Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Яныбай Хамматов (1925)

Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Башҡортостандың Белорет районы Исмаҡай ауылында тыуған.

Ун бер йәшендә ул Инйәр урта мәктәбенә уҡырға китә. Ҡышын аслы-туҡлы уҡый, йәйен йәштәштәре менән бергәләп Әүжән приискыһында алтын йыуа.

1940 — 1942 йылдарҙа Юғары Әүжән алтын приискыһында эшләй. Алтын эҙләүселәргә бағышлап шул йылдарҙа тәүге шиғырҙарын яҙа.

1942 — 1946 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, кире алтын приискыһында, райком аппаратында эшләй.

1949 йылда "Башзолото" тресына күсә. Аҙаҡ Өфөлә өлкә партия мәктәбен һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

Яныбай Хамматов әҙәбиәттә романист булараҡ танылды. Яҙыусыға ҙур уңыштар килтергән "Бөртөкләп йыйыла алтын" романын 1964 йылда тамамлай. Шуның артынса "Аҡман-тоҡман", "Йәшенле йәй", "Юрғашты", "Руда" романдарын яҙа. Был романдары өсөн яҙыусы 1994 йылы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Яныбай Хамматов 50 — 60-сы йылдарҙағы колхоз ауылы тормошо хаҡында “Йондоҙҙар нисек ҡабына” тигән романын, Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға арналған “Тыуған көн” исемле романын яҙҙы. Был романы өсөн уға СССР Оборона министрлығының дипломы бирелде. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградланған.

Романистика өлкәһендәге яңы уңыштарының береһе булып, башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышындағы батырлыҡтарын сағылдырған “Төньяҡ амурҙары” тигән тарихи романы барлыҡҡа килде.

Яныбай Хамматовтың күпселек романдары тарихи темаға бағышланған һәм тарихи документтар нигеҙендә яҙылған.

1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

БӨРТӨКЛӘП ЙЫЙЫЛА ТАРИХИ АҢ Яныбай Хамматовты тәүге тапҡыр “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында күрҙем. Яңылышмаһам, 1966 йылдың көҙө ине. Әҙәбиәт бүлегендә Рәми Ғарипов, Рәшит Шәкүров өсәүләп эшләп ултырабыҙ. Хәрби формалағы бер майор килеп керҙе. Ҙур йомро битле, асыҡ сырайлы, осҡор ҡарашлы мыҡты ир-егет. Танышҡас-ниткәс, ҡыйыуһыҙ ғына: — Ҡустылар, романдан өҙөк алып килдем бит әле, — тип Шәкүр алдына ҡалын ғына ҡағыҙ тупланмаһы һалды. Рәми Ғарипов менән Рәшит Шәкүров был ағайҙы электән яҡшылап белгәнмелер-юҡмылыр, ә мине, редакцияла студент көйөнсә эшләп йөрөгән кешене, әле генә күҙҙән үткән ваҡиға нисектер һиҫкәндереп ебәрҙе. Хәҙер, быға күп йылдар үткәс, төрлө уйҙар башҡа килә. Ағайҙың исеме лә танһыҡ күренгәндер: “Яныбай” (бөгөн “яңы бай” һүҙе ярайһы таралған). Бынан бигерәк, әҙәбиәт донъяһында күренмәгән-нитмәгән бер кешенең “романдан өҙөк” килтереүе ғәжәпләндергәндер. Беҙ бит тәүҙә хикәйә, шунан повесть, шунан ғына романға тотонған яҙыусыларға күнеккәйнек ул осор. Аҙаҡтан бөтәһе лә асыҡланды, әлбиттә. Әҙип менән бер бинала ултырабыҙ икән. Ул саҡта беҙҙең редакция Пушкин һәм Аксаков урамдары сатындағы өс ҡатлы матур йортта урынлашҡайны (“Ҡыҙыл тан”, “Ленинсы-Ленинец” та шунда ине). Беҙ — икенсе ҡатта, ә өсөнсө ҡатта — Эске эштәр министрлығының ниндәйҙер бүлеге. Яныбай ағай ана шунда хеҙмәт итә икән. Ул ҡалдырған әлеге “романдан өҙөк” ҡайһылыр арала Шәкүрҙән Рәми ағайҙың өҫтәленә күсте лә берҙән-бер көн минең алға килеп ятты. Машинкала баҫылған утыҙ-ҡырҡ бит тирәһендәге яҙма иң тәүҙә танышып сығыу маҡсатында уҡылды. Һүрәтләү өсөн алынған тормош күренештәре — алтын йыуыусылар хеҙмәте — миңә яны, мауыҡтырғыс күренде. Тик текст ауырыраҡ уҡыла ине. Ҡулдан килгәнсе төҙәтмәләр индергәс, ниндәйҙер бер ритмдағы хикәйәләү стиле булдырылғас, ҡулъяҙма Рәми ағайҙың шифалы, талмаҫ ҡулынан үткәрелде, Рәшит тарафынан һуңғы ҡат редакторланып, секретариатҡа тапшырылды. Аҙмы-күпме ваҡыттан әҫәрҙән өҙөктөр гәзиттең бер нисә һанында донъя күрҙе. Яныбай Хамматов исемле яңы яҙыусының башҡорт әҙәбиәтенә аяҡ баҫыуы — “Бөртөкләп йыйыла алтын” романының донъяға морон төртөүе ине был. Бер-ике йылдан әҫәр — үҙебеҙҙә, ә 1970 йылда Мәскәүҙә айырым китап булып баҫылып сыҡты. Уның дауамы рәүешендә “Аҡман-тоҡман”, “Йәшенле йәй”, “Юрғашты”, “Руда” романдары яҙылды һәм донъя күрҙе. Биш китаптан торған әҙәбиәтебеҙҙәге беренсе пенталогия барлыҡҡа килде. Уларҙа башҡорт халҡының егерменсе быуаттың тәүге өс тиҫтә йыл дәүерендәге тормошо тасуирлана. “Ҡара яу”, “Ағиҙел Волгаға ҡоя”, “Һыр-Даръя”, “Төньяҡ амурҙары”, “Ҡараһаҡал”, “Салауат” романдарында Башҡортостандың алыҫ үткәндәге ысынбарлығы кәүҙәләндерелә. “Йондоҙҙар нисек ҡабына”, “Тыуған көн”, “Башҡорттар китте һуғышҡа”, “Иҙел башы” романдарында 40 — 90-сы йылдар арауығындағы донъя һүрәтләнә. Ун ете роман! Шулар эсенә һыйған ете-һигеҙ йөҙйыллыҡтар! Һәммәһе өс тиҫтә ярым йыл эсендә ижад ителгән. Башҡорт әҙәбиәте тарихында хәҙергә бындай осраҡ билдәле түгел. Ошо һынлы ижади һөҙөмтәлелеккө Яныбай Хамматов нисек өлгәште һун?! Әҙәбиәткә аяҡ баҫҡанға саҡлы ул ҙур тормош юлы үтә. Үрге Әүжән алтын приискыларында эшләй, Бөйөк Ватан һуғышында немец фашистарын тар-мар итеүҙә ҡатнаша, комсомол, партия, совет ойошмаларында кешеләр менән аралашыу, етәкселек итеү мәктәбен үтә. Шул йылдарҙа күрелгән ваҡиғалар һәм кешеләр, кисерелгән шәхси тәьҫораттар бик күп әҫәрҙәренең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелә. Ә тарихи романдар яҙғанда Рәсәй һәм сит илдәрҙең архивтарында бөртөкләп-бөртөкләп факттар туплай. Шуны ап-асыҡ итеп әйтергә кәрәк: ул, барыһынан былай, тарихи тема, архив “сиренә юлыҡҡан” яҙыусы ине. Йәнә бер нәмәне өҫтәү урынлы: төрлө йылдарҙа район гәзиттәрендә, өлкә баҫмаларында алтын приискылары тормошон һүрәтләгән шиғырҙары, мәҡәләләре, очерктары, хикәйәләре баҫылғылап тора. Әҙәби-публицистик рухтағы йоҡа китабы донъя күреүе лә билдәле. Ошо сибегерәк әҙәби тәжрибәләре уның күңелендә йәштән үк ижад ҡомары йәшәүе хаҡында белгертә, әлбиттә. Яныбай Хамматовтың профессиональ яҙыусы сифатындағы ижади эшмәкәрлеге, алда әйтелгәнсә, өс тиҫтә ярым йыл дауам итте. Әҙәбиәт донъяһында был шаҡ ҡатҡыс оҙайлы ваҡыт түгел. Әҙәби ижад серҙәрен, ҡәләмдәштәре тәжрибәһен туҡтауһыҙ өйрәнеү, художество оҫталыҡ серҙәрен ныҡышмалы үҙләштереү, йөрәк һәм аҡыл хисен тулы мөмкинлектәренәсе эшкә ҡушып, көн-төн ҡәләм тирбәтеү арҡаһында Яныбай Хамматов башҡорт романистикаһында үҙ юлын һалған, уҡыусыла киң танылыу тапҡан күренекле яҙыусы булып күтәрелде. Әҙәбиәттәге оло хеҙмәте үҙ ваҡытыңда һәм юғары баһалар алды. “Бөртөкләп йыйыла алтын”, “Аҡман-тоҡман” романдары рус телендә Мәскәүҙә баҫылып сыҡҡас, 1974 йылда СССР Яҙыусылар союзы һәм ВЦСПС премияһына лайыҡ булды. Ә 1994 йылда пенталогияһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Уның хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәтҡәре”, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр менән дә баһаланған. Башҡорт әҙәбиәтендә Яныбай Хамматовтың башҡа бер яҙыусыға оҡшамаған үҙ заңы бар. Өйрәнсек әҫәрҙәр яҙып тормайынса тиерлеҡ, юлын романдан башлай. Күҙ асып йомған арала ышаныслы рәүештә Зәйнәб Биишева, Фәрит Иҫәнғолов, Кирәй Мәргән, Ғәли Ибраһимов, Ноғман Мусин, Булат Рафиҡов кеүек романсылар сафына баҫа. Башҡорт йәмғиәтенең йөҙәр йыллыҡ ҡатламдарын байҡап, нәфис әҫәрҙәр аша халыҡҡа уны кире ҡайтара. Милләттә тарихи аң тәрбиәләүсе бөтөн бер художество тупланмаһы булдырыуға өлгәшә. Яҙыусы тигән исемдең бәҫен юғары күтәреп, Ватанға, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең һоҡланғыс өлгөһөн күрһәтә. Эйе, Яныбай Хамматов — башҡорттоң оло шәхесе, ә әҫәрҙәре — башҡорт әҙәбиәтендә матур биттәрҙең береһе ул. (Тимерғәле Килмөхәмәтов) 2005 й.