорттарында уңышлы эшләй. Заманында Ғайса Хөсәйенов республиканың төрлө тарафтарына, Рәсәй өлкәләренә тиҫтәнән ашыу археографик экспедиция ойошторғайны һәм уларға етәкселек иткәйне, һөҙөмтәлә бик күп яңы сығанаҡтар табылды һәм ғилми әйләнешкә индерелде, бик бай ҡулъяҙмалар (биш мең самаһы берәмек) фонды тупланды. Экспедициялар материалдарын өйрәнеү һәм эшкәртеү нигеҙендә республикабыҙҙа яңы фәнни йүнәлештәр булараҡ, үрҙә әйткәнебеҙсә, археография һәм текстология киң үҫеш алды. Академик ғалим Ғайса Хөсәйеновтың фәнни хеҙмәттәре филология өлкәһендәге ҡатмарлы күренештәрҙең асылына тәрән үтеп инеү, тәҡдим иткән концепцияларының үҙенсәлекле, төплө булыуы, файҙаланылған материалдарының байлығы менән айырылып тора. Уның эштәренә айырым-айырым туҡталып булмағанлыҡтан, береһенә генә ҡыҫҡаса күҙәтеү яһайыҡ. Ул — башҡорт әҙәбиәте тарихы, теорияһы һәм тарихи поэтика буйынса яҙылған монография, 1984 йылда “Быуаттар тауышы” исеме аҫтында донъя күрҙе. Автор, башҡорт әҙәбиәтенең XIII — XVIII быуаттарҙағы тарихының бөтөнләй тиерлек өйрәнелмәгәнлеген иҫәпкә алып, шул осор әҙәби күренештәренә тулы байҡау яһай, ул дәүер әҙәбиәтенең тәбиғәтен, ижад методын, тибын, стилдәрен, жанрҙарын, телен, этник һәм тарихи географик һыҙаттарын ентекле анализлай, боронғо әҙәбиәтте билдәләү критерийҙарын, принциптарын, терминдарын асыҡлау Һәм аныҡлау буйынса мөһим һығымталарға килә. Әлеге алты быуатлыҡ дәүер эсендәге төрлө легендаларҙы, ҡиссаларҙы, тарихи хикәйәттәрҙе, шәжәрәләрҙе, фольклор материалдарын, туарих яҙмаларын, сәсәндәр ижадын һәм эпистоляр жанр материалдарын, шулай уҡ төрлө фармандар, указдар, ғаризнәмәләрҙе энәһенән ебенәсә тикшереп, ғалим башҡорт әҙәбиәтенең йәшәү рәүештәрен билдәләй, үҫешен системалы өйрәнеү принциптарын тәҡдим итә, әҫәрҙәрҙең структураһы, композицияһы, идея-тематик йөкмәткеһе, жанр тәбиғәте, образдар системаһы һ. б. менән бәйле художество үҙенсәлектәрен асып бирә. Хеҙмәттә XIII — XVIII быуаттарҙағы башҡорт әҙәби бәйләнештәре ҙур иғтибар менән тикшерелә; материалдар аҙлыҡҡа ҡарамаҫтан, улар уңышлы дөйөмләштерелә һәм әҙәби бәйләнештәрҙең генетик, типологик аспекттары буйынса мөһим һығымталар яһала. Ғалимдың Урал-Волга буйы төрки әҙәби теле һәм боронғо башҡорт әҙәби теле проблемаларына ҡағылышлы күҙәтеүҙәре, асыштары, концепциялары шулай уҡ бик әһәмиәтле. Үрҙә Ғайса Хөсәйеновтың ғилми ҡараштарының киңлеге хаҡында әйтелгәйне. Был ҙур хеҙмәтендә лә ул күрһәтелгән дәүер менән сикләнмәй, башҡорт әҙәбиәте тамырҙарын тағы ла тәрәнерәктән юллай, йәғни XIII быуатҡа тиклемге әҫәрҙәргә, сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә. Был иһә башҡорт әҙәбиәтен мөмкин тиклем боронғораҡ күренеш итеп ҡарарға тырышыу тенденцияһынан түгел, бәлки тарихи ысынбарлыҡтың, тарихи хәҡиҡәттең төбөнә төшөргә ынтылыу ихтыяжынан килә, һәм ғалим беҙгә алыҫ-алыҫ замандарҙан килеп еткән ҡомартҡыларҙың халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәте менән уртаҡлығы мәсьәләһен ҡуя һәм объектив хәл итә. Китаптың бынан 13 йыл әүәл нәшер ителгәнен әйткәйнек. Уның ҡыҫҡартылған, ләкин күп фекерҙәре баҙыҡландырылған урыҫса баҫмаһы юғары уҡыу йорттары, училищелар, гимназиялар өсөн дәреслек сифатында 1996 йылда донъя күрҙе. Бында автор башҡорт әҙәбиәтен өс ҙур дәүергә — болғар осорона, ҡыпсаҡ һәм Рәсәй осорҙарына бүлеп өйрәнеүҙе тәҡдим итә, йәмғеһе һигеҙ быуаттан ашыу ваҡыт иҫәпкә алына. Үрҙә телгә алып үтелгән хеҙмәт, йәғни “Быуаттар тауышы” тип исемләнгән очерктар-яҙмалар фундаменталь монографиялар рәтенә инә, Ундай ҙур эштәре әҙ түгел Ғайса Хөсәйеновтың, һанап сығыуы ғына ла күп урынды алыр ине, беҙ урыҫсаһынан бер нисәүһен генә күрһәтеп китәйек: Алматыла 1969 йылда “Проблемы становления и развития башкирской советской поэзии”, Мәскәүҙә 1977 йылда “История башкирской советской литературы”, 1983 йылда “Башкирская советская поэзия” нәшер ителде... Тимәк, ғалимдың хеҙмәттәре әҙәбиәтебеҙ тарихы менән бүтән халыҡтарҙы таныштырыуҙа ла мөһим роль уйнай, этно-мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу йәһәтенән дә әһәмиәтле. Ғөмүмән, Ғайса Хөсәйеновтың монографиялары, бүтән ғилми хеҙмәттәре һәр ваҡыт актуаль темаларға, мөһим проблемаларға арналған булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә, уларҙың әҙәби процесҡа йоғонтоһо хәл иткес дәрәжәлә ҙур. Был йәһәттән уның етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында әҙерләнгән һәм нәшер ителгән 6 томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” айырыуса әһәмиәтле. Авторҙары төрлө булған ошо оло хеҙмәттең төп йөкмәткеһендә академик Ғайса Хөсәйенов концепциялары ята, нигеҙендә — күп асыштары... Ғалим үҙенең автобиографияһында: “һәр бер милли әҙәбиәт — туған халҡының рухи биографияһы ул асылда, һәр әҙәбиәттең үткәне, хәҙергеһе, киләсәге бар. Ул шул заман диалектик берлеге менән бер бөтөн. Уның үткәнен белмәй тороп, хәҙергеһен тәрәнерәк аңлауы ҡыйын, хәҙергеһен яҡшы белмәй, киләсәген күреп булмай”,— тип яҙғайны (“Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” китабы, 1978 йыл). Ошо фекерҙе үҙгәртеберәк шулай тип раҫлай алабыҙ: һәр милләт рухи биографияһында үҙ тарихын сағылдыра; халыҡтың үткәнен белмәй һәм аңламай тороп, хәҙергеһенә төшөнөү мөмкин түгел; шуларһыҙ киләсәкте күҙаллауы ла ҡыйын... Ғайса Хөсәйеновтың ғилми хеҙмәттәре башҡорттоң донъяға халыҡ булып яратылғанынан бирле бик тә оҙайлы быуаттар дауамында үткән тарихын уның рухи биографияһы аша тергеҙеү тип баһаланырға тейеш. Ҙур ғалимдың ҙур хеҙмәттәре — ҙур ҡаһарманлыҡ талап иткән эштәр, ә уны ҙур шәхестәр яһай. Былтыр йәй Баймаҡ районында бөрйән ырыуы башҡорто, халҡыбыҙҙың данлыҡлы хәрби етәкселәренең береһе һәм оҫта дипломаты, урыҫтарҙың мәктәп дәреслектәренә ингән Пересвет батырынан да урыҫтар өсөн ҙурыраҡ батырлыҡ ҡылған Алдарбай тархан Иҫәнгилдин (Иҫәкәев) иҫтәлегенә арнап фәнни конференция һәм байрам тантаналары уҙғарылды, улар Петр Беренсе батшаның төрөктәргә ҡаршы Аҙаҡ походының (1696) өс йөҙ йыллығына тәғәйен ителде. Шул саралар үткәрелгәндә исемдәре халыҡ тарафынан йыш телгә алынған хәҙерге әҙиптәребеҙ араһынан Ғайса Хөсәйенов айырыуса бер хөрмәт менән аталды. Уның “Алдар батыр ҡиссаһы” тигән повесын уҡымаған кеше ҡалмаған икән. Баймаҡ районының һәр ауылында мәктәп уҡыусылары ошо әҫәр буйынса һүрәттәр төшөргән һәм конкурсҡа ебәргән. Сибай ҡалаһындағы художество гимназияһы уҡыусылары ла повесть нигеҙендә эшләнгән һүрәттәрҙән тотош галерея булдырғайны. Баймаҡ артистары “Алдар батырҙың походтан ҡайтыуы” тигән театрлаштырылған тамашаны районда күп халыҡҡа күрһәтте. Тархан йәшәгән утар урынында стела ҡуйылды... Был мәғлүмәттәр халыҡтың үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһыныуының ни дәрәжәлә көслө икәнлеген күрһәтһә бер яҡтан, икенсе яҡтан художестволы-документаль әҫәрҙең йоғонто көсө тураһында һөйләй. Бығаса халыҡ йырҙарында, риүәйәттәрҙә мифик зат һымағыраҡ данланған Алдар батыр ана шулай Ғайса Хөсәйеновтың ҡиссаһы аша кешеләр аңына тере образ булып үтеп инде, реаль шәхес сифатында кәүҙәләнде. Әлбиттә, XVIII быуаттың тәүге яртыһында милли-азатлыҡ хәрәкәтебеҙҙең төп етәксеһе булған, туғандаш ҡаҙаҡ халҡының сәйәси ориентацияһында төп ролде уйнаған, йоғонтоһо ҡарағалпаҡтарға ла, Петербургҡа ла еткән Алдарбай Иҫәнгилдин тураһында ҙурыраҡ та художестволы әҫәрҙәр яҙылыр киләсәктә, ләкин был шәхесте күтәреүҙә әҙәбиәттә беренсе булып ҡала Ғайса Хөсәйенов. Тарихсы ғалимдар Ирек Аҡманов, Әнүәр Әсфәндиәров башлаған ошо эште шулай ослап ҡуйҙы ул. Башҡорттоң арҙаҡлы тарихи шәхестәре хаҡында әҙәби-документаль портреттарҙың тотош бер галереяһын тыуҙырҙы әҙип. Уның, мәҫәлән, атаҡлы рудасы, Петербург тау институтына нигеҙ һалыусы Исмәғил Тасимов тураһындағы повесы ла, Пугачев яуының күренекле етәксеһе фельдмаршал Баҙарғол Юнаевты һынландырған әҫәре лә — башҡорт әҙәбиәтендә тәүге тәжрибәләр. Шуныһы менән ҡиммәт улар беренсе сиратта. Тарихыбыҙ аҫыл заттарға бик бай, аҫыл эштәргә лә. Был йәһәттән күрше халыҡтарҙың ҡайһы бер реаль ҡарашлы яҙыусылары беҙгә көнләшеп әйткәндәре булыр: “О-о, һеҙҙәге кеүек шәхестәр, тарих булһа, беҙ күпме әҫәрҙәр тыуҙырыр инек!” Эйе, һис шикһеҙ яҙырҙар ине. Шул уҡ Баҙарғол тураһында, мәҫәлән, ул повестарын, ул романдарын сығарырҙар ине. Ғайса Хөсәйеновтың “Алдар батыр ҡиссаһы”нда Иҫәнгилдин менән бергә Минзәләлә дарға аҫылған тағы туғыҙ кешенең исемдәре һаналған. Алдар менән тиң язаланырлыҡ булғас, улар ҙа хәтәр шәхестәрҙән бит инде, һәм улар хаҡында ла туғандаш халыҡтар яҙыусылары художестволы әҫәрҙәр тыуҙырмай ҡалмаҫ ине. Беҙ генә яй ҡуҙғалабыҙ, һәлкәүбеҙ. Шуға ла бәғзе ҡараҡтар тарихыбыҙға бысраҡ ҡулдарын һуҙа һәм атаҡлы шәхестәребеҙҙе үҙҙәренеке итеп “әҫәрҙәр” яҙа. Тора-бара Салауатыбыҙҙы ла бүтән милләт вәкиле итеп күрһәтерҙәр әле; хәйер, бындай аҙымдар яһала ла инде... Ғайса ағай Хөсәйеновтың данлы улдарыбыҙға арналған әҙәби-документаль әҫәрҙәре — ана шундай һөмһөҙҙәргә лә ныҡлы кәртә бер яҡтан. Бигерәк тә үҙебеҙгә әлегә әҙерәк билдәле шәхестәребеҙҙе яҡтыға сығарыуы менән. Был йәһәттән әҙиптең “Ҡанлы илле биш” романы бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә. Роман башҡорт тарихындағы иң фажиғәле осорҙарының береһе — хаҡһыҙ рәүештә “Батырша яуы” тип аталған восстание ваҡиғаларын киң планда һүрәтләүгә, уның ысын етәкселәренең образдарын һынландырыуға, күтәрелештең төп сәбәптәрен асып биреүгә арналған. Ваҡиғалар документаль нигеҙҙә яҡтыртыла. Башҡорттарҙың 1755 йылғы яуҙарында мулла Ғабидулла Ғәлиевтең — восстание идеологы ул, ләкин һис тә етәксеһе түгел — тотҡан урыны, уйнаған роле тарихи ысынбарлығында асыҡ һәм объектив сағылдырылған романда. Әҫәр Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә”, Роберт Байымовтың “Сыбар шоңҡар” романдары һымаҡ халҡыбыҙҙың башынан үткән әһәмиәтле, шанлы ваҡиғаларҙы киң эпик ҡолас менән күрһәтә, шул уҡ мәлдә уларҙан документаль материалдарға нығыраҡ таяныуы менән айырыла. Батырша тураһында Ғайса Хөсәйенов заманында ғилми хеҙмәт тә, хикәйә лә яҙғайны. Хикәйәһендә ул “батырҙың бахырға әйләнеүе” процесын, уның сәбәптәрен асыуҙан ғәйре Габидулла Ғәлиевтең Шлиссельбург төрмәһендәге ҡаһарманлығына, йәғни батшабикәгә яҙған хатына һәм һаҡсылар менән һуңғы үлемесле алышына бәйле хәлдәрҙе тасуирлауға, Батыршаның Башҡортостандағы мажараларына күберәк иғтибар биргәйне. “Ҡанлы илле биш”тә иһә халыҡ тормошо, халыҡ яҙмышы алғы планға сыға, колониаль һәм милли иҙеү сәйәсәтенең ҡот осҡос күренештәре документаль нигеҙле картиналарҙа күҙ алдынан үтә. Романда байтаҡ ҡаһармандарыбыҙ, образдар булараҡ тулы асылмаһа ла, тарихи персонаж рәүешендә тере һынландырыла; күп кенә реаль шәхестәр һаналып ҡына китә, ләкин уларҙың хаҡ эштәре уҡыусы күңелендә ғорурлыҡ уятырлыҡ, яҙмыштары йәнде тетрәндерерлек. Һәр халыҡ халыҡ булараҡ донъяла беренсе сиратта үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән билдәле һәм данлы. Боронғо тарихыбыҙҙы улар аша беләбеҙ, үҙебеҙҙе лә шулар аша хөрмәт итәбеҙ, беҙҙе лә шанлы исемдәр аша баһалайҙар, хөрмәтләйҙәр. Миҫалға бер нисә генә исем-шәрифте атайыҡ. Башҡорт хан. Борон-борон беҙҙең дә үҙ дәүләтселегебеҙ булғанын раҫлаусы ат-дәрәжә түгелме ни ул! Майҡы бей, Бошман бей. Береһе татар-монголдар менән ныҡлы хәрби-сәйәси союзға ингән, икенсеһе баҫҡынсыларға баш һалмаған ажар башҡорттар. Ғилметдин Сәнжәр әл-Башҡорди, Насретдин әл-Насыри. Мысыр тигән ҡеүәтле дәүләт батшаһы һәм ғәрәп шиғриәте батшаһы булған сая башҡорттар... Улар һәм башка бик күп аҫыл заттарыбыҙ киң полотнолы ҙур әҙәби әҫәрҙәр үҙәгендә урын алырға, рухи тормошобоҙ күгендә бөгөн балҡып торорға тейеш. Әҙип Ғайса Хөсәйенов ана шундай изге эш юлында маҡтаулы хеҙмәт үтәй. “Ил азаматтары” китабына ингән аҫыл заттарыбыҙҙың Башҡорт хандан алып рәссам Дәүләткилдиевҡа тиклемге егерме икеһенең тарихи портреттары — иш янына ҡуш. Яҙыусының 1995 йылда “Ижад серҙәре” тигән бик фәһемле китабы баҫылып сыҡҡайны. Әҙәби китаптар, ғилми хеҙмәттәр яҙыу менән ғүмере буйы шөғөлләнгән аҡһаҡал унда ижад психологияһы мәсьәләләренә мөрәжәғәт итә, әҙәби оҫталыҡ тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша. Очерктар һәм парсаларҙан торған был китап һис тә яҙыусылыҡ эшенең серҙәренә тәғәйен төшөндөрөүсе, йәш яҙыусылар өсөн инструкция-белешмә түгел, бәлки аҡыл туплар өсөн ҡулланма ғына. “Ижад серҙәрендә” лә автор шәхестәр хаҡында уйлана, уларҙың тәбиғәте тураһында ҡыҙыҡлы фекерҙәр йөрөтә. Яҙыусы кем һуң ул тигән һорау ҙа ҡуя һәм үҙе үк яуабын бирә: “Яҙыусы кешегә иң беренсе сиратта ысын шәхес булырға кәрәктер, моғайын. Ә шәхес иһә һәр кем үҙен һәм кешеләрҙе танып белеүҙән, донъяны үҙ аҡылы менән аңлауҙан һәм баһалауҙан башлана. Шәхес булыр өсөн шәхси тормош, шәхсиәт тә хәжәт. Шәхсиәт, индивидуаллек шәхесте формалаштыра. ... Яҙыусы шәхесе — ижади шәхес. Ул — ысынбарлыҡты образлы фекерләүгә, художестволы сағылдырыуға һәләтлелек, бар натураң менән шуға мәйеллек сифаты. Быныһы тәбиғәт биргән булмыш”. Күрәһегеҙ, Ғайса Хөсәйеновтың “ижади шәхес” төшөнсәһе менән бәйле фекерҙәре үҙгәрешһеҙ, бер төрлө ҡала. Ижади шәхес, яҙыусы тыуҙырған әҫәрҙәр, ғилми хеҙмәттәр үҙ авторҙарының тормош тәжрибәһен, белем һәм аҡыл байлығын, интеллект кимәлен дә күрһәтеп тора тип аңлайбыҙ, инанабыҙ икән, быға ҙур шәхес, ҙур ғалим һәм әҙип Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың барлыҡ ижады асыҡ миҫал. (Аҫылғужа Баһуманов) 2003 й.