Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ғәбит Сәсән (1856-1921)

Ғәбит сәсән Арғынбаев (1856—1921) — атаҡлы башҡорт сәсәне. Ғәбит сәсән хәҙерге Баймаҡ районы Иҙрис ауылында тыуған. Сәсән хаҡында уны 1907 йылдан бирле күреп белгән Мөхәммәтша Буранғолов былай тип яҙа:

"Ғәбит сәсән нәҙек, оҙон буйлы, арҡаһы бер аҙ ғына көмөрәйгән булһа ла, йөрөгәндә төҙ һәм баҙыҡ итеп һәлмәк кенә баҫып йөрөр ине. Ул атаҡлы ҡурайсы, йырсы сәсән булараҡ ниндәй генә көйҙө уйнаһа ла, иң тәү уның легендаһын һөйләп, һәр төрлө вариантта уйнап, ул варианттарҙың ҡайһы ырыуға хас икәнен әйтеп, йырын йырлап тамамлай ине. Ул көйҙәр, легендалар һәм эпостарҙы өйрәнеүҙә үҙенең остазы-уҡытыусыһы итеп Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаевты телгә ала ине".

Ғәбит Арғынбаев йыйындарҙа йырсы, әйтештәрҙә лә ал бирмәҫ сәсән булған. Мәҫәлән, ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ойошторолған бәйгелә беренсе урындарҙы ала. "Ул унар табаҡлы эпостарҙы һис туҡтауһыҙ яттан һөйләй ине, һөйләгәндә үҙен-үҙе онотоп, көлөр ерҙә көлөп, илар ерҙә илап, әҫәрләнеп торор ине. Һөйләгәндә уртала туҡтап ҡалып бүленһә, шул ерҙән ялғап китә алмай, яңынан башлай ине", — тип хәтерләй уның хаҡында Мөхәммәтша Буранғолов.

Ғәбит сәсән Арғынбаевтан "Урал батыр", "Күсәкбей", "Иҙел менән Яйыҡ", "Ҡараһаҡал", "Юлай менән Салауат", "Байыҡ Айҙар сәсән" кеүек ҡобайырҙар, йөҙәрләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.