Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ғәбдрәхим Усман (1754-1834)

Ғәбдерәхим Усман — XVIII быуат аҙағы һәм XIX быуат башы башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шағир. Ул 1754 йылда Ҡаҙан губернаһы Чистай өйәҙе Утыҙ Имән (хәҙерге исеме Яңы Кәди) ауылында тыуған. Үҙ ауылында, аҙаҡ Ҡарғалы һәм Бохара мәҙрәсәһендә уҡыған. 1798 йылда Афғанстан буйлап сәйәхәткә сығып китә. Унан ҡайтышлай Стәрлетамаҡ өйәҙе Мерәҫ ауылында туҡтай һәм шунда өйләнеп күпмелер ваҡыт донъя көтә. Ошо хаҡта Р. Фәхретдинов түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдырған: “... Стәрлетамаҡ өйәҙе Мерәҫ ауылында (Ғәбдерәхим Усман) башҡорттар түрәһе Лоҡман кантон улы Ибраһимовтың Ғәбдерәхим исемле юғалған улы урынына ул булырға ризалыҡ биргән. Уллыҡҡа алыу хөкүмәт органдары тарафынан рәсмиләштерелгән. Ошбу сәбәптән мишәр булараҡ донъяға килгәне хәлдә, саф баҡшорт булараҡ әхирәткә китмеш”.

Тыуған яғына ҡайтҡас, Ғ. Усман бер нисә ауылда балалар уҡыта, аҙаҡтан Чистай өйәҙе Тимәш ауылына килеп төпләнә һәм ғүмеренең аҙағынаса, йәғни 1834 йылдың апреленәсә шунда йәшәй.

Ғ. Усмандың әҙәби мираҫы ғәйәт бай һәм ҡатмарлы. Беҙҙең көндәргә уның иллегә яҡын шиғыры килеп еткән. Уларҙа донъяуи һәм дини мотивтар үҙ-ара үрелеп бара. Әҙип ғилемгә, мәғрифәткә дан йырлай, яуызлыҡты, хөсөтлөктө аяуһыҙ тәнҡитләй. Ул кешене тышҡы матурлығына ҡарап түгел, ә күңел сафлығына, белеменә ҡарап баһаларға саҡыра.

Ғ. Усман тиҫтәнән артыҡ сәсмә әҫәр яҙған, шулай уҡ һүҙлектәр төҙөү һәм тәржемә эше менән дә шөғөлләнгән. Ул Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ” поэмаһының төрлө ҡулъяҙма варианттарын сағыштырып, йыйылма тексын әҙерләгән. Шул текст поэманың 1839 йылда Ҡаҙанда нәшер ителгән баҫмаһына нигеҙ булып хеҙмәт иткән.

Шағирҙың әҫәрҙәре заманында башҡорттар араһында киң таралған булған, ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, “Мөнәжәт” исемле шиғыр, авторлыҡты юғалтып, бөтөнләй үк халыҡлашып киткән. Уның поэзияһының айырым мотивтары XIX быуат башҡорт яҙыусыһы Ғ. Соҡорой әҫәрҙәренә лә килеп ингән. Былар барыһы ла Ғ. Усмандың башҡорт әҙәбиәте тарихында үҙ урыны булыуы тураһында һөйләй.